Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби бит
1 Августа 2022, 17:00

Кемдең бисәһен айыу ашаған?

Бер ваҡыт район үҙәгенә юл төштө. Ара алыҫ булғанлыҡтан, иртәнге алтынан юлға сығабыҙ. Апалы-һеңлеле Айгөл менән Яҙгөлдең дә йомоштары булған, машинаға ултыртыуыбыҙҙы һораны. Ҡыуалат ауылына етәрәк, Айгөл тыныс ҡына итеп:-Юл ситендә айыу тора ине...-тине.Юл ситендәге сауҡалыҡтарҙан күренмәгәс, иптәшем машинаны артҡараҡ күсерҙе.Беҙҙең яҡынлашыуҙы көтмәгән айыу, ситкә һикерҙе.Шул тикмем ҙур, ялбыр айыуҙы бығаса осратҡаным булмағайны.Оҙон ҡара ялтыр йөндәре югергән ыңғайы һелкенеп бара.Бер аҙ барғас иҫенә төштөмө икән: -Ә-ә-ә ... мине күрергә туҡтағайнығыҙмы, бына күрегеҙ!-тигәндәй, артына әйләнеп, аяғүрә баҫты ла, ике ҡулын күтәреп беҙгә ҡараны.Уның бейеклеге, оҙон йөндәре һәр мускулы ҡыбырлауы ыңғайына йылҡылдап һелкенәләр.Ул торған ергә,яңы ҡалҡып килгән ҡояш нуры төшкән,арттараҡ шыйыҡ томан.Иҫ киткес матур күренеш, әйтерһең дә көҙгө алдында һылыу ҡыҙ тегеләй-былай борғоланып үҙенә һоҡлана.Урман хужаһын артыҡ борсомай артабан юлыбыҙҙы дауам иттек.  

Кемдең бисәһен айыу ашаған?Кемдең бисәһен айыу ашаған?
Кемдең бисәһен айыу ашаған?

Гөлдәр Калимуллина

Кемдең бисәһен айыу ашаған?

Беҙҙең утар Урал тауҙарының уртаһында урынлашҡан.Тәбиғәте ҡырыҫ та, матур ҙа, шул уҡ ваҡытта үҙенә тартып торған сихри көсө лә бар.Тау баштарына менеп ғорур ҡарағайҙарға өҫтән генә ҡарап, үҙеңдең шундай матурлыҡта йәшәүеңә, сайырлы саф һауа һулауыңа, иркенлектә йәшәүеңә ҡыуанһаң; ә тау араларындағы һаҙмат урындарҙа батҡан машинаңды этеп, ете ҡат тирең сыҡһа, урманға ҡайҙан ингән көнгә төшәһең.
Әлбиттә был ерҙәрҙең дә үҙенең хужаһы бар.Урман хужаһы,айыуҙар хаҡында үҙем белгәнде бәйән итмәксемен.
Улар тураһында байтаҡ ҡына ишетергә күрергә яҙҙы. Беҙ бәләкәй саҡта, ат арбаһына ыуаҡ балаларын тейәп ,әсәй бесәнгә яңғыҙ йөрөгән.Атай ауылда һатыусы булып эшләгәнлектән, бесәнгә һирәк йөрөгән.Һарыһаҙ буйында, урманда ниндәй аҡлан булһын инде, асыҡ урындараҡ, иртәнсәк ысыҡ һирпелгәнсе сабып, унан күбәләргә ниәтләп, иртәрәк ҡуҙғала.Барып, ғәҙәттәгесә атын туғарып, бәйләргә уйлаһа, аты ҡолағын ҡайсылатып, танау тишектәрен киңәйтеп, бышҡырына, туҙына башлай. Тигенгә түгеллеген аңлап, ҡурҡыуынан атты кире егеп, боролоп ҡайтып китә.Әммә әсәйемдең бесән эшләмәй ҡайтыуын өнәмәгән атайым, енләнеп ҡаршы ала.
-Ошоғаса кемдең бисәһен айыу ашаған. Ниңә бесәндән ҡасып ҡайттың? ҡышҡылыҡҡа мал-тыуарыңа нимә ашатырһың? Балаларыңды уйламаныңмы?-тип туҡмап ташлай.Әсәйем:
-Шул тиклем ғәрләндем ышанмағанына, үсегеп өс көн буйына уынға ятып, бер нәмә лә эшләмәнем. Ул өйҙә юҡта, һары май һалып ҡорот эсеп алам да, йоҡо туйҙырам.Һыйыр һауыу ҙа юҡ, һөт булмағас ашарға ла юҡ.Атайың балалар менән үҙе бесәнгә йөрөй башланы.-тип һөйләй ине әсәйем.
-Көндөҙ күбәләп ҡайтам, иртәгәһенә иртән барыуыма урман хужаһы күбәләрҙе сәскеләп, туҙҙырып ташлай.-был турала аҙаҡ атайымдың хәтерләүенән.
-Балалар ҡурҡмаһын тип, һыйырҙарҙы әрләгән булам. Улар туҙҙырһа ҡоймаҡтарын ҡойоп ҡалдыра бит инде.Эшем бер ҙә ырамай.Әйтерһең, кемдер күбәләрҙе киптерергә таратып, тирә- яҡҡа туҙыратып ташлай.Ысыҡҡа һыуланып бөтә улары.
Аҙаҡ ошо мәлдәрҙе иҫләгәндә тиңдәштәренә, йәштәргә көлөп мәрәкәләй торғайны:
-Бесән ваҡытында бисәләрегеҙгә һүҙ әйтмәгеҙ, ыңғайына ғына һыпырып, хуплап ҡына тороғоҙ.
Ә ауылда һаман да лаҡап йөрөй:
-Кем бисәһен айыу ашаған!
Ә быныһы мин ҙурайыңҡырағас булған хәл. Һуңғараҡ, апайҙарым кейәүгә сығып, еҙнәйҙәрем дә ярҙамлашҡанлыҡтан, бесән әҙерләү еңелләште. Имсәк балаһын коляскаһы менән алып, уртансы апайым да бесәндән ҡалмай. Бишенсе кластан алып бесән сапҡан ҡыҙҙарға, бала бәләкәйлеге һылтауы менән өйҙә ҡалыу, яҙыҡ һынала ине.
Бала коляскаһын алып ҡайтып йөрөү мәшәҡәт булғанлыҡтан,урманда ҡалдырып йөрөй инеләр. Бер ваҡыт иртәнсәк барыуҙарына коляска емерелеп, йыртылып бөткән. Баланың түшәк-яҫтыҡтары теткеләнеп бөткән була.Ниңәлер был юлы ҡалған аҙыҡ-түлек моҡсайына теймәгән. Юғиһә уларҙы ҡутарып, ашарын ашап, сәскеләрен сәскеләп киткән осраҡтары ла булғыланы.Әллә йәш бала еҫе тартҡанмы, әллә асыуланып бында үҙенең тайсаһы икәнлеген иҫбатлауы булдымы тайыш табандың уйын кем генә белһен.

Кейәүгә сығып, үҙебеҙгә бесән әҙерләгәндә лә, бер нисә тапҡыр күрергә яҙҙы урман хужаһын. Бер осраған айыуҙың түшендә өсмөйөш һымаҡ аҡ табы бар ине.Ә икенсе тапҡыр бесәнгә "Беларус" тракторында барғанда юлда торған һары төҫтәге айыу ,юл ситендәге тауға ҡарай югерҙе. Ағастар араһынан текә тауға шул тиклем шәп югерә, дәү кәүҙәһен нисек һөйрәйҙер,һоҡланғыс күренеш ине.
Бер ваҡыт район үҙәгенә юл төштө.Ара алыҫ булғанлыҡтан, иртәнге алтынан юлға сығабыҙ.Апалы-һеңлеле Айгөл менән Яҙгөлдең дә йомоштары булған, машинаға ултыртыуыбыҙҙы һораны. ҡыуалат ауылына етәрәк, Айгөл тыныс ҡына итеп:
-Юл ситендә айыу тора ине...-тине.
Юл ситендәге сауҡалыҡтарҙан күренмәгәс, иптәшем машинаны артҡараҡ күсерҙе.Беҙҙең яҡынлашыуҙы көтмәгән айыу, ситкә һикерҙе.Шул тикмем ҙур, ялбыр айыуҙы бығаса осратҡаным булмағайны.Оҙон ҡара ялтыр йөндәре югергән ыңғайы һелкенеп бара.Бер аҙ барғас иҫенә төштөмө икән:
-Ә-ә-ә ... мине күрергә туҡтағайнығыҙмы, бына күрегеҙ!-тигәндәй, артына әйләнеп, аяғүрә баҫты ла, ике ҡулын күтәреп беҙгә ҡараны.Уның бейеклеге, оҙон йөндәре һәр мускулы ҡыбырлауы ыңғайына йылҡылдап һелкенәләр.Ул торған ергә,яңы ҡалҡып килгән ҡояш нуры төшкән,арттараҡ шыйыҡ томан.Иҫ киткес матур күренеш, әйтерһең дә көҙгө алдында һылыу ҡыҙ тегеләй-былай борғоланып үҙенә һоҡлана.Урман хужаһын артыҡ борсомай артабан юлыбыҙҙы дауам иттек.
Беҙ уның ғорур тыныслығын боҙорға йөрйәт итмәһәктә, ул беҙҙе хафаланырға мәжбүр итә шул.Ыҙаланып көткән малыңды ла ҡазалап ҡуя.Әүәле, ауыл эргәһендә генә берәүҙең малын йыҡҡас, атып алдылар. Әммә уға күтәрә алмаҫлыҡ штраф сәпәгәс,ҡырға эшкә китергә мәжбүр булды.Ә теге урман хужаһының ике балаһы ҡалып, әле еләк йыйыусыларға, әле юлда йөрөүселәргә осрап ҡына торҙолар.
Әсәйем мәрхүмә урманда йылға-инештәрҙән һыу эскәндә:
-Эй, Хоҙайым, ҡыр кейектәреңдең үрсемен бирһәң ине тип, услап ауыҙлап эсеп, теләк теләргә кәрәк, ҡабул була -тип өйрәтә ине.
Бөтәбеҙгә лә бер ҡояш аҫтында һыйышып, имен йәшәргә яҙһын ине һәр икебеҙгә лә.
Гөлдәр әбей.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас