Әҙәби бит
24 Июня 2022, 16:30

Өҙөлгән еп

Фәриткә барам тиһә лә, Артур ҡапҡанан сыҡҡас, өйҙө урап, картуф баҡсаһы аша кире ҡайтты, бесәй етеҙлеге менән һарай башына үрмәләне. Ул әсәһенән ошонда ҡасырға ярата торғайны үҫмер сағында. Бынан урам эсе ус аяһындағылай күренә. Бер аҙҙан сумка күтәргән Гүзәл күренде. Егет йотлоғоп уға текәлде. Салбары, кәүҙәһенә һылашып ятҡан кофтаһы, берҙән үреп төшөргән оҙон толомо үҙенә килешеп тора. Ундағы зифа буй-һын, муйылдай сем-ҡара күҙҙәр, сейәләй һытылырға торған ирендәр бүтән бер кемдә лә юҡтыр ул. Һуңғы тапҡыр күреүеме икән ни? Артур күҙҙәрен сытырлатып йомдо. Йөрәге әллә типте, әллә юҡ. “Иҫәр, бөгөнгө төндө бергә үткәрергә кәрәк булған!” – тип үртәнде. Унан, үҙенең уйҙарына үҙе ҡаршы сыҡты. Ул саҡта Гүзәлдән айырылырға, араларын өҙөргә көсө етмәҫ ине. Ҡыҙ моңһоу күҙҙәре менән тирә-яғына ҡаранды. “Мин бында!” тип ҡысҡырғыһы килде егеттең. Әсәһе сыҡты. Ул бер көн эсендә ябығып, ҡартайып, кесерәйеп ҡалғайны. Гүзәлдең сумкаһын үҙенең ҡулына алды. Ҡыҙ оҙаҡҡа килгән булған, ахырыһы, әйберҙәре лә байтаҡ. Әкрен генә ҡапҡаға табан атланылар. Бына ҡапҡа ябылды, Гүзәл күҙҙән юғалды. Егет һикереп торҙо, төшөп, һөйөклөһөнөң артынан йүгерергә уйланы. “Ә киләсәк? Ә карьера?” тип, уны эске бер тауыш йәнә туҡтатты. – Ы-ы-ы, – тип олоған тауыш сығарып, бесән өҫтөнә йығылды Артур. Әммә уны үҙенән башҡа бер кем дә ишетмәне...

Өҙөлгән епӨҙөлгән еп
Өҙөлгән еп

Гөлнара Мостафина

Өҙөлгән еп

Хикәйә

Төн. Ҡараңғы. Ай ҙа яҡтыртмай, йодоҙҙар ҙа күренмәй. Ауыл ауыр эш көнөнән һуң тәмле йоҡоға талған. Тереклек бар икәнен белдереп ара-тирә эттәр өрөп ҡуя ла, ҡапҡа алдына ҡайтып ятҡан һыйырҙарҙың мышылдауы ишетелә. Йәнә егет менән ҡыҙ йоҡламай. Төнгө тынлыҡты боҙоуҙан ҡурҡҡандай, тауыш-тынһыҙ, шым ғына атлай улар. Егет оҙон буйлы, киң күкрәкле, аҙымдары ышаныслы. Киләсәккә ҡуйған маҡсаттарына өлгәшер өсөн бер нәмә алдында ла туҡтап ҡалмаясаҡ. Шулай хәл иткән ул. Ғөмүмән, әсәһе ныҡыш, сәмсел, үҙ һүҙле булырға өйрәтте. Яҡшы уҡыуын, урам малайҙары араһында ла, класта ла, университетта ла һәр ваҡыт алдынғы булыуын да шунан күрә. Еңелергә, кеше әйткәнде генә үтәп йөрөргә күнекмәгән.

– Артур, ниңә бер ни ҙә өндәшмәйһең?.. – Янында барған урта буйлы, сибек кенә ҡыҙҙың тауышы ялбарып сыға.

– Гүзәл, мин һиңә асыҡ әйттем: өйләнмәйем мин һиңә! Ниңә аңламайһың һаман? Ҡыҙ туҡтаны. Аңланы ул егетте. Әммә күңеле ышанмай. Ышанырға теләмәй. Шаярталыр ғына кеүек тойолдо. Артур атлауын дауам итте. Гүзәлдең күҙҙәренән тәгәрәгән әсе йәш тамсыларын күргеһе килмәне. Үҙе ебеп ултырырға яратмағас, буштан-юҡҡа илап-һыҡтап йөрөгәндәрҙе ене һөймәй.

– Ә мин нимә эшләйем? – Артурҙы ҡыҙҙың йән әрнеүе менән әйткән һүҙҙәре ҡыуып етте. Егет бер-нисә секундҡа туҡтап ҡалды. Унан башын яурыны аша ғына борҙо ла:

– Теләһәң нимә эшлә!.. – тип, атлауын дауам итте. Уға барыбер кеүек ҡыланһа ла, үҙенең тауышын үҙе таныманы, тамағына ауыр төйөр булып тығылды. Бөтөн тәнен ялҡын ялмап алғандай булды. Күкрәге ҡыҫылыуға түҙә алмай, күҙенән ике бөртөк йәш атылып килеп сыҡты ла, сикәһен көйҙөрөп, тәгәрәп төшөп китте. Әлегеләй йомшап ҡалған сағын хәтерләмәй егет. Уға был тойғо ят, әммә шул уҡ ваҡытта ҡәҙерле, яҡын да. Боролғоһо, ҡыҙ янына кире барып, йомшаҡ сәстәренән һыйпап йыуатҡыһы килде. Аяҡтары алға барырға тыңлашмай, быуындары ҡалтырай. Әммә һәр ваҡыттағыса үҙен еңде егет, тамағындағы төйөрҙө көсләп йотоп, күкрәгенә ҡаты итеп бер-ике тапҡыр һуғып алды ла төн ҡараңғылығына инеп юғалды. Ни генә тимә, уны ылыҡтырғыс киләсәк, карьера баҫҡыстары көтә! Гүзәл шуларҙың барыһын да юҡҡа сығарып, уға ғаилә йүгәнен кейҙермәксе, ыштан-йүргәккә күммәксе. “Балабыҙ була”, имеш, ваҡытында нимә ҡараған? Рәхәт, барыһын да үҙе генә хәл иткән дә, вәссәләм. Нимә, Артурҙың һүҙе юҡмы ни? Был ҡатын-ҡыҙ халҡы бигерәк ҡыҙыҡ. Күҙ йәше – егетте йыуыу ҡоралы, бала – үҙенә мәңгелеккә бәйләп ҡуйыу өсөн уңайлы һылтау. Уларҙың бар белгәне, бар хыялы нисек кейәүгә сығыу, ахырыһы. Егет шулай һөйләнә-һөйләнә атланы. Курсташы Гүзәлдең тыныслығы, сабырлығы гел аптыратты ла, һоҡландырҙы ла Артурҙы. Ҡайһы берҙә йәнен үртәне. Бигерәк тә егеттең һәр һүҙенә ризалашып, “ярай” тип күҙенә ҡарап тороуы. Артурға нығырағын үҙ аллы, ҡыйыу ҡыҙҙар оҡшай. Әле лә яҙмышына күнеп, өнһөҙ-тынһыҙ ғына һыҡтайҙыр. Бәлки, Артур менән үткәргән көндәренә үкенеп илайҙыр... Ни эшләһен Артур? Алты йыл буйына, хирург булам тип, юҡҡа ыштан туҙҙырҙымы ни? Ауылда был һөнәрҙең бысағыма ла кәрәге юҡ. Ул инде күптән ҡарар иткән: Өфөгә китәсәк, Гөлкәйгә өйләнәсәк. Ике тапҡыр уйларға яратмай. Унан инде бөтөнләй икенсе тормош башланасаҡ: диссертация, билдәлелек яулау, дан-шөһрәт... Ҡайны ҡарты хаҡлы ялға китһә, кем белә, уның урынына йылы министр креслоһына ла ултырыр. Тормош бит ул. Артур был кисте Гүзәл тураһында уйламаҫҡа тырышты. Егеттәр менән гәп һатты, тәмәке төтөнөнә уранып кәрт һуҡты, аяҡтары талғансы шашып бейене. Ауылға килгән ҡунаҡ ҡыҙҙың башын әйләндерергә лә өлгөрҙө. Ул ҡайтҡанда таң атҡайны инде. Артур, ниҙер урлаған шикелле, тирә-яғына ҡарана-ҡарана ҡапҡаны һаҡ ҡына асты. Кемдеңдер ишетеп тороуынан ҡурҡҡандай, тупһаға тиклем аяҡ остарына ғына баҫып барҙы. Ишектең келәһен ҡалҡытыуға халаты өҫтөнән пинжәген кейә-кейә әсәһе килеп сыҡты. Артур шып туҡтаны, уңайһыҙланып, башын эйҙе. Һынсыл күҙҙәрҙән ҡулдарын ҡайҙа ҡуйырға белмәй аптыранды: кеҫәһенә бер тыҡты, бер алды, сәсен һыпырып алған булды. Әсәһе төнө буйы йоҡламаған ахырыһы, күҙҙәре ҡыҙарып, ҡабаҡтары шешеп тора.

– Ҡайҙа Гүзәл? – тип һораны ул ҡоро ғына тауыш менән.

– Ҡайтманымы ни? – Был хәбәрҙе ишетеп, Артур борсолдо, еңелсә генә дерелдәп ҡуйҙы. Ялп итеп өйгә үтте. Уға төпкө йоҡо бүлмәһенә урын һалынғайны. Карауат буш! Яҫтыҡ, юрғанға тейеп тә ҡарамағандар. Кисә Гүзәлде тәүҙә оҙатып ҡуйырға булған! Бөтөнләй сит ауылда урам уртаһында ҡалдыр ҙа китсе әле, алйот. Етмәһә, шундай хәлдә! Артур үҙен-үҙе әрләй-әрләй тышҡа атылды. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй һарай эстәрен, мунсаны, утынлыҡты байҡап сыҡты. Бер ерҙә лә юҡ ине ҡыҙ. Әсә улын өнһөҙ генә тупһанан күҙәтте. Улының ҡылығын аңламай ул. Бер йыл элек кенә шул ҡыҙһыҙ йәшәй алмайым тип өҙгөләнә ине. Бәлки, шул саҡта ҡыҙыуында һуғырға кәрәк булғандыр? Бер йыл ғына ҡалған, сабыр ит, тәүҙә уҡып бөт, тигәндән һуң әллә ни ныҡышманы, күнде. Тик бына бала ғына сабыр итмәгән... “Өйләнәһең һәм вәссәләм!” тип ҡаты торор ине, көсләп асылған күҙҙең нуры булырмы? Унан, улының холҡон белә әсә, барыбер үҙенсә эшләйәсәк, өйләнмәйәсәк. Ун алты йәшлек егет түгел бит, атаһына егерме өс тулғанда гөрләп торған донъяһы бар ине инде.

– Әсәй, мин йылға буйҙарын ҡараштырып йөрөп киләйем әле... Егет күҙҙәрен йәшерһә лә борсолоуы йөҙөнә сыҡҡайны.

– Туҡта, улым, мин дә һинең менән! – Әсә тиҙ генә аяғына галуштарын эләктерҙе лә улы артынан ашыҡты. Артур тәүҙә әсәһен көтә биреберәк атлаһа ла, йөрәге түҙмәне, аҙымдарын шәбәйтте. Йылға бәләкәй генә күренһә лә уҫал, бер генә кешене йотманы инде. Егеттең күҙенә яр башында үҫкән ҡарағай төбөндә бер һын салынды. Шул, Гүзәл! Шатлығынан Артурҙың быуындары йомшарҙы, ҡалған бер нисә метрҙы етә алмай ыҙаланды. Үҙ ғүмерендә йүгереп уҙған иң ауыр һәм иң алыҫ арауыҡ ошо булғандыр. Гүзәл йылғаға ҡараған да таш һын кеүек ҡатҡан.

– Уф, ҡотомдо алдың!.. – Артурҙың ҡысҡырыуына ҡыҙ һикереп торҙо. Әле генә бөтә донъянан ваз кисеп ҡараған күҙҙәре нурланды, өмөт осҡондары һикереште.
– Мин һине барыбер килерһең тип уйлағайным. Көткәйнем, – тип күҙ йәштәре аша йылмайҙы. Егет ҡыҙҙы күкрәгенә ҡыҫты. “Иҫәркәй, ниңә ҡайтып ҡына ятманың?” – тип, әллә ниндәй бәйләнешһеҙ һүҙҙәр теҙә-теҙә сәстәренән, битенән үпте. Үҙе еңел һуланы.
– Әйҙә, ҡайттыҡ. – Артур... Ә беҙ ҡасан өйләнешербеҙ? Егеттең әле генә иркәләп, наҙлап ҡараған йөҙөн һөрөм баҫты. – Яңынан башланыңмы? – Һуң, ни эшләйем? Ояты ни тора? Әсәйемдәр, ауылдаштар ни тиер? Уларҙың күҙенә нисек ҡарармын? Артур яуап биреп өлгөрмәне, әсәһе килеп етте. – Эй балалар, балалар, – тип уфтанды ул. – Нисек тояһың үҙеңде, Гүзәл? Ҡыҙ әсәгә күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡарап торҙо ла бер ни өндәшмәй өй яғына йүгерҙе.
– Ни эшләтәһең һин бахыр баланы? Ниңә ыҙалатаһың? – Әсәһенең тауышы йөрәк төбөнән, әрнеп сыҡты.
– Ни эшләтәм? Бер нәмә лә эшләтмәйем!.. – тип ауыҙ эсенән мығырҙаны улы.
– Яратмағас, ниңә алдатып йөрөттөң? Мин бит һине ғәҙел итеп үҫтерҙем...
– Кем яратмайым ти? Яратам мин уны! Әммә өйләнә алмайым!
– Ниңә, улым? Сәбәбе ниндәй? Артур әсәһенә тура ҡараны был юлы. Әйтергәме, юҡмы тигән кеүек, урынында тапанып тора бирҙе лә, “Эй!” тип ҡулын һелтәп, әсәһен артта ҡалдырып, шәп-шәп ҡайтыу яғына атланы. Артур ҡайтҡанда Гүзәл төпкө бүлмәгә инеп бикләнгәйне. Егет ишек төбөндә тапанды. Шаҡырға тип һонолған ҡулы ишеккә барып етмәйенсә кире һәленеп төштө. Төшкө ашҡа сыҡҡанда ҡыҙҙың йөҙө йонсоу ине, сәстәре туҙған, күп илауҙан шешенгән күҙҙәре вайымһыҙ ҡарай, уларҙан һалҡынлыҡ бөркөлә. Ашына текәлгән дә тәрилкәһен бер туҡтауһыҙ болғай, үҙе уйҙары менән әллә ҡайҙарҙа. Артурға уны был хәлдә күреүе ҡыйын ине, шуға күрә һурпаһын һемереп кенә эсте лә:
– Мин Фәриткә барып киләм, – тип тышҡа атылды. Әсә ни эшләргә, ни тиергә, Гүзәлгә нисек ярҙам итергә белмәне. – Артурҙың башында һаман ел уйнай әле. Бына күрерһең, бала тыуып, күҙенә күренһә, аҡылына ҡайтасаҡ ул, – тип йыуатырға тырышты. Ҡыҙ бер ни өндәшмәне. – Уның холҡо шундайыраҡ шул, алдына бер нәмә алдымы, эшләмәйенсә туҡтамай... Ҡыҙ һаман өнһөҙ генә тәрилкәһен болғай. – Беләһеңме ни эшләйбеҙ? – Әсә ныҡлы бер ҡарарға килде. – Ата-әсәйең менән барып үҙем һөйләшәм, килешәм дә, беҙгә күсеп киләһең! Уның ошо һүҙҙәре Гүзәлде иҫенә килтергәндәй итте. Башын күтәреп, әсәгә ҡараны, саҡ ҡына көлөмһөрәп ҡуйҙы ла башын сайҡаны.

– Юҡ, апай! Минең дә ғорурлығым бар. Әле һуңғы тапҡыр һөйләшеп ҡарарға уйлап килгәйнем. Асыҡлыҡ индерергә. “Яратмайым” тигән һүҙҙәрен ишетергә. Һуңғы ваҡытта тик ҡасып йөрөй ине юҡһа. Теләгән һүҙемде ишетмәнем, әммә күрҙем. Бынан ары бер ҡасан да бимазаламаясаҡмын. Ғәфү итегеҙ мине. Хәлемде күреп тораһығыҙ, рәнйеп ҡалмағыҙ.

– Һин нимә һөйләйһең, Гүзәл! Мин һине бер ҡасан да ташламаясаҡмын! – Әсә кеше үҙенең һүҙҙәре мәғәнәһеҙ сыҡҡанын аңлаһа ла әйтеп ҡалырға ашыҡты.

– Минең ейәнем бит ул. Балам...

Гүзәл йәнә йылмайҙы.

– Рәхмәт, әммә кәрәкмәй. Был турала онотоғоҙ.

Фәриткә барам тиһә лә, Артур ҡапҡанан сыҡҡас, өйҙө урап, картуф баҡсаһы аша кире ҡайтты, бесәй етеҙлеге менән һарай башына үрмәләне. Ул әсәһенән ошонда ҡасырға ярата торғайны үҫмер сағында. Бынан урам эсе ус аяһындағылай күренә. Бер аҙҙан сумка күтәргән Гүзәл күренде. Егет йотлоғоп уға текәлде. Салбары, кәүҙәһенә һылашып ятҡан кофтаһы, берҙән үреп төшөргән оҙон толомо үҙенә килешеп тора. Ундағы зифа буй-һын, муйылдай сем-ҡара күҙҙәр, сейәләй һытылырға торған ирендәр бүтән бер кемдә лә юҡтыр ул. Һуңғы тапҡыр күреүеме икән ни? Артур күҙҙәрен сытырлатып йомдо. Йөрәге әллә типте, әллә юҡ. “Иҫәр, бөгөнгө төндө бергә үткәрергә кәрәк булған!” – тип үртәнде. Унан, үҙенең уйҙарына үҙе ҡаршы сыҡты. Ул саҡта Гүзәлдән айырылырға, араларын өҙөргә көсө етмәҫ ине. Ҡыҙ моңһоу күҙҙәре менән тирә-яғына ҡаранды. “Мин бында!” тип ҡысҡырғыһы килде егеттең. Әсәһе сыҡты. Ул бер көн эсендә ябығып, ҡартайып, кесерәйеп ҡалғайны. Гүзәлдең сумкаһын үҙенең ҡулына алды. Ҡыҙ оҙаҡҡа килгән булған, ахырыһы, әйберҙәре лә байтаҡ. Әкрен генә ҡапҡаға табан атланылар. Бына ҡапҡа ябылды, Гүзәл күҙҙән юғалды. Егет һикереп торҙо, төшөп, һөйөклөһөнөң артынан йүгерергә уйланы. “Ә киләсәк? Ә карьера?” тип, уны эске бер тауыш йәнә туҡтатты.

– Ы-ы-ы, – тип олоған тауыш сығарып, бесән өҫтөнә йығылды Артур. Әммә уны үҙенән башҡа бер кем дә ишетмәне...

Ауылда оҙаҡ торманы Артур. Бигерәк тә әсәһенең сәнскел ҡарашынан ҡасырға атлыҡты. Һуңғы арала уйсанланып ҡалды ул. Йыш көрһөндө, оҙаҡ итеп улына тексәйеп ултырҙы, туҡтауһыҙ күҙҙәре йәшләнде. Һуңғы көндө әсәһе һүҙ башланы: – Улым... Улым, Гүзәл бигерәк йәл бит әле. Яҡшылап һөйләшмәнең дә... Артур был һөйләшеүҙе урап үтә алмаҫын белә ине. Эстән генә яуаптар, аҡланыу һүҙҙәре лә әҙерләп йөрөгәйне. Әле ҡапыл ғына уларҙың береһе лә теленә килмәне. Ирендәрен ҡымтып, башын аҫҡа эйҙе лә иҙәндәге сүп-сарҙы барлай башланы. – Был ҡылығың башҡа һыймай, бөтөнләй егеттәрсә эшләмәйһең. Мин һинән быны көтмәгәйнем. Эш боҙҙоң да ҡойроҡто һыртҡа һалаһыңмы хәҙер? Әсәһенең һәр һүҙе Артурҙың йөрәген телеп уҙа. Ә үҙе һаман иҙәндәге сүптәрҙе барлай: шырпы бөртөгө минең кеҫәмдән төшкәндер инде; ҡағыҙ киҫәге ҡайҙан йыртып алынды икән? Моғайын магазинда бирелгән чектыр... Әсәһенең һүҙҙәрен ишетмәҫкә, мәғәнәһенә төшөнмәҫкә тырышты. Сигендеме, әсәһенең һүҙен тыңланмы, ауылдан китә алмаясаҡ, өйләнәсәк.
– Улым, мин бит һине улай ҡаты бәғерле итеп үҫтермәнем, ниңә улай ҡыланғаныңды әйтеп кит, исмаһам. Ул баланың ни ғәйебе бар? Ниндәй насарлығы тейҙе?
– Дөрөҫ, әсәй, һин мине бер нәмә алдында ла юғалып ҡалмаҫҡа, ҡыйыу булырға, алдыма маҡсаттар ҡуйырға, уларға нисек булһа ла өлгәшергә, ярты юлда туҡталып ҡалмаҫҡа өйрәттең!.. Улының ҡапыл ярһып әйткән һүҙҙәренә әсә аптырап ҡалды. Күҙҙәрен ҙур асып, уға текәлде: – Һуң, шулай булғас?..
– Минең алдымда, әсәй, әлегә өйләнеү маҡсаты тормай. Мин уға әлегә әҙер түгел. Былтыр һинән кәңәш һорағайным, әсәй, иҫеңдәме? Бына ул ваҡытта әҙерәк ундай уй бар ине. Әммә һин миңә уҡып бөтөргә, тәүҙә аяҡҡа баҫырға кәңәш иттең. Мин һинең кәңәшеңде ҡабул иттем. Сөнки үҙем дә шулай дөрөҫ булыр тип уйланым. – Ҡарарҙарҙы үҙгәртергә лә була... – Һуң инде! – Бында бит әле тыуырға ла өлгөрмәгән кеше яҙмышы... Үҙ балаңды етем итәһеңме инде? – Әсә төрлөсә тәьҫир итеп ҡараны улына. Әммә Артур үҙ һүҙенән ҡайтырға уйламаны. Икенсе ҡыҙға өйләнергә йөрөүен өндәшмәй торорға булды, әсәһен йәлләне, йә бөтөнләй аяғынан йығылыр тип ҡурҡты. Был ҡарарына үҙе лә тулыһынса күнегеп бөтә алмай әле. Киләсәгенең тап ошо мөйөшө ҡараңғы булып тора. Фармацевтика бүлегендә уҡыған Гөлкәй менән ҡасан, нисегерәк яҡынайып ктеүен яҡшылап иҫләмәй ҙә. Ул Артурға үҙе һарлығып бара ине. Бер ваҡыт, Гүзәл менән нимәгәлер үпкәләшкән мәлдә, ҡыҙ үҙенең тыуған көнөнә саҡырҙы. Артур йәштәр күп булыр тип уйлап барғайны ла, яңғыҙы саҡырылған булып сыҡты... Бына шунан һуң башланды ла инде егеттең ике ут араһында өҙгөләнеүҙәре. Гөлкәй менән күңелле, һүҙ артынан кеҫәгә инә торған кеше түгел, зауыҡ менән кейенә. Замана балаһы. Ылыҡтырғыс, ымһындырғыс. Шул уҡ ваҡытта Гүзәлде лә юғалтҡыһы килмәй. Әҙерәк күрмәй торһа, юҡһына башлай. Нимәһе менән арбай торғандыр?.. Әллә ниндәй иҫ киткес сибәр ҙә түгел дә баһа. Аңҡы-тиңке йөрөй торғас, Гөлкәй тамам үҙенең яғына ауҙарҙы. Уның менән өйләнешеү, туй, киләсәк тураһында хыяллана башлауын һиҙмәй ҙә ҡалды. Ысынлап та, тип фекер йөрөттө егет, заманалар ҡатмарлы, Гүзәл уға ни бирер ҙә, Ул Гүзәлде нимә менән ҡыуандырыр? Йә ярҙам итергә бай ата-әсәһе юҡ. Ә Гөлкәйҙең атаһы һаулыҡ һаҡлау министры. Шундай кешенең ҡыҙына өйләнеү үҙе үк ҙур мәртәбә түгелме ни? Киләсәктә, исмаһам, проблемаларын ҡыйынлыҡһыҙ хәл итә алыр. Шулай ҙа мөнәсәбәттәрен бүтәндәргә белдереү түгел, үҙенән дә йәшерҙе егет. Ни өсөн икәнен аңлап та етмәй. Егеттәр араһындағы Гөлкәй тураһында йөрөгән төрлө хәбәрҙәрҙән уңайһыҙланыу түгелме икән был? Үҙенән өс йәшкә өлкән был ҡыҙға өйләнеүен ишетһәләр, күҙҙәре маңлайҙарына менер инде. Артур егеттәрҙең мыҫҡыллы йөҙөн күҙ алдына килтереп, моңһоу ғына йылмайып ҡуйҙы. Кейәүгә сыҡҡас үҙгәрер әле. Бер нәмә тынысландыра уны: кеше бөтөн нәмәгә лә күнегә, Гөлкәйҙе лә яратыр, бынамын итеп йәшәрҙәр әле. Гүзәл менән дә тәүҙә дуҫтар ғына инеләр бит. Ҡайһы арала хистәре тәрәнәйеүен үҙе лә һиҙмәй ҡалған. Атайһыҙ үҫеүенә гел ғәрләнде Артур. Тыштан һиҙҙермәһә лә, атайлы тиҫтерҙәренән үлеп көнләште. Матди яҡтан ауырыраҡ йәшәүҙәрен дә шунан күрҙе. Шуғамы икән, бәләкәйҙән уның күңелендә: “Үҫеп кенә алайым, беҙҙең бөтөн нәмә лә буласаҡ, әсәйем әле ыҙалағанға күрә, ҡарт көнөндә рәхәтләнеп кенә йәшәйәсәк”, – тигән хыял йәшәне. Атаһының янып ятҡан өйҙән бер баланы алып сығам тип, өс көн ыҙалап ятып үлгәнен бик яҡшы белә Артур. Уның ҡыйыулығы менән гел маһайған булды. Әммә... Теге баланы ла ҡотҡара алманы шул... Юҡ атай менән күпме генә ғорурланма, минут һайын етем икәнеңде тойоп йәшәү ҙә еңелдән түгел икән. Әсә кеше улын һүҙһеҙ оҙатты. Элекке кеүек кәңәштәрен дә бирмәне, борсолоп, өтәләнмәне лә. Улы үҙе хәл итте, ни эшләгәнен беләлер әле. Хәҙер уның башында улынан ҙурыраҡ проблема ҡайнай: тыуасаҡ ейәне һәм Гүзәл. Әсәһенең уйҙарын аңлай Артур, үҙенең ғәйебе ни тиклем ҙур икәнен дә белә, шуға күрә ниҙер аңлатыуҙы урынһыҙ һананы. Билдәле табип булып китеп, йөҙәрләгән, меңәрләгән кешегә ярҙамым тейә башлаһа, ғәфү итер әле, тип үҙе алдында аҡланып маташты. Үҙен аҡ халатта, оҙон өҫтәл түрендә күреп, тынысланды. Гөлкәй ҡаршы алырға вокзалға килгәйне. Артурға ҡайҙа барып төртөлөргә, тигән һорауға урын ҡалдырманы: – Әсәйем көтә, Артурчик, тура беҙгә барабыҙ, – тип бесәй кеүек иркәләнеп муйынына һарылды. Ошолай ҡылансыҡлана башлаһа, Артур уны ҡайһы берҙә ысынлап та бесәйгә оҡшатып ҡуя. Ҡыҫыҡ йәшел күҙҙәре хәйләкәр йылмая, ни уйлағаны, ни ҡылырға йыйынғаны аңлашылмай, ысын һөйләйме, шаяртыпмы – быныһын да белмәҫһең. Аңғармаҫтан тешләп алыуы ла бар. Нәҙек кәүҙәһен тағы ла нығыраҡ ҡыҫырға теләгәндәй, ҡыҫҡа итәкле, һығып торған әйберҙәр кейергә ярата.
Етмәһә әллә ниндәй тәмле, иркә һүҙҙәр белә бит әле! Наҙлы тауыш менән бышылдай башлаһа, туң йөрәгең дә ирер. Шуның менән арбаны ла инде Артурҙы. Ул белгәндәр Гүзәлдең ике ятып бер төшөнә инмәйҙер әле. Артур ауыр сумкаһын яурынына аҫып, хәбәрен һөйләй-һөйләй ҡыр кәзәһе кеүек алдан һикерәндәгән Гөлкәйгә эйәрҙе. Ҡапыл ул үҙен аҙашҡан кешеләй хис итте. Аҙашҡан да, әллә ҡайҙан килеп сыҡҡан Гөлкәй уға юл ғына күрһәтә. Алты йыл ғүмере үткән Өфө урамдары ла, бейек-бейек йорттары ла ят тойолдо. Мин ни эшләп бында китеп барам әле, тип икеләнеп тә ҡуйҙы. Әммә, сихырланғандай, фекерҙәрен төйнәй алмай, ҡыҙ артынан эйәреүен белде. Бына таныш йорт, таныш подъезд. Гөлкәйҙең ата-әсәләре өйҙә булмағанда бер нисә тапҡыр килгәне бар. Әле иһә туҡтап ҡалды. Сумкаһын ергә ҡуйҙы. Ун икенсе ҡатҡаса йортто күҙенән үткәрҙе. Ҡыҙ тупһаға менеп еткән еренән кире килеп төштө. – Әйҙә, нимә ҡатып ҡалдың? Кире уйлап ҡуйма тағы. Инде лә кейәүгә сыҡмаһам, йә атайым бүтәнсә өйгә индермәҫ! Һуңғы һүҙҙәрен әллә шаяртып әйтте, әллә ысынлап... Артур сумкаһын күтәрҙе. – Әйҙә. – Артурчик, алдан иҫкәртеп ҡуяйым, туй көнөн бөгөн билдәләйәсәкбеҙ. Аңланыңмы? Аҙаҡ яңы ишеткәндәй булып ултырма. Һүҙҙе үҙең башла. Атайым ауыҙына һыу уртлағандай, бисә кешенең әйткәнен көтөп ултырған быҙау ирҙәрҙе яратмай... Ярата, яратмай... Артурҙың һаулыҡ һаҡлау министры Шакиров Марат Шакирйәновичты телевизорҙан ғына күргәне бар. Әммә был ҡалын, дәү кәүҙәле, талғын хәрәкәтле, һәр ваҡыт тыныс йөҙлө кешенең талапсанлығы, халыҡ араһында абруйы ҙур булыуы тураһында ишетеп белә. Шуға күрә Артур шөрләп тә ҡуйҙы. Нисегерәк барып инергә, ҡайһылай үҙен тоторға? Буласаҡ кейәүен оҡшатырмы, юҡмы? Егет өсөн бигерәк тә ошоноһо мөһим. Киләсәктә министрҙың уң ҡулы булырға тейеш ул. Шулай булмаһа, ҡорған бөтөн хыялдары селпәрәмә киләсәк. Әмәлгә ҡалғандай, Марат Шакирйәнович өйҙә булмай сыҡты. Быға Артур һөйөндө генә. Үҙен әҙерәк ҡулға ала торор, исмаһам. Өйгә ингәс тә көтөлгән ҡунаҡ икәнен аңланы егет. Аш бүлмәһенән танауҙы ҡытыҡлап тәмле еҫтәр сыға. Бөтә ерҙә таҙалыҡ, бөхтәлек. Гөлкәйҙең әсәһе Фәриҙә апай мөләйем, баҫалҡы ҡатын икән. Күҙҙәре лә ҡыҙыныҡы кеүек ут сәсеп тормай, ҡарашы хатта бер ни тиклем моңһоу күренә. – Нисек килеп еттең, туғаным? Ата-әсәйеңдәр иҫән-һауҙармы? – тип һорашты күрешкәс тә. Әммә Гөлкәй ишек төбөндә гәп һатып торорға ирек бирмәне, Артурҙы етәкләп, бүлмәһенә һөйрәкләне. – Әсәй, ярҙам кәрәкмәйме? – тип һөрәнләне бүлмәһенән. – Юҡ-юҡ, бөтөн нәмә әҙер, ҡунағың янында бул, – тигән яуапты ишеткәс, ишекте ябып, эстән бикләп үк ҡуйҙы. – Уф, һине көтөп алыр көнөм дә бар икән! Ялҡтым ҡарттарҙан! Йәшәргә ирек бирмәйҙәр. Һәр аҙымым ҡараулы! – тип ирендәрен турһайтып, ошаҡлашып алды. – Уҡыуҙы бөткәне бирле дуҫтар менән дә осрашҡан юҡ, күҙ алдыңа килтер?.. Торғаны менән ужас! Һөйләнә-һөйләнә Артурҙы карауатына йыҡты. Үҙе эргәһенә ҡоланы. – Ҡотҡарыусым минең! Шул тиклем көттөм үҙеңде, – тип ҡайнар бышылданы, ҡосағына һырылды. Әммә Артур былай бикләнеп ятырға Фәриҙә апайҙан уңайһыҙланды. Килеп етмәгән... Әллә ни уйларҙар. Юл кейемен алыштырыуҙы, йыуынып алыуҙы һылтау итеп, Артур уның ҡосағынан ҡотолорға ашыҡты. Залдағы ҙур өҫтәлгә ризыҡ теҙеп бөтөүгә Марат Шакирйәнович ҡайтты. Һаулыҡ бирҙе лә, үҙ алдына мөңрәй-мөңрәй, ҡулын йыуырға ванна бүлмәһенә инеп китте. Был мәлдә Артур был йортҡа, бындағы мөхиткә күнегә башлағайны инде. Быға өй ҙур булһа ла, ундағы йыһаздарҙың, Фәриҙә апайҙың ябай булыуы ла әҙерәк ҡыйыулыҡ өҫтәгәндер. Марат Шакирйәнович: “Ашығыҙ тәмле булһын!” – тип, икмәктән ауыҙ итеп, һурпа ҡапҡас ҡына Гөлкәй менән Фәриҙә апай ҡалаҡтарына үрелде. Был ҡунаҡҡа ла ҡағыла ине. Артур үҙен тыныс тотто. Министр уның хәлдәре, уҡыуҙы нисек тамамлауы, нимәләр менән шөғөлләнеүе менән ҡыҙыҡһынды. Үҙенең эшенән ҡыҙыҡлы хәлдәр һөйләп, көлдөрөп алды. Ваҡыт етеүен һиҙеп, Артур өйләнешеү тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Шуны ғына көтөп ултырғандай, Гөлкәй иркәләп, йылмайып атаһына ҡараны. Фәриҙә апайҙың тулҡынланыуҙан бит остары ҡыҙарып китте. Ҡыуанысын һиҙҙермәҫкә тырышыпмы, ашауҙан туҡтап, сабыр ғына тыңларға әҙерләнде. Марат Шакирйәнович ирен сите менән генә йылмайып ҡуйҙы. “Ышанмаймы икән? – тип шикләнеп, Артур сабырһыҙланды. – Танау аҫтынан ғына унан көлөп ултырыуымы?” Үтмәй ятҡан ҡыҙыңды кәләш итеп алырға риза булғанға рәхмәт әйт, тип әйткеһе килде. – Ете ҡат уйланыңмы һуң, егет кеше? – Әлбиттә! – Быныһын инде алдан ятлап, мейеһенә һеңгән һүҙе булды. – Киләсәккә пландарың ниндәй, кейәү егете? – Марат ағай һаман көлөмһөрәп ултыра бирҙе. – Уҡыуымды дауам итеү, шәп кенә эшкә урынлашыу... – “Һеҙҙең ярҙам менән, әлбиттә” тигәнен эстән генә өҫтәп ҡуйҙы. – Ә һин бында төпләнеп китеүе еңел генә түгел икәнен беләһеңме һуң? – Әлбиттә! – Етмәһә, ғаиләң өсөн дә яуаплы буласаҡһың. Ҡайҙа йәшәргә уйлайһығыҙ? – Нисек – ҡайҙа? – Егет юғалып ҡалды. Ул был турала уйламағайны әле. – Өйләнешкәс беҙҙең менән йәшәп ятмаҫһығыҙ бит инде? – Атай! – Гөлкәй атаһына үпкәһен белдерҙе. Фәриҙә апайҙы ла иренең был хәбәре ғәжәпләндерҙе, ахырыһы, ҡаштарын дуғаландырып ебәрҙе. “Марат...” – тип ниҙер әйтә башлағайны, тегеһе, “шаулама!” тигәнде белдереп ымлап, уҫал ғына ҡарап алды ла һүҙен дауам итте.
– Мин һеҙҙең үҙ аллы йәшәүегеҙҙе теләйем. Үҙегеҙҙең хәлегеҙҙән килә торған нәмәлә минән ниҙер өмөт итеп ятыу – урынһыҙ. Әгәр ысынлап тырышҡанығыҙҙы, ярҙам кәрәк икәнде күрһәм, бер ваҡытта ла баш тартмам. Быны ул телевизорҙан сығыш яһағандағы кеүек ышаныслы, конкрет, һорауҙарға урын ҡалдырмаҫлыҡ итеп әйтте. Артурҙың башы аҫҡа эйелде. Үрләргә ярҙам итмәйәсәк былай булғас. Хылдарым бушҡа булып сыҡтымы ни? Хаталандым, ахырыһы... тигән уйҙар мейеһен сүкене. Артҡа ла юл юҡ: Гөлкәй илап ултырырға Гүзәл түгел, ер аҫтынан да эҙләп табыр, алып ҡайтыр. Унан, әсәһе, Гүзәл алдында оят. Кире ҡайтып, көсһөҙлөгөн, еңелеүен күрһәтһенме ни? Көсөргәнеп уйланыуҙан тир бәреп сыҡты, тыны ҡыҫылды. Күлдәгенең өҫкө төймәләрен ысҡындырҙы. Бәлки, талапты әле генә шулай ҡаты ҡуялыр? Аҙаҡ фекерҙәрен үҙгәртер? Фәриҙә апай ҙа ана ҡайһылай өҙгөләнеп ултыра, иренә моғайын ул да тәьҫир итә алыр ине... Үҙ туйында сит кеше кеүек ултырҙы Артур. Туй көнөндә генә килеп төшкән әсәһе лә төпһөҙ зәңгәр күҙҙәрен ҡайҙалыр алыҫҡа төбәп, үҙ уйҙарына бирелеп тик ултырҙы. Уға барыбер ине. Артур уны бөтөнләй саҡырмаҫҡа, әйтеп тормаҫҡа уйлағайны ла, Марат Шакирйәнович: “Нисек инде үҙеңде ҡәҙерләп үҫтергән кешеңде туйыңа ла әйтмәйһең? Аҙаҡ күҙҙәренә нисек ҡарарһың? Саҡыраһың һәм бөттө!” тип киҫә әйтте. Әсәһе ҡылансыҡ Гөлкәйҙе үҙһенмәне. Гөлкәйгә ҡарап, Гүзәлде уйлап ултырыуын аңланы Артур. Тегеһе лә ҡәйнә буласаҡ кешене, әйтерһең, күрмәй ҙә, белмәй ҙә. Әсәһе улына төрттөрөп алырға әмәл тапты шулай ҙа. – Гүзәлде бына кемгә алыштырғанһың икән. Нимәгә кәрәк булды һиңә бындай тормош? Аңламайым... – Әсәй, яңғыҙым ғына бер нәмәгә лә өлгәшә алмаясаҡмын, аңла! Өфө ул шундай ҡала – төпләнер өсөн блат та сват кәрәк, ә минең тегенеһе лә юҡ, быныһы ла... – Ә мин? Ә Гүзәл?.. – Их, әсәй, әсәй! Аңламайһың һин мине. – Йәлләйем мин һине, улым...
Туйҙан һуң Артур ҡайнылары менән йәшәргә теләмәне. Мең бәлә менән ваҡытлыса йәшәп торорға фатир тапты. Гөлкәй унда йәшәргә ризалашмай маташҡайны ла, атаһы тиҙ күндерҙе. Тәүҙәге икеләнеү, ҡурҡыуҙарын ғаилә мәшәҡәттәре үҙ эсенә йотҡандай булды. Яҙмыш шулай ҡушҡан икән, тимәк, алға ҡарап йәшәргә тейешмен, тигән сәм уянды. Бер кем дә насар йәшәрбеҙ тигән хыял менән тормош ҡормай бит. Артур ҙа барыһының да яйға һалынырына, ал да гөл йәшәп алып китерҙәренә ысын күңеленән ышанды. Әсәһенә лә яңылышмауын, дөрөҫ юлдан барыуын иҫбат итергә кәрәк. Гөлкәй баштан уҡ: “Ғаиләне ир кеше ҡарарға тейеш. Ә мин һине тәмле аштар бешереп, өйҙә көтөрмөн...” – тип үҙенең шартын иҫкәртеп ҡуйҙы. Быға Артур шат ҡына. Көнө-төнө туҡтамай эшләр, әммә кәләше ас-яланғас ултырмаҫ, гөл кеүек булыр. Ҡайныһы биргән һүҙендә торҙо. “Эшкә урынлашырға ине”, – тип барғас, Артурҙың йәненә тейеп һәр ваҡыттағыса оҙаҡ ҡына көлөмһөрәп ултырҙы. – Кеше, кейәү балаҡай, нисек уңышҡа өлгәшә, беләһеңме? Һәр тинен ете ҡат тирен түгеп табып. Мин һине, әлбиттә, иң шәп дауаханаға, хатта баш табип итеп ултыртып ҡуя алам. Әммә иң түбәндән башлап, тәжрибә туплай-туплай үҙеңдең үрләүеңде теләйем. Бының өсөн һәләтең дә, белемең дә етә һинең. Гөлкәй ҙә эшкә урынлашһын. Беҙ уны нисәмә йыл буйына дүрт стена һаҡлап ултырһын тип уҡытманыҡ... – тип оҙон лекция уҡығандан һуң, эште ябай дауахананан, ябай табип булып башларға кәңәш итте. Булған ярҙамы шул булды. Гөлкәй өсөн бигерәк тә Фәриҙә апай өҙгөләнде. Иренә өндәшмәй генә таныштары аша яҡшы-яҡшы урындар тәҡдим итеп ҡараны ҡыҙына, әммә уныһы ыжламаны ла. “Әсәй, һуңғараҡ эшләрмен әле. Ҡартайғас. Ә әлегә йәш саҡтың ҡәҙерен белеп ҡалыр кәрәк...” – тип иркәләнде әсәһенә. Артурҙы ябай табип итеп урынлаштырыу хәбәре генә уны утҡа кәрәсин һипкәндәй, тоҡандырып ебәрҙе.
– Эшләгеҙ, түбәндән күтәрелегеҙ, имеш! Атайым ғүмер буйы шундай булды инде минең! Әсәйем шуның менән нисек түҙеп йәшәйҙер! – тип туҙынды. – Мине лә табиплыҡҡа көсләп уҡыттылар. Мин бит әртис булып сәхнәләгә генә йөрөй торған кеше... Артур еңелеп өйрәнмәгән, “Ҡайным ярҙамы менәнме, унан башҡамы, уңышҡа барыбер өлгәшәсәкмен!” тип сәмләнде. Көҙгөлөккә аспирантураға инде. Һынауҙарҙы уңышлы үтерен белә ине, шулай ҙа Гөлкәйҙең: “Ышаныслы булһын өсөн “күстәнәс бирергә кәрәк”, – тигән кәңәшен тотто. Ысынлап та, имтихан ул – кәрт уйыны, ниндәй һорау эләгерен кем белә? “Күстәнәсен” биргән саҡта: – Имтиханда этеп ебәрерһегеҙ инде, минең дә ярҙамым теймәй ҡалмаҫ, ҡайным ҡарттың кем икәнен беләһегеҙ, – тип мут ҡына йылмайып алырға онотманы. Үҙе белгән һорауҙар эләгеп, имтиханды йырлап тапшырғас, хатта эсе бошоп торҙо. Бушҡа шул тиклем ҡиммәтле бүләк алды булып сыҡтымы ни? Шунан һуң бер аҙ күңеле тынысланып, һәүетемсә генә эшләп алып китте. Эше оҡшай уға. Операцияларҙа ҡатнашыу, ауырыуҙарҙы һауыҡтырыу ҡанатландырып ебәрә. Етәксеһе Вәкил Зәкиевич министр кейәүен һағайып ҡаршы алды шулай ҙа. Артурҙы бик яҡынлатмаҫҡа тырышыуы әллә ҡайҙан һиҙелә. Уның алдында артыҡ хәбәр ҙә һөйләп барманылар. Егет бер үҙе бер ситтә, өйөрөнән айырылған ҡош кеүек йөрөнө. Уға ышанмауҙары һарыуын ҡайнатты. Марат Шакирйәнович ысынлап та һәр береһенең аҙымын тикшереп, аҙаҡ ошаҡлап йөрөргә ҡушҡан булһа ла йәне көймәҫ ине. Еткерәм тиһә, Артурға уларҙың хәбәрен тыңлап йөрөү ҙә кәрәкмәй, һуҡыр түгел, эште нисегерәк ойоштороуҙарын тәүге көндәрҙә үк аңлап алды. Дәүләттеке тип һаналһа ла, был дауахана күптән Вәкил Зәкиевичтыҡына әйләнеп бөткән, ахырыһы. Бында ла иң алдан “күстәнәс” йөрөй. Нисек ризалауыңа ҡарап – дауаһы. Аҡсаң юҡ икән, буш бүлмәләр, буш урындар булһа ла, урының коридорҙа. Ауырыуҙар белеп бөткән, береһен береһе уҙҙырырға тырышып “күстәнәс” ташый. Кем үҙенә айырым иғтибар теләмәй? Артур барыһына ла күҙ йомдо. Донъя – майлы ҡалъя түгел, Гөлкәй менән дә бер талаштылар, бер яраштылар. Табиптың эш хаҡы бәләкәй, шуға күрә уртала һәр ваҡыт аҡса торҙо. – Мин һеҙҙең дауахананы ла, Вәкилчикты ла бик яҡшы беләм, иҫ киткес шәп кеше, минең атайым ише түгел инде, – тип әйләнгән һайын мейеһен ашаны. – Табиптарына ла аҡса эшләргә ҡамасауламай. Һин уларҙан кәмме ни?
– Мин ауырыуҙарҙы талай алмайым! – тип үҙ һүҙендә ныҡ торҙо Артур.
– Ниндәй талау булһын? Улар бит рәхмәт йөҙөнән үҙҙәре бирә... – Бирергә мәжбүр иткәстәре, ни эшләһен бахыр сирле? Бер һүҙем юҡ – бик оҫта ойошторғандар эште. Бүтәненә көстәре етмәһә лә ауырыуҙарға етә... Ә минең намыҫым ҡушмай! – Һин дә атайымдың һыңары булып сыҡтың. Ул, исмаһам, министр, ә һин үҙең эшләп йөрөгән дауаханаңдың ябай бер табибы ғына, шул тиклем ялҡтым мин һинән! – тип үкерҙе кәләше. Йыш ҡына һуңлап, етмәһә һуҡмыш ҡайта башланы. Артурҙы һалҡын, ҡотһоҙ өй ҡаршыланы. Тәүҙәрәк ҡатынына юхалап, инәлеп ҡараны ул, бер тапҡыр хатта эләктереп тә алды. Бының менән Гөлкәйҙе үсектерҙе генә: өйҙә сағында ла ашарға бешермәҫ булып китте. “Һин көнө буйына өйҙә тормайһың, яңғыҙыма күңелһеҙ. Нимә, хәҙер кейәүгә сыҡтым тип береһе менән дә аралашмаҫҡа тейешме ни мин?” – тип аңлатты үҙенең ҡылығын. Уның менән һүҙ әрәм итеү бушҡа икәнен аңлаған Артур ҡул һелтәне. Ысынлап та, эшләмәйенсә өйҙә япа-яңғыҙ ултырыуҙан да ауырыраҡ нәмә юҡтыр, әхирәттәре менән ваҡыт уҙғарғандан ни була? Өйҙә бикләп тота алмай бит инде. “Бала тапмайым!” – тип ҡырт киҫеүе генә эсен бошорҙо Артурҙың. Ҡайныһы уның эше менән һәр ваҡыт ҡыҙыҡһынып торҙо. Әммә Артурҙың яуабы ҡыҫҡа булды: “Һәйбәт”. Уның ҡолаҡ төбөндә әле һаман ҡайныһының теге ваҡытта әйткән һүҙҙәре яңғырап тора ине. Шулай ҙа Марат Шакирйәнович үҙенең кәңәштәре менән ярҙам итергә тырышты. Егет тамам буталды. Өйгә ҡайтҡыһы килмәне, эштә лә толҡа юҡ. Эс-серҙәрен сисергә, хәсрәттәре менән уртаҡлашырға ышаныслы ғына дуҫтары ла юҡ. Бөтөнләй яңғыҙ тойҙо ул үҙен. Еңел булып ҡалмаҫмы тип, ауылына ла ҡайтып әйләнде, әммә, киреһенсә, ҡайтҡан һайын күңеленә ауыр тойғолар ғына өҫтәп китте. Әсәһе күҙ йәше менән ҡаршы алды, күҙ йәше менән оҙатып ебәрҙе. – Балаң етем үҫә бит, ҡайт, Гүзәл әле һаман кейәүгә сыҡмаған, аңлар, ғәфү итер... – тип ялынды. – Минең дә ейән-ейәнсәрҙәремде һөйөп, килен йомшап ултырғым килә. Аңҡы-тиңке йөрөгәндән һуң яҙмышына күнде Артур. Аспирантураһын этелеп-төртөлөп, саҡ яҡлап ҡуйҙы. Тиҙҙән ҡәйнәһе ярҙамында фатирлы булдылар. Әсәһенә оҡшата ул ҡәйнәһен. Ҡыҙының бәхете өсөн өҙгөләнә, ә уныһы бар тип тә белмәй... Барыһы ла һәүетемсә барғандай, әммә барыбер Артурҙың күңеле урынында түгел. Эштәге ҡырын-мырын эштәр ҙә үҙәгенә үтеп ялҡытты. Ике осраҡ булмаһа, шулай йәшәп тик ятыр ине, моғайын. Әммә кәләшенең хыянатын үҙ күҙҙәре менән күреү һәм ҡайныһының үлеме тормошон үҙгәртергә мәжбүр итте. Гөлкәйҙе Вәкилчигы менән “тотто” Артур. Яңылыш ҡына етәксеһенең бүлмәһенә барып инде. Барып инде лә ҡатты, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы. Тегеләренең иҫе лә китмәне, әйтерһең, ире түгел, ят бер әҙәм тора ҡаршыларында. Гөлкәй ниҙер әйтер урынға тештәрен ыржайтып, йәмһеҙ итеп көлдө. Уның был хихылдауы Артурҙың ҡолағын шаулатты. Етәксеһенең: – Ярай инде, һинең менән миңә артабан да бергә эшләргә бит, ошонда онотайыҡ, – тип тороуы һарыуын ҡайнатты. Ҡатынының: – Шунан, ни эшләрһең, сепрәк? Ир түгел бит һин! Һине кеше итеп йәшәп ятҡанға рәхмәт әйт! Миңә һәм атайыма. Ул, кейәүгә сыҡ та кейәүгә сыҡ, ғаилә ҡор, тип минең ҡолаҡ итемде ашаны, һиңә сығырға мәжбүр итте... – тиеүе утҡа май ғына өҫтәне, Артур йоҙроҡтарын төйнәп уларға ташланды. Ығы-зығыны ишетеп, бүтәндәр йүгерешеп килеп инде. Улар, әлбиттә, эштең ниҙә икәнен шунда уҡ аңланы, саҡ айырып алдылар. Бүтәнсә был дауаханала эшләй алмай ине егет. Шул уҡ көндө Марат Шакирйәновичҡа китте. Оҙаҡ һөйләшеп ултырҙылар. Был юлы ысын күңелдән, барыһын да уртаға һалып. Артурҙың күңеленән йөк төшкәндәй булды. Ни өсөн китеүенең сәбәбен дә әйтте. – Дә-ә, – тип һуҙҙы ҡайныһы.

– Бында минең дә ғәйеп бар. Ысынлап та, тиҙерәк кейәүгә сыҡ тип ҡабаландырҙым шул. Йәше лә китеп бара, алама хәбәрҙәр ҙә йөрөй башлағайны. Минең һиңә үпкәм юҡ, кейәү. Ун бишенсе дауаханаға табип кәрәк, шунда күсерһең. Ә Гөлкәй менән... йәшәй алмаһаң, китһәң дә бер һүҙ әйтмәм. Бер-берегеҙҙе бөтөнләй яратмауығыҙҙы тәүге көндә үк аңлағайным инде. Был тәрән аҡыллы, тәжрибәле кешегә һәр ваҡыт һоҡланды Артур. Әле борсоулы йөҙөнә ҡарап, уны һынатмаҫҡа, күңеленә яра һалмаҫҡа була, Гөлкәйҙән китмәне, барыһын да “онотто”. Бер ни булмағандай артабан йәшәп алып киттеләр. Яңы урында яңы коллектив менән ихлас эш башланы Артур. Элекке дауахананың кимәле ни тиклем түбән булыуын ысын мәғәнәһендә шунда ғына аңланы ул. Нисәмә йылдар буйына нисек эшләп йөрөүенә аптыраны. Бер айҙан Марат Шакирйәнович үлеп ҡалды. Быны бөтөн табиптар ауыр кисерҙе. Артур өсөн бер яҡтан оло ҡайғы булһа, икенсе яҡтан үҙе лә һиҙмәҫтән: “Районға ҡайтырға!” – тигән ҡарарға килде. Әйтерһең, Өфөлә уны Марат Шакирйәнович ҡына тотоп торған. Гөлкәйҙең әллә ни иҫе китмәүе ғәжәпләндерҙе егетте. Шул көндән үк Вәкил Зәкиевичҡа күсеп китте тиһәң дә була. Һөйәркәһен атаһы урынына тәҡдим итеп йөрөй икән тип тә ишетеп ҡалды. Әммә Вәкилде ул урынға яҡын да юлатмаясаҡтарына шикләнмәне Артур. Айырылышыу, әйбер бүлешеү ҡыйынлыҡ тыуҙырманы: Артур бер ни ҙә алманы. Бер сумка әйбер менән килгәйне, шулай ҡайтып китте.
– Артур Барыевич, мөмкинме? – Һаҡ ҡына ишек шаҡып, бер ҡатын килеп инде. Артур бик яҡшы белә уны: район хакимиәте башлығының ҡатыны ул.
Әллә нисә магазин селтәренең директоры. Бик эшлекле ҡатын. – Ә-ә-ә, Әҡлимә ханым, рәхим итегеҙ! – Тиҙ генә тороп урын тәҡдим итте. – Һеҙ һәр ваҡыттағыса иҫ киткес гүзәлһегеҙ, һеҙҙән йәшлек аңҡып тора! – тип комплимент яһап алырға ла онотманы. – Ой, ой, Артур туғаным, ну юхаһың, ну ярай беләһең дә инде ҡатын-ҡыҙға! Барыбер рәхмәт. – тип көлдө Әҡлимә ханым. – Эштәр нисек? Көйлөмө? Әҡлимә ханымдың бөгөн сөсөлдәп ултырырға ваҡыты юҡ ахырыһы, йөҙ-сырайы етди. – Көйлө генә. Йомош бар инеме әллә, апай? Берәйһе сирләп киттеме? – Юҡ, юҡ, Аллаға шөкөр, барыһы ла иҫән-һауҙар. – Шулай булһын. – Ни бит әле, Артур туғаным... – Әҡлимә ханым хәбәрен нисек башлап ебәрергә белмәй аҙапланды. – Ни... Йомош бар ине бит әле. Йомоштоң да ҙуры. Артур үҙенең креслоһына барып уңайлап ултырҙы, Әҡлимә ханымдың йомошон тыңларға әҙерләнде. – Минең төпсөктө беләһең бит? Илдарҙы әйтәм? – Беләм, белмәй ни! Үҙебеҙ уҡырға ебәрҙек бит. – Бына шул шаҡшы бала өйләнәм ти! Өҙмәй ҙә ҡуймай. – Бәй, уның нимәһе бар? Башлы-күҙле булыуы яҡшы инде. Ҡараулы була, исмаһам. Юҡһа, йөрөр минең кеүек ҡайҙа барып һуғылырға белмәй. – Артур шаяртып алды, ләкин Әҡлимә ханым етди ине. – Юҡ, юҡ, һәм тағы берҙе юҡ! Нисек инде күҙ ҡараһылай үҫтергән улыма атаһы кем икәнен дә белмәгән кешенең ҡыҙын алып биреп ултырайым. Әсә-аталы, бына үҙебеҙ кеүек кешеләр табылыр әле. Ҡыҙҙың ғына эше был: егетте эләктерҙе лә хәҙер йәбешеп ята! – Минән ниндәй ярҙам талап ителә икән һуң? Әҡлимә ханым урынынан тороп, Артурға эйелде, ярым бышылдауға күсте: – Ҡыҙ ауырлы. Әле дауаханаға килтерҙеләр. Сабитова Зәлиә. – Бик яҡшы. Тыуҙырырбыҙ, ҡарарбыҙ ейәнегеҙҙе, борсолмағыҙ. Быны үҙ өҫтөмә алам. – Артур, шул ғынамы ни, тигән кеүек, йылмайып ебәрҙе. – Туҡта, тыңлап бөт, эш унда түгел. Баланы, ысынлап та, яҡшы итеп тыуҙырығыҙ. Тик бер үтенесем: Зәлиә уны бында ҡалдырып сыҡһын! Ҡыҙҙы балаһынан баш тартырға күндерегеҙ. – Һеҙ ни һөйләйһегеҙ? Мине туранан-тура енәйәткә этәрәһегеҙ түгелме? – Артур, яңылыш ишетмәнемме тип, Әҡлимә ханымға һорау менән текәлде. – Ә Илдар? – Ул әле йәш, бәләкәй. Нимә икәнен аңламай ҙа ҡаласаҡ. Мин ул турала үҙем хәстәрләйем, борсолма. – Артурҙың аптырауҙан телһеҙ ҡалыуын аңлап, уны тынысландырырға ашыҡты. – Ҡурҡма, бында бер ниндәй ҙә енәйәт юҡ. Мин инде барыһын да алдан уйлап ҡуйҙым. Өлкән ҡыҙымдың балаға уҙа алмағанын беләһең бит, аҙаҡ әлеге баланы ҡыҙым уллыҡа алыр. Етем итмәйәсәкбеҙ. – Барыбер әллә нисек бит әле... Баланы әсәйҙән айырып... – Һинеңсә, етем үҫһә яҡшымы? Зәлиә әле йәш, ул сабыйҙы әллә яҡшылап ҡарай ала, әллә юҡ. Мәңге яңғыҙ ҙа йәшәмәҫ, кейәүгә сығыр берәйһенә. Бала уға йөк кенә буласаҡ бит. Беҙҙе беләһең, хаҡына тормабыҙ, – тип тә өҫтәп ҡуйҙы. – Хаҡы бында мөһим түгел... – Нисек инде мөһим түгел? Ир уртаһына етеп ятаҡта йәшәп ятыу яҡшымы ни? Өй һалып ебәрерһең, йәштән берәй кәләш алырһың. Хәҙер ни олатай була торған кешеһең бит инде. Өйөң дә булмағас, һиңә кем ҡараһын? – Әҡлимә уны төрлөсә сәмләндерергә тырышты. – Мин һинән хәҙер үк яуап көтмәйем, төрлө яҡлап уйла. Ҡарарыңды аҙаҡ белешермен. Әҡлимә үҙенең хәбәре менән Артурҙы шаңҡытып сығып китте. Тороп, ишекле-түрле йөрөргә тотондо. Әҡлимә ханымдың һүҙҙәрендә дөрөҫлөк тә бар кеүек, тип фекер йөрөттө ул. Ҡыҙ балаға яңғыҙына ғына ысынлап та ауырға тура киләсәк. Ә иллегә еткән Артурҙың ятаҡ бүлмәһенән башҡа нимәһе бар? Бәлки, ҡыҙ балаһынан үҙе баш тартыр? Күптәр шулай итә бит... Үҙенең уйҙарынан үҙенә оят булып китте, нимә тураһында уйлай! Вәкил Хәмзович кеүек еңел генә аҡса эшләргә уйлай түгелме? Кешенең ҡайғыһында? Марат Шакирйәнович, ана, ғүмер буйы намыҫлы эшләгән, исемен гел маҡтап телгә алдылар, кешенән бер ҙә кәм-хур йәшәмәне. Артурҙың ҡулына эш барманы. Күңелендә ике тойғо көрәште: ризалашырғамы, юҡмы. Әҡлимә ханым вәғәҙә иткән ҡағыҙҙар ҙа эсен тишмәҫ ине. Ул саҡта фатир алып ебәрер, әсәһен янына алыр. Кем белә, бәлки, Гүзәлде лә эҙләп табыр? Ҡыҙына күҙ ҡырыйы менән булһа ла күҙ һалыр. Оят уға, ныҡ оят. Ғәфү итмәҫ... Һуңғы ваҡытта йыш иҫенә төшөрә уларҙы. Бер килеп күрешерҙәренә шиге юҡ. Ошо буласаҡ осрашыуҙан уттан ҡурҡҡан кеүек шөрләй ҙә үҙе. Илдар, Зәлиә, Артур, Гүзәл... Шул уҡ ваҡиға ҡабатлана түгелме һуң? Тик шуныһы: Артур бәпәй көткән һөйгәнен үҙе ташлап ҡасты, Илдарҙы ата-әсәһе мәжбүр итә. Әгәр барыһын да өр-яңынан башларға тура килһә, Артур тормош юлын өҙөлөп ҡалған ерҙән – Гүзәлгә өйләнеүҙән башлар ине. Ул кисекмәҫтән тәүҙә Илдарҙың үҙе менән, аҙаҡ ата-әсәһе менән һөйләшергә ҡарар итте. Илдарҙың һүҙенә ҡолаҡ һалмай, тормошон бөтөнләй икенсе яҡҡа үҙгәртеп ебәреүҙәре, ғүмергә бәхетһеҙ итеүҙәре бар. Егетте һаҡлап алып ҡалырға кәрәк! Артурҙың күңеле эш һуңында ғына үҙ урынына ултырғандай булды. Эштән иртәрәк сыҡты. Көн дә ашап йөрөгән ашханаға инергә итте лә, тупһаһына менеп еткәс, кире уйланы. Өйҙә бешкән әҙәмсә аҙыҡ ашағыһы килде уның. Әсәһе янына ла байтаҡтан ҡайтҡаны юҡ, һимеҙ һарыҡ итенән аш бешереп ашатып ебәрер ине лә... Бында насар урынлашманы ул. Ҡайныһының биргән кәңәштәрен тотоп, үҙ көсөнә генә ышанып эш башлап ебәргәйне, бер нисә йыл эсендә республиканың иң яҡшы дауаханаһы исемлегенә инде. Ауылдарҙағы эште лә яйға һалып ебәрә алды. Ауырыуҙарҙың һөйөнөсөн күрһә, ысын күңелдән рәхмәт әйтеүҙәрен ишетһә, күңеле тағы ла күтәрелеп китә, дәртләнеберәк эшләй башлай. Тик кешенең күңел бөтөнлөгө өсөн эш кенә етмәй икән. Әле бына баҙарҙан ит алып, һалҡын бүлмәһенә ҡайтып бара. Ашарға бешереп, йылмайып ҡатының көтөп торһа насар булыр инеме? Яңынан өйләнергә мөмкинселек булһа ла, Артур бүтәнсә ынтылманы. Тағы ла Гөлкәй кеүек берәйһе тура килеүенән ҡурҡты. Гүзәлде лә онота алманы. Ит бешкәнсе тип, телевизорын ҡабыҙҙы. Һуңғы ваҡытта иркенләп кино-маҙар ҡарарға ла ваҡыты юҡ уның. Бер каналда ла күңеленә ятҡан тапшырыу тапмағас, кире һүндерҙе. Гәзит алып диванға ауҙы. Хәрефтәр һикерешеп, күҙе йомола башлауға телефон шылтыраны. Дауахананан икән. – Артур Барыевич, тиҙ генә килеп етегеҙ, әсәйегеҙ ауыр хәлдә!.. Артур бер ни һорашып тормай трубкаһын ташланы ла, йәһәт кенә өҫтөн алыштырып, ашарға ла өлгөрмәйенсә, сығып йүгерҙе. Әсәһе өй ҡыйығына менәм тип йығылып төшкән, умыртҡа һөйәген һындырған булып сыҡты. Артур шунда уҡ Өфөгә, үҙе иң яҡшы тип һанаған белгестәргә шылтыратты. Һуңғы йылдарҙа әсәһе күҙгә күренеп ҡартайҙы, ныҡ бөтөрөндө. Үҙе янына алам тип ҡараһа ла, ризалашмай. Артур үҙе лә әлегә артыҡ ныҡышманы, үҙенең шәхси йорто булыуын көттө. Ул ваҡытта ай-вайына ҡарамай алып ҡайтасаҡ. Әсәйем килмәй тип, бар эшен ташлап ауылға ҡайтып китә алмай бит инде. – Улым, борсолма, – тип йыуатып маташҡан булды әсәһе. – Өҫтә бер шифер ярылған да, һыу үтә, шуны ямап ҡуяйым тигәйнем... Өфө табиптары бер нисә сәғәт эсендә килеп тә етте. Рентгент һөҙөмтәләре менән таныштылар. – Күреп тораһың хәлен, йәше лә оло... – тине хирург. – Операцияһыҙ булмай, һәм ул ауыр ғына буласаҡ. Әлеге ваҡытта беҙҙә кәрәкле әйберҙәр ҙә юҡ. Уны беҙ заказ менән Мәскәүҙән алдырабыҙ. Ҡиммәт тора. Дүшәмбе таң менән үҙең Өфөгә килеп ет. Алда шәмбе, йәкшәмбе. Кеҫәһендә елдәр уйнай. Алып торор кешеһе лә юҡ. Әҡлимә ханымдан ғына һорап тормағанда... Әммә уныһының үҙенең шарты. Әллә ярҙам итеп ебәрергәме? Ошо фекер менән Артур арып, арманһыҙ булып ҡайтып тәгәрәне. Сисенергә лә көс тапманы хатта. Иртәнге туғыҙҙарҙа телефон шылтыраны. Кәүҙәһе туҡмалған кешенеке кеүек, бөтөн тәне һыҙлай, башы ауырта, йоҡоһо туймаған. Саҡ торҙо Артур. – Эйе, тыңлайым. – Һаумы, Артур туғаным! Хәйерле иртә! – Ә-ә-ә, Әҡлимә ханым, хәйерле тип әйтерлеге бармы икән уның? – Әллә эсеп алғанһың инде? – Юҡ, кисә эш күп булды, һуң ҡайттым, йоҡо туймаған. – Бер-бер хәл булғанмы әллә? – Юҡ, юҡ. Әсәйемде ауыр хәлдә килтерҙеләр. – Шулаймы ни? Ғәфү ит, улайһа, уяттым. Кисәге минең тәҡдим тураһында уйланыңмы әле, шуны белешәйем тигәйнем. Артур тиҙ генә тирә-яғына ҡаранып алды, әйтерһең, кемдер уларҙың һөйләшеүен ишетеп тора. – Уйлайым әле, Әҡлимә апай, уйлайым. Ҡарарымды кискә әйтермен... Шулай тине лә помидорҙай ҡыҙарҙы. Сөнки күңелендә “Әллә?..” тигән уй ярала балағайны. Мәсьәлә хәҙер үк ыңғай хәл ителгәндәй, теге баштан Әҡлимә ханымдың шатлыҡлы ауазы ишетелде: – Рәхмәт, туғаным, мине аңларыңа, хәлемә инереңә тамсы ла шикләнмәгәйнем, ай, рәхмәт яуғыры!.. Артур душҡа инеп ҡойоноп сыҡты ла, кисә бешерә башлаған ашын яҙа-йоҙа бешереп ашап, эшенә ашыҡты. Килеп инеү менән бала тыуҙырыу йортоноң гинекологын саҡырып алды. Шамилды яҡшы белә Артур. Аҡса тигәндә күҙҙәре йылтырап китә. Шуға күрә икеләнергә түгел, был эште тап уға ҡушырға. Ышаныслы егет, һатмаясаҡ. – Ни булды Артур Барыевич? – Сабитова Зәлиә һиндәме? – Эйе. Кисә генә улы тыуҙы. Шалҡан кеүек малай! – Ҡыҙҙың ире юҡ икәнен беләһеңме? – Белмәй инем. – Нисек уйлайһың, уға... ну, Зәлиәгә, кәрәкме был бала? Бөтөн ғүмере алда бит әле уның. Ҡамасау ғына булмаҫмы? Артур, һүҙҙәре нығыраҡ тәьҫир итһен өсөн, шкафынан бер ярты килтереп сығарҙы. Ике рюмкаға ла тултырып ҡойҙо. Колбаса, икмәк телде. – Беҙ һинең менән әллә нисә йыл бергә эшләйбеҙ. – Хеҙмәттәшенең аптырап ҡарауын һиҙмәгәндәй, хәбәрен дауам итте. – Бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлап торабыҙ, артабан да шулай эшләрбеҙ тип уйлайым. Әйҙә, тотоп ҡуй әле. Үҙе, күҙҙәрен йомоп, бөткәнсе эсеп ҡуйҙы. Шамил да көттөрмәне. – Бер-беребеҙҙе аңлап торһаҡ та, әле тел төбөгөҙҙөң ҡайҙа бөгөлөүен бик белеп етмәйемсе... – тип күҙҙәрен сырт-сырт йомоп Артур һүҙен ситләтеп башланы: – Хоҙай бигерәк тигеҙ ҡарамай беҙгә. Бына минең бик яҡшы танышымдың тормошо шул тиклем етеш, бай, әммә... балалары юҡ. Ә Зәлиәгә әлеге ваҡытта был баланың бер ҙә генә лә кәрәге юҡ. – Аңлай башланым шикелле ни әйтергә теләгәнегеҙҙе. – Нисек, эшләй алабыҙмы ошо эште? Шамил бер аҙ уйлап торғандан һуң, икеләнеп кенә яуап ҡайтарҙы: – Булыр ине лә... Балаһы өсөн өҙөлөп тора шул. Иҫ киткес ҡыҙ! – Ә һин аңлат, күндер. Улар табип әйткән һүҙ һис шикһеҙ дөрөҫ тип уйлай. – Бүтән ҡыҙ булһа... икеләнмәҫ тә инем, – тип башын сайҡай-сайҡай урынынан ҡалҡынды. – Һин нимә! Булдырабыҙ ул, тиген! – Артур Шамилға ышаныс өҫтәргә тырышты. Артурҙың көнө тулҡынланыу менән үтте. Бите әле ағарҙы, әле ялҡынланып янырға тотондо. Бөгөн дә бер эш тә ырата алманы. Ҡыҙ ғариза яҙмай ҡуйһа, тип борсолдо. Етмәһә, Мәскәүҙән йәнә шылтыратып, иҫкәрттеләр. Әҡлимә ханым да күңелен ҡытыҡлап, күҙ ҡыҙҙырғыс сумма вәғәҙә итеп сыҡты. Әсәһе янына ингәндә уға тура ҡарамаҫҡа тырышты. Күңел кисерештәрен һиҙҙермәҫкә була, бер туҡтауһыҙ һөйләне, хәленән килгәнсе тынысландырҙы. Кисте саҡ еткереп алды. Шамилды, ишектә күренеү менән, һөйрәп тигәндәй алды. – Шунан? – Ғәфү итегеҙ, Артур Барыевич, күндерә алманым мин уны, ышандыра алманым. Нисектер, күңел тартмай был эшкә. Артурҙың йәне көйөп китте: – Бешмәгән! Һиңә ышанған мин алйот! – Һеҙ ул ҡыҙҙы күрһәгеҙ... үҙегеҙ аңлар инегеҙ. – Ярай инде улай булғас, тик килешелгәнсә – ләм-мим! – Әлбиттә, Артур Барыевич, мине кемгә һанайһығыҙ? Шамил ишекте ябыуға, өҫтәлдәге китап өйөмөн йән асыуына иҙәнгә ышырып төшөрҙө. Унан, йыйып алды ла өҫтәлгә шапылдатып кире һалды. Бер аҙҙан тынысланды. Хатта иңенән ауыр бер йөк төшкәндәй итте. Юҡ, кешенең күҙ йәштәрен алып, гонаһлы булып йәшәй алмай. – Күрһәгеҙ... Аңлар инегеҙ... – тип Шамилды эләкләп алды.
– Ысынлап та, ниндәй фәрештә икәнен күреп сығайым әле, – тип, папкаларын сумкаһына тултыра башланы. Шәп-шәп атлап коридорға сыҡты. Ҡояшҡа күҙе сағылды. Танауына тәмле яҙ еҫе килеп бәрелде. Күкрәк тултырып тын алды. Бала тыуҙырыу йорто икенсе корпуста урынлашҡан. Тәҙрә төптәрендә бәхетле атайҙар, өләсәйҙәр тапана. Артур уларға көнләшеп ҡараны. Күҙенә таныш һын салынды. Бәй, Илдар түгелме һуң? Артур хатта туҡтап ҡалды. Күрмәмешкә һалышып урап үтергә теләне. Ләкин йәш егеттең күҙҙәре сос булып сыҡты, әллә ҡайҙан күрә һалып, яныа килеп тә баҫты. – Һаумыһығыҙ, Артур Барыевич! – Һаубыҙ әле. Бында ни эшләп йөрөйһөң? – тип белмәмешкә һалышты. – Ҡотлағыҙ! Минең улым тыуҙы! – Үҙенең ауыҙы ҡолағынаса йырылды. – Һин өйләндеңдәме ни? Ҡасан өлгөрҙөң? – Юҡ шул... – Әле генә балҡып торған йөҙ әкренләп кенә һүрелде. Башын эйеп, аяҡ осо менән ерҙе типкеләне. – Әсәйем ҡаршы. Артур ағай! Әллә беҙгә инеп сығаһығыҙмы? Әсәйем менән һөйләшеп ҡарағыҙ әле? Һеҙҙе тыңлар ул, һеҙҙе бик ихтирам итә. Илдар инәлеп Артурға ҡараны. Артур ышаныс менән баш ҡаҡты. Әсәһенә операция яһап, мәшәҡәте бер аҙ кәмегәс, мотлаҡ барасаҡ, Әҡлимә ханым менән һөйләшәсәк, күндерәсәк. Ә аҡса... Табыр! – Рәхмәт, ағай! Инмәһәгеҙ ҙә үпкәләмәм, – тип ҡуйҙы төшөнкө тауыш менән, Артурҙың хәлен аңлағандай. – Һеҙ минең өсөн йөрөргә тейеш түгел бит... Ә мин барыбер Зәлиәгә өйләнәсәкмен! Һөнәрем бар, ҡайҙа ла асҡа үлмәҫбеҙ әле!Улымды етем итергә бирмәйәсәкмен. Артур йәш кешегә һоҡланып ҡараны. “Аҡыллы кеше ана нисек фекер йөрөтә, ә мин...” – Дөрөҫ эшләйһең, Илдар! Мөхәббәтең өсөн, бәхетең өсөн көрәшергә кәрәк. Уңыштар һиңә! – тип тиҙерәк китергә ашыҡты. Унда хәҙер уғата ҡыҙыҡһыныу уянды. Бер нәмәгә ҡарамай ҡыҙҙы инеп күреп сығырға булды. Бәхетенә күрә, Зәлиә палатала яңғыҙы ине. Артур ишектә күренеүгә, урынынан һикереп торҙо. – Һаумыһығыҙ, Артур Барыевич! – Һаумыһығыҙ. Ҡыҙҙың көләс йөҙөн күреп, табип юғалып ҡалды. Ул һағышлы, төшөнкөлөккә бирелгән кешене күрермен тип уйлағайны. – Бына, ҡыҙҙарҙың, бәхетле әсәйҙәрҙең хәле менән танышып йөрөйөм әле, – тине өндәшмәй тороуҙы уңайһыҙ һанап. – Ой, Артур Барыевич, мин ысынлап та бик бәхетле! Бына ҡарағыҙ әле улыма... – Үҙе ялп итеп карауатында ятҡан ҡурсаҡ буйы улын күтәреп алды. – Өс кило ла туғыҙ йөҙ! Буйы илле ете сантиметр. Артур үҙе лә һиҙмәҫтән сабыйға үрелде: – Ҡайҙа әле, ҡайҙа. Оһо! Бына ҡайҙа ул баһадир! Һоп, һоп! – Еңелсә генә һикертеп алды. Күңелендә әйтеп аңлатҡыһыҙ хис-тойғолар ҡайнашырға кереште. Шамилдың күндерә алмауына сабыйҙарса һөйөндө. Күпме кешене йәнә бәхетһеҙ итер ине Артур. Әгәр ул ике йәш йөрәкте ҡауыштырып, Әҡлимә ханымдың күңелендә сабыйға һәм килененә ҡарата һөйөү уята алһа, үҙенең ҡасандыр өҙөлгән яҙмышын киренән ялғаған кеүек буласаҡ. Шуны тойҙо Артур. Әйтерһең, ул – Илдар, Зәлиә – Гүзәл. Артурҙың яңы тыуған баланы тәүләп күтәреп тороуы. Әллә шуға яҡын, үҙ балаһылай инде? Әллә бәпес танһыҡ? Тулҡынланыуҙан йөрәге сыға яҙып ярһып типте. Еңелсә генә аяҡтары, ҡулдары дерелдәне. Табиптан күҙен дә алмай ҡарап торған Зәлиә сабыйын ҡулына алды. Артур сихырланғандай ни сығып китә алмай, ни ниҙер өндәшә алмай, тапанып тороуын белде, күҙен баланан алманы.
– Ә һеҙҙең балаларығыҙ бармы? – Берәү. Берәү генә... Тик беҙ бергә йәшәмәйбеҙ.
– Ғәфү итегеҙ, белмәнем. Шул арала санитарка ҡыҙ Зәлиәгә әсәһенән күстәнәс индереп сыҡты. Ҡыҙ тәҙрәгә ябырылды.
– Әсәй, һаумы! Бөгөн килмәһәң дә булыр ине. Көн дә йөрөргә алыҫ бит! – Килмәйенсә нисек түҙеп ятайым? Бер ҙә алыҫ түгел, машиналар, автобустар йөрөп тора. Зәлиә Артур Барыевичҡа әйләнде: – Әсәйем килгән. Килегеҙ бында, – тип саҡырҙы. Артур тыңлаусан малайҙай тәҙрәгә килде һәм... унда Гүзәлде күреп телһеҙ ҡалды.
– Әсәй, һин Артур Барыевичты беләм, бергә уҡыныҡ тип уның тураһында гел һөйләй торғайның, бына ул! Таныйһыңмы?
– Бер ни белмәгән, аңламаған Зәлиә курсташтарҙы шатландырырға теләп, тәтелдәне. Гүзәл менән Артурҙың күҙҙәре осрашты. Сал сәсле олатайҙың күҙҙәренән бөрсөк-бөрсөк йәш тәгәрәне. Оялманы ул был йәштәрҙән. Бына нисек килеп осрашырға яҙған уларға. Яҙмыштың ҡөҙрәтеме, һынауымы,әллә әсе шаярыуымы?..

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас