Баймаҡ районында бер ауыл бар. Бик матур урында урынлашҡан. Кешеләре егәрле, татыу. Совет власы осоронда ул ауылда ла колхоз гөрләп торған. Һыйыр, һарыҡ, сусҡа, тауыҡ көткәндәр. Ҡыш, яҙ айҙары һарыҡ фермаһына бүреләр төшөп ыҙалатҡан. Ҡарауылсыга мылтыҡта та биреп ҡарағандар. Ләкин файҙаһы булмаған. Таңға ҡарай, бүреләр күҙ менән ҡаш араһында бер нисә һарыҡты тамаҡлап сығыр булған. Һарыҡтар ҙа өркөп бөткән...
Бер ҡараңғы яҙғы таңда тағы бүреләр килгән һәм быуаҙ һарыҡты йыҡҡан. Һарыҡ һуңғы көсө менән бәрәсләп өлгөрә лә, күҙен йома. Хәлһеҙ генә, етлекмәй тыуған бәрәс өс тапҡыр бар көсөнә ҡысҡырып ебәрә. Тауышҡа ҡарауылсы югереп килә, мылтыҡтан атып ебәрә. Теге бәрәсте ҡарауылсы йортона индереп, йылытып, һөт эсереп тәрбиәләйҙәр. Меҫкенкәй өс көн бер туҡтауһыҙ баҡырып ятып йән бирә. Шул таңдан алып, әгәр бүреләр яҡынлаша башлаһа, ҡарауылсылар үҙәк өҙгөс бәрәс тауышын ишетер булған. Был хәлдәргә 40-50 йылдар үткән. Заманында һарыҡ фермаһы булған урында (ҙур ғына урын, йылға буйында) хәҙер инде өйҙәр һалыған. Ҡайһы саҡта, таң алдынан кешеләр үҙәк өҙгөс бәрәс тауышын ишетә икән. Минең дә ишеткәнем бар. Йане аҙашып йөрөй микән ул бәрәстең? Әллә беҙҙе бер нәмә тип иҫкәртә микән?
"Сәйер донъя" төркөмөнән алынды.
Фото интернеттан.