Янсыҡ тураһында легенда
Борон башҡорттар бай ерҙәрҙе баҫып алыуға яуға күтәрелгән. Бер шулай улар диңгеҙ буйында, пальмалар үҫкән ерҙе үҙ ҡулдарына төшөргән. Аҡ мәшһүр һарайҙар, емеш-еләк үҫкән баҡсалар... Өҫтәүенә һәр яугиргә бай трофейҙар һәм сибәр ҡыҙ эләккән.
Ул ваҡыттан бер нисә йыл үткән. Яугирҙәрҙең Байшҡортостанда ҡалған балалары уларҙы һағыныуҙарын белгертеп, ҡайтыуҙарын һорап хат яҙған. Ир-егеттәр яуап бирмәгән. Артабан уларҙың ата-әсәләре яҙған: “Беҙ ҡартайҙыҡ инде, ҡайтығыҙ. Теге донъяға китер алдынан һеҙҙе күреп ҡалғыбыҙ килә...” Ләкин уларҙың да үтенесе яуапһыҙ ҡалған. Әсә күңеле – балала, бала күңеле – далала, тигәндәре шул булалыр инде.
Аптыраған ата-әсәләр 100 йәшлек аҡһаҡалға кәңәш һорап мөрәжәғәт иткән. Аҡһаҡал ҡарт яугир булған. Яуҙа алған яралары бөгөн дә үҙен иҫләтеп торған. Пленда булған сағында ҡулына башҡа ҡылыс тотмаҫлыҡ итеп, бармаҡтарын ҡырҡып, бер күҙ алмаһын соҡоп алып язалаған булғандар. Шулай ҙа ул рухи төшөнкөлөккә бирелмәгән, ғорур аҡһаҡал булған. Хәрби юлын иҫләп, аҡһаҡал уйға батҡан. Тынсыу бүлмәлә яңғыҙ камерала ултырыуын, эҫе ҡомдоң бешеп-яныуҙарын хәтерләгән. Шул вапҡыт тыуған яғына ҡайтыу теләге шул ҡәҙәр көслө булыуын, башҡорт далаларында үҫкән хуш еҫле сәскәләрҙе еҫкәргә, Урал тауҙарына менергә теләгән саҡтарын иҫкә төшөрөп, булмаған күҙенән йәштәр тәгәрәгән...
Шунан ул бармаҡһыҙ ҡулын төртөп күрһәтеп:
- Барығыҙ, Йүрүҙән һәм Ҡариҙел буйҙарынан, Ирәндек һәм Ирәмәл тауҙарынан, үҙҙәре бала саҡта ат, һыйыр көткән ерҙәрҙән хуш еҫле үләндәр йыйып килтерегеҙ, - тигән.
Аҡһаҡал әйткән ерҙәрҙән төрлө үлән йыйып килтергәндәр һәм уларҙы байрам иткән башҡорт яугирҙәренә ебәргәндәр. Ғәскәр башлығы тоҡто асып ебәргән дә... тын ҡалған: уға алыҫта ҡалған тыуған еренең хуш еҫтәре килеп бәрелгән. Ул ҡапыл урынынан һикереп торған да тышҡа сығып киткән. Бөтәһе лә нимә булды икән, тип аптырашта ҡалған. Башлыҡ өндәшмәй генә күҙен ситкә алған. Аптырашта ҡалған яугирҙәр һәр береһе тоҡ эсендәге әйбергә күҙ һалған. Улар ҙа өндәшмәй генә бер-бер артлы тышҡа сыға башлаған. Тыуған яҡтарын иҫләп, күҙҙәренә йәштәр килеп тығылған - томанлы иртәләр, йондоҙло күктәр, аттарға тағылған ҡыңғырау тауыштары сыңы, хуш еҫле болон-ҡырҙар... Бөтәһе лә бер һүҙһеҙ аттарына эйәрләй башлаған. Иртә таң менән улар мәшһүр һарайҙарҙы, сибәр ҡыҙҙарҙы ҡалдырып, тыуған яҡтарына юл алған...
Ул ваҡыттан күп ваҡыт уҙған, яугирҙәр төрлө алыштарҙа ҡатнашҡан. Ләкин улар юлға сыҡҡанда ҡатындары һәр ваҡыт матур итеп сигелгән янсыҡтарға тыуған яҡтарының кипкән хуш еҫле үләндәрен һалып ебәрер булған. Был уларҙы тыуған яғы менән бәйләп, үҙҙәренең Башҡортостанынан башҡа матурыраҡ, ғәзизерәк ер-һыуҙарҙың булмауын иҫләткән...
Лилиә ТАКАЕВА тәржемәһе.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.