Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
20 Сентябрь 2022, 12:35

Тирмәнгә бәйләнгән ат

“Юҡ, беҙгә бергә була алмайбыҙ, сөнки беҙҙең дин, ғөрөф-ғәҙәт башҡа! Минең атайым менән әсәйем дә ризалыҡ бирмәйәсәк!" - тип яҙҙы минең Нәфисәкәйем. Ошо юлдарҙы уҡығас, башым әйләнә башланы. Ҡағыҙ менән ҡәләм алып дәфтәргә ”Башкирочка, я тебя люблю! Без тебя для меня жизни нет! Я умру от горя!" - тип яҙам да ырғытам, яҙам да ырғытам. Ә үҙем балалар кеүек үкһеп илайым. Бер аҙҙан урамға сығып ултырҙым. Өйҙән килеп сыҡҡан атайым, тәмәке көйрәтеп, яныма ултырҙы.-Любишь? Так борись за свою любовь! Чистая любовь победит! - тигәс, уйлап та тормай, Урал төпкөлөндә һуҙылып ятҡан гүзәл тәбиғәтле башҡорт ауылына юл тоттом...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Тирмәнгә бәйләнгән ат (Башы)

Автор: Рәхимә Вәлиуллина


Салғыһын күтәреп алдан барған Насый ағай , һаман да уяна алмай, юл саңын борхотоп, тырмаһын саҡ һөйрәп килгән улына әйләнеп ҡараны ла:
-Әйҙә минең ебәргәнде еҫкәп бар!- тип әйтеп тә бөтмәне, Сәфәр сәмләнеп, атаһы яһап биргән бәләкәй генә тырмаһын аяҡ араһына ат итеп тыҡты ла:"На Ҡара Юрға!"-тип, аяҡ араһына тыҡты ла ат кеүек ҡушаяҡлап саптырып, уның алдына төштө.
Нихәл итәһең, ғаилә ҙур булғас, барыһына ла эш табылып тора. Малайҙың йәше бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, көс етмәҫлек эштәр башҡарырға тура килә шул! Бигерәк ҡыҙыу эш ваҡыты! Үҙеңә йәй көнө, бесән әҙерләп алыу өсөн генә, эштән ебәрмәйҙәр. Эштән һуң, балалар менән сапҡан бесәнен, көн матур саҡта кәбән итеп ҡойоп ҡуйырға уйлап, яңы ҡыҙ ҡорона инә башлаған ҡыҙҙары: Фәүзиә менән Мәрзиәне үҙе урынына урман ҡырғырға ебәрергә тура килде. Бригадиры урыҫ булһа ла, һәйбәт кеше булып сыҡты. Насый, лесхозда ағас йығыусы булып эшләһә лә, ҡыҙҙарға еңелерәк эш биреп, ағас ботарға ғына ҡуша. Көн матур торғанда, ҡышҡылыҡҡа етәрлек, малға бесәнен дә әҙерләргә кәрәк. Ғәиләһе ҙур булһа ла, ҡыр эштәрен алып барырҙай кеше юҡ. Элек, ҡыҙҙары менән ҡатыны Миннебикә бесәнде сабып күбәләп ҡуйғандан һуң, бер көн эштән һорап китә лә, эйәрсен килгән улы Госман менән кәбән ҡоя ине.
Быйыл яҙ көнө, уны ла армияға алып киттеләр. Оло ҡыҙы Минйыһан иниститут тамамлағандан һуң, ҡулланма менән Пермгә эшкә ебәрҙеләр. Ҡатыны Миннебикә, бөгөн, йә иртәгә тигәндәй, бәпесләргә тора.
Ҡыҙыу бесән ваҡыты булыуға ҡарамаҫтан, лесхоздан атты ла сиратлап ҡына бирәләр. Әлдә аттарҙы улы Минемулла ҡарай. Белә: ҡайһы аттың көслө, тыңлаусан икәнен! Насый, улына, Ҡара юрғаны егергә ҡушып, кәбән ҡойғанда арба артынан ҡалған бесәнде тырмалап йөрөһә лә файҙа тигән уй менән, уҡырға ла төшмәгән Сәфәрҙе лә уятып: “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ! Эшләп үҫ!”-тип, иң бәләкәй тырманы тотороп, бесәнгә алып китте лә инде.....
Насый , бик үҙһенеп бармай бәләкәй улын! Шулай булһа ла һиҙҙермәҫкә тырыша. Ҡайһы берҙә ҡатыны Минебикә:
-Шул баланы алдыңа алып һөй әле!-тип үтенһә лә:
- -Йөрәгем ятмай! Кәрәк икән үҙең алдыңа ал да ярат!-тип кенә яуап бирә.
Насый, ауыр көрһөнөп ҡуйҙы ла ҡысҡырып йырлап ебәрҙе.
Ҡысҡырмасы кәкүк ай ҡаршымда,
Ҡысҡырһана ағас башында.
Бәхетһеҙҙәй кеүек түгел инем,
Бәхетһеҙлек төштө башыма!
Бер үҙе ҡалған саҡтарҙа, Насыйҙың башына ниндәй генә уйҙар килмәй! Шул тиклем ауыр ҡайғыларҙан һуң, нисек түҙә икән был йөрәк! “Балалар хаҡына түҙер кәрәк!”-тип йыуатһа ла үҙен, һис кенә лә йөрәк тыңларға теләмәй! Һаман шул үткәндәрҙе иҫенә төшөрөп йөрәкәйҙәре өҙөлә!
Әле алда йәшәлмәгән, күпме ғүмер бар?! Әгәр: “Теге доньяла һөйгәнең көтә!”-тиһәләр, нимә эшләр ине икән? Алла ғына һаҡлаһын! Ысынтылап та, Ғәйшәһен ерләп ҡайтҡан көндө, үҙе лә белмәй, һарайға инеп, ҡулына бау алғаны ғына иҫендә.
Оло ҡыҙы Гөлнйыһандың: “Атай!!! Атай, нимә, эшләйһең?-тип, утын ҡырҡырға сыҡҡан балтаһы менән бауҙы сабып ебәргәндән һуң ғына үҙенә килеп, шул эшләгән көсһөҙлөгө иҫенә төшкән һайын, һаман ояла. Шул минуттан һуң, нисек кенә ауыр булһа ла, йәшәргә кәрәклеге тураһында мәңгелек дәрес алды ла инде.
Минемулла атлыҡсалағы аттарҙы таратып, аҙаҡ үҙҙәренә ат егеп килгәнсе, әҙ булһа ла, йәйҙең иң ҡыҙыу эш ваҡытында, бер генә минутын да бушҡа ебәрмәҫ өсөн туранан, тау аша төшөп, "Бер-ике юл булһа ла бесән сабырға кәрәк"- тигән уй менән, килеп еткәс тә салғыһын янап алды.
“Быйыл бигерәк шәп үлән! Ямғырҙар ҙа ваҡытында яуа! Ваҡыт табып, эшлә генә!”-тип уйланы ла, киң күкрәген киреп, шыйлатып йәш үләнде сабырға тотондо.......
Иртәнге ҡояш, ҡара урман баҫҡан тау артынан, аҡлы-ҡыҙыллы сәскәләргә күмелгән болонға төшөп, тирә-яҡты һары алтынға күмде. Болонда үҫкән сәскәләр, Насыйҙың үткер салғыһына эләгеп, баштарын күтәргән көйө генә күпереп, яй ғына бер-береһенә һарылып йығылдылар. Салғы тауышына ҡушылып, ҡайҙандыр, кемдәндер отоп алған, Сәфәрҙең йырлағаны ишетелде.Насый, салғыһын күтәреп икенсе юлға төшөргә бик ашыҡмай ғына, йырҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалды. Сәфәр бәлкәй булһа ла, моңло йырҙарҙы һуҙып йырларға ярата.
Күҙ йәштәре булып ямғыр яуа,
Ник илайһың болот, илама!
Зинһар өсөн иҫкә төшөрмәсе,
Ауыр бит һуң миңә былайҙа!
– Сәфәр!! Кем өйрәтте һиңә был йырҙы? Ул бит балалар йыры түгел!-тип, улына асыуланып ҡысҡырҙы.
-Мин түгел , уны апайым йырлай! -тине лә малай, тағы тырмаһын ат итеп атланып:
-, Атай мин йылғаға төшөп, һыу инәм йәме! -тине лә,- һайт Ҡара Юрға!-тип, ҡысҡырып, тау аҫтында аҡҡан, бәләкәй йылға буйына саптырып төшөп тә китте.
Насый оҙон итеп сапҡан бесәнлек башынан, бер нисә юл сыҡҡас, кеҫәһенән тәмәкеһен алды. Ултырып, яйлап ҡына Беломор -канал папиросын һурып, ауыр көрһөнөп, улының артынан ҡарап ҡалды........
Нишләп, ни өсөн, һис кенә лә онотолмай икән был йәш ваҡыттар! Хәйер нисек оноторға мөмкин һуң? Әсәһенең ҡаршы булыуына ҡарамай, иң һылыу ҡыҙға, бер күреүҙә ғашиҡ булып өйләнгән ине шул......
Тик ғүмеркәйҙәре генә ҡыҫҡа булды һөйгәненең! Инде нисә йыл үтһә лә, һаман күҙ алдында өҙөлөп яратҡан Ғәйшәһе! Шул Сәфәр өсөн генә һәләк булды ла инде! Шуның өсөнмө һуң , үҙе лә белмәй, һис кенә лә үҙ итә алмай бәләкәй улын! Күҙ көйөгө булып, һәр саҡ үткәндәрен иҫләтеп, бер ниндәй ауырыуға ла бирешмәй, үҫеп килә. Малайы күҙенә сағылған һайын, ҡылт итеп Ғәйшәһе иҫкә килә лә төшә! Шулай булғас нисек онотмаҡ кәрәк тә, һәр саҡ иҫенә төшөрөп торған Сәфәрҙе нисек яратмаҡ кәрәк?! Ҡайһы берҙә күҙ алдары ҡараңғыланып китә лә, малайына ҡул күтәрә. Ҡыҙҙары өйҙә булһа: “Нишләйһең атай!”-тип, тиҙ генә Сәфәрҙе үҙ ҡосағына алалар. Етмәһә,Сәфәрҙе улар Пермь яғына урман киҫергә яҙылып ҡайтҡас, дүрт йәшенә тиклем, апаһы Мәликә үҙенә алып үҫтерҙе. Мәликәнең Сәфәрҙе ебәрәһе килмәһә лә, оло ҡыҙы Минйыһан, уҡыуы бөкәс, энеһен ҡалдыраһы килмәй, үҙе менән ауылдан алып ҡайтҡайны.
Насый, малайын күреү менән йөрәге жыу итеп ҡалды. “Йә хоҙа! Ҡараштарына тиклем Ғәйшә бит!-тигән уй йөрәген телеп үтте. Шунан бирле, Ғәйшәһе күҙ алдынан китмәй, гел генә иҫенә төшөп тик тора!
Их, шул көндәрҙе киренән ҡайтарып булһа икән! Бер генә минутта һөйгәнен янынан ебәрмәҫ ине. Ғәйшәнең мәрхүм булыуына, инде ете йыл үтеп китһә лә, күңеленән сығарып ташлай алмай! Өндәшмәһә лә , уның шулай фәжиғәле рәүештә һәләк булыуына, улын ғына түгел, үҙен дә ғәйепләй.
Донбасста, шахтала эшләгән сағында уҡ, бөтөн тәнен эренле шеш баҫты. Береһе бөтһә, икенсеһе ҡалҡып килеп сыға. Етмәһә үҙәккә үтеп һыҙлай бит әле ул! Шулай, бер-нисә йыл этләнгәндән һуң, Донбасстан дүрт бүлмәле , иркен фатирҙарын ташлап, ауылға күсеп ҡайтҡан инеләр.
Белгән кеүек: “Шифахана ятмайым!”-тип, күпме генә ҡыр талашһа ла, үҙенекендә торҙо Ғәйшә. Көсләп, асыуланып, ҡыуып тигәндәй ебәрҙе. Район үҙәгенә лә, табипҡа күренеп кенә ҡайтыу өсөн килгән ине лә бит! Юҡ, “бәхетһеҙгә елдә ҡаршы”- тигәндәй, шифаханаға һалып ҡуйҙылар.
Ғәйшәһе, ҡәйнәһенә оҡшап һылыу булһа, атаһы кеүек үҙ һүҙле ине шул. Белә ине, Насыйҙың ҡатыны әйткәненә ҡаршы тора алмағанлығын!
Насый, үткәндәрен иҫенә төшөрөп, тағы ауыр итеп көрһөнөп ҡуйҙы......
Бер-бер артлы үҫеп ир булған улдарын, Насыйҙың әсәһе Маһира, өс улында, “өҫтән” килгән ҡағыҙ менән Донбассҡа күмер киҫергә ебәрҙе.
Ауыр эш эшләп үҫкән ауыл малайҙары шахтала ла, юғалып ҡалманылар. Тиҙ арала Шәрифулла алдынғы күмер киҫеүсе булып китһә, уртансыһы Заһиҙулла күмерҙе вагончиккә тейәне, иң кеселәре: яңы ун һигеҙе тулған Насибулла шул күмерҙе вагончик менән тартып, өҫкә күтәрә торған ергә ташыны. Өс ағай-эне бергә эшләгәс, ауылда күрмәгән аҡсаны ҡулдарына тотоп, йыл һайын ял итергә ҡайта башланылар
Станцияға килеп төшөү менән, ун ике һумға егелгән ат, гармунсы яллап, бер йәшник араҡы, күстәнәстәр тейәп, йырлап ауылға килеп төшөрҙәр ине.
Әсәһе өс малайға ла, бер үҙе тәрбиә биргәнгәме, улдарын бик ҡоро тотто. Егеттәр әсәләренән ҡурҡмаһалар ҙа, уның әйткән һүҙенән сыҡмайҙар ине. Ауылда күптәрҙең күҙен ҡыҙҙырып, бер йыл эсендә, ҡабыҡ менән ябылған өйҙәренең башын таҡта менән яптырҙылар, мунса һалдылар. Һыйырын да һатып алдылар. Үҙҙәре ҡайтҡансы етерлек, әсәһенә лә аҡса ҡалдырып, тағы Донбассҡа йүнәләләр ине. .
Бер-бер артлы буйға еткән егеттәр ҡайтыу менән, Маһира ҡоҙа-ҡоҙағыйлы булып ҡатнашып йәшәү өсөн, оло улы Шәрифуллаға, хәлле ғаиләнән ҡыҙ эҙләгән ваҡытта, егеттәр һис нимә уйламай, аулаҡ өйҙәргә йөрөп, үҙҙәренә оҡшаған ҡыҙҙарҙы күҙләнеләр.....
Ул көндө лә, әле генә Донбасстан ҡайтып төшкән егеттәр мунса инеп, ҡырынып алдылар ҙа, кис менән аулаҡ өйгә йыйналыр алдынан, батырлыҡ өсөн, алып ҡайтҡан араҡыларынан, әсәһе һыйыр һауырға сығып китеү менән, тултырмайынса ғына берәр сынаяҡ өҫтө араҡы һуғып, ашьяулыҡҡа төрөп һалынған икмәкте алып ашанылар ҙа, көлә-көлә шешә эсенә һыу тултырып, урынына ҡуйҙылар. Әсәһе еҫен һиҙмәһен өсөн “шипр” одеколонына ҡойоноп тигәндәй, тиҙерәк сығып китеү яйын ҡаранылар....
Станциянан сығып килгәндә, Сибғәт ағайҙы осратҡандар ине. Ит һатырға, баҙарға килгән икән. Сибғәт ағайҙың ҡатыны Сәбилә еңгә йырға-бейеүгә оҫта. Ул бар ерҙә, йыр-бейеү гөрләп тора! Шуның өсөн Сибғәт ағай ҡайҙа булһа ла китеү менән, Сәбилә еңгә аулаҡ өй ойоштора.
Ире ҡайтып, бисәһенең аулаҡ өй ойоштороуын ишетеп, Сәбиләнең сәсенән һөйрәп йөрөп туҡмай. Шуныһы ҡыҙыҡ: шул көндө үк кис менән, бер нимә лә булмағандай, икәүләп көлөшә-көлөшә, мал ҡарайҙар, хатта бергәләп урманға утын әҙерләргә китәләр...
Ауыл халҡы, уларҙың шулай ҡыҙыҡ мөхәббәттәренә өйрәнеп бөткәндәр. Сәбилә: “Яратҡанға, ҡыҙғанып туҡмай, аҙаҡ ҡулдарымды үбеп ғәфү үтенә! Бисәләр эшен тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй! Ә ул минең ярты эшемде ҡулымдан ала! Хатта кер ҙә йыуыша ул миңә. Мин кер йыуһам, ул сайҡап тора! Һыуында ташып бирә!”-тип маҡтанып һөйләй. Шуға ла, ауыл кешеһе ихтибар бирмәһә лә, Сибәғәт ҡайтып етеү менән, кем булһа ла, ҡыҙыҡ өсөн, уға еткерә һала.
Бөгөн дә Сәбилә еңгәләрендә аулаҡ өй буласағына ышанған егеттәр, тәҙрә төбөнә килеп, таптанып бер аҙ ҡарап торҙолар ҙа, өй эсендә ҡыҙҙар бик күренмәгәс, гармунсы Хәкимдәргә тиклем барып, бер аҙ урам буйлап йырлап йөрөргә булдылар.
Китә ҡаҙҙар, китә ҡаҙҙар,
Китә ҡаҙҙар Донбассҡа.
Миндә уйлап торам әле
Шул ҡаҙҙарҙан ҡалмаҫҡа.
Насыйҙың йөрәккә үтерлек моңо, ауылдың һәр өйөнә үтеп инеп, олораҡтарҙың йәшлеген хәтерләтеп күҙҙәренән йәштәр атылһа, йәш-елкенсекте урамға, аулаҡ өйгә саҡырҙы. Уларҙың өйгә ингәнен дә көтмәй, Хәким гармунын уйнай-уйнай ҡапҡанан килеп сыҡты ла, башын һелкеп кенә егеттәр менән иҫәнләште. Гармунын бер башына, бер түшенә ҡуйып бысҡылдатты ла, аҙаҡ күкрәгенә ҡуйып, киң итеп һуҙып, йырға ҡушылды.
Шахталарға төшәрмен дә,
Йырлап күмер киҫәрмен.
Әгәр мине бик һағынһаң,
Бик һарғайһаң нишләрһең?
Урам буйлап яңғыраған яңы йырҙы тыңлар өсөн күптәр ҡапҡа төбөнә сығып: “Был Вәлиулланың кесе улы Насибулланы әйтәм, эсе тулы моң! Бәхете булһа ғына ярар ине! Аталары ла, бик матур йырлай торған ине! Иртә мәрхүм булды! -тип, йәлләп ҡуйыусылар ҙа булды.
Сәбилә еңгәләренең өй янына йыйылған ауыл егеттәре лә йырға ҡушылдылар.
Бик һағынһаң, бик һарғайһаң,
Йөрәкәйең тынмаһа.
Һағыныуҙарың сиктән ашһа,
Саҡырырмын Донбассҡа!
Насый йырҙан туҡтап, тәҙрәлә үҫкән гөлдәр араһынан өй эсенә күҙ атты ла, ауыҙын асып ниҙер әйтергә теләне, тик тауышы сыҡмай, бер аҙға тынып ҡалды. Сөнки, мейес янындағы урындыҡ эргәһендә баҫып торған ят ҡыҙҙың һылыулығы, егеттең хушын алды.

Шулай бер аҙ ҡарап торғандан һуң телгә килеп, һылыу ҡыҙ яғына ымлап, Хәкимдең ҡолағына шыбырланы.
-Кемдең ҡыҙы ул?
-Белмәйһеңме ни? Әй, хәйер ҡайҙан беләһең? Ҡыҙҙар тиҙ үҙгәрә бит ул! Бала саҡта, шыр яланғас ҡыҙҙар менән һыу инеп, кейгән ыштандарыбыҙ менән сибай тотоп, уйнап арыған саҡтарҙа, ҡыҙҙар ҡайғыһы инеме?-тип көлөп ебәрҙе.
Насый ҡыҙҙы төҫмөрләгәндәй булһа ла, һис кенә лә иҫенә төшөрә алманы.
-Йә, әйт инде! Тик беҙҙең ауыл ҡыҙы түгел, шулймы?-тине тынысһыҙланып.
-Их Насый, Насый!!! Шуны ла танымайһың! Сибәғәт ағайҙарға килә торған ине! Күрше ауылда йәшәгән Хөппиямал еңгәйҙең ҡыҙы бит ул! Йә, иҫлә инде!-тигәс, ҡылт итеп: һары сәсле, сәлдер генә Ғәйшә иҫенә килеп төштө лә:
-Кит әле, ул түгелдер! Ул бит һап-һары, йәмһеҙ генә ҡыҙ ине! Һаман да иҫемдә, атай-әсәй булып уйнағанда, мин - атай, Ғәйшә - әсәй булырға тейеш ине. Мин: “ Һары тауыҡ себеше һымаҡ, йәмһеҙ ҡыйшыҡ ҡыҙыҡайҙы бисә итеп алмайым!”- тигәс, илап ҡайтып киткән ине! Хәким рәхәтләнеп көлә-көлә:
– Бын хәҙер бисә итеп алыр инең дә, тик һиңә эләкмәҫ шул! Ярар, "Маһира апай, Шәрифкә савхоздан, ҡыҙ йәрәшкән икән!”-тип һөйләйҙәр! Әле бит, өйләнмәгән тағы бер ағайың бар! Шуға уйлама ла, тәтемәй ул ҡыҙ һиңә! Ысынтылап та, бигерәк һылыу шул! Ҡара әле, алтын сәсе үксәһенә еткән! Керфектәре зәңгәр күлде уратып алған ҡамыш кеүек, үҙе ҡуйы, үҙе оҙон! Кәүҙәһен ҡара! Биле, нескә бал ҡортондай, һығылып тора! Эх үҙем алыр инем, тик ҡатын айырған зимагорға кем ҡыҙ бирһен! Ҡыҙарып бешкән алманы өҙөргә теләүселәр күп булыр! Бәлки үҙеңдең еңгәң дә булып ҡуйыр әле. Ҡайҙа, Заһый килмәнеме ни аулаҡ өйгә? -тип һораны.
– Һеҙгә килеп еткәс, нимәлер быш-быш килеп һөйләштеләр ҙә Шәрифулла ағайым менән, әле генә савхозға төшөп киттеләр. Буласаҡ еңгә менән танышырғалыр инде! -тине лә, әле таныш булмаған ҡыҙҙы көнләшеп, йөрәге дөп-дөп килеп һуға башланы. Үҙе лә һиҙмәй, ҡолағына тиклем ҡыҙарҙы.
- Әйҙә инде, тиҙерәк инәйек!-тип, Хәкимде тартһа ла, ишек элгескә бикле булып сыҡты.
Өй эсенән таҡмаҡ яңғыраны.
Одеколон шешәһе.
“Егетмен!”- тип йөрөгән була
Өйҙә ята бисәһе.
Хәкимдең артында баҫып торған егет көлөп ебәрҙе.
-Һиңә төрттөрәләр бит Хәким ағай!-тигәс, Хәким сәмләнеп:
Ҡайын бит ул ҙур ағас.
Һөйҙөм дә мин кире бирҙем,
Йөрәгемә ятмағас.
Ҡыҙҙар, бер-береһенең ҡолағына шыбырлашып алдылар ҙа буш, ҡалманылар.
Ишек алды аҡ балсыҡ.
Һиндә беҙҙән артыҡ түгел,
Тик әҙерәк маҡтансыҡ.
Шулай күпме барыр ине таҡмаҡ әйтештәр, кәртә артынан Хәкимдең айырған бисәһе, Санияның ипле генә ишек ҡаҡанын күреп ҡалған егеттәрҙең береһе, йәшенеп кенә Санияның артынан эйәрҙе. Ҡыҙҙар, Санияға ишек асҡан арала, теге егет, ишеккә оло быймаһын ҡуйып:
-Егеттәр, әйҙәгеҙ, юл асыҡ!-тип ҡысҡырып ебәреү менән, шуны ғына көткән кеүек, егеттәр аулаҡ өйгә ташландылар. Ҡыҙҙар сыр-сыу килеп ишекте тартырға маташһалар ҙа, шахтала эшләп, сынығып бөткән көслө егеттәр, ҡаҙ мамығы кеүек ҡыҙҙарҙы күтәреп алып, шаулап өйгә инеп тулдылар.
Насый иң арттан килеп инде лә, күҙҙәре менән Ғәйшәне эҙләне. Усаҡ янында, аш бешереп торған ҡыҙ, егеттең ҡайнар ҡарашын һиҙеп, ҡыҙарып башын эйҙе. Ҡаҙан эсендә күңелле итеп бытырлап ҡайнаған һыуға, күкәйгә генә баҫҡан ыумасты һалып, болғарға тотондо. Насый ҡыҙ янына килеп:
-Һаумы Ғәйшә! Мине таныйһыңмы? -тип һораны.
-Танымайса һуң! Гел генә сәсемдән тартып: “ Ҡыйшыҡ, һары тауыҡ себеше!”-тип мине үсекләп, “Ҡыйшыҡ” ҡушаматы биреп, илатҡан саҡтарыңды нисек онотайым?-тип, тағы ла ҡаҙанға эйелеп, ыумасын нығыраҡ болғатырға тотондо.
. -Әгәр, һары тауыҡ себешенең аҡҡошҡа әйләнерен белһәм, бала саҡтан уҡ ҡулымда күтәреп кенә йөрөр инем!-тип , эҫе тынын бәреп, ҡыҙҙың ҡолағына эйелеп шыбырланы ла, - әйҙә сығып йөрөп киләйек!-тип, ҡыҙҙың ҡулдарынан тотоп, ишеккә ҡарай тартты. Ғәйшә ҡарышманы.....
Ҡыҙҙар менән егеттәр таҡмаҡ әйтешеп, көлөшөп, уларҙың сығып киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдылар.
Инде эңер төшөп, ауыл халҡы малдарын йыйып бикләүгә ҡарамаҫтан, ҡайҙалыр, кемдеңдер кетеүҙән ҡасып ҡалған һыйырын, ваҡ малдарын эҙләп йөрөүселәргә осрамаҫ өсөн етәкләшеп, ауылдан арырыраҡ, ағып ятҡан йылға буйындағы түңәрәк яланға төшөп киттеләр............

Насый, тағы ауыр һулап, һағышҡа тулған күҙҙәрен тау артынан сыҡҡан ҡояшҡа төбәне .
Хыялымда ялғыҙ елкән булып,
Сайҡалаһың йылдар буйына.
Тынғы ғына тапмай йәшәү ҡыйын,
Ниңә шулай һаман янырға?
-Атай!!! Ана бит, үҙең дә һуҙыып йырлайһың! Ә үҙең мине әрләйһең! Трр, Ҡара юрға!-тип, атаһы янына килеп, атланған сыбығын туҡтатты ла, сағыу ҡояшҡа ҡыҫылған күҙҙәре менән уға ҡараны.
-Миңә мөмкин! Ә һиңә иртә! Өлгөрөрһөң ололар йырын йырларға! -тип яуап биреүгә Сәфәр:
-Ағайым ҡасан килә атай? Минең атҡа ултырып йөрөгөм килә!-тип, атаһының әрләүенән ҡурҡып, һүҙҙе икенсегә борҙо. Тик, әллә ҡасан килеп етергә тейешле, Минемулла күренмәне.
Улының һаман килеп етмәгәненә аптыраған Насый, төшкә тиклем бесән сапты ла, сәй ҡайнатып эскәс, ҡайтырға булды....
Ҡуйы урман араһында Һуҙылып киткән лесхоз барактары янына килеп етеү менән, уларҙың бәләкәй ҡапҡалары төбөндә урмансы ирҙәрҙең бер-нисә ҡатыны баҫып торғанын күргәс, Насый ҡурҡып: “Тағы нимә булды, Эй Аллаһы Тәғәләм, ниндәй генә ҡайғылар ебәрҙең?”-тип уйлау менән йөрәге жыу итеп ҡалды. Насыйҙы күреп ҡалған, күршеһендә йәшәгән немец ҡатыны Лезавета:
-Һөйөнсө!-тип ҡысҡырҙы. Ҡулдарын һелтәй-һелтәй, ҡатыны Миннебикә бушанып, ҡыҙы тыуғанын әйтеп, ҡыуаныслы хәбәргә бүләк һораны. Насый:
-Бер ярты! - тине лә, Сәфәргә ҡарап, - бар, Минһылыу менән уйна!-тип, үҙе барак ишегенә инеп юғалды.
Сәфәр атаһы артынан өйгә инмәксе булған ине, уны индермәнеләр. Малай башын эйеп, ҡайҙа барырға белмәй, ҡапҡа төбөндә баҫып тора бирҙе. Сәфәрҙән бер генә йәшкә кесе Минһылыу, әсәһе яһап биргән ҡурсағын ҡосаҡлап, уларҙың өйөнән килеп сыҡты ла:
-Әйҙә мин һиңә бер нимәкәй һөйләйем!-тип Сәфәрҙе етәкләп алды.
-Минең ашағым килә! Тиҙ генә әсәйемдән икмәк һорап алам да, унан уйнарбыҙ йәме!-тиһә лә, Минсылыу тәтелдәүен белде.
-Әйҙә, тип әйттем бит! Барыбер унда һине индермәйҙәр! Мин әсәйем менән инеп, мейес артында ғына йәшенеп ултыра инем, Насый олатайым күреп ҡалды ла, яман итеп ҡолағымдан тартты. “Бар, Сәфәр менән урамда уйнағыҙ!-тине. Һин көтөп тор! Хәҙер мин һиңә икмәк килтерәм!-тип, үҙҙәренең ҡапҡаһы аҫтынан дүртаяҡланы ла, үрмәләп инеп тә китте.
Бер аҙ торғас, тәгәрәтеп бешергән картуф менән, бер киҫәк арыш икмәге алып сыҡты. Ярты телем икмәк менән бер картуфты Сәфәргә тотторҙо. Икәүләп, ҡабығы менән картуфты ашай-ашай, һыу буйына йүнәлделәр. Минһылыу:
-Әйҙә картуфты ашап бөтөрмәйек, сибай балығы тотоп, картуфҡа ҡушып ашайыҡ йәме!-тиһә лә, асыҡҡан Сәфәр картуфын, һә тигәнсе ашап бөттө лә:
-Мин картуфҡа сибай балығын ҡушып ашарға яратмайым! -тине. Минһылыу, Сәфәрҙе тыңлап,уның артынан эйәреҙе. Тағы ла этәкләшеп алдылар ҙа,армияға китер алдынан, Ғосман ағалары ҡороп биргән ҡыуышҡа йүнәлделәр. Сәфәр:
-Минһылыу, әйҙә, әсәй менән атай булып уйнайыҡ! Мин атай булып эштән иҫереп ҡайтам, ә һин мине ашат, аяғымдағы сабатамды һалған бул! Шунан һуң йоҡларға һал, йәме!-тигәс, Минһылыу:
- Ә мин һиңә бер нәмәкәй һөйләйем! Һинең әсәйеңдең яман итеп ҡысҡырғанын ишеткәс, минең әсәйем һеҙгә йүгерҙе. Мин дә ингәйнем уға эйәреп, Лезавета апай, мин ҡыуа башлағайны, мин мейес артындағы шаршау эсенә йәшендем дә ҡарап торҙом!-тине лә, Сәфәрҙең ҡолағына ғына шыбырлап ,- беләһеңме, һинең әсәйеңдең бес итә торған еренән бала сыҡты! Әсәйем, теге ҡурсаҡ һымаҡ бәләкәй генә бәпесте алғайны, теге ысын бәпес булып сыҡты! Әсәйем тегенең күтенә һуҡҡайны, илай башланы. Әле тағы ҡарар инем, Насый олатай мине күреп ҡалып, ҡыуып сығарҙы, белдеңме? -тип, күп белгән кеүек телен шартлатты. Сәфәр ауыҙын асып, бер аҙ һүҙһеҙ ҡалды.
-Алдама! Нисек инде бес иткән ерҙән бала сыҡһын тей! Әсәйемдең эсендә бәпес барлығын белә инем мин! Шуға әсәйемдән: “Нисек унда бәпес инеп ултыра ул?”-тип һорғайным, бүлнистә әсәйҙәргә укол яһайҙар икән! Шунан бала эстә ҙурая икән. Тик нишләптер әсәйем әйтмәгәйне, бәпестең ҡайҙан сыҡҡанын!-тип көрһөнөп ҡуйҙы.
Хәҙер инде Сәфәрҙең әсәй менән атай булып уйнағыһы килмәй, өйгә ҡайтып бәпесте күрәһе килде. Шуға, етәкләшеп, кире өйгә йүгерҙеләр. Сәфәр өйгә килеп ингәндә, өй эсенә тәмле һурпа еҫе таралған. Әсәһе ятҡан көйө генә, ҡоротло һурпа эсә. Минһылыуҙың әсәһе Фатима апай, бәпес төрөп торған еренән Минһылыу менән Сәфәрҙе саҡырып, бәпестең ҡып-ҡыҙыл тәпейен күрһәтте лә:
-Бына ҡалай матур һылыуығыҙ бар!-тип, сәңгелдәккә һалып, бәпесте бәүетергә ҡушты....
Насый, ҡатыны янына сыҡҡас, бер аҙ уйланып торҙо ла, лесхоз сельсоветенә йүнәлде.Унда ҡыҙына исем алырға килеүен белгәс, исемде кем тип алырға икәнен, Миннебикәнән һорап килмәгәненә үкенеп, яҙып ултырған ҡыҙға ҡараны ла:
- Һылыу, исемең нисек әле һинең? -тип һораны.
-Насибулла ағай, онотоп киттеңме әллә исемемде? Әллә, иртәләп миңә “Фәрҙиә!”-тип өндәшкәйнеләр!-тип йылмайып ҡуйҙы.
- Минең ҡыҙымдың да исеме Фәрҙиә булһын! Әйҙә һинең һымаҡ бәхетле, матур ҡыҙ булып үҫһен!-тип, ҡыҙына исемлек яҙҙырып сығыу менән, яңы ғына эштән ҡайта башлаған, бергә эшләгән ирҙәр Насыйҙы көтөп кенә торғандар икән.
-Давай ҡыҙыңды йыуҙыр!-тип артынан ҡалманылар. Берҙә генә эсәһе килмәһә лә, лесхозда урынлашҡан тәртипте боҙмай, кибеткә инеп: ике шешә араҡы, ярты икмәк, ике селетканы яҙҙырып алды ла, яңы тыуған ҡыҙының тәпәйен “йыуырға” туғайға төшөп киттеләр...
Ул көндө күпме эскәнен дә белмәй Насый, тик бергә эскән ирҙәр, ҡултыҡлап ҡапҡанан индерҙеләр ҙә, үҙҙәре йырлай -йырлай тағы ла “байрамды” алып барыу өсөн кибеткә йүнәлделәр. Насый ҡапҡанан килеп инеү менән:
-Миннебикә, Миннебикә тием! Давай, миңә ҡыҙымды күрһәт!-тип ҡысҡырҙы.
Эскән ваҡытында йүгереп сығып, иренә иркә һүҙҙәр өндәшеп ҡаршы алған Миннебикә, бөгөн күренмәне.
Бер аҙҙан, түрге өйҙән ҡыҙы Фәүзиә килеп сыҡты ла:
- Атай, ҡысҡырма инде! Әсәйем әле генә йоҡлап китте! Әйҙә үҙем сисендерәм!-тип атаһының сабатаһын һалдырып, - аҡсаны ҡайҙан алдың атай? Өйҙә бер тин аҡса юҡ ине бит! Әле бөгөн генә кибеттән икмәк, повидло яҙҙырып алып ҡайттым! Зарплата алырға, әле өс көн бар!-тип, атаһын шелтәләп алды.
Эсмәгәндә, балаларын ҡоро тотҡан Насый, эсеп алһа, балаларына бер һүҙ әйтмәй, иркәләп өндәшә, йә булмаһа илай башлай.
– Һин ҡыҙым әсәйең кеүек, бигерәк һылыуһың! Мин бит әсәйеңде онота алмайым һаман! Ә Миннебикәне һеҙ алып ҡайттығыҙ! Һеҙ өйләнергә ҡуштығыҙ!-тип мығырҙаны. Фәүзиә тирә -яғына күҙ һалды.
-Атай булды инде, әсәйем ишетмәһен! Ул бит беҙҙе ҡыйырһытмай! Теге убыр Мөнирә менән йәшәһәң, беҙ әллә ҡасан үлеп бөтөр инек! -тип, атаһын туҡтатырға тырышты. Ҡултыҡлап, барак өйҙәренә ҡаршы төҙөлгән, мал һарайы яғына алып инде лә:
-Зинһар әсәйемде борсома йәме атай! Бөгөн Гөлйыһан апайым ҡайтып етергә тейеш! Картуф булһа ла бешереп ҡуяйым, уның ҡайтыуына!-тип әйтеүе менән, Насый мөйөштә, йәй көнө малайҙар йоҡлап йөрөй торған карауатҡа йығылды. Ниҙер мығырланы ла, күҙен һалам башы менән ябылған ҡыйыҡҡа терәне.
Тағы, йәш сағына, Ғәйшәһенә әйләнеп ҡайтты ла, һөйләнергә тотондо.

-Их Ғәйшә, Ғәйшәкәйем минең! Белә инең бит, һине шул хәтлем яратҡанымды? Нишләп, нишләп ташлап киттең? Мине йәлләмәһәң дә, балаларҙы уйлар инең! Юҡ һинең уйыңда тик бер генә бала булған! Шунда ҡайтырға сыҡмаһаң, балалар астан үлер тип уйланыңмы? Юҡ! Юҡ! Һин балаларҙы ла, мине лә уйламағанһың! Яңы тыуған балаңды ғына уйлағанһың! Дөрөҫ әйтәмме? Бишенсе бала кәрәк тә түгел ине! Мин һиҙә инем! Һин балалр тыуған һайын минән йыраҡлаштың! Әллә ҡатын-ҡыҙ ирҙәр кеүек ярата белмәйме?!
Да! Бар ине йәш саҡтар! Иҫеңдәме ул төн! Һин бит минең ҡосағымда эренең дә төштөң! Йә оялма инде! Мин бит һинең ирең булдым ул төндө! Тик һин ул төндө хәтерләргә яратманың! Мөхәббәт төнө, минең иҫемдән сыҡмай! Минең иң бәхетле төнөм булды бит ул! Һин, әллә оялышыңдан, һикереп тороп ултырҙың да, ай яҡтыһында сәстәреңде тағатып, тарай башланың! Сәстәреңдән муйыл сәскәһенең еҫтәре килә ине. Мин ул сәстәрҙең еҫен һаманда йөрәгемдә һаҡлайым!!!
Иртәгеһен етәкләшеп әсәйем янына төштөк. “Әсәй, әсәй мин өйләндем!”-тип, өйгә килеп ингән инем!
Ә әсәйем миңә нимә тине? “Күҙемә күренмә!!! Сығып кит өйөмдән! Ике ағайыңды өйләндермәйенсә, оялмай, нисек шул һүҙҙе миңә әйтәһең? Баш-баштаҡланмаҡсы булаһыңмы? Булмаҫ! Мине тыңламаҫ булһаң, сығып кит өйөмдән! Күҙемә күренмә!-тип әйтеү менән, мин өйгә инеп, ары-бире кейемдәремде йыйҙым да, солан ишегенә һөйәлеп, илап торған Ғәйшәмде, һине етәкләнем. Әсәйем, тағы нимәлер әйтә-әйтә беҙҙең арттан сыҡты. Әсәйемә ҡарап:
.-Әсәй, мин Ғәйшәгә өйләнергә һүҙ бирҙем! Өйләндерһәң дә, өйләндермәһәң дә өйләнәм!-тип ҡысҡырҙым. Әсәйем нимә тип әйтергә лә белмәй, туҡтап, ҡатып ҡалды. Уйлап ҡара әле! Беренсе мәртәбә, ағайымдар түгел, ә уның яратҡан кесе малайы, Насибуллаһы, тел күтәреп, ҡаршы һүҙ әйтте!
Етәкләшеп ҡапҡанан сығып барғанда ҡысҡырып ҡалды.
- Әйҙә кит! Әле иҫеңә төшөр әсәйеңдең әйткәндәре! Ғәйшәң, данлыҡлы уйнашсы Хөппи ҡыҙы! Үҙеңә күрмәгәнеңде күрһәтер! Әйҙә, туйғансы йөрөгөҙ ситтә! Ҡайтҡың килер, ләкин һуң булыр! Тирмән тәртәһенә бәйләнгән ат кеүек, туған яҡтарығыҙға ҡайта алмайынса, әйләнеп йөрөгөҙ!-тигән һүҙҙәре генә йөрәккә тейеп:
-Ҡайтмайым! Башҡа ҡайтмайым! -тип ҡысҡырҙым. Их, шул ваҡыттарҙы кире әйләндереп, ҡайтарып булһа икән ул! Мин әсәйемдең аяғына йығылып: “Әсәй, эш боҙҙом! Мин өйләнмәйенсә хаҡым юҡ! Беҙ бит бер-беребеҙҙе яратабыҙ!” -тип әйтһәм, әсәйем һис шикһеҙ ғәфү итеп, һине килене итеп ҡабул итер ине! Ә мин әсәйемә ҡаршы һүҙ әйттем! Ул бит мине дүрт йәшемә тиклем күкрәк һөтөн имеҙеп үҫтергән! Гел генә һуҡыр өләсәйем: “Дүрт йәшкә тиклем имеҙҙең был баланы, һинең уға “аһ”ың төшәсәк! Һәр саҡ һүҙеңде уйлап әйт!-тип әйтер ине. Төштө әсәй, “аһ”ың төштө! Ғәйшәм мәңгелеккә ташлап китте!-тип иларға тотондо....
Фәүзиә атаһының эскәндә һөйләнеп илай торған ғәҙәтен белгәс, уның һөйләнгән һүҙҙәрен ысынға алып, бик тыңлап торманы.
- Һөйләнмә атай, булды! Эскәнһең икән тыныс ҡына ятып йоҡла! Хәҙер апайым Пермдан ҡайтып етергә тейеш! Апайымдың теленә эләгергә уйлайһыңмы? -тип, һарай ишеген япты ла, тағы атаһы сығып китмәһен тип, ишекте йоҙаҡҡа бикләне.
Бер аҙ ишек төбөндә таптанып баҫып торғандан һуң, атаһының хырылдап йоҡлап киткәнен ишетте. Фәүзиә белә: атаһы иҫерек ваҡытта нисек еңергә икәнен! Оло ҡыҙы Гөлйыһанға ғына, бер һүҙ ҙә әйтә алмай! Оло ҡыҙы нимә тип әйтһә, шуны эшләй. Әсәһе мәрхүм иҫән саҡта ла шулай ине. Ул саҡтарҙа әсәһенең күҙенә генә ҡарап торҙо. Әсәһе үлгәндән һуң, Гөлйыһан апаһы ҡалды. Әле ҡайтып етеү менән, һылыуҙарын тәрбиәләргә тотонасаҡ! Мәрзиәнән иҙән ҡырып йыуҙырһа, Фәүзиәгә ҡара эш ҡушасаҡ. Бер аҙналыҡ утын ҡырҡтырып, ташыттырып ҡуясаҡ. Иртән таң менән торғоҙоп, кәбән ҡойорға алып китәсәк!
Әрләһә лә, өйрәтһә лә, барыбер ул ҡайтҡас күңелле! Булмаған аҙығын табып, тәмле итеп, әллә ниндәй аштар бешереп ашата! Тик шуныһы: бөгөн тағы ҡыҙҙар менән еләккә бара алманы! Эштән һуң, Мәрзиә генә "еләк йыйам"- тигән булып, сәй ҡайната торған баҡырсаны күтәреп юлда ҡалған ине.. Әле еләк бик бешеп етмәһә лә. ашағы килә! Әйҙә, әрәм тамаҡ булып өйҙә ятҡансы, ҡорһағын туйҙырып ҡайтһа булды! “Апайым ҡайтҡансы, картуф булһа ла бешереп ҡуяйым әле!”-тип уйлап, аласыҡҡа йүнәлде.
Хәйер, апаһын тыңларлыҡ та шул! Барыһында еңеп: аслыҡты, етемлекте, өлөшөнә төшкән ауырлыҡтарҙа ла, сабата кейеп, иниститут тамамлап, хәҙерге көндә Пермь ҡалаһында, ҙур бер заводта юрист булып эшләй.
Ул ҡайтҡанда өйҙә байрам була. Сөнки апаһы Пермдән тәмле булкалар, прәнниктәр алып ҡайта. Ә бөгөн бәпесте күргәс, бигерәктә байрам булыр әле! -тип, ауыҙ эсенән генә, ниндәйҙер көй мөгөрләп, аласыҡҡа йүнәлеүе булды, ҡапҡанан Мәрзиә күренде.
–“Әсәйемде бәпесләгән!”- тип әйттеләр, ысынмы апай? -тип һораны.
-Ысын! Һылыуыбыҙ бар! Инеп күр! Хәс атайым! Ҡап-ҡара ҡыҙыҡай! Тик, әсәйемде уятып ҡуйма! Кисә төнө буйына ауырыған. Беребеҙгә лә әйтмәгән! Иртәләп, әлдә генә Фатима апай өйҙә булған! “Ҡул менән юллап алдым! Бәпестең муйнына кендеге уралып тыуҙы!”-тип һөйләне.
-Ул нисек була ул? -тип һораһа ла Мәрзиә, Фәүзиә үҙе лә белмәгәс, һылыуына:
- Күп һөйләнеп торма! Өйгә инеп, балаларҙы ҡыуып сығар! Әсәйемде уятып ҡуйырҙар! -тип, һүҙҙе икенсегә борҙо.
Кетеү ҡайтып, берҙән-бер һауын кәзәһен бәрәстәре менән һарайға индереп бикләүгә, Гөлйыһан да ҡайтып инде. Тик, бер ҙә генә бәпес тыуғанына ҡыуанмай, “нищету разводят!” тиһә лә, әсәһенең янына инеп хәл белгәндән һуң, бер һүҙ өндәшмәй, аласыҡҡа сығып ашарға ултырҙы.
-Эшегеҙ әҙ ине, хәҙер бала ҡарарһығыҙ! Әле, шул баланы яратып, Сәфәрҙе ҡыйырһытһалар, пусть от меня не ждут пощаду!-тип, яртыһын русса, яртыһын башҡортса һөйләнеп, Миннебикә менән атаһын яттан тиргәп, Сәфәрҙең ҡайҙа йөрөүен һораны.
-Әллә, Фатима апайҙалыр! Минһылыу менән уйнап йөрөй ине! -тип әйтеп тә өлгөрмәне, Фәүзиәне әрләй башланы.
-Төн уртаһы етеп килә! Баланы ашатҡан, ҡараған кеше лә юҡ! Бар, алып ҡайт!-тип әйтеп тә бөтөрмәне, аласыҡ ишегенән, төшөп барған салбарын тотоп, Сәфәр килеп инде лә, яратҡан апаһын күреп:
- Апайым ҡайтҡан! -тип, ҡыуанысынан танауын тарта-тарта, Гөлйыһанға килеп һарылды.
Әле генә һылыуҙарын асыуланып ултырған Гөлйыһан, Сәфәрҙе күргәс, үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Энеһен ҡосаҡлап, йөрәгенә ҡыҫып,арҡаһынан тупылдатып һөйҙө лә, битен алмаш- тилмәш үпте.
- Бәләкәсем минең! Шул тиклем һағындым һине мырҙам! Һин булмаһаң , ҡайтып та тормаҫ инем!-тип һөйләнә-һөйләнә, сумкаһынан бауға эленгән керәндилдәр менән, яртыһы сағыу ҡыҙыл, яртыһы һары түңәрәк кәнфиттәр сығарҙы. Аҙаҡ, бауҙы сисеп, бер-нисә керәндилде ашьяулыҡ өҫтөнә һалды. Ике керәндил менән бер-нисә кәнфитте Сәфәргә тоттороп, һылыуҙарына өндәште.
-Барыһында ашап бөтөп ҡуймағыҙ! Берәрҙе генә алып, сәйгә ҡушып эсерһегеҙ! Үҙегеҙ ашап туйғас, Миннебикә апайыма ла керәндил менән сәй яһап, индереп бир Мәрзиә!-тине лә, Фәүзиәгә ҡарап,- Минемулла ҡайҙа?-тип өндәште. :
-Ул ни, танауы еҫ белә башлаған! Уже ҡыҙҙар артынан йүгерә!-тип яуап бирҙе Фәүзиә.
Гөлйыһан, Миннебикәгә, һирәкләп булһа ла, хөрмәт йөҙөнән, “әсәй” -тип өндәшә. Ул юҡта “апай”- тип хәбәр һөйләй. Гел генә “әсәй”- тип әйтһә, үҙ әсәһенә хыянат итер кеүек.
Әсәһе һәләк булғанда Гөлйыһанға ни бары ун өс йәш кенә ине. Күпме йылдар үтһә лә, һис кенә әсәһенең һуңғы юлға сығып китеүе күҙ алдынан китмәй! Үлерен белептер инде, балаларын бигерәк иркәләп, һөйөп үҫтерҙе.
Донбастан ҡайтмаһалар ҙа булыр ине! Нишләптер, Ғәйшәнең бигерәк ҡайтаһы килде! Насый эштән ҡайтҡан һайын: “ Үҙебеҙҙең яҡҡа ҡайтып йәшәгем килә!-тип һөйләнер ине. Ләкин ҡайтып китергә, балаларҙың уҡыуы тотоп торҙо.
Гөлйыһан ул йылды, ни бары бишенсе класҡа күскән ине. Фәүзиә менән Мәрзиәнең йәш аралары яҡын, бер генә йыл булғанға, “күрше ауылға йөрөп уҡыуы ауыр”- тип, икеһен бергә, беренсе классҡа биргәйнеләр. Балаларҙың, мәктәптән ҡайтҡанда аяҡ-ҡулдары өшөп, Урал тауының әсе һыуыҡтары үҙәккә үтһә лә, өйгә ҡайтҡас, шундай күңелле ине! Өйҙә эш юҡ тип әйтерлек. Шуның өсөн Гөлйыһан атаһы яһап биргән сананы һөйрәп, һылыуҙары менән ҡаршы тауҙан сана шыуырға сыға.
Ғәйшә, урыҫ мейесенә аш ҡуя ла, үҙе эшкә китә. Бәләкәй Минемулланы күрше әбейгә ҡалдыра.
Ауылдан, һуғыштан һуң, аслыҡтың хөкөм һөрөүе тураһында яҙһалар, уларҙың ғаиләһе асыҡмай йәшәне. Сөнки әсәһе, шахтерҙарға икмәк бешерә. Кис менән өйөнә, тәмле-тәмле бәләкәй генә итеп бешерелгән икмәк алып ҡайта. Һөт-ҡаймаҡ, тауыҡ күкәйенән дә өҙөлмәнеләр. Әсәһе икмәкте сухари итеп киптерә лә, баҙарға сығып аҙна буйына етерлек, кәрәкле аҙыҡ-түлеккә алыштырып ҡайта.
Насый ғына, ике-өс көнгә бер ҡайта өйгә. Сөнки шахтала ирҙәр ҡулы етешмәй. Ғәйшәнең балаларына һөйләүенсә, һуғыш ваҡытында Насый, аҙналап шахта эсендә эшләгән.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ҡатынының илап һорауына ла ҡарамай, һуғышҡа китергә ғариза яҙа. Тик, Сталин үҙе, алдынғы күмер киҫеүселәргә бронь биреп, Мәскәүҙән, кире шахтаға ҡайтара.
Насый һаман үкенә, һуғышҡа эләгә алмауына. Әле һуғыш тамамланғас та, Минемулланың йыш ауырыуы арҡаһында, нисә йыл инде, ауылға ла ҡайта алманылар. Шуның өсөн дә, Ғәйшә һағыналыр тыуған яҡтарын! Кис етеү менән, балаларына әкиәт итеп, тыуып-үҫкән ауылы тураһында һөйләргә ярата.
Хәйер ауылдағы туғандары:
“Йәшәүе бик ауыр! Колхозда көнө-төнө эшләһәк тә, трудоденгә көҙ генә аҡса биргәс, икмәккә тамаҡ туймай! Һыйырлы булһаҡ, асыҡмаҫ инек тә, тик һуғыш ваҡытында һуйып ашап бөттөк шул. Йәшәгән ерегеҙҙә еңелерәк булһа, ҡайтмай тороғоҙ!”-тип яҙҙылар.
Насыйҙың ағаһы Заһый, ауылда ғына түгел, шахтаға эшкә килеү менән, бәйләнсеклеге арҡаһында “һуғыш суҡмары” исеме алған ине. Һуғыш башланыр алдынан, бандиттар менән бәйләнешеп, бандалағы хахолдар үлтереп, һыуға бәреүҙәрен ишеткән, Насыйҙың әсәһе Маһира, күп илауҙан күҙҙәре һуҡырая башлауы тураһында яҙҙылар. Шул йылды, бар үпкәһен онотоп, ауылға ялға ҡайтып төшкәндәр ине. Тик ҡайтҡанына үкенде Насый! Сөнки Маһира апай һаман да, Ғәйшәнең әсәһе Хөппи менән тартышып, ҡоҙағый итеп, ҡатнашып йәшәй алманы. Шуның өсөн дә, балалар менән Ғәйшә, үҙ әсәһенә ҡайтһа, Насый ҙа үҙ әсәһен ташлап китә алмай, ауыл эштәрен башҡарҙы. Шәрифулла ағаһы менән бесән сапты, ҡышҡа етерлек утын әҙерләп бөтөүгә, бирелгән ял көндәре лә үтеп китте.
Инде оло улы Шәрифуллаһы ла, һуғыш ҡырында ятып ҡалғас, ҡара ҡайғы тамам бөтөрҙө Маһираны!
Шәрифулланың ҡатыны, бейеменә бик баш биреп барманы.
Күрше ауылға кейәүгә сыҡҡан, иң оло ҡыҙы Мәликәнең дә ире һуғышта ятып ҡалғас, әсәһен үҙенә алып ҡайтырға булды. Бөртөкләп йыйған доньяһын ҡалдырыу бик ауыр булды Маһираапайға.
Инде үҙенең ҡарғап әйткән һүҙҙәрен онотоп, Насыйҙың тыуған яҡтарына ҡайтырға теләмәүенә, Ғәйшәне ғәйепләне. Тик Маһира берҙә генә белмәй ине шул, Ғәйшәнең ауылға ҡайтып, төп нигеҙҙә йәшәгеһе киеүен!
Ниһәйәт, Насый илап һораған ҡатынына ҡаршы килмәй, Ғәйшә бишенсе балаһы тыуырға декрет аҡсаһы алғас, сентябрь башында эшенән сығып, тыуған ауылдарына юл тоттолар.

Гөлйыһан ҡалаға китеү менән, Сәфәр тураһында уйлаусы ла, ҡайғыртыусы ла булманы. Миннебикәгә килгәндә, Сәфәрҙе яратһа ла, инде олоғайып тапҡан ҡыҙын ҡулынан төшөрмәне.
Сәфәр, ,күберәк, Фатима апайҙың өйөндә, Минһылыу менән уйнаны.
Миннебикә эше булғанда ғына, бала ҡарар өсөн, Сәфәрҙе ҡайтарып алды. Шуныһы яҡшы, Фәрҙиә берҙә генә илаҡ түгел! Эргәһендә, кеше булһа булды. Хәҙер өй эсендә бер Насый эшләгәс, ашарға аҡсалары бик етмәй башланы.
Күршеһе Фатима, урмансыларға ашарға бешерә. Шуның өсөн уларҙың өйөндә һәр саҡ, нимә булһа ла, ашарға бар. Ҡайһы берҙә Миннебикә, Фәрҙиәне күтәреп инә лә, үҙе лә, балалар менән ашап, сәй эсеп сыға. Сөнки Фатима, урмансыларҙан ҡалған ашты йыйып, өйгә алып ҡайта. Шул ашты Минһылыу менән Сәфәргә ашарға тип ҡалдыра. Һәр саҡ:
-Аслыҡтан этләнмәһәләр булды! “Ҡалған аш ашаған, оҙаҡ йәшәгән!”-тип ҡабатларға ярата.....
Йәмле йәй үтеп, көҙ етеү менән, яңы ун алты йәше тулған Фәүзиәне, Фатиманың оло улы Рафиҡ, лесхоз клубынан уйындан ҡайтҡанда, урлап өйгә алып ҡайтты.
Хәйер, Насый өсөн генә ине, “урлау”-тигән һүҙ! Фатима апай, үҙе егәрле, үҙе сибәр ҡыҙға һәр саҡ һоҡланып ҡарай торғайны. Ҡайһы берҙә Фәүзиәне йәлләп: “Балаларымдың бәхете бар! Аталары булмаһа ла, мин, әсәләре иҫән! Әсәйһеҙ ярты етем, атайһыҙ тома етем!”-тип әйтә лә, улы Рафиҡҡа ҡарап, өҫтәп ҡуя торған булды.
-Фәүзиәне йәлләйем! Ирҙәр эше тип тормай, егеү аты кеүек эшләй! Иртә тора, һуң ята! Үҙе кәртинкә кеүек һылыу бит әле ул! "Әсәһе бик һылыу ҡатын булған икән!"- тип һөйләйҙәр ине ауылда! Шул әсәһенә оҡшағандыр инде! Армиянан йөрөп ҡайтҡансы, кейәүгә сығып китмәһә, бына һине, уйламай ҙа, өйләндерер инем!
Уның әйтеүе булды, Рафиҡ әсәһенең һүҙҙәрен йөрәгенә һалып, Фәүзиәгә өйләнһә, әсәһенең берҙә генә ҡаршы булмаясағын аңланы. Сөнки уҡып йөрөгәндә үк, күҙе төшкән ине Фәүзиәгә.
Рафиҡты, һигеҙенсе классты тамамлаған йылды, әсәһе янына йыш ҡына инеп, ары-бире өй эштәрендә ярҙам итеп йөрөгән бригадир Сергей, уны үҙе менән ҡалаға алды.
Сергей, Пермгә килгәс, “бензопила” тип аталған ике бысҡы яҙҙырып алды. Юлда ҡайтҡанда, алдынғы урман йығыусылар бригадаһы эшләгән ергә инеп, бензопиланың нисек эшләтергә икәнен дә һораштылар.
Бысҡыны алып ҡайтыуын ҡайттылар ҙа, лесхоз ирҙәре ундай бысҡы менән эшләп өйрәнмәгәс, берҙә генә ул бысҡы менән эшләйһеләре килмәне.
Рафиҡ, бысҡыны әйләндереп-тулғандырып, ҡараны ла, әллә ҡасан шуның менән эшләгән кеүек, сынйырынан тартты. Гөрләп эшләп киткән бысҡыны ағасҡа терәне.
Ошо көндән һуң, урмансылар ҡул бысҡыһы менән бер ағас йыҡҡансы, бишәр бишәр ағас йыға башланы.
Рафиҡтың оһоллоғона ғәжәпкә ҡалған урмансылар, бензопила менән эшләргә ҡурҡһалара ҙа, эштең шәп барыуын күреп, Рафиҡтан өйрәтеүен һорай башланылар.....
Шул көндән һуң,Рафиҡ, башҡа мәктәпкә бармай, тиҙ арала алдынғы урман йығыусыға әйләнде лә ҡуйҙы.
Аҡсаны ла һәйбәт алып эшләй башлағас, көҙ көнө, яңы ун етеһе тулған Рафиҡ, Фәүзиәнең йәшлегенә һылтанып, атаһы Насыйҙың, ҡыҙҙы кейәүгә бирмәҫен уйланы. Армияға киткәнсе, нисек кенә булһа ла, Фәүзиәне кәләшлеккә алырға уйланы.
Ул кисте, клубта “Тихий Дон” киноһын ҡарағандан һуң йәштәр уйын ойошторҙолар.
Рафиҡ, шашып-шашып гармунын һыҙҙыртты.
Уйындан һуң, Фәүзиәне беренсе мәртәбә, ҡапҡаларына тиклем оҙата килде. Ҡапҡа төбөнә еткәс, ҡыҙҙы үҙенә тартты. Фәүзиә ҡарышманы. Беренсе мәртәбә ҡыҙҙы һурып үпте лә:
-Миңә кейәүгә сығырға ризаһыңмы?”-тип шыбырланы. Фәүзиә өндәшмәй генә башын ҡаҡты.
Шул етте Рафиҡҡа. Фәүзиәне күтәреп, өйгә алып инде лә:
-Мин һиңә килен алып ҡайттым әсәй!-тип, йоҡлап ятҡан әсәһенә ҡысҡырҙы. Фатима ҡорт саҡҡан кеүек һикереп торҙо.
- Теймәнеңме ҡыҙ балаға? -тип һораны. Бер ни аңламаған Рафиҡ:
- Бармаҡ менән дә теймәнем! Мин уны ни өсөн туҡмарға тейеш?!-тип яуап бирҙе.
-Теймәгәс, Фәүзиә минең менән йоҡлар! Иртәгә никах уҡытырбыҙ!-тип, Фәүзиәне үҙе менән йоҡларға һалды......
Насый, Фатиманы яратмаһа ла, егәрле булғаны өсөн, Рафиҡты хөрмәт итә ине. Иртәләп килеп ингән Фатимаға:
-Йоҡламаһалар ҙа исеме сыҡты. Әйҙә үҙҙәре теләгәс, донья көтөп ҡараһындар! -тип, еңел генә ризалығын бирҙе лә ҡуйҙы. Шул кисте мулла табыуы ауыр булғанға, Фатима, үҙе йәштәргә никах уҡыны. Лесхозда башҡорт -татар ғаиләләре әҙ булғас,төрлө милләттәрҙән йыйылған йәштәрҙе генә саҡырып, ҡыҙыл туй яһанылар.
Лесхоз директоры йәштәргә, ялғыҙаҡтар ятағынан бер бүлмә бирҙе.
Үҙенең өйө булғас, Фәүзиә бүлмәләрен матурларға тырышты. Миннебикә, Ғәйшәнән ҡалған сигеүле ике мендәрен, юрғанын, балаҫын бирҙе. Рафиҡ, складтан барып, ике күнәк, ҙур йәшел сәйгүн, ары-бире алюмин һауыттар ҙа яҙҙырып алды...
Шулай итеп, ике йәш, донья көтә башланылар.
Тик шуныһы, ялғыҙаҡтар ятағына төрлө яҡтан йыйылған, бигерәктә төрмәнән сыҡҡан егеттәр, Фәүзиәнең артынан күҙҙәрен майландырып, йә булмаһа берәй йәмһеҙ һүҙ ташлап, ҡарап ҡалғандарын күргән Рафиҡ, ҡатынын көнләшеп үлә яҙҙы. Шуның өсөн, эшкә киткәндә ҡатынын Миннебикә янына ҡалдырып, күҙ -ҡолаҡ булырға ҡушты.
Шулай, бер йыл тиҙ генә үтеп тә китте. Фәүзиәнең дә ҡыҙы тыуҙы. Рафиҡ ҡыуанып:
-Гүзәлдәрҙән гүзәл ҡыҙыбыҙ бар!-тип, урманда эшләгән ирҙәргә килеп әйткәс, Насый башын болғап ҡуйҙы ла:
- Йә ҡырҡ биш йәшкә лә етмәйенсә, бабай булып ултыр әле! -тип әйтеп бөтмәне, уларҙың янына тәмәке тартырға йыйылған урмансылар:
- Бына исмаһам ир!-тип, шаулашып, “мөгәрис!”-тип ҡысҡырғансы Рафиҡты күтәреп, күккә сөйә башланылар. Арттараҡ торған Насый ғына:
- Шулай гүзәллеккә эйә булғас, исеме лә Гүзәлиә булыр инде !-тип, кейәүен ҡотланы.
Ул көндө, беренсе мәртәбә Рафиҡ та иҫереп ҡайтып, тимер карауатҡа йығылды. Фәүзиә атаһының иҫереп ҡайтҡан ваҡыттарын күп күргәс, Минһылыу менән Сәфәргә Гүзәлиәне бәүетергә ҡушып, ирен сисендереп һалырға теләһә лә, көсө етмәне. Шулай булһа ла, иренең уяныуына картуф бешереп, сәй ҡайнатты...
Иртәгеһен өҙлөгөп, ауырып та китте.
Миннебикәгә ике баланы имеҙеп, Фәүзиәне лә ҡарарға тура килде.
Фәүзиә бер аҙ аяҡҡа баҫып йөрөй башлау менән, Миннебикә, Фәрҙиәгә ике баланы эйәртеп, Насыйҙың апаһы, Мәликәләргә ҡунаҡҡа ҡайтып төштө.
Элек уға, “әсәй”-тип өндәшкән Сәфәр, уны онотоп, хәҙер Миннебикәгә “әсәй”-тип әйтеүен ишеткән Мәликә, нисек кенә малайҙы иркәләп, үҙен кире “әсәй” тип әйттерергә тырышһа ла, Сәфәр уға яҡын да килмәй, Миннебикәнең артынан ҡалмайынса эйәрҙе. Уның ситләшеүен күргән Мәликә апай, Сәфәрҙе илатып, Гөлйыһанға биреп ебәргән көндө иҫенә төшөрөп, балаларына күрһәтмәй генә илап та алды.
Әле булһа ла, Сәфәрҙе Гөлйыһанға биреп ебәргән көндө хәтерләп, йөрәге һыҙланы. Барыһына ла үҙе ғәйепле!
Улы Вәғиз, армияға хеҙмәт итергә киткән ваҡытында әсәһенә: “Энемде бер кемгә лә бирмәгеҙ! Матур итеп ҡарағыҙ! “-тип әйтеп киткән ине. Мәликә, энеһе Насыйға, хатты һирәк яҙыуына асыуы килеп кенә, ҡыҙынан: “Әсәйемде уйламаһаң, улыңды уйлар инең! Нисек ситтә йөрәгең түҙеп ята?”-тип хат яҙҙырған ине. Шул хаттан һуң, күптә үтмәй, ауылға Гөлйыһан ҡайтып төштө.
Ғәйшә һәләк булғас, Мәликә, ҡырҡ көнлөк кенә булып ҡалған Сәфәрҙе өйөнә алып ҡайтып, үҙе ҡарай башлаған ине.
“Балалар әсәләренән бигерәк бәләкәй ҡалдылар!”- тигән булып, ауыл яусыһы Ғәззә әбей, кейәүгә сыҡмай ҡалған ҡарт ҡыҙ Мөнирәне димләп: “Үҙе бай, һыйыры ла бар! Балалары асыҡмаҫ!”- тигән булып, Насыйға яусыланы.
Ғәйшәһен онота алмай, ғазапланған Насыйға нимә әйтһәләр, шуны эшләне. Тик, никах уҡытып өйләнһә лә, Мөнирәгә яҡын да килә алманы. Бер-нисә көндән һуң Мөнирә:
- Үҙем ҡарап үҫтерәм Сәфәрҙе!-тигән булып, Мәликәнең бирәһе килмәһә лә, Насыйға Сәфәрҙе алып ҡайтырға ҡушты. Ҡарт ҡыҙ, уға һалҡын ҡараған Насыйҙың йөрәген Сәфәр аша йомшартырға тырышты. Ләкин Насый, Мөнирәгә генә түгел, үҙенең улына ла, сит балаға ҡараған кеүек, яҡын да килмәне. Һаман да, Мөнирәнең янына ятып йоҡламаны. Бер аҙ шулай ғазапланып йәшәгәс Насый:
- Һин мине ғәфү ит Мөнирә! Мин бер аҙ ситкә китеп, онотолоп ҡайтайым! Эшләп, аҡса алып ҡайтырмын!-тип, балаларын Мөнирәгә ҡалдырҙы ла, үҙе Донбасс яҡтарын сығып китте.
Бай ғаиләлә, иркә генә булып бер үҙе үҫкән Мөнирәгә етем балалар тәүҙә, кәрәк кеүек тойолһа ла, аҙаҡ йәненә тейә башланылар. Күп ашаған кеүек тойолдолар. Етмәһә балалар ҙа, уны яҡын итеп иркәләнмәнеләр. Ҡырағай болан балалары кеүек, өйкөлөшөп, Мөнирәгә ҡурҡып ҡаранылар. Мөнирә, "балаларҙы тәрбиәләйем"- тигән булып, Насый китеү менән тыштан селек алып инеп, ишек башына ҡыҫтырҙы. Үҙе урындыҡ өҫтөнә менеп ултырҙы ла, өйҙәге бар эште лә, Фәүзиә менән Мәрзиә эшләтте. Тыңламаһалар, күҙе менән генә ишек башында ҡыҫтырылып ҡуйған селеккә ҡараны. Бер ни аңламаған Мәрзиәгә селек эләгеп кенә торҙо. Кеше һиҙмәһен өсөн, балаларҙың осаһына, арҡаһын һуҡты. Тик уға Гөлйыһан ғына бирешмәне. Ҡаршы һүҙ әйтте. Бер көндө селек менән ынтылған Мөнирәнең ҡулынан тотоп, селекте тартып алды ла һындырып, янып ятҡан мейескә бәрҙе.
-Тағы бер мәртәбә беҙгә, һылыуҙарыма селек менән ынтылһағыҙ, мин үҙемә яуап бирә алмайым! -тип, уҫал итеп, Мөнирәгә ҡараны ла, бер ни булмағандай, күнәктәр алып шишмәгә һыуға төшөп китте.
Мөнирәнең тыны ҡыҫылды. Тиҙ генә кейенеп, Ғәззә әбейгә йүгерҙе. Килеп инеү менән илап та ебәрҙе.
-Нишләйем икән инәй? “Етем бала аҫырағансы, етем быҙау аҫыра!”- тип, юҡҡа ғына әйтмәгәндәр! Үҙәктәремә генә үтә бит, был балалар! Бер генә лә тыңламайҙар!
Ҡайҙан килеп эләктем был ҡапҡанға! Насыйы ла ир түгел! Әйтһәм әйтәйем әле! Оҙатылып килгәне бирле, бер мендәргә башын һалып ятманы! Миннемуллаһын ҡосаҡлап, һарай башында йоҡлап йөрөнө! Шуға, оялышынан сығып олаҡты. Бына бөгөн, ышанаһыңмы, юҡмы, теге әрәм тамаҡ Гөлйыһаны, миңә селек менән ынтылды! Шул тиклем тәртипһеҙ балалары! -тип, шырылдатып, танауын күлмәк итәгенә әйләндереп һөрттө. Ғәззә әбей эстән генә: “Ерәнгес! Һинең менән ниндәй ир йоҡлаһын!-тип уйлап ҡуйһа ла, өндәшмәне. Тик:
- Ауыл халҡы һине, бик яһил-уҫал тип һөйләйҙәр! Әҙерәк балаларға йомошаҡ булырға кәрәк! Иртәләп тороп мейесеңдең торбаһын үҙең ас! Нишләп ул балаларҙы йоҡлатмайынса , өй башына мейес торбаһын асырға мендерәһең? Йығылып төшһәләр? Насыйға нимә тип яуап бирерһең? "Мәрзиәнең тәненең күгәрмәгән ере юҡ!"- тип һөйләй кеше! -тип, Мөнирәгә ҡарамайынса, башын икенсе яҡҡа борҙо.
Ғәззә әбейҙең һүҙҙәре Мөнирәнең йөрәгенә тейеп, үҙен - үҙе тота алмай, ҡысҡырырға тотондо
. – Һин, инәй! Мине шул зимагур Насыйға димләп биреүсе! Иҫеңә төшөр әле! Имеш Насый ҡатын ярата белә! Хатта ныҡ яратты! Ана олаҡты Добасына! Әйтмәһәң дә беләм, һиңә кем килеп һөйләгәнен! Сытыр Миннебикәнән башҡа, беҙгә бер кем инмәй! Ауылға сығып ғәйбәт таратыр өсөн, көндә: ”Хәйер булыр, етем балаларға"!- тигән булып, үҙенә етмәгән ҡатыҡ -икмәген тотоп инә! Бер кәзәнән ниндәй ҡатыҡ ойотһон инде! Ферма быҙауҙарына биргән һөттө урлап алып ҡайтып, ҡатыҡ ойота! Әле колхоз рәйесенә барып әйтәм!
-Ҡуй! Күршеләрең менән яманлашма! Миннебикәнең берәү түгел, ике һөтлө кәзәһе бар! Бер һыйырлыҡ һөт бирәләр! Һинең кеүек, баҙарға сығарып, һөт-ҡаймаҡ һатып ултырмай!
-Аһа! Һатһам, шул Насыйҙың әрәм тамаҡтарын туйҙырам! Миңә бит Насый, сығып киткәндә, бер тин аҡса бирмәне!
-Һуң, бер тоҡ он, шәкәр – сәй алып ҡайтҡанын үҙем күрҙем!
-Шуул!! Ауылығыҙ менән миңә дошман булдығыҙ инде! Минең яҡшылығымды күрмәй, һаман мине сәйнәйһегеҙ!
- Ҡуй, Мөнирә! Минең менән талашырға килдеңме? Гөлйыһан менән һөйләшермен! Минеңсә, ул бик аҡыллы ҡыҙ! Нишләп һиңә ҡулын күтәргәндер? Бер ҙә генә ышанғым килмәй!
Әйҙә самауырым ҡайнап ултыра. Сәй эсәйек! Шунда һөйләшербеҙ! Бер аҙ тынысланырһың! Насыйҙан хат киләме һуң?-тип, Ғәззә әбей һүҙҙе икенсегә бороға тырышһа ла, Мөнирә һаман тыныслана алмай ярһыны.
-Миннебикәне әйтәм! Ул бит миңә көндәш итеп ҡарай! Беләм, ишеттем! Йәштән, ауыҙының һыуын ҡоротоп, ғашиҡ булып йөрөгәнен дә һөйләнеләр! Тағын бер инһә беҙгә, “билләһи”- тип әйтәм! Күтенә тибеп сығарам!
Мөнирә шулай, һөйләнеп, сәй ҙә эсмәй, ҡайтып китеү менән, аптыраған Ғәззә әбей, алыҫ булһа ла, йәйәүләп Мәликәләрҙең ауылына барырға сыҡты.
Мәликә ҡот осҡос хәбәрҙәрҙе ишеткәндән һуң, ышана алмай, Ғәззә әбейгә эйәртеп, уртансы ҡыҙы Әлфинурҙы, хәл белергә тигән булып, үҙенең тыуған ауылына ебәрҙе.
Ғәззә әбей, тағы “ошаҡлағанһың!”-тип, Мөнирәнең әрләүенән ҡурҡып, өйөнә инеп китте.
Әлфинур, бер үҙе генә Насый ағаһының өйөнә йүнәлде. Ул килгәндә, өйҙә юҡлыҡты белдереп ҡапҡала ҡыҙыл сеперәк торһа ла, һыу эсеп сығырға булып, ишек алдына инде...
Ҡапҡа бикһеҙ булһа ла, өй ишегендә оло йоҙаҡ күргәс, аптырап ҡалды. Бер аҙҙан мал һарайы яғынан бала ыңғырашҡан тауыш ишетте.

Әлфинур тауыш килгән яҡҡа барып, һарай ҡапҡаһын асып ебәреү менән әсе еҫ танауына бәрелде. Ҡайҙа атларға белмәй аптырап, бер бер аҙ баҫып торҙо ла, күҙе ҡараңғыға өйрәнә башлағас, һарай төпкөлөнә атланы. Мөйөшкә өйөлгән һалам өҫтөндә илай алмай, ауыҙын асып, әҙ-мәҙ тауыш сығарған Сәфәрҙе күреп ҡалды.
-Кем һине бында һалып ҡуйҙы? – тип, баланы күтәреп алырға тырышты. Эсе китеүҙән, хәлһеҙләнеп бөткән бала, иларға тауышы ла сыҡмай, ауыҙын асып-япҡанда ғына, ыңғырашыу ауазы ишетелде. Аяҡ-ҡулдары үҙ нәжесенә буялған баланы күтәргәндә, үҙе лә бысыранған Әлфинур,һалҡын шишмәгә төшөп, Сәфәрҙең осаһын йыуҙы. Үҙе лә йыуынып, һыу эсеп, башындағы яулығын алып Сәфәрҙе төрҙө.
Нисек кенә рәтләп күтәрергә тырышһа ла, башын тотмаған бала йоҡлаған кеүек, һәлберәп төштө. Бала менән ҡайтып етеүен дә уйламай, юл буйлап үҙ ауылы яғына атланы. Күптә бармай, ҡулдары талды. Нисек кәрәк урыҫ ауылына килеп еткәс, ял итергә, беренсе осраған ҡапҡа төбөндәге һикегә килеп ултырҙы.
Бер аҙҙан, бәләкәй ҡапҡанан мәрйә ҡатын килеп сыҡты. Бала күтәргән ҡыҙ баланы күргәс, ғәжәпкә ҡалып:
-Үҙеңдэң бала дияр идем, үзең бала гына! Кемдэң баласын күтәргәнсең? Нича яшь сиңа? -тип, татарсалап һораны.
-Миңә ун өс кенә йәш! Ул минең Насый ағайымдың улы!-тине лә, илап ебәрҙе. Мәрйә ҡатыны, Ғәйшә менән бер айҙа бәпесләгән Нина апай булып сыҡты.
Әлфинур менән Сәфәрҙе өйгә алып иде. Имеҙергә күкрәген Сәфәрҙең ауыҙына тыҡты. Баланың имергә көсө етмәгәс, түшен һауып, ауыҙына һалды. Ағас карауатта уйнап ултырған улына ҡарап:
- Витенька! Видишь твоего молочного брата до чего довела мачеха! Чтоб ее мухи загрызли!-тип күҙ йәштәрен һөрттө лә,- ачыккансыңдыр! -тип, туҡмас ашы, бешкән күкәй, компот сығарып Әлфинурҙың алдына ҡуйҙы. Иртәләп,сәй генә эсеп сыҡҡан ҡыҙ, өйөлөп торған ашамлыҡтарҙы күреп, асығыуҙан эсе бора башланы.
-Оялма, аша! Әлэ сиңа бала белэн егерме километр жир үтергә карак! Мин ишеттем, Мунираның кансыз икәнен! Килдем аңа! Сафарканы курсэтмэде. “Хазер сүт эчә!”- диде. Сволочь, попалам с нигодяем! Как хотела, так издевалась над ребенком! Не верила слухам! “Яман ҡатын!”-дип суйлэделэр бит! -тип һөйләнә-һөйләнә, үҙенең балаһының кейемдәрен Сәфәргә кейендереп, күтәрергә еңел булһын өсөн, аяҡ-ҡулдарын, яңы тыуған балаға оҡшатып төрҙө лә, Әлфинурҙың яулығы менән бәйләне. Ҡыҙға, ашыҡмай ғына ашарға ҡушып, үҙе күршеһендә йәшәгән әбейгә улын ҡалдырып сыҡты. Сәфәрҙе күтәреп, Әлфинурҙы ун саҡырым тирәһе ерҙе оҙатып килде.
Аҙаҡ, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә, һаман Мөнирәне әрләп, Сәфәрҙең күҙҙәренән, биттәренән үпте.
-Ерак калмады. Бэлки кеше очрар! Ярдам сура!-тип, баланы Әлфинурға тотторҙо.
Тәүҙәрәк, бала менән йүгерә-атлай барһа ла, аҙаҡ ҡулдары талды. Эҫе, йәйге ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙырҙы. Тик әлфинур, туҡтарға тырышмай, атланы ла атланы.....
Үҙҙәренең ауылынан алыҫ түгел, тау башына менеп еткәс, юл буйында үҫкән ҡарама ағасы төбөнә килеп ултырҙы. Сәфәрҙе үләнгә һалып, үҙе башын балаға терәне.....
Күпме шулай ятҡандыр, кемдеңдер Сәфәр менән һөйләшеүен ишетеп, һикереп тороп ултырҙы.
Аҡ яулыҡлы әбей, Сәфәрҙе ҡулына алған да:
-Иншалла! Инде үлмәҫһең! Терелерһең! -тип, башынан һыйпай-һыйпай өшкөрә..
Ҡулында тынысланып йоҡлап киткән Сәфәрҙе, ипле генә үләнгә һалды ла, ниҙер уҡынып, Әлфинурҙың башынан да һыйпаны.
– Үҫкәс, бәхетле, оҙон ғүмерле, ауылыңда хөрмәтле кешеһе булып йәшәрһең балам! -тип,тыныс ҡына йоҡлап ятҡан Сәфәрҙе күтәреп, Әлфинурға тотторҙо. Ҡыҙҙың арыуы әллә ҡайҙа булды ла ҡуйҙы. Сәфәрҙе ҡыҫып ҡосаҡланы. Ҡайтып еткәнсе, арыуҙың ни икәнен дә белмәй, ауылға ҡайтып еткәнсе йүгерҙе. ..
Ошо көндән һуң Сәфәр, илауҙың ни икәнендә белмәй, көндән-көн матурланып, күҙгә күренеп үҫте. Мәликә апайҙың ҡыҙҙары ғына түгел, улы Вәғиз дә, Сәфәр өсөн йәнен бирҙәй булып яратты.
Бер-нисә айҙан һуң, Насыйҙың Донбасстан йөрөп ҡайтҡаны ишетелде. Күп тә үтмәй, Мөнирәне ауылына алып барып ташлауын әйтеп, әсәһе менән Мәликә апаһына килеп төштө. Сәфәрҙе алып ҡайтып китмәксе булған ине лә, Мәликә:
-Тормошоңдо юлға һал! Хәҙергә Сәфәрҙе үҙем ҡарайым! Аҙаҡ күҙ күрер!-тип, бирмәне.
Ауырыуҙың ни икәнен дә белмәгән бала, йәше тулыр-тулмаҫ атлап китеп, Мәликәгә “әсәй”-тип теле асылып, һөйләшә лә башланы. Вәғиз армияға киткәнсе, Сәфәрҙе, гел генә үҙе менән атҡа ултыртып йөрөттө. Армиянан һағынып, хаттар яҙҙы. “Тик тормаҫ, шаян Сәфәрҙе ҡарауы еңел булмаһа ла, тулы ғаиләлә үҫә ине лә бит, ҡайҙан ғына шул хатты яҙып һалдым?”-тип үкенеп уйланы Мәликә.
Гөлйыһан, Пермдән ҡайтып, баланы алып киткән ваҡытты уйлап, тағы ла Мәликәнең тыны ҡыҫылды. Поездға ултырып китеү өсөн, ауыл бригадиры ат биргәйне. Арбаға ултырғас Сәфәр: “Әсәй, әсәй!”-тип, илап ҡулдары менән Мәликәгә үрелгәне, һаман күҙ алдынан китмәй, төшөнә инеп йонсотто. Һағынды. Улы, Вәғиз дә, әсәһенә үпкәһен белдереп, хеҙмәт иткән ерендә тороп ҡалды....
Шулай дүрт йыл үткәс, Сәфәрҙе алып, Миннебикә ауылға ҡайтып төштө. Мәликә. һис шикһеҙ, Сәфәрҙе алып ҡалыу уйы менән, нисек кенә булһа ла, баланы үҙенә ылыҡтырырға тырышты.
Шуның өсөн, Миннебикә тыуған ауылына ҡунаҡҡа киткәндә, Сәфәрҙе алып ҡалған ине. Малай, бер аҙ әсәһен һорап, эҙләп йөрөнө. Мәликә уны ҡосаҡларға тырышты. Тик малай, һаман ситләште. Аптыраған Балаларына үлсәп кенә ашатҡан Мәликә, СәфәрҙеаАйырым тәмле итеп ашатырға тырышты. Әле бөгөн дә: иртәләп тартҡан ҡаймаҡты икмәккә һылап тотторҙо ла:
-Бер ҡайҙа ла китмә йәме улым! Ошонда ғына ултырып аша!-тип урам һикеһенә ултыртып, әсәһенә сәй эсерергә, өйгә инеп китте. Ул өйгә инеп китеү менән, Сәфәр, Миннебикә сығып киткән яҡҡа йүгерҙе......
Миннебикә бер туған ағаһына килеп, сәй эсеп ултырғанда, еңгәһе ферманан эштән ҡайтып:
- Бер бала әсәһен эҙләп йөрөй. Русса ла, башҡортса ла һөйләшә. Үҙе әсәһенең исемен әйтмәй икән! “Баланы әсәһен эҙләтеп, Хызыр Ильяс ауылдан ауылға йөрөтә!”-тип һөйләйҙәр. Әйҙәгеҙ әле, мин сәй генә эсеп алайым да, барып күрәйек! Баланы силсәүиткә алып киткәндәр!-тип ҡайтып һөйләгәс, Миннебикәнең: “ Минең Сәфәрем түгелме икән?”-тип, йөрәге жыу итеп ҡалды.
Ошо хәлдән һуң, Миннебикә Сәфәрҙе ҡалдырыу түгел, янынан бер ҡайҙа ла ебәрмәне.
- Аллаһы Тәғәлә миңә яҙған был баланы! Һаман иҫемдә, Донбасстан ҡайтҡас, ауырлы Ғәйшә беҙгә килеп инде. “Шул тиклем ҡаҡлаған ҡаҙ ашайһым килә!-тигәс, ҡаҙым юҡ, ҡаҡлаған өйрәгем бар!- тип, мин уға ҡаҡлаған өйрәк итенән ҡырҡып бирҙем. Шул саҡ Ғәйшә: “Был балам һинеке булыр ахры! Беләм, ҡаҙыңдың юҡлығын! Аяғым үҙе һиңә тартып индерҙе,”-тип тыумаған баланы миңә васыят иттте! Юҡ! Сәфәрҙе бер ҡайҙа ла ҡалдырмайым! Бер кемгә лә бирмәйем! Ул минең үҙемдең улым! -тип яуап бирҙе Мәликәгә.
Аҙаҡ, Ғәйшәнең һәләк булған көнөн дә иҫкә төшөрөп, оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙылар. Мәликә ҡайғырып:
-Үлерен белгәндер! Әсәйем ул үлгәс: “Аңлап бөтмәгәнмен киленемде!”-тип ҡайғырҙы. Ғәйшә киленде, үле тупрағы тартып алып ҡайтҡан! Мәрхүм Шәрифулла ағайымдың ҡатыны Гәүһәриәне башҡа сығарып, Насибулла менән Ғәйшә, төп нигеҙҙә тороп ҡалырға тейештәр ине. Әсәйем дә, “үҙ нигеҙемә ҡайтам,” -тип, һөйләнде.
Нишләптер, Насибулла, Гәүһәриә еңгәмде башҡа сығарырға уйламаны. Тағы, әсәйемде тыңламаны. Шуға әсәйем үпкәләп, улар янына йәшәргә ҡайтманы. Һәр саҡ: “Яңыса тигән булып, улдарым исемдәрен боҙоп бөттөләр! Мулла биргән исемдәренән баш тарттылар! Исемде үҙгәртергә ярамай! Мулла биргән исемде һаҡлаусы фәрештәләр була. Шуға ахры, Заһиҙулла менән Шәрифуллам был доньянан иртә киттеләр! Исем үҙгәреү менән, яҙмыш та кире яҡҡа үҙгәрә! -тип, хәҙер ҙә әйтеп кенә тора.
- Шулаймы? Мин дә кешегә ҡушылып, “Насый”-тип өндәшә инем, әле миңә бейем: “Иреңдең исемен әйтмәй, “һин” тип кенә өндәш тине. Ул миңә эсеп алғанда ғына Ғәйшә тураһында һөйләй. “Ауылға ҡайтайыҡ!”-тип, илап һорай торған булған бит ул! Ғәйшә мәрхүм ҡаршы булған,төп нигеҙҙә ҡалырға. Минең өйөм янындағы буш ергә, дүртмөйөшлө өй һалып, һыйырға көстәре етмәгәс, һөт кәзәһе һатып алдылар.
Донбаста балалар русса уҡығандар икән, шуға русс ауылына уҡырға йөрөтөргә уйлағандар ине. "Ҡыш, буран ваҡыттарында юл ҡала,"- тигәс, ауылға уҡырға бирҙеләр.
Мин үҙем, Ғәйшә менән дуҫлашып киткән инем! Берәй тәмле нәмә бешерһә мине саҡырыр ине. Шул тиклем асыҡ, йомарт, һәр саҡ көлөп-йылмайып һөйләшер ине. Матур итеп йәшәй генә башлағандар ине, яҙмыштыр инде, ирен үҙе ебәрҙе шифаханаға. Иртәгеһенә, савхоздан бала аҡсаһын килеп алырға ҡушҡандар.Шул көндө, таң менән, беҙгә килеп инде лә:
-Әхирәткәйем, балаларға күҙ-ҡолаҡ булып тор инде! Әле генә кәзәне һауып, һөтөн мейес башына ҡуйҙым! Йылы торһон! Сәфәргә имеҙерһең!-тип, сығып китте.
Ферманан быҙауҙарҙы ҡарап ҡайтҡас, килеп инһәм, аптырап киттем! Ауылда, кем шул осорҙа бәпесләгән, барыһы ла Сәфәрҙе имеҙергә килгәндәр . Хатта, күрше урыҫ ауылынан, Нина ла килеп еткән! Береһенең дә түшен алмай! Нина ғына, нисек кәрәк, һөтөн һауып имеҙҙе.
Иҫеңдәме апай, шул көндө төштән һуң, күҙ асҡыһыҙ буран сыҡты. Савхозда әйткәндәр Ғәйшәгә: “Ҡайтма, бигерәк буран көслө бит!-тип. Юҡ инде! “Йәш балам бар!”- тип ҡайтырға сыҡҡан. Күптә үтмәй, уның артынан уҡытыусы Ғимран ағвй ҙә, ҡайтырға сыҡҡан. Уға әйтеп ебәргәндәр. “Әле генә Ғәйшә ҡайтып китте. Нисек ҡайтып еткәнен инеп бел!”-тип. Ғимран ҡайтып сәй эскән. Шунан һуң ғына килһә, Ғәйшә ҡайтмаған! Бөтөн ауылды күтәреп, ферма фонарҙәрен алып, эҙләргә сыҡтыҡ.
Юҡ инде, ғүмеркәйҙәре бөткәс ни!
Бер аҙна үткәс, минең улым Ғосман, кәбән төбөн таҙартырға саңғы менән сығып киткәйне. Шунда ғына Ғәйшәнең кәүҙәһенә барып төртөлгән. Шул көнгә тиклем, “башҡа ауылға сығып киткәндер”- тигән уй менән, күрше ауылдарҙан эҙләнеләр. Ә ул, ауыл яғына боролмайынса, өҫкә, ҡаршылағы түш яғына сығып киткән! Шырпыһы ла булған бит! Шунда ут төрттә ебәр инде кәбәнгә! Төрмәгә ябыуҙарынан ҡурҡҡандыр инде мәрхүм! Сталин иҫән саҡта, күптәрҙе юҡҡа ғына төрмәгә ултырттылар бит! Беһҙҙең менән лесхозда йәшәгән, күршебеҙ Фатиманы, “дүрт балаһы бар!”- тип тә тормай, һуғыш ваҡытында, ураҡтан урылмай ҡалған баҫыуҙағы дүрт арыш башағы алып ҡайтҡанға ғына, алты йыл төрмәлә ултырып сыҡҡан! Бигерәк ҡурҡыныс йылдар ине шул! Насибуллаға килгәндә, “биш бала өҫтөнә кем килһен!”- тигән булып, үҙегеҙ күмәкләп димләнегеҙ шул Мөнирәне!
Ул Донбассҡа киткәс, шул Мөнирә, балаларҙан эш эшләтеп, үҙе көҙгө янынан китмәне. Биҙәнә-төҙәнә лә, ләстит һатырға, урамға сығып китә. Өй эштәрен Фәүзиә менән Мәрзиә башҡарһа, Гөлйыһан: өйгә утын ҡырҡып ташыны, мал ҡараны, шишмәнән һыу ташыны. Әле балаларҙан кер йыуҙыра ла, “ағартып йыумайһығыҙ!”-тип, туҡмай торғайны. Сәфәрҙе ҡарарға кеше лә булманы. Балалар Сәфәр янына килә башлаһалар, селек эләкте.
Әле үҙе, шишмәнән боҙ кеүек һалҡын һыуға," һыуыҡ тейеп үлһен""- тип,Сәфәрҙе һыуға батырып ала икән! Үҙе беҙгә инеп: “Үлмәһә, үлмәй бит! Көндә һалҡын һыуға тығып алам!” -тип ғәжәпләнеп һөйләне! “Насибулла ҡайтһа асыуланыр! Етем балаға үлем теләп, бәхетле булырмын тип уйлайһыңмы?”-тип әйтеп ҡарағайным, мыҫҡыллы йылмайып: “Әллә шул бала Насыйға кәрәк тип уйлайһыңмы? Яратмай ул Сәфәрҙе! Илай башлаһа, ҡолағын мендәрен һалып: “Ғәйшә үлгәнсе, һин үлһәң! Мәрзиә ал шул баланы! Сәфәрҙе күргән һайын, Ғәйшә иҫемә төшөп йәнемде ғазаплай!”- тип, аптырағандан сығып китте ул Донбасына! Миңә, уның әрәмтамаҡтары кәрәк тип белдеме икән? Мәрзиәһе күпме генә ашаһа ла ас! Гөлйыһаны йылан кеүек уҫал! Бер һүҙгә биш яуап әйтә! Ирешергә генә тора. Арыным мин уның балаларынан! Бер ике ай көтәм дә, ҡайтмаһа, ҡайтып китәм! Мин уға бала ҡараусы булыпе килмәнем, ҡатын булып килдем!” -тип, ауыҙымды яба торған ине. Етмәһә ирен минән көнләште. Дөрөҫ, йәш саҡта күҙем төшөп, илаған саҡтарым күп булды. Аҙаҡ, апайым, Ғосмандың атаһы Ғабдуллаға кейәүгә биргәс, һүрелгәйнем.
Әлфинур Сәфәрҙе алып киткәс, Насибулла оҙаҡламаны, ҡайтты. Ул ҡайтҡан көндө, мин тәрбиәләгән дүрт-биш ферма быҙауҙары ятып үлде. “Төрмәгә ултыртып, Ғосманым етем ҡалыр инде!”-тип, илап, колхоз рәисенә ингән инем, шунда уның Донбасстан йөрөп ҡайтҡанын күрҙем. Килеп күреште лә, елкәмә генә ҡулын һалған ине, шул саҡ килеп ингән Мөнирәне күрһәң! Ауыҙынан ни сыҡҡанын белмәй ҡысҡыра башланы. Рәйесте лә ишетмәй! Шул саҡ, рәйес уға ҡарап: “Бар, минең Аҡбәкәлде ек тә, хәҙер үк ауылына алып барып ташла!-тине. Шунда ғына тынып ҡалды.
Шул уҡ кисте беҙгә Гөлйыһан, Фәүзиә, Мәрзиә килеп инделәр. Фәүзиә миңә:
-Миннебикә апай, беҙгә әсәй бул! Беҙ һине яратабыҙ! -тип, мине етәкләнеләр ҙә өйгә алып ҡайттылар. Мин әле бер ни аңламай, ҡыҙҙарға эйәреп килеп индем.
“Ҡурҡма!-тине миңә Насибулла!. Әйҙә төрмәгә ултырғансы, Ғәйшәнең паспорты менән, миңә эйәреп, Пермь яҡтарына урман ҡырҡырға китәйек! Унда барғас, Ғосманың менән башҡа баракка урынлашырһың”- тине.
Килеп етәс, ҡайҙа ул айырым барак биреү! Балалар миңә беренсе көндән үк “әсәй!”-тип өндәштеләр. Ир ҡатыны булып һаналһам да,бер йылға яҡын сит булып йәшәнек.

-Ҡайһы берҙә ғәжәпкә ҡалам, Гөлйыһандың шул тиклем башлы, аҡыллы булыуына! Беҙҙең ир-менән ҡатын булып йәшәмәүебеҙҙе һиҙеп, үҙе менән бергә уҡыған үзбәк егетен эйәртеп ҡайтты. “Булды инде, ҡыҙ менән егет булып йәшәргә! Бер-берегеҙҙе һынап бөткәнһегеҙҙер!”-тип, теге егеттән, беҙгә никах уҡыттырҙы. Шулай инде тормош тигән нәмә! Бер артын, бер алдын күрһәтә! Тәүге осорҙа бик ҡайғырған инем. Миңә ҡарамаҫ кеүек ине Насибулла! Аллаға шөкөр, хәҙер бер-беребеҙҙе аңлап, бик татыу йәшәйбеҙ! Бына һеҙгә генә аптырайым! Ике генә бөртөкһөгөҙ! Нишләп һуң бер-берегеҙҙе аңларға тырышмайһығыҙ! Һәр ҡайнығыҙ үҙ тормошо менән йәшәй! Туғанлыҡ ептәре юҡ кеүек. ”Әйҙә бергәләп ҡайтайыҡ!”-тиһәм дә, ҡайтманы.
Инде, йәшәрен йәшәгән, ашарын ашаған тигәндәй, бейем үҙ нигеҙендә йәшәгәндә, ике килене менән дә уртаҡ тел таба алманы. Бейем өсөн, уның улдары: иң булған, иң уңған, иң сибәр, иң аҡыллы!
Уларға тиң булырлыҡ, ауылда ҡыҙ тапмай, Шәрифуллаға ситтән эҙләп яусылатып алды бай кәләште! Хәлле ғаилә менән ҡоҙа- ҡоҙағый булып, ауыл кешеләрен көнләштереп, гөрләп йәшәйһе килде! Ауылыбыҙҙа ла сибәр ҡыҙҙар күп ине бит! Заһиҙулла тураһында ла, ауылда, Донбаста, үҙе менән эшләгән ҡый ҡыҙы менән йөрөүен һөйләнеләр! “Хөппи ҡыҙына, һорамай өйләнгән Насибулла еткән! Кәрәге юҡ!”-тип, тағы Заһиҙуллаға ла кәләш эҙләй башлаған ине лә, күптә үтмәй, Заһиҙулланың үле хәбәрен алды.
Әле һөйләшеп ултырған инем бейем менән, һаман да, нигеҙегә ҡайтып йәшәүебеҙҙе теләй! Нисек аңлатырға уға? Ҡайтмай Насибулла! Шәрифулланың бер генә бөртөк улын, ата һөйөүен белмәй үҫкән ҡыҙҙарын ҡыуып сығарһынмы? -тип, һораулы ҡарашын Мәликәгә йүнәлтте.
-Шулай шул килен! Әсәйем һөйләүенсә, үҙе бай ғаиләнән төшкән атайыма! Үҫмер сағымда, әсәйем мине лә яратмаған кеүек тойола ине. Дөрөҫ әйтәһең! Малайҙарын яратты. “Ҡыҙ кеше – кеше балаһы!”-тип, әйтә торған ине миңә. Ҡартайым мәрхүм, оҙон ғүмерле булды. Шул ҡартайымды ла яратмай: “Үлем һыуы эскәнһеңдер!”-тип, үҙенә әйтә ине.Ҡартайым күпте күреп, күпте кисергән кеше! Ул бит, егерме биш йыл батшаға хеҙмәт итеп, үҙ ауылына ҡайтһа, ут сығып, ауыл менән бергә, кешеләре лә янып бөткән! Башы һуҡҡан яҡҡа сығып китеп, ай буйы ауылдан ауылға йөрөгән булған. Нисектер беҙҙең ауыл аша үткәндә, оста, ярлы ғына йәшәгән әбейгә фатир төшә. Ул әбейҙең, кейәүгә сыға алмай, утыҙҙан үткән ҡыҙы була. Шул ҡыҙ: “Әйҙә һин миңә өйлән! Ә мин һиңә малайҙар тыуып бирермен!”-тип әйткән.
Ысынтылап та, йыл һайын тигәндәй бала тапҡан ул! Тик балалары тыуып торған, үлеп торғандар! Ҡәрсәйем мәрхүмә, туғыҙ ул табып, тик беҙҙең атайыбыҙ ғына тере ҡалған. Быны мин ни өсөн һөйләйем? Энем менән ғүмер кисерергә булғанһың икән, беҙҙең нәҫел-нәсәпте белергә тейешһең! Ярар, ҡыҙҙар үҫкәндәр. Ә бына Сәфәрҙе миңә ҡалдырһаң яҡшы булыр ине. Сит ерҙә йәшәп, балаларға дөрөҫ тәрбиә бирергә кәрәк. Улар үҙ телдәрен дә белергә тейештәр, - тип, тағы нимәлер әйтмәксе булып, ауыҙын ғына асҡан ине, Миннебикә:
– Юҡ!!! Һорама ла, әйтмә лә! Ҡайһы әсә үҙ балаһын кешегә бирһен! Сәфәр минең үҙемдең улым!-тип, ҡырт киҫкәс, Миннебикә, уларҙы оҙатҡансы, был турала һүҙ ҡуҙғалтманы.
Шулай булһа ла, Сәфәрҙе оҙатҡанда, ниҙер һиҙенгән кеүек, йөрәктәре өҙөлдө.
Баланың ниндәй ауыр тормош юлдарын үтерен белмәй ине әле Мәликә!
Бәлки, белгән булһа, үтә алмаҫтай кәртә булып, китер юлдарына һуҙылып ятып булһа ла, ебәрмәҫ ине лә бит Сәфәрҙе.......
Миннебикә, ауылдан йөрөп ҡайтҡас, Сәфәрҙе тағы ла нығыраҡ ярата башланы. Етемлектең нимә икәнен белеп үҫкән Миннебикә, Насыйҙың балаларын ҡыйырһытманы. Өйҙәге эште Мәрзиә менән эшләһәләр, тыштағы эш Сәфәргә эләкте. Миннебикә уға ярҙам итергә тырышты. Миннебикә етемлектең һурпаһын татып үҫкән. Уның әсәһе менән атаһы, әле йәше лә тулмаған ҡыҙын ҡалдырып, дифтирия тигән, тамаҡ ауырыуы менән ауырып, үлеп китәләр. Миннебикәне ҡәрсәһе ҡарап үҫтерә. Һәр саҡ: “Ир кешегә, һис ҡасан да, ҡаршы һүҙ әйтергә ярамай!”-тип ҡабатларға ярата. Унһигеҙе лә тулмаған, моңло ҡарашын оҙон ҡара керфектәр уратып алған, ап-аҡ йөҙлө һылыу ҡыҙҙы, етемлектә үҫкән Ғәйфулла исемле, оло ғына егеткә кейәүгә биргән көндө үҙе баҡыйлыҡҡа күсә.
Миннебикә, ун биш йәштән йөрәген Насыйға бирһә лә, ҡәрсәһе өйрәткәнсә башын эйеп, ире нимә әйтһә шуны тыңлап, ете йыл тормош көткәндән һуң, Ғәйфулланың аҡылы бутала башлай. Нимә һөйләгәнен белмәй. Аҙаҡ, үҙ бармаҡтарын сабып өҙә. Уны дарыуханаға оҙаталар. Аҙаҡ, тилеләр йортона ебәрәләр. Бер йылда үтмәй, шунда үлеп ҡала.
Насыйҙың ялғыҙ ҡалған Миннебикәгә өйләнеп, төрмәнән ҡотҡарыуы, уның өсөн ҙур бәхет булып, иренең күҙенә генә ҡарап йәшәй. Ул нимә әйтһә шуны эшләй.Шуның өсөн бик яҡлай алмай малайҙы.
Сәфәр үҫкән һайын, уйынға ғына түгел. уҡыуға ла ваҡыты ҡалмай башланы. Сөнки ағаһы урынына аттар ҡарай. Минемулла аттар ҡарарға яратмай, күберәк урмансылар араһында бутала. Улар менән бергә ултырып, атаһынан йәшереп кенә тәмәкеһен тарта, араҡынан да баш тартмай.
Ә Сәфәр аттарҙы үлеп ярата. Шуның өсөн ат ҡарауҙың ауырлығы һиҙелмәй уға. Йәй көнө бейәләрҙе айғырға эйәртеп, сығарып ебәрәләр. Сәфәр уларҙы эҙләп алып ҡайта. Бигерәктә, аттар эҙләгәндә, көйләп һыҙғырып ебәрһә, өйөр айғыры уға кешнәп яуап бирә.
Көҙ көндәре етә башлаһа ғына ауыр. Ялан тәпей көйө кейгән тишек итегенән һыу үтеп, аяҡ-ҡулдары өшөгәндә, аттың ялы араһына тығып аяғын, ҡулын йылыта. Етмәһә, ҡырпаҡ ҡар төшә башлау менән ашарға эҙләп, аттар унар саҡырым урман араһындағы болондарға сығып китәләр. Сәфәрҙең, оҙаҡ ҡына таба алмай йөрөгән ваҡыттары ла була.
Аттарҙы тапҡас, ҡайһы берҙә, шул болонда, ҡыуаҡлыҡ табып, бәләкәй генә, бер кеше һыйып ятырлыҡ ҡыуыш ҡора. Башын шыршы ботаҡтары менән яба. Ҡыуыш янына усаҡ яға. Аттар ҙа, йылыға, усаҡ янына йыйылалар. Төн уртаһы еткәс кенә, таңға тиклем һүнмәһен өсөн, усаҡҡа йыуан серек ағас төптәрен һала. Ҡыуыш эсенә ҡоро япраҡ тултыра ла, шул япраҡтарға күмелеп, йоҡларға ята. Оҙаҡ ҡына, аттарҙың яҡында ғына ашап йөрөүҙәрен тыңлай. Ҡайҙалыр өкө өһөлдәй. Хатта ҡайҙалыр, бүреләрҙең олоғаны ишетелә, тик өйөр айғырынан ҡурҡып, аттар йөрөгән болонға яҡын килмәйҙәр. Хәйер, бүреләргә ашарға аҙыҡ һанап бөткөһөҙ! Урман тулған йәнлектәр менән! Ҡыуыш янынан ғына, ниндәйҙер йәнлектең ҡыштырлап үтеп киткәне ишетелә. Шулай урман моңон тыңлай-тыңлай, йоҡоға тала.
Кейеме йоҡа булғанға, иртән тороп китеүе генә ҡыйын. Ундай ваҡыттарҙа йылы мейескә терәлгән кеүек аттың арҡаһына терәлә. Тәне һыуыҡҡа күнегә башлағас ҡына, яратҡан ҡара айғырға менеп атлана ла, урман яңғыратып атаһынан ишеткән йырҙы һуҙа.
Аҡ ҡарсыға менән күк ҡарсыға,
Шыҡыйып та осоп талсыға.
Егет кенә булһаң ай ҡыйыу бул,
Ҡыйыулыҡтар менән дан сыға.
Ҡар яуып, аттар кәртәгә ингәс кенә мәктәпкә уҡырға бара. Уҡытыусы: “Их Сафарка я понимаю,что надо помочь родителям! Но не так же! Учиться тоже надо!”- тип шелтәләһә лә, Сәфәрҙе башҡа балаларҙы тиҙерәк ҡыуып етһен өсөн, дәрестәр менән ярҙам итергә тырыша. Дәресен белмәгән ваҡытта ла икелене ҡуймай. Ә инде өйгә бирелгән, яҙа торған дәрестәрҙе Минһылыу әҙерләй. Мәктәптән дә бергә ҡайталар. Сәфәр белә, өйҙә икмәк тә, тәмле ашта юҡ. Бына исмаһам Фатима апай тәмле итеп бешерә ашарға! Шуның өсөн улар Минһылыу менән Фатима апайҙың ишегенә йүнәләләр.
Фатима апайға килгәндә, бер генә бөртөк, яратҡан ҡыҙына йәштән кейәү әҙерләп: “Буласаҡ кейәүем!”-тип, кенә йөрөтә Сәфәрҙе. Ашағандан һуң малай, аттары янына аталсыҡҡа йүгерә. Тик кис менән барыһы ла киске ашты ашап, түшәккә йығылғас ҡына Сәфәр өйгә ҡайта. Миннебикә генә йоҡламай, малайын көтә.

Ни хәл итмәк кәрәк! Маңлайыңа яҙылған икән,. күрәсәгеңде күрмәйенсә гүргә инеп булмай! Нисек кенә йәшәһәң дә, барыбер һиҙҙермәйенсә дауам итә тормош!.
Миннебикә балалар менән йәмле йәй көндәре етһә, болондарҙа еләк бешә башлау менән еләккә йөрөнө. Мәрзиә, йыйған еләкте, Кама аша паромға ултырып, ҡалаға һатырға йөрөнө. Шул аҡсаға ҡышҡы кейем-һалым алып ҡалырға тырыштылар. Шуныһы яҡшы, әлдә генә балалар ишле булғас, хөкүмәт ташламай. Көҙ етеү менән кейемен бирәләр, мәктәп-интернатта бушҡа ашаталар.
Шулай, Миннебикә үҙ яҙмышына риза булып, тормоштоң ауыр йөгөн Насый менән бергә тартырға тырышты.Тик Насыйҙың эшләгән аҡсаһы ғына ғаиләгә етеп бармай шул. Сөнки аҙна һайын тигәндәй Насый, башҡа ирҙәр менән берлектә, кибеттән яҙҙырып араҡы алып эсәләр ҙә, аҡса алыу менән бурыстарын түләйҙәр. Ҡайһы берҙә, урмансыларға аш бешерергә ат, йә булмаһа һыйыр һуйғанда, эс-ҡарынын Миннебикәгә бирәләр. Ул көндө балаларға байрам була. Миннебикә тәмле итеп эсәктән бәлеш һала. Ҡалған эсәктәрҙе өй башына мендереп, киптерергә элеп ҡуя. Баш итен турап, тоҙлай ҙа, банкаға тултырып, ҡар баҙына төшөрә. Шул һаманда, аҡса юҡлыҡ! Һыйыр малына һалынған һалым йыл буйы түләнмәгәнгә, һыйырҙы алып сығып киткәндә, һыйырҙарын йәлләп, Фәрҙиә менән Сәфәр илағанға, үҙәктәре өҙөлдө Миннебикәнең. Тик иренә һүҙ әйтергә ҡыйманы. Һалымдан ҡалған аҡсаға, балаларға һөт булһын, тигән уй менән, Насый баҙарҙан һөт кәзәһе алып ҡайтты. Элекке кеүек ҡаймаҡ-ҡатыҡ булмаһа ла, һөт балаларға етеп торҙо.
Тик бына,Фәүзиәнең генә тормошо артҡа китте. Рафиҡ шул тиклем көнсөл булып сыҡты. Йыш ҡына, Фәүзиәнең тәне күгәреп, Миннебикә янына килһә лә, атаһына әйтергә ҡурҡты. Сөнки белә, атаһының ҡыҙыу ҡанлы икәнен! Бигерәктә эсеп алғанда, Рафиҡты үлтергәнсе онтап ташлаясаҡ! Ҡайһы берҙә Насый: ”Нишләп, беҙҙең Фәүзиә ҡояшҡа киптергән кеүек ябыҡ икән?”-тип, Миннебикәнән һораһа, ул да иренә һөйләргһә ҡурҡып: “Тормош көтөү - йылға кисеү түгел! Ирҙе, баланы ла ҡарарға кәрәк!”-тип кенә яуап бирә.
Белмәйем, күпме түҙер ине Фәүзиә! Яҡшы бысҡысы булыуына ҡарамаҫтан, яңы ун туғыҙы тулған Рафиҡты армия сафына алдылар. Фәүзиә, икенсегә ауырлы булып ҡалыуын, ире армияға киткәс кенә белде. Әҙ булһа ла, декретҡа сығып, аҡса алыу ниәте менән ятаҡта иҙән йыуырға урынлашты. Әҙме-күпме, ире армияла булғаны өсөн, Гүзәлиәгә аҡса түләй башланылыр. Фәүзиә, күҙгә күренеп, асылған роза кеүек, бит остары ҡыҙарып, матурланды. Ысынтылап та, ауырлы булһа ла, балаһы менән кейәүгә алырға теләүселәр ҙә табылды.Тик йәш ҡатын, иренең туҡмағандарын онотоп, армия сафына ҡайнар мөхәббәт хаттары яҙҙы.
Икенсегә, ҡатынының ауырлы икәнен белгән Рафиҡ, һаман элекке ғәҙәтен ташламай: “Дөрөҫөн әйт, кемдән ауырлы булдың?”-тип, армиянан көнсөл яуаптар яҙҙы....
Тик уларға барыбер бергә булырға тура килмәне...
Рафиҡ, Чехсловакияла хеҙмәт итеп, бунтҡа ҡаршы көрәшкәндә һәләк булды. Фәүзиә, иренән туҡмалған көндәрен онотоп, ирен һағынып, мендәрен ҡосаҡлап илаған төндәре күп булды. Ундай ваҡыттарҙа Миннебикә: “Ҡуй, илама! Балаларың тураһында уйла!” - тип, Фәүзиәне йыуатты. Насый ҡыҙын ирҙәр ятағында ҡалдырмай, үҙҙәренең барагына күсереп алып ҡайтты.
Фәүзиә ҡайтҡадан һуң, бала ҡарап өйҙә ултырмаҫ өсөн, Сәфәр йыш ҡына аталсалыҡ өйөндә йоҡларға ҡалды. Күмәк бала араһында Сәфәрҙең юҡлығы һиҙелмәне лә. Хәйер уның өйгә ҡайтаһы ла килмәй. Ҡайтһа, эштән ҡыҙмаса булып ҡайтҡан атаһының ҡарашынан ҡурҡа.....
Бишенсе класста, уҡыуҙар тағы ла ауырлашты. Сөнки төрлө фәндән, төрлө уҡытыусы керҙе. Ҡайһы бер уҡытыусы Сәфәрҙе аңларға тырышһа ла, ҡайһы берҙәре Сәфәрҙең атаһын, мәктәпкә саҡырып, асыуландылар. Ул ваҡытта инде, көттә тор! Атаһы бик ҡул күтәреп, һуғып бармаһа ла, картуф баҙына төшөрөп ябып ҡуясаҡ! Шул саҡтарҙа Сәфәр, әсәһен саҡырып илаһа ла, Миннебикә Насый өйҙән сығып китмәйенсә Сәфәрҙе баҙҙан сығармай. Тик һис кенә лә аңлай алмай Сәфәр! Йыш ҡына әсәһе: “Ул бит һиңә үгәй түгел дә инде! Нишләп бар асыуыңды Сәфәрҙән алаһың?”- тип әйтә икән, тигән уйҙар килһә лә, әсәһенән һорарға уйламаны ла.
Шулай көндәр үтә торҙо. Бер көндө, мәктәптән ҡайтҡас, Минһылыуға эйәреп, Фатима апайҙарға инде. Тәмле ҡоймаҡ еҫе урамға тиклем сығып, танауҙы ҡытыҡланы. Улар килеп инеү менән Фатима апай:
-Бына һеҙҙең уҡыуҙан ҡайтыуығыҙға ҡоймаҡ ҡойҙом! Сәфәр һиңә әйтәм! Үгәй-үгәй инде ул! Һине тәмле итеп ашата тейһеңме? Миннебикә аш бешерһә, иң тәмлеһе Насыйға! Унан Фәрҙиә, Миннемулла, Фәүзиә, тағы үҙе ултырып ашай! Ашы ҡалһа һиңә, ҡалмаһа юҡ! -тип, Сәфәр менән Минһылыуҙы өҫтәл янына саҡырҙы. Сәфәр:
-Кем үгәй?-тине аптыраулы ҡарашын Фатима апайға йүнәлтте.
-Шуны ла белмәйһеңме? Һин уға “әсәй”- тип йөрөгән булаһың! Миннебикә һинең әсәйең түгел дә инде! Ул бит һиңә үгәй! Йә инде, шуны ла белмәгәнһең икән! Аша! -тип, ҡоймаҡты Сәфәр яғына шылдырып ҡуйҙы. ...
Сәфәрҙең, ауыҙына ҡапҡан ҡоймағы тамағына тығылды. Әллә ҡоймаҡтан, әллә ишеткән һүҙҙән, күҙҙәренән йәштәр атылып сыҡҡансы сәсәргә тотондо.
-Алдама!!! Нишләп алдайһың Фатима апай! Ул минең үҙ әсәйем!-тип, һаман сәсәй-сәсәй, йәшле күҙҙәрен ҙур асып, Фатима апайға ҡараны. Фатима ҡулдары менән аяғына һуғып:
-Бәтәс! Баланы шулай алдап йөрөтмәһәләр! Кит инде! Атайың үҙеңдеке! Үҙ әсәйең түгел Миннебикә! Һинең үҙ әсәйең туңып үлгән бит! -тип әйтеп бөтөрмәне, Сәфәр ҡулындағы ҡоймағын иҙәнгә бәрҙе лә:.
-Алдаҡсы! Нишләп алдайһың?-тип, ҡысҡырып ишекте шар асты ла, ябырға ла онотоп, урамға югереп сыҡты. Илағанын күрмәһендәр өсөн, ауылдан алыҫ булмаған ҡара урман эсенә йүгерҙе.

Сәфәргә яңғылыш әйтеп ысҡындырғанын аңлап Фатима апай, Миннебикәнән бигерәк, Насыйҙан ҡурҡып, уларға инмәне. Минһылыуға ла:
- Ҡайҙан ғына беләйем инде! Мин бит, Миннебикәнең үгәй әсә икәнен беләлер тип уйлаған инем! Ҡара һин уны! Шулай ҡара эсле малай икән тип, башыма ла килмәгән ине! Нисек итеп, үгеҙ һымаҡ һөҙөп ҡараны! Мин ғәйепле түгел бит инде, әсәһенең үгәй икәненә! Лесхозда барыһы ла белә! Мин әйтмәһәм башҡаһы әйтер ине! -тип һөйләнергә тотондо. Минһылыу әсәһенә ҡарап:
-Әле генә Миннебикә еңгәне осратҡайным, Сәфәр һеҙ ҙә булһа ҡайтһын!-тине. Аптырашта ҡалған Фатима:
-Ах, өйөнә ҡайтмағанмы? Ҡайҙа китте икән ул? Күп булһа ирҙәр ятағында, йә булмаһа аталсыҡта яталыр! Өйөнә ҡайтмай, теләһә ҡайҙа тик йөрөй бит ул! Кем тәмле ашата, шуларға инә. Лесхоз халҡына ҡыҙыҡ: йырлаталар, һөйләндерәләр! Мәктәпкә лә күренмәнеме ни? -тип, һораулы ҡарашын ҡыҙына текәне.
- Мәктәпкә лә килгәне юҡ! Класс етәксеһе асыуланды. “Алтынсы классҡа күсермәйем!”-тип әйтте. Тағы Насый олатайҙы мәктәпкә саҡырғандар ине, ул өйҙә юҡ икән. Әле генә Фәүзиә апай китте,-тип әйтеп бөтөрмәне, Фатима ҡурҡышынан:
-Бар ҡыҙым, эҙләп алып ҡайт йәме! Һин уның ҡайҙа икәнен беләһеңдер бит! Ә мин картуф ҡыҙҙырам. Тура үҙебеҙгә алып ҡайт! Үҙҙәренә ҡайтһа, туҡмап ҡуйыр атаһы! -тип, ҡыҙын оҙатты ла, йырлай-йырлай картуф әрсергә ултырҙы.
Аҡҡош аталар мы икән,
Итен һаталармы икән?
Бәхетһеҙ булған балаға
Бәхет һаталармы икән?
Минһылыу иң беренсе, үҙҙәре уйнаған, урман буйындағы ҡыуышҡа йүгерҙе. Ҡыуыш янына килеп баҫты ла, дүртенсе классҡа тиклем уҡытҡан уҡытыусыһына оҡшатырға тырышып:
-Сафарчик! Ты где? Я иду тебя искать!-тип ҡысҡырып,ҡараңғы ҡыуыш эсенән инергә ҡурҡһа ла, ҡурҡыуын еңеп, ҡыуыштың һәр мөйөшөн тикшереп, һәрмәп сыҡты.
-Я знаю где ты! Около Камы да?-тип, сылтырап ағып, Камаға ҡойған бәләкәй генә йылға ярына йүгерҙе. Был ерҙе улар, Сәфәр менән икәү генә беләләр. Бында килгәндә лесхоз балаларын эйәртмәйҙәр. Сәфәр ҡушмай башҡа балаларға әйтергә. “Ҡарлуғастарҙы ҡурҡыталар!”-ти. Улар өндәшмәй генә, текә ҡыҙыл ярҙан, ҡарлуғастарҙың ҡыйылып осҡанын, аҙаҡ суҡыштарына нимә булһа ла ҡабып, ояларында көткән ҡошсоҡтарын ашатҡанын күҙәтергә яраталар. Инде көҙ еткән! Ҡарлуғастар ҙа осмай, һыу буйы бойоғоп ҡалған кеүек. Хәйер, уҡый башлағас ваҡыттары ла юҡ. Әсәһе эштә саҡта, Минһылыу өй эштәрен башҡара. Сәфәр мәктәптән һуң аталсыҡҡа ат ҡарарға йүгерә. Минһылыу яр башынан бер аҙ ҡарап торҙо ла:
-Сәфәр!!! Әйҙә әсәйем картуф ҡыҙҙыра! Беҙгә барып ашайыҡ!-тип, күпме генә ҡысҡырһа ла яуап биреүсе булманы. Лесхозға ҡайтып, Сәфәр менән уйнаған малайҙарҙың өйҙәренә лә инеп сыҡты. Йәй көнө уйнаған һәр ерҙән, күпме генә эҙләһә лә, Сәфәр һыуға батҡан кеүек юғалды ла ҡуйҙы. Арып-талып өйгә ҡайтып инеү менән Фатима апай:
-Нишләп оҙаҡланығыҙ? Ҡайҙа Сәфәр? Бар, әйт, инһен өйгә! Шул тиклем үҙ һүҙле малай булыр икән! Хәҙер генә аңлайым Насыйҙы! Тыңламағанға эләктергән уға!-тип, Минһылыуға ҡараны. Минһылыу, үҙен ғәйепле кеүек һиҙеп, башын эйеп, бер һүҙ өндәшмәй, баҫып тик торҙо. Фатима апай түҙемһеҙләнеп:
-Нишләп тораһың? Бар саҡыр тип әйттем бит! -тип ҡысҡырҙы. Шул саҡ Минһылыу:
-Ул әллә ҡайҙа ҡасып ҡалды!-тип, илап ебәрҙе
-Ҡайҙа ҡасты? Әйҙә күрһәт! Үҙем барам! Атаһы эләктерә икән был малайға!-тип, ҡыҙының ҡулынан тартып, ишеккә һөйрәне. Минһылыу, әсәһенең ҡулынан тартып алмаҡсы булһа ла, Фатима көслө ҡулдары менән ебәрмәй һаман ҡыҙын ишек яғына әйләне.
-Мин уны күрмәнем! -тип Минһылыу, иҙәнгә йығылып, нығыраҡ ҡысҡырып илай башланы. Фатима апай, ҡапыл ҡыҙының ҡулын ебәреп:
-Нисек күрмәнең?-тине аптырап.
-Мин бар ерҙе лә ҡарап сыҡтым. Ул бер ергә лә йәшенмәгән!-тине, һаман илауынан туҡтай алмай. Фатима апай бер аҙ тынып ҡалды ла, аҙаҡҡы йылда нәҙек-оҙон булып үҫеп киткән ҡыҙын күтәреп алды. Бер аҙ уйланып торғандан һуң:
-Балаҡайым, төрмәнең нимә икәнен беләһеңме? -тип һораны. Минһылыу өндәшмәй генә башын сайҡағас:
- Мин һиңә үҫкәсерәк һөйләрмен тигән инем. Йәш сағымда, нахаҡҡа төрмәгә ябып, дүрт йыл бикле яттым. Әгәр, милиция минең яңғылыш әйткән һүҙемдән Сәфәрҙең ҡасып сығып киткәнен белһәләр, тағы төрмәгә ябасаҡтар. Ә һин ул саҡта кем менән ҡалырһың? Минең Сәфәр менән һөйләшкәнде бер кемгә лә әйтмә!
-Сәфәр ҡайтҡас, үҙе әйтһә?
-Ҡайтһа ярай ҙа! Һин уны беренсе табырға тейешһең! Әллә һыуға төшөп, батып үлдеме икән, балаҡай?
Әсәһенең әйткән һүҙенән Минһылыу тағы ла ҡысҡырып, нығыраҡ иларға тотондо. Уның тауышын ишетеп, ҡыҙын етәкләп Миннебикә килеп инде.
-Ишеткәнем юҡ ине, Минһылыуҙың улай ҡысҡырып илағанын! Берәй ере ауыртамы әллә?-тип һораны.
-Әйе! Эсе ауырта. Әле генә көсләп, әрем һыуы эсергәйнем, шуға илай! Бар ҡыҙым, минең урынға инеп ят! -тип, эре биҙәкле ситсы тауар менән ҡоролған шаршау артына индереп ебәрҙе.
-Сәфәр ҡайҙа һуң? Һеҙҙә түгелме ни?
- Нишләп беҙҙә булһын? Ике көн үткәс кенә Сәфәрҙе эҙләргә булдыңмы? Эшеңде эшләткәндә, балаңды ҡарағанда, “улым да, улым!”-тигән булаһың! Белмәйем, ике көн инде беҙгә килгәне юҡ! Ана үҙеңдеке булғас, үҫеп бөткән Фәрҙиәңде гел етәкләп кенә йөрөйһөң! Кисә ҡайтмағас, нимә ҡараның? -тип, аптырап ҡалған Миннебикәне, төрткөләп тигәндәй сығарып ебәрҙе.
Урамға сыҡҡас, ҡайҙа барырға, кемдән һорарға белмәй аптырап ҡалған Миннебикә, Фәүзиәнең мәктәптән ҡайтҡанын көттө...
Кис етеү менән, лесхоз халҡы барыһы ла, Сәфәрҙең юғалғанын беләләр ине. Йәй көнө булһа, аттар араһында тип уйларҙар ине лә, аттар хәҙер, барыһы ла аталсыҡта. Насыйға эштән ҡайтып етмәҫ борон әйтһәләр ҙә, иҫе китмәй генә:
-Бәләкәй түгел дә инде, юғалырға! Пермгә, Гөлйыһан янына киткәндер! Бер ни ҙә булмаҫ! Ҡайтыр әле!-тип кенә ҡуйҙы. Шулай булһа ла, почтаға барып, Гөлйыһандан Сәфәрҙе һорап телеграмма ебәрҙе.
Йәй көндәре аттар менән урманда ҡалып, йоҡлап йөрөгән Сәфәрҙең аҙашыуына ышанманы. Һыуға батты тиер инең, ул бит һыуҙа балыҡ кеүек йөҙә! Аптырап ҡалған Насый, лесхоз халҡы менән урманға сығып эҙләнеләр. Мылтыҡтан да атып ҡаранылар, тик Сәфәр бер ҡайҙанда табылманы. Телеграмма алыу менән Гөлйыһан да ҡайтып етте.

Сәфәр, Фатима апайҙың өйөнән йүгереп сығыу менән, урман эсенә уҡтай атылды. Урман эсендә генә күҙ йәшенә ирек биреп:
-Күрә алмайым! Ненавижу!!! Кәрәгегеҙ юҡ берегеҙҙең дә! -тип һөйләнә-һөйләнә, ҡайҙа барғанын да аңламай, һаман йүгерҙе лә, йүгерҙе. Хатта урман эсенә ингәс тә, кемдер уға: “Үгәй, үгәй!”-тип үсекләгән кеүек тойолдо. Ботаҡтар битенә бәрелгән һайын: “Ул минең әсәйем түгел! Ул миңә үгәй! Үгәй!!-тип ҡысҡырып илаһа ла, абынып йығылһа ла, тыны ҡыҫылып, эсенән ауыртыу тотоп-тотоп алһа ла, туҡтарға уйламаны.
Шулай күпме йүгергәнен дә белмәй, ҡайҙалыр осоп төшкәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды....
Күпме ятҡандыр, аяғының ауыртыуынан күҙен асты....
Эргәһендә, нидәйҙер эт балалары уйнап йөрөй түгелме? Юҡ! Юҡ, былар бит бүре балалары! Әсәләре ҡайҙа икән? Мине ботарлап ташламаҫмы? -тигән уйҙар килде уның башына. Тик уның бүре менән тартышырлыҡ бер генә лә хәле ҡалмаған ине. Аттар эҙләп, урманда бер үҙе йөрөгән саҡтарын иҫенә төшөрөп, ҡурҡмаҫҡа тырышты. Хәйер уның беренсе мәртәбә осрашыуы түгел бүреләр менән. Уларға үҙеңдең ҡурҡмауыңды ғына һиҙҙерергә кәрәк!...
“Ахры, был бүре балалына әле бер айҙа юҡтыр! Бигерәк бәләкәйҙәр!” - тип, уйлап ҡуйҙы.
Бүре балалары, Сәфәргә иҫтәре китмәй, һаман уйнауын дауам иттеләр. Хатта береһе килеп, Сәфәрҙең битен яларға маташты. Сәфәр, ауыртыуҙан күҙенә йәш тулһа ла, аяғына баҫырға тырышты. Булдыра алмағас, соҡорҙан күренеп торған ағас тамырына йәбешеп, өҫкә үрләргә маташты. Тик аяғы ҡыбырлаған һайын нығыраҡ ауыртты. Бер аҙ шулай ыңғырашып ятты ла, бар көсөн йыйып, тағы тамырға йәбешеп, бер аяғына булһа ла баҫып, өҫкә үрләргә тотондо. Түҙә алмаҫлыҡ ауыртыуҙан күҙ алдары ҡараңғыланды.
-Әсәй, әсәй!! Һин ҡайҙа?-тип, кипкән ирендәре менән шыбырлап, тағы ҡайҙалыр осто.......
Ниндәйҙер йылылыҡ һиҙеп, уянып китте. Тик ҡайҙа ятҡанын, һистә аңлай алманы...
Бәй, ул бит инә бүренең ҡорһағына башын терәп ятҡан бит! Ҡасан ҡайтты икән бүре?
Бүренең һөткә тулған имесәге Сәфәрҙең ауыҙы эргәһендә генә түгелме? Сәфәрҙең өҫтөнә ятып, бүре балаһы имесәк имә. Сәфәр шул тиклем асығыуын һиҙеп, бер ни уйламай, бүре имсәген ауыҙына алды ла, ипле генә һура башланы. Инә бүре бер ни һиҙмәгәндәй, ята бирҙе. Сәфәр, имсәктең һөтөн бөткәнсе һурғас, ирендәрен әҙ генә ҡыбырлатып, ишетелер ишетелмәҫ: “Рәхмәт”-тип шыбырланы. Уға көс кергәндәй булды. Тик барыбер, ҡыбырларға ла ҡурҡып ята бирҙе. Балаларын туйҙырғас, инә бүре торҙо ла, соҡорҙан өҫкә һикерҙе. Сәфәр, уның ҡырҡылған ҡойороғон күреп, ҡыуанысынан:
-Табылдыҡ!! Һин бит минең Табылдығым!! Мине танығанһың, онотмағанһың! -тип, инә бүрене үҙе янына саҡырырға тотондо. Ҡасандыр, үҙенә бирелгән исемде ишетеп, инә бүре башын Сәфәргә борҙо. Олоғанға оҡшатып, сыйылдап ҡуйҙы ла, кинәт кенә урман араһына инеп юғалды.
Табылдыҡты осратҡанға ҡыуанып, Сәфәрҙең күҙҙәренән йәш килде. Хатта аяғының ауыртҡанын да һиҙмәй, бүре балаларын һыйпарға тотондо. Бәләкәй көсөктәр, әсәләре урынына Сәфәргә һыйындылар..
Үткән йәй булды был хәл. Бер ваҡыт оҙаҡ ҡына, лесхоз аттары юғалып торҙолар. Уларҙың лесхоз еренән ун биш саҡырым ары ятҡан урыҫ ауылы Мироновка янында күргәндәрен әйткәс, Сәфәр һыбайлап, Ҡая тау арҡылы туранан һыптырҙы. Тауҙан төшөп барғанда, Ҡая тауҙың тишеге эсенән сыйылдаған тауыш ишетеп, атын шул яҡҡа борҙо. Тауышҡа яҡынлашыу менән сыйылдау ҙа тыма. Туҡтап торһаң, сыйылдау ҡабатлана. Бер аҙ эҙләгәс, Сәфәр, ҡойроғо менән ҡапҡанға эләгеп, таш аҫтына инеп боҫҡан бүре балаһын күрҙе.
-Һин минән ҡурҡма! Мин һиңә ярҙам итәһем килә!-тип, бүре балаһына өндәшһә лә, ул тештәрен ыжырайтып, Сәфәргә ҡарап ырылданы. Сәфәр, атын алыҫҡараҡ алып барып бәйләне лә, кире бүре балаһы янына килеп, иркәләп кенә өндәшеп, дүрт аяҡлап бүре балаһы янына яҡынлашты. Бүре балаһы аңлағандай, таш соҡорона һыйынып, тик кенә ята бирҙе. Сәфәр ипле генә, уның ҡойроғон ауырттырмаҫҡа тырышып, ҡапҡандан ысҡындырырға тырышһа ла, көсө етмәне.
Бер аҙ уйланып ултырғас, ат эйәре аҫтына һалынған тоҡто килтереп, ипле генә ҡапҡан менән бергә күтәреп, тоҡҡа тыҡты. Үлем менән көрәшеп хәле бөткән бүре балаһы берҙә генә ҡарышмай, яҙмышына буйһоноп, тоҡ эсендә тик кенә ятыуын дауам итте. Сәфәр, эйәргә менеп, бүре балаһын алдына һалғас, ат бүре еҫен һиҙеп, торған еренән тыпырсына башланы. Бәйләнгән дилбәгәне ысҡындырыу менән Сәфәргә башын бирмәй, лесхозға сапты.
Ҡайтып еткәс, Сәфәр тиҙ генә аталсыҡ өйөнә инеп, балта алып сыҡты ла, ҡапҡанды ҡайырып асырға тырышты. Ҡапҡан бирешмәгәс, ниндәйҙер ҡарарға килеп, кәрәлинле сепрәк килтереп ҡуйҙы ла, ҡапҡан менән бергә, бүре ҡойроғон сабып өҙҙө. Бүре балаһы әҙ генә сыйылдап ҡуйһа ла, тыпырсынмай, яҙмышына буйһоноп, ята бирҙе. Аҙаҡ ҡанһыраған ҡойроҡто кәрәлинле сепрәк менән нығытып бәйләне. Яраһын яламаһын өсөн , иҫке балыҡ мурҙаһын табып, бүре балаһының башына кейҙерҙе. Шунда ғына атаһы менән Миннемулла ағаһының тиҙҙән эштән ҡайтыуҙарын уйлап, тиҙ генә ҡышҡы саналар ятҡан һарайға индереп йәшерҙе.
- Түҙ йәме! Ҡойроғоң төҙәлгәс, мин һине кире Ҡая тауына алып барырмын!-тип, атына атланып, Мироновкаға, аттар артынан сапты...
Аттарҙы аталсыҡҡа алып ҡайтҡас, эңер төшөп килеүенә ҡарамаҫтан, тиреҫтән бер-нисә селәү ҡаҙып алды. Аталсыҡ өйөндә ятҡан ҡармаҡ сыбығын алып, биш саҡырым алыҫлыҡта ятҡан тауыҡ фермаһына ҡарай сапты. Атын урман эсенә йәшереп бәйләне лә, малайҙар менән үҙҙәре генә белгән ҡабаҡ башлы тауыҡ һарайының тишегенән селәүле ҡармағын төшөрҙө...
Оҙаҡ көттөрмәне тауыҡ! Ҡармаҡҡа эленгән селәүҙе йотоуы менән Сәфәр уны һөйрәп тә алды.
Тауыҡты, кеҫәһендәге бәке менәнг салды ла, үҙе менән алып килгән йыуа моҡсойона тығып, аталсыҡҡа алып ҡайтты. Сана һарайына инеп, тауыҡты бүре балаһы алдына һалды ла, үҙе бүре балаһын ҡосаҡлап, йоҡлап киткәнен дә һиҙмәне....
Иртәгеһен өйгә ҡайтҡас Миннебикә:
-Бөгөн төнө буйы, яҡында ғына бүреләр олоно. Изгелеккә булһын! Берҙә генә былай яҡын килмәй торғандар ине!-тип ҡуйҙы. Сәфәр, ана бүре балаһын эҙләүен төшөнһә лә, үҙенең Табылдығы тураһында өндәшмәүҙе хәйерлерәк күрҙе.
Шулай, бер айға яҡын кешегә күрһәтмәй аҫырағас, ҡарауылсы Сергей бабай:
-Бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай! Лесхозда бүре балаһы аҫырағаныңды белеп ҡалһалар, барыбер уны аттырасаҡтар! Һин уны урманға алып барып ҡуй инде! Атайың белеп ҡалһа башыңдан һыйпамаҫ! Юҡҡа түгел, нисә мәртәбә бүреләр килеп, лесхоз янында олойҙар. Малға теймәһәләр ҙә, лесхоз директоры уларҙы атырға ҡушты!-тигәс, Табылдығын үҙе аҫырап үҫтерәһе килһә лә, Сергей бабайҙы тыңлап, уны тыуған еренә, Ҡая тау итәгенә алып барҙы. Табылдыҡты ҡосаҡлап:
-Мин һине онотмаясаҡмын! Ҡая тауға килгән һайын яныма килерһең! Мин һине шул тиклем яратам! -тип, башынан һыйпаны. Табылдыҡ Сәфәрҙән айырылаһы килмәй, ул ҡайҙа барһа, эт кеүек уның артынан эйәрҙе. Уны нисек ҡалдырырға белмәй, аптырап торғанда инә бүренең яҡында ғына олоуы ишетелде:
-Ишетәһеңме Табылдыҡ! Әсәйең, әсәйең тапты бит һине! Бар әсәйең янына!-тип әйтеп бөтөрмәне, Табылдыҡ сыйылдап, бүре тауышы килгән яҡҡа йүгерҙе......
Ә бына хәҙер Табылдыҡ уны ҡотҡарырға тырыша түгетлме? Сәфәр ҡыуанысынан Табылдыҡтың һунарҙан ҡайтҡанын көттө.

Шулай, тағы бер-нисә көн үтеп тә китте.
Хәйер, Сәфәргә ҡайҙа ла барыбер! Хатта бүреләр араһында тынысыраҡ та кеүек! Бына бит, үҙенең ҡасандыр илай-илай оҙатҡан Табылдығы табылды! Их, аяғы ауыртмаһа, соҡорҙан “һә”- тигәнсе менеп китер ине!
Былтыр булды был хәл! Кама туғайында ҡотороп муйыл уңды. Баҙарға сығарып һатыр өсөн көндә муйылға йөрөнөләр.Кама туғайында муйыл йыйырға барғандар ине. Ағастың иң башына менеп, Сәфәр муйыл һындырып аҫҡа бәрә. Аҙаҡ һикереп төшә лә, Минһылыу менән ботаҡтарҙы йыйып, имән төбөндә йырлай-йырлай муйыл тиргән Фатима апай менән Мәрзиә апаһына алып барып бирәләр. Фатима апайҙың һағышлы мөхәббәт тураһындағы йыры әллә ҡайҙарға тарала.
Хыял ҡошом минең йыуанысым,
Ташлап киттең мине йәлләмәй!
Дарьялағы ялғыҙ елкән кеүек,
Һинһеҙ үтә ғүмер, һиҙелмәй.
Сәфәр уның йырҙарын да отоп алырға тырыша.
Шулай йыр тыңлап, ҡайһы баҫырға икәнен дә уйламай, йығылып төшөп, аяғының быуынын сығарғайны. Шул саҡ, Фатима апай, ҡапыл ғына тартып, аяғының быуынын урынына ултыртты ла, һейлек бәйләп ҡуйғайны. Муйыл тиреп бөтөүгә аяғы төҙәлде тигәндәй, сатанлап булһа ла, үҙе туғайҙан атлап ҡайтҡан ине. Шул иҫенә төшөп, бүре балаларының һейгән урынын ҡарап торҙо ла, шунда күлмәген сисеп һалды. Ерҙән сығып торған ағас тамырын, нисек кәрәк һындырып алды ла, аяғының ауыртҡан еренән һейлекле күлмәге менән ҡыҫып бәйләгәс, еңел булып ҡалды. Тик һаман да, баҫырға тырышһа ла, булманы. Ауыртыу кире аяғынан йыҡты.
Табылдыҡ, ҡайҙалыр һунарҙа йөрөп, иртә менән, йә булмаһа бер тәүлек үткәс кенә ояһына ҡайтып, балалары менән бергә Сәфәрҙе лә имеҙә. Һейлек бәйләгәндең икенсе көнөндә үк, аяғының шеше лә ҡайтҡан кеүек була башланы.
Сәфәр соҡорҙан нисек өҫкә күтәрелеү тураһында уйланды. Соҡор эсе йылы булһа ла, кис менән һыуытҡас, өҫтөндә бары Ғосман ағаһынан ҡалған иҫке пиджәге бик йылытмай шул!
Кис етеү менән йоҡлап киткәнсе бүре балаларын һыйынып, уйланып ята.
Әле Ғосман ағаһы әле армияға алынмаған ине. Улар кәртә башында йоҡлайҙар.
-Оҙаҡламай мине армияға алһалар кем менән йоҡларһың икән? Минемуллаға һин бармы, юҡмы? Хәйер, ул атай менән бергә йөрөй. Әле уны атай белеп бөтмәй! Насар малай ул! Мин армияға китһәм дә, һин уға эйәрмә йәме! Ул бит төрмәнән сыҡҡан кешеләр менән тәмәке тарта, араҡы эсә, йәмһеҙ итеп һүгенә. Шуны атай күрмәйме икән? Гел генә беҙгә бәйләнә. Кәзә кетеүҙән ҡайтмаһа ла беҙ ғәйепле. Мин армиянан ҡайтҡас та кәләш алам, шунда һине алып сығып китәм!-тигәс Сәфәр:
-Юҡ! Мин әсәйемде бер ҡасанда ташламайым! Мин китһәм уға ауыр буласаҡ!-тигән ине.
Нишләп шул ваҡытта Ғосман ағаһы әйтмәне икән? “Күрә алмайым! Ағай һине лә яратмайым!”-тип, тағы үкһеп иларға тотондо. Ысынтылап уның өсөн барыһы ла үгәй кеүек! Аҙаҡҡы ваҡыттарҙа Гөлйыһан апаһы Пермдән өйгә һирәк ҡайта башланы. Фәүзиә апаһының үҙенең балалары бар! Мәрзиә апаһы өй эшенән айырыла алмай! Сәфәр уның менән һөйләшәһе килһә лә: “Аптыратма, кәрәкмәгән һорауҙарың менән! Бар ана Фәрҙиәне әүерәт! Әсәйем ашарға бешерә!”-тип уны ҡыуып ебәрә.
Сәфәр, иртәләп, уяныу менән, тағы бер аҙ уйланып ятты ла, ниндәйҙер ҡарарға килеп,соҡор ситенә ҡарай шыуышты.
-Мин бит бер кемгә лә кәрәк түгелмен! Әле мин һеҙгә үҙемдең кем икәнемде күрһәтәсәкмен!-тип, үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә, сәмләнеп, тамырҙарға йәбешә-йәбешә өҫкә үрләне. Икенсе ҡулы менән эйелгән тал ағасына йәбеште. Аяғының ауыртыуы тураһында оноторға тырышһа ла, яңғылыш ҡайҙа булһа ла,аяғы тейеп китә лә, үҙәгенә үтерлек итеп ауыртһа ла, бер аҙ туҡтап тороп ял иткәс, тағы өҫкә үрмәләй башланы. Инде менеп еттем генә тигәндә, ауыҙына ҡыр ҡуяны ҡапҡан Табылдыҡ килеп сыҡты. Сәфәр уны үҙенә саҡырҙы.
Инә бүре: “Аша!”- тигәндәй, әле йәне лә сығып бөтмәгән ҡуянды Сәфәрҙең алдына һалды.
-Мин ҡуян ашамайым шул! Ана балаларыңды ашат! Тик һин миңә әҙ генә ярҙам ит!-тип, Табылдыҡтың аяғына йәбеште лә, өҫ яҡҡа үрмәләй башланы. Табылдыҡ, Сәфәрҙе аңлағандай, һуҙылып төшөп, соҡор ситенә ятты. Сәфәр, инә бүрегә йәбешеп үрмәләп өҫкә менеү менән, үҙенең тотҡондан ҡотолғанын аңланы.
Табылдыҡты күҙ йәше менән:
-Табылдығым минең!-тип, ҡосаҡланы. Табылдыҡ ҡойроғон ике аяғы араһына ҡыҫты ла, ҡуянын ауыҙына алып соҡорға һикерҙе. Әле ит ашап өйрәнмәгән бүре балалары сыйылдашып ҡуянды тартҡылай башланылар. Табылдыҡ, хушлашҡандай, моңһоу күҙҙәре менән Сәфәргә әйләнеп ҡараны....
Сәфәр аяғына баҫырға тырышһа ла, баҫа алмағас, шыуышып ағас төбөнә килде лә, ботаҡҡа йәбешеп нисек кәрәк, бер аяғына баҫты. Аяғы түҙеп торғоһоҙ һыҙлаһа ла, ихтибар итмәҫкә тырышты. Үҙенең ҡайһы ерҙәрәк икәнен аңлап алғас, шыуышып булһа ла, лесхоз яғына барырға булды....
Арығансы шыуышҡандан һуң, бер аҙ ял итергә тип, салҡан төшөп ятыуы булды,Ҡая тау яғынан ҡарауылсы Сергей бабайҙың яҡында ғына, һыҙғырғаны ишетелде. Сәфәр:
-Дед Сергей! Помоги пожайлуста! - тип бар көсө менән ҡысҡырырға тотондо. Көсәнеп ҡысҡырыу аяғына һуҡҡан кеүек ауыртһа ла, һаман ҡысҡырыуын дауам итте.
Сергей, уның тауышын ишетте ахры, бер аҙ һыҙғырыуынан туҡтап торҙо. Сәфәр тағы ҡысҡырҙы.
-Дед Сергей! Не бросай меня! Я не могу ходить! -тип, үкһеп иларға тотондо.
Бер аҙҙан. урман араһынан килеп сыҡҡан дед Сергей:
- Боже! Так и знал, что то с тобой беда приключился! Я же сколько дней тебя ищу! Почему голос не подавал? Я то раза три проходил здесь! Я же сказал твоему отцу! А онсказал: "Небойтесь не заблудится! Не первый раз в лесу начует! Я знал, тебе помочь нужна! -тип һөйләнә һөйләнә, Сәфәрҙең ҡалтыранған кәүҙәһенә, үҙенең фуфайкаһын сисеп кейҙерҙе лә, йәш бала кеүек Сәфәрҙе күтәреп, һөйләнә-һөйләнә лесхозға атланы.

Насыйҙың асыуы сыҡһа ла, улының шешкән аяғын күреп, ике-өс көн эсендә ябығып, тартылып киткән улынан: “Ҡайҙа йөрөнөң?”-тип тә һораманы. Тиҙерәк Фатиманы алып килергә ҡушты. Миннебикә генә илаулап:
-Тағы ағас башынан йөрөп, аяғыңдың быуынын сығарҙыңмы? Башҡа ағас башына менмәҫкә ҡуштым бит! - тип, улына йылы сәй эсерҙе. Сәфәрҙең юҡлығына, бары һылыуы Фәрҙиә генә ҡайғырған шикелле, сөнки Сәфәрҙе күреү менән илап ебәрҙе.
– Бәлкәй ағай, ҡайҙа йөрөнөң? Мин бит һине һағынып бөттөм! -тип Сәфәргә килеп һыйынды. Насый, тиҙ генә кибеттән яҙҙырып, бер ярты араҡы алып ҡайтты. Фатима апай килгәс, араҡыны ярты стакан итеп һалды ла, эсергә ҡушты. Сәфәрҙең эсә алмағанын күреп:
- Эсергә тырыш! Аяғың ныҡ шешкән! Урынына ултыртыу ауыр буласаҡ! Араҡыны эсһәң, һиҙмәҫһең дә! -тигәс, Сәфәр күҙен йомоп, ярты стакан араҡыны эсеп ҡуйҙы. ...
Бер аҙҙан башы әйләнеп, ҡайҙалыр йығылып барған кеүек һиҙҙе. Тағы эсергә ҡуштылар!
Сәфәр, башҡа бер ни һиҙмәне лә, белмәне лә.....
Уянып киткәс, шул тиклем башы ауырта, ҡоҫаһы килеп, уҡшыта! Аяғының ауыртыуы ғына һурып алған кеүек юҡҡа сыҡҡан!
Хатта аяғын һелкетеп ҡараһа ла, бер ниндәй ҙә ауыртыу һиҙелмәне. Торорға тырышты. Ләкин башы әйләнеүҙән кире түшәккә йығылды...
Бер аҙҙан ләпелдәк һылыуы Фәрҙиә генә:
-Бәлкәй ағай, әсәйем әйтә һин атайыма әллә ниндәй насар һүҙҙәр әйткәнһең!? Ә мин һине көтөп, иланым! Ағай һинең башың ауырый ивет!-тип, ағаһының башын тотто.
-Юҡ, һылыу, аяғым ауыртып, йөрөй алманым. Шуға ҡайта алманым.Мин һине һағынып ҡайттым!-тип, һылыуын ҡосаҡлағас, еңел булып ҡалды уға.

Миннебикә, Сәфәрҙе һис кенә лә аңлай алмай аптыранды! Шул. бер-нисә көн урманда йөрөп ҡайтҡандан һуң, ҡырҡа үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Элек, ниндәй генә эш ҡушһа ла:
-Хәҙер әсәй!-тип һикереп торор ине. Ә хәҙер, тупаҫ рәүештә:
-Тотта үҙең эшлә!-ти. Йә булмаһа, бер һүҙ әйтмәй сыға ла китә. Ҡайҙа, кем менән йөрөгәнен дә белмәҫһең! Атаһы эштән ҡайтҡан ваҡытта, өйҙә күренмәҫкә тырыша, йәки йоҡлағанға һалышып, ашарға ла сыҡмай. Тик клубҡа кино алып килһәләр генә:
-Миңә аҡса кәрәк!-тип, аҡса һорап ала. Элек лесхозға кино килер булһа, биш тин аҡса алыр өсөн көнө буйы уға ярҙам итер ине! Аҙаҡҡы ваҡыттарҙа, Минһылыуҙы ла ҡыйырһыта башланы. Килеп инһә, илатып тигәндәй, ҡыуып сығара.
Уҡыуҙар башланғас, күп балалы ғаиләнән булғаны өсөн Сәфәргә, мәктәп ятағынан урын бирһәләр ҙә, унда ҡалмай, ун ике саҡырым алыҫлыҡта ятҡан, район үҙәгенән йөрөп уҡый башланы.
Ҡара урман аша, көнөнә егерме дүрт саҡырым үтеп, арып ҡайтыуына ҡарамаҫтан, өйгә ҡайтмайынса, аталсыҡ өйөнә инә лә, шунда йоҡлап ҡала. Иртрәләп, атаһы эшкә киткәс кенә, ҡайтып ашарға һорай. Тағы сығып китә. Күрәһең тәмәке лә тарта башланы. Сөнки кейеменән тәмәке еҫе борхоп тора. Асыуланырға ла ҡурҡа Миннебикә! Асыулана башлаһаң:
-Һиңә барыбер түгелме ни? Ана үҙеңдең балаңды ҡара!-тип, ҡысҡыра.
-Һиндә минең балам бит!-тигәс, мыҫҡыллы йылмайып:
-Ҡасандан бирле мин һинең балаң булдым әле?-тип яуап ҡайтара.
Аҙаҡҡы ваҡыттарҙа, аталсыҡ өйөндә, үҙенән күпкә оло малайҙар менән йыйылышып, гитара бысҡылдата башланылар. Нисә мәртәбә Миннебикә уларҙы ҡыуып сығарырға маташһа ла, булманы. Аптырағас, Насыйға:
-Һөйләш инде, шул бала менән! Ҡулдан ысҡына! Мине бар тип тә белмәй!-тигән ине, Насыйҙың ғына иҫе китмәй:
-Күрәһең, танауына еҫ инә башлағандыр! Иҫең китмәһен!-тип, үҙ эше менән була.
Етмәһә, Фәүзиәнең Фатиманың улы Рафиҡҡа кейәүгә сығып, ике бала менән йәп-йәш тол ҡалып ултырыуы етмәгән, Мәрзине “Фатиманың уртансы улы Нурый менән йөрөй икән!”- тип һөйләйҙәр. Тағы атаһына әйтһә, өйҙә тауыш сығасаҡ! “Өйҙә ултыраһың эшләмәй! Балаларға ла баш була алмайһың!”-тип асыуланыуы көн кеүек асыҡ! Әлдә генә Гөлйыһан: “Токарлеккә уҡырға индерәм! -тип, Миннемулланы Пермгә алып китте. Уныһы ла ҡулдан ысҡына башлаған ине. Хәйер ысҡынмай ни, лесхоз да эшкә ингән кеше бармы ни? Йыйын, төрмәнән сыҡҡан әҙәмдәр менән вербовка менән килгән кешеләр йәшәй. Гел шулар араһында өйрөлдө Миннемулла!
“Әлдә генә үҙемдең улым Ғосман, араҡыһын да эсмәне, тәмәкеһен дә тартманы! Әйткәнемде тыңланы! Әллә Мөнирә, ысынтылап та был балалрҙы ҡоро тотоп, тәртипкә ултыртырға теләгәндер! Ә мин, уларҙың ыңғайына тороп, үҙем боҙоп бөттөм ахры! Бигерәк ҡотора шул, хәҙерге йәштәр! Кис етеү менән, лесхоз егеттәре фуражкаларын ҡырын кейеп, тәмәкеләрен борхотоп, клубтан ҡайтмайҙар! Ҡыҙҙары ла шул! Танца тигән булып, шул егеттәр тирәһендә өйрөләләр!” -тип уйланы ла, көрһөнөп, үҙ эшенә тотондо.
Йома көнө, аттарҙың колхоз ужымына төшөүҙәрен, килеп алмаһалар, ябып ҡуйып, штраф һаласаҡтарын әйтеп ебәргән инеләр. Сәфәр уҡырға ла бармай, аттарҙы эҙләп китте.
Кис менән лесхоздан егерме биш саҡырым алыҫлыҡта ятҡан ауылға килеп ингәс, болонда йөрөгән аттарҙы күреү менән көйләп һыҙғырып ебәрҙе. Күптән түгел генә Чалка исемле йәш айғырҙы башын аҫҡа эйергә өйрәткән ине. Айғыр башын эйеү менән ялына йәбешеп арҡаһына менеп ултырыу менән ат саба башлай. Был юлы ла, Сәфәрҙе күреү менән Чалка кешнәп ебәрҙе лә, юртып малайҙың алдына килеп башын эйҙе. Кеҫәһендә йөрөткән сухариен Чалкаға ҡаптырҙы ла, ялына тотоноп аттың арҡаһына үрмәләүе булды, ат нимәнәндер ҡапыл өркөп, артҡы аяғына баҫып үрә торҙо.....
Сәфәр йығылып ҡалмаҫ өсөн, ат ялына йәбешеп, күҙҙәрен йомдо. Йәш айғыр, ҡара урман араһынан, бар көсөнә сабырға тотондо. Ағас ботаҡтары Сәфәрҙе бәреп төшөрөргә теләгәндәй, битенә бәрелде. “Чалка туҡта!”-тип ҡысҡырып ҡараһа ла, ат сабыуын дауам итте. Шулай егерме биш саҡырым араны, ҡуйы ҡара урман аша Сәфәрҙең кейгән кейеменән, бары сеперәктәр генә һалынып ҡалғас, лесхозға килеп инделәр....
Ҡарауылсы Сергей бабай ҡаршыға сығып, ауыҙы аҡ күбеккә тулған Чалканы туҡтатырға тырышһа ла, уны бәреп йығып, ат һарайына ингәс кенә туҡталып ҡалды.
- Что случилось? Вечно ты Сафарка, попадаешь какую нибудь ситуацию!-тип, сатанлай-сатанлай дед Сергей һарайға килеп инде. Ҡатып ҡалған ҡулдарын, аттың ялын ебәрә алмай, һаман ат өҫтөндә ятҡан Сәфәрҙе саҡ төшөрөп алды ла, һыҙырылған яраларын, ҡатыны баба Настянан йәшереп, аталсыҡта эсә торған самогонын карауат аҫтынан тартып сығарып, Сәфәрҙе ҡысҡырта-ҡысҡырта яраларына һөрттө. Аҙаҡ, үҙе йоҡлаған карауатҡа Сәфәрҙе һалып, ҡалған самогонды эсеп ҡуйҙы ла, кейеп йөрөгән фуфайкаһын иҙәнгә түшәп, ат септәһен ябынып йоҡларға ятты....
Сәфәр, иртәләп уянғас, шешкән күҙен аса алмай, оҙаҡ ҡына уйланып ята бирҙе.
Бер аҙҙан бешкән картуф менән тоҙло ҡыяр күтәреп, дед Сергей килеп инде.
-Пока не ходи домой! Вчера Марзия после танцев, ночевала у Нура. Вот твой папа, бушует.
Надо же! Вторую дочку придется выдать замуж за сыновей Фатимы!-тиһә лә, Сәфәрҙең иҫе китмәй генә:
- Ну и пусть! -тип кенә ҡуйҙы.
Ике көндән һуң, күҙе әҙерәк асылғас, өйгә ҡайтты. Миннебикә аптырап:
- Кем менән һуғыштың? Битең һыҙырылып бөткән бит!-тип һораһа ла, уға яуап бирмәй, Фәрҙиәне һораны. Был өйҙә бит, уны Фәрҙиә һылыуы ғына көтә.
-Минһылыу менән уйнай. Кисә һине таптырып аптыратты!- тип, Сәфәрҙең алдына маргарин һөртөлгән ҡара икмәк менән сәй килтереп ҡуйҙы ла:
- Икенсе аҙна ла уҡырға бармаҫҡа ҡушты атайың. Уны эштән ебәрмәйҙәр. Картуфты ҡаҙып алырға кәрәк. Инде минең өйҙә ярҙамсым да юҡ! Мәрзиә лә, бер генә лә атаһын әҙәмгә һанамай, йәбешеп кейәүгә сыҡты шул Нурыйға! Ағаһына оҡшаһа, мәрзиәне көнләп аптыратыр әле! Атайың: “Беҙгә инеп, күҙемә күренеп йөрөмәһен! Мин балаларҙы туйҙырам тип көн-төн эшләйем, һин ғәйепле, Мәрзиәнең сығып китеүенә!”- тип, мине әрләне. Туҡмай икән тип торам! Әлдә генә Фәрҙиә өйҙә булды!-тип эс серҙәрен һөйләһә лә, Сәфәр бер һүҙ әйтмәй, ҡарлы ҡатыш ямғыр яуып тороуына ҡарамай, көрәк тотоп, баҡсаға йүнәлде...

Сәфәр көрәген һөйәрәп, һарай артына килеп ултырҙы. Белмәҫһең, әллә ямғыр, әллә ҡар яуа шунда! Ямғыр битендәге яраһына тейеп битен әсеттерә. Ҡасан туҡтар икән? Бындай көндә картуфты ҡаҙып буламы ни? Ултырған көйө күкте баҫып алған болоттарға ҡараны. Ҡап-ҡара болоттар ишелешеп, ҡаршылағы тау сусағына эләккәндәр. “Болот тау сусағына эләкһә, ямғыр көнө буйы яуа!”—тигән ине Сергей бабай. Сәфәр, ололарса уйланып, ауыр итеп көрһөнөп ҡуйҙы ла, бала саҡтарын иҫенә төшөрә башланы....
Иң иҫендә ҡалғаны: Әле уға нисә йәш булды икән? Оло апаһы менән ҡайҙалыр китергә йыйналалар. Уны ниндәйҙер апай: “Улым!”-тип ,яратып, ҡосаҡлап үпәсләй. Шул апай булдымы икән әллә, уның әсәһе?
Тағы, урындыҡ уртаһына ашьяулыҡ йәйеп,Миннебикә әсәһе ҡыҙҙырылған картуф килтереп ултыртыу менән асыҡҡан Сәфәр, беренсе картуфҡа үрелде. Шул саҡ атай булған кеше, бысаҡ һырты менән Сәфәрҙең ҡулына тондорҙо. Сәфәр бармаҡтары ауыртыуҙан сеңләп илап ебәрҙе лә, ишек артына барып боҫто. Атай тигән кеше: “Тәрбиәһеҙ!” -тип ҡысҡырып ҡалғаны иҫендә ҡалған.
Шул саҡ уны бер кем дә йыуатманы. Ашарға ла саҡырманылар. Күпме илап ултырғандыр, уныһы онотолған инде. Тик, бер аҙҙан Ғосман ағаһы килеп башынан һыйпаны. “Егет кеше иламай! Бына мине күрәһеңме? Егет булғас иламайым. Ә миңә атайҙан һәр саҡ эләгеп кенә тора! Беҙҙең ғаиләлә шулай энем! Иң беренсе атай кеше үрелергә тейеш аҙыҡҡа! Ул алып ашағас: “Йә хушығыҙ!”-тип әйтә. Шунда ғына беҙ ашҡа үрелә алабыҙ!-тигән ине.
Ул көндө кискә тиклем ас йөрөнө. Бер аҙҙан Фәүзиә апаһы ҡатып бөткән ҡара икмәк тоттороп китте. ....
Ысынтылып та, уның әсәһе лә, атаһы ла юҡтыр! Фатима апай ҡайҙан белһен? Ул да алдап әйтте! Сәфәр, көрәген һарайға терәне лә, өшөгәнен һиҙеп, малға әҙерләгән һалам эҫкертен соҡоп, эскә үк инеп ятты.....
Туҡта әле, ҡайҙалыр минең әсәйем менән атайым да булырға тейеш! Сөнки мин һуғыштан һуң тыуғанмын! Тик нишләп әле атайым булған кешене хәтерләй алмайым?
Ҡайҙан был ғаиләгә килеп эләккәнен иҫенә төшөрөргә тырышты. Тик бер ни ҙә иҫләй алманы. Улар бит оло апай менән атҡа ултырҙылар. Бына шул иҫендә! Туҡта, минең әсәйем дә бар ине бит! Сөнки ат ҡуҙғалып киткәс: “Улым , улым, ғәфү ит! Мин һине шул тиклем яратам! Гөлйыһан, ҡалдыр баламды, алып китмә!”-тип илай-илай арба артынан йүгерә..
Сәфәр арбанан һикереп төшөп, әсәһен ҡосаҡлап, уның янында ҡалаһы килә! Тик оло апай ҡыҫып ҡосаҡлаған да, ебәрмәй. Оло апай, үҙе лә илай! Ҡайҙа, ни өсөн уны алып китәләр! Шул саҡ оло апай: “Унда беҙҙе атайыбыҙ, әсәйебеҙ көтә! Илама энем!-тип йыуатырға тырышһа ла, Сәфәр уны этеп, әсәһе янына йүгерәһе килә! “Ебәрегеҙ, ебәр! Әсәй!! Әсәйемә барам!”-тип илай.
Күпме генә уйлаһа ла, башҡа үҙенең әсәһе тураһында иҫенә төшөрә алманы. Әле был хәлде лә төш кеүек кенә хәтерләй. Кемдән һорарға? Юҡ! Бер кемдән дә һорарға кәрәк түгел! Үҙе үҫкәс, һис шикһкҙ, әсәһен эҙләп табасаҡ! “Әсәй, әсәкәйем! Нишләп һин мине уларға биреп ебәрҙең?” Ошо һорау менән Сәфәр йоҡлап киткәнен дә һиҙмәне......
Ҡайҙалыр, алыҫта, аҡ яулыҡ ябынған ниндәйҙер бер йәш кенә апай:
“Мин, мин бит һинең әсәйең! Мин бик алыҫта ҡалдым балам! Минең яныма килергә ярамай! Күрәһеңме, беҙҙең арала оҙон юл, тағы упҡын бар! Һыуға батырһың! Кәрәкмәй, килмә!”-тип, уны ҡалдырып, ҡайҙалыр алыҫлаша. Ә ул һаман ҡулдарын һуҙып уның артынан йүгерә! “Әсәй, әсәй тием бит!! Нишләп мине ташланың Әсәй! Әсәкәйем минең! Мин һине бит шул тиклем һағындым!-тип, инде ҡыуып еттем тигәндә, упҡын барлыҡҡа килде. Әсәһе болот менән өҫкә күтәрелә башланы.
-Әсәй!!! Ҡайҙа китәһең? Миндә һинең менән китәм!-тип ҡысҡырыу менән үҙ тауышына, үҙе уянып китте лә, ҡайҙа ятҡанын да белмәй:
-Әсәй, әсәй! Мине нишләп үҙ яныңда ҡалдырманың? Мин һине барыбер эҙләп табасаҡмын! -тип, үкһеп иларға тотондо.
Бер аҙ шулай ятҡас тынысланып, һаламды күтәреп, тышҡа ҡараны. Күпме йоҡланы икән? Ҡояш күренмәгәс, ваҡытты ла белеп булмай. Ямғыр, ҡарға әйләнеп, ҡар яуа башлаған бит! Нисек картуфты ҡаҙып алырҙар икән? Бер аҙ шулай уйланып ятҡас, тынысланып, үҙенең асығыуын да һиҙеп, өшөүҙән дер ҡалтырап, өйгә йүгерҙе...
Сәфәрҙең һыуланмағанын күреп аптырап китте Миннебикә.
-Картуфты сүпләшәйем әле тип, баҡсаға сыҡҡайным. Көрәгең тора, үҙең юҡ! Һарайға индем, һарайҙа ла юҡһың! Ен кеүекһең! Һис кенә лә тотоп булмай һине! Ҡайҙа йөрөгәнеңде лә белгән юҡ! Әйтеп сығып китһәң дә була ине инде! Етмәһә, “бәлкәй ағайым ҡайҙа?”-тип Фәрҙиә аптырата. Шуға уны Минһылыу янына индереп ебәрҙем. Бөгөн ҡаҙып булмаҫ картуфты. Әле иртәләп кенә көн аяҙ һымаҡ ине! Ярар, хоҙайҙың аяҙ көндәре лә булыр әле! Бәлки Гөлйыһан ҡайтыр! Фәүзиә килһә, уның Гүзәлиәһе лә картуф сүпләргә эшкингән инде. Рәшитте Минһылыу янына индерербеҙ. Күмәкләп ҡаҙһаҡ, ярты баҡсаны бөтөрөрбөҙ!Мейескә картуф тәгәрәткән инем, ашап алайыҡ! Бар Фәрҙиәне алып ҡайт!-тип әйтеүе булды,Сәфәр ҡолағы яныуын һиҙеп, теш араһынан:
-Бар ҙа, саҡыр үҙең! Мин өшөнөм! -тип, элеүле торған атаһының иҫке тунын тартып алды ла, урындыҡҡа менеп, стенаға ҡарап, бөгәрләнеп барып ятыу менән, уны асыуы тынын ҡыҫа башланы. “Мин уларға үгәй булғас, ашарға мине бер ҡасанда эҙләмәйҙәр ҙә, саҡырмайҙар ҙа!-тип өшөгән ҡулын, кеҫәһенә тығыуы булды, тик һыуыҡ аяғына тейеп, кире тартып алды. “Гел генә мин Минемулла ағайымдан ҡалған, йыртылып бөткән ямаулы салбар, күлмәк кейәм! Йә булмаһа кемдер үҙенең иҫке кейемдәрен бирә! Ана үҙҙәренең ҡыҙҙары булғас, Фәрҙиә һылыуымды ҡалай матур итеп кейендерәләр! Юҡ! Мин башҡа уҡырға бармайым! Эшкә урынлашам! Һылыуымды тағын да матур итеп кейендерәсәкмен! Тағы аҡсаны күберәк йыйып әсәйемде эҙләп сығып китәсәкмен!-тигән хыялдар менән күңеле күтәрелеп, әсәһе менән һылыуын да көтмәй, мейестән бер-нисә картуфты тартып сығарҙы ла, ҡабығы менән тәмләп ашарға тотондо.(

Ғүмер тигәнең шулай үтә икән ул! Көҙ үтеп, ҡышы ла етте. Әле һиҙелмәй ҙә яҙ етә түгелме? Әле бына, тау баштары ла ҡарҙан әрселә башланы. Бөгөн сыйырсыҡтар ҙа ҡайтҡан шикелле! .....
Фәүзиә йәш көйө, ике бала менән ултырып ҡалғас, аталары менән оҙаҡ йәшәй алманы. Ирҙәр ятағынан атаһы күсереп алып ҡайтҡас, бер бүлмәне шаршау менән дүрткә бүлеүен бүлделәр ҙә ул, барыбер үҙ атайыңдың мышлағанын тыңлап ятыуы әллә нисек, оят! Ҡайһы берҙә башын юрған менән бөркәнеп ятһа ла ишетелә. Булһын ине лә бит, айырым бүлмә! Юҡ инде! Өйләнешкән йәштәргә лә ирҙәр ятағындағы бүлмәнән башҡа, барактан айырым бүлмә бирмәйҙәр. “Лесхоз икенсе урынға күскәс бирербеҙ!”- тип әйткәндәр ине лә бит! Кем белә инде!
Шуның өсөн Елезавета апай менән һөйләшеп, уларҙың утын тота торған һарайын матур итеп һылап, мейес сығарып, ап-аҡ итеп ағартып ҡуйҙы ла, шунда күсеп сыҡты. Мейес янына, атаһынан бәләкәй генә итеп урындыҡ һалдырҙы. Урындыҡҡа үҙе һуҡҡан балаҫты түшәп, сигелгән мендәрҙәрен өйөп ҡуйҙы ла, иҙәнен һап-һары итеп ҡырып йыуҙы. Әсәһенән ҡалған көҙгөнө һары һандыҡ өҫтөнә элеп ҡуйҙы. Балта менән юнып яһалған ишеккә Гөлйыһан апаһының туй бүләге итеп биргән сатиндан ғына тегелгән ишек шаршауын ҡорҙо. “Әлдә генә тәҙрәһе берәү!”-тип һөйләнә-һөйләнә, эске күлмәген йыртып, тәҙрә ҡорғаны яһаны. Ҡыҙ ваҡытта сиккән сәскәле сигеүҙәрен стенаға ҡаҙаҡланы...
Өйөн йыйыштырып бөткәс, һандыҡҡа килеп ултырҙы ла, көҙгөгә күҙ һалды....
Тулҡынланып торған оҙон ҡара сәсле, ап-аҡ түңәрәк йөҙҙә, битен соҡорландырып, ҡыҫыңҡыраҡ ҡара күҙле ҡатын йылмайып уға ҡараны. “Эй, матурлыҡ барҙа ул, бәхетең булмағас ни? Йә инде, йәп-йәш көйө ике бала менән ултырып ҡал әле! Кем үҙенең елкәһенә алып өйләнһен инде, ике балалы ҡатындан ҡурҡмайынса! Ғүмеркәйҙәрем ир наҙын һиҙмәйенсә үтерме икән инде?”-тип уйланы ла, ауыр итеп көрһөнөп ҡуйҙы. “Өйҙә һаҫып ултырғансы, кеше араһында булырмын! Эшкә сығырға кәрәк! Бала ҡарап, өйҙә ултырырға Фатима бейем, ғүмерҙә ризалашмаясаҡ! Инде йәше иллегә етһә лә ҡыйшаңнап, шул һаман ирҙәр янында! Мәрзиәне лә әйтер инем, күреп торҙо еҙнәһенең көнсөл икәнен! Юҡ инде, мин баҫҡан тырмаға баҫты! Фатиманың да хәҙер арты таҙарҙы! Минһылыуын урыҫ менән йөрөп тапҡанын да онотто! Ҡара урман араһындағы лесхозға килеп эшкә урынлашҡас, кеше һөйләмәй тип уйлаймы икән! Хәҙерге кеше ер аҫтында йылан көйшәгәнен белә. Әле мине, бер кем менән йөрөмәйенсә, ирҙәргә ҡушып һөйләй икән! Миннебикә әсәһе генә, бер ҙә уға ышанмай: “Ишетмә, кеше һөйләгәнен! Һөйләгәндәр һөйләр әле, алай ҙа былай тиеп. Дуҫ күргәндәр әйтер әле замана шулай тиеп!” -тип һамаҡлап, көлә генә. Әлдә генә беҙҙең өсөн әсәй һәйбәт булды! Барыбер үҙ балаһы кеүек яратмаһа ла, рәнйетмәне, ҡулын күтәреп һуҡманы. Хәйер, үгәй балаларҙы кем яратһын инде! Их үҙемдең әсәйем тере булһа! Ир затынан һуғыу түгел, һүҙ ҙә әйттермәҫ ине! Шул ғүмерҙәре әҙ булғанға, беҙҙе гел генә яратып торғандыр инде әсәкәйем! Шул тиклем һағындым мин һине! ”- тип, күҙҙәренә йәш тулһа ла, ул турала уйламаҫҡа тырышып, көҙгө алдынан тороп китте.
Миннебикә менән һөйләшергә булып, һандыҡтан, ҡатмарлап тегелгән ҡыҙыл сатин күлмәген алып кейҙе. Сәсен берҙән генә үреп алдына һалғас, бигерәк һылыуланып китте.
Урамға сыҡҡас, яулығын сумыра бәйләп, Һаҡмарға, кер сайҡарға төшөп барған Мәрзиәне күреү менән ҡысҡырып ебәрҙе.
-Нур һуҡтымы күҙеңә? Әйтмәһәң дә беләм! Миндә, һинең кеүек, Рафиҡ менән йәшәгәндә оялышымдан, йәнәһе кеше белер ҙә көлөр тигән уй менән “ботаҡҡа ла төртөлдөм, кәртә башынан да йығылып төштөм!” Эштән ҡайттымы әле? Ҡайтһа, хәҙер инеп, ауыҙын йырып, әрләп сығам! Йәп-йәш һылыуымды урлап алып ҡайтып, оялмайынса ҡулын күтәрәме?-тип, әйтеүе булды, Мәрзиә илап ебәрҙе.
-Магазиндән сығып килгәндә, теге почтала эшләгән Петька бар бит әле, шуның менән һөйләшеп торғанымды күргән дә, өйгә ҡайтып инеү менән, бер һүҙ әйтмәйенсә, һуғып йыҡты. Күҙемдән ут атылып сыҡты. Әле өс көн урамға ла сыҡманым. Петьканы әйтәм, “журнал -гәзиткә яҙылырға кәрәк!”- тип кенә әйтте. Башҡа бер нимә лә һөйләшмәнем! Ҡуй апай, инмә! Эт менән эт булма! Ҡыуып сығарырҙар! Ауыр-аяҡлы көйө ҡайҙа барам? Иртәләп торғас та, ҡулдарымды үбеп, ғәфү үтенде! -тип, башын эйгән көйө, һыу тыҡырығына йүнәлде.
Нурға бер һүҙ әйтә алмағанына, йәне көйгән Фәүзиә, туҙынып Миннебикә янына килеп инде.
-Әйт әле әсәй, һиңә атайым ҡулын күтәреп һуҡҡаны бармы? Юҡтыр! Ә бына Мәрзиәнең, Нур менән йәшәүенә бер йыл юҡ, күҙе күм-күк! Ауырлы бисәһенә ҡул күтәрһен әле! Оятһыҙҙың оятһыҙы! Инеп, пыр туҙҙырайым тигән инем, “кәрәкмәй,ҡыҫылма!”-тип, һыу буйына төшөп китте. Хәҙерҙән үк, яратышып туймаҫ ваҡытта ҡулын күтәргәс, гел генә туҡмап торормо икән?-тип әйтеү менән Миннебикә ҡулын һелтәп:
-Тыныслан! Үҙәгенә үтмәгәндер! Ҡыҫылып, яман күренеп йөрөмә! Һин әйтеү менән тыңлайһы бармы? Айырылһа ла, ҡайҙа ҡайта? Үҙең беләһең, беҙҙең дә, ауыҙҙы асһаҡ үпкәбеҙ күренергә тора. Атайыңдың тапҡан аҡса ашарға етмәй. Миннемуллаға ла аҡса күп китә. Әҙерәк Гөлйыһан ярҙам итһә була инде! Миннемулланы әйтәм, ҡайтып, аҙна һайын аҡса һорай ҙа тора! Ғосман армиянан ҡайтһа, еңелерәк булыр тип уйлаған инем дә, “ҡайтмайым, хеҙмәт иткән еремдә, Свердлауҙа эшкә ҡалам!”-тип яҙған хатына. Етмәһә Сәфәргә әллә нимә булды! Бер матур итеп һөйләшмәй минең менән! Турһайып, сығып ҡасырға ғына тора! Ҡайҙа йөрөгәнен дә белгән юҡ! Атайыңа ла әйтеп ҡараным. Тик атайың ни, эштән арып ҡайтыу менән түшәккә йығыла. Таң менән сығып китә.
-Шулай инде әсәй, һәр кемдең үҙ ҡайғыһы тигәндәй. Атайыма ла йәнем көйә! Эсмәһә була инде! ЩШул Шул аҡса алыу менән йыйылышып эскән етмәгәнме? Юҡ, бурысҡа алып, тағы эсергә кәрәк. Ә Сәфәргә килгәндә,Иҫең китмәһен! Малай кешегә нимә булһын? Әйҙә йөрөһөн! Ашағыһы килһә, ҡайталыр бит! Ҡайһы берҙә беҙгә лә инә.
Бына мин эшкә сығырға уйлаған инем, балаларҙы ҡалдырырға кеше юҡ. Әллә әсәй, һин күҙ -ҡолаҡ булып торһаң, алған пенсияны һеҙгә биреп торор инем. Эшләп алған аҡсаны үҙем тотонор инем. Балалар үҫкән бит инде. Гүзәлиәгә быйыл мәктәпкә барырға. Барыбер гел генә улар һеҙҙә!-тип, Миннебикәгә ҡараны.
-Уны мин дә әйтәйем тигән инем. Нишләп ҡарамай ти, ҡарайым! Ярар, пенсияңдың яртыһы булһа ла еткән беҙгә! Уныһын да алмаҫ инем, бурысым да күбәйеп китте магазингә. Әлдә генә бурысҡа бирә Кәүсәриә! Атайың аҡса алһа ла, шул аҡсаның яртыһы бурысты түләргә китә! Тик бына, лесхозда һиңә ярарлыҡ эше юҡ! Район үҙәгенә барып ҡарайһыңмы әллә?-тип, һораулы ҡарашын Фәүзиәгә йүнәлтте.
-Юҡ әсәй, урман ҡырҡырға сығам. Ауыр эштән ҡурҡмайым! Иртәгә үк директор янына инәм! Тик атайым нимә әйтер?-тине, Миннебикәнең шулай тиҙ ризалашыуына ҡыуанып.
Шуға, атаһын да көтөп тормай, ҡайтырға сыҡты. “Әҙерәк эшләп, кейенеп алам да, Пермгә китәм эшкә! Апайым урынлаштырыр әле берәй ергә! Гөлйыһан апайымдың ҡыҙына бер йәш тулды, ә уның урыҫҡа кейәүгә сыҡҡанын атайым да, әсәйем дә белмәйҙәр. Апайым әйтергә ҡурҡа. Ире менән ҡайтһа, бәлки атайым бер һүҙҙә әйтмәҫ?!.-тигән уйҙарға бирелеп, өйөнә ҡайтты ла, радионы ҡушып, яңылыҡтар тыңларға тотондо.
“Сегодня, перед рассветом в Ташкенте произошла сильное землятресение. Жертв нет! Многие труженники Советского Саюза решили ехать в Ташкент, помогать узбекскому народу”-тип әйтеп бөтөрмәне, Фәүзиә ҡыуанып: “Бына бит, бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйған юлына! Моғайын әле правлениелә кеше барҙыр! Белешә һалайым да, китәм Ташкент ҡалаһына!”-тигән уй менән тиҙ генә байкы шәлен ябынып, правлениегә югерҙе.Фәүзиә, Ташкенткә китеү өсөн ғариза яҙғас, лесхоз директоры ҡыуанып:
-Правильно делаешь! Ты будешь примером нашего лесхоза!-тиһә лә, берҙә генә алдынғы урман киҫеүселәрҙе, тракторист- водителдәрҙе ебәрергә ҡул ҡуйып барманы. Белгес һаналған эшселәрҙең , үҙҙәре ғариза биреп китергә теләүҙәренә асыуланып:
-Ташкент востонавить лес нужен! Если вы уедете, кто будет работать в лесхозе? -тип, күберәк, эскесе ирҙәрҙе, урманда эшләргә яратмаған ялҡауыраҡтарҙы, ялғыҙаҡ балалы ҡатындарҙы һайлап, ҡул ҡуйҙы. Шуларҙың араһында Фәүзиә лә бар ине.
Фәүзиә эштән ҡурҡмаһа ла, ике бала менән урман ҡырҡырға ебәрергә директорҙың выжданы ҡушмай, “ҡайҙан эш бирергә?”- тигән уй борсой ине. Бына бит яйы ла килеп сыҡты!
Нур менән Мәрзиә лә китергә ғариза яҙһалар ҙа, Нур яҡшы тракторист булғас, ғаризаһына ҡул ҡуйманы. Уның ҡарауы Фатиманы саҡырып:
-Ты огни и воды прошла! А сейчас должен возглавлять рабочих! Тебя родина зовет!-тигәс, Фатиманың берҙә генә йылы урынын ташлап китәһе килмәһә лә, директорҙың һүҙен йыға алманы. Бер -ике йыл эшләп, кире лесхозға ҡайтырға уйлап, китергә булды. Инде ейәндәре үҫеп килһә лә, үҙен берҙә генә "олоғайған ҡатын" тип иҫәпләмәй, һаман үҙенең яртыһын оссратыу теләге менән йәшәй ул!
Шулай итеп, ике лесхоздан иллеләп кеше, ер тетрәүенән емерелгән Ташкентты күтәреү өсөн китә торған урмансылар, юлға йыйынырға, өйҙәренә таралдылар......
Бер яҡтан Фәүзиә лесхоздан ҡотолоп китәһенә ҡыуанһа ла, (тағы ла шул Фатима) уның һәр аҙымын тикшереп, өйрәтеп торасағын уйлап борсолдо....
Лесхоздан китеүселәр, төштән һуң правлениегә йыйналдылар.
Лесхоз директоры телмәр тотоп, китеүселәрҙе маҡтаны. Уларҙың һәр береһенә “подьемная”-тигән ҡағыҙ тоттороп, тараттылар.Күптәргә грамота тапшырҙы.
Ул көндө һәр өйҙә байрам яһанылар. Йырлай-йырлай самогон, араҡы эстеләр.
Кис менән, һуң булһа ла, йәштәр тарафынан ойошторолған концертты ҡарау өсөн, эш бөтөү менән, клубҡа ағылдылар.....
Фәүзиә лә, өйҙәге эшен ары-бире тамамланы ла, балаларын Миннебикәгә ҡалдырып, клубҡа ашыҡты....
Килеп инеүгә, ишек төбөнә йыйылған йәштәр аша сәхнә күренмәһә лә, таныш тауыш ишетеп туҡтап ҡалды. Фәүзиә сәхнәнән ағылған йырҙы ишетеп,:
“Бәй, ҡалай атайымдың тауышына оҡшаған йырсы! Кем икән?-тип, аптырап китте.
Клуб шығырым тулы булғанға, баҫып торған йәштәрҙе эткеләп-төрткөләп, артҡы утырғыстар янына барып баҫты ла, башын күтәрҙе. Сәхнәлә гитарала уйнап, йырлаған, үҙенең энеһе Сәфәрҙе күреп аптырап китте....
Башҡорт халҡының көйө, таштарға бәрелә бәрелә ағып төшкән тау шишмәһенең сылтырауын хәтерләтһә, русс халҡының йыры далалағы тыныс аҡҡан йылға кеүек, берҙә генә сылтырауы юҡ. Ә бына Сәфәр русс йырын, бер төрлө, башҡорт көйөнә килтереп, моңланып йырлай.
Клубта себен безелдәүе лә ишетерлек, тынлыҡ урынлашҡан. Тик ҡайһы ерҙәлер, урындыҡта ултырыусы ҡатындарҙың мышҡылдап илағаны ишетелеп ҡала.
Что стоишь, качаясь тонкая рябина,
Головой склоняясь до самого тына?
А через дорогу, за рекой широкой
Так же одиноко дуб стоит высокий.
Как бы мне, рябине, к дубу перебраться,
Я б тогда не стала гнуться и качаться.
Тонкими ветвями я б к нему прижалась
И с его листами день и ночь шепталась.
Но нельзя рябине к дубу перебраться,
Знать, судьба такая, век одной качаться.
Мәрзиә түҙмәй, миләш яҙмышында үҙ яҙмышын тойоп, ирекһеҙҙән күҙ йәштәрен ағыҙырға тотондо..
“Йә. Сәфәрҙең үҫеп етеп, егет булғанын да һиҙмәгән икән! Ҡара ниндәй һылыу егет!”-тигән уй менән ғорурланып, ҡапыл илауынан туҡтаны ла, клубтағы кешеләрҙе күҙәтә башланы. Халыҡ, сыр -сыу килеп, аяҡ тибеп, һыҙғырып, ҡул сабырға тотондолар. Сәфәр гитараһын күтәргән килеш, ҡаланан килгән йырсылар кеүек башын эйҙе.
--А это песня на татарском языке. Мой папа пел в молодости, но он сейчас не поет! Может вам будет интересно!- тине лә, саф башҡорт телендә моңландырып йырлай ҙа башланы.
Китә ҡаҙҙар, китә ҡаҙҙар
Китә ҡаҙҙар Донбассҡа,
Мин дә уйлап торам әле
Шул ҡаҙҙарҙан ҡалмаҫҡа.
Ҡара әле, русс халҡы ла аңлай түгелме был йырҙы? Ана бит күптәр күҙ йәшен һөртә! Аңламаһалар ҙа, йырҙа йырланған халыҡ яҙмышы көй аша барып етәме икән әллә? ...
Фәүзиәнең Донбасста йәшәгән ваҡыттары иҫенә килеп төштө.
Эштән арып-талып ҡайтыуына ҡарамаҫтан, атаһы гармунын ала ла, ултырғысҡа килеп ултыра. Әсәһе Ғәйшә, атаһының янбашына ҡулдарын һала ла, гармунға ҡушылып моңло итеп йыр башлай.
Шахталарға төшәрбеҙ ҙә
Илап күмер киҫәрбеҙ.
Туған яҡты бик бик һағынһаҡ,
Бик һарғайһаҡ нишләрбеҙ?-тип, йырҙың һүҙҙәрен үҙгәртеп, йырлай башлай. Атаһы бер һүҙ өндәшмәй йырға ҡушыла.
Бик һағынһаҡ, бик һарғайһаҡ,
Йөрәктәр уттай янһа,
Һағыныуҙар сиктән ашһа,
Ҡайтырбыҙ тыуған яҡҡа!
Фәүзиә менән Мәрзиә тәҙрә төбөндә ҡурсаҡ уйнап ултырған ерҙәренән иҙәнгә һикереп төшәләр ҙә, нәҙек тауыштары менән йырға ҡушылалар.
Төркөмдәге ҡара ҡаҙҙың
Ҡанатын ел ҡайырған.
Яҙмыш беҙҙе ,ҡара ҡаҙҙай
Тыуған яҡтан айырған.
Фәүзиә йырҙың һүҙҙәрен бик төшөнөп етмәһә лә, йыш ҡына йырлағанға бик тиҙ отоп алғайны. Әле, хәҙер генә, йырҙың һүҙҙәре генә түгел. көйҙөң дә тәрән мәғәнәле икәнен аңлап, башҡа түҙә алмай, урамға йүгереп сыҡты ла, клуб һәндерәһенә ултырып, күҙ йәштәре менән айға ҡараны. Айҙағы көйәнтәле ҡыҙ, Фәүзиәне йәлләп:
“Һин дә бәхетһеҙ минең кеүек!”-тип, һағышланып ҡарағандай булды.
Донбасста йәшәгәндә, (әле Мәрзиә бәпес кенә ине) әсәһе Ғәйшә, Гөлйыһан апаһы, йыш ҡына аталарын шахтанан көтөп, подьезд янындағы һикегә килеп ултыралар. Шул саҡ әсәһе зәңгәр күктәге йондоҙҙарға, тулған айға ҡарап, әкиәт һөйләргә ярата.
“Борон-борон заманда бер -береһен өҙөлөп яратҡан ике йәш йөрәк йәшәгән ти,”-тип башлап китә.
“Күл буйындағы, кеше үтә алмаҫлыҡ, шырлыҡлы ҡара урманда, бер үҙе генә, убырлы бисә йәшәгән. Йәштәрҙең бер-береһе өсөн өҙөлөп тороуҙарын күреп, теге бисә көнләшә башлай. Нисек кенә булһа ла, төрлө хәйләләр ҡороп йәштәрҙе талаштырырға тырыша. Бер ни ҙә килеп сыҡмағас, кис менән һыуға килгән йәш ҡатынды, бейек ярҙан күлгә төртөп төшөрә лә, үҙе ҡатындың рәүешенә инеп, һыу көйәнтәләп өйгә ҡайта.
Йәш ир, ҡатынының үҙгәреүен һиҙһә лә, шул тиклем ҡатынын яратҡанға, бер һүҙҙә өндәшмәй.
Тик яңы тыуған, сәңгелдәктә ятҡан Айһылыу исемле ҡыҙы ғына, убырҙың имесәген алмай, илай ҙа илай икән. Убырлы бисә, нисек кенә бала йөрәген арбап, инеп ултырырға тырышһа ла, булдыра алмай....
Шулай итеп, ай түгел, йылдар үткән...
Айһылыу ҙа, бер бите ай, икенсе бите ҡояш кеүек, һылыу ҡыҙ булып үҫеп еткән.
Убырлы бис, инде Айһылыуҙан көнләшә башлаған. Сөнки, атаһы убыр бисәне түгел, ҡыҙын йәнендәй күреп, үлеп ярата торған булған. Айһылыу бәләкәйҙән, күл янында сылтырап аҡҡан шишмәнән һыу ташып, шул һыу менән битен йыуған. Шишмә һыуынанғына атаһына сәй ҡайнатып эсергән. Эшен тамамлағас, эңер төшөү менән күл буйына килеп, яр башына ултыра ла, һыуҙа әсәһенең шәүләһен күреп, уның менән һөйләшә, серләшә торған булған. Айһылыуҙы үҙенә буйһондора алмағас, теге убыр бисә үс алмаҡсы була.
Атаһы эшкә китеүгә, урам уртаһына тишек мискә ҡуя ла, кискә тиклем шуны һыу менән тултырырға ҡуша. “Тутырмаһаң, атайыңдан илле ҡамсы һуҡтырасаҡмын!”-тип әйтә.Үҙен түгел, атаһын йәлләгән Айһылыу, көнө буйы көйәнтәләп һыу ташыһа ла, мискәне тултыра алмай. Шулай атаһының эштән ҡайтыр ваҡыты ла етә. Эңер төшә башлағас, елкә-ҡулдары һыҙлаған Айһылыу арып, яр башына килеп ултыра. Шул саҡ һыу эсендә айҙы күрә. Ҡыҙ, күҙ йәштәрен түгә-түгә, йырлап ебәргән.
Ай юғары, ай юғары,
Айға менәһем килә,
Айға менеп, түбән ҡарап
Һеҙҙе күрәһем килә.
Аҙаҡ һағышлы күҙҙәре менән айға текәлеп:
-Һин бәхетле, төн һайын минең әсәйем менән күлдә осрашаһығыҙ! Зинһар, мине лә үҙеңдең яныңа ал!- тип, үтенеп һорай башлаған. Ай бик йәлләгән ҡыҙҙы!.
Шул саҡ күлдә ел күтәрелеп киткән дә, ай, үҙенә Айһылыуҙы тартып ала ла, күккә алып менеп китә.”
-Ана күрәһегеҙме? Айҙа шул ҡыҙың күнәктәре, көйәнтәһе менән шәүләһе күренә! Шулай, кис етеү менән Айһылыу, айҙан ҡарап, түбән ҡарап атаһын эҙләй икән....
Балалар әсәләрен ҡосаҡлап, Айҙағы Айһылыуҙы йәлләп, бер аҙға тынып ҡалалар. Ҡыҙҙар үҙҙәрен иң бәхетле итеп тоялар, сөнки уларҙың әсәһе лә, атаһы ла бар бит!......
Ошо уйҙарынан һуң,Фәүзиә үрелеп айға ҡараны ла:
- Юҡ Ай! Мин һинең яныңа менәһем килмәй! Минең ерҙә бәхетле булып, һөйөп-һөйөлөп йәшәгем килә!- тине лә, тынысланып, кире клубҡа атланы.

Икенсе көндө кис менән, тулы бер вагон урмансылар Ташкент ҡалаһына юл тотто. ..
Оренбургты үтеп, Казахстан далаларына сығыу менән, яҙ башы булһа ла, урман һауаһын иркен һулап йәшәргә өйрәнгән урмансыларҙы эҫелек аптыратты. Етмәһә, оҙатыу хөрмәтенә ҡуйылған, буштан килгән араҡыны күпләп эскән ирҙәр: береһе инеп, икенсеһе сығып вагон туалетында сират барлыҡҡа килтерҙеләр.
Похмелдән ауырыған урмансылар, ата-әсәләрен ҡушып, әшәке һүҙҙәр менән кемделер әрләп һүгенһәләр ҙә, поезд станцияға туҡтағанда, йәшереп араҡы һатып алалар ҙа, ҡурҡмаһалар ҙа, (ахры хөрмәт йөҙөнән) Фатиманан йәшереп, туалетта эсергә тырышалар.
Ҡатын рәхәте күрмәйенсә, ғүмерҙәрен төрмәлә үткәргән ирҙәр, һәр эскән кешене ҡайғыртып, баштарына һыулы сепрәк һалып, ҡаты сәй эсертеп йөрөгән ҡатынға оло хөрмәт менән ҡаранылар. Һәр кем үҙенең эс серен һөйләп, һылыу ҡатындың, хөрмәтен яуларға тырыштылар.
Фатимаға ирҙәр өҫтөнән нәчәльник булыу оҡшап китте шикелле. Һәр береһенең янына килеп, хәлдәрен һорашты, кәңәштәрен бирҙе. Йәшереп кенә араҡы эсергә маташҡан ирҙәрҙе әрләп, алдағы станцияла поездан төшөрөп ҡалдырыу менән яныны.
Тик Фәүзиә генә поездға ултырыу менән туғандарын һағына башланы. Бигерәктә, сәхнәлә моңланып йырлаған энеһенең ҡапыл ғына үҫеп китеп,егет ҡорона ингәнен күреп, шуны ла һиҙмәй ҡалғанын уйлап борсолдо.
“Ҡара әле, ҡасан үҫеп егет рәүешенә әйләнгән һуң әле? Атайыма оҡшап, ҡалай моңло итеп йырлай бит әле ул!” -тип, энеһе өсөн ғорурланыу тойғоһо борсолоуын еңергә тырышты.
Вагон буйлап йүгереп арыған балалар, эҫелеккә ҡарамай, һикегә ятып йоҡлап киткәс, Фәүзиә вагон тәҙрәһенән ҡарап, китапта ғына уҡыған сүллеккә ҡарап, үткәндәрҙе иҫенә төшөрә башланы.
Иҫендә: иртә таңдан, әсәһе Ғәйшә биленә атаһының билғауы менән быуып, ҡайҙалыр китергә йыйнала. Фәүзиәнең янында ғына ятҡан, яңы тыуған Сәфәрҙең тәпейе биләгән биләүстән күренеп ята. Әсәһе бәләкәйенең тәпейен һурып-һурып үбә. Аҙаҡ, Сәфәрҙе күтәреп, йөрәгенә ҡыҫты ла, урындыҡ төбөндә бишмәт ябынып йоҡлап ятҡан Фәүзиәнең ҡосағына һалып: “Энеңде илатмайынса ғына ҡара йәме!”-тигән ине . Шул саҡ Фәүзиә, йоҡоһон еңә алмай : “Ярар!”- тип әйткәйне түгелме һуң? Тик Фәүзиәнең эштән бушап, бала ҡарап ултырырға ваҡыты булманы шул!
Әсәһе һәләк булғас, Мәликә апаһы килде. “Бәхетһеҙ генә бала булыр өсөн тыуғанһыңдыр инде! Әсә һөтөндә туйғансы имә алманың бит!”-тип һөйләнә -һөйләнә Сәфәрҙе алып ҡайтып киткән ине.
Күптә тормай атаһы, “Бына әсәйегеҙ булыр!” -тип, ҡатын алып ҡайтты.
-Үгәй-үгәй булыр инде! Әсәйегеҙ кеүек булмаһа ла, бала күрмәгән ҡатын, өйрәнер әле тигән ине Ғәззә инәһе. ..
Атаһы өйҙә саҡта, үгәй әсәй Мөнирә тәтелдәп торҙо. Хатта Мәликә апаларына барып Сәфәрҙе алып ҡайттылар. Үҙе менән алып килгән һыйыр һөтөнән ҡатыҡ яһап эсерҙе.
Ә бына атаһы ситкә эшкә сығып киткәс, Мөнирә апай ҡотора башланы. Балаларҙы һуҡмай, тик бороп семетеп ала. Илһаң: “Меҫкен балалар әсәләрен һағынып илай!-тип, ингән бер кешегә һөйләй. Улар сығып китеү менән: ”Әгәр кешегә һөйләһәгеҙ, тағы ла нығыраҡ эләгәсәк!”- ишек башына селек тә ҡыҫтырып ҡуйҙы.
Фәүзиә эш менән яраны. Ә бына Мәрзиә менән Сәфәрҙе күҙенә төшкән дегәнәк кеүек күрә ине. Уларға һәр саҡ эләгеп кенә торҙо. Мәрзиәнең гел тәне күгәреп йөрөр ине. “Ауыртамы?”-тип һораһаң, бер ҙә иламай: “Пойдет!”-тип кенә ҡуйыр ине. Күрһәтте инде ул Мөнирә апай!”-тигән ауыр уйҙар менән йәшен һөрттө лә, уянып әсәһен саҡырған Рәшитен күтәреп алып:
- Юҡ улым! Атайығыҙ булмаһа ла, һеҙҙе сит- ят ҡулына ышанып, кейәүгә сыҡмайым!-тип, күкрәгенә ҡыҫты.
Кискә торо, эстәренә һыу килешмәнеме, эҫелектәнме: балаларҙың эстәре китә башланы.
Гүзәлиәнең тәне ут кеүек янды. Әлдә генә Фатима эс китмәһенән дарыу алған икән.
Фәүзиәгә ышанмай, балаларҙы үҙе ҡарарға тырышты.
-Белгән кеүек, әрем үләне менән аҡбаш үләнен киптереп алған инем, бына бит кәрәге тейҙе!-тип, Гүзәлиәне илата-илата әсе әрем һыуы эсерҙе. Яңы ике йәше тулған Рәшит көйһөҙләнеп:
-Әсәй, өйгә ҡайтайыҡ!-тип, Миннебикә өләсәһен таптырҙы.
-Балаларҙы йыуатып, вагон тәҙрәһенән ҡарап барырлыҡ, һары ҡомдан башҡа, матур тәбиғәте лә юҡ бит әле ул! Һирәк-мирәк үҫкән ағастары ла, ағас кеүек түгел! Кеше бында нисек йәшәй икән?-тип ғәжәптәргә ҡалды Фәүзиә.
Шулай этләнеп, арып, өс тәүлек тигәндә генә, саҡ Ташкенткә килеп төштөләр. Уларҙы ҡаршы алған оҙон кәүҙәле Мәхмүт исемле үзбәк егете, Фәүзиәнән күҙен алмай:
-Чыройли ҡыз! Где муж?-тип, һораны.
- Муж в армии погиб! - тигәс, йәлләп ахры, күберәк Фәүзиәгә ярҙам итергә тырышты.
Килеүселәр өсөн әҙерләнгән барактарға килгәс тә, уртала урынлашҡан иң таҙа киң бүлмәне Фәүзиәгә бирҙе. Беренсе мәртәбә, үҙе хужа булып тора торған бүлмәгә ингәс, Фәүзиәнең күҙҙәренә йәштәр килде. Үҙе менән алып килгән тасҡа һыу һалып, балаларын йыуындырҙы, үҙе лә йыуынып алғас, Фатима бейеменең бүлмәһен ҡарарға килде.
Уларға ла, Минһылыу менән икеһенә, бәләкәй генә булһа ла айырым бүлмә биргәндәр икән. Ғаиләһеҙ ирҙәр менән ҡатын-ҡыҙҙарға дүрт карауат ҡуйылған айырым бүлмәләргә урынлаштырғандар.
Фәүзиә үҙен ваҡытлыса, ҡунаҡҡа килгән кеүек хис итте. Иң оҡшағаны: лесхоздағы кеүек әрләп, эшкә ҡыуып йөрөүсе бригадир күренмәй. Балалар ҙа, үҙҙәрен өйгә ҡайтҡан кеүек хис итеп, урамға сығып, башҡа балалар менән сыр-сыу килеп уйнай башланылар.
Көн кискә ауышҡас, тәмле үзбәк ризығы: плов та бешереп ашаттылар.
Аш аҙағынан баштарын эйеп, һул ҡулын йөрәк ҡаршыһына ҡуйып сәй таратҡан егеттең: “ Хуш киләйәпсез!”-тип, сәй һуҙыуы урмансыларға бигерәктә ҡыҙыҡ тойолдо. ...
Иртәгеһен автобус менән Ташкенттың ер тетрәгәндән һуң емерелгән ерҙәрҙе күрһәтеп сыҡтылар. Аҙаҡ Пермь эшсәндәре менән берлектә, “Салар һыу һаҡлағысы”төҙөләсәк урынды ла күрһәттеләр һәм уларҙың шунда эшләйәсәктәрен әйттеләр.
Пермь яҡтарынан килеүселәр,”Үҙгәреш” тип аталған кишлак( ауыл) янында төҙөлгән бетон бутаусы машинала, бер бригада булып, унлап эшләргә тейешлеген, ҡалғандары ағастан опаловка тигән ҡоролма төҙөп, шул бетонды ҡойоп, стеналар төҙөргә кәрәклеген әйтеп, бер -нисә бригадаға бүленергә ҡуштылар.
Фатима, бергә килгән урмансыларҙы, үҙҙәре теләгәнсе бүлеп яҙҙы ла, үҙҙәренең буласаҡ начальнигенә бирҙе. Яңы начальник барыһында парлап бөткәс, Фатимаға:
-Фамилияң кем? -тип һораны ла, бетон болғата торған ерҙә эшләйәсәген әйтте. Фатима:
-Мине лесхоздан уҡ начальник итеп ҡуйҙылар! Мин һеҙҙең ярҙамсығыҙ булырмын!-тип, бригадир кеүегерәк булып ҡалғыһы килһә лә:
- Бригадир кеше, бар эште лә белеп, эшкә эшселәрҙе өйрәтергә тейеш! Бетон менән эшләгәнегеҙ бармы һуң?-тип һораны. Фатима, “юҡ!” – тигәнде аңлатып башын сайҡаны.
-Шулай булғас, цемент тултырылған һауытҡа хужа булып, кнопкаларға ғына баҫып, шул һауытты йөрөтөрһөгөҙ!-тине көлөп.
Үҙенең һылыулығына таянып, ҡайҙа ғына булһа ла йылы ерҙә эшләп өйрәнгән Фатимаға, был эш ауыр тойолһа ла, кнопкаға баҫып, һауыт артынан йөрөргә кәрәклеген белгәс, “ярар, көрәк тотторманылар бит әле!”-тигән уй менән үҙен үҙе тынысландырырға тырышты.
Фәүзиә бетонсылар бригадаһына эләгеп, Фатима менән бергә эшләмәйәсәген уйлап ҡыуанды.
Иртәләп, Пермь урмансылары- төҙөүселәргә әйләнеп, барактар ҡаршыһындағы ашханаға ашыҡтылар. Ашап алғандан һуң, балаларҙы барактың ҡыҙыл мөйөшөндә тәрбиәләүсегә ҡалдырып, иртә менән эшкә алып барыусы автобусҡа ашыҡтылар..

Сәфәр, Фәүзиә апаһын оҙатырға, эштән ҡайтып етә алманы .
Ҡапҡанан килеп инеү менән, һәр саҡ Гүзәлиә һылыуы менән Рәшит уның ҡайтыуына ҡыуанып:
-Бәлкәй ағайым ҡайтты!-тип, икеһе ике яҡтан ҡосаҡлап, ҡаршы ала торғандар ине. “Бәлкәй” ҡушаматын уға Фәрҙиә һылыуы бирҙе. Әле генә теле асыла башлаған саҡта, Миннебикә әсәһе Миннемуллаға күрһәтеп: “Был ҙур ағайың , ә быныһы бәләкәй ағайың була!”- тип өйрәткәйне. Шунан бирле бәләкәй балалар өсөн Миннемулла - ҙур ағайға, Сәфәр - бәлкәй ағайға әйләнде.
Бөгөн ҡапҡа төбөндә Рәшит менән Гүзәлиә күренмәне. Сәфәрҙең йөрәге жыу итеп китте.
-Рәшит энем менән Гүзәлиә һылыуым ҡайҙа ?-тип ҡысҡырып ебәргәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды. .Ағаһының тауышын ишетеп, өйҙән килеп сыҡҡан Фәрҙиә һылыуы:
- Бәлкәй ағай! Һин эшкә киткәс тә, лесхозға автауыз килде. Шуға ултырып улар Пермгә киттеләәәр!-тип, ағаһын ҡосаҡлап илап ебәрҙе.
Сәфәрҙең ярһып типкән йөрәге, ауыҙына килеп тығылғандай булды. Бер һүҙ өндәшә алмай, аптырап ҡалды. Белә ине бит, уларҙың бөгөн китәсәктәрен! Кисә эшенән һорап ҡайтмағанға, иртәләп эшкә сығып киткән ине. Һорамайынса ҡалырға ла ҡурҡты.
Әле ул нефтеразведкала икенсе ай ғына эшләй. Тәүҙә лесхозға килгән ине эш һорап. “Йәшең бәләкәй!”-тип алмағандар ине, ә бына нефть эҙләүселәр алдылар! Аҡсаһы ла һәйбәт!
Беренсе эш хаҡын алғас та, үҙенә тәмәкелек кенә аҡса ҡалдырҙы ла, Пермгә барып, барыһына ла бүләк алды.
Әсәһенә биҙәкле бәләкәй генә шәл, апаларының өсөһөнә лә бер төрлөнән генә күлмәклек ситсы тауар, Гүзәлиә менән Фәрҙиәгә ҡурсаҡ, Рәшиткә машина, атаһына кәпәс, күп итеп прәнник, керәндил, кәнфиттәр, асмухалы индей сәйен спекулянттәрҙән һатып алды. Атаһынан башҡа, барыһы ла, эй ҡыуандылар бүләктәр менән күстәнәстәргә! Хәйер атаһы тәүҙә:
-Бушҡа аҡса бөтөрөп йөрөйһөң шунда!-тип, асыуланһа ла, аҙаҡ стенала эленеп торған моң замандан ҡалған, инде тирә-яғы сыбарланып боҙола башлаған көҙгөгә ҡарап:
-Ҡара әле, ҡалай килештереп теккәндәр был бүректе!-тип ҡуйҙы.
Беренсе мәртәбә Сәфәр атаһының йылы ҡарашын һиҙеп, үҙен инде ир ҡорона ингән егет итеп һиҙҙе. Хәйер, атаһына кәпәс алыуҙың да бер сере бар. Тик атаһына түгел, ул хәлде үҙе уйларға ла ояла хәҙер. ...
Лесхозға, балаларҙы беренсе класстан алып, дүртенсе класҡа тиклем уҡытыу өсөн, унынсы классты тамамлаған, йәш кенә Людмила исемле ҡыҙ килде. Билгеле, лесхоз йәштәре, кис менән танцаға клубҡа сыҡтылар.Беренсе мәртәбә клубҡа килгән Людмилаға, гитарала уйнап, үҙе йырлаған, урыҫ егеттәренә оҡшамаған, ҡуйы ҡара сәсле, ҡуңыр йөҙлө, йор һүҙле егет, уҡытыусы ҡыҙға оҡшап ҡалды шикелле.
Танцанан һуң, фатирына ҡайтырға сыҡҡан Людмиланы, Сәфәр оҙатырға сыҡты.
Бер аҙ өндәшмәй генә йәнәш атлап барғас, Сәфәр ипле генә ҡыҙҙың биленән ҡосаҡланы. Еңел генә кейенгән ҡыҙ, көҙгө һыуыҡ үҙәгенә үткәнгәме, ҡаршы килмәне...
Атаһы ауыр ағас күтәреп билен биртендергәйне. Шуның өсөн, ваҡытлыса, иген һалынған келәтте һаҡларға ҡуштылар.
. Атаһы,Сәфәр клубҡа киткәндә:
- Бер аҙ ял итеп алам. Клубтан ҡайтҡанда келәт ишеген бикләрһең әле!”-тип, асҡыс биргән ине. Өшөгән йәштәргә ярап ҡуйҙы.
Улар, һыуыҡтан ҡасып, иген һалынған келәттең иң төпкөлөнә барып ултырҙылар. Сәфәр беренсе мәртәбә ҡыҙҙың ирендәренән, ләззәтләнеп, һурып үпте. Улар доньяларын онотоп үбешһәләр ҙә, бер ваҡыт Сәфәрҙең эсе, түҙмәҫлек итеп ауыртып, бора башланы
Ҡыҙҙы ҡосағынан ебәреп, келәт ишегенә йүгерҙе.
Тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атаһы Сәфәргә ышанмаған, тикшерергә килгән ахыры. Келәтте тыштан бикләп киткән булып сыҡты.
Сәфәр уйлап та тормай, тиҙ генә сөйҙә эленеп торған атаһының кәпәсен алып, келәттең икенсе мөйөшөнә килеп ултырҙы ла,, кәпәс эсен “тутырып” та ҡуйҙы. Бик аптырап тормай, иген араһына күмде....
Иртәләп, атаһы кемделер әрләгәнгә уянып китте лә, ҡурҡышынан , ябынып ятҡан тунын башына тартты.
-Кемдер, ишек төбөндәге сөйҙә эленеп торған кәпәсемде алып сығып киткән! Ҡайһы оятһыҙы алды икән? Күрһәм, үҙемдең кәпәсемде әллә ҡайҙан таныйым! Мин уны Донбасста һатып алған инем! Шул тиклем йылы ине! Хәҙер ундай кәпәсте көндөҙ шәм яҡтыртып эҙләһәң дә таба алмайһың! Миннемуллаға әйттем инде, шул кәпәсте кейеп кит тип! Йәнәһе моданан сыҡҡан! Бына, кемдер мода тип тә уйлап тормай, сәлдергәндәр кәпәсемде! Әйттем инде, Сәфәргә! “Клубтан ҡайтҡанда келәтте биклә!”- тип. Уныһы ла тыңламаған! Үҙем төнгө ун икелә генә сығып запас асҡысым менән бикләп ҡайттым. Төнө буйы ҡайҙа йөрөгәндер ул малай аҡтығы? Таң атҡас ҡына, ҡайтып ятты! -тип, Сәфәрҙе лә ҡушып әрләгәнен ишетте лә, оялышынан оҙаҡ “уяна алмай” ятҡайны.
Миннебикә килеп уятҡас ҡына, тиҙ генә тороп, кәзәләргә бесән төшөрҙө лә, каникулы бөтмәһә лә, тағы Свердлауға һыҙҙы.....
Ғосман ағаһы, армиянан ҡый татары Нәжиәгә өйләнеп ҡайтты ла, Свердлауға барып тимер юлға икеһе лә, эшкә урынлаштылар. Барактан уларға бер бүлмә бирҙеләр.
Йәй көнө, ялға ҡайтҡас, Нәжиә еңгәһе Сәфәрҙе үҙҙәре менән алырға ҡаршы икәне әллә ҡайҙан һиҙелһә лә, Ғосман үҙенең биргән вәғҙәһен иҫкә төшөрөп:
-Сәфәрҙе үҙем уҡытам!-тип Свердлауға алып ҡайтты ла, етенсе классҡа уҡырға бирҙе.
Ҡалала, лесхоздағы кеүек уҡыуы еңел түгел, уҡытыусылар ҙа уҫал кеүек күренде Сәфәргә. Хәйер еңгәһе менән дә уртаҡ тел таба алманы.
Сөнки Ғосман аҡса алыу менән, атаһы кеүек, үҙенә ярты араҡы алып ҡайта.
-Нимә теләйһең шуны алып аша, энем! Беҙгә, һинең менән икебеҙгә лә, башҡа балалар кеүек кәнфит менән перәнник эләкмәне бала саҡта! Минең әйткән һүҙем бар ине. “Эшләп, аҡса таба башлағас, кәнфит, перәнник алам да, һинең менән ултырып туйғансы ашайым!”-тип.
Үҫкәс, бик прәнник ашап ултыраһы килмәй икән ул! Вот араҡы эске килә! Хәҙер генә атайҙы аңлайым! Атай аҡса алғанда араҡы эсеп ҡайтһа, йәнем көйөп,: “Ярар мин уның үгәй улы! Нишләп Сәфәр менән Минемуллаға кәнфит алып ҡайтмай икән?”-тип уйлай торған инем. Бына тот ун һумды энем! Күпме теләһәң, шул тиклем прәнник, кәнфит һатып ал! -тип Сәфәргә аҡса тоттора. Нәжиә еңгәһе йәне көйөп:
- Үҙебеҙгә, ун һум аҡсаға бер аҙна йәшәргә була! Ул бит, прәнник алып ашамай! Малай-шалайҙар менән тәмәке тарта!-тип ҡысҡыра башлай..
Сәфәр аҡсаны йомарлап тота ла, урамға йүгерә. Малайҙарҙы кәнфит керәндил, булка һатып алып һыйлай. Тәмәке тартҡан малайҙарға тәмәкелек аҡса бирә. Бында ысынтылап рәхәт! Иң оҡшағаны: ул башҡа уҡыусыларҙан бер ере менән дә айырылмай! Лесхозда ҡырҡ урындан ямалған салбар менән күлмәк кейә ине. Малайҙар менән һуғышып, йә булмаһа берәй ергә эләгеп йыртылып бара күлмәге лә! Миннебикә әсәһе:
-Һеҙгә нисек кейем еткермәк кәрәк,! Ана атайығыҙ эшләп аҡса тапһа ла, ямаулы салбарын ҡәҙерләп кейә! -тип, асыулана -асыулана тағы ямау һала.
Ғосман ағаһы, Свердлауға килеү менән Сәфәргә бер ҡат кейем алып бирҙе. Тик бына кейем генә белем бирмәй икән! Сәфәр тырышып ҡараһа ла, лесхозда уҡ яҡшылап уҡымай, бер артта ҡалғас, уҡытыусыларҙың нимә һөйләгәнен аңламай, шаярырға тотона. Уны класстан ҡыуып сығаралар. Рәхәт! Үҙенән ҙурыраҡ малайҙар уны көтөп кенә торалар. Бергәләп тәмәке тарталар. Араҡыһын даими тәмләп ҡарайҙар. Тик Сәфәргә оҡшамай араҡы. Шул оло малайҙар көлмәһен өсөн генә эсә.
Өйгә ҡайтҡас, еңгәһенә һиҙҙермәҫкә тырышып, юрған аҫтына сума. Белмәй буламы һуң инде! Ғосман эштән ҡайтыу менән ошаҡлай башлай. Тик Ғосман әрләмәй уны. Бары башынан һыйпап:
-Энем, мин һиңә араҡы эсергә түгел, ас йөрөмәһен, теләгәнен алып ашаһын тип, ышанып бирәм аҡсаны! -тип, ғәйепләп әйткән кеүек. Туҡмаһын, әсә-атаһын ҡушып һүкһен, тик башынан һыйпамаһын ине! Иң ауыры Сәфәргә ағаһының күҙ ҡарашы! Сәфәр ағаһына күрһәтмәҫкә теләп иренен ҡанатҡансы тешләй, тик барыбер күҙ йәштәрен тыйып булмай икән! Етмәһә илағанын һиҙгән Ғосман, уны оялдырып:
-Ир-егеттәр күҙ йәше түкмәй! Һин үҫкән бит инде энем! -тип ҡуя.
Шундай саҡтарҙа Сәфәр, лесхозда ҡалған дуҫтарын, Рәшитте, Фәрҙиә менән Гүзәлиәне һағына башлай.
Шулай ике йыл, еңгәһе менән тартышып һигеҙенсе классты саҡ тамамланы. Ғосман Сәфәрҙең документтәрен профүтехучилищегә сварщик булырға биреп ҡайтты ла:
-Иң һәйбәт һөнәр ул энем! Инде тырышып уҡы йәме!-тине. Сәфәр ҡыуанысынан, ағаһына тырышып уҡырға, һәйбәт сварщик булырға һүҙ бирһә лә, тура килмәне сварщиклеккә уҡырға! Нәжиә еңгәһе бик хәйләкәр бисә булып сыҡты.
- Ғосман, һин, быйыл хаҡлы ялыңды алмай тор! Ял аҡсаһы менән эш хаҡын ҡушып һыуытҡыс алайыҡ!- тигәс, Ғосман ял алһа ла, аҡсаһын алды ла, эшкә сыҡты.
Август етеү менән Сәфәр, Нәжиә ике балаһын алып, лесхозға ҡайтып төштөләр. Бер-нисә көн торғас, ҡайны өйҙә юҡ ваҡытты һайлап, Нәжиә бейеменә:
-Үҙегеҙгә кәрәкмәгән улығыҙҙы Ғосманға эйәртеп ебәрҙегеҙ! Ғосмандың бер туғаны булһа әйтмәйем! Ул бит, Ғосманға сит-ят кеше! Надоело ул һинең малайың! Беҙҙең айрылышыуҙы теләйһегеҙме? Сәфәрегеҙ Ғосмандан аҡса алып, малайҙар менән тәмәкеһен дә тарта, араҡыһында эсә! Тик мин һөйләгәнде Ғосманға әйтеп, мине туҡматһаң, ейәнсәрең менән ейәнеңдең төҫөн күрһәтмәйем!--тигәс, Миннебикә Насибуллаға:
- Балаларҙы ҡарарға ярҙамсы кәрәк миңә! Фәүзиәнең Рәшите бигерәк шаян! Шырпы менән уйнай! Ут сығарыуҙан ҡурҡам. Сәфәр үҙебеҙҙә ҡалһын!-тип, Насибуллаға ялбарыулы ҡарашын төбәне.
-Теләһәң нимә эшлә!-тип,малайын училищелә уҡытаһы килһә лә, ҡатынына ҡаршы килмәне.
Миннебикә менән Нәжиәнең һөйләшкәнен ишеткән Сәфәр,һарайға йүгереп сыҡты ла, кәртә башына менеп, атаһының кеҫәһенән алған тәмәкеһен төрҙө. Уның яҡшы сварщик булып эшләргә теләү хыялы селпәрәмә килде!
-Үгәй, үгәй тәре, әле мин һеҙгә күрмәгәнегеҙҙе күрһәтәм!-тип, инде ике ай тартмаған тәмәкене һурҙы. Әллә төтөн әсеһенән, әллә асыуынан, күҙ йәше туҡтамай аҡты. Башы әйләнде, ҡоҫҡоһо килә башланы. Шулай булһа ла тәмәкеһе бармаҡтарын яндыра башлағас ҡына, төкөрөп һүндерҙе. Ул көндө, көнө буйына һарай башынан төшмәне. Хәйер уны эҙләүсе лә булманы. Шул көндө үк Нәжиә балаларын алып, Свердлауға юл тотто,
Аҙаҡҡы йыл, кәүҙәгә тартылып үҫеп киткән Сәфәр, башҡа уҡырға барырға теләмәй, нефтеразведкаға эшкә инде.

Сәфәр, илаған Фәрҙиәгә лә ихтибар итмәй, паром туҡталышына йүгерҙе.
Автобус эшселәрҙе алып, Кама аша әле генә ҡуҙғала башлаған ине. Күпме генә ҡулын болғап, туҡтатырға тырышһа ла, автобус үҙ юлын дауам итте. Туҡталышта, ҡайҙалыр, йыраҡҡа уйсан ҡараштарын төбәп, тәмәке көйрәткән, паромсы сулаҡ дед Гена, Сәфәрҙе күреү менән егеттең ни өсөн йүгереп килгәнен аңлап та алды.
- Все ровно не успел бы проважать! Они после обеда сели в поезд. Я ведь тоже сына проводил.Вот только приехал. Понимаю, любимые племяшки сестра уехала. Да обидно, больно! Не сумел проважать!
А мне еще больнее, чем тебе! Понимаешь, единственный сын не послушал меня! Я то знал, почему он уезжает! Но ни с чем не мог помочь! Он, со школьной скамейки любил твою сестру! У Фафзии уже двое детей, а он до сих пор ее любит! Дурак он! Рафик же погиб, Фавзия свободная! А он боится говорить о своей любви! Пусть двое детей, женился бы на нее! Я то не против, а вот твой отец дурной! Узнает, точно убьет! Разве он согласится за русского выдать замуж свою дочь? Вот он и мучается. Когда она за Рафика вышла замуж, как ребенок плакал. Я его успокаивал, думал пройдет! Нет! Вот и за нее уехал в Ташкент! Директор так не хотел отпускать его! Даже меня, отца инвалида, не пожалел. Хотя обещал, на следующий год меня в Ташкент забрать! Там наверное хорошо! Говорят зимы не бывает...
Пойдем я тебя самогоном угощу, немного успакоишся! -тип, Сәфәрҙе үҙе менән ҡарауылсы өйөнә саҡырҙы. Һаман тыныслана алмаған Сәфәр, күҙ йәшен дед Генаға күрһәтергә оялып, башын эйеп, уның артынан эйәрҙе.
Иртәләп, тимер мейесте яғып йылытмағас, яҙғы ҡояш көлөп ҡараһа ла, һыуынған өй, нисектер шыҡһыҙ тойолдо. Дед Гена:
-Ты посиди! Сейчас печку затоплю, чай поставлю. На закуску у меня соленые огурцы и вареная картошка есть. Выпьем: и тебе, и мне легче будет. – тип мейес яғырға тотондо.
Ҡоро утын шытырлап яна башлау менән тимер мейестән йылы бәрә башланы. Дед Гена эш менән булышҡан арала Сәфәр ҙә буш тормай, бәләкәй өҫтәлгә йыйылған ҡыйҙы һепереп, күнәккә түкте. Иҙәнде лә һепереп алырға онотманы. Өҫтәлгә килеп ултырғас, дед Гена һалған самогонды "һә" тигәнсе эсеп тә ҡуйҙы.
-Я тоже с тобой поеду в Ташкент! Не хочу с родителями жить! -тине, әҙерәк эсеп алғас тамам тынысланып....
Бер аҙ самагон һемереп, һөйләшеп ултырғас, карауат аҫтынан дед Гена гармун һөйрәп сығарҙы ла Сәфәрҙең йырлауын һораны. Сәфәр әҙ генә уйланып ултырҙы ла, күптән түгел генә русс егеттәренән отоп алған йырҙы йырлап ебәрҙе.
Где-то есть город тихий, как сон.
Пылью текучей, по грудь занесен.
В медленной речке вода как стекло.
Где-то есть город в котором тепло.
Наше далёкое детство там прошло.
Ночью из дома я поспешу,
В кассе вокзала билет попрошу.
“Может впервые за тысячу лет
Дайте до детства плацкартный билет!”
Тихо кассирша ответит:
«Билетов нет! Билетов нет!”
Ну что, дружище, как ей возразить,
Дорогу в детство где ещё спросить?
А может просто только иногда,
Лишь в памяти своей приходим мы туда.
В городе этом сказки живут,
Шалые ветры с собою зовут!
Там нас порою сводили с ума,
Сосны до неба, до солнца дома!
Там по сугробам неслышно шла зима.
-Сколько не познанных мелодии в твоем голосе! Заставляешь вспоминать тяжелую детство, первую любовь! Тебе Сафарка быть знаменитом артистом! Какой у тебя красивый, мелодичный голос!-тине лә, гармунын һикегә ҡуйып, тағы самогон һалды.
-Айда, за твой не обыкновенный голос хочу выпить!-тип Сәфәрҙе лә көтмәй, кружкаға һалған самогонын һуғып та ҡуйҙы.
Дед Генаның бәхетһеҙ мөхәббәте тураһында бөтөн лесхоз белә. Тик бер кемдә унан һөйләүен һорамай, сөнки дед Гена эсеп алыу менән беренсе мөхәббәте, сибәр башҡорт ҡыҙын иҫкә төшөрә. Бөгөн дә эсеп алыу менән нисек танышҡанын, тағы бер мәртәбә Сәфәргә һөйләргә тотондо.
Дед Генаның һөйләүе буйынса, башҡорт аты һатып алыу өсөн, атаһы Сергей менән Урал тауҙары төпкөлөндә урынлашҡан башҡорт ауылына килә. Иң беренсе Генаны ауылдың гүзәл тәбиғәте хайранға ҡалдыра.
-Папа, это же, тобою рассказанный рай из сказки! -тип ҡысҡырып ебәрә. Әле ул ғына түгел, Генаны ғәжәпкә ҡалдырып, әллә ҡасанғы дуҫтары кеүек, ат хужаһы, уларҙы түргә саҡыра.
Урындыҡ уртаһында борхоп бер табаҡ бешерелгән ит, картуф, һурпанан һөҙөп алған тоҙлоҡ ҡуйылған. Тәүҙә аяҡтарын бөкләп урындыҡҡа ултыра алмай этләнәләр! Ултырғас, еҙ тас менән ҡумған килтереп, ҡулдарын йыуҙыралар. Һәр береһенең алдына һауыт ҡуйып, күп итеп ит һалғандан һуң, ҡорот һалынған һалмаһалып бешергән аш ҡуялар.
Дед Гена тәмләп, башҡорт халҡының тормошо тураһында һөйләй ҙә һөйләй.
Сәфәргә ҡыҙыҡ: ул бит ауылға ҡайтҡан һайын башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығын белә, тик шулай кәрәктер, шулай булырға тейеш тип ҡабул итә. Бала булғаны өсөнмө, бик ихтибар итмәй. Ысынтылап та, урыҫ халҡы икенсерәк шул! Ҡайһы өйгә инһәң дә, шул борщ, щи, йә булмаһа картуф менән тоҙло ҡыяр! Дед Генаның таусирләп, башҡорт халҡы тураһында һөйләүе Сәфәрҙе лә башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәтенә һөйөп ҡарарға өйрәтә. Был турала уға бит, атаһы ла, әсәһе лә һөйләгәндәре юҡ.
Сәфәр был хәлдәрҙе ауылға ҡунаҡҡа ҡайтҡанда ғына күрә торғайны. Аҙаҡҡы йылдары ҡайтҡандары ла юҡ.
Дед Гена дауам итте.
-Мин бер ваҡытта ла ундай тәмле аш ашағаным юҡ! Бер аҙҙан, ҡояш кеүек йылмайып, ишектән, сибәр ҡыҙ килеп инде. Беҙҙең менән башын һелкеп кенә иҫәнләште лә, түрбашҡа үтеп, ниҙер эшләй башланы. Русс ҡыҙҙарына оҡшамаған һылыу ҡыҙға, бер күреүҙә ғашиҡ булдым. Минең атайҙы, ат хужаһы, йырлай-йырлай әсе бал менән һыйлай. Мин ипле генә теге һылыу ҡыҙҙы күҙәтәм.....
Ҡыҙ көйәнтә-күнәктәр алып һыуға сығып китеүен аңлап алдым да, ҡыҙҙың арынан сыҡтым. Һыу буйында оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Өндәшмәһәк тә, икебеҙҙә бер-беребеҙҙе бер күреүҙән ғашиҡ булыуыбыҙҙы аңланыҡ. Ҡыҙыҡай күнәк көйәнтәләрен алып, күрәһең һыуға китте. Миндә, тәмәке тартам тигән булып урамға сыҡтым. Тыҡырыҡ буйлап төшөп барған ҡыҙҙы ҡыуып еттем.
-Красотка! Скажи как твои имя? Нет, нет ни говори! Я сам скажу! Утренняя звезда, Ласточка, Весенний цветок, Теплая дождь, Цветочная поляна! – тип, тағы әллә ниндәй һүҙҙәр әйтер инем дә, ҡыҙҙың шишмә сылтыратыуындай көлгән тауышын ишетеп, туҡтап ҡалдым. Ҡыҙыҡай саф русса:
- Девятнадцать лет меня еще никто так не называл, просто называют Нафисой.
Минең менән ҡыҙҙың матур итеп һөйләшеүе күңелемә ышаныс һалды. Оҙаҡ һөйләшергә тура килмәне. Сөнки атайымдың саҡырған тауышын ишетеп, кире ишек алдына ашыҡтым. Башҡа һөйләшә алманыҡ беҙ уның менән. Ҡайтҡас та һөйөүем тураһында аңлатып хат яҙып һалдым. “Тәмле телдәрҙе яратмайым, әгәр тағы шул һүҙҙәрҙе яҙһағыҙ, яуап бирмәйем!”-тип яҙҙы минең Нәфисәкәйем. Йөрәгем тулы мөхәббәт һүҙҙәре булһа ла, башҡа һөйөүем тураһында яҙманым. Шулай ике йыл хат алыштыҡ. Армиянан ҡайтыу менән уға өйләнергә теләүемде яҙҙым.
“Юҡ, беҙгә бергә була алмайбыҙ, сөнки беҙҙең дин, ғөрөф-ғәҙәт башҡа! Минең атайым менән әсәйем дә ризалыҡ бирмәйәсәк!" - тип яҙҙы минең Нәфисәкәйем. Ошо юлдарҙы уҡығас башым әйләнә башланы. Ҡағыҙ менән ҡәләм алып дәфтәргә ” Башкирочка я тебя люблю! Без тебя для меня жизни нет! Я умру от горя!" -тип яҙам да ырғытам, яҙам да ырғытам. Ә үҙем балалар кеүек үкһеп илайым. Бер аҙҙан урамға сығып ултырҙым. Өйҙән килеп сыҡҡан атайым, тәмә!ке көйрәтеп, яныма ултырҙы .
-Любишь? Так борись за свою любовь! Чистая любовь победит! -тигәс, уйлап та тормай, Урал төпкөлөндә һуҙылып ятҡан гүҙәл тәбиғәтле башҡорт ауылына юл тоттом...

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: