Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби бит
2 Июля 2022, 07:00

Бетерә шаршыһы

Детдом территорияһына килеп ингән машинаны хәрби кейемдәгеләр ҡаршы алды. Һаман да әле хәүеф тоймаған ҡатын кабинанан сығып баҫыуға, йүгерешеп килеүсе директор менән бер нисә тәрбиәсе күренде. Хәтирә лә уларға уҡталғайны ла, ҡаршыһына килгән хәрбиҙәр уға урынында ҡалырға ишараланы. Был ни хәл? Нимә булып киткән бында? Шулай уйлап та өлгөрмәне, бер хәрби килеп, йөҙөнә туп-тура ҡарап, сатнатып һалды: – Гражданка Ишмөхәмәтова, Совет власы милкен юғалтҡан өсөн һеҙ ҡулға алынаһығыҙ! Ҡағыҙҙарығыҙҙы тапшырығыҙ ҙа беҙҙең машинаға үтегеҙ! – тип, ҡойма буйында ултырған ҡара УАЗ-икка эйәк ҡаҡты...

"БЕТЕРӘ ШАРШЫҺЫ" ПОВЕСЫНАН ӨҘӨК
 
Михнәт
 
Ҡояш төшлөккә күтәрелгәс кенә ҡайтып ингән Файза апай бер аҙ серем итеп алғас, сәй эстеләр ҙә картуф утарға сыҡтылар. Бығаса йәй башында уҡ уталып күмелгән булһа ла, дымлы урман тупрағында ҡый, сәскән ише, күпереп ҡалҡып килә. Йолҡоуға ла йомшаҡ былай, көсәнмәй генә услап алып, өйә барҙылар. Хәтирәнең һөйләгәндәрен ҡолаҡ ситенән үткәреп, үҙ башындағы хәсрәттәре эсендә йөрөүен аңғарған Файза, бил яҙмаҡ булып, тороп баҫты:
– Эш, ней, хәҙер күп инде… Ниндәйерәген ҡарамаҡсыһың?
Хәтирә лә башын ҡалҡытты:
– Ҡалайы ла барыр ине.
– Шуға уйлап йөрөйөм әле, һин йәш кеше, үткенһең, сосһоң, беҙҙең диттумда, ана, прамтауар кәрәк, тейҙәр. Элеккеһе ир ине, һуғышҡа китте.
Хәтирә бер аҙ ҡаушап ҡалды:
– Прамтауар нимә була ул?
– Диттум балларына кейем-һалым, аҙыҡ-түлек алып килә торған нәмә. Нишәйек? Иртән тәүәкәлләйекме әллә? – Файза тупраҡлы устарын ҡаҡты ла бөйөрөнә таянды, йәнәһе, эште хәл итеп тора.
– Әллә һуң… алһалар.
 
Уҡыу йылы башланырға торғанда, ризалыҡ белдереп килгән һәр кемде алырлыҡ хәлдә ине детдом етәкселеге. Ярты сәғәттәй һөйләшеүҙән һуң, документтары менән кабинеттан кабинетҡа йүгертә лә башланылар. Директор ҡатын бары тик руссаһының насар булыуына ғына ауырһынды бер аҙ, унан йәш кешенең тиҙ өйрәнеүенә өмөтләнеп, ҡул һелтәне.
Әҙәм башҡармаҫтай хеҙмәт бармы ни? Төн йоҡоларын ҡалдырып ултырһа ултырҙы, тәртибенә төшөндө барыбер Хәтирә. Кәрәкле терминдарҙың руссаһын, дикламация кеүек итеп, ятлап алды. Килоларҙы, хаҡтарҙы, килем-китемде һанап сығарыуға оҫтарҙы. Тәбиғи зирәклеге, бер ҡарауҙан отоп алыу, хәтерҙә ҡалдырыу һәләте ҡотҡарҙы тағы. Белгәнен белгәнсә, белмәгәнен башҡортсалап һөйләп булһа ла аңлатты. Көлөп ҡуйһа ҡуйҙы урыҫтар, бороп сығарманы. Тиҙ арала етеҙлеге, ҡушылғанды еренә еткереп, емертеп башҡарып ҡуя белеүе менән хужаларҙың ихтирамын яулап өлгөрҙө. Ышаныстары артҡан һайын, яуаплылыҡ та ҙурая барҙы. Бер ярты йыл тирәһенән Өфөнән ҡайтарыла торған тауарҙы ла үҙе ташый башланы.
Ҡыш уртаһында, аталары фронтта булып йәки ҡара хәбәре килеп, әсәләре йә үлеп, йә аслыҡтан миктәп ҡалған балаларҙы тағы бер оло төркөм итеп йыйып алып килделәр. Араларында Хәтирәнең яҡташтары ла аҙ түгел. Шуларға ҡарап эсе өҙөлә ҡатындың. Йәшәгән бүлмәһе лә хәҙер ошонда булғас, кистәрен халыҡтан йыйып алынған йөндө иләп-сиратып, ойоҡ-бейәләйҙәр, күкрәксәләр бәйләй, ҡыҙ-ҡырҡынды өйрәтә. Тегеләре лә апайҙарына эҫенеп алды. Йоҡо мәле етеүгә, ҡыуып ебәрә алмай аҙаплана хәҙер.
Килгән балаларға Өфө тегеү фабрикаһына һырмалы фуфайкаларға заказ биргәйнеләр, аҙна башында йөк машинаһы менән шуның артынан сыҡтылар. Кабинала махорка борхотҡан дядя Костя эргәһендә төтөнгә ыҫланып, уның ҡауылдағанын тыңлап-тыңлай ойой биреп, юл йөрөп тә бешекте. Әле лә шул хәл. Ауыҙ ситендәге махраһын һелкетә-һелкетә, машина геүен еңергә тырышып, ҡарылдап хәбәр һата ҡарт шофер. Хәтирә уның әлеге тарихын ике-өс ҡат тыңлаған, шуға иғтибарһыҙ ғына йоҡомһорап килә.
Төк-төк фуфайкаларҙы складтан һанап алыуға, уның ҡағыҙҙарын тултырыуға ярты көн китте. Ҡабалан ғына сталауай ашап алып, тағы ҡуҙғалдылар. Яҡты күҙҙә тау араларын үтә һалырға, тип. Юлда Белорет баҙарына симешкә һатырға китеп барған өс мәрйәне ултыртып алдылар. Юл хаҡына һәр береһе берәр биҙрә көнбағыш бирә – насармы ни? Балаларға кистәрен бер өмәләп ултырып сирырлыҡ. Мәрйәләр, иртәгәһен буласаҡ баҙарға барып ятмаҡҡа тип, кисләтеп сыҡҡандар икән. Улар менән алыш-биреш итеп, төшөрөп ҡалдырҙылар ҙа, һуң булһа ла, отчет менән райсоветҡа туҡтанылар. Тәртибе буйынса, тауар бындағы тикшереүселәр тарафынан ҡат-ҡат һаналып, ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйылырға тейеш. Өйҙәренән саҡыртып алдырылған ике ҡатын, ҡысҡырып һанай-һанай, фуфайкаларҙы бер тауҙан икенсеһенә өйҙө, унан өсөнсө ергә күсереп шутланы. Тик, ниңәлер, һандар теүәл сыҡманы. Өсөнсө тапҡыр һанағанда ла алты фуфайка тулмай аптыратты. Ахырҙа, сисенеп ташлап, Хәтирә лә ҡушылды. Тағы ике ҡат һананылар – тулмай. Тулмай! Һанаусылар, инде ҡурҡышып, тауар алып ҡайтыусыға төбәлде: ҡалайтабыҙ?
– Тулырға тейеш! Унда ла әллә нисә кеше йөҙ ҡат һананы, - тип, эсендәге ҡалтырауын баҫырға тырышып, ҡабаттан өйөмдәргә тотондо ҡатын. Тик нисә генә осона сыҡһалар ҙа, шул алтауһы етмәне. Тамам арыған ҡатындар өҫкә хәбәр итергә мәжбүр булды. Бер сәғәт эсендә ҡала-район кимәлендәге детдомға бәйле булған бар етәкселәр ҙә йыйылды. Әллә нисә пар күҙ ҡарап тороуы аҫтында тағы өс ҡабат һананылар ҙа документтар буйынса акт төҙөнөләр. Хәтирәгә текәлеп-текәлеп ҡарап ҡуйһалар ҙа, артыҡ һүҙ ҡуйыртып тороусы булманы. Тамам арып-алйып сығып, машинаға ултырғанында, дядя Костя ауыҙынан шайығын ағыҙып тороп хырлай ине инде. Ишек тауышына ул башын ҡалҡытты, ауыҙ-тирәһен һөртөп алды:
– Ҡалай оҙаҡланың, – тип мығырланы асыуһыҙ ғына.
Ҡатын ауыр итеп көрһөндө:
– Алты куфайкы тулмай, дядя Костя, ней булыр – аптырайым…
Шофер яңы уянды:
– Нисек тулмай?! Ҡайҙа булған?
– Белмәйем. Юҡ, тулмай.
Йәш ҡатын менән ҡарт урыҫ текәлешеп ҡалды. Шунан бер ауыҙҙан ҡысҡырып ебәрҙеләр:
– Симешкә һатыусылар!
– Вәт, мискәләр! Суҡынғандар! Мин уларҙың… – тип ҡатлап-ҡатлап һүгенде ҡарт.
Хәтирә иһә бөтөнләй бәлшәйеп төштө. Өс биҙрә симешкәгә алданып, ҡандай хурлыҡҡа төштө!
Ҡалған юлда икеһе лә ҡаты уйҙа булды. Иптәше ни кисергәндер, Хәтирә, ҡайтып еткәс, директорға бөтәһен дә аңлатып, асыҡлыҡ индереренә ныҡ ышанды. Хәҙер ул барыһын да түкмәй-сәсмәй һөйләп бирер, уны тыңларҙар.
Детдом территорияһына килеп ингән машинаны хәрби кейемдәгеләр ҡаршы алды. Һаман да әле хәүеф тоймаған ҡатын кабинанан сығып баҫыуға, йүгерешеп килеүсе директор менән бер нисә тәрбиәсе күренде. Хәтирә лә уларға уҡталғайны ла, ҡаршыһына килгән хәрбиҙәр уға урынында ҡалырға ишараланы. Был ни хәл? Нимә булып киткән бында? Шулай уйлап та өлгөрмәне, бер хәрби килеп, йөҙөнә туп-тура ҡарап, сатнатып һалды:
– Гражданка Ишмөхәмәтова, Совет власы милкен юғалтҡан өсөн һеҙ ҡулға алынаһығыҙ! Ҡағыҙҙарығыҙҙы тапшырығыҙ ҙа беҙҙең машинаға үтегеҙ! – тип, ҡойма буйында ултырған ҡара УАЗ-икка эйәк ҡаҡты.
Ишеткәндәренән баҫҡан ерендә таш булып ҡатты ла ҡуйҙы ҡатын. Ни һүҙ әйтә, ни ҡыбырлай алманы. Уның хәлен күреп торған НКВД-шник директорға ҡул иҙәне, йәнәһе, кил, ал. Директор ҙа ҡамыр хәленә ингәйне. Яй ғына атлап килеп, Хәтирәнән ҡағыҙҙарҙы алды. Икеһенең шаңҡыған ҡараштары осрашты. Оло ҡатын ҡағыҙҙарҙы алғанда ипләп кенә йәшенең ҡулын һыйпаны. Йәлләүе лә, сараһыҙлығы ла, ҡурҡыуы ла ошо бер ҡағылышта ине уның.
Хәтирәне алып киттеләр. Ике яҡтан ике конвой менән. Бар ғәм алдында. Хас та халыҡ дошманы кеүек итеп. Уның иң ҡото осҡаны ихатала аңшайышып ҡарап ҡалғандарҙың уны ана шул халыҡ дошманы, тип уйлауы ине. Эстән: “Юҡ! Марина Григорьевна! Файза апай! Галя! Сания! Мин халыҡ дошманы түгел!” – тип асырғанды ла, тик ауыҙын ғына аса алманы.
Уны шулай күҙҙәрен киң асып ҡатҡан хәлендә бер һаҡтан икенсеһенә, унан өсөнсөһөнә тапшырҙылар. Һәр бер һаҡ, шатыр-шотор килтереп, тимер ишектәрҙе асып индерҙе. “Стой! Иди! Стой! Иди!” тигән бойороҡтар, мейеһенә үтеп инеп, аңын томаланы. Инде уйлай ҙа алмай ине ҡатын. Һуңғы һаҡсы уны халыҡ менән шығырым тулы булған камераға төртөп индерҙе лә артынан, салтыратып, йоҙаҡ һалып та ҡуйҙы. Ишек тупһаһынан ары китә алмай, устарын күкрәгенә ҡаушырып ҡыҫҡан килеш, ҡарашын күтәрә лә алмай тора бирҙе шунда. Эстәгеләрҙең барыһы ла уға төбәлгән кеүек ине. Уны тикшереп, баһалап ҡарап тораларҙыр, һәр береһе ниндәй ғәйеп менән килеүен беләләрҙер кеүек тойолдо. Ояттан үлеп булһа икән! Ниңә шунда, теге мәл, трамплиндан һикергәндә, балаһы менән ҡуша үҙе лә үлеп кенә ҡуймаған? Тора торғас, аяҡтары талды, ҡурҡыу ҙа хәлен ныҡ алған. Ни булһа ла булыр тип, ипләп кенә күҙен күтәрһә… уны күргән дә әҙәм юҡ әллә? Оло камера шығырым тулы ҡатын-ҡыҙҙың һәр ҡайһыһы үҙ мәшәҡәте менән мәшғүл. Берәүҙәре оҙон өҫтәл артында, тимер көрөшкәләрҙән нимәлер эсеп, тын ғына үҙ-ара гәпләшә, икенселәре, өйкөм-өйкәм булып, иҙәндә ултырған килеш, баш терәшеп тигәндәй үҙ-ара серләшә, өсөнсөләр үҙ уйҙарына батҡан, кемдәрелер алам-һаламға төрөнөп ятып тора. Ишеккә яҡыныраҡ ултырған бер ҡарасман ҡатын, шулай ҙа, иғтибар иткән икән. Хәтирә уның яғына башын бороуға, эргәһенә әйҙәп күрһәтте – кил, ултыр. Аяҡтарын саңғы шылдырған кеүек итеп саҡ шылдырып килеп ҡоланы тегенең янына.
Күңеле килгәндән түгел, ә шулай һеңдерелгәнгә, көсәнеп, сырайын яҙып шыбырланы:
– Һаумыһығыҙ…
Сикәләре эскә батып, күҙҙәре өңөрәйгән ҡатын унан ун-ун биш йәштәр тирәһе өлкәндер. Ирендәре ярғыланып ҡанап, шул һыҙыҡтарында ҡандары уҡмашып тора.
Ҡатын сәләмде ҡабул итеп яуапламаны, бары тик баш ҡаҡты ғына. Унан яйлап ҡына Хәтирәнең йөҙөн, кейемен, ҡулдарын текәлеп ҡарап сыҡты. Шул ҡәҙәр ҙә зарлы ҡарашты күргәне юҡ ине әле уның. Ҡаҡса йөҙөнә һап-һары һағыш уйылған да ҡуйған. Ул күҙ алмаларынан түгелеп, эргә-тирәне тулыһынса хәсрәткә күмгәндәй. Хәле минекенән дә ауырыраҡ кеше бармы икән ни, тип уйланы Хәтирә.
– Исемең нисек? – ниһайәт, яңы танышы телгә килде.
– Хәтирә…
– Мин – Сара. Нимә өсөн?
– Өфөнән алып ҡайтҡан тауарым тулманы. Уларҙы минән симешкә һата барған мәрйәләр урланы, беҙ…
– Кәрәкмәй. Һөйләмә уныһын. Берәүгә лә һөйләмә. Допроста бигерәк тә.
Хәтирә аңлай алманы, Сараға эйелә биреп шыбырланы:
– Нисек инде? Алайһа, ҡалайтып аҡланам?
Сара әсенеп кенә йылмайғандай иткәйне, бөтәшә барған яраһы йыртылып, тағы ла ҡаны күренде:
– Бында эләккәс, һине берәү ҙә аҡламаясаҡ. Улар һинең ғәйепле булыуыңды иҫбат итәсәк кенә. Һәм ни тиклем тиҙерәк улар теләгәнсә һөйләй башлаһаң, ыҙаларың шул тиклем йәһәтерәк үтәсәк.
– Ҡалай ул? – Хәтирәгә Сараның һөйләгәндәре ҡатмарлашҡандан-ҡатмарлаша барғандай тойола.
– Аңларһың. Мәле етһә… аңлатырҙар.
Артабан һөйләшмәнеләр. Һәр кем үҙ уйына сумып, шул урындарында һеңгәҙәп ултырып, эңерҙе ҡаршыланы.Ҡараңғылыҡ ҡуйырып, күҙгә төртһәң дә күренмәй башлағас, “зың-ң” иткән тауыш ҡолаҡтарҙы сыйып үтте лә, камерала бер-бер артлы лампочкалар тоҡанды. Тоноҡ ҡына, әммә ҡалай ҙа – ут, яҡтылыҡ. Улар тоҡана башлау менән үк, камера буйлап ыңғырашыуға оҡшаған ауаз үтте. Ошондағы йөҙләгән кешенең ауыҙынан, юҡ, төптәнерәк, күкрәгенән сыҡҡан кеүек. Был аһтан Хәтирә, ул да ыңғырашты микән тип, Сараға һирпелгәйне, уның шул ҡәҙәр тетрәнеп, ишеккә ҡарап ҡалғанын күреп, ҡото осто. Тамам ҡырағайға әйләнгән кеше һымаҡ булып төбәлгәйне тегеһе ишеккә. Ҡайҙа ҡасырға, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәгән… бала ише. Хәтирә ни хәл итергә белмәй, ынтылып, Сараның ҡулына ҡағылды, тегеһе, тейендәй тертләп, ситкә тартылды ла аларған күҙҙәре менән күршеһенә баҡты.
– Сара, ни булды?! Сара…
– Шым!.. Шым хәҙер үк… – Сара, ике ҡолағын баҫып, эйелеп үк ултырҙы, иҙәнгә ята яҙып боҫто.
Тирә-яғына ҡараһа, эргә-тирәләге бар ҡатындар ҙа Сара хәлендә икән. Һәр береһе, ишектән инер ғазраилды көткәндәй булып, шул тимер ҡапҡаға ҡарап ҡатҡан. Ә улары артыҡ көттөрмәне, әсе сыйнап асылды ла, баяғы һаҡсы ҡатын менән алты конвой инде. Һаҡсы ҡулындағы ҡағыҙындағы исемлекте ҡысҡырып уҡыны:
– Захаренко! Максимова! Абдул..ах… Абдулхаева! Каримова! Бондарчук! Рахимова! На выход!
Сығыуға ыңғайлаусыларҙы күреп ҡалырға тырышып, муйынын һуҙа бирһә, эргәһендәге Сара ла ҡуҙғалды. Бына ул, башын яурын эстәренә йәшергәндәй булып бөршәйеп, эйелә биреп тороп китте. Хәтирә был ябыҡ ҡатындың көмөрәйгән арҡаһына, тупаҫ ботинкаларын һөйрәп атлаған арыҡ балтырҙарына ҡарап ҡалды. Йыйылған ҡатындарҙы алып сығып киттеләр. Улар сығыуға, бөтөн камера тынып ҡалды. Шул ҡәҙәр шымдылар, шыбырлашыу түгел, тын да алманылар. Алдарындағы бушлыҡҡа үтә текәлеп, нимәнелер ишетмәй ҡалмаҫҡа иткәндәй, һағайҙылар. Хәтирә лә көттө, тимәк, нимәлер булырға, тойолорға тейештер бит. Бынсама ғәм шулай һағайғас.
–А-а-аһ! А-а-а-а! – Ауаз алыҫтан, ҡайҙандыр төптән, баҙҙан килгәндәй булһа ла, уның тәьҫире ҡот осҡос ине. Ултырған урынында һикереп китте ҡатын. Кемдәрҙер ҡушылып ыңғырашты, икенселәр шундуҡ сеңләп ҡушылды, ҡолаҡтарын томалағандар ҙа бар, тик берәү ҙә битараф ҡала алмай. Унан был тауыштар, йышайғандан-йышайып, камералағы һауа тик шул михнәттән генә тора кеүек була башланы:
– Ы-ы-ы! А-а-ау!
– А-а-а-а! А-а-аһ!
 
 
МИЛӘҮШӘ ҠАҺАРМАНОВА.
Фото интернеттан алынды.
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас