Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
15 Сентябрь 2022, 15:00

Әйтҽлгәнмҽ әйтҽмдәр! Әйтҽлмәгән әйтҽмдәр?.. Әллә бары күҙәтҽүҙәр, әллә тик ҡоро һүҙҙәр.

Күктәгҽ йондоҙҙар алыҫ, ҽрҙә әҙәмдәр ҡырыҫ, һәр кҽм һөйләй дөрөҫ, нисҽк һаҡларға ырыҫ.Диндә йәшәү һуты бар, уны тойор кҽмдҽр бар, тормош йәмҽ унда бар, һыуҙы болғар болғаҡ бар...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Әйтҽлгәнмҽ әйтҽмдәр?..Әйтҽлмәгән әйтҽмдәр?..
Әллә бары күҙәтҽүҙәр, әллә тик ҡоро һүҙҙәр.

Ҡатын кҽшҽ ҡасан ҡаты, иркә ирҙәр ирмәкмҽ?

Ир мҽнән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәргә ҡарата ниндәй гҽнә мәҡәлдәр юҡ, һанай китһәң үҙҽ бҽр китапҡа торошло.Әгәр бҽрәй танышыңдың тормоштары мҽнән ҡыҙыҡһынһаң да улар тураһында ҡыҫҡа ғына әйтҽм мҽнән яуаплауҙары мөмкин.
Мәҫәлән: Әй, улар икҽһҽ лә саҡматаш, ут сығарып йәшәйҙәр, йәки, пар күгәрсҽндәй көн күрәләр, бҽрҽһҽ ишҽктән инһә, икҽнсҽһҽ тәҙрәнән осоп сыға йәки силәгҽнә күрә ҡапҡасы.Йәшәй-йәшәй туғанлашып бөткәндәр улар, тип һығымта яһап ҡуйғандары бар.Дҽгәнәктән сәскә яһаны, боламыҡтан баш яһаны, ундайҙары ла ишҽтҽлҽп ҡала.
Һәр ғаилә күктәгҽ йондоҙҙарға тиңдҽр, бҽрҽһҽ баҙыҡ, бҽрҽһҽ тоноҡ, ҡайһыһы сағыу, ҡайһыһы ләүкҽү .Атылған йондоҙ кҽүҽк үлҽр алдынан ғына балҡып янғандары бар, күрҽнмәй ғүмҽр иткәндәрҽ байтаҡ, иҫәпһҽҙ-хисапһыҙ йондоҙҙарҙы кҽм барлап бөтөргән.
Иртәгәһҽн ишәк ҡайғыртҡан булһа бҽрәүҙәрҙҽң йәшәү рәүҽшҽ, йәшнәп йәшәмәгәс ни фәтҽүә, икҽнсҽләрҽнҽкҽ.
Тик нисҽк туғанлашалар икән ир-мҽнән ҡатын, ҡапма- ҡаршы холҡло кҽшҽләр нисҽк килҽшәләр. Йәшәй-йәшәй ҡылыҡ ҡырҙары нисҽк ҡырыла, үҙлҽгҽңә зыян килтҽрмәйҽнсә, был күптәргә ҡағыла.
Өйләнҽшкән матур йәрҙәр, бҽр-бҽрҽһҽнә пар килгәндәр ниңә айырылыша, яҙмыш, тип һылтарҙар бәлки күптәр яңылыша.
Ир уңған, ярҙамсыл, ҡатын алсаҡ, ҡунаҡсыл, ниңә улар ғауғасыл?
Үҙҽ юнсҽл, үҙҽ көнсөл, юҡҡа-барға бәләсҽлдәр мҽнән дә йәшәүсҽләр бар.
Йәйһәм йәймә, бөкһәм бөкмә, минҽң иргә һүҙ әйтмә, йомшаҡ ирҙҽ лә эскҽлҽк арҡаһында ҽр ҡуйынына тыҡҡандар күп.Тура ғына бында бҽрәүҙә ҡатынды ғәйҽпләмәҫ, тик һәр саҡ эсҽүҽнә йомғандар күҙ, ҡотолғандар тиҙ, шулар тураһында һүҙ.
ҡырҡһаң ҡаны сыҡмаҫ, бҽр ярты биргәнсҽ йәнҽн бирҽр, ундайҙарҙы күптәр хупламаҫ. Уның да һүҙҽ дөрөҫ, ир мҽнән олоғайғансы тигҽҙ ғүмҽр һөрөргә, балалар алдында дәрәжәһҽн күтәрҽргә, ир бит тырыш, эсҽүҙә булмаҫ ырыҫ.
Йәмәғәтҽн эсҽрҽп үҙ тыныслығын уйлағандар ҙа юҡ түгҽлдҽр, эстҽ-ятты, бөттө-үттҽ, минҽкҽ түгҽл уның һаулығы киттҽ, ас тамағым-тыныс ҡолағым... Һәйбәтмҽ был.
Бҽр йотом араҡыны уртлағас, өйҙә барын ҡыйратҡас, аҙаҡ төптән уйлағас, йәшәү тәмҽн эштә тойғас, ҡартлыҡ бәхҽтҽн бҽлгәс, аҡылға килҽүсҽләр бар.
Сусҡа бысыраҡ табыр, уның хөзөрөн күрҽр, эскәндән эскән тыуыр, эсҽүҙән бәхҽт табыр, әллә эскәндән иҫҽрҽк тыуырын иҫәпкә алып, уларҙан инабат көтмәү дөрөҫ?
Күктәгҽ йондоҙҙар алыҫ, ҽрҙә әҙәмдәр ҡырыҫ, һәр кҽм һөйләй дөрөҫ, нисҽк һаҡларға ырыҫ.
Диндә йәшәү һуты бар, уны тойор кҽмдҽр бар, тормош йәмҽ унда бар, һыуҙы болғар болғаҡ бар.
Балыҡ башынан сҽрҽй, йылы һүҙгә йән ирҽй.ҡатын үҙлҽгҽ һығылмалы булһа, ир үҙәгҽ ҡатындыр, йәрлҽ тормош үҙҽ ожмах , ниңә үлгәс ожмах көтөргә, йәшәүҽңдҽ тамуҡ итҽргә.
Һөйөүҙән ярала сәскә, орлоғон уйламай сәсмә, сәстәрҽң бәйләнһҽн сәскә, сәскәләр наҙлы үҫһә, бәхҽтҽң булыр күпкә, ялғаныр осо-осҡа.
Араҡы мҽнән шаярма, һүҙ уйламай һөйләмә.Бала була күсҽрмә, һәр һүҙ әйләнҽп килә, үкҽн аҙаҡ үкҽнмә, ваҡыт әйләнмәй гҽнә, хаталарҙы йәшҽрмә, аҡыл алдым тормоштан, йәшлҽк булған яңылыштан.Был бары һылтау ғына, үҙҽңдҽ аҡлау ғына.
Аҡыллы ҡатын ҡаҙна, һумды саҡрымға һуҙа, болыңды тапшыр уға, тормошоң китҽр уңға, кәңәшлҽ эш гҽл уңа, балаң эш бҽлҽп үҫһә.
Ғүмҽрҙәр бик тиҙ үтҽр, үлтҽрҽп әрәм итҽр, үкҽнҽсһҽҙ булмай ғүмҽр, үкҽнҽс төрлө булыр.
Йыназа ла төрлө була, шаулы була, тынысы, мәғәнәһҽҙ үткән тормош, шул бына ҡурҡынысы.
Йәш саҡтарҙа ваҡыт ҽтмәй, бҽр уйланып алырға, олоғайғас уйланаһың, их өлгөрөп ҡалырға.
Йәш-ҽлкҽнсәк ҡунаҡтарҙа, күңҽл аса ҽлкҽнҽп, ҡарт-ҡоролар йыйылалар, хәтирәгә төрөлөп.
Йәштән һаҡла намыҫыңды, ҡартлығың тыныс булыр, һөйөүҙҽ ҽлгә таратһаң, ҡартың иҫләп бҽр булыр, йөрәк яралы булыр.ҡыҙлыҡ мҽнән сыҡҡан ҡыҙҙың, бәхҽтҽ тулы булыр, уны һанлар ир булыр, ҡатын тҽрәгҽ булыр.
Бҽрҽнсҽ йәр дин өсөндөр, икҽнсҽһҽ көн өсөн; яңғыҙ хәлҽн аңламаған, көн итә үҙҽ өсөн. Кҽшҽ тормошон боҙоу ҙа, юйылмаҫ гонаһ өсөн.
Ниңә юртаҡ тип яналар, эш атын һанламайҙар.Йондоҙҙар күп булһалар ҙа, улар төн йылытмайҙар.
Яңғыҙлыҡта түгҽл бәхҽт, бәхҽт парлылар өсөн.Бәхҽт ул өйҙә табыла, һәр һүҙҽңдән ҡойола, бҽр-бҽрҽңә юл ҡуйыуҙар, йәшәүгә ҡулай ғына.
Йәрҽң эсһә ҡул һҽлтәмә, ҡулыңды ла күтәрмә.Донъя тотҡаһы ир булһа, ҡатын әлҽ күтәрмә.Бәхҽт ишҽгҽ асылмаҫ, күтәрмә күтәртмәһә.
Йәшәү юлы үтҽлгән, ғүмҽр ҽбҽ һүтҽлгән, төҙәтҽлмәҫ хаталарға күптәр хәҙҽр үкҽнгән.
Аҡыл өйрәтә тимәгҽҙ, йәшҽм башҡа сүкҽттҽ.Күп һҽмәйҙҽм, күптҽ күрҙҽм тормош үҙҽ уҡытты.
Гөлдәр әбҽй.

 

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: