Үлгем килмәй, әсәй!
ЗИЛӘ ӘМИНЕВА
(Башы)
... Шау сәскәле яланда күбәләк шикелле осона - осона бер ҡыҙ бала йүгерә. Толомлап үргән сәстәренә ялан сәскәләренән йыйылған таҡыя тағы ла матурлыҡ өҫтәй, ә күҙҙәре, хәс тә анау күгәрсен күҙе сәскәһендәй, зәп - зәңгәр!! Йә , Хоҙай! Күбәләккә генә әйләнеп, осоп китә күрмәһен кескәй ҡыҙсыҡ! Сылтырлап көлгән тауышы, йомшаҡ таңғы ел моңона ҡушылып, әллә ҡайҙарға тарала...
Сеү! Ҡайҙа булды күгәрсен күҙле ҡыҙ бала? ! Яңы ғына ошонда ине бит?! Әәй, ана йөрөй бит! Бәй, ҡыҙ бала тигәне әллә малай булып сыҡты инде? Ҡулына кескәй сыбыртҡы тотҡан, аҡ түбәтәй кейгән, күлдәк итәктәрен кендек тапҡырында бөрөштөрә бәйләгән ялан аяҡлы малай бит был. Яй ғына атлап үҙәнгә табан китеп барасы... Моғайын да, анау утлап йөрөгән аттар янына китеп баралыр. Малайҙар ат йәнле була бит...
Йә, Хоҙай, тағы нимә булды?! Бая ғына нур бөрккән ҡояш ҡайҙа булды ла, ҡайҙан килеп сыҡты был ҡара болоттар?! Әле генә талғын ел моңона бейергә төшкән көләкәс сәскәләр, баштарын эйеп, тынып ҡалдылар. Тәбиғәт матурлығына һоҡланып йыр һуҙған ҡоштар ҙа әллә ҡайҙа булдылар, ә улар урынына йәмһеҙ , ибәтәйһеҙ, саманан артыҡ бынау ҡара ҡоштар баҫырға тырышасы?! Көш, көш! Китегеҙ был тирәнән, көш! Юҡ, иғтибар ҙа итмәйҙәр, яҡынлағандан - яҡынлаша баралар! Ауыр ҡанаттары үлән - сәскәләрҙе салғылай ҡырҡа, ҡырҡа бара... Аһ!!! Ана береһе сыбыртҡылы малайға табан йүнәлде! Теймә, теймә тием, эт талағыр нәмәкәй, теймәәә!!! Бәргесләй, уңға-һулға ташлай! Эх, әрәм генә иттең бит улыҡайымды, ҡара ҡош! Әрәм генә иттең...
- Әсәй, әсәй, үлгем килмәй минең, ҡотҡар, зинһар?! Әсссәәәәй!!!
Йә, Алла! Әллә ҡанаттарына ултыртып алып китергә тырышамы минең улымды был ҡанэскес?! Улым!!! Туҡта, был йәнә теге күгәрсен күҙле ҡыҙға әйләнгән түгелме һуң? Сәскәле балитәкле күлдәгенән эләктереп алған да һауаға - үргә ынтыла бит?
- Әсәәәй, үлгем килмәй, әсәй, ҡотҡар!!!
Хәҙер, хәҙер, балам... Теймә, ҡара ҡош! Алма бәғеркәйемде, алмааа!!!
***
- Әсәй, әсәй тием, һаташаһыңмы әллә, уян әле!
- Хәҙер, хәҙер, теймә тием, ҡалдыр..
- Уф, тағы һаташып ятаң бит, уян , әсәй!
Яурынынан һелкетеүҙәренә күҙҙәрен асты Рәлиә. Аһ - аһ, ни арала ойоп киткәндә, ни арала яман төш күреп ята һуң? Маңлайы шыбыр тиргә батҡан, өҫтөнә ябынып ятҡан йоҡа простыняны усына йомарлаған. Һаташыу ғәләмәтелер... Эй, улай тиһәң, был төш беренсегә генә инмәй бит инде. Хатта башты яҫтыҡҡа терәргә лә шөрләй башланы һуңғы арала, " күгәрсен күҙле ҡыҙ " , "сыбыртҡылы малай " артынан саба торғас ялҡып та бөттө бит инде. Гел бер үк төш, бер үк һаташыу. Хәйерлегә генә булһын инде, хәйерлегә генә. Улы менән ҡыҙына хәйеф - хәтәр янаймы икән тип өшкөртөп тә бөттө, мулла - имселәргә йөрөттө, бетеү алып муйындарына таҡты. Аллаға шөкөр, улы бишенсене тамамлай, ҡыҙы өсөнсө синыфты, бәлә - ҡазаһыҙ ғына йөрөһөндәр инде, хәйерлегә булһын. Нишләп һаман шулай бер үк төш инә һуң уға? Нимә әйтергә теләй теге балалар?! Аңламаҫһың... Гел бер үк тауыш, бер үк асырғаныу менән бер үк һүҙҙе ҡабатлайҙар : " Әсәй, үлгем килмәй минең, әсәй! .." Йә ҡыҙ бала булып, йә малай булып инә бит әле. Ҡыҙ баланың йөҙө асыҡ ҡына хәтерендә ҡала, ә бына малай бер ҡасан да битен күрһәткәне юҡ... Әллә сирләй башланым микән тип больницаға барып тикшерелеп тә ҡараны, аллаға шөкөр, сирле ере юҡ. Ен - фәлән ҡағылдымы икән тип әлеге муллаларҙан тоҙ өшкөртөп алып, ире күрмәгәндә генә мунсала йыуынған һыуына һалып сайынып та ҡараны. Юҡ , файҙаһыҙ. Бына әле лә баҡса эшенән арманһыҙ булып арығас, әҙ генә серем итеп алайым тип ятҡайны, тағы ла шул уҡ төш, шул уҡ һаташыу...
Улының уятыуы бик ваҡытлы булды әле. Ире ҡайтып ингәнсе ятҡан ерен йыйыштырып, сәс - башын рәтләй һалыр кәрәк. Юҡһа, һиҙә лә донъяһы емерелгәндәй әрләргә тотона: " Өйҙә бер тин эшһеҙ ятаһың, ул ниндәй арыу ти ул көпә - көндөҙ йоҡо һимертеп?Бына миңә эләкһен ине ул йоҡо, исмаһам, иртә таңдан ҡара кискә тиклем бисәм, ике балам ас булмаһын, өҫтәре бөтөн булһын тип тир түгәм! Берәй тин аҡса эшләгәнең бармы миңә сыҡҡаны бирле? Юҡ! К...ңә кейгән ыштаныңды ла мин эшләгән аҡсаға алғанһың бит һин!" Эй, өйрәнеп тә бөткән инде ул әр - битәргә! Тәүҙәрәк, балалар бәләкәй саҡта һарай тирәһенә барып туйғансы илап ала торғайны, хәҙер күптән бешеккән инде иренең " татлы " теленә. Өйләнешкән йылдары бер ҙә улай түгел ине, әллә урында эшләү боҙҙо, белмәҫһең. Рәлиәһен усында ғына йөрөтөрҙәй булып татлы вәғәҙәләре менән күмгән Рәмил, ауыл хакимиәтенә силсәүит булып эшкә төшкәйне, алмаштырып ҡуйҙылармы ни? Ерле юҡҡа ҡысҡыра, былай ҙа баш баҫып уның һәр әйткәненә ризалашып ҡына йөрөгән кәләшенә екеренә башланы. Рәлиә лә өндәшмәне, эштә арыйҙыр, бик яуаплы эш бит, тип уның һәр бер ҡыланышын кисерә килде. Ни хәл итһен, Рәмиленең һүҙендә лә хаҡлыҡ бар шул - ғаилә бюджетын тик ул ғына тулыландыра. Ашау - эсеүгә лә, кейенеүгә лә, газ - свет өсөн түләүгә лә,башҡа ваҡ - төйәккә лә аҡса ире кеҫәһенән генә сыға. Ә Рәлиә? Ул тырышманы түгел, тырышты. Эш табырға тырышты. Тик йә тәжрибәң юҡ тип алмайҙар, йә эш графигының саманан тыш оҙон булыуы тура килмәне. Һуң, уға бит улы менән ҡыҙын мәктәпкә оҙатаһы, ҡыҙын кире барып алаһы, дәрестәрен эшләшәһе, ашарға бешереп, өҫ - баштарын йыуаһы бар. Унан башҡа ике һыйыры тора аңҡылдап, әҙ булһала ваҡ малдары, ҡош - ҡорттары бар. Быларҙың барыһы ла ҡатын елкәһендә. Ире иртә таңдан сығып китә эш урынына, төшкө ашҡа ла ҡай саҡ ҡайтмай, кискә генә ҡорһағын йәйә биреп уфылдап килеп йығыла. Шунан башлана " һин өйҙә тик ултыраһың, ҡайҙан алып арыйһың " тигән ҡолаҡ итен ашауҙар... Юҡ, зарланмай һис тә тормошона ҡатын. Һау ғына булһындар инде ире лә, йәндәй күргән балалары ла.
Рәлиә, урам яҡҡа ҡараған тәҙрәгә күҙ һала -һала таушалған урынын йыйыштырҙы. Малайы әле генә янда тора ине, ни арала сәпитенә атланып , урамға сығып киткән? Эй, йөрөһөндәр, каникулдары бит. Ҡыҙы моғайын ишек алдындалыр. Шунан китмәй ул. "Өй" эшләп алған да ҡурсаҡтарына әсәй булып мәж килә ҡолонсағы.
Газда ултырған оло сәйнүк, ҡайнауын белдереп, күңелле һыҙғырып ебәрҙе. Эй, күп тә ятмаған икәндә, сәй ҡайнағансы күп булһа биш - алты минут үткәндер. Шул арала нишләп тағы ла һаташтырып яталыр инде, эй, аллам! Ауыр уйҙарға тарып, сәс - башын рәтләп торғанда, урам яҡҡа ҡараған тәҙрәнән Рәмиленең ҡайтып килеүен күреп, ҡаршы алырға ишеккә йүнәлде...
Фото интернеттан алынды.