Әҙәби бит
20 Октябрь 2022, 13:45

Мәңгелек томандар артында

- Ҡыҙым машина тап инде...Юғиһә,  үҙемә ҡул һалам. Унһыҙ йәшәгем килмәй. Әлиәнең күҙҙәренә йәш тулды. Ни әйтергә лә белмәй, урамға сыҡты. Хатта бағаналарҙа ут һүнгән. Күҙгә төртһәң дә күренмәҫлек ҡараңғы. Әлиәнең башында меңәрләгән төрлө фекер мыжғый. Иң яҡын һәм ҡәҙерле кеше булырға тейешле әсә үҙе ярҙам итергә тейеш, ә ул... Кемдән машина һорарға? Машина өсөн нисек, нимә менән түләргә?..Сираттағы мөхәббәте әсәһен аҡылдан яҙҙыра. Артабан йәшәрлек көс табырға ине. Тик нисек...? Тулыраҡ беҙҙең сайтта. 

,, Мәңгелек томандар артында...” ( хикәйә ) БӨГӨН... - Әсәй, илама инде!Иртәгә дуҫыңды мотлаҡ табырбыҙ.Хәҙергә ят, йоҡла, һуң инде. Кистән иртә яҡшыраҡ.Илама инде, тыныслан... - Юҡ, ҡыҙыҡайым, ул миңә бөгөн кәрәк.Нәҡ бөгөн, хәҙер үк кәрәк, аңлайһыңмы?Мин уны юғалтырға теләмәйем.Юғалтһам, донъя бөттө тигән һүҙ.Уның янына китәм. 6 км алыҫлыҡтағы уның ауылына барыр өсөн машина кәрәк миңә.Таныштарыңдан һораштыр, үтенеп һорайым. Машина тап миңә.... Әлиә йәш тулы күҙҙәре менән кейеме теткеләнеп бөткән бысраҡ бисара әсәһенә ҡараны.Әсә булған кеше оҙаҡ йылдар инде ялланып ауыр ҡара эштәр башҡара.Бөгөн дә Зарифа кемдеңдер өйөн һылаған.Иҫереп арып ҡайтып инде.Тәнендә туҡмалыуҙан күгәргән эҙҙәр күренә, ҡулдары ауыр эштән тупаҫланып ярылып бөткән.Эшләгән өсөн уға аҡса бирмәйҙәр.Ашатып эсерәләр ҙә – вәссәләм. Араҡы булһа Зарифаға башҡа бер ни ҙә кәрәкмәй.Ә ун ете йәшлек ҡыҙы ни эшләргә тейеш? Киләсәген ул нисек күҙ алдына килтерә? Был хаҡта Зарифа уйлап та бирмәй. Ул үҙтормошон ғына түгел, берҙән – бер балаһының да тормошон ҡорбан итеүен аңламай. Һуңғы йылдарҙа көндәлек ығы – зығы арҡаһында Зарифаның тормошо иҫтән сыҡҡайны. Шәхси тормош – эштән һуң үҙ ваҡытың менән идара итеү иреклеге, тиҙәр. Яҙыусы һәм священник А. Ельчанинов кеше тормошонда аңлы эш итеү нисек әҙ булыуына ғәжәпләнә: ” Үҙ – үҙеңде ашап, бөтөрөү тураһында әйтмәйем, ә күңелеңә, йәнеңә иғтибар, үҙ өҫтөңдә эшләү, осраҡлы хис тойғоларға эйәрмәҫкә, ә үҙ тормошоңдо нисек ҡороу тураһында һөйләйем ”. КИСӘ... ...Был ҡатындың яҙмышы тәүҙә башҡа меңәрләгән кешеләрҙекенә оҡшаш була.Тәбиғәт уға матурлыҡты йәлләмәгән: оҙон ҡуйы сәстәр ике толом булып иңдәренә төшкән, ҡарлуғас ҡанатылай ҡыйғас ҡара ҡаштар, асыҡ зәңгәр күҙҙәр, зифа буй – һын.Ул ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килә.Ата – әсәһе күптән көткән ҡыҙҙары тыуыуға һөйөнөп бөтә алмай.Ағаһы Кәрим дә уны ҡурсалап ҡына, ауыр мәлдәрҙә ярҙам итеп кенә тора.Зарифа һәйбәт уҡый, Ҡара диңгеҙгә, Рәсәйҙең төрлө пионер лагерҙарына путевкалар менән бүләкләнә.Мәктәптә унынсы класты бөткәнсе пионер ойошмаһына етәкселек итә.Зарифаға уҡыу оҡшай, һәр ерҙә өлгөрә. Спорт менән шөғөллләнә, төрлө саралар үткәрә, кескәйҙәргә ярҙам итә. Унынсы класты бөткәс, мәктәп һорауы буйынса өлкән пионерважатый булып эшкә ҡала. - Педогогия институтына барырға йыйынғайным. Әммә, берәр йыл эшләп барһаң, уҡырға инеүе еңеллерәк булыр, тип кәңәш биргән таныштарымды, уҡытыусыларымды тыңланым, - тип хәтерләй Зарифа. – Үҙем дә, шулай яҡшыраҡ булыр, тип уйланым.Миңә барыһы ла алда кеүек тойолдо, пландар ҡорҙом, хыялландым, күп нәмәгә өлгәшергә, уҡып кеше булырға теләнем. Яҡшы тормош тураһында хыялланмаған кеше юҡтыр.Әммә барыһы ла һин теләгәнсә генә булмай шул.Йәш саҡта һөйөү берәүҙе лә урап үтмәй.Һәр кеше күңелендә йәшлеге, тәүге мөхәббәте, романтик хис – тойғолар тураһында яҡты хәтирәләр һаҡлай. Ғашиҡ булған кешенең йөрәге аҡылға буйһонмай...Зарифа ла ғашиҡ була.Үҙе уның тураһында белмәй ҙә тирлек: Һамар өлкәһенән был ауылға аҡса эшләргә килгән.Зарифаға ошо мәғлүмәт тә етә.Иң мөһиме, егет уны ярата.Уға шулай тойола.Ғәмәлдә иһә Зарифа уның өсөн мауыҡтырғыс уйынсыҡ ҡына була.Бер аҙҙан егет эҙһеҙ юғала.Хушлашмайҙа китеп бара.Зарифа балаһы менән яңғыҙы ҡала.Зарифа балаһы менән яңғыҙы ҡала. Һөйгәне ҡайтыр, һәр ваҡыт ышанып, өмөтләнеп көтә. Күңелендә уның әйткәндәре яңғырай: ,, Мин һине яратам. Беҙ бергә булсаҡбыҙ!Ми һине алып китәсәкмен...”. Зарифа, нисек кенә тырышмаһын, ихлас йөрәктән яратҡан кешеһен хәтеренән юя алмай. Ташланған ҡатын үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй, күңел әрнеүе йөрәккә төшә.Һәм алкоголь уның юҡһыныуын, әрнеүҙәрен, һыҙланыуҙарын баҫҡандай тойола.Ул эсә башлай. Зарифа бына шулай ғына онотола, проблемаларҙан китә ала.Тора – бара мәктәптәге эшен дә ташлай. Ҡатын институтҡа инеү тураһын да ла онота. Күңеленә томан булып төшҡән һағыш уны, һағыш даръяһына етәкләй.Бер ниндәй маҡсатһыҙ йәшәй башлай.Бер аҙ учаска болницаһында массажистка булып эшләп ҡарай, шунан бер һыныҡ икмәк, араҡы хаҡына кешеләрҙең төрлө эштәрен башҡарырға яллана.Матур тормош тураһындағы яҡты хыялдары селпәрәмә килә.Зарифаға инде бер ни ҙә кәрәкмәй.Яратҡан атаһы ла был ауыр ҡайғыны күтәрә алмай вафат була. Әсәһе, Зарифа аҡылға ултырыр, эсеүен ташлар, тип уйлай.Әммә Зарифа тормошон үҙгәртергә теләмәй.Ҡыҙы Әлиә үҫеп буй еткерә.Уға ла еңелдән булмай. Ҡара томан булып төшкән ҡайғы уның яҙмышына ла йоғонто яһай.Әсәһе эсә лә эсә... ,, ...Кисә кемдеңдер өйөн һыланы. Аҡса бирмәгәндәр, ашатып, иҫертеп ҡайтарғандар. Ә өйҙә бер семтем он да, шәкәр ҙә юҡ...”. ,, Әсәйем аҙна буйы өйҙә булманы, бер шешә араҡы хаҡына кемдеңдер өйөн ремонтланы...”. ,, Әсәй, һин бит эсеүеңде ташлай алаһың, минең хаҡҡа ташла инде.бына ун биш көн инде кемгәлер эшләйһең.Әммә барыбер аҡса бирмәйәсәктәр, иҫертеп кенә ҡайтарсаҡтар.Ә беҙ кисә етмеш биш йәшлек өләсәйем менән өйөбөҙҙө һыланыҡ...Әсәкәйем, мин һине шундай яратам...Ни өсөн мин һиңә ярҙам итә алмайым?! ”. Был юлдарҙы Әлиәнең дәфтәренән уҡырға була инде.Күңеленә айырыуса ауыр саҡта, яңғыҙ ҡалған ваҡыттарҙа, әсәһен көтөп, илап арыған мәлдәрҙә яҙған. ,,Ғүмеремдең иң ауыр ваҡыттарында ҡулыма ҡәләм алам.Күңелемде бушатам, еңелерәк булып ҡала.Бала саҡтан кисерештәремде көндәлеккә яҙып барам.Барыһы ла яҡшы булырына ышанам.Ҡыйын, әммә аҡса юҡлыҡҡа көймәйем, үҙем йәшәрлек аҡса табырға тырышам.Яңыраҡ берәүҙәргә ремонт эшләнем, бер аҙ аҡса эшләп таптым...”. Һөрмәле күҙле матур ҡыҙға оҙаҡ ҡарап торҙом.Ул күҙ йәштәрен көскә тыйып, һағышын төпкә йәшереп йылмайырға тырышты.Нимәлер һөйләп көлдө.Тик бына күҙҙәре уның һата, көлгәндә лә һағыш һыҙланыуҙары таралмай.Әлиәне эскесе ҡыҙы тип тә атайҙарҙыр. Тик ата – әсәне һайлап алмайҙар бит...

БӨГӨН... - Ҡыҙым машина тап инде...Юғиһә үҙемә ҡул һалам.Унһыҙ йәшәгем килмәй. Әлиәнең күҙҙәренә йәш тулды.Ни әйтергә лә белмәй, урамға сыҡты.Хатта бағаналарҙа ут һүнгән.Күҙгә төртһәң дә күренмәҫлек ҡараңғы.Әлиәнең башында меңәрләгән төрлө фекер мыжғый. Иң яҡын һәм ҡәҙерле кеше булырға тейешле әсә үҙе ярҙам итергә тейеш, ә ул...Кемдән машина һорарға? Машина өсөн нисек, нимә менән түләргә?..Сираттағы мөхәббәте әсәһен аҡылдан яҙҙыра. Артабан йәшәрлек көс табырға ине. Тик нисек...? ( дауамы бар)

Зөлфиә Фәйрүшина. 

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды. 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас