Әҙәби бит
8 Сентябрь 2022, 10:14

Атайымдың ҡыҙы

Шунда, бер төркөм балаларҙы йырып үтеп барғанда, Ғариф бер ҡыҙ баланы шәйләне. Тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Уның ҡыҙы! Ҡапыл туҡтаған Ғариф, элекке ғәҙәтем һаман мине ҡыуалыр, тип, ҡарашын ҡыҙ баланан икенселәргә күсерергә тырышты. Тик булдыра алманы. Баланың нимәһелер ныҡ тарта ине Ғарифты, ул туҡтап ҡалды. Бала ла уның ҡарашын аңғарып күтәрелеп ҡараны. Мөлдөрәп кенә торған күҙҙәрен төбәп ҡараған һарыҡай ғына ҡыҙсыҡ Ғарифҡа нисектер ныҡ яҡын күренде. Тап уның хыялындағыса. Үҙе шунда:  -Бына бит минең ҡыҙым! – тип әйткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Шул тауышҡа ялт боролоп ҡараған Ғәлиә менән Хөсниямал Таңғатаровна ни ҙә булһа аңлап өлгөргәнсе, Ғариф теге баланы күтәреп тә алғайны. Ғәлиә күҙҙәрен мөлдөрәтеп кенә бер иренә, бер мөдиргә ҡарап ни эшләргә белмәй тик торҙо.  Хөсниямал, хәлде яйларға ашыҡты:  -Бик сибек бала ул, Ғариф Сәлимйәновч, бер йүнһеҙ ҡатындыҡы...  -Мин тап уны эҙләй инем. Мин яңылыша алмайым. Ниндәй документтар алып килергә икәнен әйтегеҙ ҙә, - тип өҙә һуҡты.  -Ихтыярығыҙҙа, - тине ҡәнәғәтһеҙ генә хушбуй борҡоп торған ҡупшы мөдир, үҙе шунда Ғәлиәгә һораулы текәлде.Тегеһе яурындарын ғына һикертә алды.  ***

Атайымдың ҡыҙыАтайымдың ҡыҙы
Атайымдың ҡыҙы

Рәмилә Торомтаева
Атайымдың ҡыҙы


Ғариф өшөп уянды. Ниндәй һыуыҡ иртә! Йәнде өтөп алып бара. Ҡалтырата. Юрғанын рәтләңкерәп тартып, башы аша бөркәнеп ятып ҡараны.
Барыбер булманы, өшөүе көсәйҙе генә. Яйһыҙыраҡ ятты микән? Әллә балкон ишеген ябырға онотҡанмы? Ғариф шуны тикшермәк булып урынынан торғайны, башҡа ятманы. Иртәрәк булһа, тағы ла яҡшыраҡ. Бөгөн уның ҡыҙы тыуасаҡ! Өлгөрөргә ине, ул донъяға килгәнсе өлгөрөргә ине...
Ир кварталдар араһынан ҡабалан үтте лә, таныш бинаға боролдо. Аҙымдарын йышайтты. Шунда етәрәк ашығып йүгереүгә күсте. Бейек күтәрмә баҫҡыстары буйлап менгәндә бөтөнләй осто, буғай, аяҡтары тупһаларға тейеп тә өлгөрмәне, ауыр семәрле ҡуш ишектәрҙең береһен асып, йылп итеп инеп тә китте.
Поста тотҡарланды. Үткәрмәнеләр.
-Гражданин Ҡасимов, туҡтағыҙ! Үтергә ярамай!
-Мин һорап ҡына сығам, тапманылар микән?
Ғариф пост дежурныйына инәлеп ҡараны. Тегеһе вайымһыҙ күренергә тырышты:
-Тапманылар. Унан һуң, әле береһе лә килмәгән, ете лә юҡ бит әле. – тине.
Ғариф өҙәләнде. Нисек? Үҙе шунда дежур егеттең еңдәренә барып йәбеште.
- Бөгөн минең ҡыҙым тыуырға тейеш, аңлайһыңмы? Бөгөн минең ҡыҙым тыуырға тейеш!
-Ни эшләп аңламай, ти инде, аңлайым, Ғариф Сәлимйәнович.
Ошо һүҙҙәр Ғарифты тынысландырҙымы, ярһыуы әҙерәк баҫылды, тик борсолоуы кәмемәне.
-Эй, ҡустым, аңлаусылар бер һин генәме, ҡыҙымдың ҡайҙа икәнен әйтеүсе юҡ. Ҡыҙым юҡ...
-Ни эшләп юҡ, ти, барҙыр ул.
Поста тороусы Ғарифты йыуатмаҡ өсөн генә әйткәйне, тегеһе күҙҙәрен тултырып уға ҡараны ла ҡалды. Һүҙҙәрҙең дауам ителерен көттө. Бына-бына ҡыҙының ҡайҙа икәнен дә әйтер был, тип, өмөт итте. Дежур егет кенә был ҡарашты күтәрә алманы, тиҙерәк Ғарифтан йөҙөн борҙо. Үкенде. Тәрән ҡайғыла йөрөгән кешене яҙа өмөтләндергәне өсөн үкенде.
Ике ай буйы барған эҙләү бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәй. Линиза һыуға төшкән кеүек юҡ булды. Ҡатын заты менән ни булмаҫ, тәбиғи еңмешләнеүе генәлер, үҙе ҡайтып килер әле, тип, башта ентекләп эҙләмәгәйнеләр, аҙаҡ һуңланылар шикелле, эҙҙән яҙҙылар.
Линизаһы юғалған көндә лә, Ғариф ошолай таң атыр-атмаҫ килгәйне. Килгәйне лә оло ғауға ҡуптарғайны. «Табығыҙ минең ҡатынды! Табығыҙ минең баланы!» - тип ҙур етәкселәренә тиклем барып еткәйне. Тик уға ярҙам итә торған урынға, үҙен шик аҫтына алдылар. Күп һорауҙар бирҙеләр. «Ни өсөн йөклө ҡатының сығып китә ул?» - тип ҡат-ҡат төпсөндөләр. “Линиза баланы тапҡыһы килмәй, ул унан ҡотолмаҡ була” тигән хәбәренә бөтөнләй ышанманылар. “Нисек инде ҡатын кеше балаһынан баш тартһын?! Ундай хәлдәр киноларҙа ғына, ә был бит тормош, тормош...” – тинеләр. Ғариф һөйләп тә, аңлатып та тамам йонсоғанда ла ошо һүҙҙәрен һаман ҡабатлағас, ышана башланылар. Линизаны розыскаға бирҙеләр.
Бына ике ай инде, көн һайын эшкә киткәнендә ошонда һуғыла Ғариф. Иртәһе шулай башлана. Милиция хеҙмәткәрҙәренең барыһы ла тиерлек уны танып бөттө. Тик унан ни фәтеүә.
***
Тапманылар!
Мөғжизәләр булып, балам тыуғанға тиклем тапһам, тигән өмөт бағаналары ишелеп төштө. Бөгөн ҡыҙы тыуасаҡ! Линизаның туң йөрәген ул, ир башы менән, иретә алмағанды, кескәй генә ҡыҙсыҡ иретә алырмы? Алмаҫ. Ташлап китер баланы Линиза, барыбер ташлап китер... Эшкә барманы Ғариф, бара алманы. Фатирына кире ҡайтты. Бөгәрләнеп кенә карауатҡа ятты ла түбәгә текәлде.
-Ниҙәр генә ҡылып ҡалырға?..
***
Шул көндәрҙә Өфөнөң барлыҡ бала табыу йорттары аяҡҡа баҫтырылды. Линизаның ентекле координаталары барыһына ла таратылды. Бөтәһе лә көттөләр уны. Көттөләр.
Ҡатындың баланан баш тартасағын, бер ниндәй ҙә һөйләшеүҙәргә бармаясағын белделәр...
Тыуасаҡ баланы әсәһенән ҡотҡарырға тигән фарман быға тиклем бирелгәне юҡ ине. Шуға ниндәйҙер шом биләне һуңғы ике айҙа бала табыу йорттарын...
Көттөргән ҡатын билдәләнгән ваҡытҡа уларҙың береһендә лә пәйҙә булманы.
Шулай итеп ауыр йөкләмә үтәлмәне, тыуасаҡ баланың яҙмышы билдәһеҙ ҡалды.
***
-Ғариф ағай, сәй эсеп алығыҙ әле...
Күршеһе Ғәлиәнең хәстәрлекле тауышы Ғарифты бөгөнгөгә алып ҡайтты.
Эйе, Линиза юғалғаны бирле күрше-күләне, алмашлап, ингеләй уның янына. Кемеһе бушыраҡ, шул уның эргәһендә булырға тырыша, нисек кенә итһәләр ҙә, яңғыҙын ҡалдырмайҙар. Башта һүҙ күберәк Линиза, тыуасаҡ бәпәй тирәһендә әйләнһә, яйлап хәбәрҙәр көнүҙәк хәлдәр тирәһенә лә ҡайта башланы. Ни тиһәң дә, тормош дауам итә. Ғариф менән йәнәш уның эргәһендә кешеләрҙең дә тормошонда ҙурмы-бәләкәйме хәлдәр булып тора... Линиза юғалғандан һуң күп тә тормай, бына ошо Ғәлиә лә ауыр ҡайғы кисерҙе. Ирен ерләне.
Шунан бына ни әйтерһең был ҡатынға ҡарап? Сибек кенә кәүҙәлә күпме көс. Ғариф шулай уйланып ултырып, үҙенә күҙ ташланы ла оялып ҡуйғандай итте. Ә ул үҙ ҡайғыһынан һаман сыға алмай йонсой...
-Сәсегеҙ бик етеп китте, парикмахерскийға барып килер инегеҙ...
Ғәлиә «Линиза апай ҡайтып-фәлән инһә», тип өҫтәргә уйланы ла, әйтмәне. Ҡайғыны яңыртҡыһы килмәне. Быныһы тороп көҙгөгә баҡты. Һуңғы ваҡытта ҡайсы түгел, тараҡты ла һирәк күргән сәстәре тетелгән бумала һымағыраҡ ине. Шуға ла Ғәлиә менән килеште Ғариф.
-Һүҙҙәрең тоғро, һеңлем.
Ғарифтар менән Ғәлиәләр ҡатнашып йәшәнеләр. Дөрөҫ, Линиза бик үк өнәмәне уларҙы. Әммә Ғариф ҡатынының фекеренә бик иҫе китмәне. Байрамдан байрамға, ресторандан ресторанға ғына йөрөргә яратҡан Линиза өсөн Ғәлиә менән Ильяс түбән ҡатлам кешеләр һаналды. Улар менән бергә йөрөргә түгел, йәнәш торорға оялды. Ғөмүмән, ул кешеләрҙе үҙенсә кәрәккәнгә-кәрәкмәгәнгә генә бүлә белде. Хатта үҙенең балаһын да кәрәкмәгәнгә сығарҙы... Уйҙарының гел шулай балаһына алып барып сығарыуы Ғарифты аҡылдан яҙҙырыр сиктәргә еткергән инде. Әле бына тағы шул юҫыҡҡа төшә башлағанын тойған Ғариф үҙен ҡулға алып өлгөрҙө.
-Ильясты, әйтәм, оҙаҡ та ауырыманы.
-Шулай шул, врачтарға күренеп тә бөтә алманы,бахыр. - Ғәлиә тәрән көрһөндө лә Ғарифтың күҙҙәренә ҡараны. – Һин, Ғариф ағай, мине дөрөҫ аңларға тырыш инде, был килә лә етә, тип, мине әрләмә. Өйҙә яңғыҙым ултырырға ҡурҡам, төрлө насар уйҙар килә башҡа...
Ғәлиәнең тауышы ҡалтыраны, күҙҙәренән эре йәштәр тәгәрәп төштө. Ғариф уны нисек йыуатырға ла белмәне. Ильяс дуҫының ҡатынын ихлас йәлләне. Йә инде, йәшәргә лә, йәшәргә ине бынауындай ҡатыны менән уға, юҡ, яҙмағас, яҙмаған инде...
-Улай булғас, йышыраҡ инеп йөрө, һеңлем...
Ғәлиәне һеңлеһе һымағыраҡ күрә ул, бәлки унан да яҡыныраҡтыр. Ғәлиә лә шундайыраҡ ҡарашта. Ҡатнашҡан саҡтарынан «Линиза апай», «Ғариф ағай» тип өйрәнгәс, мөнәсәбәттәре лә туғандарсараҡ шул.
***
Тормошондағы иң ауыр теге ике айҙы үткәргәндән һуң тағы ике йыл ыҙа сикте Ғариф. Линизаны эҙләмәне хәҙер, ҡыҙын эҙләне. Бала табыу йорттары, сабыйҙар йорто, приюттар – береһе лә ҡалманы. Тәүҙә яңы тыуған балалар араһынан эҙләне, шунан бер айлыҡтар, артабан бер йәшлектәр менән ҡыҙыҡһынды, күптән түгел ике йәшлектәргә күсте...
Хатта урамда осраған балаһының йәшенә тап килерҙәй һәр балаға текләп ҡарар булып китте...
Ошоларҙы белгән яҡындары уны бар хәлдәренсә ҡурсаланылар. Һаман яңғыҙын ҡалдырмаҫҡа тырыштылар. Әсәһе уның эргәһенә ауылдан бөтөнләйгә күсенеп килеп тә ҡараны. Ғәлиә лә ташламаны.
Бер көн иртәнсәк, эшкә йыйынғанында, әсәһе ипләп кенә һүҙ башлап ҡараны:
-Улым, әллә өйләнеп ҡарайһыңмы?
Ғариф өндәшмәне. Үҙе лә ошондай тормошонан арый башлағайны. Әсәһе эргәһендә өҙәләнеп тора ла бит, барыбер ниҙер етмәй уға, күңелендә барлыҡҡа килгән бушлыҡ ҙурайғандан-ҙурая... Һаман да бер нәмә лә эшләмәһәң, шул бушлыҡҡа үҙеңә осорға ла күп ҡалмай шикелле.
-Кемде алырмын икән, әсәй?
-Ғәлиә ҡыҙымды күҙләп ҡараманыңмы?
-?! - Ғарифҡа ҡапыл әллә нисек булып китте. Нисек инде дуҫтың ҡатынын алмаҡ кәрәк? Һеңлеһе һымаҡ та күрә, етмәһә, - Килешмәҫ ул, әсәй. Ғәлиәне мин һеңлем һымаҡ күрәм.
-Атаҡ, һеңлең һымаҡ күргәс, яҡшыраҡ та була түгелме? Тимәк, тормошҡа ҡараштарығыҙ тап килә.
«Линиза килендеке менән тап килмәне лә инде» , тип, әйтергә уйланы ла, тыйылды.
Шул һөйләшеүҙән һуң күп тә тормай Ғариф менән Ғәлиә бергә йәшәй башланылар. Бәхетле генә барҙы тормоштары. Тик Ғариф теге ғәҙәтен ташлай алманы. Күңеле менән һаман эҙләй ине әле ул ҡыҙын...
***

-Ғәлиә менән беҙҙең бала булһа, мин ҡыҙымды эҙләүҙән, бәлки, туҡтар инем, - тине Ғариф врачҡа, - ярҙам итмәҫһегеҙме?
Бында килгәнендә ул Ғәлиәһенең бер ҡасан да балаһы булмаясағын белә ине инде. Күп тикшеренеүҙәрҙән һуң шул асыҡланғас, Ғәлиә үҙе ебәргәйне Ғарифты ошо оло ағай менән кәңәшкә.
-Ә һеҙ нисек теләйһегеҙ, баланы уллыҡҡа алғанығыҙҙы кем дә булһа белмәҫкә тейешме? Әллә уныһы мөһим түгелме?
-Миңә мөһим түгел дә ул, бына ҡатынға...
-Аңлайым, ҡатын кеше өсөн иң ауырылыр ул...
Шул һөйләшеүҙән һуң Ғарифтар Силәбегә күсеп килделәр. Оҙаҡҡа түгел, бер-ике йылға. Алдан күҙаллауҙары буйынса, бында кеше менән бик аралашмай йәшәгәндән һуң, берәй баланы уллыҡҡа алып, киренән ҡайтырға ине иҫәптәре.
Килгәндең икенсе көнөндә үк Ғәлиә менән балалар йорттары буйлап йөрөп сығырға булдылар.
Улар килгән тәүге йортҡа нисектер тиҙ индерҙеләр. Мөдире үҙе үк ҡаршы сығып:
-Мин Хөсниямал Таңғатаровна булам, - таныштырҙы ла үҙенең бүлмәһенә эйәртеп алып китте.
Шунда, бер төркөм балаларҙы йырып үтеп барғанда, Ғариф бер ҡыҙ баланы шәйләне. Тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Уның ҡыҙы! Ҡапыл туҡтаған Ғариф, элекке ғәҙәтем һаман мине ҡыуалыр, тип, ҡарашын ҡыҙ баланан икенселәргә күсерергә тырышты. Тик булдыра алманы. Баланың нимәһелер ныҡ тарта ине Ғарифты, ул туҡтап ҡалды. Бала ла уның ҡарашын аңғарып күтәрелеп ҡараны. Мөлдөрәп кенә торған күҙҙәрен төбәп ҡараған һарыҡай ғына ҡыҙсыҡ Ғарифҡа нисектер ныҡ яҡын күренде. Тап уның хыялындағыса. Үҙе шунда:
-Бына бит минең ҡыҙым! – тип әйткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
Шул тауышҡа ялт боролоп ҡараған Ғәлиә менән Хөсниямал Таңғатаровна ни ҙә булһа аңлап өлгөргәнсе, Ғариф теге баланы күтәреп тә алғайны. Ғәлиә күҙҙәрен мөлдөрәтеп кенә бер иренә, бер мөдиргә ҡарап ни эшләргә белмәй тик торҙо.
Хөсниямал, хәлде яйларға ашыҡты:
-Бик сибек бала ул, Ғариф Сәлимйәновч, бер йүнһеҙ ҡатындыҡы...
-Мин тап уны эҙләй инем. Мин яңылыша алмайым. Ниндәй документтар алып килергә икәнен әйтегеҙ ҙә, - тип өҙә һуҡты.
-Ихтыярығыҙҙа, - тине ҡәнәғәтһеҙ генә хушбуй борҡоп торған ҡупшы мөдир, үҙе шунда Ғәлиәгә һораулы текәлде.Тегеһе яурындарын ғына һикертә алды.
***
 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас