Һаҡмар
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби бит
5 Июня 2022, 12:00

Һоҡландым да таң ҡалдым...

Бар көсөнә йылмайғандай итеп, Рәхмәт әйтә әбей шыбырлап.  Гәлсәр һауыт тотҡанмы ни бабай,  Һәр аҙымын баҫа саҡ ҡына...

Һоҡландым да таң ҡалдым...Һоҡландым да таң ҡалдым...
Һоҡландым да таң ҡалдым...

Һоҡландым да ҡалдым таң ҡалып!

Әбей менән бабай китеп бара:

Әбей хәлһеҙ, саҡ-саҡ атлай,

Бабай тотҡан ҡулын ике ҡуллап,

Эйелгән дә . ниҙер бышылдай...

-Мин яныңда, ебәрмәйем, атла!

-Өмөт ҡабындыра парында!

Бар көсөнә йылмайғандай итеп,

Рәхмәт, әйтә әбей шыбырлап....

Гәлсәр һауыт тотҡанмы ни бабай,

Һәр аҙымын баҫа саҡ ҡына!

Икеһенә тибә бер йөрәк,

Бер-беренә улар бик кәрәк!

Ҡалтыранған ҡулын тыя бабай,

Һиҙеп кенә бер үк ҡалмаһын!

"Ни булһа ла булһын, мин барыбер

Кәләшкенәм, һинән ҡалмайым!"

Артта юлдар, сыбарланған йылдар!

Улар үргән тормош баҫҡысы!

Ебәрмәҫкә әле тырышалар

Ҡулдарынан бәхет асҡысын! ..

..Ҡарап ҡала йәштәр, көслө парҙар,

-Нимә етмәй,-тиеп ,-быларға...

...Ер өҫтөндә кеше йәшәй икән

Һиңә кәрәк-кәрәк уға ла!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас