Яҡуп ҡоҙа менән уны төп йортона оҙата барғанда танышҡан инек. Ул бер нисә йыл элек күрше ауылға Урта Азиянан ғаиләһе менән күсеп ҡайтҡан. Заманында улар атайым менән бергә хеҙмәт иткән, тимәк, туҡһанға етеп килә, тигән һүҙ. Атайым байтаҡ була инде, был донъяла юҡ. Ә Яҡуп олатайҙың шифалы тыны тураһында күптән мәғлүм ине инде. “Саҡырғастары, киләм инде, кеше аптырағандан мөрәжәғәт итә бит”, - ти ул үҙе хаҡында күп һөйләмәй.
Уның хаҡта бер танышым түбәндәгеләрҙе бәйән итте:
- Ул бер ваҡыт, бәпесебеҙгә өс ай самаһы саҡта, Раям йоҡонан тертләп, һаташып килеп уянды.
- Бер бабай түшемә ҡағылды, - тине ул күкрәген тотоп ҡарап.
Ә түше буп-буш ине. Башҡа саҡта баланан артҡанын һауа торған ине. Ҡыҙыбыҙ асығып илай башланы, бер нисек тә әүрәтеп булмай. Магазиндағы махсус һөттө алып ҡайтып та биреп ҡарайбыҙ, эсмәй. Йыуындырып та ҡарайбыҙ, аҫты ла ҡоро. Врач та ҡараны – файҙаһыҙ. Аптырауға ҡалдыҡ. Өс көн күҙ ҙә йомманыҡ. Раям: “Сабыйҙы шулай үлтерәбеҙме ни?” - тип ҡушылып илай башланы. Киттем бер көн үзбәк муллаһына. Ул иғтибар менән тыңланы ла, эйәреп, өйөбөҙгә килде. Ҡыҙыбыҙға ҡарап:
- Уға зәхмәт ҡағылған, йә күҙ тейгән, - тине. Шунан ниндәйҙер доға уҡып, өй эсен өшкөрҙө. Ҡыҙыбыҙ тынысланып йоҡлап китте.
- Баланың әсәһе боҙомға эләккән, - тине. - Мин уны алып ташланым. Мин киткәс, уны яһаған кеше ниҙер булһа ла һорап килер. Нимә бирһә лә ала күрмәгеҙ, - тип ҡаты ғына киҫәтте.
Бер сәғәт үттеме, юҡмы, ҡаршыбыҙҙа йәшәгән алтмыш йәштәр тирәһендәге ҡатын килеп инде:
- Бабайым менән ашарға ултырғайныҡ, икмәгебеҙ бөткән икән, Әҙерәк биреп тормаҫһығыҙмы, - ти.
Ҡатыным, балаһын яҡлаған бөркөттәй уның ҡаршыһына сыҡты:
- Яңы төшкө ашты ашаныҡ, икмәктең валсығын да ҡалдырманыҡ, - тине ул.
Ун биш минуттай ваҡыт үткәс, күршебеҙ кире инде:
- Магазинға барғайныҡ, бына һеҙгә лә икмәк алдыҡ.
- Рәхмәт, кәрәкмәй. Үҙебеҙҙекеләр хәҙер алып ҡайта. Икмәккә киттеләр, - тип күҙен дә йоммай алдашып, уны ҡыуып тигәндәй бороп сығарып ебәрҙе.
Шунан һуң ҡыҙыбыҙ башҡа иламаны. Шунан боҙом юҡ, уны кеше бөтөрә алмай, тигәнгә ышанмай ҡара.
Ә бер шулай тағы ҡыҙыбыҙҙы эйәртеп, зыяратҡа ҡартатай менән ҡәртәсәһенең ҡәберенә барҙыҡ. Беҙ аят уҡығансы, ҡыҙым ҡәберҙән-ҡәбергә йөрөп сыҡҡан. Береһенең өҫтөндә ваҡ аҡсалар күреп, шуларҙы йыйған. Беҙҙән ҡурҡып, ул аҡсаларҙы кәҫәһенә һалып алып ҡайтҡан. Уны сәйҙән ҡалған ҡурғашҡа төрөп, яҫтыҡ аҫтына һалып йәшергән. Иртәгеһенә иртәнсәк уянғас, ҡыҙым аяғына баҫа алмаҫтай булды. Врачтар полиомилит вирусы тип диагноз ҡуйҙы, ләкин нисек дауаларға белмәнеләр. Ғаиләбеҙ менән ҡара ҡайғыға баттыҡ. Өйҙөң нуры юғалды. Күпмелер ваҡыт үткәс, ҡатыным урындарҙы йыйыштырып йөрөгәндә теге аҡсаларҙы табып алған. Һораша торғас, уларҙың ҡайҙан икәнен асыҡланыҡ. Тағы ла мулланы саҡыртып, аҡсаларҙы алған урынына кире алып барып һалдыҡ. Аҙна буйы үзбәк муллаһынан алған доғаны уҡып, өшкөрә торғас, ҡыҙымдың бармаҡтары яҙылды, ҡыбырлата башланы. Яйлап аяҡҡа баҫты, Аллаға шөкөр. Әкренләп йөрөй башланы. Иң мөһиме – зыяраттан аҡса түгел, алтын ятһа ла алырға ярамағанлығын аңланы.
Бына шундай хәлдәр ҙә була. Шунан әйтегеҙ инде, сихыр юҡ тип. Шул доғаны күсреп алып, ятламай булмаҫ моғайын.
Сания Шәрипова.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.