Һаҡмар
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби бит
22 Июня 2022, 12:00

Мин хәбәрһеҙ юғалманым...

Был ваҡытта ҡамауҙан сыҡҡан батальон алыҫтағы ҡалҡыулыҡ түбәһендә ине. Йәмғеһе... алты кеше. Биш йөҙҙән - алтау! Яман гөрһөлдәүгә тертләшеп, арттарына ҡаранылар.- Йәнегеҙ йәннәттә булһын, яугирҙарым! - Кәпәсен йомарлап тотҡан комбаттың сәнскеле сикәләре буйлап ике бөртөк тамсы тәгәрәне. - Ҡаһармандар, Тыуған ил һеҙҙе онотмаҫ!Биш кешелек, әммә намыҫын һаҡлап ҡалған "батальон", уға эйәреп, батырҙарға баш эйҙе...

Иҙрис Ноғоманов

Ил өҫтөнә ябырылған афәт ябай ауыл кешеһе Хәйривараны ла урап үтмәне. Ажарланған ғәрәсәт ише ҡотолғоһоҙ ҡосағына ҡыҫып, башҡа миллионлаған яҙмыштар ыңғайына өйөрөлтөп-әйләндереп алды ла китте. Хәйер, нисек инде ул урап үтһен? Илдә йәшәгән һәр кем шул илдең киҫәксәһе лә. Бер бөтөн кисергән мәлдә киҫәксә ситтә ҡала аламы?
Ҡустыһы Ғилмитдин менән улар Өфөлә тап булыштылар. Байтаҡҡа алданыраҡ киткән туғаны Әлкәлә хәрби әҙерлек үтеп ята икән. Уйламағанда юлдары киҫешеүгә ҡыуанып бөтә алмаған ағай-эне, форсатын тура килтереп, фотоға төштө. Төшөүен төштөләр, ә ошо осрашыуҙары улар өсөн һуңғыһы икәнлеге баштарына ла инеп сыҡманы. Улар һуғышҡа китеп барһа ла үлер өсөн бармай ине бит...
Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәгән, бер-береһенә ҡарап танһыҡтары ҡанмаған (әйтерһең дә, ун йыл күрешмәгәндәр!) Хәйривара менән Ғилмитдин ауылдың иң абруйлы, иң хөрмәтле кешеләре булдылар. Береһе, ҡустыһы - уҡытыусы, икенсеһе - ауыл советы сәркәтибе ине. Һуңғараҡ, эшкә сымыры, ипле, яңыса фекерләй белгәнен, йыйнаҡлығын күреп, ағай кешене район үҙәгенә саҡырып алдылар.
Нөғәмәнов ер эштәре менән шөғөлләнде. Эшмәкәрлеге ҡатмарлы осорға тура килһә лә, вазифаһына намыҫ менән ҡараны. Колхоздар менән совхоздарҙың яңы "тыуып" ятҡан сағы. Ул яҡтан да, был яҡтан да ҡыҫымға алыусылар күп булды: һәр кемгә яҡшыраҡ, уңдырышлыраҡ ерҙәр кәрәк. Әле хәтерендә, бер мәл Мәскәүҙең тура үҙенә буйһонасаҡ "Заготскот" селтәрҙәре булдырыла башланы. Уның арыу ғына ҙур бер филиалы районда ла ойошторолдо. Яҡшы яҡтан үҙен күрһәтеп ҡалырға теләгәндер инде райкомдың беренсе секретары Хәйривараны шунда уҡ "порукаға" алды. Ул "Заготскот" өсөн көтөүлек биләмәләрен ҡаралғандан күберәк бүлдереп, аҙыраҡ күрһәтергә самаланы һәм бөтөнләй икенсе, ҡара тупрағы боҫорап ятҡан урындан. Өлкән-өлкән түрәләр бит мәркәздең үҙенән килеп ҡараясаҡ.
Хәйривара тейешле ергә барғанда ысын-ысындан оло мәжлес ойошторолған ине. Гөжләп торған тәкәләр һуйылған, һәр төрлө эсемлеге тулып ултыра. Торғаны һабантуй инде. Ундайҙы күп күргән тәжрибәле белгес шунда уҡ аңлап алды: тимәк, һатып алырға теләйҙәр. Һәм ул, йыйында туҡталып тормаҫтан ғына үҙ эштәрен бөтөрҙө лә, ҡайтты ла китте. Ерҙәр тәғәйен урындан һәм тейешенсә кимәлдә бүленде. Аҙаҡ, биләмәләр яңылыш үлсәнгән, тигән ялыу буйынса Өфөнән комиссия килеп йөрөнө, әммә Нөғәмәновтың эшендә бер хилафлыҡ та тапманылар. Әлеге осраҡтан һуң "беренсе" Хәйривараға ҡырын-мырын ҡарап, теш ҡайрар булды. Мутлыҡтары өсөн урынынан осоп киткәнсе. Уның ҡарауы, ер белгесенең намыҫы таҙы ҡалды. Заманына күрә юғары ғына дәрәжә биләгән ғәҙел ир өҫтөнән шунда уҡ тағы ялған донос яҙыусыһы табылды - ил буйлап 1937 йыл атлай ине. Хәйривара ниндәйҙер мөғжизә менән үҙен-үҙе яҡлап ҡала алды. Шуның арҡаһында береһенән-береһе бәләкәй өс баланы атайһыҙ, ҡатыны Фәүзиәне ирһеҙ ҡалыуҙан ҡотҡарҙы. Әлеге шул аҡылы инде. Зиһене етеңкерәмәй, бер генә яңылыш һүҙ ысҡындырып, яҙа баҫтымы, башы Себергә китә ине. Ярай әле Себер менән генә ҡотола алһаң...
Ә һуңынан... Һуңынан, тормоштар шөйлә матурланып, донъя рәхәтлеген күрә башлағанда, бөтә өмөттәрҙе селпәрәмә килтереп, йәшәйештәрҙе баштүбән әйләндерә һуҡҡан тәреле яу ябырылды һәм аяуһыҙ ҡан ҡойош башланды. Яман ҡырылышта береһенән-береһе ҡеүәтлерәк дәүләттәр менән дәүләттәр генә бәрелешеп ҡалманы, ҡитғаға ҡаршы ҡитға сыҡты. Ете йылға һуҙылған әлеге ҡапма-ҡаршы тороуҙың ниндәй эҙемтәләргә килтерәсәген әле бер кем дә әйтә алмай ине. Ә эҙемтәләр ҡот осҡос буласаҡ.
Ауылдаштарының байтағы һалдат шинеле кейергә өлгөрһә лә Яңауыл колхозының партком сәркәтибе итеп һайланған Хәйривараны саҡыртыуҙы, ни сәбәптәндер, һуҙа килделәр. Һәм бына, ниһайәт, 1941 йылдың декабрь баштарында уға ла ҡағыҙ тотторҙолар. Өйөнән сығып китеүгә өс көн тигәндә ул инде һуғыштың ҡайнап торған урынында ине. Ғәжәп, башҡаларҙың китеүен ауыр кисергән Хәйривара был юлы хатта иркен һулап ҡуйҙы. Юғиһә, ярты йыл эсендә тол ҡалырға өлгөргән йәп-йәш ҡатындар, һуғышта һәр төрлө ағзаларын ҡалдырып ҡайтҡан яугирҙар ҡырын-мырын ҡарай башлаған һымаҡ ине. Йәнәһе, ҙур түрә булғас ни, һуғышҡа ла бармай ята. Эй-й, был әҙәми зат! Үҙенән башҡаға саҡ ҡына ла һәйбәтерәк булмаһын - күрә алмай башлай. Заман-ҡоролошона күрә кешеләре лә шулай аҙамы икән әллә?
Шундай көнсөлдәрҙең береһе райсоветта эшләне. Эшләне тип, үҙенең ҡулынан йүнле бер эш килмәй, фекерләү яғы ла самалы ғына, ә белемсе булып ҡылана. Етмәгән аҡылын башҡаларға өйрәтеп маташа. Бына ошоноһо иң ҡурҡыныслыһы ине. Өҫтәүенә, ауыҙынан хәмер еҫе өҙөлмәне. Ҡыҫынҡы ғына кабинетта бергә ултырғанғамы, мәңге йәпәтәйләнеп, баҫалҡы холоҡло Хәйривара тирәһендә уралыр ине. Бөтөн нәмәһен унан эшләтеп алыр ҙа, күрҙегеҙме ағайығыҙҙы, тигәндәй, күкрәк киреп йөрөй торғайны. Нисек итеп шул башһыҙ әҙәм райсовет һынлы райсоветҡа барып оя тибә алды икән? Ошо һорауҙы Хәйривара үҙ-үҙенә йыш ҡына бирер булды. Барыһы ла асыҡланғанға тиклем.
Хәйер, ул бәндә власть органдарына нисек килеп ингән, шул рәүешле еңел генә осоп та китте. Әлеге шул аңралығы сәбәпсе инде. Өфөнән килһә лә, ябай ғына кейемле оло вәкилде коридорҙа әселе-сөсөлө һүҙҙәр менән һүгеп ташлаған. Танымайса. Мәңге иҫерек булғас ни. Ауыл кешеһе, тип уйлаған, күрәһең. Ауылдан килгәндәр менән һәр саҡ шулай ҡылана торғайны. Аҙаҡ: "Кем икәнлеген аңғартһаң була инде",- тип Хәйривараға үпкә белдереп йөрөнө. Әйтерһең дә, вәкил килгәндә ул уның еңенән тартып торорға тейеш булған. Ҡыҙыҡ кешеләр була бит. Ҡыҙығын-ҡыҙыҡ, Хәйривара һиҙемләне, теге уҫал ниәт менән яҙылған шикәйәт тә кәнде уның эше булды. Ит изгелек, көт яуызлыҡ. Шулай ҙа һуңынан белде: сәрхүш әҙәм райсовет башлығының бажаһы икән, ҡәһәрең. Бер туған. Бына шулай, йәмәғәт эшенә зыян килһә-килһен, тик бажа нужа күрмәһен...
- Старшина Нугаманов! - Баянан бирле батальон ат-ужаһын рәтләп булашҡан Хәйривараның ауыр уйҙарын талапсан тауыш бүлдерҙе. Комбат икән.
- Я, товарищ майор!
- Старшина, обоздар кискелеккә әҙер булырға тейеш. Эңер төшөү менән ҡуҙғалабыҙ. Яҡты күҙҙә өлгөрөп ҡалығыҙ.
- Так точно, өлгөрәбеҙ! Йөктәр инде тейәлеп бөткән тиерлек.
- Яҡшы, һәр ваҡыттағыса һынатмаҫһығыҙ тип ышанам.
Төптән ныҡ, яурынтаҡ, саф башҡорт ҡиәфәтле, осҡор ҡарашлы батальон старшинаһы Нөғәмәнов йәшкә үҙенән күпкә кесерәк командирының йылы мөнәсәбәтенән ҡәнәғәт ҡалды. Уларҙың ҡаты бәрелештәрҙә шаҡтай ҡаҡшаған хәрби часы Тула ҡалаһы янында тора. Бер ынтылыуҙа ярты Европаны бағындырған кеүек, СССР ерҙәрен дә анһат ҡына ҡулға төшөрмәксе булып ымһынған фашист илбаҫарҙары хәҙер, сасҡау һыуыҡтар өтә башлағас, яҡшы аңлай: йә беҙ советтарҙы, йә улар беҙҙе. Өсөнсөһө бирелмәгән. Шуның өсөн дә йән-тән аямай алға - Мәскәүгә ынтыла. Советтарҙың баш ҡалаһы ана ғына, күренеп тора, ә ниндәйҙер бер Тула уларҙың юлында тамаҡҡа арҡыры торған һөйәк ише. Маңлайға-маңлай күпме тапҡыр һөжүм итеп ҡараһалар ҙа, ала алманылар. Әле бына һуңғы көндә генә, нисектер, тыныслана төшкән һымаҡтар. Әллә төңөлә барыуҙары шулмы? Бәлки, берәй этлек уйлайҙарҙыр әле. Һәр төрлө этлеккә немецтың башы эшләп тора бит. Ҡасандан көтөлгән контрһөжүмдәре һаман башланмай ҙа башланмай. Мәскәү һынлы Мәскәүҙе ҡалдырырға йыйынмайҙарҙыр бит инде. 1812 йылда, ярай, ғәскәрҙе һаҡлап ҡалыу хаҡына баш ҡаланы биреп ҡотолғандар. Заман башҡа, заң башҡа, хәҙер бит заманалар икенсе. Бөтөнләй икенсе. Гитлер һиңә Наполеон түгел, Мәскәүҙе бер ҡулға төшөрһәме...

* * *

Көн үҙәге ауышҡанда борсолоуы ҡаҡса йөҙөнә сыҡҡан комбат ҡулы аҫтындағы командирҙарҙы блиндажына йыйҙы.
- Иптәштәр! - Эске хәүефтән тоноҡлана төшкән баҫалҡы тауыш менән һүҙ башланы, - иптәштәр, әҙер булығыҙ, һеҙгә үтә лә яман хәбәр еткерергә мәжбүрмен: беҙ ҡамауҙа ҡалғанбыҙ. Оборона тотҡан арала немецтар беҙҙе ике яҡлап урап үткән. Күршеләр, тимәк, сыҙамаған.
Йыйылыусылар бер-береһенә ҡарашып ҡуйҙы. Ҡараштарҙа аптырау ҡатыш көҙөк, хатта бер аҙ ҡурҡа төшөү ғәләмәте лә сағыла ине. Әммә ләкин төшөнкөлөккә бирелеү тойолманы. Ошоно үтә күреп торған тәжрибәле майор иркен һуланы. Утлы ҡулсаға эләгеүҙәре хаҡында ул, уратып-суратып тормайынса, юрый тураһын әйтте, буғай. Һынап ҡарамаҡҡа. Хәҙер белде: командирҙары һынатмаясаҡ. Улар өсөн күңеле тыныс. Юғалып ҡалмаған командирҙың яугирҙары ла һынатмаҫ.
- Мин әле генә ҡәтғи фарман алдым, - комбат һүҙен дауам итте, - ул фарман буйынса беҙ, данлыҡлы Ҡыҙыл Армия боецтары, бер нимәгә ҡарамайынса ҡамау ҡулсаһын өҙөп сығырға тейешбеҙ. Бөгөн үк! Иртәгә һуң буласаҡ. Һорауҙар?
- Иптәш комбат, рөхсәтме?- Таушалған бушлатын рәтләй-рәтләй аяғүрә баҫҡан Нөғәмәновтың йөҙө хәстәрле ине, - ә обоздар менән нисек итербеҙ? Юлһыҙ ерҙә машиналар үтә алмаясаҡ.
- Үтә алғансы барырбыҙ.
- Ә артабан?
- Старшина, көнэлгәре паникаға бирелмәй торайыҡ, мәле еткәс күҙ күрер. Тағы һорауҙар булырмы? Башҡаса һорауҙар юҡ, - батальон командиры бер аҙ һынап торғандан һуң тағы һүҙ башланы. Был юлы уның тауышы тантаналы ишетелде: - Бөркөттәрем минең! Һеҙҙең менән миңә утты ла, һыуҙы ла кисергә тура килде, әжәл күҙенә ҡарап торған мәлдәр аҙ булманы. Шөкөр, һынатманығыҙ. Был яғына ла шулай булыр тип уйлайым. Уйлайым ғынамы - ышанам. Ошоғаса теләһә ниндәй ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалманығыҙ. Үҙегеҙҙе хас совет һалдатынса тоттоғоҙ. Әммә хәл ҡырҡыулаша. Иманым камил, алда торғандар янында үткәндәр сүп һымаҡ ҡына булып тойоласаҡ. Мин быны һеҙҙе ҡурҡытыр өсөн әйтмәйем. Ҡамауҙа ҡалыу - уйын эш түгел. Бында йә йырып сығаһың, йә...
Комбаттың, мәле еткәс, тигәне үҙен оҙаҡ көттөрмәне. Боеприпас тейәлгән өс, тыңҡыслап аҙыҡ-түлек тултырылған ике машина тын ҡарҙы йырып, алыҫ бара алманы. Ярты саҡрым ер үттеләрме-юҡмы, бүҫкәләренән көртҡә сумдылар ҙа ҡатып ҡалдылар. Ни алға, ни артҡа. Әйтерһең дә, элек-электән ошонда торғандар. Уларҙы хәҙер урындарынан ҡуҙғатыу тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел ине. Ныҡлап һеңделәр.
- Обоздарҙы яндырырға-а! - Командирҙың ошо фарманы хөкөм ҡарары кеүегерәк яңғыраны. - Артабан үҙебеҙ генә китәбеҙ.
- Иптәш майор, яраған эш булырмы? Обоздарҙы әйтәм, - Нөғәмәнов шунда уҡ тегенең ҡаршыһына килеп баҫты.
- Башҡаса нимә тәҡдим итә алаһың, старшина?
- Шул көйө ҡалдырып киткәндә. Урын төпкөл, урман ҡараңғы. Немецтәр, бәлки бында килеп тә сыҡмаҫтар.
- Мин һине аңлайым, Нугаманов, - полковник ауыр көрһөндө, - старшина булараҡ, мөлкәт өсөн борсолаһың, сөнки һин яуаплыһың. Үҙемдең дә йән әсей: һалдатҡа ашау наҡыҫ, боеприпас етешмәгәндә күпме дәүләт харап була. Әммә ниндәй хәлдә ҡалғаныбыҙҙы күреп тораһың. Шуның өсөн мин һине әлеге яуаплылыҡтан азат ҡылам. Һине бер кем дә хөкөм итмәҫ.
- Шулай ҙа...
- Был - приказ, старшина! Һин бит хәрби кеше.
- Әлбиттә, армияла приказ менән көллөһөн дә эшләтергә була. Бигерәк тә бөгөнгө кеүек хәрби осорҙа, - Хәйривара, эстән ярһып барһа ла, тыштан тыныс булырға тырышты, - ләкин, иптәш майор, бынауындай мөлкәт өсөн баштан һыйпамаҫтар. Унан, кешелеклелек тигән нәмә лә бар бит әле.
Батальон командиры ошо урында уйға ҡалды. Шунан:
- Конкретно нимә тәҡдим итәһең һуң, старшина, - тип ныҡыш һалдаттың арҡаһынан ҡаҡты.
- Мине обоздар янында ҡалдырығыҙ, - булды яуап.
- Һин үҙ аҡылыңдамы, Нугаманов?
- Так точно, иптәш комбат! Үҙ аҡылымда һәм барыһын да үҙ ихтыярым менән эшләйем.
Аптырай төшкән майор, был ысынлап әйтәме, әллә герой булып ҡылана ғынамы, тигән кеүек Хәйривараның ут сәскән йәшкелт күҙҙәренә төбәлде. Ул күҙҙәрҙә яһалма геройлыҡтың тамсыһы ла юҡ ине. Барыһы ла ихлас күңелдән һәм ысын йөрәктән! Ә ҡараш! Ҡараш һуң ниндәй! Бөркөт ҡарашлы тип, әлбиттә, ошондайҙарға әйтәләр. Бындай ҡараш хужаһын бер ниндәй приказ менән дә, өгөт менән дә һындырып булмаясаҡ , комбат, әле килеп, ошоно аңланы. Старшина ҡәтғи ҡаршы булһа ла, батальон командиры уның менән тағы ике һалдатты ҡалдырырға ҡарар ҡылды. Ғәҙәти булмағанса, һалдаттарҙы Хәйривараның үҙенә һайлап алырға рөхсәт ителде. Ләкин ул һайлап торманы, теләктәре булғандарҙы үҙ иркенә ҡуйҙы. Ҡалыусылар ун туғыҙ йәшлек сая башҡорт егеттәре Лоҡман менән Солтан ине. - Яҙмышты һынама, Нугаманов, машиналарға алдан уҡ шартлатҡыстар ҡуйығыҙ. Барыһына ла. Ишетәһеңме? Бәрелешкә инергә артыҡ тырышып тормағыҙ, был - мәғәнәһеҙлек. Дошман күренеп ҡалыу менән обоздарҙы... Хәйер, һиңә өйрәтәһе түгел, үҙең беләһең...
- Есть шартлатҡыстар ҡуйырға! - Старшина Нөғәмәнов майорға башлағанын әйтеп бөтөрөргә ирек бирмәне.

Хәтәр осоноп ҡалған булһа ла шартлатҡыстарҙы урынлаштырғанда Хәйривараның йөрәге әрнене: шулай уҡ ошо хәтлем дәүләт тиктомалға күккә осормо икән ни? Быға юл ҡуймаҫҡа ине лә, нисек килеп сығыр. Булдыра алырмы? Тырышырға, снарядтар менән аҙыҡ-түлекте һаҡлап ҡалыу хаҡына мөмкин булғандың барыһын эшләү лазым. Ә бәлки, мөмкин булмағанын да. Ҡоралы ла, аҙығы ла алыҫ түгел киләсәктә кәрәк буласаҡ. Ныҡ кәрәгер. Бына контрһөжүм башланһын әле...
Һиллек хөкөм һөргән урман эсендәге тейелмәгән ҡар өҫтөндә батальон үткән юл ярылып ята. Ошоноһо әлеге мәлдә иң кәрәкмәгәне һәм эсте бошорғаны. Бына ҡасан ул, ирекһеҙҙән, тиҙерәк күҙ асҡыһыҙ буран күтәрелеүен теләйһең. Уныһы ла бит кисә генә борхолдата ине, бөгөн килеп баҫылды ла ҡуйҙы. Һепертеп кенә эҙҙәрҙе күмеп киткәндәме. Немецтар был урынға тығылып та тормаҫтар ине.
- Һеҙ инде батальон артынан китһәгеҙ ҙә була. - Миналарҙы урынлаштырып бөткәс тә старшина һалдаттарҙы ошо һүҙҙәре менән шаҡ ҡатырҙы.
- Нисек инде, китһәгеҙ ҙә була? - Ғәләмәт һонтор Солтан ҡуңыр күҙҙәрен селт-селт йомғослап алды, - ә һеҙ? Беҙҙе бында, иң һуңғы ҡурҡаҡ ише, посты ташлап ҡасыр өсөн ҡалдырҙылармы?
- Юҡ инде, рас ышаныс белдергәндәр икән, ахырғаса һинең менән булырға тейешбеҙ, Хәйривара ағай. - Лоҡман һалдаттың саф башҡортсалап өндәшеүе сәйер генә тойолдо. Шул арала урыҫ телмәренә күнегеп тә барыла, ә. - Беҙ бит хәрби ант биргән.
- Эй-йе, антҡа хыянат - енәйәттәрҙең иң ауыры. Шулай ҙа... Һеҙ бит әле йәштәр. Һеҙгә йәшәргә лә йәшәргә. - Утыҙ етенсе йәшен ҡыуған Хәйривараға әле егермеләре лә тулмаған егеттәр ихлас күңелдән йәл ине.
- Юҡ, тинек бит инде. - Был юлы Лоҡман руссалап әйтте.
Солтан, нисек инде иптәшеңден яңғыҙын ҡалдырып ҡасырға мөмкин, етмәһә, командирҙы, тигән кеүек аңшайып торҙо. Ахырҙа:
- Старшина, өгөтләп маташма, беҙ һеҙҙе ташлап бер ҡайҙа ла китмәйбеҙ, - тип ҡырт киҫте.
Өсөһөнөң дә күңелендә ауыр тойғолар ҡалдырған йәпһеҙерәк һөйләшеү ошо рәүешле осланып бөтмәйенсә тамам булды.
Яҡын-тирәне әйләнеп сығып, урынға разведка яһанылар. Алдарында асылған хәл-күренештәр ҡыуанырлыҡ түгел ине. Шыйыҡ, шуның өсөн ышанысһыҙ, ағаслыҡ эсендәге бәләкәй генә, ҡыҫыңҡы аҡлан уртаһында ҡатып ҡалған машиналар әллә ҡайҙан: "Беҙ бында!" - тип ҡысҡырышып торалар. Уларҙың дошман күҙенә салынмай ҡалыуҙары хаҡында хыялланаһы ла түгел. Ошо арҡырыһы-буйы бер нисә тиҫтә метр асыҡлыҡта үлемесле алышҡа инергә тура киләсәк. Үлемесле алышҡа. Немецтар уларҙы шәйләгән хәлдә, нисек кенә теләмәһәң дә, башҡаса сиселештең булыуы мөмкин түгел. Ярҙам көткәндәй урын юҡ. Барыһы Мәскәүҙе һаҡларға йәлеп ителгән. Бөтә ил баш ҡаланы ҡурсығанда өс һалдат менән биш машина йөк нимә ул! Сүп! Диңгеҙ эсендәге тамсы! Шулай ҙа диңгеҙ әлеге тамсыларҙан йыйыла. Белеп эш иткәндә өс кеше лә көс. Ҙур еңеү тураһында хыялланмағанда ла үҙ ғүмереңде ҡиммәтерәк хаҡҡа...
Ана, дошман әле күренмәй ҙә, ә Хәйривара әллә нимәләр уйлай башланы.
Арыраҡ, тәрән йыраҡа ашаһында ҡыйралған танкылар тулып тора. Беҙҙекеләр менән немецтарҙыҡы буталып бөткән. Уларға күҙҙәрен ҡыҫа биреп ҡарап торған старшина Нөғәмәнов ҡәнәғәт ҡалды: шунда ла тимер дәжжәлдәрҙең аҡ тәрелеләре күберәк. Байтаҡҡа күп. Танкыларҙың ҡай берҙәре һаман булһа быҫҡый. Күңел болғандырғыс көйөк еҫенә ҡарағанда, уларҙың эсендәге кешеләр яна.
Һай ғына окоптар янына барып сыҡҡан өсәүҙең иҫ-аҡылы китте: үлектәрҙән бында баҫыр урын юҡ ине. Был урында, бәләкәй генә ҡалҡыулыҡ өҫтөндә, сит-ят ерҙәргә ымһынып килгән фашист ҡалдығы менән тыуған иле хаҡына таш ҡая булып торған совет һалдаттары боғаҙ сәйнәшкән. Бында ҡан йылға булып аҡҡан. Ошо рәүешле күпме дауам итер? Кем - кемде? Хәйер, кем-кемде тигән һорауҙың булыуы ла мөмкин түгел. Ана, Сталин: "Беҙҙең эш - тоғро, беҙ еңәсәкбеҙ!" - тине бит. Ул булмаҫтайҙы һөйләп тормаҫ. Дошман Мәскәүҙең үҙенә килеп етһә лә, илебеҙ бөйөк. Бөйөк илдең бөйөк халҡы ниндәйҙер бер фашист этенә бирешеп тә тормаҫ.
Үҙ уйҙарынан рухланып киткән старшина Нөғәмәнов "подразделениеһы" менән обоздар янына әйләнеп килде. Оборона тоторға әҙерләнделәр. Сөнки, разведка мәғлүмәттәре буйынса, йәшеренеп ҡалып булмаясағы инде теүәл асыҡ ине. Беҙҙекеләрҙе эҙәрлекләй барған дошман ғәскәре тик ошо урындан ғына үтә ала. Башҡаса юлы юҡ.
Шомло тынлыҡты боҙорға баҙнат итмәгәндәй, шым ғына ҡар-окоп ҡаҙырға тотондолар. Күп тә үтмәҫтән, ҡолаҡтарына күмәк кеше лауылдашҡан тауыштар салынып ҡалыуға, ҡысҡырып әйтмәһәләр ҙә, һәр ҡайһыһының: "Ә, бәлки, урап үтерҙәр әле" - тигән өмөттәре шунда уҡ юҡҡа сыҡты. Саҡырылмаған ҡәһәрле ҡунаҡтар машина эҙҙәрен юллап киләләр ине. Хәҙер инде күренеп тора, уларҙан боҫоп ҡалып булмаясаҡ. Боҫорға йыйынмайҙар ҙа.
- Иптәш старшина, тегеләрҙең обоздар янына йыйылғанын көтәйек тә, көлдәрен күккә осорайыҡ, - Лоҡман руссаны вата-емерә Хәйривараның ҡолағына шыбырланы.
Мин дә шулай уйлайым. - Солтан, йәһәтләп, уны йөпләй һалды.
- Ә үҙебеҙ? - Нөғәмәновтың һорауы риторик яңғыраны.
- Шаяртып маташаһыңмы, Хәйривара ағай? - Был юлы туған телендә өндәшкән Лоҡмандың йөҙө ҡараңғыланды, - мәле ул түгел дәһа. Үҙебеҙҙең яҙмыш инде хәл ителгән, билдәле. Әжәлде лайыҡлы ҡаршылағанда... Ә, бәлки, урап та үтер әле әжәл тигәнең.
Һәр саҡ көлөп кенә торған Солтандың сырайынан шәүлә үтте.
- Ана, күпме улар. Ас ҡарға көтөүеме ни! - ул бошоноп ҡуйҙы.
- Ҡарғалар ҙа был хәтлем булмаҫ, - тине Лоҡман нәфрәтен йәшермәйенсә, - эх, көсөбөҙ әҙерәк, күрмәгәнегеҙҙе күрһәтергә ине лә.
- Һан менән түгел, оҫталыҡ менән, тип әйткән бер сардар...- Старшина Нөғәмәнов тегеләргә ҡарамайынса ғына ошолай һөйләнде.
Күпмелер ваҡыт үтеүгә, яҫы уба артынан ҡар йырып килгән тәреле бронетранспортёр күренде. Хәрәкәтһеҙ торған обоздарҙы шәйләп, ут асырғамы, юҡмы, тигәндәй, туҡтала бирҙе, ҡабат ҡуҙғалды, тағы туҡталды. Уның эсендәгеләр алдарын ныҡлап күҙәтә ине, буғай. Шул арала эйәреп килгән йәйәүлеләре өймәкләшә башланы. Өҙлөкһөҙ ағылған пехота колоннаһының иҫәбе-һаны юҡ: ҡалҡыулыҡ ашаһынан сығалар ҙа сығалар...
"Райсоветтағы теге әҙәм уңайы тап килгән һайын, йә пан, йә пропал, тип ҡабатларға яратыр ине, бына шул осраҡ килде түгелме һуң? - Хәйривараның башынан мәҙәк кенә уй үтеп китте. - Шулай ҙа әле панға ҡарағанда пропал булыу ихтималлығы күпкә артығыраҡ. Артығыраҡ ҡынамы, нулгә тиң". Ошо уйынан уның етди йөҙөндә, ни сәбәптәндер, йылмайыу ғәләмәте хасил булды. Командирының сәйер тотошон күргән Лоҡман ғәжәпһенде:
- Нимә, берәй ҡыҙыҡ күрҙеңме әллә, ағый? Йылмаяһың түгелме...
- Бүтәнсә ни ҡылмаҡ? Илау менән фашист барыбер йәлләп тормаҫ. Һуңғы тапҡыр булһа ла йылмайып ҡалайыҡ, ҡустым. - Ҡустым, тип ул Лоҡманға, үҙенең ҡулы аҫтындағы һалдатҡа, беренсе тапҡыр өндәшә ине. Әжәл күҙеңә инеп килгәндә устав тигәнең онотолоп тора икән. - Ҡара, ана, донъя ниндәй матур...
Ошо һүҙҙәрҙән бер ҡатлы Лоҡман саҡ ҡысҡырып илап ебәрмәне. Егеттең күрәләтә үлгеһе килмәй ине. Уның ошо хәлен күреп торған Хәйривара дауам итте:
- Эйе, ҡустылар, йәшәгән һайын йәшәйһе килә лә бит... Мин, ярай, кем әйтмешләй, йәшәрен йәшәгәнмен: ни тиһәң дә, утыҙ ете йыл ғүмер кисереп ҡалдым, бына һеҙ ул... Һеҙ бит бөтөнләй малай ғына. Балалар! Аһ, ҡәһәр һуҡҡыр һуғыш! - ул йоҙроғон төйнәп, уртын сәйнәне. - Ҡанға туймаған оңҡот фашист!
Ә донъя ысынлап та һәләк матур ине: салт аяҙ күк йөҙө, ихлас йылмайған ҡояш, ағастарға ҡунған бәҫ. Тик былар һәммәһе лә фашисҡа ят нәмәләр. Фашисҡа быларҙың береһенең дә хәжәте юҡ, уға икһеҙ-сикһеҙ ерҙәр генә кәрәк. Йәшәйеш киңлектәре кәрәк. Фашист ергә һыймай, ҡанға туймай!
Күп көттөрмәй, ауыр гөрһөлдәп, танкылар күренә башланы. Былар бит бөтөнләй иркенләп киләләр. Әйтерһең дә, үҙ ерҙәрендә йөрөп яталар. Үәт һөмһөҙҙәр.
Әҙерләнергә! Ҡар окоп эсенән старшинаның талапсан тауышы ишетелде.
Минең командаһыҙ ут асмаҫҡа! Яҡыныраҡ килһендәр.
Хәйривара үҙенә үҙе аптырап ҡуя. Ул хәҙер элекке йыуаш ҡына ауыл кешеһе түгел. Хәҙер ул бөтөнләй икенсе. Ул - хәрби командир. Старшина. Башҡа кесе командирҙар ыңғайына кешегә ҡысҡырырға, фарман бирергә өйрәнеп алды. Тауышы ла, нисектер, үҙгәреп киткән кеүек. Көрөрәк сыға. Һәр хәлдә, үҙенә шулай тойола. Әүәле, кеше күңелен уйлап, ауыр һүҙ әйтергә лә ҡыймаған Хәйриварала хәҙер, миллионлаған ватандаштары кеүек, күңел ҡайғыһы юҡ. Ватанын һаҡлаған һалдаттың командир һүҙенә хәтере ҡалырға тейеш түгел. Командир һүҙе - закон. Ул һүҙҙең ғәҙел түгеллеген белгән хәлдә лә үтәргә тейешлеһең. Шулай булмағанда, армия - армия булмаҫ ине. Һуғыш кешенән бүре яһай икән. Хәйер, шунһыҙ фашисты еңеп тә булмайҙыр. Ҡан көҫәгән фашист бүренән былайыраҡ. Шуға күрә һиңә икеләтә, хатта өсләтә бүре булыу зарур..

Балалар, тигәндәй, улары әлеге мәлдә ни эшләп йөрөгән була икән? Ни эшләһендәр, өлкәндәре бар хәлдәренсә әсәләренә булышалыр. Ә ике йәшлек Фәриҙәһе, моғайын, тәпәй баҫырға өйрәнгәндер. Ун бер йәшен тултырған бер бөртөк кенә улы - Мөҙәрисе уҡыуға шәп, һунарға әүәҫ ине. Ғаиләне бағыусы булыр. Зәбирәһе - баш ҡыҙҙары, инде Фәүзиәһенең ҡул аҫтына инерлек, ярҙамынан ҡалдырмайҙыр. Һәләк сос, тиктормаҫ Сәкинәһе менән Фәрзәнәһе урамдан ҡайтып инмәйҙәрҙер. Уларҙың бит әле уйнап туймаҫ саҡтары. Аһ, балаҡайҙар, атайығыҙҙың ниндәй аяныслы хәлдә тороп ҡалғаны һеҙҙең башығыҙға ла инеп сыҡмайҙыр. Инмәһен дә. Әлегә һеҙгә атайҙың инде юҡлығын белмәй тороу хәйерлерәк. Сабый йәнен ҡыйып, рухын ҡаҡшатмаҫ өсөн. Атай хәтерегеҙгә һуңыраҡ төшәсәк. Башығыҙға бер аҙ аҡыл ултырғас. Ул мәлдә инде бирешмәҫһегеҙ. Сөнки буйтым ғына үҫерһегеҙ. Һеҙ ҙур һәм бәхетле булырһығыҙ. Һеҙҙе, шул бәхетле итер өсөн ғүмеремде бирәм түгелме һуң... Хәйривараның әллә ҡайҙарға китеп олаҡҡан уйҙарын Лоҡман бүлдерҙе:
- Ағый, етеп киләләр ҙәһа.
Ағайы өндәшмәне, бер күҙен ҡыҫа бирҙе лә көсәнә-көсәнә иң алдан шыуышҡан танкты ПТР мушкаһына алды. Хәҙер, хәҙер беренсе пуляны сәпкә ебәрәсәк һәм уның баһадир һалдаттары дошман пехотаһын пулемёт менән һыпырырға тотонор. Ҡыҙыҡ, нисәүҙе йығып өлгөрөрҙәр икән? Хәҙер, дүрт-биш тиҫтә тонналыҡ тимер ғифрит саҡ ҡына ҡабырғаһын күрһәтһә. Күрһәтте...
Ҡолаҡ тондорғос яңғыҙ атыу тауышы урманды яңғыратыуға, күҙ асып йомған арала, теге танкты ялҡын ялмап алды. Ҡорос пуля, күрәһең, тура трансмиссияға эләкте. Бер ниндәй хәүеф тоймайынса вайымһыҙ килгән йәйәүле һалдаттар шул әҙере ян-яҡҡа һибелә һалып, ут асыу өсөн уңайлы урындар эҙләне. Улар бит теүәл бер немец батальонына ҡаршы өс совет һалдаты торғанлығын әле белмәй. Аҡ ҡар өҫтөндә ҡапыл ғына ышыҡ урын табыуы ла анһат түгел. Ҡотһоҙ-һоро фигуралар унда-бында боҫоп өлгөргәнсе, ныҡыш Лоҡман менән яндырай Солтан уларҙың хәтһеҙен ҡырып һалды. Ә ул арала Нөғәмәнов йәнә бер танкты яндырҙы. Унан сират ала-ҡола буяулы БТР-ға етте. Уныһы ут бөркөп гөлт итте лә, эсендәге автоматсылары сатай-ботай килеп күккә осто. Лоҡман менән Солтан айбарланып атыуҙарын белделәр.
- Егеттәрем, бирешмәгеҙ! Афаринда-ар! - старшина боецтарын ҡанатландырып һөрән һалды. - Туҡмағыҙ ысвулышты! Фашистың кәрәгенә бирегеҙ! Эҙләгәнен алһын әйҙә. Беҙ ғүмеребеҙҙе осһоҙға ғына бирергә тейеш түге-ел! Ҡанға - ҡа-ан!..
Ошо мәл старшина Нөғәмәновтың артындағы ҡар өйөмө ҡапыл ойоҫҡоп өҫкә күтәрелде лә, ҡот осҡос ауыртыу арҡаһын өтөп алды. Нимә булғанын аңлап өлгөргәнсе ул һуштан яҙҙы...
Юҡ, һуштан яҙмаған икән. Ул әле тойорға һәләтле. Хатта күрә лә һымаҡ. Күрә шул! Ана, һалҡын таш ҡыҫалам-коридорға килеп инде. Коридор осонда һүрән генә яҡтылыҡ күренә. Шуға етеп ҡалғанда... Бәй, бында ниндәйҙер сәйер йәндәр осоп йөрөй. Ә-ә, яуҙа шәһит киткәндәр менән яуыздарҙың йәндәре икән. Арыраҡ фәрештәләр күренә. Уларҙың иң өлкәне, иң дәрәжәлеһе ишек янына урынлашып алған да: "Быныһын ожмахҡа, быныһын тамуҡҡа", - тип һамаҡлап ултыра. Ожмахҡа тигәне - беҙҙең һалдаттар, тамуҡҡа тигәне - фашистар икән. Шулай ҙа тамуҡ юлында совет формаһындағылары ла күренгеләп ҡала. Былары, үҙенең ғәзиз йәнен ҡотҡармаҡҡа тыуған илен һатҡандар. Эйе, яҡшылығы ла, яманлығы ла ҡасан да булһа барыбер тейешле баһаһын ала. Ғәҙел хөкөмдән ҡайҙа ла ҡотолоп булмай...
Теге фәрештә Хәйривараны күреп ҡалды ла:
- Быныһын ожмахтың иң түренә! - тип арҡаһынан ҡаҡты, - ул быға лайыҡ.
Ошо ҡағылыу Хәйривараны асылына ҡайтарҙы. Иҫе килделе-киттеле ятҡан старшина күпме ваҡыт үткәнлеген дә самалай алмай. Ул ныҡ, ифрат ныҡ сарсаған. Аһ, бер генә йотом һыу булғанда. Уның бит Ғазраил хөкөмөн көтөп, ошо хәлдә ятҡан иптәшенең кипкән иренен сылатып ултырғаны булды, ә үҙенекен сылатыусы юҡ.
Теге, райсовет рәйесенең бажаһы һуғыштың башында уҡ һәләк булған тинеләр. Ул да ошолайтып яттымы икән, әллә ғазапланмайынса ғына?.. Шулай, һуғыш һинең кем икәнлегеңә ҡарап тормай. Райсовет рәйесе бажаһы нимә ул, яу ҡырында хатта дәү генералдар баш һала...
Яралы, аҡтыҡ көсөн туплап сикһеҙ ауырайған ҡабаҡтарын аса төшкәйне обоздар тирәһендә ҡайнашҡан немецтарҙы шәйләне. Улар йылтырауыҡ-аҡһыл томан эсендә йыбырлашалар. Үҙҙәре бер туҡтауһыҙ лауылдаша. Телдәрен аңлармын тимә. Хәйер, Нөғәмәнов әле ят һөйләште түгел, үҙ телен дә төшөнөрлөк хәлдә түгел ине. Уның умыртҡа бағанаһы өҙөлгән дә кәүҙәһенең аҫҡы өлөшө хәрәкәтһеҙ ҡалған. Тимәк, билен снаряд ярсығы ҡырҡа һуҡҡан. Ҡыбырларға итә, булдыра алмай. Бары үҙәккә үткәргес һыҙланыу ғына. Һыҙланыу һәм үкенес. Ул һиҙә: бер ваҡытта ла һынатмаған йөрәге һуңғы тибештәрен яһай, сөнки ҡаны бөтөү өҫтөндә. Үпкәләре һуңғы һулыштарын ала, сөнки тишкеләнеп бөткән. Һуғышта ғүмер ахыры ана шулай килә икән. Эй, ғүмер! Ҡалай ҡыҫҡа булдың һин, ә. Матур төш кеүек кенә күренеп ҡалдың да йылп итеп үттең дә киттең. Танһыҡты ла ҡандырманың. Һуғышҡа китер алдынан күтәргән уҫаҡ өйөндә уны дүрт ҡыҙы менән яңғыҙ бөртөк улы көтөп бер булырҙар инде. Һағынып бөтөрҙәр. Ярай әле өйөн төҙөп өлгөргән. Балалары аяҡҡа баҫҡансы ҡыйыҡлы буласаҡтар, исмаһам. Ҡыш сығырлыҡ арышы менән бесәнен дә әҙерләп киткәйне... Утыҙ биш йәшендә итәк тулы бала менән тол ҡалған Фәүзиәһе тәҙрәнән күҙҙәрен алмаҫ. Фәүзиә лә һағыныр, өмөтләнер, көтөр. Шым ғына көтөр. Ул-был тауыш ишетелеп ҡалған һайын ҡорғанды күтәрер. Тәҙрә артында бер кемде лә күрмәгәс, ҡапыл-ҡара ярһып киткән йөрәген баҫа алмайынса аҙапланыр. Уның йөрәге насарыраҡ ине.
Башҡа яҡындары ла өмөт өҙмәҫ. Шөкөр, туғандары уның күп, онотмаҫтар. Ошо рәүешле оҙаҡ йылдар дауам итер. Ғазраил фәрештә берәм-берәм барыһын сүпләп бөткәнсе. Ә уға тиклем әле еңеү көнө килер, килмәй ҡалмаҫ. Беҙҙең еңеү! Әрәсәй еренә баҫып ингән бер кемдең дә әле ошоғаса еңеүҙе байрам итә алғаны юҡ. Бына күреп торорһоң, был юлы ла шулай буласаҡ. Тере ҡалғандар бөтә ил менән Бөйөк Еңеү тантанаһына йыйылырҙар. Ана шунда, бүтәндәр рәтендә беҙҙе лә иҫкә алырҙар. Алмай ҡалмаҫтар. Йылы һүҙ, өмөт иткән изге доға менән генә булһа ла. Беҙгә, изге юлда шәһит киткәндәргә, шуныһы ла ярап ҡалыр. Беҙгә артығы кәрәкмәҫ. Доға һуңынан, илем-ерем, тип баш һалған һалдаттарҙың рухтары әйләнеп ҡайта торор, ерҙәгеләрҙең эшен күреп, ризалыҡ менән күктең етенсе ҡатына күтәрелә торор. Әлеге хөрмәт билдәһе, бәлки, йыл да ҡабатланыр, ә бәлки... Юҡ, юҡ, яңылыш уйлай яҙҙым, беҙҙе онотмаҫтар. Оноторға хаҡтары юҡ. Бына балалар ғына йәл, атайһыҙ үҫерҙәр. Әсәйҙәре инә арыҫлан кеүек тә ул, йәне сыҡһа сығыр, йәбергә бирмәҫ, меҫкенләнеп ҡалырға ла юл ҡуймаҫ. Шулай ҙа атай юҡлығы үҙен һиҙҙерер. Ныҡ һиҙҙерәсәк.
Ә тегеләр ҡайҙа? Лоҡман менән Солтан. Уларға ни булған? Күренмәйҙәр. Иҫәр, нисек күренһендәр, анауындай ғәскәр ябырылғанда ике бөртөк кешең ни ҡыла алһын. Көскә ҡаршы көс кәрәк. Әлбиттә, батырҙарса һәләк булғандарҙыр. Эйе, эйе, әсир төшмәгәндәр, ә фәҡәт һәләк булғандар. Азат илдә, исемеңде бысратмайым тиһәң, әсир төшөргә ярамай. Ниндәй хәлдә булһа ла, әсир төшкәндәр беҙҙә һатлыҡ йән һанала. Һатлыҡ йән - ниндәй ҡурҡыныс!
Киләсәктә балаларының бәхете хаҡына фашисты мөмкин тиклем күберәк ҡырырға ине лә бит, килеп сыҡманы. Хәйер, сыҡманы тип... Хәйривара булмышы менән ҡулында ниҙер барлығын тоя. Ә-ә, теге, шартлатҡысҡа тағылған бауҙың осо икән. Һай, мәрҙәс, алыш алдынан шуны ҡулына урап ҡуйырға башы еткән. Бына хәҙер ҡарап ҡарарбыҙ: кем - кемде.
Баҫҡынсылар, йылы һыйыр тиҙәгенә йыйылған себен ише, обоздар тирәһенә өймәкләшкән. Хәсистәр, машиналарға мина ҡуйылғанлығын белмәйенсә, үҙ әжәлдәрен үҙҙәре эҙләй.
Хәйривараның былай ҙа томанланған күҙҙәре бөтөнләй күрмәҫ сиккә етте. Хәле мөшкөл: хәҙер, хәҙер генә тағы иҫен юғалтасаҡ. Башҡаса аңына әллә килә ала, әллә юҡ. Эх, фашистар имен ҡала. Ана улар ҡул һуҙымы арауыҡта ғына мыжғыша. Ҡанға ҡойоноп ятҡан старшина ҡарға күмеп ҡалдырылған бауҙы тарта бирҙе. Хәле етеңкерәмәне. Шартлатҡыс хәрәкәткә килмәне. Шул арала Хәйривараның мөсһөҙ генә ҡыймылдап ҡуйғанын күҙ ҡыры менән шәйләп алған немец офицеры әйләнә килеп уның маңлайына пистолеттан атты. Ҡурғаш киҫәге совет һалдатының мейеһенә инеп ултырҙы. Мәңгелеккә! Хәҙер уның башы бөтөнләй эшкә яраҡһыҙ. Ул әле, бары, көскә һулҡылдаған йөрәге менән генә тоя - фашистарҙы күберәк ҡырып ҡалыу кәрәк, фашисты күберәк... Бына йөрәге лә тибеүҙән туҡтаны шикелле. Хәҙер инде йөрәк тамырының сираты етте. Аҡтыҡ ҡан тамсыларын ул ҡыуа башланы.
Хәйривараның бау уралған ҡулы киҫкен рәүештә тартышып ҡуйҙы ла ғәзиз йәне тәненән сығып осто. Ошо мәл иҫ киткес көслө шартлауҙан ер һелкенде. Тиҫтә ярым тоннанан ашыу снаряд бер юлы ярылып, үҙҙәренең тирәһендәге бар нәмәнең ҡайһыһын һауаға сойорғотто, ҡайһыһын ҡыра һуҡты. Айбарланып, ғәйрәтле ут ҡатыш ҡар һыуы менән ҡара ҡан буталышты. Юғарыла тимер-томор киҫәктәре, таҡта ярсыҡтары араһында болғанлап йөрөгән кеше ағзалары күренеп ҡалды ла ит ямғыры булып ергә яуҙы. Ахырҙа, асыҡлыҡ тәңгәлендә ғәйәт ҙур дөм-ҡара төтөн бәшмәге хасил булды һәм... бәғерҙе иҙгес тынлыҡ урынлашты: яҡын-тирәлә тауыш биргәндәй бөртөк йән эйәһе ҡалмаған.
Был ваҡытта ҡамауҙан сыҡҡан батальон алыҫтағы ҡалҡыулыҡ түбәһендә ине. Йәмғеһе... алты кеше. Биш йөҙҙән - алтау! Яман гөрһөлдәүгә тертләшеп, арттарына ҡаранылар.
- Йәнегеҙ йәннәттә булһын, яугирҙарым! - Кәпәсен йомарлап тотҡан комбаттың сәнскеле сикәләре буйлап ике бөртөк тамсы тәгәрәне. - Ҡаһармандар, Тыуған ил һеҙҙе онотмаҫ!
Биш кешелек, әммә намыҫын һаҡлап ҡалған "батальон", уға эйәреп, батырҙарға баш эйҙе.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас