Бер ҡатын врачҡа барып мөрәжәғәт итә:
- Әйт әле, доктор, мин ниндәй хайуан тоҡомона ҡарайым?
- Ханым, һеҙ ни һөйләйһегеҙ? Һеҙ бит кеше!
- Китегеҙ әле! Иртән һарыҡ кеүек туҙып торам, шакал кеүек эшкә сабам, маймыл кеүек автобусҡа һикереп инәм, ҡуян кеүек йәшенеп барам, айыу кеүек этешеп-төртөшәм, автобустан тауыҡ кеүек йолҡолоп сығам, ат кеүек эшләйем,эҙләүсе эт кеүек магазиндар буйлап йүгерәм, ишәк кеүек тейәнеп ҡайтам, киске аш әҙерләгәндә юлбарыҫ кеүек балаларыма аҡырам, йылан кеүек күршеләремә ыҫылдайым. Ирем өйгә ҡайтҡас, миңә: “Бесәйем, ашарға әҙерме?” - тип һорай. Бөтөнөһөн ашатып, йоҡларға ятҡырам да, үҙем дә ятам. Ирем шунда миңә: “Шыл әле, һыйыр кеүек ятаһың”, - ти. Шунан һуң мин нисек кеше булайым доктор?!.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.