+24 °С
Ямғыр
Алға — өмөт менән, артҡа — рәхмәт менән, өҫкә — доға менән, аҫҡа — тәүбә менән, эскә — иғтибар менән, тирә-яғыңа һөйөү менән ҡара. Терәкте кешеләрҙә түгел, ә Аллаһта эҙлә. Шул саҡта ул һиңә ышаныслы кешеләрҙе ебәрер. Берәүгә лә яуызлыҡ теләмә. Яуызлыҡ менән яуызлыҡты бер ҡасан да еңеп булмай. Ул тик һөйөүҙән ҡурҡа һәм изгелектән генә еңелә. Өлөшөңә төшкән һынауҙар менән өлөшөңә төшкән уңыштарҙы сағыштыр. Һуңғылары һәр саҡ күберәк булыр. Әгәр кемгәлер ярҙам итә алһаң, быны эшлә лә Аллаһ уның доғаларын һинең аша тормошҡа ашырыуына ҡыуан.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.