+24 °С
Ямғыр
Ҡарлуғасым, алып китмә йәйемде
Ҡарлуғасым, ҡыйғас ҡашым,
Алып китмә йәйемде,
Күңелкәйем һаман һорай
Йылы, талғын елемде...
Йәйғорло ямғырҙан һуң
Йылы күләүектәрҙе
Рәхәтләнеп кисер инем...
Алып китмә йәйемде...
Хуш еҫле үләндәр йыйып,
Эсәм тәмле сәйемде...
Ҡарлуғасым, һиңә өндәшәм,
Алып китмә йәйемде...
Талҡаҫымда бәүелеп кенә,
Йылы һыу ҡосағында,
Рәхәтләнеп ятыр инем...
Алып китмә йәйемде...
Ҡарлуғастар китте инде,
Ҡалдырып моңһоу көҙҙө ...
Тағы ла көтөп ҡаламын,
Ҡарлуғаслы йәйемде...
Зарифа Аралбаева.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.