Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
15 Сентябрь 2022, 20:20

Йәнеңде бирһәң дә...

- Ниңә асмайһың, убырлы ҡарсыҡ? Ҡайтмаҫ был, үлер, тигән инеңме? Ведьма! - тип төкөрөктәрен сәсеп һөйләнде Илназ һәм әйләнеп килеп, бар көсө менән әсәһен этеп ебәрҙе. Осоп барып төшөр ине Тәслимә, ярай кейем элгесенә терәлеп ҡалды. - Торма ҡаршымда! Утты яндыр! - тип әмер биреп улы, аяҡ кейемен һалып та тормай, эскә үтте. Тәслимә ишекте бикләп, уның артынан эйәрҙе. - Ниңә шул ҡәҙәр эсәһең инде улым? Харап итәһең бит үҙеңде. Врачтар әйтте бит һиңә аңлатып, тамсы ла эсергә ярамай. - Ауыҙыңды яп! Эшең булмаһын миндә! Үлһәм үләм, ҡалһам ҡалам – минең ғүмерем. Вот шулай... - тип көҙгө ҡаршыһына барып баҫып оҙаҡ ҡына үҙен күҙәтте. Уның ябыҡ ҡына кәүҙәһенә, зәңгәрләнгән күҙ төптәренә, ослайып ҡалған танауына йәлләп ҡараны Тәслимә. Йөрәге өҙөлөп төшөрҙәй ине күргәндәре...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Йәнеңде бирһәң дә...

Кәрим Кара

 

Тәслимә эштән арып ҡайтҡан ине. Үс иткәндәй, өлкән шәфҡәт туташы санитар көн, тип иғлан итте. Иҙәндәрҙе генә түгел, бар стенаны, тәҙрә төптәрен, тумбочкаларҙы ла хлор ҡушылған һыу менән ышҡып-ышҡып йыуа-йыуа хәл бөттө. Көскә һөйрәлеп ҡайтып ине ул, Илназы сығып киткән икән. Был яңылыҡ бөтөнләй эшлектән сығарҙы ҡатынды.

Әммә тәнендә йәне булған кеше, нисек тә йәшәргә тырыша. Һуңғы көсөн туплап, ашарға бешерҙе, өҫтәлдәге һауыт-һабаны йыуып алды. Теләһә ҡайҙа туҙрап ятҡан кейемдәрҙе йыйыштырҙы.

Тамағына ҡапҡылағас, телевизорын да ҡабыҙып торманы, төптәге диванға ятып, бер аҙ онотолорға теләне. Илназы ҡайтҡас, барыбер урынына ҡуҙғатасаҡ, шуға урын-ерҙе лә ҡуҙғатып тораманы.

Арыуҙан күҙҙәре эленеп килә ине инде. Утты һүндереп ятыуы булды, йоҡоһо һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. Арыған ҡулдарының быуындары һыҙлай, шешеп сыҡҡан балтырҙарына меңдәрсә энә ҡаҙалған кеүек. Үҙе менән ҡуша ҡартайған диванында күпме генә борғоланһа ла, ойоп китә алманы.

Урам аша ғына кафе урынлашҡан ине. Уныһына терәлеп тигәндәй, урман кеүек парк йәйелеп китә. Тәслимә бында арыған тәнен ҡайҙа ҡуйырға белмәй аҙапланһа ла, йәштәрҙең киске тормошо яңы саҡ башланып торған сағы ғына ине. Тәҙрә аша урамдан ҡолаҡ тондорғос музыка яңғырап торҙо, егет-ҡыҙҙарҙың ҡысҡырып һөйләшкәндәре, ихахайлап көлгәндәре эргәлә генә ишетелгән кеүек булды. Уға һис туҡтамай, тыз-быз килеп үтеп торған машина тауышын да ҡушһаң, ысынлап та йоҡларлыҡ түгел шул. Әммә быға ҡәҙәр Тәслимә улы Илназ өйҙә булғанда уларҙы ишетмәй, башын яҫтыҡҡа терәү менән йоҡлап китә торғайны. Бөгөн улы өйҙә булмағанға борсола ине ул.

Башына әллә ниндәй уйҙар килеп, тыныслығын бөттө. Ана шул кешнәп торған егеттәр күҙенә генә салынып ҡалмаһын инде Илназы. Улар бит бармаҡҡа бармаҡ һуҡмай, көнө буйы ашап-эсеп кенә йөрөйҙәр, бер туҡтауһыҙ хәмер һемерәләр. Көстәрен ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөрөйҙәр, кемгә бәйләнергә тип эҙләнеп кенә торалар. Уның йоҡа ғына кәүҙәле улына күпме генә кәрәк инде? Бер һуғыуҙа йәһәннәмгә осорорҙар, Аллам һаҡлаһын. Ана шул парк тигәндәре лә ҡара урманға тиң, виллаһи йырып сыҡмалы түгел. Төрлө хаслыҡ эшләргә махсус үҫтергәндәр тирһең уларҙы. Бер ағас артынан ҡул һуҙып боғаҙыңа йәбешһәләр, яҡты донъя менән хушлаш инде. Иҫән-һау ғына ҡайтып инһен инде бәғер ите. Улы ҡайтып инмәйенсә йоҡо алмай инде. Нисә тапҡыр үтенеп ялынғаны булды шул балаға, йөрөмә төндә башыңа бәлә эҙләп тип. Тыңлаймы һуң ул һине?!

Илназы Хоҙайҙан һорап алған ғына балаһы булды Тәслимәнең. Ире Харисҡа сыҡҡас та һигеҙ йыл буйы балаға уҙа алманы. Эй, ул саҡтарҙы күргәнде! Ҡайҙарға ғына барманы, кемдәргә генә күренмәне. Бағыусылар, фал асыусылар, дауалаусылар ҙа ҡалманы. Врачтар туранан-тура өмөтөңдө өҙ тигәндәр ине инде. Ире Харис та эскән һайын ҡатынының исемен онотто, уға “ҡыһыр” тип кенә өндәште. Ә теге килендәштәре, ҡәйнә-ҡайныһы, ҡоҙа-ҡоҙасалары аҙым һайын төрттөрөп кенә торҙо, кешегә лә һынаманылар. Бала тапмаған ҡатын – ҡатынмы ни һуң, йәнәһе. Ҡунаҡҡа-фәлән йыйылғанда ла Тәслимәне мыҫҡыллап күңел астылар. Тәки Харисы айырып ебәрә ине инде, көтмәгәндә ул ауырға ҡалды. Бер ниндәй ҙә сәбәп тә булманы, дауаланыуҙар ҙа артта ҡалған ине инде. Хоҙайҙың эшкәртеүе булғандыр, юғары көстәр күргәндер уның ғазапланыуын...

Хәйер, барыбер ире менән бергә йәшәй алманы, Харисы ташлап китте. Башта бала юҡ, тип даулаһа, һуңынан йоҙроҡ ҙурлыҡ йән эйәһе сәбәпсе булды айырылыуға. Ә башта нисек шатланған ине бит ул! Тәслимә ауырлы икәнен әйткәс, иҙән һелкетеп бейеп тә киткәйне ҡыуанысынан.

Тыуғанда уҡ Илназ сирләшкә булды. Ҙур күҙле, үтә күренмәле тәнле, бесәй балаһы төҫлө генә ине инде. Әммә Тәслимәгә шул сабыйҙан да ҡәҙерлерәк йән эйәһе булманы. Бар наҙын, бөр көс-ҡеүәтен балаһын кеше сифатына индереү өсөн һалды.

Әллә ни булды шул балаға, әллә һуңлап тыуғанға, аҙнаһына бер-ике көн һау-сәләмәт булһа, башҡа көндәре ата-әсәһен шатландырғаны булманы. Зәғиф булғандыр инде, япраҡ иҫһә лә ауырыр ине. Бер сир артынан икенсеһе табылып ҡына торҙо.

Бала бағып, ир ҡайғыһы китте Тәслимәнең. Бар уйы улында булды. Харисҡа бындай тормош бер ҙә оҡшаманы. Тыныслығын юғалтты, өйөңдә көн-төн йәш бала илап ятһын да ниндәй тыныслыҡ булһын инде ул? Шунан ике арала әрләшеүҙәр китте. Иғтибарҙың юҡлығы ҡанын ҡайнытты ғаилә хужаһының. Ваҡытында ашарға әҙер түгел, иртә-кис ҡатын өйҙә юҡ, балаһын ҡосаҡлап врачтар эҙләй, ирҙең күңелен күрмәй. Шунан һуң Харис барыһына ла ҡулын һелтәп, икенсе ғаиләгә сығып китте.

Ҡояш күрмәгән зәғиф үҫемлек һымаҡ ҡына булып үҫте Илназ. Ул күренгән врачтарҙың, ул ашаған дарыуҙарҙың, уға ҡаҙалған уколдарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Малайының һигеҙе тулғанда врачтар Тәслимә алдына тағы бер һайлау ҡуйҙы. Илназдың бөйөрөндә яңы сир таптылар. Аҙнаһына өс тапҡыр шул баланы дәрестәрҙән һуң гемодиализ үҙәгенә йөрөтөргә тейеш булды. Нәҙек кенә беләктәрен тишкеләп, малайын яһалма бөйөр аппаратына тоташтырҙылар. Бала 3-4 сәғәт ҡан таҙартып ятырға тейеш булды.

- Сире көсәйгәндән-көсәйә, былай барһа баланы ҡотҡарып алып ҡалыуыбыҙ икеле, - тип врачтар Тәслимәгә тураһын әйттеләр. Шулай ҙа бер өмөт сатҡыһы һаҡлана икән. Әгәр тап килһә, улына Тәслимәнең бер бөйөрөн күсереп ултыртыу мөмкинлеген белдерҙеләр. Әсә кеше быға ҡуш ҡуллап йәбеште. Шунан оҙаҡҡа һуҙылған анализдар алыу, тикшереүҙәр башланды. Бәхеткә, бар параметрҙар буйынса ла Тәслимә яраҡлы донор булып сыҡты. Был хаҡта ишеткәс, ҡанаттар үҫкәндәй булды. Алда тик уңышлы булырын юрап, тыныс күңел менән ул операция өҫтәленә менеп ятты.

Операциянан һуң юнәлеп китеү оҙаҡҡа һуҙылды. Әсәй ҙә, бала ла бысаҡ аҫтында ятыуҙы ауыр кисерҙе. Бындай саҡта ярҙам ҡулы һуҙырҙай яҡын кешеләре юҡ ине. Әммә ҡатын тештәрен ҡыҫып түҙҙе. Улының ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн бындай ғына һынауҙарҙы үтер өсөн әҙер ине ул...

Баҫҡыс буйлап кемдеңдер лап-лоп баҫып күтәрелгәнен ишетеп ҡалғандай булды. Шунан бар күршеләрҙе уятырлыҡ итеп, даңғыр-доңғор итеп ишекте туҡылдатырға тотондо. Тәслимә урынынан ҡуҙғалып, ишекте асыуға йүнәлде. Ишек төбөндә күҙҙәре тонған, сәстәре туҙған, кейемдәре бысрап бөткән улы Илназ сайҡалып баҫып ҡарап тора ине.

- Ниңә асмайһың, убырлы ҡарсыҡ? Ҡайтмаҫ был, үлер, тигән инеңме? Ведьма! - тип төкөрөктәрен сәсеп һөйләнде Илназ һәм әйләнеп килеп, бар көсө менән әсәһен этеп ебәрҙе. Осоп барып төшөр ине Тәслимә, ярай кейем элгесенә терәлеп ҡалды.

- Торма ҡаршымда! Утты яндыр! - тип әмер биреп улы, аяҡ кейемен һалып та тормай, эскә үтте. Тәслимә ишекте бикләп, уның артынан эйәрҙе.

- Ниңә шул ҡәҙәр эсәһең инде улым? Харап итәһең бит үҙеңде. Врачтар әйтте бит һиңә аңлатып, тамсы ла эсергә ярамай.

- Ауыҙыңды яп! Эшең булмаһын миндә! Үлһәм үләм, ҡалһам ҡалам – минең ғүмерем. Вот шулай... - тип көҙгө ҡаршыһына барып баҫып оҙаҡ ҡына үҙен күҙәтте. Уның ябыҡ ҡына кәүҙәһенә, зәңгәрләнгән күҙ төптәренә, ослайып ҡалған танауына йәлләп ҡараны Тәслимә. Йөрәге өҙөлөп төшөрҙәй ине күргәндәре.

- Улым, зинһар тип әйтәм, тыңла һүҙемде, - тип Илназдың иңбашына йомшаҡ ҡына ҡағылып алған ине, егет һелтәнеп әсәһенең яңағына бирҙе. Тәслимәнең ирене ярылып, ауыҙ эсе ҡан менән тулды. Әммә үҙендә уйы юҡ ине әле. Һелтәнгәндә ҡолап китә яҙған улына ынтылды: “Хоҙайым, аяҡ-ҡулын һындырып ҡуймаһын” - тигән уй йәшен тиҙлеге менән үтте башынан. Чурт та булмаған – Илназ минут эсендә ғырылдап йоҡлап та китте.

Тәслимә иптәп кенә баҫып йөрөп битен-башын йыуып алды. Һуңынан килеп улының ботинкаларын систерҙе, баш аҫтына яҫтыҡ һалып, өҫтөнә юрған япты.

Улының ныҡлап йоҡлап киткәненә инанғас ҡына ул үҙ бүлмәһенә үтеп, диванында бөгәрләнде. Төнгө ҡала тын ҡалған ине инде. Унда-бында үткән машиналарҙы иҫәпкә алмағанда, шылт иткән тауыш та юҡ. Күҙҙәренә барыбер йоҡо инмәне. Бөтөрә бит был үҙен әгәр шулай дауам итһә. Былай ҙа ғүмере еп менән генә эленеп тора бит. Шул улын тапҡандан Тәслимәнең бер генә тыныс көн үткәргәне булманы. Ниндәй тамғалы бала булды һуң? Әллә үҙе артыҡ иркәләп ебәрҙеме? Операциянан һуң улына эйелеп ойоҡ кейергә лә рөхсәт итмәне бит ул. Һәр аҙымын һағалап ҡына торҙо. Атайһыҙ етем бала, сирле бала тип йөрәгенә ҡан һауҙы.

Һуңғы ваҡытта улы ниндәйҙер насар бәндәләр менән аралаша башланы. Эсергә өйрәнеп алды, төндәр буйы урамдан ҡайтып инмәй. Иртәгә башын да күтәрә алмаҫ инде. Бына бында инеп ятыр ҙа, һыуҙан башҡа ауыҙына бер нәмә лә алмаҫ, тамсы ризыҡ та ҡапмаҫ. Гел шулай телефонына ҡаҙалып ятыр. Йоҡоһо ла йоҡо булмаҫ. Ауыҙ асып бер һүҙ өндәшмәҫ. Бер нисә көн ятыр ҙа, бер аҙ хәл инһә, тағын шул иптәштәрен юллап сығып китер. Әйткәнде бар тип тә белмәй. Нимә эшләп ҡарарға һуң был бала менән?..

Теге ваҡытта, бөйөрөн күсереп ултыртҡандан һуң, шаҡтай нығынып, һау-сәләмәт кеше ҡиәфәтенә инеп алған инде үҙе. Бына хәҙер һуңғы бөйөрөңдө лә бир балаңа, ер тетрәтеп йөрөп китер, башҡалар кеүек йәшәр, ғаилә ҡорор, балалар үҫтерер, тиһәләр, Тәслимә ике уйлап та тормаҫ ине. Бөйөрөн генә түгел йөрәген дә ярып бирергә әҙер ул. Ә Илназы әсәһенең хәсрәттәрен бар тип тә белмәй. Йәнеңде бирһәң дә, кәрәге юҡ уға, аяҡ аҫтына һалып тапап үтеп китер, һиҙмәҫһең дә...

 

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: