Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
13 Сентябрь 2022, 21:00

ОЖМАХ ВӘҒӘҘӘ ИТМӘЙЕМ

Үткәндәрҙе иҫләп...Үткәндәр үткән дә киткән инде. Нимәһен иҫләйһең. Барыбер кире ҡайтарып булмай.Рәис менән техникумда таныштылар улар. Бер райондың ике осондағы ауылынан булып сыҡтылар. Армиянан һуң уҡырға ингән егет яҡташ ҡыҙын яҡлап йөрөттө. Һылыу ҡыҙ артынан егеттәр күп йүгерҙе. Ҡыҙ тырышып уҡыны, буш ваҡыттарын китапханала, йә спорт залында үткәрҙе. Ялдарға, каникулдарға бергә ҡайтып, бергә барып йөрөнөләр. Районда осрашыуҙары йәйге һабантуйҙарҙа ғына була ине булғанында. Уныһында ла, һаумы-һауҙан, хәл-әхүәл һорауҙан уҙмай ине. Тик һуңғы курсҡа уҡырға барған йылды, көтмәгәндә Рәис ҡыҙға һөйөүен белдерҙе. Ҡыҙҙың йөрәге ул мәлгә икенсегә, ауылдарының сибәр гармунсы егетенә бирелгән ине инде. Яуапһыҙ һөйөү ғазабын ауыр кисерҙе егет. Аралашмаҫ булды. Яҡын дуҫын, ағайылай күргән серҙәшен юғалтыу ҡыҙға ла ауыр ине.Бына бит... Нисәмә йылдан һуң осрашырға яҙған . Үҙгәрмәгәнһең, ти.

ОЖМАХ ВӘҒӘҘӘ ИТМӘЙЕМ
ОЖМАХ ВӘҒӘҘӘ ИТМӘЙЕМ

Наилә Хәмбәлиева
ОЖМАХ ВӘҒӘҘӘ ИТМӘЙЕМ
(Хикәйә)

- Һаумы, Фәүзиә! Бына осраштыҡ бит.
- Һаумыһығыҙ...
Ҡаршыһындағы ирҙе сират осона килеп баҫыу менән аңғарғайны Фәүзиә. Күҙҙәрен ҡыҫа биреберәк йылмайып күҙәтеүенән бераҙ уңайһыҙлыҡ кисергән ине. Сырамытҡан һымаҡ та булды.
- Таныманың...Шулай үҙгәргәнменме?
- Рәис? Рәис бит һин?
- Йә Хоҙай! Танымаҫлыҡ булып ҡартайылды тип ҡайғыра башлаған инем. Ауыл һөтөнә тип сыҡтым да, һине танып ҡалдым. Ауылдағы апайым малын бөтөрҙө бит, унан ала инем. Төҫ ташламағанһың, Фәүзиә, һаман һылыуһың.
- Һаумы, Рәис. Үҙгәрмәй була тиме инде, шулай ҙа рәхмәт!
Сиратын артындағы ҡатынға биреп ситкәрәк баҫҡан ирҙең йөҙө асылды. Һатып алыусыға эремсек үлсәп биреп , һөтөн тотторған арала әллә ниҙәр уйлап өлгөргән ҡатын уңайһыҙланды, йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе. Бына бит, ҡайҙа осрашырға яҙған.
- Һиңә һөтмө, Рәис? Сиратыңды үткәреп тора бирһәң, бер нәмәһеҙ ҡалаһың, - тип шаяртҡан булды.
- Нимә бирһәң, шуны ҡабырға әҙермен һинең ҡулдарыңдан, - тип ир ҙә буш ҡалманы.
Баҙар көнө башланып ҡына тороуға ҡарамаҫтан, алып килгәнен һатып бөтөп бара ине Фәүзиә. Нисәмә йыл буйы туплаған үҙенең “клиент базаһы” бар уның. Алдан хәбәр итеп, заказ эшләп ҡуялар. Көтөп алалар. Таҙа, бөхтә ауыл ҡатынының килтергән ризығы һәр ваҡыт сифатлы була икәнен беләләр. Ҡайһы берәүҙәр һымаҡ, алдау, отоу тигән хәйлә юҡ унда. Киреһенсә, һәүкәштәремдең ағына риза булып ҡалһындар ти ҙә, артығыраҡ итеп үлсәп бирә.
Буш һауыттарҙы йыйырға, төйнәргә ярҙам иткән Рәис ҡатындың ҡулдарына ҡағылып-ҡағылып алды. Туҡтамай хәбәрен һөйләне, тормошо менән ҡыҙыҡһынды. Фәүзиә һорамаһа ла, үҙ хәлдәре менән таныштырҙы.
- Себерҙән ҡайттым мин, хаҡлы ялдамын. Ҡала ситендә өй һала башланым. Ә һинең тормошоң нисек ? Ауылдаһың тип ишеткән инем.
- Һәйбәт, Рәис. Зарланырлыҡ түгел. Миңә автобусҡа өлгөрөр кәрәк. Ярай, һау бул.
Оҙатып ҡалайым тигән ирҙе сәбәп табып һыуындырған ҡатын ашығып вокзал яғына ҡуҙғалды. Ныҡышып һораһа ла, телефон һандарын да бирмәне. Күңелен ҡуҙғытҡан был осрашыуҙы тиҙерәк оноторға теләне.
Ауылға киткән автобусҡа тиклем ике сәғәтләп ваҡыт бар. Һуңлап барам тип алданы ул Рәисте. Эйәреүенән ҡурҡты. Һаҡлыҡ банкында эше бар ине. Бөгөнгө килем аҡсаһын теүәл генә итеп һалыр кәрәк. Биш йыл буйы һөтөн, ҡаймағын, ит һатып йыйған аҡсаһына кредит аҡсаһын ҡушып еңел машина алған инеләр. Башҡалар иномаркаға ултырып бөттө, беҙ кемдән кәм, тине лә торҙо бит ире. Ул иномарканың рәхәтен оҙаҡ татымаясағын белмәне шул Фәүзиә. Нисек йөрөгән автобуста, шулай йөрөй. Тейәнеп, ҡул суҡтарын талдырып баҙар юлын тапай.
Банкта талон алды ла, саҡырыуҙарын көтөп йомшаҡ ултырғысҡа ултырҙы. Алдына һалған ҡулдарына ҡараны. Быға тиклем нисек иғтибар итмәгән? Ғүмер буйы һыйыр һауып, һөтөн эшкәртеүҙән бушамаған ҡулдары ярылған, йонсоған ине. Һуңғы ваҡыт һыҙлаңҡырай ҙа башланы, етмәһә.
- Малыңды ҡыҫҡарт, апай. Һаулығыңды бөтөрһәң, аҡса ҡыуандырмай ул. Ял йортона барып ҡайтыр инең, исмаһам. Өҫтөңдө ҡара, –тип ҡайғыртҡан һеңлеһенең хәстәрле һүҙҙәре иҫенә төштө.
Бөгөн Рәисте осратып, йәшлегенә ҡайтып әйләнмәһә, кейгән кейеменә лә иғтибар итмәҫ ине икән. Йәшерен генә, эргәһендә ултырған ҡатынға күҙ һалды. Бер сама йәштәләр, ахырыһы. Ҡупшы итеп кейенгән, тырнаҡтарына ҡыҙыл яҡҡан. Телефондан һөйләшеүенә ҡарағанда, ауыл ҡатыны. Һуңға ҡалам, малды ҡарап ҡуй, төшкө ашты үҙең йүнәт тип иренә күрһәтмә биргән ҡатын эргәһенә үҙен ҡуйып ҡараны ла, болоҡһоно ла китте . Егерме һигеҙ йыл йәшәп, иренә йомош ҡушып, арҡаланып ултырған бер көндө лә иҫенә төшөрә алманы.
Ял йортона бик тә барыр ине лә, донъяһын кем ҡарар? Ауылда һәр кемдең үҙ донъяһы. Һинең ҡура тулы малыңа кем риза булып килһен.
Ире ташлап сығып китте Фәүзиәне. Ярты йыл була инде. Хәйер, бергә йәшәгәндәрендә лә мал ҡарап ҡыуандырғаны бик һирәк булды. Эшенән ҡайтыр ҙа тәгәрәр ине диванына. Ҡулында йә һыра, йә көслөрәге. Өлгөрә алмай йонсоп, ярҙам һораһа: “Өйҙә ултыраһың, һәнәк тотоп бесән һалыуы ҡыйынмы һиңә? Арып ҡайттым. Эшләйем бит мин”, - тип һөйләнер ине.
Ситтәге апаһы туғандарын саҡырып алды бер мәл. Малды йәлләр, ҡарамай ултырмаҫ тип үҙен тынысландырып юлға сыҡты Фәүзиә. Ҡайтыуына килеп еткән хәбәрҙән ултырып иланы. Бисәһенә үсегеп малға бесән дә һалмаған, һыу ҙа эсермәгән булып сыҡты ире. Хәлде аңлап ҡалған күршеләре тәрбиәләп торған алай ҙа. Мал хаҡы бар бит тип рәнйегән күңелен әллә күпме баҫа алмай йонсоно.
Һауын һыйырын ғына биш баштан кәметмәне Фәүзиә. Эшкә талымһыҙ ул. Иренең аҡсаһы үҙенән артманы. Бер тинен дә тотонманы уртаҡ хужалыҡҡа. Ҡайҙа , кемгә тотҡандыр, һораманы ла, белергә лә теләмәне. Мал аҡсаһына донъяһын бөтәйтте ҡатын. Шыңғырлап торған ҡарағай өй тулы яҡшы йыһаз. Һыуы ла кергән, газ үткән. Ире үҙе тотонманы был эштәргә, әҙер аҡсаға оҫта ялланы. Минең донъям, тип маҡтанырға тиһәң килештерер ине һуңынан. Ике улының да өҫтө бөтөн, тамаҡтары туҡ булды. Башҡа ғаиләләрҙәге һымаҡ, бәләкәйе ағаһының кейемен кейеп туҙҙырманы. Яңы әйберҙе икеһенә бергә алып ҡыуандырыр ине.
Яңы машинаға ултырып, кредит түләп бөтөү менән сығып китте ире. Ҡалала эҫенешкән һөйәркәһе булған тигән хәбәргә ышанманы башта Фәүзиә. Ҡайт, юҡ менән булма тип кире саҡырҙы. Исемен әйтеп, йәшәгән урындарының адресы менән килтереп еткерҙеләр. Бер баҙарға барғанында, түҙмәне, барып күрергә булды. Эҙләп тапты, ишектәре төбөндә оҙаҡ торҙо. Ҡыйыулығы етмәй кире боролдо. Тағы килде. Ишектән ире үҙе килеп сыҡмаһа, боролоп ҡайтып та китер ине, бәлки. Күҙҙәренә йәш тулған ҡатынына танымағандай ҡарап тора бирҙе лә, бер һүҙ әйтмәй ары атланы уныһы. Асыҡ ҡалған ишектән инмәй булдыра алманы . Өҫтәл йыйыштырып йөрөгән ҡаҡса ҡатынды таныны ул. Иренән бер-ике йәшкә оло,бергә эшләйҙәр. Осрашҡандары ла булды. Мөнәсәбәттәрен оҫта йәшергәндәр тип ғәрләнде, намыҫы килде. Ҡаушап ҡалған ҡатын уны-быны уйлағансы, әйләнеп сығып та китте. Үҙ күҙҙәре менән күреү кескәй генә өмөт остоғон һүндерҙе. Иренә булған йылылыҡ, һүрелеп бөтмәгән һөйөү әрнеш усағында янып юҡҡа сыҡты. Ошо осрашыуҙы төрлөсә күҙ алдына килтерҙе бит Фәүзиә. Үҙен ҡулға алалмай, боларып мәсхәрәгә ҡалмаһам ярар ине тип теләгән ине. Күңеле кителгән ҡатындың теләктәрен үтәне Аллаһы Тәғәлә.
Күңеленә инеп оялаған бушлыҡҡа буйһоноп, ҡала урамынан ҡатын атлай. Халыҡ күп урында кемгәлер һуғыла, кемдәндер үҙе этелә. Үтә ҡараған йәшле күҙҙәрҙе күреп, кемдер аңлай, кемелер үҙенсә фараз ҡыла.
Был фани донъяларҙа күпме кеше – шунса яҙмыш. Күпме яҙмыш – шунса зар. Тик бәхеттән, уңыштан ғына торған яҙмыштар юҡ бит ул. Булыуы ла мөмкин түгел. Ысын донъяларға һәр кемебеҙ күпмелер ғазап, хәсрәт алып китә. Уңалғанын уңалтып, сей яраны яра көйөнсә.

- Үткәрермен. Барыбер үткәрермен. Йөгөнә был тип өмөт итмә. Һиңә ундай кинәнес кисертмәм, бел.
Атлаған һайын аҙымдары нығынған, үҙен ҡулға ала барған Фәүзиәнең, автобусҡа ултырғанында күңеле тамам тыныс ине.
*****
- Эйе, тыңлайым. Эйе, мин. Һаумыһығыҙ! Уй, Рәис, һинме ни? Ҡайҙан таптың мине?
- Эҙләнем, таптым. Фәүзиә, һалма зинһар, телефоныңды. Тыңла әле. Мин һинең турала бөтә беләм. Ирең менән йәшәмәгәнеңде лә беләм. Теге көндә үк белә инем, үҙең әйтергә теләмәгәс, мин дә өндәшмәнем. Осрашайыҡ әле, Фәүзиә. Бер нимәгә лә дәғүәм юҡ, үткәндәрҙе иҫләп ултырып алайыҡ. Иҫләргә бар бит беҙҙең.
Үткәндәрҙе иҫләп...Үткәндәр үткән дә киткән инде. Нимәһен иҫләйһең. Барыбер кире ҡайтарып булмай.
Рәис менән техникумда таныштылар улар. Бер райондың ике осондағы ауылынан булып сыҡтылар. Армиянан һуң уҡырға ингән егет яҡташ ҡыҙын яҡлап йөрөттө. Һылыу ҡыҙ артынан егеттәр күп йүгерҙе. Ҡыҙ тырышып уҡыны, буш ваҡыттарын китапханала, йә спорт залында үткәрҙе. Ялдарға, каникулдарға бергә ҡайтып, бергә барып йөрөнөләр. Районда осрашыуҙары йәйге һабантуйҙарҙа ғына була ине булғанында. Уныһында ла, һаумы-һауҙан, хәл-әхүәл һорауҙан уҙмай ине. Тик һуңғы курсҡа уҡырға барған йылды, көтмәгәндә Рәис ҡыҙға һөйөүен белдерҙе. Ҡыҙҙың йөрәге ул мәлгә икенсегә, ауылдарының сибәр гармунсы егетенә бирелгән ине инде. Яуапһыҙ һөйөү ғазабын ауыр кисерҙе егет. Аралашмаҫ булды. Яҡын дуҫын, ағайылай күргән серҙәшен юғалтыу ҡыҙға ла ауыр ине.
Бына бит... Нисәмә йылдан һуң осрашырға яҙған . Үҙгәрмәгәнһең, ти.
*****

- Кире ҡағыуыңа ныҡ ғәрләндем мин, Фәүзиә. Ниңәлер, риза булырыңа тамсы ла шигем юҡ ине. Һуңынан инде, һинең өсөн, мөхәббәтем өсөн көрәшмәгәнемә үкенеп йәшәнем. Гармунсыңдан һыуындыра алыр инем мин. Йәшлек хатам шул булды. Диплом алғас, районда биш йыл эшләнем. Һиңә оҡшаған ҡыҙҙар эҙләнем. Береһенең күҙҙәре һинекеләй төпһөҙ түгел ине, икенсеһенең сәстәрендә һинең тулҡындар юҡ ине. Күтәрелеп Себер сығып китеүем дә һине онотоу теләгенән булды. Һәр һында һине эҙләп йәшлегем үтте лә китте. Бер мәл аҡсаға ҡанығып киттем. Бәхет байлыҡта ул, тип донъя ҡыуып йәшәнем. Аңыма килгәндә, аҡсаға ғына ғашиҡ ҡатыным, буй еткергән ҡыҙым бар ине. Бар тапҡанымды ҡалдырып сығып киттем. Минең был ҡарарҙан ҡатын да еңел тын алды булһа кәрәк. Яттар инек беҙ уның менән. Ҡыҙым менән араны өҙмәнем. Уҡыттым, кейәүгә бирҙем. Аҡыллы булып үҫте, күңелем тыныс.
- Гармунсымдан һыуындыра алмаҫ инең, Рәис. Беҙҙең мөхәббәткә һоҡланмаған кеше юҡ ине бит. Ул гармунын һуҙып, мин йырлап ебәрһәм, бар халыҡ таң ҡала ине. Ә һин миңә ағай урынында булдың. Һөйөүеңде белгерткән көндө мин дә оҙаҡ онота алманым. Һине йәлләүҙән, үҙемде ғәйепле итеп тойоуҙан илап ебәрмәҫ өсөн шул һүҙҙәрҙе әйттем бит мин.

*****

- Бына һиңә иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ! Йығылып төшөп башың менән бәрелдеңме әллә, Рәис? Кит, һантый! Минең егетем бар! Улай-былай ғына ла түгел. Үҙе сибәр, үҙе гармунсы! Ул миңә ожмах вәғәҙә итте, вәт!
Эйе, бер тынала ошо һүҙҙәрҙе егеттең йөҙөнә бәреп әйтеп, яуап та көтмәй тороп йүгерҙе. Ятаҡҡа ҡайтып, түгелеп илаған ине.
- Мин һиңә ожмах түгел, ошо донъяларҙағы бар матурлыҡты, бәхет вәғәҙә итер инем, Фәүзиә. Вәғәҙә итәм. Сыҡ миңә кейәүгә?
- Ҡуй, Рәис. Уңмағанды ҡыума тиҙәр. Олоғайып кеше бәхет эҙләйме?
- Бәхетте эҙләмәйҙәр бит, һөйөклөм. Минең бәхетем бына алдымда тора. Мин һине таптым. Бәлки, мин дә һинең бәхетеңдер?
Их, ошо һүҙҙәрҙе ире нишләп йәлләп йәшәне икән? Яратты бит ул да Фәүзиәне, үлеп яратты.
- Һинме ҡатын?! Үҙеңде ҡатын-ҡыҙҙар рәтенә ҡуйған булаһыңмы? Ооо! Бисәләрҙе күп һөйҙөм мин! Улар алдында һин – сүп! Һин бит – йөк аты! Ошо донъяңдың, һыйырҙарыңдың ҡоло бит һин! Ҡатын-ҡыҙ итеп һөйөрлөкме, яратырлыҡмы ни һине? Тиҙәк еҫе килә бит һинән!
Ошо һүҙҙәрҙе әйтеп, мәңге кире ҡайтмаҫмын тип сығып киткән ире әйләнеп ҡайтты ул бер мәл. Тупһа аша теҙләнеп инеп барған иренә ерәнеп ҡараған ҡатындың күңеле йомшарманы.
- Яңылыштым. Ғәфү ит, Фәүзиә. Теге түгел, һин генә булғанһың икән ғүмерлек мөхәббәтем. Бергә ҡартаяйыҡ. Балаларҙы өйләндерәһе бар.
- Балаларың иҫеңә төштөмө? Әсәләрен кәмһеткән, намыҫын һалып тапаған әҙәмде уларҙың күргеһе килә тип уйлайһыңмы? Хыянатыңды кисерергә лә риза инем бит мин. Һин минең ҡатынлығымдан, йәнемдән, тәнемдән көлдөң. Бына шуны ғәфү итә алмайым. Килеп йөрөмә һин.

Бөтә ир затына ышанысын юғалтҡан ҡатын үҙенә бикләнде. Иренең быға тиклем ишетелмәгән ҡылыҡтарын, иҫәбе-һаны булмаған “мөхәббәт тарихтарын” килтереп еткерә торҙолар, былай ҙа һыуынған йөрәгендә боҙ ҡатламы ҡалынайғандан ҡалыная барҙы. Яңғыҙ, уңған ҡатынды һоратыусылар булды. Һәр береһен бороп сығарҙы. Әрһеҙләшкәндәре лә булды. Һыр бирмәне, исемен сығарманы.
Ожмах вәғәҙә итмәйем, бәхет вәғәҙә итәм тисе Рәис. Белеп булһа икән ул, кемдең яҙмышына кем насип булғанын. Бер бөтөндөң ике яртыһы булып, аймылыш ҡына булдылармы икән әллә? Йәш саҡта нишләп йөрәге бер генә булһа ла билдә, ым бирмәгән? Ә бөгөн? Шул йөрәкте тыңларғамы? Аҡыл кәңәш бирә алмаған мәлдә нимә кисерә, ниндәй юлдан бара икән ҡатындар?!
Мең һорауға батып, ике уртала ҡалды Фәүзиә. Уйҙарынан уйылған һайын, һыны турайҙы, ҡарашы асылды. Көҙгөгә ҡапланып, йәш Фәүзиәне эҙләне. Тапҡандай булып, күңеле күтәрелде. Күҙҙәрендә осҡон ҡабынды.
Ир ҡатыны булып йәшәп тә, бер йылы һүҙ ишетмәгән Фәүзиәне Рәистең һөйөү һүҙҙәре тамам яҙылдырҙы. Наҙға мохтаж күңелен ниҙер һығып, һыҙып алды. Әллә үткәндәренә ҡарата һағыш ине был, әллә илертеп үҙенә тартҡан киләсәгенең татлы өмөтө ине. Бер осрашҡандарында, яуап көтөп сабырһыҙланған Рәискә тултырып ҡараны ла:
- Ашыҡтырма. Зинһар, ашыҡтырма мине. Уйҙарымды рәткә һалайым, - тине Фәүзиә.
- Көтәм, ҡәҙерлем. Тик бел, йәшлегем хатаһын ҡабатламаясаҡмын. Һөйөүемде кире ҡаҡһаң да, эргәңдә буласаҡмын, - тип юғалтып тапҡан бәхетен күкрәгенә ҡыҫты ир.

Ҡатындарҙың матурлығы тормош йөгөн бергә тартҡан ирҙәренә бәйле тиҙәр бит. Һөйөп-һөйөлөп йәшәгән ҡатын-ҡыҙ йәш өҫтәлеү менән матурая ғына, йөҙөнән йылмайыу китмәй, бар булмышынан нур, бәхет сатҡылары һибелә. Бәхетле ҡатын һөйкөмлө була. Ҡурсалау, яҡлау тойоп йәшәгәс, ниндәй ауыр эште лә еңел ҡул менән башҡара. Ғәйеплегә лә, ғәйепһеҙгә лә ауыр һүҙ, туҡмаҡ, йәбер ишетеп йәшәргә мәжбүр булған ҡатындың үҙенә ҡарата баһаһы төшә, бәғере ҡата, шәүләгә әүерелә.
Ҡатын-ҡыҙ йөрәге күп нәмәне кисереү һәләтенә эйә. Хыянатты ла, юҡҡа-барға бәйләнеп мыжыуҙы ла, көнләшеүҙе лә, һаранлыҡты ла. Киң күңелендә ғаилә бөтөнлөгө тип тырышып-тырмашыу ята. Күңеле бөтөн ҡатын, сит тарафтарға елкән кирмәй. Килеп тыуған ҡытыршылыҡтар ҡасан да булһа үтер, тормош яйланыр тигән өмөт менән йәшәй һәр ҡатын-ҡыҙ.
Хистәренән көлөүҙе, ҡатынлыҡ намыҫын тапауҙы, кәмләүҙе генә кисерә алмай ул. Ғорур булмаған ҡатындар һирәк, бик һирәк. Һәр ҡатындың булмышында алиһә менән йәнәш ҡырағай ат ята.
Кешелекте йәмләр, арттырыр өсөн ебәрелгән зат бит ул ҡатын-ҡыҙ. Наҙ һәм һөйөү менән һуғарылһа, бөрөлөнә лә сәскә ата. Матур сәскәнән матур орлоҡ ҡала. Шытҡан ере әсе күҙ йәштәре менән һуғарылһа, шиңә .
Фәүзиә һымаҡ, рухы һынып бөтмәгән, үҙ ҡәҙерен белгән ҡатын бер мәл тормошон ҡырҡа үҙгәртергә көс таба ул. Артабан нисек йәшәрен аныҡ ҡына күҙалламаған хәлдә лә, үҙен һөйкөмһөҙ йәбер упҡынынан йолоп алып ҡалырлыҡ ҡыйыу аҙым яһай.

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: