Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби бит
6 Июня 2022, 17:00

Тәмле йоҡо тураһында мәҡәлдәр

Йоҡлаған йоҡо тапҡан, йоҡламаған йылҡы тапҡан.Йоҡлаған көлкө алыр, йоҡламаған төлкө алыр.Йоҡлаған ҡалыр, уяу донъяны алыр... Дауамы сайтта. Дуҫтар, кем тағы ла йоҡоға бәйле мәҡәлдәр белә? Комментарийға яҙығыҙ.


Йоҡлаған йоҡо тапҡан, йоҡламаған йылҡы тапҡан.
Йоҡлаған көлкө алыр, йоҡламаған төлкө алыр.
Йоҡлаған ҡалыр, уяу донъяны алыр.
Йоҡлағанға йоҡмаған.
Йоҡлағанға өлөш юҡ.
Йоҡлағандың өҫтөнә ҡар яуыр.
Йоҡо тамаҡ туйҙырмай.
Йоҡо ялҡауҙы ярата.
Йоҡосан егеттә дәрт булмаҫ.
Йоҡосоға аш юҡ.
Йоҡоһо оҙондоң бәхете ҡыҫҡа.
 
Фото интернеттан алынды.
 
 
 
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас