+14 °С
Облачно
Һүҙ яраһы
Ҡайын һыуы эсәм тиеп
Ҡайынды яралама.
Йән өшөткөс ауыр һүҙҙәр
Әйтергә ҡабаланма.
Йылы һүҙеңде йәлләмәй
Әйтсе миңә йышыраҡ.
Ауыр һүҙҙәр, һин беләһең,
Йөрәгемде ҡамсылай.
Яраланған ҡайын ҡорор
Ағып бөтһә һутҡайы.
Һүҙ яраһы тороп ҡала,
Уңалһа ла башҡаһы.
Люциә Фазлиәхмәтова
Фото интернеттан алынды.