-28 °С
Болотло
ӘБЕЙҘӘР СЫУАҒЫ
Әбейҙәр сыуағы – инәйҙәр ҡунағы,
Ойоған тәндәре яҙылһын бер аҙға.
Ғүмерҙең ҡырауы тупһаға төшкәндә
Сәстәрен оҡшатҡан шундағы аҡ ҡарға.
Әбейҙәр сыуағы – ҡатындар ҡунағы,
Ашыҡҡан йәйҙәрҙе туҡтатсы бер аҙға.
Иҙрәтсе, тирбәтсе ҡояшың нурында,
Наҙҙарың етһәсе киләһе яҙҙарға.
Әбейҙәр сыуағы – ҡыҙ-ҡырҡын ҡунағы,
Уйнап-көлөп ҡалһын, уларҙың шуҡ сағы.
Алда әле ғүмерҙең үтәһе юлдары,
Иң баҫҡан уйҙарҙың хәтерҙә юҡ сағы.
Зөһрә Ҡотлогилдина.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.