Әҙәби бит
7 Июня 2022, 09:40

Ял иткәндә - эшләмәйем!

Ирем дә, мин дә табип булып эшләйбеҙ. Тик ҡайҙа ғына ял итергә барғанда ла, һөнәребеҙҙе белгертмәйбеҙ. Кем булып эшләүебеҙҙе һорашыусылар булһа, “уҡытыусы, инженер, йәки төҙөүсе” тип алдайбыҙ. Эш нимәлә тип уйлайһығыҙ?..

Ял иткәндә - эшләмәйем!Ял иткәндә - эшләмәйем!
Ял иткәндә - эшләмәйем!

Ирем дә, мин дә табип булып эшләйбеҙ. Тик ҡайҙа ғына ял итергә барғанда ла, һөнәребеҙҙе белгертмәйбеҙ. Кем булып эшләүебеҙҙе һорашыусылар булһа, “уҡытыусы, инженер, йәки төҙөүсе” тип алдайбыҙ. Эш нимәлә тип уйлайһығыҙ? Табип икәнлегеңде әйтһәң, кеше үҙенең һыҙланыу-ауырыуҙарын һөйләп, кәңәш һорай башлай. Ә беҙ бит ана шул эштән ял итергә килгәнбеҙ. Беҙҙең дә онотолоп ял иткебеҙ килә. Бер ял иткәндә беҙҙең менән бергә теш табибы булғайны. Бахыр, ҡайҙан ғына кем булып эшләүен әйтте! Уға ял итеүселәр ауыҙын асып күрһәтеп аптыратты. Ашап ултырамы ул, ҡыҙынып ятамы – кешеләргә барыбер ине. Ҡайһы берәүҙәрҙең шул тиклем дә һөмһөҙ булыуына иҫең китер!

Табибә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас