Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
22 Сентябрь 2022, 22:00

Йөрәктә һаҡланған матурлыҡ

Ирендәр ҡауыша. Ҡояш нурҙары хәҙер бүлмәгә үк үтеп инеп күҙҙәрҙе ҡамаштыра. Бына ул, йөрәгемдә оҙаҡ йылдар буйы һаҡланған матурлыҡ бөгөн ҡояш булып, икебеҙҙе лә үҙенең яҡты һәм йылы нурҙарында ҡойондора.

Йөрәктә һаҡланған матурлыҡ
Йөрәктә һаҡланған матурлыҡ

СӘЛМӘН ЯҠУПОВ

ЙӨРӘКТӘ ҺАҠЛАНҒАН МАТУРЛЫҠ

Яңы уҡытыусы килеүе хаҡындағы хәбәр шунда уҡ бөтә ауылға таралды. Уға иң ныҡ шатланғаны, моғайын, мин булғанмындыр. Көскә "өслө"гә һөйрәлеп килеүем тураһында бер нәмә лә белмәйәсәк. Шәп бит әй! Юҡһа, элек уҡытҡаны әрләп маҙаны ҡорота ине. Йырҙан башҡа предметтар минең өсөн оло ғазап дәрестәре була торғайны. Ауылдағы яңылыҡ, ғәҙәттә, өйҙән-өйгә күсеп йөрөй торғас үҙ төҫөн юғалта, ҡуйыра башлай. Әле лә төрлө юрауҙар ишетелде:

– Киләләр ҙә, иң һәйбәт егеттәребеҙҙе эйәртеп ҡасалар!

Дөрөҫ әйтәләр, ана, Хәҙисә исемле уҡытыусыбыҙ, бер йыл да йәшәмәне, агроном Таһир ағайҙы үҙе менән ҡалаға алып һыҙҙы. Хәҙер Себер яғына киткәндәр, тиҙәр. Ауыл халҡы ҙур ризаһыҙлыҡ менән тороп ҡалды. Мин ҡәнәғәт, сөнки уның урынына йәп-йәш, һылыу ҡыҙ килгән, тиҙәр. Ну, йыр дәресендә шаҡ ҡатырасаҡмын үҙен!

Ҡыуып етербеҙ,

Уҙып китербеҙ,

Американы

Яҡын көндәрҙә...

Яратҡан йырым был. Синыфта миңә еткән кеше юҡ. Яман ҡысҡырып йырлайым. Бөтәһе лә күҙҙәрен йомоп, ауыҙҙарын асып, иҫтәре китеп тыңлай.
Беҙ, малайҙар, һыу инергә тип көн дә Семәкәйгә йыйылабыҙ. Шундай матур урын ул. Тирә-яғы ҡуйы таллыҡ, ҡамышлыҡ. Бөгөн бер кем дә килеү менән һыуға ташланманы, балсыҡ тауҙан шыуыр өсөн талашып сәрелдәтмәне. Аяҡтарҙы һәлендереп яр ситенә ултырып, әлеге яңылыҡты бүлештек.

Тиҙҙән велосипедтарына атланышып ағайҙарыбыҙ килеп төштө. Улар беҙҙең кеүек көн оҙоно һыуҙа сәпелдәмәй. Аръяҡҡа йөҙөп сығалар ҙа, бер аҙ ҡомда ҡыҙынып ятҡас, кире һыпырталар. Уларҙың ваҡыты самалы. Уйнар саҡтары уҙған. Ғафар ағайым яҙ ғына әрменән ҡайтты. Өйләнергә йөрөй. Күрше Сулпан апайға. Ул мине "аҙаш" тип йөрөтә. Шаяртып инде. Мин дә Сулпан бит. Мәрәкә килеп сыҡһа ла бәғзе саҡта ғәрлегемдән асыу ҡотора башлай. Туҙынып киткән саҡтарым да булғылай. Ә шулай ҙа яҡшы кеше ул. Шаян да, егәрле лә, изге күңелле лә. Ауылда маҡтамаған кеше юҡтыр үҙен. Улар өсөн шатланып туя алмайым.

– Эй, сәүкә балалары, ниңә бөгөн шым ғына ултыраһығыҙ әле?

– Былар, минеңсә, сәлдерештән генә тәмәке төтәтә. Ну-ка, кеҫәләрегеҙҙе әйләндерегеҙ әле!

– Һиҙеп ҡалһам – ҡара уны! – Ғафар ағайым миңә ҡарап, уҫал итеп бармаҡ янап ҡуйҙы.

– Яңы уҡытыусы килгән... – ти Ғөбәй, күңелһеҙ генә. – Һатыусы Сәғиҙә инәй, бигерәк ҡырыҫ күренә, хатта йылмая ла белмәй, ти.

- Шул кәрәк һеҙгә! – Улар көлөшөп алды. – Каникулда һыу инеп ҡалығыҙ. Юҡһа, уҡыуҙар башланғас, гел "мунса"ға ғына йөрөтөрҙәр үҙегеҙҙе! Шылдымы? – Тағы ла шау-гөр килештеләр ҙә тиҙ генә сисенеп, бер-бер артлы һыуға сумдылар, ҡолас ташлап аръяҡҡа табан ярышып йөҙөп сығып киттеләр. Беҙ элеккесә яр ситендә ултыра бирҙек.

- У-у-у. – Бер заман Ғөбәй ҡолаҡ төбөндә ыуылдап ебәрҙе. – Ҡарағыҙ әле!..

Ауыл яғынан, Семәкәй һуҡмағы буйлап беҙгә табан еңел генә баҫып ниндәйҙер ят ҡыҙыҡай килә. Ошо буламы икән ни яңы уҡытыусы тигәндәре?.. Әллә берәй ҡунаҡ ҡыҙымы? Бөтәбеҙ ҙә ҡатып ҡалғанбыҙ. Тауыш-тын юҡ. Ят ҡыҙыҡай яныбыҙға еткәс шып туҡтаны.

- Һаумыһығыҙ, егеттәр! – тине ул йылмайып. – Ни өсөн ошондай эҫе көндә һыу инмәйсә, яр башыңда йонсоп ултыраһығыҙ?

Беҙ өндәшмәнек. Хатта әйләнеп ҡараусы ла булманы. Ул пырхылдап көлөп ҡуйҙы.

- Егеттәр, һеҙгә өндәшәм, телегеҙҙе йоттоғоҙмо әллә? – Яуап булмағас, беҙҙең янда тотҡарланманы, осло үксәле туфлиҙарын сисеп һаҡ ҡына яр аҫтына төшөп китте. Ҡулындағы әйберҙәрен йәшел үлән өҫтөнә ташлап, бер аҙ тирә-яҡты һоҡланып күҙәтте. Беҙ, малайҙар, уның сибәрлеген күреп, ауыҙыбыҙҙы асып тороуыбыҙҙы белдек. Торғаны тере ҡурсаҡ! Ошо минутта тәүге тапҡыр йөрәгемдең дарҫлап тибеүен ишеттем. Бына ул оялмай ғына күлдәген һалды. Ә беҙ, күҙебеҙҙе унан айыра алмайынса, сәүкә балалары шикелле шаңҡып ултырабыҙ.

- Оһо-һо, әйҙәгеҙ был яҡҡа! – Ғафар ағайымдың ҡысҡырып ебәреүе булды, башҡалар шуны ғына көткәндәй, ҡолас ташлап беҙгә табан йөҙә башланы

- Тәк-тәк… Ниндәй ят ҡыҙыҡай ул? Кемдең апаһы, ҡәйнештәр? – тине Самат ағай, күҙҙәрен уйнатып.

- Беҙҙеке... – тинек бер тауыштан.

- Көн бөттө һеҙгә, сәүкәләр!

- Нисауа күренә түгелме әй! – Ғафар ағайым да, һунарға сыҡҡан төлкө кеүек, ҡолаҡтарын ҡарпайтып, һыу ситендә баҫып торған сибәркәйгә текәлгән.

- Күрҙеңме, Ғафар, ҡәйнештәрҙән нисек уңдым! – тине Самат ағай. – Күпме бәке кәрәк буласаҡ, ә?! – Аҙаҡ асыулы итеп бармаҡ янаған булды. – Тик ҡарағыҙ уны, "икеле" алыусыларға бәке эләкмәйәсәк!

Улар йәнә көлөштө. Ағайҙарға беҙ ҙә ҡушылдыҡ. Хатта ҡамышлыҡ араһында йөрөгән көтөү-көтөү ҡаҙҙар ҙа һиҫкәнешеп, кем уҙарҙан ҡаңғылдашырға тотондо. Мин теге һылыуҙан күҙ ҙә алмайым. Биргән бит, әй, Хоҙай сибәрлекте! Ҡырыҫ, йылмая белмәй тигән була ине Ғөбәй, ә нисек матур йылмая!.. ғашиҡ булыуым ошолор, күрәһең.

- Юҡ, был ҡала сиңерткәһе оҙаҡ түҙмәҫ! – ти Самат ағай ҡул һелтәп.

- Үҙе нисауа күренә, шайтан алғыры!.. – Быныһы Ғафар ағайымдың тауышы.

- Егеттәр! Эшкә һуңлайбыҙ! – тип ашыҡтырҙы араларынан берәүһе. Ағайҙар китеп барҙы.

Кисен ауыл йәштәре Нөгөш буйыңда йыйылышып, усаҡ яғып, уйын ойоштора. Хәтәр күңелле үтә ул. Йырлашалар, бейешәләр, ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләшәләр. Беҙ ҙә шунда буталабыҙ.

Әле беҙ, унлаған малай, ситтәрәк, яр ситендә, үләндә, теҙелешеп йондоҙҙарға ҡарап ятабыҙ. Һәммәбеҙҙең дә үҙ донъяһы, үҙ хыялы.

- Ҡарағыҙ әле! – Ғөбәйҙең ҡысҡырып ебәреүе булды, ырғып тороп ултырҙыҡ. Түңәрәк эсендә, усаҡ яҡтыһында осҡан шаян күбәләктәр кеүек, Сулпан апай менән беҙҙең уҡытыусыбыҙ геү килеп бейеп йөрөй. Башҡалар таҡмаҡ әйтә, ҡул саба. Донъябыҙҙы онотоп шунда атылабыҙ.

Аҡ тауыҡ ҡара булмай,

Ҡара тауыҡ аҡ булмай.

Аҡ тауыҡ ҡара булһа ла,

Ҡара тауыҡ аҡ булмай...

Сулпан апай таҡмаҡ ҡойорға маһир. Ул булған ерҙә көлә белмәгәндәр – көлә, күңел аса белмәгәндәр йоҡоларынан уянып, терелеп китеп, шаяра башлай...

Ҡара тауыҡ, аҡ тауыҡ,

Ҡара тауыҡ, аҡ тауыҡ,

Былай нисауа ғынаһың да,

Һәләк итә ялҡаулыҡ!..

Уҡытыусыбыҙ шундуҡ эләктереп ала. Кемгәлер төрттөрҙө, шикелле. Көлөшә башланылар. Их, ҡасан ғына уҡыуҙар башланыр! Рәхәтләнеп, йырлап ҡына уҡыясаҡмын бит әй, былай булғас!

- Оп-па! – Ғафар ағайым көтмәгәндә елкәмдән эләктереп алды. – Төн уртаһында ни эшләп йөрөйһөгөҙ бында?! Марш өйгә! Хәҙер мин һеҙҙе!

Беҙ баяғы урыныбыҙға барып яттыҡ. Асыуым килеп, ғәрлегем уянып ҡуйҙы. Ул әрмелә саҡта рәхәт ине лә бит. Ағай кеше икән берәү, тәртип һаҡлай, имеш! Ана, Ғөбәйҙең ағаһы ла, апаһы ла юҡ. Үҙенә үҙе хужа. Рәхәт уға. Ниңә генә килде икән был уҡытыусы ҡыҙыҡай! Уны күреү менән тынғылыҡ бөттө. Хистәремде хатта үҙемдән йәшерәм. Сер һаҡлауы оло бер ғазап икән. Үҙеңде ҡараҡ кеүек хис итәһең.

Күп тә үтмәне, ауыл егеттәрен йыйып, өмә ойоштороп ташланы уҡытыусыбыҙ. Ҡоймаларҙы алмаштырҙыҡ. Ауылға йәм өҫтәлде. Матур итеп буялған ҡоймаға ҡарап, мәктәбебеҙ менән ғорурланып ҡуйҙыҡ. Тағы ла бер аҙнанан ҡыйыҡты яңырттыҡ. Быныһында бөтә ауыл ҡуҙғалды. Өмәгә һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тырышты. Ҡыҙҙар ҙа ситтә ҡалманы. Эзбиз менән стеналарҙы ағарттылар, тәҙрә рамдарын буянылар. Бығаса ярым ташландыҡ хәлдәге мәктәбебеҙ ауылдың йөҙөк ҡашына әйләңде лә ҡуйҙы. Бына ниндәй булып сыҡты уҡытыусыбыҙ.

Көндәрҙең береһендә Алаҡай быҙауыбыҙ юғалды. Эҙләмәгән ер ҡалманы. Өс тәүлек үткәс таптым үҙен. Аръяҡҡа сығып киткән ҡасҡалаҡ. Быҙау ҡыуып, ҡараңғылатып ҡайтып киләм. Мәктәп янына еткәс, ҡолаҡҡа ниндәйҙер тауыш салынды, һағайып, туҡтап ҡалдым. Гүзәлиә апайҙың (яңы уҡытыусының) тауышы... Шунда уҡ таныным.

- Иҫәр! Диуана һин! Зинһар, мине кешеләр алдында оятҡа ҡалдырма. Йөрөмә арттан! Үтенеп һорайым, ишетәһеңме? Ҡалдыр мине!

- Гүзәлиә, минең былай ғашиҡ булғаным юҡ ине. Үҙемә урын таба алмайым!

Бәй, быныһы бит... Ғафар ағайым!.. Вәт, ҡәбәхәт! Һатлыҡйән! Үҙемә урын таба алмайым, имеш. Урының Сулпан апай янында һинең… Ух, ҡәбәхәт! Миңә ҡыйын булып китте. Гүзәлиә апайҙы ҡыҙғандым, шикелле, түҙмәнем, таш алдым да тәҙрәгә ырғыттым. Уныһы шалтыр-шолтор итеп ҡалғас, был тирәнән тиҙерәк тайыу яғын ҡараным.

Иртәгәһен, төш мәлендә, аҫмалы күперҙә балыҡ ҡармаҡлай инем. Ағайым мотоциклында Оло туғай яғына үтеп китте. Яңыраҡ ҡына шул яҡҡа Гүзәлиә апай ашыға ине. Тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып, күҙ алдымда йондоҙҙар бейешә башланы. Вәт, мәжнүн! Күгәүен! Бәйләнде бит әй! Ҡармағымды алдым да остом тегенең артынан. Мин килгәндә тирә-яғы ҡуйы таллыҡ һәм ҡамыштарға күмелгән Болғайыр ятышында донъяларын онотоп, көлә-шаяра һыу инәләр ине. Бер-береһенә һыу сәсрәткән, баҫтырышҡан булалар... Аҙаҡ ҡосаҡлашалар. Ғафар ағайым уның сәстәренән, биттәренән һыйпай... Ну ҡәбәхәт! Ох... Үбешә башлайҙар... Нишләргә һуң?! Таш бәреп тә, ҡысҡырып та булмай. Тамаҡҡа утлы төйөн тығыла. Тештәр шығырҙай. Йоҙроҡтар төйөлә. Башта ҡапыл шундай этлек тыуҙы: мотоцикл тәгәрмәстәрен бушаттым, сисеп ташлаған кейемдәрен эләктерҙем дә ауылға табан остом. Ултыртайым әле мин һеҙҙе аҡылға! Кейемдәрен ауыл осондағы ҡоймаға элеп киттем. Шәп булды! Үсем ҡанып ҡалды! Нисек ҡайтып ингәндәрҙер, уныһын белмәйем. Атайым үҙе менән урманға алып китте. Ҡараңғы төшкәс кенә кире әйләндек. Ул ваҡытта мотоцикл ҡапҡа алдында ине. Ағайым өйҙә юҡ. Ундай әкәмәттәр күп булды. Аҙым һайын һағалап йөрөй башланым үҙҙәрен. Ниндәй генә этлектәр ҡылманым. Ә кем эше булыуын улар белмәне. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Сулпан апай ҡайҙалыр сығып китте. Уҡырға ингән, тинеләр. Йәл ине, әлбиттә.

Сентябрь етте. Онотолоп, мауығып китеп, тырышып уҡый башланым. Бөтә предметтан "бишле"ләр китте. Күҙҙәрем Гүзәлиәнән айырылманы, уға ҡарап һоҡланып туя алманым. Көн һайын дәрескә ашҡынып килә инем. Тауышын, балҡып торған йөҙөн, бөҙрәләнеп торған ҡабарынҡы һары сәсен, хатта хушбуй еҫен һағындым. Йыр дәресендә элекке шикелле ҡысҡырып йырламаным. Бығаса булмаған сихри моң солғап алды мине. Уҡытыусыбыҙ гармунда ла оҫта уйнай ине. Малайҙарға отличник булып йөрөүем оҡшаманы. Дуҫлыҡ бөттө. Көнләшә, үсләшә башланылар. Көн дә, дәрестән һуң, сәкәшеүҙәр китте. Минең ғашиҡ булыуым – хатта үҙемдән дә йәшереп йөрөгән серем, Гүзәлиәнең ҡолағына барып "һуғылғайны". Оҙаҡламай был хәбәр бөтә ауылға таралып өлгөрҙө. Хәтәр уңайһыҙ хәлдә ҡалдым. Бөтәһе лә теге шомбайҙар арҡаһында! Гүзәлиә көн дә миңә күҙ ҡырыйы менән генә ҡарап ала ла, серле генә йылмайып ҡуя. Малайҙар хихылдаша. Битем ҡыҙара, ҡолаҡтар яна башлай. Ә шулай ҙа һыр бирмәҫкә тырыша инем. Бер көндө дәрестән һуң алып ҡалды ла, күҙҙәремә оҙаҡ ҡына текләп торҙо. Юғалып ҡалдым. Тәнем земберҙәне. Секунд сәғәт булып тойолдо миңә.

- Һине ҙур киләсәк көтә! – тине ул. – Әгәр ошолай тырышып уҡыһаң, киләсәктә күренекле кеше буласаҡһың!

- Ыһы... – тим мин, баш ҡағып. Ә үҙем киләсәгемде хатта күҙ алдыма ла килтерә алмайым.

Уҡыуҙар бөткәс, ул ауылдан китеп барҙы. Тормоштоң йәме ҡалманы. Үҙемде ҡанаты ҡайырылған ҡош итеп тойҙом. Әйтерһең дә, ул үҙе менән йөрәгемде алып китте...

Йылдар үтте. Донъялар үҙгәрҙе. Тормош менән бергә кешеләр ҙә үҙгәрҙе. Башҡаса уйлайҙар. Башҡаса йәшәйҙәр. Башҡаса хыялланалар.

Университеттан һуң мине аспирантурала ҡалдырҙылар. Башлаған фәнни юлыңды дауам итергә тейешһең, тип өгөтләне ундағы профессор ағайҙар. Күндем. Ризалаштым, "Һине ҙур киләсәк көтә! Әгәр ошолай тырышып уҡыһаң, киләсәктә күренекле кеше буласаҡһың!" Гүзәлиәнең һүҙҙәрен бер ҡасан да онотманым. Документтарға бәйле мәсьәләләрҙе хәл иткәс, бер аҙ ял итәйем тип Энергетиктар ҡасабаһына килеп төштөм. Таныштарым күп бында, һәр кем үҙенә ҡунаҡҡа саҡыра. Шулай ҙа ваҡытлыса йәшәп торорға мәктәп-интернаттан бүлмә алдым. Урынлашҡас, яһалма диңгеҙгә ашыҡтым. Яр буйы катер, моторлы кәмәләр, будкалар, киоскылар менән сыбарланған. Халыҡтың күплеге!.. Морон төртөр урын юҡ. Һыу инеп, катерҙа йөрөп, саф һауала йөрөп ятаҡҡа әйләнеп ҡайтҡас, сәй ҡуйып ебәрергә уйланым. Әммә яңғыҙым ғына табын ҡороп ултырғым килмәне. Оҙаҡ уйлап торманым, күршеләргә туҡылдаттым. Ишек асылып китте һәм... үҙ күҙҙәремә үҙем ышанманым... Күпме йылдар үтте, күпме һағыш-ғазаптар кисерелгән... Ә бында – ишек асылды һәм... һинең хыялың баҫып тора! Тәүге мөхәббәтең! Әкиәт! Мөғжизә! Тормошта ла шулай була икән. Гүзәлиә... апай! Һис кенә лә үҙгәрмәгән тип әйтер инем, саҡ ҡына тулылана төшкән. Тағы ла һөйкөмләнеп, сибәрләнеп киткән.

Ул минең шаңҡып тороуымды күреп юғалып ҡалды. Таныманы, ахырыһы. Ҡаштарын йыйырып, кемделер хәтерләргә тырышты. Йөҙөндә йылмайыу әле балҡыны, әле юғалды. Бер нисә секунд шулай шаҡ ҡатып бер-беребеҙгә ҡарашып торҙоҡ.

- Берәйһен эҙләйһегеҙме?

- Шулай шикелле...

- Шикелле?

- Һеҙҙе!

- Ми... мине?

- Танымайһығыҙмы?

- Таныш та кеүек... Хәтерләмәйемсе.

- Сулпан мин. Сулпан. Ғафарҙың ҡустыһы.

- Ниндәй Ғафар? Ә-ә... – Хәтеренә төштө. Бит алмалары алһыуланып, кеткелдәп көлөп алды. – Үтегеҙ! Ҡунаҡ булырһығыҙ.

- Рәхмәт.

Үтәм. Бүлмә эсе – гөл-сәскәгә күмелгән. Ҡайҙа ҡарама китаптар.

- Ә һеҙҙе бында ниндәй елдәр ташланы, Сулпан? – Ул ҡаршыма ултырҙы. Теге саҡтағылай күҙҙәремә текләне. Шул уҡ күҙҙәр. Аҡыллы күҙҙәр. Ғорур күҙҙәр. – Ә Ғафар нисек йәшәп ята?

- Иҫ киткес шәп! Эшләй. Ситтән тороп институт тамамланы. Өс малай үҫтерә.

- Афарин. Ә Сулпан?

- Сулпан да… Ә ул мәлдә һеҙгә этлектәр ҡылып йөрөүсенең кем икәнен беләһегеҙме?

- Кем? Әллә...

- Эйе!

- Ахмаҡ. – Ап-аҡ тештәрен йылтыратып, оялсан йөҙөн ситкә борҙо. – Ул саҡта, дөрөҫөн генә әйткәндә, мин йүләр булғанмын. Кеше бәхетенә ҡул һуҙғанмын. – Гүзәлиә урынынан тороп тәҙрә алдына барып баҫты. Сәстәрен төҙәткеләне, халат яғаларын һыйпаны. Үҙ-үҙенә урын таба алмағандай тойолдо. – Ә ғаиләгеҙ бармы?

- Ғаилә ҡорор өсөн бит, Гүзәлиә... – Телем үҙемә буйһонмай башланы. Йөрәк ярһый. Тәнем йәнем менән бергә ҡалтырана. – Мөхәббәтеңде табыу кәрәк. Һәр кемдең бит үҙ яртыһы була. Ну, шулай тиҙәр. Ә минең яртым... бына... тәҙрә алдында тора...

Ул йәшкә төйөлгән күҙҙәрен миңә төбәй.

- Уф, сәй ҡуйырға ла онотҡанмын! – Ул ишек яғына табан уҡтала. Мин ырғып тороп уны ҡосаҡлап алам. Күҙҙәренән, ирендәренән үбә башлайым. Гүзәлиә ҡысҡырып ебәрә. Тартҡылаша. Йоҙроҡтары менән ҡабырғаларымды төйә. Нимәлер һөйләй. Сәстәремә йәбешә. Ә мин бер нәмә лә ишетмәйем, уны күтәреп алам. — Диуана! Иҫәр! Мин бит һиңә апай! Ысҡындыр мине! Сығып кит, хәҙер үк! Үтенеп һорайым, Сулпан, зинһар, хәҙер үк сығып кит!

Иртәнге ҡояш алһыуланып донъяны үҙ нурҙарына мансыны. Тәҙрә янындағы миләшкә ҡунып, турғайҙар сырҡылдашты. Унда-бында мотор тауыштары геүләне. Донъя ниндәй матур! Ошо ҡояш... Ер... Ҡоштар тауышы... Кинәт наҙлы бәрхәт ҡулдар муйынымдан ҡыҫып ҡосаҡлап ала, оҙон йомшаҡ бөҙрә сәстәр ҡытыҡлауы менән йылы һулыш бөркөп ҡайнар ирендәр иңбашыма килеп ҡағыла...

- Ниндәй матур быйылғы йәй!..

- Эйе. Йәй бынан байтаҡ йылдар элек тә матур ине, Гүзәлкәйем!

- ул саҡта һин бала ғына инең шул... – ти ул наҙлы йылмайып, тағы ла нығыраҡ һарылып.

Ирендәр ҡауыша. Ҡояш нурҙары хәҙер бүлмәгә үк үтеп инеп күҙҙәрҙе ҡамаштыра. Бына ул, йөрәгемдә оҙаҡ йылдар буйы һаҡланған матурлыҡ бөгөн ҡояш булып, икебеҙҙе лә үҙенең яҡты һәм йылы нурҙарында ҡойондора.
Сәлмән ЯҠУПОВ.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: