Әҙәби бит
21 Июня 2022, 03:10

Һуңлап табылған бәхет (Аҙағы)

- Өләсәй, һине ҡарайым тип сыҡҡайным, ҡапҡаны кире асып булманы, инә алманым, иланым, күп иланым берәү ҙә асманы, - тип шул арала тәтелдәп һөйләп ташланы. Аҙаҡ иң ҡәҙерле кешеһенең муйынын бәйләнгән ҡулы менән һыға ҡосаҡлап алды.- Өләсәй, минең өйгә ҡайтҡым килә. Мине ул апайҙарға бирмә. Улар мине алданылар, ҡурсаҡ, матур туп алып бирәбеҙ тинеләр ҙә үҙҙәре алып та бирмәнеләр. - Юҡ-юҡ балам, бирмәйем-бирмәйем, үҙебеҙгә ҡайтабыҙ, үҙем алып бирермен ҡурсаҡты ла, тупты ла, - тип Сәрбиназын күкрәгенә ҡыҫты.

Һуңлап табылған бәхет
(Аҙағы)

Айһылыу Юнысбаева.


-Йә,Хоҙай,Мәстүрә генә булһа ярар ине тип,уйлап та бөтмәне,ишек асылып китеп Мәстүрә өйгә килеп инде.Оялмай ҙа,күҙгә ҡарап ҙур эш бөтөрөп ҡайтҡанмы ни,башын да аҫҡа эймәй,исмаһам.Ары- бире сисенеп :
-Ҡайҙа,Сәрбиназ,-тип дәһәйеп тормаһынмы?
-Сәсрәп киткер,тереһеңме,үлеһеңме,балаңды уйламай ҡайҙа аҙып йөрөйһөң?Һе,яңы иҫеңә төштөмө балаң,терегөйөк-тип асырғанып ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды Ғәйшә.-Иртән силсәүиткә барам,яҙҙырып ҡуям ҡағыҙға тәртибеңде,белеп торһондар,ошоға тиклем үҙ баламды һатмайым тип, тешемде ҡыҫтым,бынан ары ҡарап тормам.Уйнашсы,нимә, иргә һыуһап киттеңме,был хәтлем дә булыр икәнең,ҡороп ҡалғыр,йәнең сыҡҡыры нәмә.Ал,ҡара ,ана, балаңды тәрбиәләп һалғанмын, –тип йән асыуы менән екерҙе.Үҙенең шундай һүҙҙәр ауыҙынан теҙелеп сыҡҡанға үҙе ышанманы.
-Янына барһам ,йә берәй нәмә елгәреп ҡуйырмын,үҙемә хуже булыр,- тип карауатҡа ята һалды Ғәйшә.Өләсәһенең тауышына аҙ-маҙ ҡыймылдаған бала, кире йоҡлап китте.Ғәйшә туҙынды , туҙынды ла:
-Ярай ҡайтты,нимә эшләр инем,ярай ҡайтты ,-тип уйланы.Әҙерәк ятҡас ,янып көйөү,өҫтәүенә йәш бала,йоҡоһоҙ төн үҙенекен эшләне.Уйҙарын ҡалдырып әүен баҙарына китеп барҙы.
Ҡуй инде, төҫөнә ҡарағыһыҙ булып көйһә лә әсә йөрәге үҙенекен эшләй бит.Хатта ҡайтып инһә, шулайтырмын-былайтырмын ,ауыҙын йырырмын,силсәүиткә барырмын тип аҙарынһа ла тағы онотто Ғәйшә.
Бер аҙ ваҡыттан һуң ҡайҙа йөрөүен,кем менән йөрөүен төпсөнөп ҡарағайны,ундай кешеләрҙең дуҫтары бала менән әсәнән ҡәҙерле була бит инде.
-Шул апайға барҙым хәлен белдем,был дуҫыма барҙым,ҡунаҡ итте ҡайтам тип сыҡҡайным ,автобус киткән ине,шунан йоҡла тип әйткәстәр, йоҡланым инде,бушҡа йөрөгән тейһеңме әллә?
Бына һиңә яуап.Мейеһен сәсрәтә һуҡҡыһы килде әсәнең.
-Юҡ, минән тыумаған был валлаһи,минән тыумаған.Минән тыуһа әҙ генә намыҫы булыр ине,балаһын уйлар ине.
Көҙҙөң ҡара көндәре. Былай ҙа бошҡан эсте бошорған ваҡыт килде.Әсе ҡара ел өйҙөң йылыһын тиҙ ала,хәҙер инде имгәкләп өйҙә йөрөгән Сәрбиназ өшөмәһен тип,Ғәйшә мейесенә арыуыраҡ иртәле- кисле яға.Утыны самалы,ҡорораҡ утындан йәнә бер машина алмаһам,ҡышты сығыуға таҡа-тоҡо ғына булыр микән тиһә лә аҡсаһы тейешмәй китә.Был арала фермала ял һорағандары ла юҡ .Һуғым һуйырға ял ала торғандар.
Ҡар һуң ятты быйыл.Ноябрь баштарында яуғаны иреп –бысратып торҙо.Һуңынан яуғаны ла иреп бөттө.Шуғалырмы, һуғымын да кеше һуйырға ашыҡманы.Ноябрь аҙағына ғына ысын ҡыш килде. Бермә-бер көн дә тиерлек ҡар яуҙы,донъя аҡҡа күмелде.Декабрь баштарында арыу ғына һыуытып алды.Инде хәҙер Яңы йылға ла күп ҡалманы.Ун-ун биш көнләп Ғәйшә фермала эшләп алды.Күрше Рәүфтән бер йөктәй ҡоро утын алды бүлеп түләүгә.
Сәрбиназ күҙгә күренеп үҫте, аҡ ҡына йөҙлө,күк күҙле ҡыҙыҡай өй йәме. Әллә әсәһенең йөрөп килгәндән һуң һөтө тәмһеҙ булды,иммәйерәк маташты.Аҙаҡ эсе китеп, әҙерәк ауырыны.Фельдшер Зарифаны саҡырып,дарыу эсергәс,ҡәҙимге йүнәлеп китте.Хәҙер инде көндә бер һөнәр арттыра, кеше таный.Өләсәһенә шул тиклем шат инде,ҡайтып инеү менән талпына башлай.
Иртәгә Яңы йыл.Бөтә кеше мөғжизә көтә.Кемгә нисек,кемгә ниндәй мөғжизә килер.Бер Хоҙай ғына белә.
Мәрүәр бикәмен Яңы йыл менән ҡотлап килергә уйланы Ғәйшә.Алдан сәй-күстәнәсен әҙерләгән ине,бүләген алды ла йоҡлап ятҡан Сәрбиназды уятмайым тип,Мәстүрәһенә әйтеп, аръяҡҡа сығып китте.Мәрүәр бикәменә барып эс бушатып,сәй эсеп ҡайтыуына
уны мөғжизә көтөп торған.Ишекте асып өйгә инһә- Сәрбиназ да,Мәстүрә лә юҡ .Ҡапыл йөрәге жыу итеп ҡалды.
-Әллә.Әллә.Юҡ.Юҡ булмаҫ.Ҡайҙа китһендәр бынан кискә? Ғәйшә йүгереп йөрөп бала менән Мәстүрәнең арыу кейемдәрен ҡарай башланы.Эйе,арыу йылы кейемдәр юҡ.Тик ҡайҙа,кемгә,кем көтөп тора?Мөғжизә әсиргә алды Ғәйшәне.
Иҫке йылдың һуңғы сәғәттәре тоғондағы өләшеп бөтмәгән ҡайғы хәсрәт,бәхет –шатлыҡтарҙы Яңы йылға ҡалып ҡуймаһын ,тип өләшеүен дауам итә.Быйылғы йылдың һуңғы минуттары кемделер бәхет-шатлыҡтан бейетһә, Ғәйшәне баштан-аяҡ ҡайғы-хәсрәткә күмде.Хәйер, йыл буйына хәсрәттә йөҙҙө башы.Тимәк,тәҡдиренә шулай яҙылған.Күрәсәген күрмәй,ҡара гүргә кереп булмай. Бер талай нимә уйларға ла белмәй өҫтөн дә сисмәй ишек төбөндәге ултырғыста ултырҙы.
-Сәрбиназ,их,Сәрбиназ,-тип һулҡылдап типте йөрәге.
-Ни эшләп кенә Сәрбиназды алды икән,ҡалдырып ҡына китһәсе,- тип иңрәне әсә.Эй хоҙайым,ниңә бер туҡтауһыҙ хәсрәт менән һынайһың мине?Сабыйымды ғына бер үк һаҡла.Әллә,бәлки,үҙ баламдан күрмәгәнде унан күрермен.
-Сәрбиназым,Сәрбиназымды ғына һәләк итмәһен,-тип ҡабатланы.
Ғәйшәнең бейеме Ғәрифә әбей динле булды.Биш намаҙын ҡалдырманы,ураҙаһын да тотто.Ғәрәп телендәге Ҡөрьәнен ҡәҙерләп көҙгө артында һаҡланы.Татарса-башҡортса яҙылған дини китаптары әле лә шкаф тартмаһында ята.
Ғәйшә яғырға әҙерләп кенә ҡуйған утыны менән мейесенә ут яғып ебәрҙе.Ҡаҙандағы йылы һыу менән йыуынып ,тәһәрәтләнде,матур яулығын башына ябынып,бейеменең дини китаптарын алды ла урындыҡҡа ултырып доғалар ҡабатлай башланы.Башҡаса әмәл юҡ.Уй-хәсрәт уны төнө буйы аҡылынан аласаҡ .Бәлки,доға баҫыр эстәге уй-хәсрәтте.Шулай тип уйланы.Инде бөтә кеше байрам табынына Яңы йыл ҡаршы алырға йөрөгәндә ,кемгә барып зар һөйләп тормаҡ кәрәк?Сәрбиназын уйлап эсе янды.Төн уртаһына тиклем доға уҡып, Хоҙай тәғәләгә ялбарып барып ятып китте.
Иртәгеһенә иртүк һөт тотоп Ҡафыя әбей килеп инде.Байрам менән ҡотлап, күршеһен үҙенә Яңы йыл сәйенә саҡырҙы.Мәстүрә менән Сәрбиназды һораны.Төнө буйына доға менән таң аттырған Ғәйшә алдап торманы.Нисек бар, шулай һөйләп бирҙе.Бот сапты Ҡафыя:
- Ыстағафирулла,ыстағафирулла,ул ней тағы,әсәһенә лә әйтмәй,тағы етмәһә, баланы алып тороп,ҡайҙа киткән икән латифа.Ҡуй инде,үҙе чуртисним,бала жалкы бит.Йә,белмәнем бит,кистән яныңа иптәш булып инер инем,тәҡәт тапманың инде.Ярай ҙа һуң бөгөн-иртән ҡайтып инһәләр.Күп булһа Сәфәрҙәге Алмаҡайға киткәндер.Теге ваҡыт юғалып йөрөгәнендә лә шунда йөрөнө тип һөйләнеләр бит.Үҙең дә ишеткәнһеңдер әле.Ҡайҙан тапҡан ул Алмаҡайҙы?Уның әсәһе бит ошо ауыл Мәрхәбәнең ҡыҙы.Аҡыллы ғына иргә барып,ул ирҙе ташлап сығып киткән булып,башын эскегә һалды.Алмаҡайын эйәртеп ирҙән иргә йөрөгәйне.Арыуыҡ була, һуңғы барған ире туҡмап үлтереп ҡуйҙы бит.Шул эскелек инде,эскелек.Алмаҡай шуны күреп үҫте,аптырарлыҡ түгел,ә бына Мәстүрәң нимә күрҙе ,хан һыйынан башҡа.Йөрөй ҡотороп,үҙе башына булғыры,шундалыр,шундалыр,башҡа ҡайҙа китһен.Барып белешер кәрәк,Рәүф менәнме,йәки Мансур ҡәйнешеңә әйтһәң дә тыңлар.Анау баланы бер нәмә эшләтеп ҡуймаһындар, туплы латифа,үҙенә бер нәмә лә булмаҫ.
Ҡафыя әбей сығып киткәс,Ғәйшә кейенә һалып урамға сыҡты,төнө буйы еңелсә ҡар яуған,юлды ҡаплаған.Бәҙрәф ,ҡапҡа яғына юл көрәне,тупһаһын һеперҙе,өйөнә утын индереп ут яғып ебәрҙе.
Уңғансы булмай Мансур ҡәйнеше килеп инде:
-Яңы йыл менән еңгәй.Иҫәнлектә,һаулыҡта йәшәйек алла бирһә.Ҡайҙа Мәстүрә менән Сәрбиназ?Байрамды кем менән ҡаршыланың?
-Үҙем генә.Үҙ балам минән ҡасып байрам иткәндә, мин кемгә кәрәк.Яңғыҙым ултырҙым.
Мансур эштең ниҙә икәнен аңланы.Еңгәһенең арҡаһынан ҡағып:
- Ҡайҙа барыр тейһең,еңгәй,ҡайта бит ул,бушҡа ҡайғырма.Бына Сәрбиназды алып китеүе -хөрт кәнишне.Ярай,Сәфәрҙәрҙән белешермен әле,йә булмаһа үҙем барып килермен.Шул Алмаҡайҙалыр күп булһа.
Ун ике йәштән әсәйһеҙ ҡалып,үгәй әсәнең нужаһын татып үҫһә лә Ғәйшә гел яҡшыға ылыҡты.Насар уйлы,насар холоҡло кешеләргә яҡын юламаны.Теләһә ул да бит эскесе булып китә ала ине.Фермала эшләгәндә уға ла рюмка һуҙыусылар аҙ булманы.Ҡатышҡан кешеләре менән ирешеп -талашып ,тәмһеҙләшеп йөрөгәне юҡ,шөкөр.Бына Әсмә еңгәһе менән ҡуша ҡартайып килә.Балалары апай ҙа апай тип өҙөлөп тора.Иң үкенеслеһе,бер бөртөк балаһынан яҡшынан яманды айырта алманы.
Мәстүрәнең балаһы менән юғалыуына дүрт көн тигәндә Сәфәрҙә,Алмаҡайҙа тигән сәләм килеп етте.Күрше Рәүф ҡәйнешенә йомош менән барғанда алып ҡайтты был хәбәрҙе.Ҡафыя әбей менән Мансур дөрөҫ юраған.
Түҙмәне Ғәйшә:
-Барайыҡ,барып алып ҡайтайыҡ ,үлтерә бит баланы,йә берәй ерҙә ташлап китер,йә юғалтыр,Мансур бәпәйем,барайыҡ,-тип Мансурға килде.
Мансур Сәфәр ауылын яҡшы белә.Мәстүрәнең Алмаҡайға килеп йөрөгәнен дә ҡәйнештәре еткергәйне.Алмаҡай тәүге балаһын ун алты йәштә табып роддомда ташлап киткән,икенсеһенә дүрт -биш йәш тирәһе ,әле шул әсәһенең алама өйөндә йәшәй тигәйнеләр.
Төштән һуң сығып киттеләр.Бер сәғәтлек ҡышҡы матур юл.Урман бәҫ менән ҡапланған.Анда-һаяҡ төрлө эҙҙәр күренеп ҡала.Был ауылға Аҡҡолайға йөрөгән автобус һуғылмай үтә.Сәфәр ике саҡрымдай ситтә ятып ҡала.Ошо ике саҡрымды бала менән йәйәү килдеме икән ,тип уйлап килде юлда Ғәйшә.
Ҡәйнешенән өйөн һорашып сығып, Мансур машинаһын ҡабыҙҙы.Ҡәҙимге ҙур ауыл Сәфәр.Клубтың артҡы урамында бәләкәй генә бер өйгә туҡтанылар.Үтәтмалы йорт.Һуҡмаҡ ҡына өйгә.Юл көрәлмәгән.Мансур артҡараҡ ҡалды.Ғәйшә түҙмәне,машинанан төшөү менән өйгә атлыҡты.Яҙа -йоҙа эшләнгән таҡта соландан эҙләп өй ишеген асып ебәреүе булды,өйҙән әселе- сөсөлө еҫ аңҡыны.Өйҙәгеләр ҡапылғара кеше ингәнен аңларлыҡ хәлдә лә түгел. Алғы өйҙә өҫтәл башында ирме-егетме башын 8алып йоҡлап ята.Мәстүрә,Алмаҡай әле булһа байрамды дауам итеп ултыра.Мейес алдында бер ир тәмәке төтәтеп маташа.Урындыҡта дүрт- биш йәшлек бала ҡулына икмәк киҫәге тотоп йоҡлап киткән .Йөрәге жыу итеп ҡалды Ғәйшәнең.
-Сәрбиназ,Сәрбиназ ҡайҙа һуң?- тигән ҡурҡыныс уй башын ярып үтте.Йән асыуынан
- Ҡайҙа Сәрбиназ,- тип ҡысҡырып ебәргәс кенә тегеләр иҫтәренә килде.
Эсеүҙән шешенеп бөткән ике бисә шарылдап ҡысҡырып ебәрҙе.Ғәйшә атлығып төпкө бүлмәгә инде.Ней ғәжәп ,алама ғына шаршау эсендә сәңгелдәк үҙенән –үҙе бәүелә.Атылып барып Ғәйшә шаршауҙы асып ебәрһә, бил бүҫкәһенән һейлек эсендә йөҙөп Сәрбиназ ята.
-Балаҡайым,тереһеңме,алтынҡайым,иламай ҙа нисек кенә түҙеп ятаһың,был тиклем күл эсендә,-тип үкһеп илай-илай баланы алып нимәгә һөртөргә белмәй торғанда, тыштан Мансур килеп инде.Өйгә йүнле-башлы яғылмаған,бахыр бала үҙен-үҙе һикертеп уйнап ятҡан була.Ғәйшә түҙмәне,эстәге кофтаһын сисә һалып шуға төрҙө Сәрбиназды. Теге яҡта Мансур әллә һуҡты,әллә төрттө Мәстүрәгә,бына китте оло талаш.Тәмәке тартырға ла эшкинмәй ултырған ир тороп Мансурға ул һуғырҙан,был һуғырҙан бәйләнә башланы.Мансур аптырап торманы , осора һуғып һалды.Сәрелдәп илап Мәстүрә Ғәйшәгә килеп йәбеште.

-Бир минең баламды,ҡайҙа алып китеп бараһың?Хәҙер милиция саҡыртам.Шәп булғасың ,бала көткөң килгәс, йәш сағыңда көтөр кәрәк ине. Тапҡан берен үлтереп торғансы.Һал минең баламды,теймәйһең,барыбер бирмәйем-,тип Сәрбиназды тартҡыслап әсәһенә ынтыла башлағайны,Мансур:
-Түлкә,әсәйеңә,Сәрбиназға тей,хәҙер мин һинең үҙеңде тейәп алып барам милицияға,-тип екергәс,аҡырып –аҡырып илай башланы.Былар шулай ҡаңғырған арала теге ҡолап ятҡан ир ҙә, балаһы ние менән Алмаҡай ҙа юҡҡа сыҡты.
-Ҡайҙа Сәрбиназдың кейеме ,бир,мин уны алып ҡайтам,үҙеңдә эшем юҡ,ҡайтһаң да индермәйем,ошо тормош тураһында хыяллана торғас, тапҡанһың,әйҙә йөрө,ике эттең бере булып.Эскән икәнһең, тотонма Сәрбиназға,ана нисә көнлөк һейлегенә күмеп һалып ҡуйғанһың,-тип Ғәйшә бер шкаф һымаҡ нәмәне асып ебәргәйне,Сәрбиназдың кейеме килеп төштө.Ҡәҙерленән ҡәҙерһеҙгә әйләнгән Мәстүрә сәрелдәп илап тороп ҡалды,әсәһе Сәрбиназды алып ҡайтып киткәс.
Сәрбиназ әллә илап арыған булғанмы,әллә аҫты ҡоро булғанғамы ҡайтып еткәнсә бер тауышы сыҡмай йоҡлап ҡайтты.Мансур «мда,мда вот эй” тиеүҙән башҡаны әйтмәне.Ғәйшә ,иң ҡәҙерле нәмәһен юғалтып ҡуймайым тигәндәй, Сәрбиназдан күҙен алманы.
Шул арала Сәрбиназ еңеләйеп ,һурышып киткән, балаҡай.Әллә ашаттылар,әллә юҡ,һигеҙ айынан уҡ йүнле -башлы әсәһен иммәй ашауға күскәйне шул.Үҙе тотоп ашай,хатта көрөшкәһен дә үҙе тотоп эсә хәҙер.Нисек үлтермәгәндәр,тип аптырап ,хәленән килгәнсә тәрбиәләгән була Ғәйшә. Ун ай тулып ,ун беренсе айы менән барған бала. Яҙға сыҡһа, йәше тула ,алла бирһә.Хәҙер инде имгәкләп,тотоноп атлап йөрөй.Ҡәҙимге иптәш бит әле.Кисә ҡутараһынан бикәме Мансур ҡәйнешенән итен-һөтөн ебәргән.Ҡафыя әбей менән килене лә бутҡаға тип, һөт индереп тора.Ғәйшә,ҡыш көнө ,йә ауырып ҡуйһа бала тип,мунсанан -мунсаға ғына йөрөтә ине. Сәфәрҙән ҡайтҡас,өйөн йылытып,мейес алдында ғына йыуындырып алды .Кейеменә генә түгел,тәненә һейлек һеңеп бөткән Сәрбиназдың.
Ярай яғырға утыны етерлек,шуныһына ҡыуанып бөтә алмай.Хәҙер иҙәндә йөрөгән балаға арыуыраҡ яғып йылытмаһаң булмай.Ҡәйнәһенең төҫө итеп һаҡлаған һуғылған балаҫтарын түшәне иҙәнгә.Шөкөр,Сәрбиназ тыныс,төндәрен дә тамағын туйҙырып һалһаң, бер уянмай йоҡлай.
-Эйй,бала.Тыуып өлгөрмәгәнһең нужаның әсе һурпаһын татырға ла өлгөрҙөң.Тере көйө балаһын етем итеп,әсәң йөрөй аҙып-туҙып.Хоҙайым, һаулыҡ менән ғүмер бирһәңсе,әҙерәк ошо бала күкрәк ҡалҡытҡансы,бер кеме лә юҡ бит минән башҡа,-тип Ғәйшә доға уҡыған һайын Хоҙайҙан ялбарып һораны.
Мәстүрәнән өмөт өҙҙө әсә.Йәнендәй күреп,ҡәҙерләп үҫтергән балаһынан эт ашамаҫ һүҙҙәр ишеткәс,йөрәге туңды.Әле бына ай булып килә,ҡайҙа йөрөйҙөр,үлеме,тереме?Терелер,үлһә -хәбәре килер ине.
Иң ҡурҡҡаны Сәрбиназды ғына алып ҡасмаһын.Алып китеп һәләк итер.Күрҙе бит алып ҡасып дүрт-биш көн эсендә ни хәлгә төшөргәнен.
Шулай ҙа ай тулып килгәндә бала иҫенә төштөмө,асығыу үҙәгенә үттеме,әллә эсеп йонсономо- бер көн ҡараңғы төшөп килгәндә әсәһенең ишеген ҡаҡты Мәстүрә.
Ишекте асып әсә үҙ балаһын танымай торҙо.Ҡашыҡҡа һалып йотмалы һылыулыҡ та юғала икән ,ҡәҙерен белмәһәң.Сәс-баш туҙған,башына әллә кемдең алама шапкаһын кейгән,өшөгән,ҡулында бейәләйе лә юҡ.Инде меҫкен хәлгә ҡалып Мәстүрә тора. Индерҙе Ғәйшә.Ҡыуырға ла уйлағайны ,йә Акрамының рухы рәнйер,инһен,бынан төнгә ҡайҙа барһын тип, ишек асты.Ҡараңғы юҡҡа абайламаған да,ингәс ике күҙенең дә күгәртә һуғылғанын абайланы.Ни ғәжәп,йәлләү тойғоһо булманы Ғәйшәлә. Яратыуҙың нәфрәткә эйләнеүе шулмы икән.
Уйнап ултырған Сәрбиназ да таныманы әсәһен,имгәкләп килеп,мине уға биреп ҡуйма тигәндәй,өләсәһенең итәгенә йәбеште.Сисенеп,Сәрбиназға килеп йәбешмәксе ине Ғәйшә:
-Теймәйәһең,балаға.Башта йыуын,кеше ҡиәфәтенә ин,теләһә ҡайҙа,теләһә кем менән ай буйы эт туйында йөрөп, тағы бында бала ҡосаҡламаҡ була.Тейеп кенә ҡара.Тағы бер тапҡыр баланы алып ҡасһаң,милицияға заявить итәм.Балам тип ҡарап тормаҫмын.Балаң кәрәк булғас,ҡайҙа йөрөнөң быға тиклем?Бар, ана, йыуын да сөгөндә картуф ултыра, аша.Моғайын,хан һыйынан ҡайтмағаныңдыр.Шулай тип әрләне лә Сәрбиназды алып төп яҡҡа инеп китте.
Йәш кеше йәш кеше шул,аҙна үтеүгә, ашап –эсеп тамағын туйҙырыу,йылы өй ,тәмле аш килешәме-баяғы Мәстүрә һылыулана ла китә.Был хәтлем дә матурлыҡ биреүен биргәс ,аллаһы тәғәлә ни эшләп аҡыл-тәүфиғын йәлләне икән?Баштараҡ эш ҡушмай йөрөй ине,мин быны һуймаға аҫырайыммы,әйҙә балаһының өҫтөн йыуһын ,исмаһам,тип кер йыуырға ҡушты. Әсәй, ҡана үҙем йыуайым, -тип әйтһәсе.
Тора-бара ошо тормош йәшәү рәүешенә әйләнде.Ҡапыл ғына юғалған Мәстүрә тәүҙә айлап юғалһа,аҙаҡ ике-өс ай,яртышар йыл юғала башланы.Былтыр,имеш, кейәүгә барам тип ,бер ирҙе эйәртеп ҡайтып килде.Ул эйәреп килгән кешеһен дә әйтер инем,ир тимәһәң ,хәтере ҡалыр.Хәйер,балаһын көтмәй, урамда ем булып йөрөгән бисәгә йүнле ир эйәреп йөрөмәҫе билдәле инде.Тәүҙә өндәшмәй тыңлап торҙо Ғәйшә.Теле телгә йоҡмай теге ир алдында әсәйҙән һалдырып хәбәр һөйләмәһенме Мәстүрә. Етмәһә оялмай ҙа:
- Әсәй, ризаһыңмы?- тип һорап торған була. Ошо рәүешле кешеләргә юхалыҡты ла бирһә бирә икән.Өндәшмәй бер аҙ торғас:
-Ваҡыт еткән икән ,нәкәнис,кейәүгә сығырға.Сыҡ.Мин һиңә сыҡма тимәйем.Әйҙә китеп ултыр.Балаңды көтәм,үҙеңде көтәм,хәҙер ошо алашаны ла минән көттөрмәк булып алып ҡайттыңмы?Эйе,шул ғына ҡалды.Был алашаңды мин өйгә индермәйем,инәһең икән -үҙең инәһең өйгә,инмәйһең икән-дуй бынан.Күҙемә күренеп йөрөмә.Миңә тимәгәйе йөҙ иргә бармағаныңмы?-тип туҙына башлағайны, Мәстүрә:
-Атыу баланы бир,Сәрбиназды алып китәм,- тимәһенме? Ҡорт саҡтымы ни Ғәйшәне:
-Хәҙер тоттороп ебәрермен,балаңды нисә көн,нисә ай көттөң,бала һорап тораһың бында,әйҙә бар,ҡайҙан килдегеҙ,шунда китегеҙ,хатта бала һорап,бирермен бирмәй ҙә ни-тип, себешен һаҡлаған ата ҡаҙ шикелле, икәүһен дә ҡапҡаны сыҡҡансы баҫтырҙы.
Ошонан аҙаҡ йыл тирәһе юғалып йөрөнө Мәстүрә.Анда-бында күрҙеләр кешеләр.Иҫенә төшөп ,эскенәһе өҙөлгәндә Ғәйшә:
-Ҡайҙа йөрөһә лә имен йөрөһөн,үҙе һайлап алған яҙмыш тиеүҙән ары китә алманы.
Өс йәшендә урамда уйнап йөрөгән Сәрбиназ ғәйеп булды.Йәйҙең эҫе мәле.Ғәйшә мунса йыуып абайламай ҡалған.Йүгереп Ҡафыя әбейҙәргә инде,юҡ,улар ҙа күрмәгән.Ары сапты-бире сапты,юҡ тапманы.Бер тотам да өләсәһенән ҡалмай эйәреп йөрөгән бала.Йүгереп Рәүефкә инде, ат егеп торған ерҙән ул урам буйына сығып китте эҙләргә.Ағарып-күгәреп Ғәйшә ишек алдына ҡоланы.Ҡафыяның килене фельдшер Зарифаға йүгерҙе.
Саҡ аңына килгән Ғәйшәне өйгә индереп һалдылар. Фельдшер давление үлсәне,бер –бер артлы ике-өс укол ҡаҙаны.Ишетә һалып, бикәме,ҡәйнештәре килеп етте.Ауыл геүләп эҙләргә тотондо.Урамдан сығып йөрөгән бала түгел.Ул кәртә-ҡура,баҡса ҡалманы, эҙләп бөттөләр,Сәрбиназ табылманы.Ғәйшәнең янынан Зарифа китә алманы.Укол менән таң аттырҙы тиһәң дә була.Иртән иртүк түбән ос Салихтың ҡыҙы Ғәйшәләр эргәһендә туҡтап ултырған күк машина күргән тигән хәбәр килде.Тимәк,Сәрбиназ ауылда түгел.Силсәүит Рәйес милицияға хәбәр итте.
Хәсрәтен биргәс, аллаһы тәғәлә лә сабырлығын да бирә икән. Былай ҙа сарбайлап йөрөмәгән,йәтеш кенә ҡаҡса буйлы,маңлайына һырҙар ятҡан ҙур күҙле Ғәйшә иртәгеһенә сабыр ғына тороп ултырҙы.Йыуынды,тупһа тирәһен һепереп алды ла сәй ҡуйған булды.Юҡ,эстәге ут- ялҡын бер сынаяҡ сәйгә һүрелмәне.Башында бер уй:
-Шул Мәстүрәнең эшелер,шул Мәстүрә генә алып ҡасҡан уны.Тик ҡайҙа? Һуңғы арала ҡайҙа йөрөгәнлеге лә ишетелмәй ине бит әле.
-Хаҡ тәғәләм,баламды,Сәрбиназымды ғына һаҡла.Ғүмер буйына бер кемгә лә насарлыҡ эшләмәнем,хәләл көс менән мал таптым.Белмәй ҡылған гонаһтарҙан азат түгелдермен ,бәлки.Уның өсөн үҙем яуап бирермен.Тик Сәрбиназымды ғына минән тартып алма.Унан да мәхрүм итһәң,үҙемде лә ал.Инде генә яраларым бөтәшеп,инде генә күҙемде асып килә инем бит.Эй,хоҙайым, шул хәтлем дә ярлыҡамаҫ бәндәң булырмын икән?
Йәйҙең түҙеп торғоһоҙ эҫе көндәре.Ҡояш өтә генә.Күләгә лә сыҙап булмай.Бала-саға менән ололар ҙа Ар буйында,сыр-сыу килеп һыу инәләр.Урам артында ашап йөрөгән йәш быҙауҙар сәнскәкләп сабыуыллайҙар күләгә эҙләп.Ауыл өҫтөндә ҡыҙыу эш.Бына-бына бесәнгә төшөргә торалар.Емеш-еләк өлгөрҙө.Кемуҙарҙан бисә-сәсә,бала-саға еләккә йөрөй.Үрге ос Хазина әбей иртәнге алтынан китә еләккә.Эҫе төшөүгә бер биҙрә еләк менән ҡайтып та килә.Хәҙер аҙна инде еләктең бешеүенә.Ғәйшә Сәрбиназ булғас, йөрөй алманы.Рәүефтең ҡыҙҙарынан бер биҙрә һатып алып ауыҙ иткәйнеләр.Ҡалғанын таҙалап киптерергә һалды.
Оҙон эҫе көн кискә һарҡты.Көн эҫеһе лә һүрелде.Шул саҡ силсәүит Рәйес килеп туҡтаны Ғәйшәләргә.Ғәйшә урындыҡ өҫтөндә доға уҡып ултырған еренән һикереп торҙо:
-Йә,Хоҙайым,изге хәбәр менән килһәсе,-тип йүгерә- атлай ҡаршыһына сыҡты:
-Рәйес,әйтә һал,үлеме,тереме, Сәрбиназ?
-Эйе,тапҡандар,еңгәй,түлкә,ҡолап ҡуйма,эле ул райүҙәктә больницала, һиңә тиҙ генә больницаға килергә ҡуштылар-,тип әйтеп бөтөр- бөтмәҫтән Ғәйшәне килеп тота һалды.
-Нимә булған,ҡайҙан тапҡандар,башы ҡороғор,шул Мәстүрәнең генә эше,Мәстүрәнең генә эше,баламды,Сәрбиназымды нимә эшләткән,нимә генә булды икән ?
-Еңгәй,юлда һөйләрмен,әйҙә ишегеңде бикләп,ҡапҡаңды эл дә,- тип машинаһын ҡабыҙҙы.
-Дөрөҫ һиҙемләгәнһең ,еңгәй,Мәстүрә алып ҡасҡан Сәрбиназды.Эсеп йөрөгән эшнәләре менән урлағандар. Бөгөн милицияға Яугилденән шалтыратҡандар,төштән һуң.
-Эсергә яратҡан Мәхмүзәнең өйө эргәһендәге тупраҡта бер бәләкәй бала йоҡлап ята.Кемдең балаһы икән?- тип ауыл советына хәбәр иткәндәр.Баҡһаң,Мәстүрә Сәрбиназды ошонда алып килгән кисә.Яугилденең силсәүите әйтеүенсә,бында көн- төн эскелек.
