Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби бит
5 Июля 2022, 11:50

Атай малы

Атай малыСарға Гәүһәр уны-быны уйламай, етер-етмәҫ һүҙен ҡушты:- Һаумы, Гәрәй улым! Олоғара машина менән нимә бушатырға йөрөүең?Тәмәкеһен ҡырын тешләгән Гәрәй, һин генә ҡалдың тикшеренергә, тигәндәй ҡараш ташлап, ауыҙ эсенән ниҙер мөңгөрләп, шофер егеткә руссалап һүҙ ҡушып Гәүһәрҙе күрмәмешкә һалышты.Былай ғына бирелә торғандарҙан түгел ул Гәүһәр! Шаянлығын эшкә егеп, еңел кәүҙәһен йылп иттереп кенә Гәрәйҙең бөйөрөнә төрттө:- Киленде грузауайҙа ғына апҡайттың мәллә?Гәүһәр ынтылып брезент япмаһы ярым асыҡ машинаға башын тығып ҡараны. Бесән түшәлгән борт буш ине. Иғтибар итмәй генә һүҙһеҙ эш менән булған ике ирҙең ни сәбәптән машиналарының артын терәүен аңланы Гәүһәр ҙә.- Гәрәй улым, ниткән эшең был? Шәрифә еңгә Салихйән ағай янына китте бит, өйҙә юҡ. Нимә тейәргә килдең?- Гәүһәр апай, вообще то һинең дворың анауында, бар шунда хужалыҡ ит! Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Миңзәлә Сирғәлина.
АТАЙ МАЛЫ (хикәйә)

Сәлихйән ҡарт таңға ҡарай ҡаты ғына ауырып китте. Ошоғаса бабайының больница тупһаһын ашаҡлап, бер укол һалдыртҡаны, дарыу йотҡаны булмағас, Шәрифә әбей ҙә албарғып ҡалды, ҡайҙа һуғылып, нисек ярҙам итергә белмәй өҙгөләнде. Кем уйлаһын, кистән генә кәбән баштарына күрән сабып алып килеп ослап, кискелегенә аты менән урам усағына яғырлыҡ ҡоро-һары тейәп ҡайтҡан кешене ошолай һуҙылып төшөп таң атыуға хәлһеҙ ятыр тип?..

Ә хәл ысынлап та хөрт булырға самалай ул. Аяғын күтәреп кәлүшен эләктерәйем тигәнсе, (тупһаға нисек башы менән бәрелмәне!) гөрҫ итеп ҡолап та китте Сәлихйән. Ир кеше ир инде, Шәрифәнең генә күтәреп һалырлыҡ хәле юҡ иллә мәгәр, сығып күршеләрҙән ярҙам һорауҙан башҡа сара ҡалманы.

Урынына ҡалҡытып һалғас, ҡолаҡ телефоны аша ауыл фельдшерына тиҙ ярҙам машинаһын саҡырыуҙы һорап хәбәр еткертте.

Башынан сыҙамай Сәлихйән. Әленән әле күҙе алдында күкле-йәшелле түңәрәктәр осоуын, соңҡа һәм маңлайҙың ярылырҙай булып һыҙлауын мөңгөрләп тик ята.

Көтһәң ваҡыт яй үтә. Шәрифә нисек кенә лә ярҙам итергә лә белмәй үрлеҡырлы ҡаранып, тәҙерә буйлап йөрөп машина килеүен көтә.

Килделәр. Сәлихйәнде кисекмәҫтән ҡалалағы больницаға һалырға тип, документтарын йыйырға, тиҙ генә әҙерләнергә ҡушып ҡуйҙылар. Ҡан баҫымы саманан тыш юғары ине ҡарттың. Ҡаҙаған уколдары килешеп ҡалдымы, үҙ аяғына баҫып, тышҡа ярауына ла сығып әйләнде ҡарт. Өҫ-башын алмаштырып, индергән носилкаларына ятыуҙан баш тартып, фельдшер егеттең ҡултығына йәбешеп Сәлихйән сығыуға атланы. Шәрифә оҙатырға сыҡты.

Солан ишегенең келәһе сыртлап асылыуға һарай яғынан әсе кешнәгән бейәнең, уның артынса сырылдаған ҡолононоң тауышы Сәлихйәнде әллә һиҫкәндереп ебәрҙе, артына боролоп Шәрифәгә:

– Ҡош ҡортоңдо ҡарамаһаң ҡарама, Буянды ҡара инде! Өйөр-фәлән ҡыуып алып китмәһен, күҙ уңыңдан ысҡындырма, – тине.

Бабайының һәр һүҙен фарман кеүек ҡабул иткән Шәрифә әбей, борсолоулы йөҙөнә етдилек һирпеп, башын һелкеп кенә яуапланы. Күҙ ҡараш менән аңлашып йәшәгән ололар өсөн был мәлдә һүҙҙәр артыҡ ине. Бабайҙың был һүҙҙәре фельдшер егеткә әллә оҡшаманы, баҫынҡы тауышта :

– Аяғын һөйрәп саҡ бара, үҙе һаман ат һөйләй. Һиңә ат нимәгә? Пенсияң бар – аша ла тик ят!, – тине.

Сәлихйән боролоп ҡына үҙен ҡултыҡлаған йәш егеткә, аңларға әле башың йәш, тигәнерәк ҡараш ташланы ла:

– Оҙаҡ ятмаҫмын мин пажалый, кәбән төбөнән бесән йолҡоп булһа ла һалып тороғоҙ, көбөлә һоло ла байтаҡ, – тине.

Ауыҙы эсенән фельдшер егет :

– Эйее, тиииҙ генә бөтә торған ауырыу, – тип мыҫҡыллы йылмайып, арттарынан эйәргән әбейгә ҡараны.

Шәрифә әбейгә лә анһат түгел, ҡыйын. Ғүмер буйы бер уй, бер ниәттә донья һөргән бабайыңды һуҙылтып бүрәнәләй тейәп сығарып ебәрсәле?! Машина тәҙрәһенән сырыш ҡулдарын болғап ҡуйған ҡарты тамам күҙ йәштәрен сығарырға мәжбүр итте...

Туғайға сығарып тышар мәленең үтеп барыуын белдереп ялан кәртә эсенән ҡабаттан әсе кешнәү яңғырай. Был – Буян. Шәрифә өйгә инеп, өҫтөнә йылыраҡ кейенеп кәртә тирәһенә ҡарай "тәгәрләне". Эйе, "тәгәрләне" тиһәң дә була инде, туп- тумалаҡ бит ул, бабайы – еңел һөйәк, бер эш тигеҙмәй үҙенә, шунан нисек тумалаҡланмайһың?

Йүгән кейҙереп Буянды еткәләп туғайға атланы Шәрифә әбей, артынан ҡолоно тотам ҡалмай эйәрә. Аҙымы яй булыр ҙа, бейә үксәһенә баҫыр һымаҡ булғас, шәпләп атлап та ҡараны, тыны ҡурылып күп тә бармай туҡтарға мәжбүр булды. Сәлихйән бабайса ҡамышлы туғайға еткерә алманы, бейәне тышап, йүгәнен һыпырып ҡайтыуға боролдо. Ҡайтыр юлы ла буш булманы, кеҫәләге ҡолаҡ телефоны аша дүрт ҡыҙына, бер улына атайҙарының хәлен еткереп ҡуйҙы. Балалар өсөн дә аталарының ауырып китеүе көтөлмәгән хәбәр булды...

Сәлихйән ҡарт арҡаһын терәп машина тәҙрәһе аша ҡарап барырға теләһә лә, фельдшер һәндерәгә ятырға мәжбүр итте. Тыңламайса хәл юҡ, күрер көнөң шулар ҡулында бит. Күҙен йомоп машина бәүетеүенә ойоп, әллә йоҡо баҫамы, күҙе алдында кисә урманда күргән күренештәр сиратлап бейеште. Ултырып ҡороған ағастың әсе иңрәп ҡолауы... үткер салғы йөҙө үткәндә ниндәй ныҡ күрәндең дә тыңлашып ҡына бер рәткә теҙелеп ауыуы...

– Эйе, аяғыңда ни тиклем ныҡ баҫып торма, йығылдыңмы Сәлихйән ҡарт? – ти кеүек кемдер.

Кисә генә тир ҡатыш дегет еҫе аңҡыған атыңды ҡыуып, арба өҫтөндә ауыҙ эсенән дәртле көйләп килә инең, бөгөн килеп ни тиклем бөтөн төҙөк булһа ла, ҡайһылыр егенән бензин-газ еҫе сыҡҡан "тимер ат" өҫтөндә һуйҙайып ятаһың түгелме?

Мәңгелек һыуын эскәндәй ҡыуалай инең доньяңды, ана, өс көн түгел өс йылда ла бөтә алмаҫтай эштәрең ҡыйрап ҡалды. Ҡараңғыға һылтанып арҡыс-торҡос һелтәгән бүрәнәләрең дә бысылмай шул килеш... Бағаналыҡҡа тип әрсегән уҫағың да үҙе һөйәлеп тик тора... Күрәнле тумарлыҡ төбөндә ҡалған етеле салғың да сереп ятыр микән?...

Сәлихйән ҡарт үҙ үҙен уйҙар менән теткеләне. Тәненең эҫеле һыуыҡлы булып китеүенә, берсә үҙенең баштүбәнләй ҡайҙалыр осоп барғандай тойолоуына хәүефе артты. Шулай китәме икән әллә кеше?

Үҙ уйынан үҙе тертләп, анһат ҡына бирелмәҫкә тырышып күҙҙәрен шар асып, тәҙрәгә ҡарап "йүгергән " ағастарҙың да ҡул болғауына эсе бошто. Тышта сентябрь аҙағы. Әле ҡойолмаған һары ҡайын суҡтары машина еленә елберләшеп артта ҡалалар...

Бите буйлап йыбырлап ҡына аҡҡан йылы нәмәне тойҙо ҡарт, күҙ йәше? Юҡ! Танауы буйлап субырлап ҡан китте Сәлихйәндең. Урынынан ҡалҡынып үҙенә эйелгән фельдшерҙың йөҙөн шәйләне ул, тик ни ғиллә, яйлап ҡына томан эсенә инеп юғалды ул егет. Сәлихйән ҡарт иҫен юйҙы...

Ни тиклем тырышып мал - тыуар артынан ҡалмай ҡараһа ла, Шәрифә әбей ниҙелер рәт - сиратына еткерә алмағандай, ҡәнәғәтһеҙлек кисерҙе. Яңғыҙы шөрпөлдәтеп бер кәсә сәйен һемергән була ла, Буяндан күҙ яҙып ҡуймаҫтан туғай яғын ҡарарға сығып әйләнә. Көноҙоно әллә нисә ҡабатлана был йөрөү. Көтөү ҡайтҡас быҙау айырып һыйыр һауыу үҙе бер әтнәкә. Еленгә матҡып йәбешкән быҙау(башмаҡ тиһәң дә була инде) көс бирмәй талпан шикелле ҡаҙала. Улай өйрөлә, былай өйрөлә Шәрифә, һуғып ҡарай, юҡ. Файҙаһыҙ. Әҙер эйгән һыйырҙы ғына һауа торғайны бит бығаса. Быҙау ҡушыу - айырыуҙар Сәлихйән иңендә ине.

Бабайының юҡлығын шундуҡ белгертте елкәгә төшкән эш.

Төшкө сәйҙе эсеп, бесәй шикелле йомарланып йоҡлап алыу ҙа юҡ хәҙер. Йөрөй -йөрөй, ә эшләгән эше күҙгә эленмәй .

"Ашағаның бер йоҡмай",- тип Сәлихйәненең арыҡ булыуын аңлай алмай ине Шәрифә. Арыҡланырһың да икән! Аяғөҫтө тыптырлап йөрөгәненә генә беленмәгән, таяуһыҙ ҡалған әүеҫтектәй ҡалды донья. Инде имен генә булып, аяҡҡа баҫып ҡайтһын инде ҡартыҡайым!

 

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас