Һаҡмар
-28 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
20 Сентябрь 2022, 08:10

Иҫәнһегеҙме?

Уяндым да иртән, күҙ асыуға,Иҫәнме, тип әйттем үҙ-үҙемә.Шөкөр, иҫән... Яңы бер көн тыуған,Серле балҡыш һирпеп Күк йөҙөнә...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Уяндым да иртән, күҙ асыуға,
Иҫәнме, тип әйттем үҙ-үҙемә.
Шөкөр, иҫән... Яңы бер көн тыуған,
Серле балҡыш һирпеп Күк йөҙөнә.

"Ниндәй хәбәр менән башланыр көн?" –
Төрлө уйҙар биләй күңелемде.
Тәнем сафлар һыу бар, йәнгә – доға –
Иҫкәртә ул мәңге түгелемде...

Бисмилланан башлайым әле иртәм,
Шөкөр итәйем, матур уйҙар уйлайым.
Хәйерле көн, яҡшы кәйеф теләп,
Йән дуҫтарға сәләмемде юллайым!

Сания Әхмәтйәнова.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас в