Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби бит
1 Августа 2022, 07:00

Онотормон, тммә...

--Булатты туҡмайҙар-ар! – Әлифәнең тауышы сәрелдәүҙән үкһеүгә күсте. Рауил ҡапыл урынынан ҡубып тышҡа ташланды. Бер-ике һикереүҙә ҡапҡа аръяғында булып, дуҫын уртаға тәгәрәтеп типкеләгән түңәрәкте йырып килеп тә инде. Ингән ғайын берәүһен яуырыны менән этеп ебәреп, икенсеһенең яңағына ҡундырып өлгөрҙө. Туҡмаусылар бишәү булып, ярайһы уҡ иҫеректәр ҙә ине. Быны самалап өлгөргән Рауил, тегеләр аңын-тоңон төшөнгәнсе, эткеләй-төрткөләй төркөмдө Булаттан арыраҡ күсергә мәжбүр итте. Ул арала егет артынан эйәргән ҡыҙҙар урам яңғыратты:--Егеттәр! Етәрегеҙ!--Ағайҙар, ҡуйығыҙ, бар юлығыҙҙа булығыҙ!--Була-ат! Булат!.. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

--Мине... әсәй саҡырҙы...
Ҡыҙы әйткәнде ҡапыл ғына аңлап етә алманы Рауил. Шуға хатта ҡаршы һорау ҙа бирә алмай, бары башын ғына ҡалҡытты. Ләйлә атаһының ҡарашын күтәрә алмай ситкә бороло:
--Теге мәл яҙғайны... интернеттан...
--Шун-нан? – Рауил ҡулындағы юнып ултырған ағасын ҡайҙа итергә белмәгәндәй усынан усына күсерҙе.
--Байрамға кил әле, тине...
Ир кеше, ҡапыл борсолоп, улай ғына ла түгел, бөтөн борсолоуы күҙ алмаларына күсеп, ауырайып ҡалған ҡарашын әле алыҫтағы офоҡҡа, әле ҡыҙының аяҡ аҫтындағы юнышҡыларға күсерҙе. Нимә тип әйтә ала ул? Ә бит әйтергә тейеш. Ҡыҙы яуап көтә. Ошо һүҙҙе еткерә алмай уралана икән иртәнән бирле янында. Бына ниндәй һорау менән ҡайтҡан икән.
--Үҙең нисек уйлайһың? – тигән булды ла, балаһы яурындарын ғына һикерткәс, яуаплылыҡ үҙендә икәнен төшөндө.
Көтөлмәгән, бөтөнләй көтөлмәгән хәбәр булды был. Түбәһенә ошо көрәк һабы менән һуғылғандай иткән яңылыҡ булды. Ир һаман өндәшә алманы. Ҡыҙы буйһоноусан төҫтә баҫып торҙо ла торҙо. Инде артабан да былай бәлшәйеп ултырыуҙан фәтеүә юҡлығын аңлаған атай, тороп баҫты. Өҫтөн ҡаҡты, иҫке эш кейемен тартҡылап рәтләне, юнып бөтмәгән һуйылын мөйөшкә һөйәп, ҡыҙына әйләнде:
--Саҡырғас... барып ҡайт һуң...
Ләйләнең ялыныслы ҡарашында осҡондар ҡабынғандай булды.
--Тик... ҡайтырһың ул? Бөтөнләйгә китеп бармайһыңдыр бит?
--Юуҡ! Мин барып ҡына күрәм дә, атай, сразы кире ҡайтам.
--Ярай... Барырын барғас, берәй аҙна йөрөрһөң инде. Оҡшаһа, әгәр...
--Улай уҡ булмаҫмын. Берәй өс көн генә, йәме, атай.
--Йә, ярай... Үҙең ҡарарың.
Ләйлә боролдо ла йәлпелдәп өйгә йүгерҙе.

Ҡыҙы артынан инә алманы Рауил. Таралып төшкәйне ул. Шундай шаңҡығайны. Был хәлендә әлеге әңгәмәне артабан дауам итә алмаҫын белеп, кәртә артына сыҡты ла, күптән ҡулы теймәй йөрөгән тиреҫ өйөмөн ҡутара башланы. Тимер һәнәкте батырып-батырып умырып алып, картуф баҡсаһына ырғытты...
Әлифә... Был исемде нисә йыл әйткәне юҡ икән уның теле? Нисәй йыл күргәне юҡ күҙҙәре? Хатта ул исем дә, ул ҡатын да уның икенсе, ҡайһылыр параллелдә йәшәгән тормошонда булғандыр кеүек. Әлифә...

...Булат ҡыҙҙар эйәртеп килеп ингәндә, Рауил күлдәк үтекләп маташа ине. Уртына һыу тултырып алғанда ғына, ишек шар асылып, һалҡын быу эсенән бер түгел өс ҡыҙ пәйҙә булды. Албырғаған егеттең тын юлына һыуы китеп, сәсәй башламаһынмы?
--Ай, әттәгенәһе... Нимә булды? – тип шаршау артынан башын һондо әсәһе. Унан саҡырылмаған ҡунаҡтарға өндәште: — Үтегеҙ, үт!
Булат быймаһын да һалмай килеп, дуҫының елкәһенә дөмпөлдәтте. Ҡыҙҙар ниңәлер ишек төбөндә тапанды. Урындыҡ ҡорғанын тартып, хужабикә һаман өгөтләне уларҙы:
--Үтеп ултырһағыҙсы? Булат, нишәп төп яҡҡа әбинмәйең шул ҡыҙҙарҙы? Рауил, сәйҙе тоҡандыр, һыуынмағандыр әле.
Ҡыҙҙар сырҡылдашты:
--Рәхмәт! Беҙ йылынырға ғына индек, үтеп тормайбыҙ.
--Клубҡа китеп барабыҙ, инәй.
Инсебикә өҙмәне лә ҡуйманы:
--Үтмәһәгеҙ ултырып булһа ла тороғоҙ. Тупһала ғына тапанып сыҡмағыҙ инде улай. Ана, эскәмйәгә терәлегеҙсәле...
Быныһын тыңланы ҡыҙҙар. Буйҙауға ҡуйылған артһыҙ эскәмйәгә теҙелеште. Аралашыуға һыуһап ултырған хужабикә төпсөндө генә:
--Кәнсирткә килдегеҙме?
--Эйе.
--Нимә менән килдегеҙ?
--Булаттың биларусында, — рәхәтләнеп көләләр үҙҙәре.
--Өшөнөгөҙ инде. Һыуытҡанмы шул? Еле лә бар һымаҡ?
--Беҙ толоптарға төрөнөп ултырҙыҡ ул.
--Һыуытып тора, эйе.

Ул арала егеттәр теге күлдәкте нисек етте шулай үтекләп алып, кейенеп-яһанып, түрбаш яҡҡа сыҡты. Рауил таныш булмаған ҡыҙҙарҙан уңайһыҙланды. Уларҙың ҡыҙыҡһыныулы ҡараштары аҫтында ҡыҙара-бүртенә йөрөп, урындыҡ ҡырындағы һикегә сәйнүкте күсереп ултыртты, аҫҡа тас ҡуйҙы. Түшәккә бәйле ултырған әсә үҙенекен һөйләне:
--Эсвитер кейеп ал әле. Һыуыҡ кылупта ултырып ауырып ҡуйма. Йөн нәскейеңде йәйгәйнеңме?
Егет “шырҡ-шырҡ” иткән ҡыҙҙар яғына ҡарарға ла баҙмай, әсәһенә мыңғырланы:
--Ярай, әсәй... үҙем беләм...
Йәштәр эркелешеп тышҡа йүнәлде. Рауил, ҡала биреп, әсәһенә тағы бер килеп китте:
--Мине көтөп ятма, йоҡла. Дарыуыңды эсергә онотма. Тыштан бикләйем.
--Ярай.

Шул кисте Әлифә менән танышты Рауил. Дөрөҫөрәге Булат дуҫы таныштырҙы һәм ҡолағына шыбырлап та ҡуйҙы: “быныһы минеке”. Ҡыҙҙарҙың өсөһө менән дә яҡшылап аралаша алманы инде ысынында Рауил. Тартыныу ҙа, тәжрибәһеҙлек тә, тәбиғи баҙнатһыҙлыҡ та бар ине. Булаттың һайрағанын, ҡыҙҙарҙың сорлашҡанын тыңлап, тыныс ҡына эйәреп тик йөрөнө. Йөрөүен йөрөнө, әммә ҡарашы әленән әле дуҫын ҡултыҡлаған һылыуҡайҙың һалҡындан ҡыҙарған алһыу сикәләренә төштө лә, ул ҡарау менән ситкә китте. Төбәлде лә, теге һиҙеп ҡалыу менән тағы ҡасты. Ахырҙа, “еңгә” була торған ҡыҙ уға күҙ сағылдырыр йылмайыу бүләк итте.
Ҡала артистарының концертын ҡарағас, егеттәр ҡыҙҙарҙы күрше ауылға алып китте. Булат Әлифәне кабинаға алды, Рауил ике ҡыҙ янына көплө санаға менеп ултырҙы.
Йомшаҡ һалам өҫтөндә толоптарға төрөнөп ултырған ҡыҙҙар хәҙер Рауилды кәзәкләне.
--Әйҙә, уртабыҙға ултыр, нимә ситтә туңып бараһың?
--Өшөмәйем мин, — тигән булып һыр бирмәне егет.
--Өшөмәһәң һуң, өшөгәнгә генә ҡыҙҙар янына ултыралармы?
Толоп яғалары эсенән сылтырап көлгән тауыштары ишетелеп ҡала.
--Һөйләшә белә микән һуң ул?
--Беҙҙән ҡурҡып телен йотто әллә?
Көлкөгә ҡалып күпме ултырыға була? Рауил барлыҡ батырлығын йыйып тегеләр янына шылды. Ҡыҙҙар ике яҡҡа янтайып, уны уртаға алды.
— Вәт, ҡыҫабыҙ хәҙер һине!
--Йылымы?
Ике яғындағы ике “төйөн”, туҡтауһыҙ тәтелдәне лә, туҡтауһыҙ көлдө. Рауилдан да көлдөләр, артистарҙы ла эләкләп хихылданылар, тағы әллә кемдәрҙе тикшереп, һөйләп, шунан ҡыҙыҡ таптылар. “Ҡалай мәрәкә икән былар” тип тыңлап килде егет, өндәшмәһә лә. Кәйефе күтәрелде үҙенең былар менән, ә күңеле тегендә, кабина эсендә булды...

Булат дуҫы хәтәр уның. Төҫкә әкиәт егете кеүек, ҡыйыу, шаян, гармунда һуҙып та, ҡушылып йырлап та ебәрә. Ҡыҙҙар уның юлына ҡолай ҙа ҡуя. “Булат та Булат” тип йүгереп йөрөйҙәр. Ултырғысты ҡағып ултырталар, гармунын ҡулына алып килеп тотторалар, сикләренән алмашлап “сүп” итәләр, арҡаһынан тупылдатып һөйәләр. Дуҫы китә ирәйеп. Бына шулай һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ һымаҡ йәшәй ул ауылда. Унан ҡалһа теләгән ҡыҙын оҙата ала. Теләгәнен ҡарата, ғашиҡ итә, илатып артынан йүгертә белә.
Рауилдың холҡо уның тап киреһе инде. Былай төҫкә-башҡа ул да йәмһеҙ түгел түгеллеккә. Кәүҙәгә лә дуҫынан дәүерәк. Тик төптө бер ҡырағай инде. Ныҡ яҡындары менән генә теле асыла. Ә бына яттар янында, бигерәк тә ошондай ҡыҙҙар алдында теле аңҡауына йәбешә лә ҡуямы шул, һөйләшеп китә алмай. Ҡайһы саҡ шундай йәне көйә үҙенә. Армиянан ҡайтҡанына өс йыл булып килә, берәй ҡыҙҙың ҡулын да тотоп ҡарағаны юҡ. Булат шуға көлә унан, кәләш алһаң һин ҡыҙҙы түгел, ә ҡыҙ һине боҙа инде, тип йәнен көйҙөрә.

Тырҡылдап ҡара төтөн сығарып килгән трактор ҡыҙҙар йәшәгән йорттоң ҡапҡа төбөнә туҡтаны. Рауил ҡыҙҙар артынан уларҙың ауыр толоптарын, түшәктәрен күтәреп атланы. Булат менән Әлифә кабинанан төшөп, сана янында тороп ҡалдылар.
Ингәс тә ҡыҙҙарҙың береһе мейескә ут тоҡандырҙы, икенсеһе сәй ҡуйып ебәрҙе. Рауилды сисенеп үтергә көсләһәләр ҙә, ул әйберҙәрен тапшырҙы ла, ишек төбөндә башы өрлөккә төкөй яҙып тора бирә ине, артында ҡапыл ишек асылып китеүгә ситкә тартылды.
--Булатты туҡмайҙар-ар! – Әлифәнең тауышы сәрелдәүҙән үкһеүгә күсте. Рауил ҡапыл урынынан ҡубып тышҡа ташланды. Бер-ике һикереүҙә ҡапҡа аръяғында булып, дуҫын уртаға тәгәрәтеп типкеләгән түңәрәкте йырып килеп тә инде. Ингән ғайын берәүһен яуырыны менән этеп ебәреп, икенсеһенең яңағына ҡундырып өлгөрҙө. Туҡмаусылар бишәү булып, ярайһы уҡ иҫеректәр ҙә ине. Быны самалап өлгөргән Рауил, тегеләр аңын-тоңон төшөнгәнсе, эткеләй-төрткөләй төркөмдө Булаттан арыраҡ күсергә мәжбүр итте. Ул арала егет артынан эйәргән ҡыҙҙар урам яңғыратты:
--Егеттәр! Етәрегеҙ!
--Ағайҙар, ҡуйығыҙ, бар юлығыҙҙа булығыҙ!
--Була-ат! Булат!
Рауил “йәлп” итеп дуҫы ятҡан ҡырға ҡарап ала, уныһы тормай ҙа тормай. Әллә баш-машына һуҡтылар микән?
Тик нисек кенә иҫерек булһалар ҙа, бишәү – бишәү ине. Йоҙороҡтары яҙараҡ китеп, аяҡтары һауа телеп тороп ҡалғанда ла, улар егеткә төрлө яҡлап йәбешеп, ҡарға ҡолатып маташты. Ә Рауилға нисек тә йығылмаҫҡа, быларҙың аяҡ аҫтында ҡалмаҫҡа ине. Ул ҡул суҡмарҙарын йомарлап алып алға ҡуйҙы ла, һөжүм итеүселәрҙе үҙенә яҡын ебәрмәҫлек һелтәп торорға тырышты.
--Ах, инәңдең....! Танауҙы ҡанаттыңмы?! Бөттө һиңә!
--Мейеңде иҙ-ҙәбеҙ хә.... – аҙағын ослай алмай осоп барып та төштө үҙе.
Иҫеректәр Рауилды ҡоймаға ҡыҫырыҡланы. Ҡышҡы төндә урамда йөрөгән дә, ярҙамға йүгереп килеүсе лә юҡ. Быға өмөтләнә лә алмай Рауил. Ҡыҙҙарҙан да файҙа юҡ, улар араға инеп маташты ла, ҡыҙған ирҙәр ҡулынан тупаҫ ҡына ситкә төртөлгәс, ҡурҡышып ситкә ҡасты һәм унда ла эш хөрт икәнен аңлап, икеһе ике яҡ күршеләргә йүгерҙе. Әлифә Булаттың янына сүгәләп буҙланы, уны торғоҙорға тырышып тартҡыланы.
Арҡаһы ҡоймаға килеп терәлгәс, Рауил ҡапыл-ҡапыл ғына тунын сисеп берәүҙең башына япты ла, туңҡайта тибеп тә ебәрҙе. Икенсеһен күтәрелгән аяғынан тотоп ауҙарҙы. Шул ваҡыт өсөнсөнөң ҡулында нимәлер ялтыраны:
--Чье, давай, бысаҡҡа ҡаршы... раз такой герой...
Бысаҡлыға ҡулын һуҙғайны ғына, уң яҡтан берәүһе беләгенә йәбеште лә, уның менән айҡашҡанда, һул ҡабырғаһы аҫтын нимәлер көйҙөрөп ебәрҙе... тағы... тағы...
--А-а-аааа!.. Үлтерҙелә-әр! Үлде-е!!! А-а-аааааа.... – һуңғы ишеткәне бер ҡыҙҙың әсе сарылдауы ғына булды. Әлифәме шул?.. Ни эшләп улай... ҡысҡыр...

Осто ла осто ул. Ҡайҙалыр түбәнгә лә... өҫкә лә... Ниндәйҙер тауыштар ҙа ишетелеп ҡалды. Кәүҙәһенең боҙ булып туңған, йөрәгенең типмәй икәнен тойҙо. Бер ере лә ауыртмай, бер ниндәй хис юҡ: ҡурҡмай, үкенмәй, уйламай. Үлгән... Үлгәнен белә... Осоуҙан туҡтағандай булды... Күҙ бәбәге аша яҡтырып үткән уттар теҙмәһе юғалды... Кемдер түшенә ҡулын һалды... Ҙур, йылы ус. Был ҡулдан яйлап тәне йылыны, йылына барып... йөрәге хәрәкәткә килде: ту-уҡ... туҡ-туҡ, туҡ-туҡ, туҡ-туҡ... Кем был? Кем ула... Аллаһ! Был бит Аллаһтың ҡулы...
Рауил төндә иҫенә килде. Күҙ бәбәктәрен ауырлыҡ менән асып түбәгә төбәлде. Ҡайҙалығын аңланы. Ул – дауаханала. Ярым ҡараңғы бүлмәлә бер үҙе буғай. Яйлап барыһын хәтерләне: ҡыҙҙар... концерт... һуғыш... Әлифә ныҡ ҡысҡырҙы... әллә уға ла һуҡтылармы?.. Ул – бында... Әсәһе?! Уххх... әсәһе бит яңғыҙ ауылда... Атлай алмай. Бикле!
Егет урынынан ҡалҡынды. Эсе бөтөн биле менән ҡуша ҡалын итеп уралған. Шул тәңгәле генә кәүҙәһен тотмай аҙапланы. Шулай ҙа ул ҡалтыранып тороп ултырҙы ла, урынынан төшәм тип ынтылғанда, эргәһендәге тимер-томор приборҙар торған тумбаға таянып, уныһы шылып китеп, салтыр-солтор булып ауҙарылып төштө. Ике яҡтан ике ишек асылып китеп, аҡ халатылар пәйҙә булды:
--Уянған!
--Нишләйһегеҙ һеҙ? Ҡайҙа бараһығыҙ!
--Тот бер яғынан! Күтәрәйек ипләп кенә.
--Тыныслан... Давай, һалабыҙ.
Рауил уларҙан ысҡынырға маташты:
--Миңә... ҡайтырға кәрәк. Унда әсәй... бер үҙе...
Табип үҙенекен тыҡыны:
--Ниндәй әсәй? Үлемдән саҡ ҡалдың. Ят, тиҙәр һиңә!
Хәленән килһә быларҙы этеп-гөрөп сығып китер ине, йүгерер ине ауылына ҡарай егет, тик ҡыл өҙөрлөк тә көсө юҡ. Сараһыҙҙан ғазаплы ҡараштарын түбә түшәменә төбәп ҡатып ҡалды. Мейеһен бер һорау ғына бырауланы: әсәһе ни эшләй?

(дауамы бар)

Миләүшә Ҡаһарманова.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас