+17 °С
Дождь


Һыныр тип тә мине көткәндәр бар,
Һынмағанмын әле, һынмағанмын.
Тыныр тип тә мине көткәндәр бар,
Тынмағанмын, әлдә тынмағанмын.
Тоҡандырам усаҡ - утты тотам,
Гөлдәргә һыу һибәм - дымды тотам.
Хәләл икмәгемде ҡайырып теләм,
Тыуыр балаҡайға бишек эләм.
Мин - ҡатын-ҡыҙ.
Абынһам да,
Үҙ-үҙемә тотоноп туры ҡалам.
Мине һайламайҙар - мин һайлайым,
Һайлағанға йәнә тоғро ҡалам.
Эйәләштерәмен ҡырағайҙы
-Һалҡын ҡараш, ҡырыҫ холоҡтарҙы,
Ары ташлап бары ирҙәр өсөн
Ҡулай булған беше ҡороҡтарҙы.
Мин - ҡатын-ҡыҙ.
Күптәр түгел,
Берәү һынар минең атҡарғанды.
Күңел күҙе менән күреп таныр
Тыштан түгел, эстән яҡтырғанды.
Рәмзилә Хисаметдинова