Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
14 Сентябрь 2022, 19:35

Яҙмыштан уҙмыш юҡ

- Таһир, нимә эшләйһең, атма, үлтерәһең бит, - тип ҡысҡырыуға Вәхит ҡапыл янтайып әйләнеп ҡарауы булды, мылтыҡ та атылды. Вәхиткә тип төбәлгән пуля ҡолаҡ осонан жыйлап үтеп, Санияның күкрәген тишеп инде. Күҙ асып йомғансы булған фажиғә донъяның аҫтын өҫкә килтерҙе. Сания “Ашығыс ярҙам” машинаһында больницаға барып еткәнсе йән бирҙе. Һуңғы һүҙҙәре ауыҙынан өҙөк-өҙөк сыҡты: - Вәхит, балалар, Заһир, Дамир,ҡ алдыр-ма, Вә-хит, ул-ул-ым, Да-мир, Заһ-ир, ҡал-дыр-ма...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Яҙмыштан уҙмыш юҡ

Айһылыу Юнысбаева

Сәйгә ултырғас ҡына абайлап ҡалды Хәлимә ҡыҙының тимгел-тимгел инде йәшел төҫөнә инә башлаған күҙ төбөн. Ҡупайып сыҡҡан ере лә шиңмәйерәк тора.

- Күҙеңә бер нәмә булдымы, әллә туҡмалып күгәрҙеме, ҡайһылай яман булып тора күҙ тирәң?

- Эй, үткәндә утын һарайында яңылыш утынға төкөп алғайным. Бөтөп бара ул.

Әсә кешеме ни инде утынға төкөгән ер менән йоҙроҡ эҙен бутарға? Һиҙҙе Хәлимә, ҡыҙының күңелен ҡыймаҫ өсөн генә ышанған булып ҡыланды. Аптырағас:

- Ҡалай яман төкөгәнһең, ҡараңҡырап йөрөһәң ни була? - тигән булды.

Ике малай өләсәһенең алып килгән күстәнәс-бүләктәренә бер булды. Сәй эсеп бөткәс, өләсәләре әле береһен, әле икенсеһен алдына ултыртып яратты. Арыуыҡ булды күрешмәгәндәренә. Һағынғандар икән. Хәлимәнең дә күптәнән һөйгөһө килә ине балаларҙы. Әлдә кейәүе өйҙә юҡ. Иркенләп ултырырға була. Сания башлаған керен йыуып бөтөп элде. Ингәс тағы сәй ҡуйҙы. Шул арала иренә тип һалған ашын тәрбиәләне. Әсәһенә лә һурпалы аш ашатып ҡайтарғыһы килде. Йоҡлатып ҡайтарғыһы килгәйне лә ул, әсәһе ризалашмай, яҡты күҙҙә ҡайтып ҡалайым, тип йәһәтләп ҡуҙғалды.

Кейенә һалып, Сания әсәһен ҡапҡаға тиклем оҙатып сыҡты. Көтөп торғанмы ней, Хәлимәнең икенсе күршеһе Хәлит ат менән эшенән ҡайтып бара. Туҡтап ултыртып алды Хәлимәне. Әсәһен күҙҙән юғалғансы ҡарап тороп оҙатты ла Сания йәһәтләп өйөнә инде. Малайҙары һуңғы арала эш боҙоуға әүәҫләнеп китте. Ут-мутҡа теймәһендәр, тип йүгереп өйөнә инһә, тыныс ҡына уйнап йөрөгән малайҙарын күреп, иренә аш йүнәтергә керешеп китте.

Кис етте. Малайҙар йоҡлап китте. Сания арыуыҡтан ҡулы тймәй йөрөгән ваҡ-төйәк эшен эшләп ташланы. Таһир һаман ҡайтманы. Аптырап, урын һалып ятырға булғайны, шуны ғына көткән тейерһең, ярым иҫерек ире ҡайтып инде. Сания ҡаршы сыҡты. Бурылдай-бурылдай килеп ингән ирҙең сисеп ырғытҡан итеген рәтләп ултыртты, иҙәнгә ташлаған куфайкаһын алып элде. Өҫтәлгә ашты алып ултыртып ашарына һалды. Таһирҙың ашауҙа уйы юҡ ине. Күрәһең, бик һыйлы ергә эләккәндер. Ҡапыл, ултырған еренән һикереп торҙо ла, Санияның ҡулын ҡайырып үҙенә тартты.

- Нимә, абышҡаң менән осрашҡанды минән йәшереп йөрөйһөң?Бына шуны ишетеп, ҡайғынан эсеп ҡайтҡанды беләһеңме һин, уйнашсы. Тағы етмәһә әйтмәй ҙә, йәшереп йөрөй. Йә ҡасанға осрашырға һөйләштегеҙ? Ҡайһы ерҙә? Тағы шул магазин янындамы?Нимә, байып ҡайтҡанмы? Хәҙер һиңә бай ир кәрәк инде, ибет. Йә әйт, тейем ҡайҙа осрашырға һүҙ ҡуйыштығыҙ? - тип тауыш күтәрә башлағас, Сания:

- Ә шуны ишетеп ҡайғыға баттыңмы? Былай эсә алмаған кешегә ҡалай ауыр хәбәр еткергәндәр. Ҡысҡырынма, балаларҙы уятаһың. Ят йоҡла, ашамағас, урын һалғанмын, - тип ҡарағайны:

- Мине йоҡлатып, уйнашҡа бармаҡ булаһыңмы? Килеп сыҡмаҫ. Пока мин законный ир иҫәбендә йөрөйөм әле. Ул уйнашыңа әйт, тағы ла һинең тирәлә ураланһа, үлеме минән буласаҡ. Әйе, үлтерәсәкмен, йәһәннәмгә оҙатам абышҡаңды. Әле ярай был юлы күрмәй ҡалғанмын. Ошо көнө ҡәберендә илап ултыра инең. Әйттем бөттө. Ҡабат темеҫкенеп йөрөмәһен. Йүнле булғас, ни эшләп һаман бисә лә ала алмай йөрөй. Үлтерәм мин уйнашсыны! Күреп кенә ҡалайым әле.

Бер аҙҙан арыуыҡ ауыҙына ни килде шуны һөйләп ятҡан ир хоролдап йоҡлап китте. Күҙенә йоҡо эленмәне Санияның. Әле Вәхитте уйлап көрһөнә. Бер-бер хәл булмаһын, тиҙерәк кенә имен сағында китһен инде. Иренең холҡон да яҡшы белә. Бер ҡаныҡһа, алдына кеше сығармай инде былай. Йә ысынлап берәй аламалыҡ ҡылып ҡуймаһын эскән баштан. Булмаҫ тимә. Үткәндә һораманы ла, әллә ысын өйләнмәгән микән? Былай өйләнде, тигән тауыш-фәлән булманы. Кем белә инде?

Вәхит менән дуҫлашып йөрөгән мәлдәр иң бәхетле саҡ булған икән. Почтальон Вәзимә апай ҡайһы ваҡыт аҙнаһына өс килә торғайны егеттең хатын тотоп. Осрашҡанда ул тиклем матур һүҙҙәр әйтә алмаһа ла хатын эстәлекле яҙа ине ул. Матур итеп һаҡлап барған хат аңһыҙҙан Таһир ҡулына эләгеп утҡа ырғытылды. Әсәләрендә йәшәйҙәр ине әле ул саҡта. Шунда шифоньерҙан нимәлер эҙләп, ошо хатҡа юлығып, уҡып аҙна тирәһе яҙылмай, енләнеп йөрөгәйне ире.

Эстән шул тиклем рәхмәтле Вәхиткә. Икәү арала булған йылы хистәрҙе, матур һүҙҙәрҙе, бер-береңә булған иғтибарҙы, ихтирамды ла уның аша тойҙо. Әгәр өйләнешһәләр шул йылы хистәр юғалмай һаҡланыр ине микән? Таһир менән икәүен сағыштырып ҡарай ҙа, ни тиклем күҙе һуҡыр булғанына иҫе китә. Ул тик таҫма теле менән арбаған икән. Вәхиттең тырнағына ла тормағанын аңланы ла, һуң инде. Ярай, исмаһам ул бәхетен тапһын, ул быға лайыҡ. Мең төрлө уйҙарына уйылып ята торғас, ярты төн ауғас ҡына, йоҡлап китте Сания.

Ике көн рәттән дә эсеп ҡайтып ҡаңғыртты Таһир. Кисәге көн бөтөнләй йоҡо бирмәне. Бер инде өйгә, бер сыҡты. Инде йоҡларға ятҡан Саниянан ашарға таптырҙы, ете төн уртаһында. Иртәгә эшкә тигәнде лә аңламаны. Ҡуй, былай артабан йәшәп булмаҫ, тип уйланы Сания. Холҡон белгән һәр кеше айырыл тиеүҙән башҡаны әйтмәй. Һеңлеһе Фәниә лә хәҙер килмәй. Килгән һайын эскән сағына тура килә. Вәхиттең киткәнен көтөргә лә, әсәйгә ҡайтырға кәрәк. Юғиһә, кешенең әллә нимә уйлауы бар. Ул ҡайтҡанға айырылып ҡайтҡан тейерҙәр. Көҙгөлөккә, бәлки, берәй айырым үҙенә өй хәстәрләп булыр.

Урамға сығырға ла ҡурҡып ҡайһылатып йәшәмәк кәрәк ғүмер буйына? Ошоларҙы уйлап, айырылырға тигән ныҡлы ҡарарға килде бөгөн төндә. Иртән ике балаһын алды ла эшенә китте. Төшкә яҡын магазиндан тауар килеп алырға саҡырҙылар. Тоғон тейәп, санаһын һөйрәп килгәндә мәктәп янында саңғы шыуып ҡайтып килгән Вәхит осраны. Күрмәмешкә һалышып уҙып барған Санияны Вәхит ҡаршы тороп туҡтатты.

- Һаумы, Сания! Хәлдәрең нисек? Балаларға аҙыҡ ташыйһыңмы?Ҡайҙа ҡабаланаһың шулай?

- Юҡ,юҡ! Вәхит, мин ҡабаланам. Мине унда ашнаҡсылар көтә. Һөйләшеп торорға ваҡытым юҡ. Асыуланма, Вәхит. Бәлки, башҡа ваҡыт һөйләшербеҙ, ваҡыт булғанда.

- Эх, Сания! Булмаҫ инде ул ваҡыт. Табып та булмаҫ, һөйләшеп тә булмаҫ.

Шул ваҡыт Сания ҡаршыһында мылтыҡ тоҫҡап торған ирен күреп ҡалып, йән асыуына :

- Таһир, нимә эшләйһең, атма, үлтерәһең бит, - тип ҡысҡырыуға Вәхит ҡапыл янтайып әйләнеп ҡарауы булды, мылтыҡ та атылды. Вәхиткә тип төбәлгән пуля ҡолаҡ осонан жыйлап үтеп, Санияның күкрәген тишеп инде. Күҙ асып йомғансы булған фажиғә донъяның аҫтын өҫкә килтерҙе. Сания “Ашығыс ярҙам” машинаһында больницаға барып еткәнсе йән бирҙе. Һуңғы һүҙҙәре ауыҙынан өҙөк-өҙөк сыҡты:

- Вәхит, балалар, Заһир, Дамир,ҡ алдыр-ма, Вә-хит, ул-ул-ым, Да-мир, Заһ-ир, ҡал-дыр-ма...

Вәхит айный алмай йонсоно, томан эсендә йөҙҙө. “Ашығыс ярҙам” медсестраһы уға өс уколды бер юлы ҡаҙаны. Нимә булды? Ни өсөн? Аңына килеп, ни булғанын аңлағас, Санияһының үле кәүҙәһен ҡосоп буҫығып иларға кереште.

Эшенә бармай, бәйеленән аҙған Таһир мылтығын әҙерләп, иртән эшкә киткән Санияһын күҙәтте. Кистән кеҫәһенә тығып алып ҡайтҡан араҡыһы менән башын төҙәтте. Етмәгән һымаҡ булғас, күрше Исмәғилдән инеп бер ярты һатып алды. Теге көндө ҡулдан ысҡындырған бит. Шунда магазин алдында атырға кәрәк булған ул ирҙе тип үҙен әрләне. Әмәлгә ҡалғандай, бөгөн Вәхит мәктәп тапҡырында осраны. Ул Вәхитте үлтерергә теләне, тик әллә ҡулы ҡалтыраны, әллә яҙа атты, пуля уйламағанда Санияның йәнен ҡыйҙы. Һунар мылтығын тәүгә осрашҡандарын ишеткәс тә әҙерләп ҡуйҙы бит ул. Аҙнаға яҡын яһалған көйө гаражда торҙо. Вәхитте үлтерәм тигәнсе, ике балаһын әсәһенән мәхрүм итте. Хәлимә ҡайғынан бөгөлөп төштө. Илай ҙа алманы. Укол менән генә тоттолар.

Суд һигеҙ йылға ултыртты Таһирҙы. Ике баланы Хәлимә алды көтөргә. Вәхит тә ташламаны балаларҙы. Кәрәк саҡта аҡсалата ла ярҙам ҡулын һуҙҙы.

Яҙмыштан уҙмыш юҡтыр. Бер йылдан һуң Вәхит бөтөнләйгә ауылға ҡайтты. Быға тиклем өйләнмәй йөрөгән Вәхит Фәниәне һоратты. Уртаҡ ҡайғы яҡынайттымы, әллә оҡшашлығы менән Санияны хәтерләттеме-Вәхит менән икәү ара бер-беренә һуңғы ваҡытта яҡынайғайнылар. Өйләнешкәс, Санияның да, Фәниәнең дә малайҙарын үҙенә яҙҙырҙы Вәхит. Тағы ике йылдан Фәниә йәнә ул бүләк итте Вәхиткә. Бына шулай улдарға байып китте ул. Башта колхозда инженер-механик булып йөрөгәйне. Донъялар үҙгәреп киткәс, үҙ эшен асып ебәрҙе. Пилорама ултыртты, малайҙары менән ағас эше менән булышалар. Магазиндары бар. Ҙур итеп йорт бөтөрөп инделәр. Хәҙер малайҙарға өй һалалар. Заһирҙыҡын райүҙәктә һалдылар. Киленде шунда төшөрҙөләр. Санияның ике улын да уҡытып, өйләндерҙеләр. Ғүмер аҡҡан һыу менән бер. Фәниәнең улы быйыл армиянан ҡайтты, бәләкәс Хәмиттәре быйыл ун беренсе класҡа уҡырға барҙы. Фәниә балалар баҡсаһында мөдир вазифаһын башҡара. Хәлимә әбей - өй йоҙағы. Кейәүе үҙенә айырым бүлмә эшләтте. Балаларының һәр береһенә тәүфиҡ, иман теләп ултыра өй түрендә. Санияның үлеменә байтаҡ ваҡыт үтһә лә иҫкә алмаған көндәре юҡ. Аятын да бағышлатып уҡытып торалар. Таһир төрмәнән әсәһенә ҡайтып, йыл да тормай үлгән тип ишетелде. Маңлайыңа ни яҙылған, шуны күрмәйенсә, кеше гүргә кермәй тейҙәр.

Аҙнаға яҡын бизнес эше менән командировканан Вәхит ғаиләһен һағынып ҡайтып етеп килә. Моғайын, ғәҙәттәгесә уны күҙ ҙә ҡаш көтәләрҙер. Ҡәйнәһе тәҙрәнән күҙен алмайҙыр. Фәниәһе йөрөйҙөр өлгөрә алмай. Мунсаһын яғалыр. Малайҙар ғәҙәттәгесә, пилорамда инде. Быйыл ауылға мәсет эшләтеү менән мәшғүл Вәхит. Шуға командировкалар йышайып тора был арала. Мәсеткә “Сания”тип исем әҙерләгән. Йыл аҙағында эштәрен тамамлап ауыл халҡына тапшырырға иҫәбе.

Ярты сәғәт үтеүгә, Вәхиттең тимер аты өйөнөң ҡапҡаһы төбөнә ҡайтып туҡтаны...

 

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: