Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
24 Сентябрь 2022, 17:40

Ғәфү ит беҙҙе, Рәйлә...

Лилиә Гөлъямалдың иң ауыртҡан күңел яраһына тейҙе. Ысынлап та, ул икенсе иренән дә ауырға ҡала алманы...

Ғәфү ит беҙҙе, Рәйлә...
Ғәфү ит беҙҙе, Рәйлә...

Бөтә яңылыҡтар Телгенәм – бергенәм 23 АВГУСТ , 21:50 "Ғәфү ит беҙҙе, Рәйлә..." “Бала рәнйеше алғанһығыҙ. Һинең ҡаның түгел, әммә күҙ йәше әсе булған. Унан ғәфү һорамай тороп, әсәлек бәхетен күрә алмаясаҡһың...” Гөлъямал икенсе тәүлек йоҡлай алмайынса ошо һүҙҙәрҙе уйлап, өнһөҙ генә һыҡтай. Ире Ғилман уның һәр саҡ һытыҡ йөҙ менән йөрөүенә өйрәнеп киткән инде, артыҡ иғтибар бирмәй. “Ваҡытынан алда олоғайған бала. Башында аҡ яулыҡ...” “Ғәфү ит беҙҙе, Рәйлә...” (хикәйә) Гөлнур Ҡыуатова “Бала рәнйеше алғанһығыҙ. Һинең ҡаның түгел, әммә күҙ йәше әсе булған. Унан ғәфү һорамай тороп, әсәлек бәхетен күрә алмаясаҡһың...” Гөлъямал икенсе тәүлек йоҡлай алмайынса ошо һүҙҙәрҙе уйлап, өнһөҙ генә һыҡтай. Ире Ғилман уның һәр саҡ һытыҡ йөҙ менән йөрөүенә өйрәнеп киткән инде, артыҡ иғтибар бирмәй. “Ваҡытынан алда олоғайған бала. Башында аҡ яулыҡ...” Был билдәне әйтмәһә лә, Гөлъямал кем тураһында һүҙ барғанын яҡшы аңланы. Элек тә күңел түрендә выж­дан ғазабы ҡуҙғып ҡуя ине, ә хәҙер бөтөнләй тыныслығын юғалтты. Йә­шәүҙең мәғәнәһен, матур донъяһының йәмен юғалтты. Хәйер, ул күптән инде әсе һағыш һәм өмөт тойғолары ҡосағында ғүмер итә. Тик уйларға ла ҡурҡҡан ысынбарлыҡты ят кеше ҡысҡырып әйткәс, ҡатын упҡын ситенә килеп етеүен аңланы. Быйыл йәй ул 43 йәшен тултырасаҡ. Ике тапҡыр кейәүгә сығып та уңманы. Юҡ, ирҙәренә һүҙ тейҙерерлек түгел: икеһе лә уның өсөн өҙөлөп торҙо, үҙе лә яратты. Донъя көтөүгә шәптәр, аҙып-туҙып йөрөмәнеләр. Тик Гөлъямал ғына әсә булыу бәхетен татый алманы. Табиптар берәй ауырыу тапһа, “юҡ” тип киҫә әйтһә, күптән инде өмөтө өҙөлгән булыр ине. Тик тикшереү үткән һайын: “Һеҙ – һау-сәләмәт. Барлыҡ проблема – күңел торошоғоҙҙа. Хәл-ваҡиғаларҙы үҙ ағы­шына ҡуйығыҙ ҙа тынысланығыҙ”, – тип ҡайтаралар. – Нисек тынысланырға?! Миңә 41 йәш, аңлайһығыҙмы, 41! Башҡа йәштәштәрем өләсәй була башланы. Дауалағыҙ мине! Алдағы 2-3 йылда булмаһа, бөтөнләй таба алмаясаҡмын бит! – һуңғы бар­ғанында ул сығырынан сыҡты, ярһып-ярһып иланы. Таблеткалар менән саҡ тынысландырҙы шәфҡәт туташы. Аптыраған өйрәк арты менән күлгә сума, тигәндәй, Гөлъямал да һуңғы сиккә етте. Йәғни, дауаханаларға йөрөүҙән баш тартып, быға тиклем ишетергә лә теләмәгән им-томға тотондо. Был йәһәттән уға әхирәте Көнһылыу ярҙам итерен белә ине. Өшкөрөүсе, күрәҙәсе, имсегә йөрөү буйынса уға етеүсе юҡ: Башҡортостандың һәр ауыл-ҡалаһында йәшәүсе “юғары көс” эйәләрен белә, буғай. Кәрәк булһа, күрше төбәктәргә лә барып етәсәк. Гөлъямалды ла ун йыл элек үк үҙе менән йөрөргә өгөтләй баш­лағайны инде, тик ҡатын быға тиклем баш тартып килде. ЭКО процедураһы ла ярҙам итмәгәс, ул әхирәтенең кәңәшенә ҡолаҡ һала башланы. Ә имселәрҙең иҫәбе-һаны юҡ, ышанырға һәм кеҫәңдең ҡалын булыуы ғына кәрәк. Йыл ярымда нимәләр генә ҡыланманы ла ниндәй генә дауа алманы Гөлъямал. Тәүҙә бер ир аураһын таҙартты, төпкөл ауылдағы әбей эсен һыпырҙы, күрше өлкәлә йәшәүсе ҡатын да шифалы үләндәренең файҙаһы тейәсәгенә гарантия бирҙе. Сихыр, күҙ тейеү, зәхмәтле ерҙә йөрөү, көнлә­шеүселәрҙең ҡара энергияһы – ниндәй генә ауырыу тапманы был дауалаусылар. Тик файҙа ғына булманы. Һәр ай аҙағын ул өмөт менән көттө: бәлки, был юлы мөғжизә булыр?.. Тәүге ире Илшат менән улар бала саҡтан дуҫлашып йөрөп, мөхәббәт хистәренә тоғро ҡалып өйләнеште. Егет әрме хеҙмәтенән ҡайтыу менән яусылар ебәрҙе. Ике студент тәүҙә дөйөм ятаҡ бүлмәһендә көн күрҙе, аҙаҡ ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәне. Дуҫтар, эш, ялдарҙа ауылға ҡайтыу, сәйәхәт итеү – йыл артынан йылдар үтеүе һиҙелмәне. Тора-бара ғаилә дуҫтары улар менән осрашыуын һирәгәйтте, сөнки бер-бер артлы тыуған сабыйҙарын ташлап, күңел асырға йөрөй алманылар. Ә бәләкәй генә фатир алып, ҡунаҡ йыйғанда тостар бер төрлө яңғыраны: “Үҙегеҙ өсөн йәшәнегеҙ, булды. Нәҫел дауам итеү тураһында ла уйларға ваҡыт. Икенсе йыл ошо ваҡытта бәпәй туйында ултырырға яҙһын!” Гөлъямал менән Илшат был турала үҙҙәре лә белә, тик күңел яраларын һәр кемгә асып булмай бит. Тәүҙә үҙенән-үҙе була торған хәл, тип көттөләр. Аҙаҡ дауаханаға йөрөү ҙә файҙа бирмәне. Бергә йәшәүҙәренә байтаҡ булғас, ире һүҙ башланы: “Былай йәшәп булмай, берәй нәмә уйларға кәрәк...” – Айырылырға теләйһеңме? – Юҡ, әлбиттә. Был турала бөтөнләй уйлама. – Улайһа нимә эшләйбеҙ? – Ишеткәнһеңдер, ауылда бер ғаилә янғында һәләк булған. Ике бала етем ҡалған. Бәлки, шуларҙы үҙебеҙгә алырбыҙ? – Нимә һөйләйһең һин? Нисек инде ете ят балаларҙы алырға була? – Ете ят түгел. Беҙгә алыҫ булһа ла туғандар. Аралашып йәшәмәгәнгә генә ят кеүек. Икенсенән, хәҙер күптәр шулай бала ала. Үҙҙәренеке булһа ла. – Башҡаларҙа эшем юҡ! Минең үҙ баламды ҡарағым килә. – Үҙебеҙҙеке юҡ бит. – Булыр! Тик булманы. Өйләнешеүҙәренә 12 йыл тулыр алдынан Илшат айырылыу тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Мөхәббәте һүрелмәһә лә, ҡатын ризалыҡ бирҙе. Бәлки, шул саҡта тәрбиәгә бала алыу тураһында үҙенә һүҙ ҡуҙғатырға кәрәк булғандыр. Тик Гөлъямал ғорурлығын еңә алманы. Сит бала ҡарау уның өсөн ситен ине шул. Ғөмүмән, балалар менән уртаҡ тел табыу ауыр уға. Шуға ла, педагогия институтын тамамлауға ҡарамаҫтан, мәктәптә ике генә йыл эшләне. Уҡыусыларға ҡарата битараф булды. Ғилми нәшриәткә саҡырыу булғас, шатланып ризалашты. Бер үҙенә айырым кабинет, коридор буйлап сапҡан кеше юҡ, аныҡ эш менән генә булырға. Иң мөһиме – тыңлауһыҙ балалар һәм бөтмәҫ проблемалары менән килгән ата-әсәләр юҡ. Аҙаҡ белде: Илшат айырылыу менән ике балалы ҡатынға өйләнгән. Бер нисә йыл үткәс, улар осраҡлы ғына ауылда осрашты. Бәхетле ине ул. Уртаҡ балалары булмаһа ла, теге ике баланы үҙенекендәй күреп һөйләне. Ә Гөлъямал күңелендә өмөт уянды. Илшаттың да һаман балаһы юҡ икән, тимәк, ғәйеп унда булған. Ә бит ҡатын унан башҡа ир күргәне юҡ. Бәлки, башҡа менән килеп сығыр? Тиҙ арала кейәүгә сыҡһа... Сыҡмағанда ла була. Иң мөһиме – бала булһын! Бер көн кис ултырып таныш ирҙәрҙе барлап сыҡты. Кем менән осрашырға була? Тәүҙә яңғыҙҙарҙы уйланы. Тик ундайҙар аҙ ине, булғандары ла күңеленә ятырҙай түгел. Ә күңелгә ятмаған кеше менән нисек түшәк бүлешмәк кәрәк?! Өйләнгәндәр араһында ла атай бу­лырлығы юҡ. Ғаилә дуҫтарын шунда уҡ һыҙҙы – әхирәттәренә хыянат итеү ярамай. Хеҙмәттәштәре лә бармай: йә ауырыу, йә мыжыҡ, йә һөмһөҙ. Гөлъямал буласаҡ балаһына матур атай теләй ине. Гендары ла һәйбәт булһын. Бәлки, яңы ир менән танышып, ғаилә бәхетен тағы бер һынап ҡарарғалыр? Тик ҡайҙа танышырға була һуң? Өмөт менән һуғарылған ҡатын матурлыҡ салонына инеп, үҙен тәртипкә килтерҙе, магазиндарға йөрөп, өҫ-башын яңыртты. Эштә һәм ҡунаҡта әйтелгән комплименттарҙан тыш, ҡиәфәте яң­ғыҙлыҡтан ҡотҡарманы. Концерт, мәҙәни сара, осрашыу башлыса ҡатын-ҡыҙҙар йөрөр урын икән. Элек кенә быға иғтибар итмәгән. Эштәге бер ҡатын менән танышыу кисәһенә лә барып ҡараны, тик унда ла гүзәл зат өҫтөнлөк итә ине. Ҡыҙмаса булып алған, йәшәр урыны булмаған бер нисә ирҙе һанамағанда, әлбиттә. Интернеттағы танышыу сайттарынан да күңеле ҡайтты Гөлъямалдың. Берен­сенән, фотоһын ҡуйыу менән “Ҡунаҡҡа саҡыраһыңмы?”, “Етди мөнәсәбәтһеҙ сексҡа риза­һыңмы?”, “Фатирың бармы?”, “Яланғас төшкән фотоңды ебәр әле”, “Аҡсаһын түләйем, әйҙә саунаға”, “Эш хаҡың күпме?” тигән еңел-елпе, оятһыҙ тәҡдимдәр яуа башланы. Икенсенән, таныштары араһындағы ғаиләле ирҙәрҙең дә фотоларын, танышыу анкеталарын күреп, иҫе китте. Яңғыҙлыҡтан арып, үҙ парын табырға теләүселәр түгел, ә бер көнлөк осрашыу өмөт итеүселәр өсөн икән бындай сайттар. Өмөтһөҙлөккә бирелә башлаған Гөлъямалды күрше кабинетта ултырған хеҙмәттәше Лилиә ҡотҡарҙы. – Бик тәртипле, тәрбиәле кеше, тип күптән һеҙҙе ҡарап йөрөйөм. Асыулан­маһағыҙ, бер тәҡдимем бар ине, – аулаҡлап сәй эсергә саҡырҙы ла ипләп кенә һүҙ башланы. – Яңғыҙлыҡ ауыр нәмә бит ул. Бына мин дә 40-ҡа етеп барғанда саҡ ғаиләле булдым. Эх, иртәрәк осрашмағанбыҙ, тип әрәмгә үткән йылдарымды йәлләйем. Ярты йыл элек ике туған ҡустым тол ҡалды. Һине уның менән таныштырырға теләйем. Килен менән матур ғына йәшәп яталар ине, бала тапҡанда өҙлөктөмө, белмәйем, аҙна эсендә сәп-сәләмәт ҡатын юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Ҡустым эсмәй, тартмай, аҙып-туҙып йөрөмәне. Йәшәүе ауыл ерендә инде, әлбиттә. Тик проблема унда түгел бит. Бәлки, күсеп килергә ризалашыр... Килмәһә әле, беҙҙең эш тә йәбешеп ятырлыҡ түгел инде. Ауылда үҫкәнһең, ҡулыңдан бар нәмә киләлер, моғайын. Иң мөһиме – бер-берегеҙҙе оҡшатырға һәм уртаҡ фекергә килергә... – Бәләкәй балаһы булһа, мин ундай яуаплылыҡты ала алмайым... – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, килен үлгәндә баланы ла ҡотҡара алманылар шул. Оло ҡыҙы инде аҡыл ултырған, ярай-яра­майҙы аңларлыҡ йәшкә еткән. Илгәҙәк бала, һинән ситләшмәҫ, тип уйлайым. Алдағы аҙнала эш буйынса килә, шунда һине ҡунаҡҡа саҡырырмын. Тәүҙә танышып, аралашып ҡара. Оҡшатһағыҙ, артабанғы тормошҡа план ҡорорһоғоҙ. Юҡ икән, юҡ. Ғилман менән шулай таныштылар. Тыныс холоҡло, иғтибарлы, эшсән, төҫкә-башҡа матур ирҙе Гөлъямал тәү күреүҙән оҡшатты. Быға тиклем төндәр буйы һағындырған Илшатын да онотто. Ҡатыны үлгәне бирле наҙ күрмәгән, иғтибарҙан мәхрүм ҡалған ир ҙә уға малайҙарса ғашиҡ булды. “Йыл тулмайса өйлән­мәйем,” – тигәс, ҡауышыу сәғәттәре бер аҙ кисектерелде. Шулай ҙа Ғилман аҙна һайын тиерлек Өфө юлын тапаны. 8 Март байрамы алдынан ул етди һүҙ башланы: – Әйҙә, байрам ваҡытында ауылға алып ҡайтам. Лилиә апай һине маҡтап һөйләгән, мин дә гел әйтеп кенә торам. Күптән ишетеп беләләр, ғаиләм менән яҡындан таныштырырға ваҡыт. – Ниңә улай тиҙ? Әле ҡатыныңдың йыллығына айҙан ашыу ваҡыт бар... – Аралашһаң, әсәйем, ҡыҙым менән араң яҡынайыр, бергә йәшәй башлағас, барығыҙға ла еңелерәк булыр. – Нисек бергә йәшәй башлағас? Һин бит, Өфөгә күсәм, тинең. – Күсермен. Тик Рәйлә ҡыҙымды ҡалдырып китмәйем бит инде. Бергә йәшәргә тура килер. Әсәйем янына ла ҡайтып йөрөрбөҙ. Гөлъямал һүҙһеҙ ҡалды. Ғилманды юғалтҡыһы килмәне, шул уҡ ваҡытта ул сит баланы ҡарарға планлаштырмағайны. “Баланы әсәйем ҡарай. Ҡәйнәм дә беҙҙең ауылда йәшәй,” – тигәс, ул ирҙе яңғыҙ ғына үҙенә күсеп килә, тип уйлай ине. Ә ҡыҙ балаға ни, өләсәйҙәре янында яҡшыраҡ булыр. Аптырап, Көнһылыу әхирәтенә шылтыратты. – Гөлъямал, араңды өҙөргә ашыҡма. Аҙ ғына хәйләкәрлек кәрәк бында, – әхирәте рәхәтләнеп аҡыл бирергә тотондо. – Ғилман кеүек ирҙе көндөҙ шәм яндырып эҙләһәң дә таба алмаясаҡһың. Ауылға бар, таныш. Ихласлап аралаш, үҙеңә ҡунаҡҡа саҡыр. Иң мөһиме – әкиәттәге уҫал үгәй әсәй булма. Ә аҙаҡ, күсенеү тураһында һүҙ сыҡҡас, берәй нәмә уйларһың. Фатирым бәләкәй, әлегә өсәүләп йәшәп булмай, тиерһең. Йәки, декрет ялына сыҡҡас, ауылға ҡайтырбыҙ, әлегә баланы уҡыуынан айырмай торайыҡ, тигән. Эҙләһәң, мең сәбәп табырға була. Бошонма. Көнһылыуҙың кәңәше ярҙам итте. Гөлъямал күстәнәстәр, бүләктәр тейәп ҡайтты, өй эштәрендә ярҙам итте. “Ҡәйнәм, балаҡайым,” – тип өҙөлөп торҙо. Хатта иренең тәүге ҡәйнәһен дә ситләтмәне. Әммә күңеле алты йәшлек ҡыҙ баланы – Рәйләне ҡабул итә алманы. Илгәҙәк бала уға бар күңеле менән тартылды, әсә йылыһы көттө. Тик ҡатын һүҙҙә генә уға яҡын булды. Хәтерендә, бер барғанында ҡыҙ уға ырғаҡ менән бәйләгән япма бүләк итте. “Беҙ кисә мәктәптә бәйләргә өйрәндек!” – тип ҡанатланып йөрөй ине. – Матур булған, афарин! – тип ҡабул итте лә, сумкаһына һалып ҡуйҙы. Хәҙер уның ҡайҙа һалғанын да хәтерләмәй. Бәлки ташлағандыр ҙа. Шул саҡта ҡосоп яратырға, маҡтарға, тағы ла бәйләр өсөн төҫлө пряжалар алып ҡайтырға булғандыр... Ғилман ҡатынының һүҙенән сыҡманы. Үҙе Өфөгә күсеп килде, ҡыҙы ауылда ҡалды. Бер йылда әсәһен дә, атаһын да юғалтҡан ҡыҙ бойоҡто, өндәшмәҫкә әйләнде. Тәүге осор ауылға йыш ҡайтып йөрөнөләр, Гөлъямал иренән ҡалмаҫ ине. Тора-бара төрлө һылтау табып, ҡатын һирәкләне. Ирҙе лә донъя баҫты, эшкә урынлашҡас, ваҡыты тығыҙланы. Рәйлә шылтыратҡан саҡта ла Гөлъямал нимә һөйләргә белмәй аҙапланды, телефонды тиҙерәк атаһына бирә һалды. Аҙаҡ инде аралары тамам һыуынды, ҡыҙ хатта атаһы менән дә аралашмаҫҡа тырышты. Ике өләсәһенең тәрбиәһендә, һөйөүендә буй еткерҙе. “Аллаһы Тәғәләгә һыйын, балам,” – тигәндәрен иҫтә тотоп, тәүҙә доғалар өйрәнде, мәсеткә йөрөнө. Ә 12 йәше тулыуға, ул инде намаҙға баҫып, яулыҡ ябынды. Бер ваҡытта ла тормошҡа, атаһы менән үгәй әсәһенә зарланманы. Әммә күңеле китек икәнлеген барыһы ла аңланы. Шулай уҡ Гөлъямалға ла дәғүә белдереүсе булманы. Тик Лилиә генә хеҙмәттәшенә үпкәһен белдереп ҡуйҙы: – Ғилманды һинең менән таныштырып яңлыштым мин. Иргә нимә, ҡатын табыла ул. Балаға әсәй булырһың, етем итмәҫһең, тип өмөтләнгәйнем. Ә һин, киреһенсә, уны атайһыҙ ҡалдырҙың! – Ниңә етем булһын ул?! Ай һайын ҡайтып торабыҙ. Үҙең беләһең, бер бүлмәле фатирҙа нисек өсәүләп йәшәмәк кәрәк? Бына ауырға ҡалһам, ауылға күсеп ҡайтырбыҙ... – Ҡайтып торабыҙ, имеш... Айына бер күрешеү атай-әсәйле булыу түгел инде ул. Күңел киң булһа, урын табыла. Кешеләр дөйөм ятаҡ бүлмәһендә лә 2 – 3 бала үҫтерә. Бик булмаһа, берәй интернатҡа биреп, ялдарҙа үҙегеҙгә алып ҡайтыр инегеҙ. Ә ауырға ҡалыуға килгәндә, биш йыл буйы ҡалмағас, белмәйем инде, ҡалырһыңмы икән?.. Лилиә Гөлъямалдың иң ауыртҡан күңел яраһына тейҙе. Ысынлап та, ул икенсе иренән дә ауырға ҡала алманы. Дауаханала, сәләмәт, тип ҡайтарҙылар, имселәр иһә, мең сәбәп табып, дауалап маташты. Тормошонан ҡәнәғәт булмаған, әсә булыу хыялының тормошҡа ашмауынан үҙен бәхетһеҙ итеп тойған ҡатын ҡай саҡта түҙеп торғоһоҙға әйләнде. Бөтә нәмәгә ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе, юҡ ерҙә тауыш сығарҙы, сәбәпһеҙгә иланы. Һуңғы арала дуҫтары унан тамам ситләште, эштә лә һанға һуҡмай башланылар. Туғандары ла артыҡ аралашырға теләмәне. Сабыр Ғилман ғына ҡатынының холҡона, күҙ йәштәренә иғтибар итмәҫкә өйрәнде. Шулай ҙа һуңғы арала буш ваҡытында, ялында йышыраҡ ауылға тартыла. Үткән аҙнала отпуск тураһында һөйләшкәндә лә уртаҡ фекергә килә алманылар. – Яңы йылда һәйбәт кенә премия биргәйнеләр, шуны һаҡлап килдем. Әйҙә сит илгә барып, сәйәхәт итеп ҡайтайыҡ. Май-июнь айҙарында хаҡтар ҙа арзан була. – Үҙең генә барып, ял ит инде, йәме. Миңә ауылға ҡайтырға кәрәк. Ихата ҡоймаларын алыштырырға ваҡыт. Мунсаға ла ремонт кәрәк. – Йәй оҙон, эшләрһең әле. Ял да итә белергә кәрәк. Яңғыҙ йөрөргә мин ирһеҙме ни? – Ауылға ҡайтыу – минең өсөн үҙе бер ял. Яҡын кешеләрем янында булғым килә. – Ә мин һиңә ситме ни? – Түгел. Тик мин һәр ваҡыт минең менән. Ә уларға етерлек ваҡыт бүлә алмайым. Һине саҡырыу файҙаһыҙ: барыбер баш тартасаҡһың. Әйткәндәй, онотмаһаң, Рәйлә быйыл мәктәпте тамамлай. Имтихандар ваҡытында янында булырға, ҡулдан килгән тиклем ярҙам итергә кәрәк. Шуға әйҙә, һәр кем үҙе теләгән ергә барһын, тип килешәйек. – Тимәк, һиңә улар яҡыныраҡ! Дөрөҫ, мин һиңә нимәгә? Бар, улар янында бул! Мин ни, йөрөрмөн яңғыҙаҡ кеүек! Бәлки улар, бала таба алмаған ҡатын менән йәшәмә, тип тә кәңәш бирәләрҙер?! – Юҡты һөйләмә. Улар бер ваҡытта ла тормошома ҡыҫылмай. Ә балаға килгәндә, минең ҡыҙым бар. Бергә-бергә йәшәрбеҙ, тип өйләндем. Нимәлер килеп сыҡмаған икән, ғәйепте минән күрмә. Ә айырылыуға килгәндә, ҡатындан-ҡатынға йөрөй торған холҡом юҡ. Китер булһам, күптән китер инем. Рәйләне ҡабул итмәҫеңде аңлағас та. Шулай ҙа бел, йәбешеп, инәлеп йәшәргә йыйынмайым. Көн дә талаш менән тормошто боҙма, мине шул тиклем күрә алмайһың икән, тураһын әйт. Ғилмандың һүҙҙәренән үкһеп карауатҡа ауҙы. Юҡ, Гөлъямалдың был ирен дә юғалтҡыһы килмәй. Яңғыҙлыҡтан ҡурҡа ул. Тағы ла яратҡан кешеһе тураһында ҡайғыртып, ашарына бешереп, кәрәкле булып йәшәгеһе килә. Ә уртаҡ бала булһа, аралары тағы ла яҡынайыр, йылыныр ине. Шул өмөттәр менән ҡатын ике көн элек сираттағы бағымсыға барҙы. Адресын Көнһылыу табып биргәйне. Ишектән инеү менән, сәй эсеп ултырған ҡатын тишә ҡарап: “Эй-й, бисара... Үҙ тормошоңдо үҙең боҙоп, үкһеп йәшәү ниңә кәрәк булды инде? – тип әйтеп ҡуйҙы. – Дауа кәрәкмәй һиңә, тәнең һау-сәләмәт. Күңелеңде генә таҙартырға кәрәк. Бала рәнйеше алғанһығыҙ. Һинең ҡаның түгел, әммә күҙ йәше әсе булған. Унан ғәфү һорамай тороп, әсәлек бәхете күрә алмаясаҡһың. Ваҡытынан алда олоғайған ул бала. Башында – аҡ яулыҡ. Аңлағанһыңдыр, кем тураһында һүҙ барғанын. Бар ҡайт, башҡаса имселәр юлында йөрөмә. Күңелең, йөрәгең йомшарһа, буйыңа ла орлоҡ ултырыр...” Һүҙҙең Рәйлә тураһында барғанын шунда уҡ аңланы Гөлъямал. Ҡасандыр кескәй ҡыҙ йөрәгенә ниндәй ҙур хәсрәт һалыуын, атаһынан айырып хаталаныуын күптән аңлағайны инде. Бары тик ғорурлығы, тәкәбберлелеге үҙенең хатаһын ҡабул итергә ҡамасауланы. Тәү күрешкәндә үк, ҡыҙ бала уның ҡосағына һыйынырға теләп, әллә күпме һырынып-һырынып китте бит. Тик шул саҡта ҡулын күтәрергә, күңелен йомшартырға үҙе теләмәне. Өфөгә килгәнендә лә өй йыйыштырырға гел ярҙам тәҡдим итте. “Юҡ, кәрәкмәй, барыһын да үҙем эшләнем. Ана, атайың менән ҡала күреп килегеҙ,” – тип үҙенән алыҫыраҡ тоторға тырышты. Бергә бешеренеп, аҙаҡ өсәүләшеп ҡала буйлап йөрөһәләр, һәйбәтерәк булған да бит. Ҡыҙҙың уларға килмәүенә лә ике йылдан ашыу ваҡыт үткән икән. Үҙенә уңайлы булғас, артыҡ иғтибар бирмәгән. Төнө буйы йоҡлай алмаған Гөлъямал таң һарыһынан торҙо ла, эшкә тотондо. Ҡамыр баҫты, өйөн йыуып сығарҙы. Ғилман тауышҡа уянып торҙо ла, аптырап китте. – Нимә эшләүең? – Кухняға диван ултыртырлыҡ урын бушатам. Рәйлә мәктәпте бөткәс, Өфөгә уҡырға килер. Үҙебеҙҙә йәшәр. Эште тамамлау менән ауылға ҡайтып киләйек. – Һин дә ҡайтаһыңмы? – Әлбиттә. Күптән юлым төшмәй ине бит. Хаталарҙы төҙәтергә ваҡыт. Әйҙә, аптырап торма, шкафты шылдырайыҡ та, сәй эсәйек. – Ултырһын. Көҙгә тиклем биш ай ваҡыт бар. Иҙәнде һөртөп ал да юлға сығайыҡ. Гөлъямал йәһәтләп эшкә тотондо. Күңеле ауылға ашҡынһа ла, нимә тип һүҙ башларын, ниндәй эштәр башҡараһын белмәй ине әле. Шулай ҙа ныҡлы ҡарар итте – үҙенең ҡылығы менән күңел яраларына дусар иткән ҡыҙ баланың күҙенә тура ҡарап: “Ғәфү ит беҙҙе, Рәйлә!” – тип әйтәсәк. Аңлар, ғәфү итер, тигән өмөтө лә бар...

Гөлнур Ҡыуатова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: