Әҙәби бит
10 Сентябрь 2022, 04:45

Беҙ - ауыл балалары

Шунан берәй оло эш эшләнер, баҡсаламы, һарай-утын тирәһеме, йә берәй өмәме. Шунан тәмле төшкө аш. Өҫтәлдә үҙебеҙҙең бал, эремсек, ҡороттар,һөтлө сәй. Әсәй мотлаҡ тәмлекәстәр бешерә, ҡоймаҡ ҡоя...

Беҙ - ауыл балаларыБеҙ - ауыл балалары
Беҙ - ауыл балалары

Күңел түренән

Ял көндәрендә ауылға ҡайтып килмәһәм, күңелемдә әллә нимә етешмәгән һымаҡ. Ҡайтып, урындыҡта аяҡ бөкләп ултырып тырып сәй
эсеп, тыуған өй еҫе һеңгән пастелды ябынып йоҡлап, күңелдәрҙе тынысландырып.

Иртәнсәк тороп туалетҡа сығаһың, күкрәкте тултырып тырып тын алаһың, баштар эйләнеп китә. Туалеттан кире килгәндә уже йүгереп инәһең, нишәп улайтамдыр, бала саҡтан ҡалған ғәҙәт. Борҡоп самауыр ҡайнай, әсәй мотлаҡ берәй тәмле нәмә бешергән. Атай, һуҡранған булыр, ҡалалар, осоношоп бөткәнһегеҙ, мин һеҙ йоҡонан торғансы бер тынай эшләп керҙем инде, тигән булып. Иртәнге сәй эсә эсә тәҙрәнән ҡояш күтәрелгәнен күҙәтәбеҙ. Бына ул күрше йорттоң һарай ҡыйығы тапҡырынан, әҙерәк торғас өйөнөң башына етер. Атай тамаҡ ҡырған булыр. “Балалар, бөгөнгө пландар ошолайыраҡ” тейер.

Шунан берәй оло эш эшләнер, баҡсаламы, һарай-утын тирәһеме, йә берәй өмәме. Шунан тәмле төшкө аш. Өҫтәлдә үҙебеҙҙең бал, эремсек, ҡороттар,һөтлө сәй. Әсәй мотлаҡ берәй выпечка бешерә, ҡоймаҡ ҡоя. Төшкө аштан һуң ирекле сәғәттәр. Эш эшләнде, тамаҡ туҡ, күңел көр. Тәбиғәткә сығып әйләнеү, балаларҙы тышта йөрөтөү, аҙналыҡ матбуғат менән танышыу һ.Б. Кисенә мунса. Ҡара мунса. Күңел булғансы сабынып, эҫеһендә ҡыҙынып, ҡойоноп, тәнде генә түгел күңелде таҙартып,бер ҡат тиреңде һыҙырып ҡалдырғандай булып яңырып сығаһың.

Ауыл кистәре. Улар ни менәндер минең бала саҡ кистәрен хәтерләтә. Һәр кем үҙ эше менән булыша,әммә бөтәбеҙҙә бер бөтөн - кемдең нимә эшләгәнен, бөтәбеҙ бер тулҡында - бер беребеҙҙең уйҙарын,күңел торошон һүҙһеҙҙә белеп торабыҙ һымаҡ. Балалар сырылдаған сығып уйнай. Шәмбе кис клубҡа концерт килгән була ғәҙәттә. Машиналарға тейәләшеп сығып китәбеҙ. Мостай бабай әйтмешләй, фарсит итеп ҡалабыҙ шулай.
Йәкшәмбе иртәһе сәфсим икенсе кеше булып уянам шулай. Ял иткән, үҙ асылына ҡайтҡан...

Ҡайҙа ғына, ниндәй генә затлы ризыҡтар ашап, юғары дәрәжәләр күтәреп йөрөһәк тә - беҙ - ауыл балалары.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас