Күңел ҡатыуы . Ҡыҫҡа хикәйәләр
Миңзифа Хамматова.
Әлимә бәләкәйҙән кеше күңелле , нескә тойғоло булды . Кешегә ярҙам итергә , саҡ ҡына булһа ла ауыр хәлдә ҡалыусының хәлен еңеләйтергә тырышыу уның ҡанына һеңгән ине . Үҙенә булмаһа булмай , мохтаждарға һуңғы телем икмәген дә бирер ине ул . Йомош һорап килеүсене бер ҡасан да буш бороп сығарғаны булманы уның . Ҡылған изгелеге үҙенә яуызлыҡ булып әйләнеп ҡайтҡан саҡтарҙа төндәр буйы илап сыға ла , таң атыу менән тағы яҡшылыҡ өләшергә ынтылыусы ябай ғына ауыл ҡатынының күңеле изге һәм сафлығына ышанмау мөмкинме икән ? Ҡайһы бер кешеләр һымаҡ , кешеләрҙе сортҡа ла бүлмәне ул . Ярлыһын да байын да , эсеп кеше сифатын юғалтҡанын да берҙәй ихтирам итте . Кешегә кеше итеп ҡараны һәр ваҡытта ла . Үҙҙәре һәйбәт тормошта йәшәүселәр доньяның бысраҡ һәм ҡараңғы яҡтарын күргәне юҡтыр . Әлимәгә бик йыш күрергә тура килде , эскән ҡатындарҙы , ас балаларҙы , хайуанға әйләнгән ирҙәрҙе . Сөнки , ире эсте ғүмере буйына . Әлимә һәйбәт ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫкән ҡыҙ ине . Атай әсәһе доньяны матур итеп көттөләр . Һеңле ҡустылары ла матур итеп ғаилә ҡороп , һәйбәт кенә йәшәп киттеләр . Бер Әлимәнең генә бәхете булманы . Әсәһе ғүмере буйы , айырыл шул мәғәнәһеҙ иреңдән тиеп таҡылдай таҡылдай үлеп китте . Туғандары ла әйтеп арығандарҙыр , хәҙер өндәшеүсе юҡ . Ғаиләгә аҡса алып ҡайтыуҙы белмәгән Ҡадир , тоҡлап шәкәр менән әсеткегә аҡса табырға шәп ине . Бал ҡойоп самогон ҡыуып ала ла , тормошо китә гөрләп . Дуҫ иштәре йыйыла . Әлимә үҙе өйҙә саҡта өйгә индермәй уларҙы , ҡаҙанлыҡта шау гөр килгәндәргә эсе бошһа ла иренә ҡаршы килә алмай ине . Ире унан һорап та тормай , мәктәптән балалар ҡайтыуға тип бешергән бәлештәрҙе , билмәндәрҙе , итле ашты эре генә сығарып әшнәләренә ашата . Йүнле тамаҡ күрмәгән , эсеүҙән шешенгән ас әҙәмдәр Ҡадирҙың хәләл ефетен маҡтай маҡтай ялп иттереп ҡуялар тәмле аш һыуҙы . Һыйлы урынды кем яратмаһын , ҡунаҡсыл Ҡадирҙы ла яраттылар ауылдың эсергә яратыусы кешеләре . Ҡапҡа көнө төнө ябылманы , төн уртаһында килһәләр ҙә , Ҡадир уларҙы һыйлар ине . Әлимә аш һыуға бөтмөр ине . Ҡайһы бер ҡатындар һымаҡ мундир картуф йә бөтәүләй йомортҡа ғына бешереп сәй эсеүҙе мөрһәтһенмәне ул . Аш һалһа ҙур кәстрүл менән һалды , балалар ҙа күмәк бит . Аш һыуға мул ҡуллы ул , ғаиләһенә лә килгән киткәнгә лә етте . Һурпаға рожки йәки вермишель һалыуҙы , тәмле һурпаны әрәм итеү тип һананы ул . Һәр ваҡыт һалма йәки туҡмас йәйеп ҡырҡты , икмәкте ҡомалаҡтан үҙе бешерҙе . Төрләндереп салаттарын яһаны , көн һайын йә ҡоймаҡ йә итле бәлеш , өсбошмаҡ һәм тағы әллә ниҙәр бешерер ине . Әлимәнең бер класташы бар Хәнә тигән , йәшләй генә эсеүгә һалышҡан ҡатын уларҙан сыҡманы ла тиерлек . Асыҡһа класташына йүгереп килде . Киң күңелле Әлимәнең бешергән ризыҡтарын ашамаған кем ҡалды икән , урамда эсеп йөрөүселәр араһында ? Юҡ , ул үҙе һаран түгел . Үҙҙәре яҡшылыҡты белмәһәләр ҙә риза ул , үҙен үҙгәртә алмай ҡатын . Кешене йәлләүҙән туҡтай алмай . Ауылда әллә ҡайҙан килеп эйәләгән ҡатын йөрөй . Торор йорто ла барыр урыны ла юҡ . Эсеп кешелектән сыҡҡан ҡатынды кем индерһен инде . Ҡасандыр матур ғына булған тиҙәр Әҡлимәне , һәйбәт кенә ире лә булған . Балалары , арыу ғына көткән доньяһы ла булған . Кеше нилектән упҡынға тәгәрәйҙер , уныһын аңлай алмай Әлимә . Әҡлимә эсергә яратҡан , иренең өҫтөнән йөрөгән , балалар ҡарауһыҙ булған . Шул ирен үҙе үлтергән тинеләр , нисек үлтергәндер уныһы ҡараңғы , ләкин Әҡлимә төрмәлә ултырып сыға . Йылғыр ҡатын юғалып ҡалмай , һәйбәт кенә егетте осратып тормошҡа сыға . Шаулап торған доньяны һатып эсеп бөттө , ҡоротто тип һөйләнеләр уныһын да . Сираттағы эскелек ваҡытында , иртәнсәк ирен бысаҡ сәнселгән килеш күрәләр . Кем үлтергәнен белә алмайҙар , бары тик Әҡлимәнең үҙелер тигән имеш мимештәр йөрөй ҙә туҡтай . Үлтереүсене таба алманылар , ирҙең туғандары Әҡлимәне өйөнән ҡыуып сығаралар . Ике доньяны туҙҙырған һәм ике ирҙең башына еткән ҡатын юғалып ҡала торғандарҙан түгел ине . Кәрт һалып күрәҙәлек итеүсе ҡатын бирешеп торманы . Ауылдар буйлап йөрөнө . Береһенән ҡыуылһа икенсеһендә төйәк тапты . Әлимә һымаҡ асыҡ ауыҙҙар доньяла етерлек ине шул , йәлләп индерҙеләр . Ашатып эсереп , кеймәгән кейемдәрен биреп йәшәттеләр . Әҡлимә үҙе һөлөк һымаҡ , бер ҡаҙалһа һурып алып ырғытырмын тимә . Уны индергән кеше илай илай , ҡыуып сығарып саҡ ҡотола ине . Эсеп оятын юғалтҡан Әҡлимәлә кешелеклек , рәхмәтле була белеү сифаттары әллә ҡасандан уҡ юғалып бөткәндер инде .Ҡайҙа барып һуғылырға белмәгәнендә үҙен һыйындырған кешеләрҙе әрләп , ҡарғап , алдап һөйләп йөрөү уның төҙәлмәҫ ауырыуына әйләнде . Һап һау ҡатындың кеше тупһаһында элмәңләп йөрөүе башҡа һыймаҫлыҡ хәл дә бит . Ундайҙарға милиция ла силсәүит тә иғтибар итмәй шул . Кешеләрҙең аҡсаларын урлап , ғаиләләрен болғап йөрөүсе , бөтә донья буйлап ғәйбәт таратыусы Әҡлимәнең тоҙағына Әлимә лә ҡапты . Өй таҙалап башлағайны ғына , елп итеп Әҡлимә килеп инде . Ингән кешене ҡыуып сығараһыңмы ни , Әҡлимә үҙен йәлләтеп хәлен һөйләне . - Ҡайҙа барырға белмәй һиңә килдем . Барыр ерем батыр күлем юҡ , өҫтөмдә кейемем юҡ , берәү ҙә индермәй , тип илаулаған ҡатынды йәлләне Әлимә . Ашатты , эсерҙе , кеймәгән кейемдәрен бирҙе . Ҡана , эшеңде эшләшәм тиеүенә ҡаршы килмәне . Бер көн матур йөрөнө Әҡлимә , ике көн , өсөнсөһөндә инде был өйҙә үҙе хужабикә ролендә ине инде . Әлимә иртәнсәк тороуға сәй ҡайнаған , кистән ҡалған ит менән картуф ҡыҙҙырылған , өҫтәлдә бер ярты менеп ҡунаҡлаған . Әҡлимә менән Ҡадир сөкөрләшә - сөкөрләшә , ҡара ҡаршы ултырып сәй эсәләр ине . Иренең холҡон яратмай Әлимә , тик һиҙҙермәне . Сәйгә саҡырһалар ҙа ултырманы , тышҡа сығып китте . Уның күңелен үкенесле уйҙар баҫты , эскән ир менән үткән ғүмере бушҡа үткәненә әсенде . Юҡ , ирен ҡыҙғанмай ҙа ул , аралағы йылы хистәрҙе Ҡадир үҙе аяҡ аҫтына һалып тапаны күптән . Балалары күптән үҙ аллы . Әсәйҙәрен әрләйҙәр шул эскесегә ялсы булып ултырғаны өсөн . Әлимәнең Әҡлимәгә йәне көйҙө . Көҙгө һыуыҡ көндә күлдәксән , шлепанцы менән килеп ингән ине . Аяғына итектәр , куртка , шапка , кофталар , күлдәктәр , колготки носкиҙарына тиклем бирҙе . Хатта сумочка , тәмле еҫле хушбыйын да бирҙе . Ит изгелек көт яуызлыҡ тиеүҙәре раҫҡа сыҡты . Әҡлимә йыуаш Әлимәне бөтөнләй баҫып алды . Эйәреп йөрөп , Ҡадирҙы яманланы . Уның булған насар яҡтарын ул белә булып сыҡты . - Һинең Ҡадирың һине яманлап һөйләй , һинең Ҡадирың шуның мунсаһында шуның менән ятты . Бына ант , алдамайым . Мин һеҙҙе болғамайым , но дөрөҫөн әйтәм , ирең уйнаш итә . Иренең нимә эшләп йөрөүенә иҫе китмәй Әлимәнең . Ҡунаҡҡа килгән ҡыҙҙарына ғәйбәт һөйләүе өсөн асыуланды Әлимә Әҡлимәгә . Әлимә ишетмәгәндә генә , өлкән ҡыҙы Зилиәгә әсәһен яманлап өлгөргән бит , ҡәһәр һуҡҡыр . - Әсәйең һине яманланы , кейәүҙәрен яманланы , тип алдап һөйләгән . Аҡса һораған . Әлимәнең ҡыҙҙары мәүеш түгелдәр шул әсәләре һымаҡ . — Аҡса кәрәк булғас эшләргә кәрәк , беҙҙең әсәйҙе яманлап аҡса һығырға уйланыңмы , оят түгелме ? - тип бәләкәс ҡыҙы әрләгән . — Юҡ , мин һеҙҙе болғарға теләмәйем , тип мыйылдаған Әҡлимәне ҡыуып сығарҙы Әлимә . Бирләнеп , илап , әрләп сығып китте Әҡлимә . Ауыл тултырып уға , быға Әлимәне һөйләп йөрөүен дә ишетте инде . Үҙен бысраҡҡа ҡойонған һымаҡ тойҙо Әлимә . Ҡайһы бер кешеләр эскән кешегә өҫтән ҡарай , уларҙы әҙәмгә лә һанамай , улар менән һаулыҡ та һорашмай . Дөрөҫ эшләйҙәр тигән һығымта яһаны Әлимә . Сөнки , түбәнгә тәгәрәгән әҙәмдәрҙе ҡабат тура юлға баҫтырып булмай . Уларға һин күпме яҡшылыҡ эшләһәң дә улар уны белмәй . Һин уларҙы йәлләгән булаһың , улар үҙҙәре һине йәлләрлек хәлгә ҡалдырасаҡтарына инанды Әлимә . Тағы ла , Әҡлимәнең ҡурҡыныс кеше икәнлеген аңланы ул . — Алкашыңдан ҡотолғоң киләме ? ҡалһа кешелектән сыға бит ул , тип уйламай ғына яуаплаған Әлимәне Әҡлимәнең яуабы шаҡ ҡатырҙы . — Үлтерәйек . Әйҙә үлтерәйек Ҡадирыңды . Мин өйрәтәм һиңә нисек икәнен , тик аҡсаңды йәлләмә . Пенсияң килеп тора . Мин ауылдағы бөтә ирҙәрҙе лә үлтереп бөтә алам , бисәләре ризалыҡ бирһә , тигән Әҡлимәгә бергилке иҫе китеп ултырҙы Әлимә . Ә тегенеһе ныҡыша башланы . — Кит , кит ! Минән үлтереүсе яһап ултырма ! Тәүбә , нишләп мин ғүмер буйы йәшәгән кешемде үлтерәйем . Ниндәй генә булһа ла ! Әлимә ярһып китте . Әҡлимә һымаҡтарҙың күңелдәре боҙоҡ һәм бысраҡ икәнлеген аңланы Әлимә . Күңеле рәнйегән ҡатын , инде бер ҡасан да ундайҙарҙы йәлләмәҫкә һәм ярҙам ҡулы һуҙмаҫҡа тип үҙ үҙенә һүҙ бирҙе . Урамда ҡысҡырып илап , тәгәрәп ятһалар ашаҡлап үтеп китәсәкмен тигән уйҙар мейеһен бырауланы . Тағы кемдәрҙе болғап болартып йөрөй икән был Әҡлимә , һәр кем үҙ башынан үткәс кенә аңлар . Теле бай , фантазияһы шәп , торғаны бер әртис бит ул . Әлимә һымаҡ асығауыҙҙарға шул кәрәк тә ул , бер ауыҙҙары бешкәс инде өрөп ҡабырға өйрәнерҙәр.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.