-Нисек кенә тыйып ҡараныҡ,дежур ҙа ойошторҙоҡ,әлегә һөҙөмтә ноль.Хужабикәнең ире аварияла үлде.Ҡайғыһын араҡыға баҫты.Ике балаһы бар ине,йүнләп көтмәгәс,тартып алдыҡ.Бахыр,балалар астан үлмәҫ өсөн һоранырға урамға сыҡтылар .Ике йыл була инде,балаларын приютҡа ебәргәнгә.Шунан башлап айнымай эсә.Тирә- яҡтан килгән берәҙәктәр ҙә йыйыла унда.Ҡыҫҡаһы,”веселый дом”.Шул дежурство ғына ваҡ төйәк трагедияның булмауына ярҙам итә. Аҙнаһына бер үҙем дә киләм,-тип һөйләне ауылдың силсәүите.
-Эскелек,эскелек инде.Унда бала ла юҡ,эш тә юҡ,аш та юҡ,ә эсергә табыла. Бына шул,Сәрбиназ да ошонда булган,төндә ҡайҙа йоҡлағандыр,билгеһеҙ.Милиция баланы больницаға алып киткән.Сәрбиназға эҫе һуҡҡан,бите,ҡулы,асыҡ ятҡан ерҙәре ҡояшта янған.Әсәһен алып килмәгеҙ,өләсәһе кәрәк, -тип шылтыраттылар больницанан.

Сәрбиназдың бите, ҡулы ныҡ янған,хатта ҡулғынаһының терһәк аҫтары,бите күберсеп сыҡҡан.Анау хәтле ҡояш ҡыҙыуында сәғәтләп ятып нисек үлмәгән?Өләсәһен күреү менән башы-ҡулы бәйле Сәрбиназ ҡысҡырып илап Ғәйшәгә килеп йәбеште. Баланы был хәлдә күреп ,Ғәйшәнең үҙенең нисек йөрәге өҙөлмәне.
-Балаҡайым,нисек үлмәнең,балаҡайым,йә инде,нисек кенә харап булманың, нисек түҙер инем,ярай Хоҙай аралаған,-тип йән әсетеп һөйләнеп- һөйләнеп Сәрбиназды ҡосағына алып аҙарынып илаған Ғәйшәгә берәү ҙә тыныс ҡала алманы,хатта силсәүит Рәйес тә күҙ йәштәрен һөртөп ҡуйҙы.Ҡәҙимге тәтелдәп һөйләшкән Сәрбиназ
-Өләсәй,һине ҡарайым,тип сыҡҡайным,ҡапҡаны кире асып булманы,инә алманым,иланым,күп иланым берәү ҙә асманы,-тип шул арала тәтелдәп һөйләп ташланы.Аҙаҡ иң ҡәҙерле кешеһенең муйынын бәйләнгән ҡулы менән һыға ҡосаҡлап алды.
-Өләсәй,минең өйгә ҡайтҡым килә.Мине ул апайҙарға бирмә.Улар мине алданылар,ҡурсаҡ,матур туп алып бирәбеҙ тинеләр ҙә үҙҙәре алып та бирмәнеләр.Эй бала,алданған бала.
-Юҡ-юҡ балам,бирмәйем-бирмәйем,үҙебеҙгә ҡайтабыҙ,үҙем алып бирермен ҡурсаҡты ла,тупты ла,-тип Сәрбиназын күкрәгенә ҡыҫты.
Биш көн ятып сыҡты больницала Сәрбиназ менән Ғәйшә.Больницаға күренергә тип бикәме килгән ине ,Мансур менән,шулар менән ауылға ҡайттылар.
- Милицияға яҙып бир,Мәстүрәне ултыртабыҙ,- тип Ғәйшәгә участковый килде.
-Юҡ,яҙмайым, теләһә нимә эшләтегеҙ,уныһы һеҙҙең эш,иллә-мәгәр яҙып бысранаһым юҡ,шөкөр,Сәрбиназым иҫән ҡалған.Закон үҙегеҙҙә, нимә эшләтһәгеҙ ҙә эшләтегеҙ.Ул былай ҙа күререн күреп йөрөй.Бер кемгә лә теләмәйем уның яҙмышын.Көтөп алынған ҡәҙерле бала , иркә ҡосаҡта үҫте,алтығәзәһе теүәл,ҡарап туйғыһыҙ ине,боҙолоп,яңылышты.Ҡәҙерленән ҡәҙерһеҙгә әйләнеп,бәхетен тамуҡҡа тығып,кеше аламаһында йөрөүе лә анһат түгелдер.Башҡаларға,балаһына,Сәрбиназға яҙмаһын был яҙмыш.Баланың буйын ғына үҫтерәһең шул,аҡылы,тәүфиғын Хоҙайҙан һорайбыҙ ҙа ул.Эйе,мең шөкөрҙәр ҡылды Ғәйшә Сәрбиназы өсөн.Янған тиреләре ҡубып төштө.Шырам ҡалмаһа ярар ине тип,мунсала сабыу килештеме,былай беленмәне,матур уңалды ҡубып төшкән ерҙәре. Балаҡайым,шул ҡәҙәрем сабыр бит әле,бер илап мыжыһасы.Онотҡансы һөйләп маташты күргән мажараларын.
Ҡурҡыттылармы,юҡмы,әллә үҙе ҡайтманымы Мәстүрә юғалды.Кәркәлелә үҙенән өлкән ир менән йәшәй,Олотамаҡта йөрөй тип тә ишеткәләне Ғәйшә.Тик әсәһенә ҡайтып күренмәне. Ғәйшә иҫенә төшкән һайын:
-Ҡайҙа йөрөгән була икән?Шайтан ҡоторталыр.Эй, аллам.Ярай,Сәрбиназға теймәһә була.Әйҙә йөрөһөн,үҙенә шулай оҡшағас,үҙен-үҙе йыуатҡан булды.Инде ниэшләмәк кәрәк?
Алты йәше тулған Сәрбиназ:
-Өләсәй башҡаларҙың әсәһе лә атаһы ла бар,минең әсәйем менән атайым ҡайҙа ул?Ни эшләп улар ҡайтмайҙар ҙа беҙҙә бармайбыҙ ,-тип һорамаһынмы?Бала ғына әле,нимә аңлай тип, уны-быны һөйләмәй ине шул.Әле лә:
-Атайың үлгән шул балам,әсәйең алыҫта,бәлки,берәй ҡасан ҡайтыр,һине һағынһа ,-тигән булып һүҙҙе икенсегә борҙо.
Йөрәк ярып сыҡҡан балаң да сит –ятҡа әйләнер икән?Эй,был тормош,әйләнә лә килеп бер баҫа.
Сәрбиназ уҡыуға бара торған йылы,ни ғилләлер ҡулына уҡыу сумкаһы,эсенә ҡәҙимге уҡыу- яраҡтары һалып арыу ғына ҡыҙмаса Мәстүрә ҡайтып килде.Үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр әсәһенә күстәнәскә тип, ҡуйынынан бер әсмүха сәй алып бирҙе.Инде ныҡ таушалған, йөҙө-башы һурышҡан Мәстүрәне балҡып торған һып-һылыу ҡыҙ ине тип кемгәлер ышандырып та булмаҫ.Тормош уны шул тиклем игәгән,төҫөн алған.
Ҡасандыр йәндәй күргән ҡәҙерлеһен ошо хәлдә күреп Ғәйшәнең тыны ҡыҫылды,ҡыҙғанып ҡараны балаһына.Барып ҡосаҡлап алғыһы ,башынан һыйпап иркәләгеһе ,йылы һүҙҙәр әйтеп ҡосағына алғыһы килде лә бит булдыра алманы.Булдыра алманы,булдыра алманы.Талпынып ҡараны,юҡ,булманы.Сәйгә саҡырҙы,сәй эсмәне.Аптырағас Ғәйшә :
-Сәрбиназ ,бына әсәйеңде һорай инең,был һинең әсәйең,һаумы тигән, тине. Сәрбиназ күк кенә күҙҙәрен тултырып өләсәһенә текләне.Мәстүрә балаһына сумкаһын тотторған булды.Ҡосағына алырға маташҡайны,Сәрбиназ ҡасты ла китте. Мәстүрә барып балаһының арҡаһынан һөйөп алды.Күҙ йәштәрен һөрттө .Әллә балаһын,әллә әсәһен ,әллә үҙен уйлаптыр инде бер һүҙһеҙ урындыҡта арыуыҡ тауыш -тынһыҙ иланы ла иланы Мәстүрә..Тыйманы Ғәйшә:
-Илама ла балаға ла теймә,- тимәне.Бер аҙ тынысланғас ,әллә алданы,әллә ысынды һөйләне Ырымбур яғындамын тигән булды.Ошоға тиклем алданып,тәҡәте ҡороған Ғәйшә ышанып та етмәне.Гел ҡасып юғалған Мәстүрә,беренсе тапҡыр һаубуллашып автобусҡа сығып китте.
Китеп юғалыуына өс ай тигәндә Ғәйшәгә Мәстүрәнең пожарҙа янып үлеүе хаҡында хәбәр килде.
Ярай әле,янында хәл белергә килгән Әсмә еңгәһе булды. Ошолайтып йөрөп туҡмалып,йә өшөп ҡалыр инде тип, йәне әсегән сағы булһа ла Ғәйшәнең Мәстүрәне янып үлер тип,башына ла килмәне.Әсмә еңгәһе:
-Эй,Мәстүрә, үҙ башыңа үҙең еттең .Үҙең һайлап алған яҙмыш.Тәҡдирҙән уҙып булмай.Арты хәйерле булһын.Инде Сәрбиназыңдан әүмәт күрергә яҙһын.Быныһына Хоҙай тәғәлә тәүфиҡ ,иманлы ғүмер бирһен.Инде ҡалайтаһың.Башты ташҡа һуғып булмай.
Ғәйшә һуңғы ваҡытта илағаны юҡ ине,тыйыла алманы.Теге ваҡыт йә ҡосаҡлап ҡосағына алманы,әллә ғәфү үтенеүе лә шул булғандыр.Үкенестәр өтә шул йөрәкте.
Үлем хәбәре тиҙ йөрөй.Ишетә һалып Мансур менән Нур килеп инделәр:
-Еңгәй,ишеттек,Олотамаҡҡа барып алып ҡайтабыҙ.Машина белештек.Акрам ағайым менән өләсәйҙең янында урын бар.Шунда ҡуябыҙ.Етәрлек ситтә яттар менән йөрөнө,исмаһам,баҡый донъяла үҙебеҙҙекеләр менән ятһын.
-Кәүҙәһе бармы икән һуң ҡуйырға,ут эсендэ имен ҡалған тейһеңме?-тип һыҡтаны Ғәйшә.
-Бер нәмә лә булмаған кәүҙәһенә,төтөнгә генә сәсәп үлгән.Өсәү булғандар,бер ир менән Мәстүрә үлгән,тағы бер ҡатынды алып ҡалғандар.Силсәүит Рәйес һорашып белешкән.Хәҙер ярты сәғәттән юлға сығабыҙ -,тип сығып киттеләр.
Ауыл халҡына рәхмәт,уныһын-быныһын тотоп килделәр.Ярҙам итәбеҙ тип, йүгереп йөрөнөләр.Шөкөр,шуныһына ҡыуанды Ғәйшә.Береһенең ауыҙынан яман һүҙ ишетмәне.Тәрбиәләп ҡуйғандан һуң өсөн уҡытыуға силсәүит тә ярҙамдан ситтә ҡалманы,рәхмәт инде Рәйескә:
-Еңгәй, хәйер итеп таратырһың, -тип ваҡлаған аҡсаһына тиклем тоттороп сығып китте.Күрше-күлән,туған-тыумасаларҙың ярҙамынан башҡа Ғәйшә бер ни ҙә эшләй алмаҫ ине.
Ваҡыт дауа тигәндәй ҡырҡы үтеүгә Ғәйшә бер аҙ тынсый төштө. Ятһа ла торһа ла ҡайҙа йөрөй икән,асмы-туҡмы,үлеме-тереме тигән уй нисә йылдар мейеһен сүкене бит инде.
-Алды үҙенә,арты беҙгә хәйерле булһын.Тыныс ятһын ҡәберендә ,исмаһам ,йәндәй күргән кешеләре янында ята әле ,-тигән булып,күҙ йәштәрен һөрттө.
Ғүмер тигәнең аҡҡан һыу кеүек. Ғәйшәнең дә пенсияға сығыуына арыуыҡ булды.Һуңғы йылдары һаулыҡҡа ла туймай китә.Быуындары һыҙлап интегә.Сәрбиназ инде мәктәпте бөтә тиҙҙән алла бирһә.Шөкөр,тыныс,аҡыллы ғына булып буй еткереп килә.Өләсәй,тип кенә тора.Ҡайһы ваҡыт Ғәйшә арҡаһынан ҡағып:
-Әсәйеңә генә оҡшап бәхетһеҙ булмаһаң ярар ине ,балам тиһә:
-Өләсәй гел генә шулай тейһең,мин әсәйемә түгел, һиңә оҡшағым килә,-тип килеп Ғәйшәне ҡосаҡлап ала.Йән атып тора инде өләсәй тип.Һыҙланыбыраҡ китһә:
-Өләсәй,нимә булды,ҡана үҙем майлайым,үҙем тип кенә торған була.Ҡурҡа шул Ғәйшә.Быныһы ла матур бит.Күм-күк кенә күҙле,аҡ йөҙлө, алсаҡ бер бала инде,хоҙай бәхет-тәүфиҡ ҡынаһынан айырмаһын.Мәстүрә ни эшләптер һалҡын,туң,ҡырыҫ һымаҡ булды ул.Бикәме,бахыр, бының Фаризаға оҡшаған, холҡо менән тейер ҙә ултырыр ине.
Әсмә инәһе ярата инде Сәрбиназды,үҙ балаһындай күрә.Килһә, икәүһе бер булалар.Кешегә йылымыҡ шул.Бикәме Мәрүәр ҙә бик яратты,бахыр, уның да баҡыйлыҡҡа күсеүенә йыл тулып килә.
Мәктәптә яҡшы уҡыны Сәрбиназ.Уҡытыусылар ураған һайын рәхмәт хаты ебәреп торҙолар.Өләсәһе менән әкренләп ҡул эшенә лә ылыҡты.Уҡыуҙы бөткәс ,уҡытыусылары медик һөнәрен һайлаһын,шунда уҡырға барһын, тинеләр.Сәрбиназдың үҙенең дә теләге бар ине.Ҡулына аттестат алып,һынауҙарҙы уңышлы ғына тапшырып уҡырға инеп китте.
Унда ла уҡыуға шәп булды.Арыу ғына стипендия алып уҡыны. Өләсәһенән бик һирәк кенә аҡса алды.Шул стипендияһын еткереп,тағы арттырып күстәнәсен дә тотоп ҡайта торғайны.
Ғәйшә яңғыҙы ҡалғас, башкөллө дингә ылыҡты.Биш намаҙын уҡып,доғалар һайын Сәрбиназына тәүфиҡ,үҙенә иманлы ҡартлыҡ һораны Хоҙайынан.
Сәрбиназ уҡып бөтөп, райүҙәккә фельдшер-акушер булып ҡайтып эш башланы.Ғәйшәне лә күсергә димләп ҡарағайны үҙе янына, ризалашманы.
-Әле үҙе йүнемде үҙем күрәм,хәҙерҙән һиңә һалыҡ булғым килмәй.Ялыңда ҡайтып хәлемде белеп китһәң, шул еткән.
-Нисә йыл ғүмер иткән нигеҙем,әле генә ташлап киткем дә килмәй,хәлдән тая башлаһам,күҙ күрер, балаҡайым, тиеүҙән ары китмәне.Сәрбиназ ярты йылдай эшләгәс,врач менән һөйләшеп Ғәйшәне больницаға һалып дауалап алды.Быуыны һыҙлап,йөрәге ауыртып ҡаҡшай ине.Ун көндәй дауаланып ҡәҙимге булып ҡайтты.Яңғыҙлыҡ ҡыйыныраҡ инде.Әүәлерәк Ҡафыя әбей инә һалып етә тоғайны,ул да китеп барҙы.Хәҙер бер биш йыл тирәһе барҙыр.
Ике йыл тирәһе эшләгәс ,Сәрбиназды Сирғолдан һората килделәр.Кейәү булаһы кеше райбольницала теш табибы икән.Шулай итеп иманлы,матур,туған-ырыулы ғаиләгә Сәрбиназ килен булып төштө.Сирғол Аҡҡолайға ун ете саҡрым тирәһе.Матур ғына туй үткәреп,барынса бирнәһе менән оҙатып барҙы Ғәйшә Сәрбиназын.

Йәштәр райүҙәктә төпләнделәр.Машиналары булғас ,яйы сыҡҡан һайын Аҡҡолайға ҡайтып йөрөнөләр,анда-һаяҡ Ғәйшә үҙе лә барғыланы.Кейәү балаҡай ҡәйнәһен шул тиклем хөрмәт итте.Ҡайтҡан һайын ҡыйбатлы сәйен,тәм-томон тотоп ҡайттылар.Аяғына быймаһын,башына дебет шәлгә тиклем алып бирҙе.
Эйе,Ғәйшә күпме-күҙ йәштәре түгә-түгә ҡартлығында бәхет күрҙе,ураған һайын үҙе лә:
-Аллаһы тәғәләмә рәхмәт ,был көндәрҙе лә күрергә насип итте бит,- тип шөкөр ҡылды.Сәрбиназдың ҡыҙы Гөлһыу тыуғас,Ғәйшә әбейҙе уй-вайына ҡуймай үҙҙәре янына алдылар.Бәләкәсәйеп инде туҙып та барған нигеҙҙе Мансурҙың кесе малайына биреп ҡалдырҙылар.Ул тиҙҙән бында өй һаласаҡ.Тимәк,туғандар нигеҙе ҡоромаясаҡ.
Ғәйшә әбей Сәрбиназдың Гөлһыуын да, Мирасын да тәрбиәләште әле.Һыу индереп ,майлап,имләүсе лә ул булды.Гөлһыу менән Мирас йән атып торҙолар Ғәйшә әбей өсөн.Инде яраттылар,инде яраттылар.Кейәүе лә өрмәгән ергә ултыртманы ,ҡәйнәм ,тип өҙөлөп торҙо.Ҡоҙағыйҙары килеп инһә лә иң тәүҙә:
- Ҡоҙағый ҡайҙа- ,тип торалар.Мирастары тыуғас ,яңы ҙур өйгә күстеләр.Ҙурлап аят уҡыттылар.Тормош шулай һәүетемсә дауам итте.
Ғәйшә ятһа-торһа шөкөр итте,балаларының бәхеттәренә күҙ теймәһен,берүк ҡырау һуҡмаһын ,тип теләне.Йылына ҙурлап әрүахтарға аятын да уҡытып торалар,килгән-киткәнде ҡәҙер итәләр.
-Эй, ошо балаларҙың инде уҡыуға барғандарын күрһәм инде, -тип теләһә лә Ғәйшә әбейгә уҡыуға барыуҙарын күрергә насип булманы.Ҡара йәштән ферма эше,тормош һынауҙары уның һаулығын ҡаҡшатҡан ине.Ике көн генә ята –тора йөрөнө лә ҡапыл ғына ныҡлап ауырып, түшәккә ятты.
-Больницаға алып бармағыҙ,үҙ хәлемде үҙем беләм.Ҡартайған көнөмдә ҡәҙер иттегеҙ,ул-был хәл булып китһә, шаулап илашмағыҙ.Сәрбиназ балам,кейәү һеҙгә ризамын,фатихамды бирәм,миңә күрһәткән әүмәтте үҙ балаларығыҙҙан күрерһегеҙ.Ризамын, Сәрбиназым.Рәхмәт,ҡартлығымда бәхетле иттең.Был тиклем үк өмөт итмәгәйнем.Рәхмәт,балаларым.
Төндә телдән ҡалып, өсөнсө көн тигәндә баҡый донъяға күсте Ғәйшә әбей.Иламағыҙ тиһә лә өләсәһе, иланы шул, Сәрбиназ,иланы,хатта балалары ла :
-Нәнәй,нәнәй,- тип илаштылар.
Ҡыштың матур бер көнөндә Аҡҡолай зыяратында тағы бер ҡәбер артты.Ҡәҙерле кешеләренең янына Ғәйшә әбей мәңгелеккә ҡайтты.
Сәрбиназ йыл да аят бағышлата иң яҡын кешеләренә,Аҡҡолайға барып ҡәберҙәрен тәбиәләй, сәскәләр сәсә.Башҡалары төшөнә ингәне юҡ,иллә -мәгәр өләсәһе һирәкләп булһа ла төшөнә инә. Үҙенең төшлөгө гел яҡшыға була.Бына әле бөгөн күргән матур төшөн дә яҡшыға юрап урынынан торҙо. Сәрбиназдың кәйефе күтәрелеп , сәй эсеп алды ла өй бағырға тотондо.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас