Әҙәби бит
31 Июля 2022, 14:45

Үгәй әсә менән ҡыҙ

Үгәй әсә матур, аҡыллы, изге күңелле ҡыҙын юҡ итергә теләгән. Бер мәл ҡыҙыҡай йылғаға һыу инергә киткәс, ул өс тәлмәрйен тотоп алған да үҙенең әмерен биргән: – Һин, һоро тәлмәрйен, уның башына һикер, әйҙә, аңра булып ҡалһын!.. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Үгәй әсә менән ҡыҙ

Үгәй әсә матур, аҡыллы, изге күңелле ҡыҙын юҡ итергә теләгән. Бер мәл ҡыҙыҡай йылғаға һыу инергә киткәс, ул өс тәлмәрйен тотоп алған да үҙенең әмерен биргән:

Һин, һоро тәлмәрйен, уның башына һикер, әйҙә, аңра булып ҡалһын!

Ә һин битен тырна! Йәмһеҙ, шаҙраға әүерелһен! – Йәшел тәлмәрйенгә шундай фарман яңғыраған.

 

Уның йөрәгенә ҡағыл, һинең ағыуың изге күңеллелеген үлтерһен. Әйҙә, яуыз, йәмһеҙ булһын. Бөтә кешеләр уны күрә алмаһын!

Тәлмәрйендәр ҡатын әйткәнсә эшләргә тырышыуы була – барыһы ла матур роза сәскәләренә әүерелә һәм йылға буйлап йөҙөп китә. Ҡыҙ уларға һоҡланыуҙан таң ҡала:

Ниндәй матур сәскәләр! Моғайын, ҡыҙыл розаны – төн батшалығы, ә ағын – ай нурҙары, ә алһыуын ҡояштың тәүге нурҙары бүләк иткәндер.

Таҙа күңеле менән уҫаллыҡты, яуызлыҡты мөғжизәле сәскәләргә әйләндереүе ҡыҙыҡайҙың башына ла килмәгән.

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас