Гөлсирәләрҙең ишек алдындағы клумбала, тирә яҡҡа йәм биреп, йылдың-йылы флоксы сәскә ата. Килгән бер кешенең күҙе шунда төшә.
- Ах, ниндәй матур сәскәләр, күҙ яуын алып ултыра, - тип һоҡланып, ҡарашын шул сәскәләргә төбәй. Гөлсирә үҙе лә ярата был сәскәләрен: төрлө-төрлө ашламалар һибеп, ҡәҙерләп кенә үҫтерә. Һыуыҡ төшә башлау менән, туңып ҡуймаһын тип, тиреҫ менән ҡаплай, яҙ башынан ләйсән ямғыры һыуҙарын йыйып һибә.
Бер көндө хужабикә бесәйенең шул матур гөл төбөндә салҡан ятып аунаҡлауын күреп ҡалды. Йәне көйгән хужабикә:
- Һай, биғәләш, һиңә ошонан башҡа урын бөткәнме ни? Ана, ишек алды ниндәй иркен, бар ҙа шунда ятып тула, - тип холоҡһоҙ бесәйен клумбанан ҡыуып ебәрҙе.
Бер нисә көн үткәс, ҡараһа, баяғы бесәй тағы шул гөлдөң төбөндә ята. Флоксының сәскәләре ҡойолған, ботаҡтары һынған.
- Ах, яуыз, бөткәнме һиңә аунарға башҡа урын, - тип үткәндә әйткән һүҙҙәрен ҡабатланы ла Гөлсирә, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә, бәйле аҙған бесәйен тағы гөл төбөнән ҡыуып ебәрҙе.
Был хәлгә тағы бер-нисә көн үтте. Ҡараһа, бесәйе тағы шул гөлдөң төбөндә тулап ята. Флоксының ҡалған ботаҡтары ла һынып бөткән.
- Ниңә ошо гөлгә үсләште һуң әле был бесәй? Ҡороп ҡалғыры, гөлөмдө тамам иҙеп бөтөрҙө, - тине лә Гөлсирә шунда торған эскәмйәгә терәлеп, илап ебәрҙе. – Минең яратҡан сәскәмдең төбөнә килеп ятып туламаһаң, һиңә башҡа ер бөткәнме ни? Ана, ихата ниндәй иркен, тип ҡабатланы ул күҙ йәштәре аша үткәндә әйткән һүҙҙәрен. Күпме теләйһең шулай тула. Нисәмә йылдар күҙ ҡараһылай тәрбиәләп үҫтергән сәскәмдең башына етте, ҡәһәрең.
... Гөлсирә донъя көтөргә ихлас ҡатын. Баҡсаһын да, мал тыуарын да, ғаиләһен дә яҡшы ҡарай. Хатта һимереп бәйле аҙған, сысҡан тоторға эшкинмәгән бесәйенә лә яҡшы тәрбиә ҡыла. Һыйырын һауған һайын уның сеүәтәһенә йылы һөт ҡоя. Аш бешерһә, мыяулап, мыжып йөрөмәһен тип, үҙҙәренән алда бесәйен ашата.
Бер нисә көн үткәс, арамья бесәйе йылманлап, мырылдай- мырылдап янына килде. - "Кит бынан. Бынан ары күҙемә күренәһе булма," - тине лә хужабикә уны әрләй-әрләй, өйөнән ҡыуып ебәрҙе.
Бәйле аҙмай, башҡа бәлә килмәй, тип дөрөҫ әйтәләр. Бесәй шул саҡтан алып әллә ҡайҙа юғалды.
Бер көндө көтөү ҡыуып ҡайтып килһә, юл сатында гөл түбөндә аунарға яратҡан бесәйе ята. Үлгән. Әллә ашатҡан, эсергән, үҙенә тәрбиә ҡылған хужабикәһен рәнйетеү килешмәгәнме? Әллә матурлыҡты юҡҡа сығарғаны өсөн уны Аллаһ үҙе хөкөм иткәнме?
Был хәлдәргә ун биш көнләп ваҡыт үтте. Гөлсирә бер ҡараһа, әрһеҙ флоксы сәскәһе тамырынан шытып сыҡҡан да үҫә башлаған. Бер ай тигәндә ул һабаҡ ебәрҙе. Август айҙарында шау сәскәгә күмелде.
Ошо бесәй һымаҡ этлекле яуыз кешеләр ни саҡлы яҡшыларҙы юҡ итергә, маташмаһын, Гөлсирә һымаҡ аҡ күңелле заттар флоксы сәскәһендәй булып ҡабат үҫеп сығыр һәм гөрләтеп сәскә атыр.. Халыҡ та әйтә бит: үлән үҫкән ерендә үҫә. Кешеләр, ошо флоксылай булып, әрһеҙ аҡтамыр һымаҡ бирешмәй, йәшәйек. Боҙоҡ бесәйҙәр зыян килтерә алмаһын!
+24 °С
Ямғыр




