Һаҡмар
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
15 Сентябрь , 19:45

Дуҫың бар, дошманың бар

- Улым, улым… Беҙ бит ике яҡшы ат кеүек, ғүмер буйы ярышып йәшәнек. Ул өйләнде - мин дә кәләш алдым, мин балалар арттырҙым - ул да ҡалышманы… Эштә лә, тормошта ла кәм-хур булманыммы, артта ятып ҡалманыммы, тип бер-беребеҙгә әйләнеп ҡарай-ҡарай донъя көттөк. Шуларҙы уйлап, барлап яттым да… Тормошома сәм, тоҙ-борос өҫтәгән кеше булған икән Мөхитдин, тип ҡуйҙым. Бына ул киткәс, тотоп торған бер таяуым ишелеп төшкәндәй булды… Беләһең килһә - ундай "дошманың" булғанда дуҫың да ары торһон…Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Яҙгөл Байрамғолова

Дуҫың бар, дошманың бар

(Хикәйә)

Йылы юрған аҫтында йыбанып ҡына кирелеп, баҡса янындағы бағана сымдарында һыҙғырып аралашҡан сыйырсыҡтарҙы тыңлап ятты ла, яйлап тороп ултырҙы Хәсән ҡарт. Быйыл да килгәндәр, онотмағандар, тип ҡыуанды ул, йыл һайын ҡыйшайыңҡыраған ояларын ташламаған ҡошсоҡтарға һоҡланып.

Өй эсе, ниңәлер, ғәҙәттән тыш тыныс һымаҡ. Әбейенең иртә менән ҡуйған радиоһы ла, һалмаҡ ҡына көйләп йөрөүе лә, һауыт-һаба ҡыштырлағаны ла ишетелмәгәс, аптырап түрбашҡа тәнтерәкләне ҡарт. Зәкиәһе ҡайҙа киткән тағы? Сәй эсер ваҡыт та баһа… Ҡулын сәйнүккә терәп йылы икәнен тойоп, тағы аптырай биреберәк ҡуйҙы. Бер үҙе сәй эскәнгә оҡшамаған, ҡайнатҡан да сығып киткән, бына һиңә мә!

Хафаға ҡалған Хәсән ҡарт, еңелсә кейенеп, аҙбарға сығып әйләнде. Барыһы үҙ урынында: ун тауығы ла, биш һарығы ла. Һәүкәш тә иртәнге ҡояшҡа арҡаһын ҡуйып, моңһоҙ ғына көйшәнеп тора. Ә әбейе күренмәй…

- Күп булһа, кибеткә сығып киткәндер әле ул, һәптән, - тип мөңгөрләп, кире инеүҙән башҡа сара ҡалманы.

Йыуынып, урындарын йыйыштырып, оҙаҡлағанға ныҡлап асыуланырға торғанда ҡайтып инде ҡарсығы.

Моңһоуланып, нисектер юғалып ҡалған Зәкиәһенә ҡарап:

- Әллә ҡайҙа йөрөйһөң таң менән. Ирендәрең күгәргәнсе ҡайҙа ҡыҙырып килдең ул? Сәй эсерәһеңме бөгөн, юҡмы? - тип ҡәнәғәтһеҙ һөйләнеп алды йорт хужаһы.

Яйлап өҫтөн һалып, сәйер генә ҡараш ташланы ла, ҡулын сайып, аш-һыу янына килде әбейе.

- Хәҙер яңыртам сәйҙе, - тоноҡ ҡына тауыш менән яуаплап, сәйнүген плитә өҫтөнә ҡуйҙы.

Унан ниҙер иҫенә төшкәндәй, өҫтәл артына инеп ҡунаҡлаған ире эргәһенә килеп баҫты ла, нисек әйтергә белмәгәндәй, әҙерәк ыҡылдап торғас, һүҙ башланы.

- Ней бит әле, атаһы… Мөхитдин үлеп ҡалған бит…

Аңламағандай, Хәсән ҡарт, ауыҙын асып, йәмәғәтенә тексәйҙе. Алған ҡалағын кире ҡуйып, нисектер битараф ҡына әйтеп ҡуйҙы.

- Шулайҙыр. Үлер ул мәлғүн! Һинең менән мине ерләр әле ишшыу! - әбейе өндәшмәгәс, тағы өҫтәне. - Кисә генә кәнсәлә күреп, тетмәкәйен тетеп киткәйнем. Нишләп үлһен, хатта теп-тере ине.

- Бөгөн төндә үткән. Йоҡоһонан уянмай ғына китеп барған, йә Илаһым… Йөрәге туҡтағанмы икән. Райүҙәккә алып киттеләр инде балалары, ҡайтҡас аныҡ әйтерҙәр…

Йәмәғәтенең моңһоу тауыш менән яйлап бәйән итеп ултырыуы йәнен көйҙөрөп ебәрҙе Хәсән ҡарттың. Әйтерһең дә, фәләндең кәзәһен эт йыҡҡан икән, тигән һымағыраҡ хәбәр еткерә!

- Һин, әбей, аңын-тоңон белмәйенсә, ләпелдәп ултырма әле! Йә ҡолағандыр, йә дауаханаға алып киткәндәрҙер. Ә һин сразы - үлде! Кем әйтте аны?

- Һуң үҙем барып ҡайттым бит! Иртән тышҡа сыҡҡас та, күршеләрҙән ишеттем дә, йүгереп барып килдем. Ҡайҙа йөрөйһөң тип, өтөп ашап апараһың…

Хәсән ҡарттың мейеһенә, ниһайәт, яңылыҡ барып етте, күрәһең… Тыны ҡыҫылып, күҙ алдары ҡараңғыланып китте. Асалаҡ-йомалаҡ булып, бер әбейенә, бер тәҙрәгә ҡарап ултырҙы өндәшмәй. Унан нисектер, күкрәк төбөнән "ааһ!" тигән тәрән ауаз сығарып, ҡырынайып ҡолай башланы.

- Атаҡ-атаҡ, Хәсән! Йә, тотон миңә!

Йылдам ғына һикереп торған өлкән ҡатын саҡ тотоп өлгөрөп ҡалды бабайын. Төҫө ҡасҡан иренә ҡарап, ҡурҡып китте хатта.

- Дәвлинйәң күтәрелә, ахыры… Әйҙә әле, ятып тор, - тип өҫтөрәп тигәндәй алып барып һалғас, дарыуҙарын эҙләргә тотондо.

- Кисә… үткәндәрҙе иҫләтеп, бер аҙ утлы табала ҡыҙҙырып алғайным… - Хәсән ҡарт йөрәген тотоп, кипкән ирендәрен көскә әйләндереп бышылданы. - Артығын әйтеп ташланым микән? Йә, Хоҙай… Күтәрә алманы микән?

- Ғүмер буйы эт менән бесәй һымаҡ йәшәнегеҙ. Һинең сираттағы әйткәнеңә генә бирешмәгәндер инде ул, - хужабикә ниһайәт, кәрәкле төймәләрҙе табып ҡаптырҙы. Бабайының ҡалтыранған ҡулдары сынаяҡ тотмағас, үҙе һыу эсерҙе аҙағынан. - Бибинуры баҡыйлыҡҡа күскәс тә, яйлап миктәй башланы бит ул. Әбейһеҙ ҡалғандар етем һымаҡ, күңел бошонҡолоғона бирелеп, үҙҙәрен бөтөрәләр. Анһатмы ней ҡатынһыҙ донъя көтөүе… Бахырҡай, артынан өс йыл ғына ҡалып йәшәп өлгөрҙө.

Күҙҙәрен йомоп, Зәкиәһенең ҡулын тотоп, тын ғына онотолоп ятты ҡарт. Әйтерһең, үткәндәрҙе барланы, "ҡан дошманы" Мөхиттең буй-һынын аңында тергеҙергә маташты. Тик ниңәлер, бөксәйгән етмеш алты йәшлек ҡарт түгел, ә типһә - тимер өҙөрлөк тәккәбер егет баҫты күҙ алдына…

- Кит инде, йәп-йәш Мөхит тә китеп барғас, миңә ни ҡала, - тине ҡапыл Хәсән ҡарт.

- Ныу йәш тип… һинән ике йыл ғына кесе инде, - тине аптырап ҡатыны. - Көнө бөткәндер, ҡалайтаһың…

Иртәгәһенә хәле насар булһа ла, әбейенә йәбешеп тигәндәй ерләшергә барҙы Хәсән ҡарт. Күмгәндә лә, аҙаҡтан шунда уҡ өсөн уҡытҡанда ла бер һүҙ өндәшмәне ул. Йыйылған кеше Мөхитдиндең намыҫлы булыуын, ғүмер буйы колхоз малын үҙенекендәй күреп, һаҡлап-яҡлап көтөүен, ара-тирә булған мәҙәктәрен дә иҫләп һөйләшеп ултырҙылар. Уларҙан күберәк белһә лә, был юлы ла Хәсән ҡарт ауыҙына һыу алғандай, хәбәргә ҡушылманы. Мышҡылдашып табын әҙерләгән ҡыҙҙарына ла ҡайғы уртаҡлашам, тип әйтергә көсө етмәне. Ғәҙәттә, берәй ҡунаҡ булһынмы, аят булһынмы, иғтибарҙы үҙенә тартып һөйләнергә яратҡан иренә бер аҙ аптырап та, хәүефләнеп тә ҡараны әбейе. Хәйер, уның менән һүҙ көрәштереп, сәменә тейеп ултырған ҡаршағы Мөхит юҡ шул хәҙер…

- Ышанмағайным… Ысын үлгән икән… Ҡара һин аны, ап-аҡ булып, инде ҙур эш бөтөргәндәй, етди ҡиәфәт менән һуҙылып ята бит әле! - тине Хәсән ҡарт, арманһыҙ булып ҡайтып ауғас.

Мөхитдин менән Хәсәндең дошманлығы йәштән үк, Айһылыу исемле ҡыҙ арҡаһында башланып китеп, ғүмер оҙайына һуҙылды.

Морондары еҫ һиҙеп, ҡыҙҙар менән ҡыҙыҡһына башлағанда сәхнәнән төшмәгән, иҫ киткес матур йырлаған сибәркәйгә ғашиҡ булды икеһе лә. Мөхит менән бер синыфта уҡып, күберәк ваҡыт бергә үткәргәс, уның шанстары ла юғарыраҡ һымаҡ ине. Әммә егет ҡорона алданыраҡ кергән, өлкәнерәк тә булған мыҡты кәүҙәле Хәсән "шпана" менән иҫәпләшергә теләмәне. Һигеҙенселә уҡыған һандуғасты ҡаратыр өсөн бар көсөн, ваҡытын һалды. Ә ҡыҙға улар икеһе лә оҡшай ине буғай… Әле береһен ымһындырып, әле икенсеһен өмөтләндереп, егеттәрҙе утҡа һалып, һуғыштырып йөрөй бирҙе. Мәктәпте бөткәс, Хәсән хыялы буйынса ауыл хужалығы институтына уҡырға инде. Ҡайтып-китеп йөрөгәндә лә, һаман Айһылыу тип йән атты, уның сығыш яһаған концерттарына йөрөнө. Ҡыҙ менән әҙ-мәҙ һөйләшеп, ғәҙәттәгесә, клубта Мөхит менән йоҙроҡ аша "аңлашып", эсе тулы һағыш менән белем үрҙәрен яуларға тағы ҡалаға ашыҡты.

Мөхитдин дә төшөп ҡалғандарҙан түгел, бик һөймәлекле, эшсән егеткә әүрелде. Ауыл ҡыҙҙары иғтибар күп бүлделәр, тик ҙур ҡара күҙле, йылмаяҡ егет Айһылыуынан башҡа берәүҙе лә күрмәй ине. Уҡыуын бөткәс тә, һөйгәнен илатып, вәғәҙәләрен алып, көҙгө саҡырыуҙа армия сафтарына китеп барҙы.

Хәҙер бер кем ҡамасауламай, тип ҡыуанған Хәсәндең хыялдары иртәрәк булып сыҡты шулай ҙа. Айһылыу әллә ысынлап яратты егетен, әллә биргән һүҙенә тоғро ҡалғыһы килде - ҡаланан ҡайтҡан талипты бик яҡынлатманы ниңәлер.

Мөхиттең ҡайтыр ваҡыты етеп килгәндә институтты тамамлаған Хәсән үҙе лә армияға юлланды. Йырсы ҡыҙға хат артынан хат яуҙырып торһа ла, теге яҡтан яуап яҙырға ашыҡманылар. Шулай ҙа килгән ике-өс бөртөк ҡағыҙ остоғон тишә яҙғансы уҡып, күңеленә бер аҙ йыуаныс алды ғашиҡ егет. Уныһы ла, ауыл хәбәрҙәрен генә теҙеп яҙыуҙан тора, ә үҙе, хистәре тураһында ләм-мим. Хаттары килеүҙән бөтөнләй туҡтағас, ниҙер булғанын һиҙеп, өйҙәгеләрҙән ҡат-ҡат һораһа ла, аныҡ яуап ала алманы. Ҡайтҡас ҡына, Мөхитдин әрменән һуң ике ай үткәс, Айһылыу менән туй яһап, ҡауышып, аталарынан ҡалған иҫке өйҙә йәшәп ятыуҙарын һөйләп бирҙе туғандары.

Үс алыу, кәрәген биргәнсе дөмбәҫләү уйҙары менән күпме һағаланы уны Хәсән! Тик өйләнгән егет хәҙер киске уйынға сыҡмай, ҡатыны менән етәкләшеп үтеп киткәне генә күренгеләп ҡала һирәкләп. Шулай ҙа, эштән ҡайтып килгән мәлен тап итеп, юлын быуҙы бер көнө.

- Минең ауылда булмау менән файҙаланып та ҡалдыңмы? Нимә тип әүрәткән булдың инде, байғош? - тип яғаһына матҡып йәбеште һарыуы ҡайнаған Хәсән.

Эштә сыныҡҡан көслө ҡулдары менән йолҡа тартып, этеп ебәрҙе Мөхит. Ул инде "шпана" түгел, ә үҙ баһаһын белгән, бирешмәҫлек йәш иргә әйләнгән.

- Хәҙер һуғышыуҙан фәтеүә юҡ туғанҡай, Айһылыу күптән минеке! Бар, юлыңда бул! - тине ул тәккәбер генә.

Уның үҙен шулай тотоуы тамам ярһытты Хәсәнде. Ғәҙәттәгесә, асыуына түҙә алмай, киҙәнеп һуғып та ебәрҙе.

- Йәшәтмәйем барыбер! - тип аҡырынды ул. - Был ауылда тынғы бирмәйем һеҙгә, ишетәһеңме?!

Был һуғышыуҙары бигерәк ҡаты булды уларҙың… Әллә айырып алыусы булмағанға, әллә береһе сараһыҙлыҡтан, икенсе үҙенең өҫтөнлөгөн иҫбатларға теләүҙән - ауыр йоҙроҡтар иҙгәнсе төйҙө бер-береһен…

Тағы әллә ниҙәр ҡылмаҡ ине йөрәге кителгән Хәсән. Мәкәрле пландар ҡороп, үҙ-үҙен ярһытып, һынған танауы төҙәлеүен көтөп йөрөгәндә - Айһылыуҙы осратыуы бөтә хыялдарын селпәрәмә килтерҙе.

- Ҡыҫылма беҙҙең тормошҡа, - тине ул күҙҙәрен мөлдөрәтеп. - Һин дә, Мөхит тә шаҡтай һәйбәт егеттәрһегеҙ. Тик мин уны нығыраҡ яратам… Беҙ шундай бәхетле! "Һандуғасым!" тип күҙемә генә ҡарап тора бит ул!

Ирен һөйләгәндә бит остары алһыуланып, ҡараштары сикһеҙ бәхет осҡондары сәсеп торған йәш ҡатынға ҡарап, иҫе китте Хәсәндең. Ҡапыл айнып киткәндәй булды. Кемде яулап алырға йөрөй һуң ул? Ошо наҙ бөркөп торған сит ир ҡатынынмы? Үҙенең һуңлағаны, Айһылыуҙың хәҙер шаян ҡыҙ түгел, ә кемдеңдер законлы ефете икәне ниһайәт барып етте башына.

Дөрләп янған үс уты кәмегәндәй булһа ла, бөтөнләй үк һүнмәне, әлбиттә. Бер береһен осратҡан һайын сәнскеле ҡараштар ташлап, "әсе тешләргә" тырышып ҡала ине ике егет.

Әкренләп, Хәсән үҙен ҡулға алырға тырышты. Агроном ярҙамсыһы булып һәүәтемсә эшләп китте. Улының һаман буйҙаҡ йөрөүенә бошонған әсәһе йәшлек әхирәтенең ҡыҙына димләп ҡараны. Ни ғилләлер, Зәкиә менән Хәсән бер-береһен оҡшатып, һүҙҙәре беректе лә ҡуйҙы. Ҡыуаныстары сиктән ашҡан әхирәттәр эште оҙаҡҡа һуҙмай, балаларының яҙмышын бәйләргә ашыҡты.

Өй һалып, нығынып йәшәп китеүҙәренә беренсе улдары тыуҙы. Оҙаҡламай икенсе малайын да алып ҡайтты улар.



Хәсән һөйөклө ҡатыны менән балаларға күмелеп, яратҡан эшенә мауығып бәхетле минуттар кисергәндә - Мөхиттең эше бик шәптән түгел ине. Тегеләргә ҡарап, көнләшеүенән йөрәге сәнсеп ҡуя хатта. Айһылыуы ла балаға уҙмай һаман… Үҙешмәкәр концерттарҙа, конкурстарҙа йөрөп, бер өйҙә тормай. Араларында ниндәйҙер боҙ һалҡынлығы ла барлыҡҡа килде һуңғы ваҡытта. Тороуҙарына биш йыл тигәндә, ирен, ауыл халҡын сикһеҙ аптыратып, айырылып, фырылдап осоп китте Мөхиттең һандуғасы ҡалаға. Бындай уҡ һатлыҡты көтмәгән йәш ир бөтөнләй бөгөлөп төштө. Таң тип тормай, кис тип тормай һөйрәлеп йөрөп эсте. Был эштең яҡшы тамамланмауы билдәле инде…

Иң алыҫ ятҡан баҫыуҙарҙы байҡап, һөҙөмтәләргә ҡыуанып, һыбай ҡайтып килгән Хәсән, ауыл яғынан ҡуйы төтөн килгәнен күреп, туҡтап ҡалды. Әллә янғын инде?! Атын үксәләп тиҙерәк шул ялпылдаған ерән нөктәгә ҡарай сапты. Кемдең йорто яна икән? Хоҙайым, һаҡла минең ғаиләмде, һаҡла өйөмдө, тип йөрәкһенеп һөйләнеп, шыбыр тиргә батҡансы ҡыуҙы юрғаһын. Килеп етәрәк Мөхиттең донъяһын ут ялмағанын аңлап, тетрәнеп ҡуйҙы.

- Ҡазаланғандар бармы? - тип һораны ул, быҫҡып ятҡан түмәрҙәргә ҡарап, "үлгәндәр" тип әйтергә теле әйләнмәй.

- Юҡ, шөкөр, Мөхитдин өйҙә бер үҙе булған. Ләяҡыл иҫерек, бер нәмә белмәй йоҡлап тик ята, саҡ сығарып өлгөрҙөк, - тине кемдер.

- Иҫке өй ней "һә" тигәнсе янды ла бөттө, - тип һүҙгә ҡушылды икенсеһе.

Нимәлер әйтергә ынтылған Хәсән ҡойма эргәһендә үкереп илап, башын тотоп сайҡалып ултырған Мөхитте абайлап, ауыҙын япты. Йөрәге "сем" итеп ҡалһа ла, янына барырға ҡыймай, атын тиҙ-тиҙ ҡайыҙлап китеп барҙы.

Бер нисә көндән ошо ыңғайы председатель ауыл ирҙәрен сходҡа йыйҙы.

- Ағай-эне, барығыҙ ҙа белеп тораһығыҙ, көтөүсе Мөхитдиндең донъяһы янып китеп, урамда тороп ҡалды, - тип, тамаҡ ҡырып һүҙ башланы ул.

Был йыйылыш ни сәбәпле булғанын аңлап, Хәсән асыуланып ырғып торҙо. Белгән булһа, килмәҫ тә ине!

- Үҙе ғәйепле! Буржуй һымаҡ өйөндә эсеп, түшәгендә тәмәке тартып ятмаҫҡа ине! - башы уйлап өлгөргәнсе, теле ҡысҡырып әйтеп тә ҡуйҙы Хәсәндең.

- Улай тимә, Хәсән ҡусты… Кеше хәлен кеше белмәй, тигәндәй… Эсә тип ни инде, эсмәгән кеше бармы һуң беҙҙең арала? Һүҙ ул турала түгел. Иптәшебеҙ бәләгә тарыған, ярҙам ҡулы һуҙырға кәрәк. Мин ҡәтғи бойороҡ бирә алмайым, кешесә һорайым ғына… Ағас юлларға үҙем ярҙам итермен, ә һеҙ, ағай-эне, өмә итеп, бураһын күтәрешеп бирегеҙ инде. Аңлайһығыҙҙыр бит, ундай эште яңғыҙ атҡарып булмай. Иң ауыр өлөшөндә булышып ебәрһәк, ҡалғанын үҙе лә ослап ҡуйыр. Ҡулы эш белә.

- Шулай, шулай… Кәнишне, - тип ҡеүәтләп алды ауылдаштары.

Юл буйы енләнеп, үҙен-үҙе ашап ҡайтты Хәсән. Туң йөрәкле эт аламаһы түгел дә һуң ул! Башҡа кеше тураһында һүҙ барһа, балтаһын тотоп, алдан йүгереп ултырыр ине бит. Ниңә ошо Мөхиткә килеп теркәлһә - ағыуын сәсеп ала ла китә? Һаман Айһылыу өсөн кенә ҡыуамы? Улай тиһәң… Бәпәйгә уҙа алмауын, донъя көтөргә бер ҙә әүәҫлек күрһәтмәүен белеп ҡалып, уға өйләнмәүенә ҡыуанып та ҡуйғайны бит. Ә сығып китеүен ишеткәс: "Шулай була ул, үҙеңә теймәҫтәй бисә алғас!" - тип бөтөнләй үсе ҡанғандай булғайны. Юҡ шул, һаман сәсрәй ҙә китә…

Аҙна тирәһе ваҡыт үтеүгә, хәкимиәт башлығы вәғәҙә иткәнсә, Мөхиттең таҙалап әҙерләп ҡуйған ихатаһына һап-һары өйлөк бүрәнәләр ауҙарылды. Ауылдың эштән буш ирҙәре ҡоралдарын тотоп, өмәгә ағылды яйлап.

Быҙау ҡараусы Зәкиә өйөнә ҡайтҡанда ире диванда улай әйләнеп, былай тулғанып гәзит ҡараштырған булып, борғаланып ята ине.

Инеп, күҙ һирпеп кенә ҡарап алды ла, олоғара кәстрүлен сығарып ит һалып, туҡмас йәйергә керешеп китте.

- Ныу бар инде, - тине ҡатыны ниһайәт, Хәсән өндәшмәй уфылдауын дауам иткәс.

- Ҡайҙа? - тигән булды ире, бик яҡшы аңлаһа ла.

- Ҡайын башына. Мөхитдиндең өмәһенә инде! Бөтә ирҙәр шунда ла һуң!

- Әлдә һин ҡайтып әйттең әле, атыу белмәй инем! - Хәсән асыуланып тороп уҡ китте. - Мөхиттә какуйым бар минең, теләһә нимә эшләһен.

Ҡаш аҫтынан ғына ҡарап, көлөмһөрәп ҡуйҙы Зәкиә. Эше юҡ, имеш…

- Улай булғас, нимәкәй ярға ырғытылған балыҡ кеүек сәбәләнәһең? Әллә үҙеңде шәхсән килеп саҡырыр, тип көтәһеңме? Уу, улай булһа, ятаң икән еләк бешкәнсе. Ғүмере килмәйәсәк ул баш эйеп!

Ҡыҙа барғанын тойоп, ҡатынына ауыр ҡараш ташланы ла:

- Ярар, ҡайғырма, кешеһе барҙыр әле, - тине Хәсән теш араһынан.

Йылдам ғына йәймәләрен йәйеп бөтөп, киптерергә һалып, үҙ эштәре менән булған Зәкиә, бер аҙ өндәшмәй ҡыштырланы.

- Кешеһе күп былай, эйе, - тине ул ахырҙа.

- Йәш кенә егеттәр ҙә шунда. Эйй, улар эш рәтен беләме ней… Һин бит "йышылғанһың", аҫтан ҡысҡырып, кәңәшеңде биреп торһаң да тигәйнем…

Был һүҙҙәрҙе ишетеп, оторо ярһып китте Хәсән. Бына нимәгә килеп еттек икән! Бәләгә тарыған кешегә ярҙамға барырға бисәһе өгөтләй хәҙер!

Ниңә төҙөлөшкә аяғы тартмауын ныҡлап аңлата алмай шул. Төбөнә төшөп, барыһын да соҡой башлаһаң, Айһылыу тураһында ла һөйләргә кәрәк, ә уның Зәкиә күңеленә ҡыҙғаныу ҡортон төшөргөһө килмәй.

- Мин һиңә нимә, приказчикмы ней, кеше эшләгәгәндә ҡысҡырып торорға? - тип шатор-шотор йыйынып, эш ҡоралдарын алып сығып китте ул ахырҙа.

Иренең барыбер барасағына һис шикләнмәгән Зәкиә, көлөмһөрәп, өмәселәргә аш-һыу әҙерләүен дауам итте. Айһылыу тураһында ла белә ул. Килен булып төшкәс тә, "яҡшы кешеләр" шундуҡ еткерҙе. Шик-шөбһәләрен артыҡ үҫтермәй генә, ирен дә, Айһылыуҙы ла алыҫтан ғына күҙәтеп йәшәне тәүҙә. Бик матур ҡатын, исеме есеменә юш килгән, етмәһә йырсы. Беренсе мөхәббәтен онота алмай, йөрәк яраһын баҫыр өсөн генә өйләндеме икән ни Хәсән? Тик иренең элекке һөйгәненә бик иҫе китмәүен, ә үҙенә көндән көн нығыраҡ эҫенә барыуын тойоп, тамам тынысланды. Күңеле лә күтәрелеп, үҫеп китте. Шул хәтле сибәр, талантлы ҡатындан һипһендереп, ылыҡтыра алғас, тимәк, Зәкиәнең дә хаҡы өс тин түгел!

Хәсән барып еткәндә өмәнең иң ҡыҙған мәле ине. Шаҡ-шоҡ балта тауыштары, ирҙәрҙең һаһылдап көлгәндәре әллә ҡайҙан ишетелеп тора. Ен һымаҡ килгән Хәсәнде күреп, был икәүҙең мөнәсәбәттәрен яҡшы белгән ауылдаштары, нимәгә әҙерләнергә белмәй, аптырашып туҡтап ҡалды. Ҡайһы берәүҙәре, тағы һуғыша башлаһалар тип, яҡыныраҡ баҫты.

- Һине йәлләп килеп еткән тимә, эштән ҡурҡып өйҙә ята, тип әйтмәһендәр өсөн генә килдем! - тине Хәсән, Мөхиттең күҙенә тура ҡарап.

Шикләнеберәк торған өмә хужаһы:

- Һы… Рәхим ит.

-Аҙаҡ өй һалып бирҙем бит әле тип, әйләнгән һайын ҡолаҡ итемде кимермәһәң! - тип яуапланы.

- Иҫләтермен дә! Минһеҙ эш ыратағыҙмы ней һеҙ, бешмәгәндәр! - тип балтаһын тотоп, бура башына менеп тә китте Хәсән

Йоҙроҡһоҙ ғына, тыныс "тешләшеп" айырылыуҙарын күргән ирҙәр, бер береһенә ҡарап, баш сайҡап, ҡайһылары күҙ ҡыҫышып көлөп, дәррәү эштәрен дауам итте. Ыҡсым ғына өйөн ҡәҙимге йәшәрлек итеп һалып сыҡҡас, хужабикәһеҙ ҡотһоҙ икәнен тойоп, Мөхит яңынан ҡатын алыу тураһында ныҡлап уйлана башланы. Ауылда өйләнерлек ҡыҙ-ҡырҡын да юҡ, йәнә лә, бисә айырған иргә кем килһен… Уйланып йөрөй торғас, күрше ауылдарҙы байҡап сыҡты. Бибинур тигән йәш татар ҡатыны күҙенә салынғас, күңеленә ятҡандай ҙа булғас, оҙаҡ һайланмай, яңы йортона алып ҡайтты.

Ниһайәт, тамағы йылы ашҡа, күңеле наҙға туйып ҡалды Мөхиттең. Һүҙгә лә, аш-һыуға ла оҫта ҡатыны донъяһына йәм, йәшәүенә мәғәнә индерҙе. Бер йыл эсендә матурайып, ҡараштары асылып китте йәш ирҙең.

- Башҡорт байыһа - бисә ала, тей. Тағы өйләндеңме ни, байғош? - тип төрттөрөргә онотманы Хәсән.

- Атыу! Ҡатын-ҡыҙ ҡаратырлыҡ ҡына һәләтем бар минең! Һинең ише түгел инде. Юғары белемең булыу менәнме ни, төҫ-башың ташҡүлсәйем генә булғас!

-"Буйтым ҡанатланған да баһа," - тип нисектер ҡыуанған һымаҡ булды Хәсән. Юғиһә, меҫкен хәлендә йөрөгән дошманын түпәләүҙән бер ҡәнәғәтлек алмай ине.

Олоғая бара, ике дошман һуғышыуҙан үтһә лә, уңайы сыҡҡан һайын бер-береһенең "йөнөн кирегә һыйпап" ҡына йәшәне. Сәбәбе лә табылып торҙо.

- Йә, кем? Әпәт ҡыҙмы? - тип һораған булды Хәсән, ҡырын ятып, күләгәлә икмәк, ҡорот, йәшелсәләр менән зәкүс яһап, өсөнсө ҡыҙының "тәпәйен йыуҙырған" Мөхит янында һыбай туҡтап.

- Булһа ни! Ҡыҙ бала кеше түгелме әллә? - "Бешмәгән" тип зитына тейеүе үҙәгенә үтһә лә, бирешмәҫкә тырышты бәхетле атай. - Бар, бар, юлыңда бул! Муйының балта һабындай булып, ғауылдап торма бында!

- Һии, бракодел! Былай булғас, ни тиклем һикерһәң дә ҡыуып етә алмаҫһың ағаңды, - тип, үҙенең йыл һайын тигәндәй тыпылдап тыуып торған малайҙарына ишара яһаны.

Мөхит ашыҡмай ғына йәшел һуған сәйнәп ятты ла:

- Һин бит алма кеүек ҡыҙҙарым булыуына көнләшәһең, туғанҡай, ә? - тип ауыҙ йырҙы. - Минең матурҙарым үҫеп етһен генә әле, үҙеңдең үк улдарыңды ғашиҡ итәсәк! Килерһегеҙ әле етәкләшеп, ҡыҙ һоратып. Ә мин шунда тьфү! мә! мына һиңә! тип тупһанан ғына бороп ҡайтарырмын! - ҡуҡыш итеп төйгән йоҙроғона төкөрөп, ирҙәргә ҡушылып һаһылданы ул.

Ваҡыт үтә торҙо, Хәсән менән Мөхит тә эшкә, балаларына әүрәп яйлап ҡартайҙы. Матур тормош көткән ике ирҙе ауылдаштары сикһеҙ ихтирам итте. Туйҙарға ла, аяттарға ла береһенә өндәшеп, икенсеһен саҡырмай ҡалдырманылар. Ике ирҙең, ә йылдар уҙыу менән инде бабайҙың бәхәсләшеүе, төрттөрөп һөйләшеүе үҙе бер мәрәкә ине халыҡҡа. Ауырып, йә башҡа сәбәп менән береһе килмәй ҡалһа - икенсеһе табындан йәм, толҡа тапмай, бойоғоңҡорап ултырып, иртәрәк ҡайтып китер ине.

"Тунын тиҫкәре кейгән Ишәй менән Ҡушай", - тигән ҡушаматтары ла булды ауылда.

Ә хәҙер шуларҙың береһе үлеп киткән, тигәнсе әле…

Хәсән ҡарттың хәле көндән көн насарайҙы. Күҙгә күренеп ябыҡты, ашамай, түшәктән тора алмай аҙапланды. Фельдшер килеп уколдар ҡаҙап та ҡараны, бик файҙаһы булманы. Бер-нисә сәғәткә генә яҡшыра ла, тағын иҫтәлектәр, йәшәгән йылдар араһына төшөп китеп юғала ине…

- Хәлдәр мөшкөл, әбекәйем… Балаларҙы саҡыра торһаң да була… - тине ул бер көндө хәлһеҙ генә.

Әллә ниҙәр әйтеп йыуатырға ынтылған ҡатыны, ҡартының төҫһөҙ күҙ бәбәктәренең яйлап ҡына йөрөүен күреп, эштең ысынлап та етди икәнен аңланы.

- Теге шпана Мөхитдинде әйтәм: "Үлә ҡалһам, бер йыл тормай килеп етерһең әле артымдан, минһеҙ йәшәй алмайһың бит һин!" - тигән булғайны. Дөрөҫ әйткән күрәһең… - тине Хәсән ҡарт ҡаушап, бәхетһеҙ төҫ менән янында ултырған өлкән улына ҡарап.

- Эй атай… Йән дуҫың булһа аңлар инем инде… - тигән булды уныһы.

Арыуыҡ өндәшмәй ятҡандан һуң, нисектер әйтерен әйтеп ҡалырға тырышҡандай, йөрәкһеп, тауышы ҡалтырап дауам итте ата кеше.

- Улым, улым… Беҙ бит ике яҡшы ат кеүек, ғүмер буйы ярышып йәшәнек. Ул өйләнде - мин дә кәләш алдым, мин балалар арттырҙым - ул да ҡалышманы… Эштә лә, тормошта ла кәм-хур булманыммы, артта ятып ҡалманыммы, тип бер-беребеҙгә әйләнеп ҡарай-ҡарай донъя көттөк. Шуларҙы уйлап, барлап яттым да… Тормошома сәм, тоҙ-борос өҫтәгән кеше булған икән Мөхитдин, тип ҡуйҙым. Бына ул киткәс, тотоп торған бер таяуым ишелеп төшкәндәй булды… Беләһең килһә - ундай "дошманың" булғанда дуҫың да ары торһон…

Шул ятыуҙан тора алманы Хәсән ҡарт. Аҙна тирәһе һаташып, хәлһеҙләнеп ятып, улдарын, ҡатынын ҡайғыға һалып, тын ғына китеп барҙы…

"Мөхитдин вафат булғас та эс тартҡайным инде, аҙағы хәйерлегә булһын тип… Юҡ шул, төртмә һүҙҙәрен тейәп, тәки китте артынын," - тип әрнеп иланы әбейе.

Әле яңыраҡ ҡына аталарын юғалтҡан Мөхитдиндең ҡыҙҙары ла тағы бер тетрәнеү кисерҙе. Ике ғаиләне уртаҡ ҡайғы яҡынайтып, туғанлаштырып ебәргәндәй булды әҙерәк. Ауылдың ике арҙаҡлы иренең балалары изге аяттарҙы үҙ аталарына ғына түгел, ғүмер оҙайы янында йәнәшә атлаған юлдашына ла бағышланы.

Дуҫың бар, дошманың бар. Кемеһенең һынау,, ә кемеһенең таяу итеп бирелгәнен бары тик Аллаһы Тәғәлә генә белә...

 

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Дуҫың бар, дошманың бар
Дуҫың бар, дошманың бар
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас в