Әҙәби бит
21 Июня 2022, 06:23

Диңгеҙҙә

Ҡояш түбән генә булһа ла, ярайһы ғына ҡыҙҙыра. Аҡһыл зәңгәр күктә узорлы йоҡа аҡ һыҙыктар- болоттар. Ел иҫеүе эҫелекте "йыуашайта".Еңел генә алһыу матрасыбыҙҙы алып, һыуға төштөк. Бер аҙ ваҡыттан, ҡыҙымды ҡалдырып, үҙем ниндәйҙер йомош менән ярға сыҡтым. Кире һыуға төшһәм, ул инде байтаҡ алыҫлашҡан, тәрәндә. Янына бара алмагас: "Был яҡҡа ҡулың менән ишеп кил",- тием. Көтәм, ҡысҡырам. Ә ул яҡынаймай, киреһенсә, ел ыңғайына йырағая бара... Һыуҙа тороуҙың файҙаһыҙ икәнен аңлап, ярға сыҡтым. Ҡул болғайым. Ул күрәме икән? Матрасҡа йөҙтүбән ятҡан да, башын да күтәрмәй.Ә ел матрасты секундына алты метр тиҙлек менән ярҙан ситкә ҡыуалай...Мин яр буйлап йүгерәм, ҡул болғайым. Ҡыҙымды яҡшылап күрмәй башланым.Ҡунаҡханаға күҙлегемде алырға ҡайтһам, баламды тапмаҫмын һымаҡ...

ДиңгеҙҙәДиңгеҙҙә
Диңгеҙҙә
Ҡыҙым: "Диңгеҙҙе күргем килә,"- тигәс, йылы яҡҡа юллама алырға булдым. Анапа ҡалаһына алыҫ булмаған "Кассандра" пансионатын һайланыҡ. Хаҡы ҡиммәт түгел, диңгеҙ эргәлә.

Ике ҡатлы һоро бинала бөтә шарттары булған йәтеш кенә бүлмәгә урынлашҡас, транспортта ултырып талсыҡҡан аяҡтар үҙенән-үҙе тышҡа тартты. Бетон плиткалар түшәлгән ишек алдын яңы ғына йыуып ҡуйғандар. Эргәлә һары, ҡыҙыл эре сәскәләр үҫеп ултыра. Еләҫ кенә йылы ел иҫә. Бер яҡтан лиман, икенсе яҡтан диңгеҙ йәйрәп ята. Ә без ҡыҙым менән юл ситендәге ваҡ ҡыуаҡлыҡтарҙа үҙ яйы менән йәшәп ятҡан ҙур ҡусҡарҙарҙы күҙәтәбеҙ.
***
Иртәгәһенә үк ҡалаға экскурсияларға йөрөй башланыҡ.
Ҙур аквариумда "Немо мажаралары" йәнһүрәтендәге Доротиға оҡшаған балыҡты күреп ҡыуанды ҡыҙым. Терпе-балыҡты оҙаҡ күҙәтте.
Зоопаркта мин тюлендәрҙең ирҙәр һымаҡ тупаҫ, көслө тауыш менән ҡысҡырыуын ишетеп аптырашта ҡалдым.
Ә ҡыҙым бурһыҡтарҙың зоопарк эшсеһе менән уйнауын күреп һоҡланды. Йоҡомһорап ятҡан зәңгәр күҙле аҡ арыҫлан бигерәк тә оҡшаны уға.
Ҡалала матур алһыу, һары һыҙатлы купальник һатып алдыҡ.
***
Диңгеҙ кәртә артында ғына ине. Ағастан эшләнгән һуҡмаҡтан бер аҙ барабыҙ ҙа, ярҙан алыҫ булмаған ерҙә келәм түшәп, әйберҙәребеҙҙе ҡуябыҙ.
Ҡомда һирпелеп ятҡан ҡабырсаҡтар менән төрлө һүрәттәр эшләйбеҙ, һүҙҙәр яҙабыҙ.
Балам йөҙә белмәгәс, һай ғына урында һыу инәбеҙ.
Аяҙ көндө диңгеҙ тыныс, үтә күренмәле булһа, медузалар күп була. Ә бөгөн ана ҙур, сынаяҡ аҫты ҙурлығындағы прәник һымаҡ зәңгәрһыу медуза ярҙа ята. Балалар уны төрткөләй, сәнскеләй. Ниңә шулай язалайҙарҙыр тере йән эйәһен?
Шулай уйлап аптырағайныҡ был көндө. Һорауыбыҙға яуапты тиҙ таптыҡ.
Диңгеҙҙә күңелле . Һыу йылы ла, йомшаҡ та һымаҡ. Бер-беребеҙҙе күтәреп йөрөтөп туйғас (һыуҙа кеше еңел була бит инде), ҡыҙымды йөҙөргә өйрәтеп маташтым. Тик бер мәл… медуза саҡты ахыры: балам ситырайып, ҡулын ыуалап ҡуйҙы. Ҡулы кесерткән саҡҡандағы кеүек ҡабарып сыҡты. Беренсе тапҡыр сағылғас, ҡурҡып, диңгеҙҙә рәхәтләнеп ял иткән врачты саҡырып алдыҡ.
Ул ниндәйҙер укол ҡаҙаны, аллергиянан таблетка эсерҙе.
Тик был хәлдән һуң ҡыҙым һыуға төшөргә ҡурҡа башланы. Матрасҡа ята ла, минең этеп йөрөтөүемде көтә. Тағы медузанан сағылырмын тип, ҡулын һыуға тығырға ла ҡурҡа.
***
Ҡояш түбән генә булһа ла, ярайһы ғына ҡыҙҙыра. Аҡһыл зәңгәр күктә узорлы йоҡа аҡ һыҙыктар- болоттар. Ел иҫеүе эҫелекте "йыуашайта".
Еңел генә алһыу матрасыбыҙҙы алып, һыуға төштөк. Бер аҙ ваҡыттан, ҡыҙымды ҡалдырып, үҙем ниндәйҙер йомош менән ярға сыҡтым. Кире һыуға төшһәм, ул инде байтаҡ алыҫлашҡан, тәрәндә. Янына бара алмагас: "Был яҡҡа ҡулың менән ишеп кил",- тием. Көтәм, ҡысҡырам. Ә ул яҡынаймай, киреһенсә, ел ыңғайына йырағая бара... Һыуҙа тороуҙың файҙаһыҙ икәнен аңлап, ярға сыҡтым. Ҡул болғайым. Ул күрәме икән? Матрасҡа йөҙтүбән ятҡан да, башын да күтәрмәй.
Ә ел матрасты секундына алты метр тиҙлек менән ярҙан ситкә ҡыуалай...
Мин яр буйлап йүгерәм, ҡул болғайым. Ҡыҙымды яҡшылап күрмәй башланым.
Ҡунаҡханаға күҙлегемде алырға ҡайтһам, баламды тапмаҫмын һымаҡ...
***
Яр буйында кешеләр мыжғып тора. Ике метр һайын тиерлек таҫтамал йәки махсус келәм түшәп, ҡыҙынып яталар. Балалар ҡомда уйнай. Кемдер һөртөнә- һөртөнә диңгеҙҙе күҙәтә. Төрлө яҡҡа хәрәкәтләнеүсе, бихисап төҫтәге, ҙурлыҡтағы ҡырмыҫҡа иләуе... Тиҫтәләгән кеше араһында мин үҙемде япа-яңғыҙ тойҙом.
Тик бәхетемә күрә, яңылышҡанмын икән. "Анау матраста ятҡан ҡыҙыҡайҙы күрәһегеҙме?"- тип һорашҡас та, бер егет ҡыҙым яғына йөҙөп китте.
Ә мин, аңыма яңы килгәндәй, яр буйында торған ҡотҡарыусылар будкаһына йүгерҙем. Телевизор ҡарап ултырған ике йәш егет йәшен тиҙлеге менән ағас кәмәләренә сығып ултырҙы. Ҡул ишкәктәре менән диңгеҙ өҫтөн сыбарлап, етеҙ генә йөҙөп китте.
Ул арала ял итеүселәрҙе йөрөткән моторлы кәмә бушаны. Хәлде аңлатып биреү менән: "Ултырығыҙ!" - тине хужаһы. Моторлы кәмә, һыуҙы ярып, геүелдәп, алға ынтылды.
Беҙ барып еткәндә, ҡотҡарыусылар ҡыҙымды ағас кәмәгә ултыртып алғайны. Ә беҙ иң беренсе булып ҡотҡарырға теләк белдергән егетте ултыртып алдыҡ. Ул арыған, тик ҡыҙым эргәһенә барып етә алмаған…
Ҡурҡыу, көсһөҙлөк, үҙемә ҡарата асыу кисерештәрен еңеллек, бәхет тойғолары алмаштырҙы.
Тиҙ ярҙам итергә әҙер торған егеттәргә сикһеҙ рәхмәтемде белдерҙем.
Шелтәле тауыш менән ҡыҙымдан: "Нишләп ҡулың менән ишеп, был яҡҡа йөҙөргә тырышманың?" - тип һораным.
"Ел яр яғына иҫкән кеүек күренде. Кәмә үҙе үк мине ярға илтер тип ышандым". -тине ул . Балаҡай...Бәләкәй шул әле. Һигеҙ йәш кенә.
Минең тауыш йомшарғандан йомшара барҙы:
"Һин алыҫайғандан алыҫайҙың бит. Асыҡ диңгеҙгә сығып китһәң, акулаларға осрап ҡуйһаң..."
Тик шул ваҡытта ғына балам, үҙенә ниндәй ҡурҡыныс янағанын аңлап, илап ебәрҙе. Мин өндәшмәй генә ҡыҙымдың эҫе кәүҙәһен күкрәгемә ҡыҫтым.

Рәйлә Нурмөхәмәтова.
 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас