Һаҡмар
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
20 Сентябрь 2022, 11:55

Йылан (хикмәтле хикәйә)

Юл буйлап бер бабай китеп бара, ти. Ҡаршыһына саға торған ҡара йылан килеп сыға ла: "Эй, бабай, ҡотҡар мине. Улар мине үлтерергә итәләр, улар хәҙер килеп етә", - тип ялбара. Ғәмһеҙ ҡарт күп уйлап тормай ҡулын һуҙа:- Ин еңемә, урал ҡулыма, -ти. Йылан шунда уҡ инеп, ҡарттың беләгенә урала. Ул арала бер төркөм кешеләр бабай эргәһенә йүгереп килеп етәләр ҙә: "Бабай, ошонда ҡара йылан күрмәнеңме?" - тип һорайҙар. Бабай: "Күрҙем,анау яҡҡа китте, - тип алдай. Ә үҙе:(Тулыраҡ беҙҙең сайтта):

Юл буйлап бер бабай китеп бара, ти. Ҡаршыһына саға торған ҡара йылан килеп сыға ла: "Эй, бабай, ҡотҡар мине. Улар мине үлтерергә итәләр, улар хәҙер килеп етә", - тип ялбара. Ғәмһеҙ ҡарт күп уйлап тормай ҡулын һуҙа:
- Ин еңемә, урал ҡулыма, -ти. Йылан шунда уҡ инеп, ҡарттың беләгенә урала. Ул арала бер төркөм кешеләр бабай эргәһенә йүгереп килеп етәләр ҙә: "Бабай, ошонда ҡара йылан күрмәнеңме?" - тип һорайҙар. Бабай: "Күрҙем,анау яҡҡа китте, - тип алдай. Ә үҙе:
- Ул мәхлүк ни эшләне һуң, уның һеҙгә ни зыяны тейҙе? - тип һорап ҡуя.
- Ул беҙҙең ҡыҙыбыҙҙы сағып үлтерҙе", - ти ҙә кешеләр бабай күрһәткән яҡҡа йүгерә. Үҙҙәре генә ҡалғас, ғәмһеҙ ҡарт йыланға:
- Һине эҙәрләкләүселәр китте, төш инде, мәхлүк, -ти. Йылан бабайҙың беләген тешләп ала ла унда ағыулы тешен батыра.шунан шыуышып төшөп китә. Хәлһеҙләнеп йығылған бабай барлыҡ көсөн йыйып йыланға өндәшә:
- Мин һине үлемдән ҡотҡарҙым, ниңә мине саҡтың, - ти. Йылан бабайға:
- Ә ниңә һин минең йылан икәнлегемде оноттоң, - ти ҙә шыуышып үҙ юлынан китә.
Яҡшылыҡ менән яманлыҡты айыра белмәгән аңһыҙ ҡарт саңлы юлда ятып ҡала ла бер аҙҙан йән бирә. Эйе, ҡара йыландың булмышы шулай, йылан саҡмай тора алмай. Шуның өсөн йыландарҙан аң булыу, һаҡ булыу кәрәк.
Был хәҙис кешеләргә яҡшылыҡ менән яманлыҡты, хаҡ менән нахаҡты, изгелек менән яуызлыҡты, дөрөҫлөк менән ялғанды айыра белергә өйрәтә. Аҡылы камил булғандар быны аңлар, иншаллаһ.

Лира Яҡшыбаева.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: