Әҙәби бит
25 Сентябрь 2022, 02:10

КӨҘГӨ ЯМҒЫР

Хушлашалар күсер ҡоштар,  Һанап ҡанат ҡағышын...

КӨҘГӨ ЯМҒЫРКӨҘГӨ ЯМҒЫР
КӨҘГӨ ЯМҒЫР

Көҙгө ямғыр

Шыбыр-шыбыр ямғыр яуа

Илай тәҙрә өлгөһө.

Һағындырып килдең ямғыр ,

Көҙҙәремдең көҙгөһө.

Һары япраҡ осоп килеп,

Ҡунды илаҡ өлгөгә.

Тамсы хәлен уртаҡлашты

Көҙ һағышын белгәнгә.

Көлә-көлә килгән көҙгә

Ямғыр өҫтәй һағышын.

Хушлашалар күсер ҡоштар

Һанап ҡанат ҡағышын...

Зәйтүнә Түләбаҽва

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас