Ҡарғыш төшмәй ҡаламы
Алһыу Шәйәхмәтова
Ләйлә менән Ғүмәр мәктәптә уҡыған саҡтарында уҡ бер-береһенә кҙ атып йөрөнө. Ғүмәр, Ләйләнән бер нисә класс юғары уҡыны. Уларҙың дуҫлығы тора-бара мөхәббәткә әйләнде. Ләйлә менән Ғүмәр бергә йөрөйҙәр, тигән хәбәр тиҙ таралды.
Ғүмәр - күп балалы ғаиләнән. Ә бына Ләйлә бер-үҙе. Әсәһе һәм өләсәһе менән генә торалар. Ғүмәр мәктәпте бөтөргәс тә, диңгеҙ флотына хеҙмәткә ебәрҙеләр. Ләйлә менән айырылышыуы бик ауыр булды Ғүмәргә. 3,5 йыл хеҙмәт итергә бит! Ләйлә Ғүмәрҙе көтөргә һүҙ биреп, оҙатып ҡалды. Хаттарҙы ла йыш алышып торҙолар.
Ул ваҡытҡа Ләйлә мәктәпте бөтөрөп, район үҙәгенә һатыусы булырға уҡырға китте. Шунда танышты ла инде Рәшит менән. Уҡып бөткәс, ауылына ҡайтмайынса, универмагта һатыусы булып ҡалды. Ғүмәр ҡайтыуға әле тағы ла бер йыл бар. Дөйөм ятаҡта йәшәне. Рәшит мунса миндеге кеүек йәбеште Ләйләгә. Яҡшы бүләктәр бирҙе. Ғүмәрҙән мәңге күрмәгән бүләктәр ине улары. Ләйләне сәскәләргә күмде.
Көндәрҙең бер көнөндә Рәшит Ләйләне һорап килде. Ләйлә оҙаҡ уйлап торманы ... риза булды. Икенсе ялда әсәһе менән өләсәһе янына ризалыҡтарын һорарға ҡайтты.
- Ҡыҙым, ә Ғүмәрҙе ҡайҙа ҡуяһың? Ҡайтыр ваҡыты ла етә бит, - тине Сания апай ҡайғырып.
- Әсәй, мин Ғүмәр менән ғүмер буйы ауылда торайыммы? Ә уның район үҙәгендә фатиры бар. Кәрәк булһа, һеҙҙе лә алып китәм.
- Ҡыҙым, ул бит һине ярата. Нисек инде шулай хистәр менән уйнарға мөмкин?
- Табыр әле үҙенә тиңен...
Шул ҡайтыуында никах уҡыттылар. Был хаҡтағы яңылыҡ Ғүмәрҙең атаһә менән әсәһе Вәғиз менән Миңнисаға ла барып етте. Нишләйһең инде, үҙҙәре шулай хәл иткәс...
Бына Ғүмәрҙең дә ҡайтыр ваҡыты етте. Ҙур сумаҙан күтәреп килеп инде. Яҡындары менән иҫәнләшкәс, Ғүмәр сумаҙанын асып ебәрҙе. Унда һәр береһенә тип атап бүләктәрен сығара башланы. Ләйлә менән уның ата-әсәһен дә онотмаған. Ләйләгә бик матур күлдәк алған.
- Ҡарағыҙ әле, оҡшатырмы икән?..
Өйҙә тынлыҡ урынлашты.
- Берәр нәмә булдымы әллә? Ниңә ауыҙығыҙға һыу уртланығыҙмы әллә?
Һүҙҙе атаһы башланы:
- Улым, Ләйлә кейәүгә сыҡты. Күптән түгел генә никахтары булды.
Ғүмәр был һүҙҙе көтмәгән ине. Тамағына төйөр тығылды.
- Нисек? Ни өсөн? - тип кенә әйтте лә йүгереп сығып китте.
Ғүмәр Ләйләләргә барып ингәндә, Сания апай тышта кер элеп йөрөй ине.
- Ииии, һалдат ҡайтҡан бит! Нисек хеҙмәт итеп ҡайттың, Ғүмәр?
- Сания апай, был дөрөҫмө? Ялған хәбәр, тип кенә әйтегеҙ инде зинһар...
- Балам, был һөйләшеүҙең миңә ҡалаһын белдем инде. Дөрөҫ, Ләйлә кейәүҙә. Көтмәне инде һине. Һин дә үҙ тиңеңде табырһың әле.
- Мин айырып алам уны!
- Айыра алмайһың инде, Ғүмәр. Ләйлә бәпәй көтә.
Ғүмәрҙең бар хыялы сәлпәрәмә килде. Ул бүләктәрен Сания апайға тотторҙо ла, сығып китте.
Өйөнә ҡайтҡанда урамдан ҡайтманы. Оят ине уға. Ҡыҙы көтмәгән, кейәүгә сыҡҡан. Нисә йыл тартмаған тәмәкеһен тартҡыһы килде. Магазинға ине, тәмәке менән бер ярты, алып сыҡты. Унан яланға сығып ултырҙы ла, рәхәтләнеп ултырып тәмәкеһен тартты, араҡы шешәһен бушатты.
Ул төндө Ғүмәр өйөнә әйләнеп ҡайтманы. Миңниса апайҙың ярты башы ағарҙы. Ул-был булмаһа ярар ине, тип ҡайғырҙы. Иртән өй алды ишеге асылып, ябылғас ҡына бер аҙ сереметеп алды. Иртән тағы иртә менән торорға кәрәк бит, малдарҙы ҡарарға. Ғүмәре верандалағы карауатҡа инеп ауған. И, бала, бала... Былай барһа бөтә бит...
Ғүмәр кискә генә уянды. Атаһы уны өҫтәл янына саҡырып алып, ныҡ ҡына итеп һөйләшеп алды. Иртәгенән колхозға эшкә сығырға ҡушты. Уны аттар ҡараусыһы итеп алдылар. Быға бик ҡыуанды ул. Сөнки бәләкәйҙән аттар ярата бит ул. Улар урамынан иртә менән бер төркөм ҡыҙҙар иртәнге һауынға бара. Уларға эйәреп, Ғүмәр ҙә йөрөй башланы. Шул ҡыҙҙар араһындағы Сәриә тигәне күптән инде Ғүмәрҙе яратып йөрөй ине.Тора-бара Ғүмәр ҙә быны һиҙҙе. Бер айҙан һуң Ул Сәриәгә кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Юҡ, ул уны яратҡандан түгел, ә Ләйләне онотор өсөн шундай аҙымға барҙы. Сәриә шунда уҡ ризалығын бирҙе. Уның әсәһе Разия апайҙан ҡулын һорап барҙы. Шулай итеп, Сәриә уларға килен булып төштө. Ул бик етеҙ ҡыҙ булып сыҡты. Һыйырын да һауа, аҫтарын да таҙарта, өйҙә башҡа эштәргә лә өлгөрә. Беренсе көндә үк Ғүмәрҙең ата-әсәһенә “атай”, “әсәй” тип өндәште. Ғүмәрҙе ул үҙенә ҡарағанда ла нығыраҡ ярата ине шул. Тик, бына Ғүмәр генә... бер ҙә генә уны яратманы. Башта өйрәнермен, тип уйланы. Ләкин нисек кенә итмәһен, уны яҡынайта алманы.
- Улым, ниңә өйләндең һуң һин Сәриәгә, баланы ғазаплап, яратмағас. Күҙҙәреңдән күренеп тора бит яратмағаның, - тип әсәһе борсолдо.
- Уға өйләнеп, Ләйләне онотормон, бәлки, тип уйлағайнам. Юҡ, онота алмайым. Хәҙер нисек айырылышырға ла белмәйем.
- Ниндәй айырылышыу ти ул? Ғүмере булмағанды. Киленде барыбыҙ ҙа яратабыҙ. Өйләнмәҫкә ине, хәҙер йәшәһең инде...
Туғыҙ ай бик тьиҙ үтеп китте. Сәриә ауырға ҡалды. Ғүмәр быға бик һөйөндө. Уның балаһы буласаҡ. Ләйләләр ҙә ауылға ҡайтып йөрөнө. Был хаҡта Ғүмәр барыһын да ишетеп-күреп торҙо. Сөнки уларҙың күршеһендә дуҫы Рәсим йәшәй.
Сәриә тупылдап торған малай тапты. Кәрим тип исем ҡуштылар. Ләкин ҡайғыһы ла бергә йөрөнө. Күп тә үтмәне Сәриәнең әсәһе вафат булды. Өйҙәрен бикләп ҡуйыуҙан башҡа сара ҡалманы. Өлкәнәйгән ҡайны-ҡәйнәләрендә бергә йәшәүҙе хуп күрҙеләр. Ғүмәрҙең дә бәләкәс һеңле-ҡустылары үҫеп килә ине инде. Ләкин төп йортта ҡалыу яҡшыраҡ, тип уйланы улар. Ғүмәр эшкә бирелде, Сәриә лә һыйыр һауырға сыҡты. Шулай итеп 5 йыл үтеп тә китте.
Көндәрҙең бер көндө Ғүмәр эшенән Ләйлә иренән айырылып ҡайтҡан тигән һүҙ ишетелде. Уның йөрәге күкрәгенән атылып сығырҙай булып типте. Эх, бер генә күрергә ине уны! Ләйләнең айырылып ҡайтҡанын ишеткән Сәриә ләтыныслығын юғалтты. Уның ғына түгел атаһыныҡы ла. Уның ниндәй еңел аҡыллы икәнен белә бит ул!
Ләйлә ҡыҙы менән әсәләрендә йәшәй ине. Уны барып күреү теләге көслө булһа ла атаһынан ҡурҡыңҡыраны. Ә бер көндө көтмәгәндә, ул Ләйләне урамда осратты.
- Бына Ғүмәр, кеше иҫән булһа, барыбер ҙә күрешә бит ул. Хәлдәр нисек? Һин дә өйләнгәнһең икән, малайың бар. Минең дә ҡыҙым бар.
- Сәриәме? Мин уға һиңә үс итеп өйләндем. Кәрәге бер тин ине. Мин уны айырам. Малайҙы үҫтерешергә былай ҙа ярҙам итеп була.
- Ашыҡма һин Ғүмәр. Ауылда һеҙҙе мин айыртты тип һөйләрҙәр. Балаң тураһында уйла, йәме. Ашыҡма.
Улар һөйләшә-һөйләшә ҡайтып етте. Ләйләнең сумкаһын тоттороп, Ғүмәр ҡайтып китте. Был хәл өйҙәгеләренә барып та ишетелгән ине. Әсәҙе Сәриә менән Ғүмәрҙе ҡапма-ҡаршы ултыртып алып һөйләшергә уйланы.
- Улым, был ни хәл ул?
- Ә нимә эшләнем һуң мин?
Вәғиз бабай йоҙроғо менән өҫтәлгә килтереп һуҡты.
- Мин бала-саға уйыны менән өндәшмәйем. Һинең ғаиләң бар. Алдыңа кемең ултыра? Ҡатыныңмы?
- Эйе.
- Ә теге яҡта бәләкәй Кәрим кемдең балаһы?
- Минеке.
- Шулай булғас, ҡатының, балаң була тороп, һинек көтмәй, кейәүгә сығып, хәҙер иренән айырылып ҡайтҡан Ләйләне көпә көндөҙ нимә тип оҙатып йөрөйһөң?!
- Атай, Сәриә, асыуланмағыҙ. Ләкин мин һаман да Ләйләне яратам. Сәриә риза булһа, мин айырылып, Ләйләгә өйләнергә иҫәбем.
Был һүҙҙәрҙән һуң Сәриә ғәрлегенән илап сығып йүгерҙе.
- Малай аҡтығы! Ниңә өйләндең ул сағында? Көтөргә ине Ләйләне. Йәки айыртып алырға ине. Баланы етем ҡалдырып, айырылам тип тора тағын. Айырылһаң, өйгә аяҡ баҫаһы булма, теләһә ҡайҙа йәшә. Минең улым булмайһың! - тип Вәғиз бабай асыуланып ҡысҡырынды.
Ғүмәр бер һүҙ ҙә әйтмәне. Сәриәһе улын ҡосаҡлап, диванға ятты. Ғүмәр янына яҡын да килмәне. Был ваҡиғанан һуң бер айлап ваҡыт үтте. Ғүмәр Ләйлә янынан китмәне лә тиерлек. Улын да онотто, ҡатынын да.
- Ләйлә, миңә кейәүгә сығаһыңмы?
- Белмәйем инде, Ғүмәр. Сәриәне илатып, балаңды етем итеп. Унан һуң мин Рәшиттән ауырлымын да. Ике балам менән мине алырһыңмы һуң?
- Алам, Ләйлә, алам, сыҡ ҡына! Мин уларға үҙ фамилиямды бирермен.
- Ҡыҙым Айһылыуға кәрәкмәй инде, атаһын белә ул. Бына тыуасаҡ балама ғына булһа инде...
- Булыр, ҡайғырма Ләйлә. Тик риза ғына бул. Мин барыһына ла риза.
- Ә өйҙәгеләрең? Улар нимә тип әйтерҙәр?
- Атайым өйгә индермәйем тине. Һеҙгә килһәм, нисек? Унан һуң, бәлки, йылы яҡҡа юлланырбыҙ. Бер ағайым шунда йәшәй, һөйләшербеҙ.
- Ярай, мин риза Ғүмәр. Ҡасан?
- Ниңә көтөргә? Бына ҡайтам да, барыһын йыйып алып әйтәм дә, әйберҙәремде алып, сығып китәм.
Ғүмәр ғорур атлап, өйөнә ыңғайланы. Ҡайтып инеүенә атаһы әрләшә башлаған ине, Ғүмәр уны бүлдерҙе:
- Әсәй, атай, Сәриә, улым, ҡустымдар, ҡарындаштар, ғәфү итегеҙ. Бөгөн мин һеҙҙән китәм. Ләйләгә китәм.
- Ғүмәр, нимә эшләйһең һин? Аҡылыңа кил! Кәримде нимә тип уйлайһың?
- Кәримде ташламам. Алиментын түләрмен. Бында булғанда килгеләп йөрөрмөн. Беҙ Ләйлә менән йыл яҡтарға, ағайҙар яғына барырға уйлайбыҙ. Сәриә, ғәфү ит, һине мәңге ярата алманым. Ләйләгә үс итеп өйләндем. Булдыра алһаң, кисер мине.
Сәриә нимә эшләргә лә белмәй, Ғүмәрҙе ҡосаҡлап алды.
- Ташлама, зинһар, етем итмә беҙҙе, Кәримде уйла”...
Ул да булмай, Кәрим илай башланы:
- Атайым, китмә! Һине яратам!
Ғүмәр улын ҡосаҡлап үпте лә, һаубуллашып, сығып китте. Уны бер кем дә оҙата сыҡманы. Кәрим генә илап уның артынан йүгерҙе. Ғүмәрҙең күҙҙәре йәшкә тығылһа ла боролоп та ҡараманы. Сәриәнең аҡрын ғына йыйына башлағанын күреп, Вәғиз ҡарт һүҙ башланы:
- Ҡыҙым, ҡайҙа йыйынаһың?
- Ҡайтам, үҙ йортома ҡайтам. Мин хәҙер һеҙгә бер кем дә түгел.
- Ниндәй ҡайтыу ул? Беҙҙә тораһың. Бергә ҡайғыны ла еңеп сығыу еңелерәк. Ҡал, килен, китмә. Һине бер кем дә ҡыумай.
- Әсәй, китмәйек. Мин ҡартатайҙар менән торғом килә, - тине Кәрим дә илап.
Ғүмәр сит ергә сығып китһә лә, уны ҡайтыр, тип көттөләр. Кешеләрҙән ишетеүенсә, улар Үзбәкстанда. Шулай итеп, Ғүмәр бер кемдән дә фатиха алмайынса сығып китте. Сәриә Кәримгә ете йәш тулғансы ҡайнылары менән торҙо. Унан Ғүмәрҙең ҡустыһы өйләнгәс, үҙ йортона ҡайтырға мәжбүр булды. Сәриәнең емерелә башлаған өйөн ремонтларға Ғүмәрҙең ҡустылары ярҙамлашты.
Ҡайныларынан сығып китеү ҙә еңел булманы. Улы менән илай-илай күсенделәр. Бөтәһе лә илап оҙатып ҡалды. Шулай итеп Сәриә айырым йәшәй башланы. Ҡыҙҙарын саҡырып, өйөн йыуып алды, тәҙрәләренә яңы ҡорған элде. Быйыл көҙ Кәрим дә мәктәпкә барасаҡ. Ғүмәрҙең алименты бик аҙ ине. Ярай ҙа әле ҡәйнәһе менән ҡайныһы ташламай, ярҙам итеп торҙалар. Ҡустылары ла йорт эштәрендә булыша, картуф сәсешеп бирәләр.
Ә бына Ғүмәр менән Ләйләнең генә тормоштары алға барманы. Ғүмәр көтөүсе булып эшкә төштө. Аҡсаһы бик аҙ ине. Ләйлә бала менән ултырҙы. Ете айҙан һуң ҡыҙҙары Әсилә тыуҙы. Әсәйҙәренә яҙып һалған хат та яуапһыҙ ҡалды. Улар ҙа бит инде белә, бала кемдән икәнен. Хәйерсене бала баҫа, тигәндәй, Әсиләгә 3 йәш тулғас, Ләйлә тағы ауырға ҡалды. Алдырманы инде, был бит Ғүмәр менән икеһенең балаһы. Ауылға улар шул китеүҙән ҡайтманы. Ағаларына ҡушылып, әсәйҙәренә тәмле емештәр генә һала ине. Ул күстәнәстән өлөш Кәримгә лә эләкте.
Сәриәне нисәмә кеше һоратып килһә лә берәүгә лә кейәүгә сыҡманы. Ғүмәре ҡайтыр, тип көттө. Ҡәйнәләре менән дә араларын өҙмәне. Килендәше Талия иң яҡын әхирәтенә әйләнде.
- Сәриә апай, бөтөрмә инде үҙеңде, ҡайтмай инде ул, Ләйлә өсөнсөгә ауырлы, ти бит. Һиңә үҙ тормошоңдо ҡорорға кәрәк. Кәрим атайһыҙ үҫмәһен.
- Эй, Талия, атаһы бар бит уның...
Ваҡыт аҡҡан һыу кеүек. Ләйлә Ғүмәргә өсөнсөгә ҡыҙ алып ҡайтты. Бер йәй ағайҙары менән бергә Ғүмәр ҙә ауылға ҡайтырға булды. Әсиләне оло ҡыҙҙары алып ҡалды. Алһыуҙы ғына үҙҙәре менән алдылар. Уйы – ата-әсәһенең фатихаһын алыу ине. Уларҙың ҡайтыуын ишеткән Сәриә матур күлдәктәрен дә һалмай, кейеп йөрөнө. Килер, тип көттө. Бер көн, ысынлап та килде. Кәрим урамда уйнап йөрөй ине ул ваҡытта.
- Иҫәнме, улым! Егет булып еткәнһең бит.
- Һаумы, атай! Тағы бер аҙ ҡайтмай торһаң, армияға ла барып ҡайтҡан булыр инем, - уның атаһына асыуы шул ҡәҙәр ҙур ине шул.
Сәриә, бына бында күстәнәстәр, икенсеһендә Кәримгә Ләйлә бүләктәр һалғайны. Ҡара әле, Кәримгә яраймы икән.
Ундағы зәңгәр күк күлдәк менән ҡара салбарҙы сығарыуға Кәрим:
- Кеймәйем. Биреп ҡайтар кире Ләйләгә! - тине илап Кәрим.
- Улым, күлдәге лә матур бит, салбарың да туҙған.
- Уларҙы кейгәнсе, йыртыҡты кейәм! Атайымды айыртып алған апай алған әйберҙәрҙе бер ҡасан да кеймәйем. Ул булмаһа, атайым беҙҙең менән йәшәр ине... - Шулай тине лә урамға сығып йүгерҙе.
- Кеймәйем, тигәс, кеймәй инде ул Кәрим. Кире ал уларҙы. Ә күстәнәстәреңде алам, ризыҡ ҡәҙерен беҙ беләбеҙ.
Ғүмәр алып килгән кейемдәрҙе алып, сығып китте. Артына боролоп та ҡараманы. Сәриә уны күҙҙән юғалғансы ҡарап тороп ҡалды.
Ғүмәрҙәр китеп, күп тә үтмәй, бер-бер артлы ҡәйнәһе менән ҡайныһы вафат булды. Сәриә менән Талия бер-береһенә терәк булып йәшәне. Кәрим Армияла хеҙмәт итеп ҡайтты.
Ғүмәр менән Ләйлә лә ғүмер ахырын Үзбәкстанда ҡалырға теләмәй, бер көн ауылдарына ҡайттылар. Буш торған өйҙө һатып, шунда йәшәй башланылар. Кәрим дә армиянан ҡайтҡас, өйләнергә ашыҡманы. Ауылда эшләмәй, эсеп йөрөгән егеттәр менән дуҫлашып алды. Сәриәне тыңларға ла теләмәне.
Ғүмәрҙәр ҙә мандып йәшәп алып китә алмай. Ҡайтҡан йылдың икенсеһенә уларҙың өйө янып китә. Ут төнөн сыҡҡанлыҡтан, нәмәләрен дә ҡотҡарып алып ҡала алмайҙар. Ғүмәр эсеп йоҡлап ятҡан булған. Ә Ләйлә нәмәләрҙе сығарам, тип 80 процент тән бешеүе ала, ике көндән үлеп тә ҡала. Ғүмәрҙе ҡалала йәшәгән Алһыу ҡыҙы йәшәргә үҙенә ала. Эсеүгә әүәҫләнеп китә Ғүмәр. Үҙенең 60 йәшен тултырған көндө, йоҡоһонан бүтән уянмай. Уны ауылға алып ҡайтып, Ләйлә эргәһенә ерләйҙәр. Сәриәнең күҙ йәше төштө, тиһәләр ҙә, уның бер ҡасан да ҡарғағаны булманы, бары тик йөрәгендә рәнйеү генә һаҡланы.
Сәриәнең дә Кәрим менән аралары боҙолдо. Ауылда кейәүгә сыҡмай ултырған Әлфинур тигән ҡатынға йәшәргә барып инә. Уныһы башта уҡ иҫкәртеп ҡуя:
- Әсәйеңде яратмайым, беҙгә алып килеп йөрөмә. Минең үҙ әсәйем дә еткән. Минең рөхсәтһеҙ үҙең дә барып йөрөмә!
Оҙаҡламай Әлфинур малай алып ҡайта, Ринат тип исем ҡушалар. Атлай башлағас ҡына уны Сәриәгә бер тапҡыр күрһәтәләр.
Сәриәне ҡәйнеше менән Талия килендәше ташламаны. Бергә-бергә донъя көттөләр. Ә инде Әлфинур Кәримде ныҡ тотто. Мал өҫтөнә мал алдылар. Улдары үҫеп етеүгә Әлфинур тағы бер ҡыҙ тапты. Ләкин Сәриә менән ҡатышманылар. Кәрим ҡатынынан ҡасып ҡына әсәһенә килеп китер булды. Әсәһе һалған күстәнәс тә өйҙәрендә сүп биҙрәһенә осто.
Тора-бара Сәриәнең аяҡтары йөрөмәҫ булды. Тышта түгел, өй эсендә лә саҡ баҫып тора ине ул. Талия килене лә инмәҫ булды. Ярай күршеһе Сәлимә генә ингеләп, өйөнә ут яғып, тамаҡ бешереп сыға ине. Ләкин ул да бәпәй тапҡан ҡыҙы яғына китеп барҙы. Һуңғы көндәрҙә уның янына бер кем дә инмәне. Унда-бында ғына килеп торған улы ҡайнатып, термосҡа ҡойоп киткән сәйе лә бөттө. Ашарына ла юҡ. Өйө лә һыуынды. Ҡасандыр улы ашап, өҫтәлдә ҡалдырған, ҡатҡан икмәк һыныҡтарын алырға маташып, имгәкләп барып етеүгә, урындыҡтан ҡолап та төштө. Тороп баҫырлыҡ та хәле юҡ ине уның. Шулай өс көн ятҡандан һуң, бер тамсы һыуға зар-интирзар булып, яҡты донъя менән хушлашты.
Тере сағында ҡәҙере булмағанда, вафат булғас та Сәриәнең ҡәҙере булманы. Ҡәбере ҡара өйөмдән генә торҙо. Уның ҡарауы өйөндәге бөтә әйбер Әлфинурға күсеп бөттө. Һуңға табан Кәримгә лә көн булмай башланы. Әлфинур уны ҡол урынына тотто. Бер көн шулай Кәрим ҡатынының кәмһетелеүенә түҙмәй, ҡуйынына бер ярты ҡыҫтырып, һарай башына менеп китте. Араҡыны бер тынала эсеп бөттө лә, тәмәкеһен тоҡандырҙы... Ауыл халҡы һуңынан уның ҡара көйгән кәүҙәһен генә табып алды. Уны әсәһе эргәһенә алып барып ерләнеләр.
Үкенестә уҙған шундай кеше ғүмерҙәре...
Фото интернеттан алынды.