Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби бит
21 Мая 2022, 07:00

Үҙе - баш, үҙе - түш

- Ханә, ҡыҙың улыма ҡатын булып йәшәгәнен беләһеңме? - тип һораған. - Буш һүҙ, улың ҡыҙыма ҡағылмаҫҡа һүҙ бирҙе, - тип уныһы тыныслығын һаҡлаған. - Һин шуға ышандыңмы? Кәзәнең кәбеҫтә ашамағанын күргәнең бармы? Бигерәк тә хәҙерге заманда...

Үҙе баш, үҙе түш

Фәнзиләнең бәләкәй саҡтан әсәһе менән борсағы бешмәне. Әсәһе уны ныҡлап яратманы ла, ағай-апайҙары менән яҡындан һөйләшкән кеүек уның менән аралашманы ла, хәлен дә белешмәне, аҡыл да өйрәтмәне. Риза булып та, ҡаршы килеп тә һүҙ әйткәне булманы. Бәлки, үҙенең ире менән йәш айырмаһы ун йыллап булғанғалыр. Уның ҡарауы ҡараны ҡаранан, аҡтан аҡты айырырға өйрәткән Ринатты киҫәтергә онотманы.

- Ҡара аны, ҡыҙымды оятҡа ҡалдырып, алдан бала яһай күрмәгеҙ. Ул үҙе бала ғына, бер ни аңламай торған сағы.

- Юҡ инде, башҡа һыймаҫтай нәмәне һөйләмәгеҙ, Хәна апай, - тигән яуапҡа ҡәнәғәт була торғайны.

Тыныс урында шайтан бейешкән, тигәндәй, Ринат менән Фәнзилә араһында йылы мөнәсәбәт эйәләште. Ҡыҙ башта ҡарышып ҡарағандай ҡыланды. Егет киләсәккә матур пландары менән бүлеште.

- Үпкәләмә, матурым, никах уҡытырбыҙ. Минең фамилиямды алырһың. Башҡа сығып донъя көтөрбөҙ, һыйыр алырбыҙ...

- Алырһың алмаҫта, бер нәмәне лә тота алмағаныңда, - тип бүлдерҙе үткер телле, уйламайынса һөйләргә яратыусы, һөйкөмлө генә ҡыҙыҡай.

Татып ҡарағас, тәме икеһенә лә оҡшаны. Бер ни булмағандай, емеше менән хушһына башланылар. Фәнзилә әсәһенә ауыры барлығы тураһында бер ни һиҙҙермәне. Ул өйҙә тыуҙырһа ла әсәһе аңламаҫ ине, был бала ҡайҙан барлыҡҡа килгән, тип уйлар ине. (Тап ошонда, күпәр, нисек инде шул хәлде белмәҫкә мөмкин, тип уйлар. Яҙманы аҙағына тиклем уҡып бөткәс, үҙегеҙ ҙә аңларһығыҙ).

Нәҡ шул ваҡытта аталары әсәләрен ташлап, күрше ҡатынға йортҡа инә. Ханәлә Фәнзилә ҡайғыһы ҡалманы. Инсульт кисереп, дауаханала ятып сыҡты. Ҡыҙ үҙенең хәлен һөйләп, уныҡын тағы ла насарайтырға теләмәне. Бындай яңылыҡтан һуң, яҡты донъянан китергә лә күпте һорамаҫ. Уҫал аталарына белгертһә, уныһы туҡмап үлтерергә лә күпте һорап тормаҫ. Ул баласаҡтан уҡ кейәүгә ҡыҙ көйө сыҡмаһаң, йәшәтмәйем, үлтерәм, тип янаған. Ағай-апайҙары ситтә йәшәгәнлектән, улар ҙа был хаҡта бер ни белмәйҙәр. Шунлыҡтан, ауырлы икәнен йәшереүҙән башҡа сара юҡ ине. Фәнзилә лә ауырын еңел кисерҙе. Артыҡ кәүҙә ауырлығы йыйманы, эсе лә беленеп торманы. Бәхетенә, буласаҡ ире үҙ әсәһенә килеп тыуған хәлде аңлатҡан. Ринаттың әсәһе Фәнзиләнең әсәһенә килеп:

- Ханә, ҡыҙың улыма ҡатын булып йәшәгәнен беләһеңме? - тип һораған.

- Буш һүҙ, улың ҡыҙыма ҡағылмаҫҡа һүҙ бирҙе, - тип уныһы тыныслығын һаҡлаған.

- Һин шуға ышандыңмы? Кәзәнең кәбеҫтә ашамағанын күргәнең бармы? Бигерәк тә хәҙерге заманда.

- Мин уларға ышанам. Улыңа аҡыл ултырған. Йәш балаға тейгән өсөн ниндәй закон барлығын да беләлер.

- Мин закон тикшерергә килмәнем. Бер аҙнанан баланың тыуыр ваҡыты етә. Һиңә кәңәшкә килдем.

- Ниндәй тыуыу ваҡыты?

- Мин әсәй, тип йөрөйһөң, ҡыҙыңдың ауырлы икәнен дә белмәйһеңме ни?

- ...

Ханәнең үҙ тормошондағы проблемалары етерлек ине. Шунлыҡтан Фәнзиләнең яҙмышына ҡыҫылманы. Ҡыҙы уның бәғеренә үтеп, юҡ-бар һөйләп, ҡаңғыртып йөрөмәне, үҙе баш, үҙе түш булды. Ярай, ахыры яҡшы тамамланды. Икенсе көнөнә үк мәсеткә барып, никах уҡыттылар. Фәнзилә Ринатына туптай малай табып бирҙе. Халыҡ ауыҙын ҡаплап булмай, бер аҙ сәйнәнеләр ҙә, туҡтанылар.

Уҡыусым, шуның өсөн дә һеҙгә мөрәжәғәт итәм. Әгәр ҙә Фәнзилә хәлендә ҡалһағыҙ, бер ҡасан да серегеҙҙе әсәйегеҙҙән йәшермәгеҙ. Ул һеҙҙең иң яҡын, иң ҡәҙерле кешегеҙ булһын.

Сания Шәрипова.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас