Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби бит
5 Июля 2022, 09:20

Ерҙә йәннәт ҡайҙа икән?..

Әсәйҙең ҡуйынында,Ҡосаҡлап, эленеп тороуАтайҙың муйынында...

Ерҙә йәннәт ҡайҙа икән?
Әсәйҙең ҡуйынында,
Ҡосаҡлап, эленеп тороу
Атайҙың муйынында.

Ерҙә йәннәт ҡайҙа икән?
Туғандар араһында,
Туғанлыҡты һаҡлау кәрәк
Күҙеңдең ҡараһындай.

Ерҙә йәннәт ҡайҙа икән?
Тыуған йорт - ҡорамыңда,
Ата-бабаң мираҫ иткән
Ырыҫлы Уралыңда.

Гүзәл СИТДИҠОВА

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас