Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Әҙәби бит
6 Октябрь 2022, 06:15

Баймаҡтар тураһында ҡыҙыҡлы факттар (Көлөп алайыҡ әле)

Шулай итеп, Баймаҡ районында 2 ҡала һәм беренсе башҡала бар: Баймаҡ, Сибай һәм Темәс. Ике ҡала һәм беренсе башҡала башҡа бер районда ла юҡ, тик баймаҡтарҙа ғына. Өфөлә һәр дүртенсе кеше, ә Сорғотта һәр бишенсе кеше Баймаҡ районынан. Баймаҡтар ябай, йомарт, ярҙамсыл, түҙемле халыҡ, әммә йәндәрен көйҙөрһәң, лучше ҡасығыҙ...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Баймаҡтар тураһында ҡыҙыҡлы факттар

Сибай Баймаҡ районына инмәй, әммә Сибайҙа барыбер шул баймаҡтар йәшәй.

Шулай итеп, Баймаҡ районында 2 ҡала һәм беренсе башҡала бар: Баймаҡ, Сибай һәм Темәс. Ике ҡала һәм беренсе башҡала башҡа бер районда ла юҡ, тик баймаҡтарҙа ғына.

Өфөлә һәр дүртенсе кеше, ә Сорғотта һәр бишенсе кеше Баймаҡ районынан.

Баймаҡтар ябай, йомарт, ярҙамсыл, түҙемле халыҡ, әммә йәндәрен көйҙөрһәң, лучше ҡасығыҙ.

Баймаҡтар маҡтансыҡ түгел, баймаҡтар ғорур һәм рухлы халыҡ.

Һораша-белешә башлаһаң, Баймаҡ районында бөтәһе лә бер-береһенә йә туған, йә ҡоҙа, ҡоҙаса килеп сыға.

Баймаҡтарҙың күкрәге күк тиҙәр, ә берәйһе күкрәкте асып ҡарағанмы һуң? Яҡ.

 Баймаҡтар "ЮҠ" тип һирәк әйтә, бында иң актуаль һүҙ - "ЯҠ".

- Мунса яғайыммы?
- Яҡ.
- Яғайыммы әллә яҡмы?
- Яҡ тейем!

Райондың ҡайһы бер өлөшөндә иҙәнде шаллайҙар, икенсе өлөшөндә шалдайҙар, ә өсөнсө өлөшөндә бөтөнләй буяйҙар!

Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе халыҡтыр яратҡан фразаһы "Баймаҡ ауыл түгел, Баймаҡ ул ҡала!"

Ошо хәл бөтәһенә лә таныш:

- Һин ҡайҙан?
- Баймаҡтан
- Үҙенәнме әллә районынанмы?
- Районынан!

 Һеҙ тағы ла ниндәй ҡыҙыҡлы факттар беләһегеҙ?

 

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас