Мин күктәрҙән күпте һорамайым.
Һаулыҡ ҡынам булһа - шул етә.
Балаларым иҫән имен булып
Шатландырып торһа - шул етә.
Үҙ ереңдә һәүетемсә генә
Донъя көтөп йәшәү - ҙур бәхет.
Күңелем бай булһын !Кәрәк түгел
Алтын - көмөштәрҙән зур тәхет.
Мин күктәрҙән күпте һорамайым.
Таңдарыбыҙ тыныс атһындар.
Ауыр саҡта янда булһын дуҫтар,
Терәк булһын ғәзиз туғандар.
Эшләр эшем,ҡайтып инер өйөм,
Көтөр кешеләрем булһындар.
Ҡайғы урап үтһен,ә күңелдәр
Тик шатлыҡҡа ғына тулһындар!
Сәфинә Әхмәтова.
+14 °С
Облачно



