Ғүмер буйы бергә йәшәгән ҡарт ҡарсығынан ахыр сиктә ғәфү үтенергә булған: "Әбей, ғәфү ит инде, йәшлек, иҫәрлек менән һине рәнйеткәнем өсөн, алйот булғаным, хәҙер генә олоғайғас аңланым",- тигән... Әбей: "Һин мине рәнйеткән һайын, йөрәгемә хәнйәр ҡаҙаған һайын, баҡса артындағы үҫеп ултырған ағасҡа сығып, ҡаҙау ҡаҙап барҙым. Улар бик күп, бар, сығып шуларҙы кире һурып ал", - тигән. Бабай сыҡҡан, ҡаҙауҙар бик күп сәнселгән икән ағасҡа, аптырап ҡарап торған да, берәмләп көс-хәлгә һурып сығара башлаған, ныҡ ҡаҙалған булған икән. Бөтәһен дә һурып сығарып бөткәс, әбейенә кире инеп әйткән: "Әбей, ағастағы бөтә ҡаҙауҙы ла һурып алып бөтөрҙөм, берәүһе лә ҡалманы. Инде мине ғәфү итәһеңме, бүтән рәнйетмәм", - тигән, мөлдөрәп әбейенә ҡарап. Әбей: "Шунан, ҡаҙауҙарҙы һурып алғас, эҙҙәре ҡалдымы? Бына, шуның шикелле, һин мине рәнйетеп, аҙаҡ ғәфү үтендең дә ул, ә күңелдә, йөрәктә барыбер уңалмаҫ яралар ҡала, ғәфү итһәм дә..."
Уйлап та, уйламай ҙа рәнйеткән йөрәктең яралары күпме ваҡыт үтһә лә бер ҡасан да уңалмай, унда-бында һулҡылдап ауыртып, үҙен белгертеп, иҫләтеп тора...
Фото интернеттан алынды.