+13 °С
Облачно
Бар хәстәрем, бар хистәрем - бала өсөн,
Хеҙмәтем дә, хөрмәтем дә - бала өсөн.
Үкенеүҙәр, үтенеүҙәр - бала өсөн,
Йоҡоһоҙ төн, тынғыһыҙ көн - бала өсөн.
Утҡа-һыуға уҡталыуым - бала өсөн,
Сығыр юлдан туҡталыуым - бала өсөн.
Таңдан әүәл ҡайнар аш та - бала өсөн,
Тәгәрәгән ҡайнар йәш тә - бала өсөн.
Иртә-кисем, йөрәк хисем - бала өсөн,
Барлыҡ эшем, барлыҡ көсөм - бала өсөн.
Янам-түҙәм, көйәм-һүнәм - бала өсөн,
Ғорур башты түбән эйәм - бала өсөн.
Төндәр тыуһа, иртә көтәм - бала өсөн,
Күңелемдә йырҙар йөрөтәм - бала өсөн.
(Ф.Чанышева)
Фото интернеттан алынды.