Мөғжизә
Фәғилә Шәкирова
Гөлназ менән беҙ бергә университетта уҡыныҡ. Дөйөм ятаҡтың бер бүлмәһендә йәшәнек. Ашаған ризыҡтарыбыҙ ғына түгел, кейгән кейемебеҙ ҙә уртаҡ ине. Стипендия 45 һум ғына, уға ғына йәшәүе лә, уҡыуы ла ауыр ине, әлбиттә. Етмәһә, башҡалар кеүек аҙна һайын ауылға ла ҡайтып йөрөй алмайбыҙ – йыраҡ йәшәйбеҙ. Студенттарға бирелгән талондарҙы тотоп, магазиндарҙа сиратҡа баҫабыҙ. Хәҙерге кеүек кейем һайлау мөмкинлеге лә юҡ, ә матур итеп кейенге килә. Әсәй-атайҙарыбыҙ ебәргән аҡсаны йыйып барып, баҙарҙан “Мальвина” джинсы салбары алғаныбыҙ әле лә хәтерҙә.
Гөлназ менән айырылмаҫ дуҫтар булдыҡ. Бишенсе курста уҡығанда ул бер егет менән танышты. Айрат – Яр-Саллы ҡалаһынан, университеттың юридик факультетында белем ала ине. Оҙаҡ осрашып та йөрөмәнеләр, Айрат Гөлназға тәҡдим яһаны. Туйҙары бик ябай ғына үтте. Мине шаһит итеп саҡырҙылар. Яҙылышҡан ерҙә Айраттың бер нисә дуҫы ғына бар ине. Ә кискеһен ятаҡтың бүлмәһендә бәләкәй генә туй мәжлесе яһаныҡ.
Туйҙан һуң Гөлназ ире менән бер фатирға күсенде. Һуңғы тапҡыр әхирәтемде диплом алыу тантанаһында күрҙем. Шунан аралар өҙөлдө. Улар Яр-Саллыға күсеп киткән, ире шунда эшкә урынлашҡан, тип әйттеләр. Егерме йыл буйы Гөлназдан бер хәбәр ҙә булманы. Интернет барлыҡҡа килгәс, уны эҙләп тә ҡараным, таба алманым. Бер ниндәй социаль селтәрҙә лә ул булманы. Осрашыуҙарға ла Гөлназдан башҡа бөтәбеҙ ҙә килгән ине. Кемдер уны ире менән Себер яҡтарына киткән шикелле, тип тә һөйләне.
Инде Гөлназды онота ла башлаған инем. Бер көн кемдер таныш булмаған номерҙан шылтыратты. Дөрөҫөн әйткәндә, билдәһеҙ номерҙан шылтыратыусыларға бик яуап бирә һалып бармай инем. Был юлы ниңәлер алырға булдым. “Сәләм, дуҫҡайым! Хәлдәрең нисек?” - тип өндәште теге остан таныш булмаған бер ҡатын-ҡыҙ. Кемдер яңылыш эләкте, буғай, тип уйларға ла өлгөрмәнем, теге ятан: “Был мин – Гөлназ! Ятаҡта бергә йәшәгән әхирәтең. Номерыңды оҙаҡ эҙләнем. Көскә таптым. Мин Ҡазанда, бер аҙналыҡ командировкала. Осрашҡым килә һинең менән. Ваҡытың бармы?” - тине ул.
Ҡыуанысымдан юғалып ҡалдым, ҡулымдан телефоным төшөп китә яҙҙы. Киске сәғәт биштә, студент саҡта яратып йөрөгән Серек күл буйында осрашырға һүҙ ҡуйыштыҡ. Гөлназды күргәс, таныманым башта. Ҡыҫҡа сәсле, ябыҡ кәүҙәле группалашым тулы кәүҙәле ханымға әйләнгән. Башында матур итеп, мосолманса ябынған аҡ яулыҡ, оҙон күлдәк. Ә йөҙө бер тамсы ла үҙгәрмәгән кеүек. Күҙҙәре – зәп-зәңгәр, студент саҡтағылай балҡып торалар. Ҡосаҡлашып күрештек. Минең хатта күҙҙәремдән йәштәр тәгәрәне. “Дуҫҡайым, ҡайҙарҙа юғалдың һуң һин? Мин бит һине оҙаҡ эҙләнем” - тинем.
Гөлназыбыҙ ысынлап та ун йыл тирәһе Төмән ҡалаһында йәшәгән икән. Ирен бер нефть компанияһына өлкән юрист итеп саҡырған булғандар. Унан һуң Саллыға күсеп ҡайтҡандар. Үҙ эштәрен асҡандар.
Гөлназ менән һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәне. Серек күлде ҡат-ҡат урағас, кафеға инеп ултырырға булдыҡ. Дуҫым хәләл ризыҡтар менән генә туҡлана икән. Ләкин ундай урын табыуы проблема булманы, хәҙер бит хәләл кафелар аҙым һайын, тиерлек.
Хәләл ризыҡҡа бәйләп, уның дингә килеү тарихына күстек. Ғибрәтле булғанға ла, был тарихты Гөлназ һөйләгәнсә бәйән итәм. Әлбиттә, уның ризалығы менән.
- Айрат менән бик матур йәшәнек, Тормошобоҙ бөтөн, мул. Аҡсаға тилмермәнек. Ләкин донъя бар яҡтан да түңәрәк булмай икән шул. Балаға уҙа алманым. Мәскәүгә генә түгел, Германия врачтарына ла күрендем. Өс тапҡыр ЭКО яһаттым, тик барыбер уңышһыҙ булды. Йәшем ҡырҡҡа еткәндә әсә бәхетен татыу хыялына нөктә ҡуйҙым. Ирем дә килеште. Үҙебеҙ өсөн йәшәргә булдыҡ. Нихәл итәһең, Аллаһы Тәғәләгә бөтә кешегә лә бала бирмәй бит. Күп тә үтмәй һуҡыр Гөлсирә әбей тураһында ишеттем. Уның янына балаға уҙа алмаусылар бара һәм уның шифаһын күрәләр икән. Күңелдә ҡабат өмөт уянды. Батып барыусы һаламға йәбешә тигәндәй, мин дә шул әбей янына барырға булдым. Гөлсирә әбейҙең өйөн эҙләп, ауылда ике сәғәт аҙашып йөрөнөм. Әммә барыбер таптым. Ҡыҙы менән ауыл ситендәге бәләкәй генә өйҙә йәшәй икән. Күстәнәстәр һалған пакеттарымды күтәреп барып индем уларға. Аҡ яулыҡ ябынған 80 йәшлек инәй дебетен бәйләп, карауатында ултыра ине. Мин ишектән барып инеү менән ул ят кеше килгәнен шунда уҡ һиҙҙе. Янынан урын күрһәтте. Алып килгән күстәнәстәремә оҙаҡ ҡына итеп доға ҡылды, рәхмәттәр әйтте. Илай-илай балаға уҙа алмағанымды, дауаханаларға йөрөп тә файҙа булмағанын һөйләнем. Әбей өндәшмәй генә тыңланы, унан һуң ҡытыршы бармаҡтары менән уң ҡулымды һыйпап, ҡулына алды. “Намаҙ уҡып, Аллаһы Тәғәләнән һора, балам”, - тине ул. Миңә бынан һуң эҫе булып китте, ҡан баҫымым күтәрелде. Ике сәғәт буйы юлда аҙапланып, шундай һүҙҙәрҙе ишетер өсөн килмәнем бит мин. Асыуланып, әбейҙән ҡулымды тартып алдым. Вәт йүләр, вәт һиңә имсе! Улай ғына булһа, бөтә кеше лә намаҙға баҫып ҡына, бала һорар ине, тип уйланым да, сығып китергә ынтылдым. “Һүҙемде тыңла балам. Ғорурлығың, мин-миңлегең юлыңды ҡаплай. Үҙеңде башҡаларҙан өҫтөн ҡуяһың. Ғорурлығыңды еңһәң, Аллаһы Тәғәләнең көсө менән балаға уҙырһың”, - тине ул. “Мин егерме кешелек коллектив менән идара итәм. Уҫал булмаһаң, башыңа баҫалар”, - тинем асыуланып. “Мәсеткә иҙән йыуырға бар, лентяйка менән түгел, эйелеп йыу. Ғорурлығың бөтөр, иншаллаһ...”, - тине ул мине ишетмәгәндәй. Анан көйләй-көйләй намаҙ уҡырға кереште.
Ауыр хистәр менән “Ауди”ма сығып ултырҙым. Нисек инде ҡиммәтле магазиндарҙа ғына кейенеүсе, матурлыҡ салонынан ҡайтып килмәүсе Гөлназ эйелә-бөгөлә мәсет иҙәнен йыуырға тейеш? Шул күренеш күҙ алдымдан китмәне. Өйгә ҡайтҡас, ҡайҙа барғанымды, нимә эшләгәнемде иремә лә һөйләмәнем. Ҡысҡырып көлөр, тип ҡурҡтым.
Ауыр уйҙар менән йоҡларға яттым. Шул төндө төш күрҙем. Ҡулымда сабый бала имеш... Минең балам! Имеҙәм икән, тим! Балам... Ап-аҡ ҡына йөҙлө, һурып үпмәле иренле улым бар икән, тим. Үҙем сабыйымды имеҙәм, үҙем ҡабатлайым: “Минеке! Минең улым! Йөрәк емешем, балаҡайым...” Уянып киттем. Аһ, төш кенә булған икән бит! Йөрәгем әрнеп, ҡыҫылды. Балам, тип яҫтыҡ ҡосаҡлап ятам икән. Ҡатҡан йәнемде иретерлек ҡайнар йәштәрем яҫтығыма тәгәрәне...
Иртә менән сәғәт ундарҙа машинама ултырып, мәсеткә юлландым. Беҙ йәшәгән коттеждар яғында мәсет юҡ. Иң яҡыны ла ҡала ситендә урынлашҡан, аҡ кирбестән төҙөлгәне ине. Был мәсеткә һуңғы тапҡыр ураҙа ваҡытында ишек төбөндә ултырған йәшниккә аҡса һалырға тип туҡтағайным. Мин барып ингәндә мәсеттә кеше юҡ ине. Үҙем менән алып килгән аҡ яулығымды башыма бәйләнем дә, төпкә үттем. Ир-аттар намаҙ уҡый торған ҙур залға уҡ барып еттем. Хозурланып, башты әйләндерерлек түбәләрҙе ҡарай башланым. Күңелгә ниндәйҙер тыныслыҡ, рәхәтлек инде...
Шул ваҡыт тәҙрә төптәрендәге гөлдәргә һыу ҡойоп йөрөгән аҡ һаҡаллы, бәләкәй буйлы бабай күҙемә ташланды. Мин бында үҙем генә түгел икән. Ул да мине күреп, һыу ҡойоп йөрөгән һауытын ситкә ҡуйып, яныма килде. “Әс-сәсәлү-вәғәләйкүм, ҡыҙым. Әйҙә түрҙән уҙ, ҡыҙым. Доға ҡылдырырға килдеңме?” - тине ул.
Нимә тип әйтергә лә белмәй аптырап ҡалдым. Нимәгә килгәнемде үҙем дә белмәй инем. Бер нисә банк картаһынан башҡа ҡулаҡсам да юҡ икән. Бабай доға ҡылдырырға килеүселәр өсөн ҡуйылған өҫтәл янына барып ултырҙы.
- Юҡ, бабай, ҡыҙыҡһынып индем, доға ҡылдырырға янымда аҡсам да юҡ, - тинем.
Уның быға иҫе китмәне:
- Ярай, балаҡайым, ғәйеп эш түгел. Килеп дөрөҫ эшләгәнһең. Шөкөр, мәсеткә йәштәр ҙә йөрөй хәҙер. Октябрҙән Ҡөрьән уҡыу курсы башлана. Әле июль генә, шуға халыҡ та әҙ бөгөн. Йыйыштырыусы абыстай ауырып киткән бына. Инде өс аҙна мәсеттең иҙәндәре лә йыуылмай, туҙан баҫты бына. Хәҙрәт кеше эҙләй ине. Хеҙмәт хаҡын да түләй, айына биш мең. Мәсет йыйыштырыуҙың сауабы ҙур бит ул, уны яҙып та, һөйләп тә бөтөрөрлөк түгел. Аяҡтарым ауыртмаһа, үҙем дә рәхәтләнеп йыуыр инем...
Күктән килгән бер билге ине был. Күҙ алдымдан һуңғы көндәрҙә булған ваҡыиғалар йәшен тиҙлегендәй уҙҙы: һуҡыр әбей, төшөмдә күргән сабыйым... Ә хәҙер аҡ һаҡаллы бабай мәсеттә йыйыштырыусы эҙләй. Мин бит аҡылһыҙ ҡатын түгел, Хоҙай Тәғәлә мине үҙе алып килгән бында. Тимәк был тағы ла бер мөмкинлек.
- Бабай, ҡайҙа биҙрә? Үҙем йыуам. Швабра кәрәк түгел, теҙләнеп кенә йыуам. Зинһар, ҡаршы килмәгеҙ!
Бабай минең затлы кейемемә, ҡып-ҡыҙыл итеп буялған тырнаҡтарыма ҡарап, сәйерһенеп ҡуйҙы:
- Ҡыҙым, Аллаһтың рәхмәте яуһын! Тик аҡ кейемең бысыраныр бит. Өйгә ҡайтып, алмаштырып кейенеп кил.
Минең һаман тораташ кеүек ҡатып баҫып торғанымды күреп, бабай тәһарәт бүлмәһе эргәһендәге шкафты асты.
Эй, балаҡайым, йыйыштырыусыныңэш кейеме лә бында икән. Мына, быныһын кейә алаһың, - тип ул миңә йыш йыуылыуҙан төҫтәре уңған халат кейҙерҙе. Аҡ костюмым өҫтөнә уны кейеп тә ҡуйҙым. Ул арала бабай крандан биҙрәгә һыу ағыҙҙы. Ике тубыҡҡа теҙләнеп, мәсеттең иҙәндәрен, баҫҡыстарын йыуып сығарҙым. Төҙрә төптәрен, шкаф баштарын һөрттөм. Тәһарәт бүлмәһе иҙәнен ышҡығанда ай буйы үҫтергән тырнағым һынып сыҡты. Ниңәлер уның өсөн борсолманым да. Өйҙә йыуып алып килермен, тип тәҙрәнең түлдәрен алып ҡайттым.
Арыһам да, ниндәйҙер шатлыҡлы хистәр менән өйгә ҡайтырға сыҡтым. Күңелемдә ниндәйҙер ғәжәп еңеллек тойҙом. Бабай миңә ҙур рәхмәттәр әйтеп, оҙатып тороп ҡалды. Шул көндән башлап, аҙна һайын мәсеткә йөрөр булдым. Мәсеткә барыу минең өсөн ҙур йыуаныс, күңел бушлығынан бер дауа ине. Октябрь башында иһә Ҡөрьән уҡыу курсына яҙылдым. Дини кешеләр менән аралашыу мине шаҡтай үҙгәртте. Донъяға башҡа күҙлектән ҡарай башланым. Ирем быларҙың береһенә лә ҡаршы килмәне. Шулай итеп, әкренләп намаҙға баҫтым. Мәсеттең сығымдарын да үҙ ҡулыма алдым. Электр энергияһына, һыуға бурыстары булған икән, уларҙы ла түләнем. Эйе, ислам дине кешене үҙгәртә. Донъяға ҡарашты ғына түгел, гардеробтағы кейемдәремде ла алмаштырҙым. Оҙон тырнаҡ та йөрөтмәйем, буямайым да. Миндә булған үҙгәреште яҡын-тирәләгеләр ҙә һиҙҙе. Тәүҙә ғәжәпләнеп ҡаранылар, аҙаҡ өйрәнделәр. Әммә әсәй булыу теләге мине ташламаны. Иртәнге, төнгө намаҙҙарҙы уҡығанда илай-илай бала һораным. Дингә килеүемә ике йыл тигәндә булды ул мөғжизә! Бер көн иртәнсәк уянып китһәм, күңел болғаныуын һиҙҙем. Күпме генә уйлаһам да сәбәбен тапманым. Был хәл бер нисә көн дауам итте. Унан һуң хәлһеҙлек солғап алды. Гел генә ятҡым килә, йоҡлағым килә. Ирем иртән дә, кис тә мыжый башланы: “Былай булмай, врачҡа барып күрен!”
Ә врач миңә: “Һеҙҙе ҡотларғамы, әллә йәлләргәме? Һеҙ ауырға ҡалғанһығыҙ, балағыҙ буласаҡ”, - тине. Ул минутта хәлемде һөйләп тә аңлатырлыҡ түгел ине. “Ҡотларға! Ҡотларға!” - тип врачты ҡосаҡлап алдым. Ә сикәм буйлап, шатлыҡ йәштәре тәгәрне.
Улым донъяға имен-һау тыуҙы. Исемен Ислам, тип ҡуштыҡ. Сабыйыбыҙ беҙҙең ғаиләгә ысынында ла бәхет алып килде. Хәҙер улыбыҙға биш йәш. Уны ислам ҡанундары буйынса тәрбиәләргә тырышабыҙ. Беҙгә эйәреп намаҙ уҡыған була, ҡайһы бер доғаларҙы белә...
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды