Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби бит
16 Июня 2022, 16:55

Йондоҙло күпер

- Ээй, Хәмдиәкәйем, кемде - кемде, һине бында осратырымды ете ятып бер төшөмә лә индермәнем! Ысын - ысын! Күпме тапайым ошо баҙар тапҡырын, нишләп бер ҙә генә осраманың икән? Әәә, моғайын да һин ауыл яғынан килгәнһеңдер, шуға ла йыш күренмәйһеңдер инде. Электән, йәш саҡтан мал тиҙәге араһында буталанып йәшәргә ылыҡҡан кеше ни ҡала тормошон үҙ итәме. Бына мин бала саҡтан шул ауылдан сығып китермен тигән теләгемде алға ҡуйып, тәки ошо яҡҡа килеп төпләндем бит, әй! Эй , рәхәтлеге ҡала фатирында йәшәүҙең, Хоҙай ғүмер генә бирһен инде ҡартайған көндә!! - Рәхимә бер тынала Хәмдиәнең дә, үҙенең дә тормошона байҡау яһап, ирен ситтәрен ҡәнәғәт ялап ҡуйҙы. Һөйләшеүҙең бындай йүнәлеш алыуы һис тә оҡшаманы Хәмдиәгә. Күлдәк итәктәрен ҡымтый биреп, әхирәте яғына борола биреп ултырҙы. - Аһ, аһ, кем әйтте әле һиңә мине ауыл бисәһе тип?! Ауыҙ асып һүҙ башламағанмын, тикшереп тә ултыраһың. Һаман да шул һауалы Рәхимә икәнһең. - Хәмдиә әллә ысынлап үпкәләне, янына ҡуйған тулы пакетын шатыр-шотор икенсе урынға күсереп ҡуйған ыңғайы, һуңғы һүҙҙәрен ауыҙ эсенән генә мығырлатып сығарҙы...

Йондоҙло күпер

ЗИЛӘ ӘМИНЕВА.
(Башы)
 Улар ҡала баҙарының емеш-еләк һатылған павильоны тапҡырында тап булыштылар. Ҡулына сепрәк сумка тотҡан, башына ҡайырып йоҡа яулыҡ бәйләгән, бер аҙ һылтаҡлай биреп атлаған ҡатынға бәлки иғтибар ҙа итмәҫ ине Хәмдиә, тик һатыусыға өндәшкән ыңғайы гөрөлдәп сыҡҡан тауыш артҡа боролоп ҡарарға мәжбүр итте. "Ыста, әллә Күгәрсен инде?..  Кит, юҡтыр. Тауыштары оҡшаш кешеләр юҡмы ни был донъяла, сит кешелер моғайын. Улай тиһәң, аҡһап атлауы ла оҡшаш бит әле ул. Буйының оҙонлоғо ла уға тартҡан."  Ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай, алыҫтан ғына "сепрәк сумка" ны күҙәтә башланы ул.  Оҡшаған. Нимәһе - нимәһе, тауышы уныҡы! Йылдар йырылған һыуҙай аҡҡан, шулай ҙа күгәрсен тауышлы йәшлек әхирәте келт итеп хәтеренә килеп инде Хәмдиәнең. Рәхимә уның исеме. Бахырҡайға шул тауышы арҡаһында "күгәрсен" ҡушаматы ғүмерлеккә йәбеште лә ҡуйҙы шул. Үпкәләмәне лә шикелле ул үҙенә шулай тип өндәшеүҙәренә. Йылмая ла ҡуя торғайны. Әллә эстән генә һыҙып та йөрөгәндер инде. Ә тауышының шулай үҙенсәлекле булыуы тыумыштан тинеләр. Кем белә инде, Хоҙай ҡушыуы бит.
 Икеләнеүе урынһыҙ булған икән. Был ысынлап та ауылдашы, синыфташы, аҙаҡ йәшлек әхирәтенә әйләнгән Рәхимә булып сыҡты. Осрашмауҙарына күпме ваҡыт үткән, шулай ҙа йылдар әллә ни үҙгәртә алмаған күгәрсен Рәхимәне. Шул уҡ буй, шул уҡ ҡараш , шул уҡ тауыш. Йөҙөндәге буй - буй һырҙарҙы иҫәпкә алмағанда, әлбиттә. Хатта бер аҙ һауалы булыуы ла һаҡланған шикелле. Йылдар теҙмәһен һүтеп, алыҫта ҡалған бала саҡ, йәшлек осорон байҡап, хәҙергегә күҙ ташлау маҡсатында ике әхирәт баҙар ҡаршыһындағы ял итеү урынында - эскәмйәлә урын алды.
 - Ээй, Хәмдиәкәйем, кемде - кемде, һине бында осратырымды ете ятып бер төшөмә лә индермәнем! Ысын - ысын! Күпме тапайым ошо баҙар тапҡырын, нишләп бер ҙә генә осраманың икән? Әәә, моғайын да һин ауыл яғынан килгәнһеңдер, шуға ла йыш күренмәйһеңдер инде. Электән, йәш саҡтан мал тиҙәге араһында буталанып йәшәргә ылыҡҡан кеше ни ҡала тормошон үҙ итәме. Бына мин бала саҡтан шул ауылдан сығып китермен тигән теләгемде алға ҡуйып, тәки ошо яҡҡа килеп төпләндем бит, әй! Эй , рәхәтлеге ҡала фатирында йәшәүҙең, Хоҙай ғүмер генә бирһен инде ҡартайған көндә!! - Рәхимә бер тынала Хәмдиәнең дә, үҙенең дә тормошона байҡау яһап, ирен ситтәрен ҡәнәғәт ялап ҡуйҙы.
 Һөйләшеүҙең бындай йүнәлеш алыуы һис тә оҡшаманы Хәмдиәгә. Күлдәк итәктәрен ҡымтый биреп, әхирәте яғына борола биреп ултырҙы.
 - Аһ, аһ, кем әйтте әле һиңә мине ауыл бисәһе тип?! Ауыҙ асып һүҙ башламағанмын, тикшереп тә ултыраһың. Һаман да шул һауалы Рәхимә икәнһең. - Хәмдиә әллә ысынлап үпкәләне, янына ҡуйған тулы пакетын шатыр-шотор икенсе урынға күсереп ҡуйған ыңғайы, һуңғы һүҙҙәрен ауыҙ эсенән генә мығырлатып сығарҙы.
 - Эй ҡуйсы ғына, әхирәт, бушҡа үпкәләшеп ултырмайыҡ әле. Күрешмәгәнгә күпме үтте, үҙемсә һынап ултырыуҙыр инде, беләһең бит инде холоҡто, - "гөрөлдәк" хахылдап көлөп ебәрҙе. - Иртән өйҙән сыҡҡанда эй уң күҙем тартып мәшәҡәтләгәйне, һине күреүгә булған икән. Йә, һөйлә хәлдәреңде. Ҡайһы тарафтарҙа йәшәп ятыу? Бала - сағалар, йорт - ҡура хәле нисек?.. Эй, йәп - йәш кенә әхирәтемде ошолай кәкерәйгән ҡарсыҡ булғас осратырмын тип һис тә генә уйламағайным бит! - "Күгәрсен" һаман булһа әсе тешләшеүен дауам итте.
 - Мин ней... мин дә ошонда йәшәйем ул ҡасандан бирле! Аллаға шөкөр, ҡала шикелле өйөбөҙ, бөтәбеҙгә лә етә! - Хәмдиәнең әле генә тумһайған йөҙө ямғырҙан һуң сыҡҡан ҡояштай ялтырап китте. - Насибым менән дүрт балаға - ике малай ҙа ике ҡыҙға ғүмер бирҙек. Ирем аҡыллы булды, ҡул күтәреү түгел, бер ауыҙ ауыр һүҙ ҙә әйтмәне, мәрхүмкәйем! Эшләмә, ҡатын - ҡыҙҙың урыны аш бүлмәһендә ,ана, балаларҙы ҡара, тип кенә торҙо инде. Әллә ни эш күрмәһәм дә аҡсаға ҡытлыҡ тойоп ултырманым. Теләгәнемде алдым, теләгәнемде кейҙем, тигәндәй. Балалар бәләкәй саҡта ла, ҙурайғас та йыл һайын тиерлек курорттарға барып ял итә инек. Ҡиммәтле тундар, затлы алҡа - йөҙөктәрҙән өҙөлмәнем мин, әхирәт. Ана, хәҙер генә ул, таҡҡы ла, кейге лә  килмәй  береһендә дә, саң баҫып шкафта яталар. - Хәмдиә үҙ хәбәренән үҙе ҡәнәғәт булып янында ултырған әхирәтен дә онотоп, бытылдауын дауам итте. - Балаларымдың бөтәһе лә ҙур кеше булып сыҡтылар. Ике малайым да икешәр юғарыны бөтөп, әле "урында"  эшләйҙәр, ҡыҙҙарым хәлле кешеләрҙең улдарына кейәүгә сыҡты. Бал да майҙа ғына йөҙәләр инде, алламдың биргәненә шөкөр! - Хәмдиә тешһеҙ ауыҙын күрһәтеп, кеткелдәп көлөп ҡуйҙы. - Насибым мәрхүм булғас, квартирҙы һаттыҡ та, кесе улым ике этажлы итеп өй күтәреп сыҡты. Гурыдтың теге яҡ ситендә, күргәнең барҙыр ул яҡты? Әле килен менән Ҡара диңгеҙ буйына ял итергә киткәйнеләр, бәләкәстәрен алып ҡалдым үҙем менән. Килен әйтә "ҡәйнәм, ҡуй ыҙалама! бәпәйҙе үҙебеҙ менән алып китәбеҙ, ана, теләгән ереңә йөрө, ял ит" тигәйне лә, ҡаршы килдем. Һеҙ, йәштәр, теләгәнсә ял итегеҙ, уйланмай ғына йөрөгөҙ, ә мин ней, ял итеп туйғанмын инде, магазин буйлап йөрөр йәшем дә үткән, тинем. Магазин яғына әйләнеп ҡарағым да килмәй, кейем - һалым, яулыҡтар менән шкаф тулған былайҙа, әйе!.. Әле бына, ата - әсәһе өйҙә юҡта ашатайым әле тип, ейәнсәремә емеш - еләк алырға сыҡтым. Былай мин был калхуз баҙарына ингәнем дә юҡ ул, гел магазиндан алабыҙ нәмәне, әле күреп сығайым нимәләр һатылғанын тип индем. Ээй, һөйләйем дә һөйләйем, үҙең һуң нисек, был гурыдта йәшәйем тиең, бер ҙә күренмәйһең бит, ҡайһы яҡтараҡ төйәк итеү?
 - Мин дә, аллаға шөкөр, тормошомдан зарланмайым. Алдыма алғанымды эшләнем, теләгәнемде ашаным, кейендем - үкенмәйем. Иҫләйһең микән, мәктәптә уҡып йөрөгән осорҙа ла аҙаҡ та телгә ала торғайным бит, кейәүгә сыҡһам бер бала ғына табам тигән һүҙемде, ә, иҫләйеңме, тәки һүҙемдә торҙом бит әй! Еҙнәң ( Рәхимә Хәмдиәнән бер - нисә айға ғына олораҡ, шуға шулай тип әйтеүелер инде) эй ҡырталашты малай кәрәк тип, ююҡ, һүҙемде йыҡманым! Мәйтәм, фигура боҙоп, буҡ йыуып йөрөр өсөн тыумағанмын тип кенә ебәрҙем. Күнде, күнмәй ҡайҙа барһын! Зату бер бөртөк булһала ҡыҙым - Әнисәм бына тигән! Үҙемә Хоҙай буй - һын, матурлыҡты бирмәһә лә ҡыҙымдан йәлләмәгән! Ул ҡаш, ул төҫ, ул буй! Һуң, атаһы ниндәй ине уның! Кем ул тип һорарһың атаһын. Иҫләйһеңме, ауылға гурыдтан бер сибәр егет килеп йөрөй торғайны? Теге тайыш Ғәзимдең алыҫ туғаны тип һөйләнеләр ищеү? Күпме ҡыҙҙың төн йоҡоһон урланы бит инде, ә ул мине һайланы! Һин иҫләмәһәң дә иҫләмәйеңдер, һин тегенсе курсына уҡырға сығып киткән йылы булды ул... Уңдыым иремдән, аллаға шөкөр! Хоҙай төҫтө лә, аҡылын да йәлләмәй биргән. Өрмәгән ергә ултыртманы инде. " Рәхимәкәйем, күгәрсенкәйем, аппағым!" тип кенә йөрөттө һәр ваҡыт. Ауылда төпләнеп йәшәй башлағайныҡ, Әнисәбеҙ тыуғас та йәһәтләй һалып гурыдҡа күстек. Ҡатыным, ҡыҙым ас - яланғас булмаһын тип ике урында бил бөктө. Төҫкә матур булғас ни бисәләр ҙә күҙ ҡыҫҡылай торғайны үҙенә. "Минең ҡатыным, алмалай ҡыҙым бар, башҡалар кәрәк түгел!" тип өҙә һуғып йөрөнө инде. Курорт тиһең. Әллә ул диңгеҙҙәрҙе, курорттарҙы мин күрмәгән тиһеңме? Ер - һыу күрһәтте ирекәйем, алып йөрөнө төрлө яҡтарға. Әле бына ҡартайғас йөрөп булмай, ни теләк тә юҡ. Бабай ҙа ҡаҡшаны, аяҡтары ла отказ һуға башланы...
 - Бәй, иҫәнме әле бабайың?
 - Иҫән, иҫән, кем әйтте әле үлгән тип? Минең һымаҡ ҡатынды ташлап нимә ҡараһын ер аҫтында? Өлгөрөр әле. Ҡыҙымды һөйләй башлағайным шикелле. Юғарыны бөттө, ҡулына диплом алды. Бынамын тигән егеттәр ҡулын һорап, күп инәлделәр артынан. Бер Әмирек кешеһе, бай булған етмәһә, миңә сыҡһаң һис үкенмәҫһең, самолеттарҙа ғына елдерерһең, тип вәғәҙәләгән хатта! Аллаға шөкөр, Әмирек кешеһенә сыҡмаһа ла кейәүем бына тигән! Ҡәйнәм тип өҙөлөп тора! Үҙҙәре магазин асып, бизнесмен булып йәшәйҙәр. Өйҙәре ҡыйып сыҡҡыһыҙ, ишек алды емеш - еләк, сәскә менән тулы! Бергә йәшәйек тип саҡыра ине лә, юҡ тинек. Йәштәр айырым йәшәһен. Беҙ, ҡарттар, көңгөр - ҡаңғыр үҙ - ара көн итербеҙ әле, тинем...

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас