Әҙәби бит
13 Октябрь 2022, 11:00

ТӘҮБӘГӘ ҠАЙТЫУ, ЙӘКИ ХИКМӘЛЕ ТӨШ

– Мөжәүир хәҙрәт төшөмә инде. Олатай өндәге кеүек асыҡ итеп: «Һөйәрбикә, иманға ҡайт, намаҙға баҫ, доғалар уҡы, тамуҡ утынан ҡурҡ! – тине. – Минең ҡәберемә бар, тәүбәңә кил. Аллаһ ғәфү итеүсе”.Манһыр әүлиәһе Мөжәүир хәҙрәтте сикһеҙ ихтирам итеүсе Һөйәрбикәне был төш тетрәндерҙе. Ниндәйҙер илаһи көс араҡыға нәфрәт уятып, шайтан һыуына әйләнеп тә ҡарағыһыҙ итте лә ҡуйҙы. Бер аҙҙан мәсеткә барып, элекке ғәҙәте өсөн Аллаһы Тәғәләнән асырғанып ғәфү үтенде, мәҙрәсәгә йөрөп «Ҡөрьән» уҡырға өйрәнде. Биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмай башланы. Ураҙа тота, аҡ ҡорбандар салдыра. Шулай итеп, ныҡлы итеп дин юлына баҫты.Мәңге айнымаҫтай Һөйәрбикәнең насар ғәҙәтен ташларға көсө етеүе күптәрҙе хайран итте. Эйе, был һис шикһеҙ хуплауға лайыҡ күренеш ине...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Лира Якшибаева

ТӘҮБӘГӘ ҠАЙТЫУ, ЙӘКИ ХИКМӘЛЕ ТӨШ

Ике ҡатын һөйләшә, улар эргәһенә өсөнсөһө килеп туҡтаны. Хәбәр әле генә мәсеткә өйлә намаҙына инеп киткән Һөйәрбикә апай тураһында барҙы.
– Байғош, борон һөйрәлеп йөрөп эсте-эсте лә, хәҙер тәүбәһенә ҡайтҡан булып, суфыйға әйләнеп, мәсет юлында йөрөп ятҡан була.
– Гөнаһтарын ярлыҡар өсөн йөрөй, эскесе. Бына беҙҙең гөнаһ булмағас, мәсет юлын тапау кәрәкмәй.
Шунда торған өсөнсө ҡатын да һүҙгә ҡушылды.
– Әстәғәфирулла тәүбә, Сәғиҙә, гөнаһһыҙмын, тиһеңме? Менәүәрәне айыртып, ике балаһын тере етем итеп, ынйытып, ирен тартып алғаныңды оноттоңмо әллә? Был, һинеңсә, әллә гөнаһ түгелме?
Яңы ғына Һөйәрбикәнең тетмәһен теткән бисә телен тешләне.
Ә әхирәте бирешмәҫкә булды.
– Һөйәрбикәне әйтәм, ире Ғәрифулла менән ҡушарлап эстеләр. Уныһы үлеп киткәс кенә апайыбыҙ туҡтаны.
– Эйе лабаһа.
Шунда өсөнсө ҡатын тағы ла һүҙгә ҡушылды:
- Тәүбәһенә ҡайтып, хаҡ юлға баҫҡан икән, бының өсөн Һөйәрбикәне битәрләргә түгел, ә хупларға кәрәктер. Аллаһы Тәғәлә алдында үҙ гөнаһын танып, ғәфү үтенеүсе һәр бәндә ярлыҡау табыр, тиелә изге китапта,– тине.
... Һөйәрбикәнең араҡы эсеүен ташлап, мәсеткә йөрөй башлауын башта ана шулай ауылда төрлө кеше төрлөсә тылҡыны. Ныҡлы ҡарарға килгән ҡатын береһен дә тыңламаны, элекке шешәләш әхирәттәрен дә яҡын йөрөтмәне. Киреһенсә, бер нисәүһен үҙе артынан эйәртеп, араҡыға нәфрәт уятыуға өлгәште.
Алтмышҡа аяҡ баҫҡан Һөйәрбикә апайҙың ап-аҡ яулығын яҙып ябынып, йәштәрсә еңел баҫып мәсеткә инеп китеүен күреп, күңелем шатлыҡ менән тулды. Артынан ҡарап, мин дә уны хуплап ҡалдым:
– Афарин, апай, шайтан эсемлеген ташларға хәлең еткәс, һин көслө кеше. Аллаһы Тәғәләнең барлығын, берлеген ихлас таныу, ҡылған ғонаһтарың өсөн Аллаһынан ғәфү үтенеп, тәүбәгә килеү, ана шулай итеп, кешене дөрөҫ юлға әйҙәй ул, иншалла.
…Бынан ун биш-егерме йылдар элек ошо Һөйәрбикә апай, ысынлап та, шашып яман эсте. Тауышы матур ине, йырлап ебәрһә, һандуғастар көнләшер. Ғәрифуллаһы - гармунсы. Ике донъя, бер мөрйә ине уларға. Әйттереү-теттереү тигәндә ирле-ҡатынлы улар гел иң алдан йөрөнөләр.
Эс тә ҡуй, бөт тә ҡуй,
Ҡайғы күрмә ни какой,
Ҡибла яҡтан елдәр иҫһә,
Һалам менән тыҡ та ҡуй, - тип таҡмаҡ әйтеп, матур тауышы менән сыңғыратып йырлап ебәрер ине Һөйәрбикә. Гармунсы ире:
– Әйҙә, кәләш, тот берәйҙе, тауышың асылыр, – тип тулы рюмканы ауыҙына терәр ине.
– Һеҙ табын йәме,– тип һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтырыр ине шунда ултырған табындаштары.
Эсергә өйрәнеүгә тәһәрәт кәрәкмәй инде ул. Айырыуса, ҡатын-ҡыҙ заты уға тиҙ бирешә. Ҡасандыр көсләп, маҡтап ҡулына рюмка тотторған кешеләр тора- бара иҫерек Һөйәрбикә менән Ғәрифулланан ситләшә барҙы. Бер аҙҙан уларҙы табындарға саҡырмаҫ булдылар. Ирле-бисәле эскеләре килеп китһә, икәүләп үҙҙәре табын ҡора башланылар. Шулай йөрөй торғас, гармунсы Ғарифулла йөрәк сиренән ҡапыл ғына үлеп китте.
Таныштары илле йәше тулыр-тулмаҫ тол ҡалған Һөйәрбикәнең араҡы һаҙлағана тамам батыуын юраны.
– Ҡайғымдан эсәм, тир ҙә айныҡмаҫ инде был араҡы мискәһе,– тинеләр.
Ураҙа айы бара ине. Бөтә ауылды хайран итеп, көтмәгәндә ҡатын эсеүен ташланы ла ҡуйҙы. Ҡапыл ҡырҡа үҙгәреүенең сәбәбен аҙаҡ былай тип аңлатты:
– Мөжәүир хәҙрәт төшөмә инде. Олатай өндәге кеүек асыҡ итеп: «Һөйәрбикә, иманға ҡайт, намаҙға баҫ, доғалар уҡы, тамуҡ утынан ҡурҡ! – тине. – Минең ҡәберемә бар, тәүбәңә кил. Аллаһ ғәфү итеүсе”.
Манһыр әүлиәһе Мөжәүир хәҙрәтте сикһеҙ ихтирам итеүсе Һөйәрбикәне был төш тетрәндерҙе. Ниндәйҙер илаһи көс араҡыға нәфрәт уятып, шайтан һыуына әйләнеп тә ҡарағыһыҙ итте лә ҡуйҙы. Бер аҙҙан мәсеткә барып, элекке ғәҙәте өсөн Аллаһы Тәғәләнән асырғанып ғәфү үтенде, мәҙрәсәгә йөрөп «Ҡөрьән» уҡырға өйрәнде. Биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмай башланы. Ураҙа тота, аҡ ҡорбандар салдыра. Шулай итеп, ныҡлы итеп дин юлына баҫты.
Мәңге айнымаҫтай Һөйәрбикәнең насар ғәҙәтен ташларға көсө етеүе күптәрҙе хайран итте. Эйе, был һис шикһеҙ хуплауға лайыҡ күренеш ине.
– Иншалла, Раббийым тәүбәмде ҡабул итте, хаҡ юлға алып сыҡты, – тип ҡыуанды ул үҙенең изге дин юлына баҫыуына ихлас шатланып. – Юҡһа балаларҙан, ейәндәрҙән оят була торғайны.
Үҙендә яуыз сирҙе ташларлыҡ ихтыяр көсөн таба алыуы менән Һөйәрбикә апай күптәргә өлгө булып торҙо. Хәҙер инде ул ҡасабаның абруйлы ағинәйе.
Шулай итеп, иманға ҡайтырға, ғонаһтарыбыҙ өсөн Аллаһы Тәғәләнән ғәфү үтенергә, яҡшы яҡҡа үҙгәререгә бер ҡасан да һуң түгел. Аллаһы Тәғәләбеҙ барыһын да күреүсе, кисереүсе, ярлыҡаусы икәнде кешеләр онотмаһын ине.
Бер көндө ҡараһам, Һөйәрбикә апай менән булышҡан теге ике ҡатын мәсеткә йома намаҙына килгән. Мосолманса кейенгәндәр, яулыҡ ябынғандар.
- Һөйәрбикәнән ҡалышып булмаҫ инде, - тиҙәр. - Мөжәүир хәҙрәт
үҙе ҡушҡас, беҙ ҙә намаҙға баҫырға, көҙөн Ислам институтына уҡырға инергә булдыҡ.
Иншалла, халҡыбыҙға иман ҡайта, ниндәй ҡыуаныс! Ҡайтыр шул,
бынан ҡырҡ йыл элек гүр эйәһе булған Манһыр әүлиәһе Мөжәүир хәҙрәттең рухы төштәргә инеп, туған халҡын үҙе изге дин юлына саҡыра бит!

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас