Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
20 Сентябрь 2022, 19:35

Сихырсы: “Ейәнемде һаҡлап ҡалдым, уның урынына мин китәм...”

Нәҡ бына шул көндәрҙә теге әбей алмағас төбөнән китмәй. Кем генә, нимә генә тип әйтһә лә, ул ҡуҙғалмай, өйгә инмәй. Өс көн, өс төн ул шул ағас төбөндә нимәлер шыбырлап уҡып ғүмер уҙғара. Ашамай ҙа, эсмәй ҙә, бер кемгә бер ауыҙ һүҙ әйтмәй. Ә дүртенсе көндө үҙ бүлмәһенә инеп бикләнә лә, тағы өс көн буйы бер ҡайҙа ла сыҡмай. Өйҙәгеләрҙең күңеленә шом йүгерә. Уға өндәшеп ҡараһалар ҙа файҙаһыҙ. Бер кемде күрмәй ҙә, ишетмәй ҙә – үҙ донъяһында йәшәй. Бер аҙна тирәһендә ул түшәккә йығыла. Йән бирер алдынан яҡындарын йыйып, улар менән хушлаша. - Ейәнем иҫән ҡайтасаҡ, тик бер ҡулы булмаясаҡ, - ти һәм аптыраулы ҡараштарҙы күреп... Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Сихырсы: “Ейәнемде һаҡлап ҡалдым, уның урынына мин китәм...”

Көҙгө зыярат буйлап үтәм. Көн болотло. Моңһоулыҡ күктән төшә, ерҙән дә күтәрелә. Быйыл ғына ауылдаштарының күбеһе бында күсте. Әле ҡасан ғына аралашып йөрөгәндәрҙең бында ятыуын күреү күңелгә һағыш өҫтәне.

Улар янында ғына таныш фамилиялы кешеләрҙең ҡәбере. Быларҙы күргәс, тарих менән бөгөнгө осор нәҡ бына ошонда ҡушылған һымаҡ тойола башланы. Уҙған быуатта йәшәгәндәр ҙә, беҙҙең заман кешеләре лә бында тыныслыҡ тапҡан. Яңы тыуған балаларға йән тап шунан алып бирелә кеүек. Әйтерһең, улар ҡойманың теге яғына сығып бер ҡәҙәр йәшәп алалар ҙа бында кире әйләнеп киләләр. Үҙемдең дә тормошомдо тәнәфескә сыҡҡан кеше күек хис итәм. Шунда күҙем елберҙәп торған бер таҫмаға төштө. Ул ҡасандыр, кемдәндер ишеткән бер ваҡиғаны иҫемә төшөрҙө...

Ауылда бик өлкән йәштәге әбей була. Шундай ҡырыҫ, өйөндә лә күп һөйләшмәй, башҡалар менән дә аралашмай. Бер кемгә, бер ниндәй зыян килтермәһә лә, һәр кем уға ҡурҡып ҡарай, сихырсы, тип уйлайҙар уны. Әммә ул үҙ һәләтен бер ҙә ҡулланмай, дауаламай ҙа, боҙом да яһамай. Тыныс ҡына үҙ аллы көн итә. Бары тик 1941 йылда бер ейәне һуғышҡа оҙатҡанда ғына уны өй артында ултырған алмағасҡа алып килә. Бер ни әйтмәй, ейәненә аҡ таҫма тоттора ла ике осон да тигеҙ итеп ағас ботағына бәйләргә ҡуша. Ә үҙе ниҙер уҡып өшкөрә.

1941 йылда һуғышҡа киткәндәрҙең барыһынан да тиерлек ҡара ҡағыҙ килә. Иҫән ҡайтыусылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Уларының да кемеһе аяҡһыҙ, кемеһе ҡулһыҙ. Өйҙәгеләр ҙә ҡара ҡағыҙ килеп ҡуймаһын тип борсола. Ә теге әбей: “Ул иҫән ҡайтасаҡ!” - тип өҙә һуғып әйтеп ҡуя. Ә үҙе көн һайын теге алмағас янына сығып, ниҙер уҡыр булған.

Фронтҡа киткән ейәне ауыр һуғыш юлы үтә. Бер нисә тапҡыр яраланып, госпиталгә эләгә, унан тағы һуғышҡа инә. Бер мәлде снаряд шартлап, ул ер аҫтында ҡала. Ныҡ ҡына күмелә. Яуҙаштары уны саҡ эҙләп табып, һөйрәп сығара. Йәне ҡыл өҫтөндә генә ҡалған була. Тик барыбер терелеп, ҡайтанан сафҡа баҫа. Сентябрь аҙағында ул немецтар менән ҡул һуғышына эләгә. Бер нисә немец менән алышҡанда ҡулын өҙҙөрә. Бик күп ҡан юғалтып, үлем хәлендә була...

Нәҡ бына шул көндәрҙә теге әбей алмағас төбөнән китмәй. Кем генә, нимә генә тип әйтһә лә, ул ҡуҙғалмай, өйгә инмәй. Өс көн, өс төн ул шул ағас төбөндә нимәлер шыбырлап уҡып ғүмер уҙғара. Ашамай ҙа, эсмәй ҙә, бер кемгә бер ауыҙ һүҙ әйтмәй. Ә дүртенсе көндө үҙ бүлмәһенә инеп бикләнә лә, тағы өс көн буйы бер ҡайҙа ла сыҡмай. Өйҙәгеләрҙең күңеленә шом йүгерә. Уға өндәшеп ҡараһалар ҙа файҙаһыҙ. Бер кемде күрмәй ҙә, ишетмәй ҙә – үҙ донъяһында йәшәй. Бер аҙна тирәһендә ул түшәккә йығыла. Йән бирер алдынан яҡындарын йыйып, улар менән хушлаша.

- Ейәнем иҫән ҡайтасаҡ, тик бер ҡулы булмаясаҡ, - ти һәм аптыраулы ҡараштарҙы күреп: - Мин уны һаҡлап ҡала алдым. Уның урынына мин китәм, - тип өҫтәп әйтеп ҡуя.

Бер аҙҙан ейәне ҡайтып төшә. Ысынлап та бер ҡулы булмай. Быны күреп яҡындары шул ҡәҙәр аптырауға ҡала. Һалдат алмағас янына килә. Бәйләп киткән аҡ таҫма уның ботағында эленеп тора, уңып, туҙып бөткән инде. Тик уның бер яҡ осо ғына ҡыҫҡарған. Һалдат быны үҙенең сулаҡ ҡалғанына ишара тип аңлай.

Бына шулай. Кеше ышанмаҫлыҡ булһа бер кемгә лә һөйләмә, тиҙәр. Мин һөйләнем инде. Бер ҡараһаң, әҙәм балаһының һәр көнө бер мөғжизәнән тора. Бары тик үҙебеҙ генә һиҙмәйбеҙ, аңламайбыҙ.

Теге әбейҙең ҡайҙа ерләнгәнен белмәйем. Ә ейәне аҙ ғына аҫтараҡ ята. Елберләп торған теге аҡ таҫма уныҡы түгел. Тик быныһы ла яугирҙыҡы, Афғандан алып ҡайттылар...

Марат Кәбиров.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: