Әҙәби бит
30 Август 2022, 06:00

БАЛАМА ЮЛ ДОҒАҺЫ

Ситтә уҡыған балаларыбыҙҙың юлға сығыр ваҡыты етте. Уларға изге теләктәребеҙҙе еткереп, фатиха биреп, оло юлға оҙатайыҡ.  Юлға сыға балам. АлдарынанЕбәр, Хоҙай, Хызыр-Ильясты.Һинән генә һорайым именлеген,Һорайым уға изге юлдашты... Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

БАЛАМА ЮЛ ДОҒАҺЫ
Юлға сыға балам. Алдарынан
Ебәр, Хоҙай, Хызыр-Ильясты.
Һинән генә һорайым именлеген,
Һорайым уға изге юлдашты.
Иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуын
Ялбарам мин Һинән, йә Хоҙам.
Кисерә күр ҡылған гонаһтарҙы,
Ҡабул булһын ҡылған был доғам.
Һаҡла зинһар бәлә-ҡазаларҙан
Йыраҡ сәфәр ҡылған баламды.
Фәрештәләр ҡанаттарын елпеп,
Шифаларын илтһен доғамдың.
Ҡайтып инһен өйгә шатлыҡ менән.
Әсе ҡайғыларҙа яндырма.
Һәр нимәгә етә көс-ҡөҙрәтең,
Ярҙамыңдан зинһар ҡалдырма!..

Физалиә ДӘҮЛӘТГӘРӘЕВА.

Фото интернеттан алынды.

 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас